Әхнәф Кирәев 1912 йылдың 11 июлендә хәҙерге Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Нурмөхәмәт бин Шаһиарыҫлан бин Мөхәмәтзариф әл-Йомрани (1882–1934) исеме аҫтында киң билдәле сәсән ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. «Әммә уның балалыҡ һәм үҫмер йылдары хәҙерге Пермь өлкәһе Щучье Озеро районы Йомран ауылында һәм Башҡортостандың Асҡын районы Баҙансат ауылында уҙа» [3, 366]. Хәлфәлек менән шөғөлләнгән атаһы ғаиләһе менән башта Кушнаренко яҡтарына, унан хәҙерге Асҡын районының Төлгөҙбаш ауылына килеп, ныҡлы төпләнеп, ғүмеренең аҙағынаса шунда уҡытыусылыҡ иткән. Атаһының Йомрани нисбәһе, үҙенең киләсәктә Кирәй Мәргән исеменең есеменә ялғанышы уларҙың нәҫел тарихы һәм шәжәрәһе менән туранан-тура бәйле. Күренекле фольклорсы ғалим Әхмәт Сөләймәнов яҙыуынса, Пермь губернаһының Төй (йәки Турай) волосы Йомран ауылында (хәҙер Пермь өлкәһенең Октябрь районы) заманында тирә-яҡта дан тотҡан Кирәй атлы кеше йәшәгән. «Батырлығы, мәргәнлеге уға Мәргән тигән ҡушамат тағылыуға сәбәп булған. Унан таралған нәҫел-нәсәпте тора-бара Кирәй ырыуы тип атағандар. Ваҡыт уҙа килә, шул ырыуҙың бер сатағын Йомрандар тип йөрөтә башлағандар» [1, 72]. Нурмөхәмәт Йомраниҙың сығышы тап ошо ырыу менән бәйле. Асылда асҡындар ҙа, мишкәләр ҙә Кирәй Мәргәнде үҙҙәренеке тип иҫәпләй. Ҡыйғаҙытамаҡ иһә – мәшһүр шағир Шәйехзада Бабичтың яҡын ҡәрҙәше тейеш Гөлрухтың, йәғни Әхнәфтең әсәһенең, тыуған ауылы булып сыға. Буласаҡ оло ғалим һәм яҙыусының ижад шишмәләренең башы, шулай итеп, шундай бай һәм ырыҫлы сығанаҡтарға барып тоташа.
Тап ошондай рухи маяҡтарҙың береһе булған Шаһиарыҫлан ҡартатаһының да кескәй Әхнәфкә яһаған йоғонтоһо ҙур булған. Унан ишеткән айырым ырыу менән бәйле тарихи ваҡиғалар, нәҫел-нәсәп өсөн үрнәк булыр аҫыл заттар, уларҙың ҡылған эштәре хаҡында мәғлүмәттәр, моғайын, малайҙың күңелендә тыуған ил, илһөйәрлек төшөнсәләрен формалаштырыуға, үҙ халҡыңдың үткәне менән ғорурланыу тойғоларын булдырыуға булышлыҡ иткәндер. Мәҫәлән, ҡартатаһы малайҙан үҙҙәренең шәжәрәһен хатта яттан белеүен талап иткән. Был хаҡта буласаҡ яҙыусы үҙенең хәтирәләрендә, «Үҙем тураһында» кеүек автобиографик яҙмаларында әйтеп киткеләй. Яҡын кешеһен бик ҙурлап, йылы һүҙҙәр менән телгә алып, «мин үҙебеҙҙең нәҫел-ырыуға бик ихтирам менән ҡарарға өйрәндем», – тип яҙа ул [6, 11–12].
Заман һулышын һиҙгер тойған Нурмөхәмәт сәсән улын Пермь өлкәһенә ҡараған Есаул тигән урыҫ ауылы мәктәбенә бирә, шуға ла Әхнәф рус телен бәләкәйҙән яҡшы үҙләштерә. Аҙаҡ Ҡыйғаҙытамаҡ урта мәктәбендә уҡый башлай, район гәзитендә ауыл яңылыҡтарынан ғибәрәт төрлө хәбәрҙәр, йәшлек рухы менән һуғарылған шиғырҙарын баҫтырырға тотона. Урта мәктәпте тамамлағас, Тәтешле районының Аҡсәйет ауылында бер йыл балалар уҡыта. Шул мәлдә уны яңы ғына Асҡында ойошторолған «Колхозсы» гәзитенә эшкә саҡыралар. Был баҫмала журналистика нигеҙҙәрен үҙләштерә, үҙәк матбуғатта сығып килгән репортаж, очерк, хәбәрнамә кеүек жанрҙарҙың үҙенсәлектәрен айырырға, үҙ ғәмәлендә тәғәйен ҡулланырға өйрәнә, ҡәләмен шымарта.
Йәш егеттең күңеле бейегерәк үрҙәр, киңерәк даирәләр талап иткәндер, күрәһең. 1932 йылда Өфөлә моторҙар эшләү заводына нигеҙ һалына башланғанда, эшсе көстәр күпләп талап ителгән саҡта, комсомол йәштәргә бүленгән путевка менән тәүге «меңселәр» рәтенә 20 йәшлек Әхнәф Кирәев та ҡушылып китә. Ул ташсы һөнәрен үҙләштерә, бригадир вазифаһына үрләтелә, башкөллө йәмәғәт эштәренә сума. Башҡорт, татар эшселәренә махсус тәғәйен «Удар төҙөлөш» гәзитенә башлыса хеҙмәт алдынғылары тураһында, яңы социалистик төҙөлөш рухын, эшселәр синыфын тулыландырған кисәге ауыл крәҫтиәненең хәләтен сағылдырған мәҡәләләр яҙа, шиғырҙарын баҫтыра. Әлеге төҙөлөштән киткәс, махсус белеме булмаһа ла, ул «Ленинсе», «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзиттәрендә, «Октябрь» (хәҙерге «Ағиҙел») журналы редакцияларында уңышлы эшләй, республика кимәлендә үҙен танытып өлгөрә.
К.Мәргәндең халыҡ ижады әҫәрҙәрен йыйырға керешеүе шулай уҡ үткән быуаттың 30-сы йылдарына тура килә. Шул ваҡыттарҙа уҡ йәш эҙәрмән фольклор өлгөләрен йыя-йыя Бөрйән, Әбйәлил яҡтарындағы ауылдарҙы ҡыҙыра, байтаҡ иртәкселәр, ҡобайырсы сәсәндәр менән күрешә, уларҙың башҡарыу оҫталығы менән таныша. Ул «Алпамыша менән Барсынһылыу» ҡобайырының бер вариантын, йыр һәм таҡмаҡтар яҙып ала. 1959 йылда Ҡурған өлкәһенә сәйәхәт ваҡытында «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Тарғын батыр» ҡобайырҙарын теркәй, 1960 йылғы экспедиция мәлендә Ырымбур өлкәһендә тағы ла «Алпамыша», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Аҡһаҡ ҡола», «Ҡара юрға», «Ҡуңыр буға» өлгөләре өҫтәлә.
Бөйөк Ватан һуғышы алдынан уның өс хикәйәләр йыйынтығы донъя күрә: «Бүләк» (1938, К.Рәшит менән берлектә әҙерләнгән), «Эҙләнеү» (1939), «Ҡабалан кеше» (1940) китаптары. Шулай итеп, Әхнәф Кирәев 1930-сы йылдарҙа уҡ журналист, фольклорсы һәм әҙип булараҡ формалаша башлай.
Ә.Н.Кирәев һуғыш башланған 1941 йылда коммунистар партияһы сафына алына, тап шул йылда ул бөтөн илгә билдәле, ҙур тираж менән таралған «Комсомольская правда» гәзитенең Башҡортостан буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләй. Бик күп кешеләр менән осрашыуҙар, мәғлүмәт туплау, ваҡиғалар эсендә ҡайнау, күсмә редакция менән төрлө урындарға йөрөү Кирәй Мәргәндең ижад ҡанаттарын киңерәк йәйергә булышлыҡ итә. 1942 йылдың көҙөндә иһә ул Ҡыҙыл армияның Баш сәйәси идаралығы ярҙамы менән Башҡорт атлы дивизияһына барып юлыға, 1943 йылдың июленә саҡлы шунда хәрби хәбәрсе вазифаһын үтәй.
Һуғыш йылдарында Кирәй Мәргәндең байтаҡ хикәйәләре, очерктары, пьесалары, һуғыш фольклоры материалдарынан тупланған китаптары донъя күрә. Уларҙы беҙ һис икеләнеүһеҙ халҡыбыҙ ҡаһарманлығының йылъяҙмаһы тип атай алабыҙ. Йәш яҙыусы һуғышҡа тиклем үк бәләкәй күләмле өйрәнсек пьесалар яҙғылаған була, шулай ҙа драматург булараҡ уның исемен «Минең ғаиләм» (1942), «Яу» (1943) пьесалары таныта. «Яу» пьесаһы буйынса эшләнгән спектакль Башҡорт дәүләт академия драма театрының Башҡортостандың 25 йыллығына (1944) арналған премьера әҫәре булараҡ тамашасылар иғтибарына тәҡдим ителә, репертуарҙа ныҡлы урын биләй [1, 241]. «Башҡорттар» (1943), «Егеттәр» (1944), «Һуғыш фольклоры» (1944) йыйынтыҡтарына хикәйәләр, очерктар, йырҙар, легендалар, мәҡәл-әйтемдәр һәм төрлө көләмәстәр тупланған.
Кирәй Мәргән башҡорт атлыларының әлегә күрелмәгән саялыҡтарының, көндәлек батырлыҡтарының тере шаһиты була. Батыр яҡташтарыбыҙҙың күбеһе уның хикәйә һәм очерктарының геройҙарына әүерелә. Ҡаты бәрелештәрҙең ҡайнар эҙенән очерктар серияһы хасил була. Әҙиптең күпселек очерктары хикәйә һымаҡ ҡабул ителә. Профессор Т.Ә.Килмөхәмәтовтың «Кирәй Мәргәндең Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы очерктары – публицистиканың юғары өлгөләре ул», [1, 47] тигән һүҙҙәре менән килешмәү һис мөмкин түгел. Ысынлап та, яҙыусының очерктарында «бөтә башҡорт халҡының патриотик тойғоһо сағыла һымаҡ» [3, 369]. Әҫәрҙәренең идея йөкмәткеһе, актуаллеге, авторҙың әүҙем гражданлыҡ позицияһы ошо хаҡта асыҡ һөйләп тора. Яҙыусының «Утыҙ батыр ҡалҡыулығы» очергы йөрәктәрендә илһөйәрлек һәм тыуған илгә тәрән мөхәббәт тойғоһо йөрөткән совет яугирҙарының образын һынландыра. Стратегик әһәмиәткә эйә булған ҡалҡыулыҡты һаҡлап, өс йөҙ фашистҡа ҡаршы һуғышҡан утыҙ атлы батырҙың береһе лә тере ҡалмай, улар легендар панфиловсылар батырлығын ҡабатлай. «Артиллерист» әҫәрендә лә Ниғмәт Бикмәтовтың ҡыйыулығында шундай уҡ хәрби бурысты үтәүҙәге оло фиҙакәрлек, тәрән йөкмәткеле юғары идеалдар кәүҙәләнеш тапты. Тыуған ергә, изге төйәккә тәрән һөйөү менән һуғарылған «Баймаҡ ҡурайы», «Ҡымыҙлы фляга», «Ҡурайсының үлеме» әҫәрҙәре лә яугирҙарҙың эш-ҡылыҡтарының ентекле һүрәтләнеше, ҡабатланмаҫ, күркәм милли характерҙарҙың үҙенсәлекле һынланышы менән арбай. Дошмандар менән бәрелештә еҙ ҡурайын да ҡорал итә белгән элекке Сибай руднигы машинисы Шәриф Әхмәтшин, йылҡы һөтөнән яралылар өсөн ҡымыҙ яһаусы Хәким Сыртланов, фашист ҡулына эләгеп тә рух ныҡлығын һаҡлай алған, иленә һәм халҡына тоғро ҡалған Мәхмүт Сабирйәновтар юғары ҡаһарманлыҡ символына әүерелә.
1950–1960 йылдарҙа Кирәй Мәргән СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, фольклор экспедициялары етәксеһе сифатында Башҡортостанда ғына түгел, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Свердловск, Пермь, Силәбе, Ҡурған өлкәләрендәге башҡорт ауылдарын йөрөп сыға. С.Галин, М.Сәғитов, Ф.Нәҙершина, Н.Шоңҡаровтар ҡатнашлығында йыйылған фольклор ынйылары 1970–1980 йылдарҙа баҫылған ун һигеҙ томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады» томдарында балҡыясаҡ. Ғалим рухи мираҫыбыҙ өлгөләрен бөртөкләп йыйып ҡына ҡалмай, ана шул ҡаҙаныштарҙы тотош илебеҙ һәм донъя күләмендә таратыуға көс һалды. Мәҫәлән, уның антропология һәм этнография буйынса VII (1964), VIII (Токио, 1968) халыҡ-ара конгрестарҙа башҡорт халыҡ ижады тураһында докладтар менән сығыш яһап ҡайтыуы билдәле [1, 77].
Эҙәрмән ғалимдың республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ араһында һаҡланып ҡалған байтаҡ ҡомартҡыларҙы яҙып алыуы халҡыбыҙҙың йолаларын, тарихын тулыраҡ күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итте, ғөмүмән, фольклорҙың халыҡ араһында тыуыу һәм йәшәү рәүеше тураһында төплө ғилми күҙәтеүҙәр яһарға оло майҙансыҡ булды. Был йәһәттән «Ялан ҡатай башҡорттары араһында», «Туҡсоран дәфтәре», «Ырғыҙ дәфтәре», «Һаҡмар буйҙарында», «Арғаяш дәфтәренән», «Урта Урал дәфтәре», «Тайфундар илендә» сәйәхәтнамәләре – ҡиммәтле сығанаҡтар.
Оҙайлы юл йөрөүҙәр К.Мәргәндең әҙәби эшмәкәрлегенә лә ныҡ йоғонто яһай, ул тапҡан материалдарҙың бер өлөшө сәйәхәтнамә, очерк, хикәйә йәки повестарҙың туҡымаһына йәтеш үрелеп китә. Был тәжрибәләргә 1930-сы йылдарҙа уҡ эйә була ул. Мәҫәлән, «Иҫән Әхмәтов» (1937) тигән очергында ул үҙ геройының революцияға тиклемге йәтимлектә, көтөүсе булып үткәргән аслы-туҡлы тормошон, совет власы йылдарындағы бәхетле яҙмышын сағыштырма, контраст планда тасуир итә.
К.Мәргәндең фәнгә ныҡлап аяҡ баҫыуы, моғайын, 1951–1954 йылдарға тура киләлер. Тап шул йылдарҙа ул Мәскәүҙәге КПСС Үҙәк комитеты янында эшләп килгән Ижтимағи фәндәр академияһында уҡый, билдәле фольклор белгесе В.И.Чичеров етәкселегендә яҙылған кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, Өфөгә ҡайта.
1960-сы йылдарҙа Кирәй Мәргәндең башҡорт халыҡ ижады буйынса яҙылған береһенән-береһе әһәмиәтле китаптары донъя күрә башлай. 3000 самаһы мәҡәлде үҙенең эсенә алған «Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре» (Өфө, 1960) тупланмаһын баҫтырып сығара. «Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары» (Өфө, 1961) китабы төрки халыҡтарының фольклоры өлкәһендәге оло һәм мәртәбәле тикшеренеүҙәр емеше булып тора. Автор унда башҡорт халыҡ ижадын тәүге булып монографик планда ентекле өйрәнә, ҡомартҡыларыбыҙ тажы – эпик ҡобайырҙарға ғилми анализ һәм тасуирлама бирә, уларҙың тарихи-географик тамырлы булыуын аса, милли ерлеген иҫбатлай. Тап шул хеҙмәте нигеҙендә ул 1963 йылда, ябай булмаған сәйәси-идеологик шарттарҙа, «Башҡортостан партия ойошмаһында агитация-пропаганда эшенең торошо һәм уны яҡшыртыу саралары тураһында» (27.01.1945) кеүек мәҙәниәт, сәнғәт һәм әҙәбиәт донъяһын ҡоршап алған дәһшәтле ҡарарҙарҙың шойҡаны әле көслө булыуына ҡарамай, филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертацияһын лайыҡлы яҡлай, Иҙел-Урал төбәгендә фольклор буйынса тәүге фән докторы һәм профессоры була.
Ғалимдың «Мәңгелек шишмә» (Өфө, 1978) исемле монографияһы ла экспедицияларҙа тупланған, институт фондында һаҡланған ҡиммәтле сығанаҡтар нигеҙендә яҙыла. Унда башлыса әлегә тиклем иғтибарҙан ситтә ҡала килгән йола поэзияһының үҙенсәлектәре өйрәнелә, шулай уҡ көләмәстәргә байҡау яһала [7].
Ә.Н.Кирәевтың «Башҡорт халыҡ ижады. Уҡыу ҡулланмаһы» (Өфө, 1982) китабы ла – фольклористика өлкәһендәге күп йыллыҡ эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһе. Был дәреслек республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарының филология факультеттары студенттары өсөн махсус тәғәйенләп сығарылған. Унда башҡорт халыҡ ижадының боронғо формалары һәм традицион жанрҙарына, шул иҫәптән, йола фольклоры, әкиәт эпосы, героик эпос, йыр мираҫы, афористик ижад төрҙәре һымаҡ нығынған жанр һәм төрҙәргә байҡау яһала; башҡорт халыҡ ижадын йыйыу һәм өйрәнеү тарихы – фольклористика фәненең үҫеш этаптары тураһында, фольклорҙың совет осоро тыуҙырған яңы формалары хаҡында күҙәтеүҙәр бирелә [8]. Хеҙмәттә фольклор ҡомартҡыларын йыйыу-туплау методикаһына ҡағылышлы файҙалы кәңәштәр ҙә урын алған. Автор халыҡ араһынан үҙ ҡулдары менән фольклор материалдарын йыйып өйрәнгән ғалимдар менән тик кабинетта ғына ултырып, башҡалар туплаған хазина буйынса ғына хеҙмәт яҙған тикшеренеүселәр араһында ҙур айырма булыуына баҫым яһай. «Фольклор материалын йыйыу һәм туплау эшендә практик рәүештә ҡатнашҡан һәм халыҡ ижадының тәбиғи яңғырашын, йәшәү формаһын үҙ күҙе менән күреп, үҙ ҡолағы менән ишетеп, үҙ ҡулы менән теркәп алған ғалимдар ғына дөрөҫ һәм ғилми яҡтан ҡиммәте булған күҙәтеүҙәр ҡалдыра алалар һәм, киреһенсә, халыҡ ижады байлығын йыйыу эшендә туранан-тура үҙе ҡатнашлыҡ итмәгән уҡымышлылар, юғарыла әйтелгәнсә, кемдер әйтеп ҡалдырған положениеларға, әлеге шул әҙер схемаларға ҡул һуҙырға мәжбүр булалар», – тип яҙа ул [8, 12]. Ғалимдың махсус экспедициялар ойоштороу тәжрибәһе, мәғлүмәтселәр табыу һәм улар менән эшләү алымдары, йомаҡ, мәҡәл-әйтем кеүек афористик жанр өлгөләре йыйыуҙың үҙ нескәлектәре, әкиәт һөйләтеүҙең үҙ мәле барлығы хаҡындағы ҡиммәтле кәңәштәре тураһында Ф.Нәҙершина, Ә.Сөләймәнов, З.Шәрипова һымаҡ ғалимдар үҙ мәҡәләләрендә яҙып сыҡты [1, 61–65; 80; 100–101].
«Ҡариҙел» повесы менән әҙип һуғыштан һуңғы йылдар башҡорт балалар әҙәбиәте тарихында үҙ исемен мәңгеләштерҙе. Ул балалар һәм үҫмерҙәр араһында бик популяр баҫмаға әүерелә, әҫәрҙең геройҙары миҫалында күп мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың йәйге ял ваҡытында тыуған яҡты өйрәнеү хәрәкәте киң йәйелдерелә. Был әҫәр ҙә юламан әҙиптең сәйәхәт һөҙөмтәләрендә тыуып, 1947 йылда яҙыла, 1972 йылда ҡайтанан эшкәртелеп, икенсе редакцияһы Мәскәүҙәге «Детская литература» нәшриәтендә баҫылып сыға. Шулай итеп, «Тайны Караидели» повесы бүтән милләт уҡыусыларына ла барып етә. Уның һуңғы варианты 2006 йылда Рушан Кирәев тырышлығы менән баҫтырылды. «Урыҫса тексы яҙыусыны ҡәнәғәтләндермәй, шунлыҡтан алдағы йылдарҙа ла уның өҫтөндә эшләүен дауам итә», – ти әҙиптең улы [5, 4]. Йөкмәткеһе һәм авторҙың хикәйәләү манераһынан, әҫәр туҡымаһында ҡулланылған партизандар йыры, Блюхер тураһындағы бәйет, әкиәтсе Миңзифа, уның ағаһы Аҡбирҙе сәсән образдарының булыуы, улар тарафынан һөйләнелгән һәр төрлө риүәйәттәрҙән генә түгел, ә «Баит», «Ханский фарман», «Шежере», «Указ красного генерала», «Сами с усами», «Сабантуй» һымаҡ бүлек исемдәренән үк повестың фольклорсы ҡулы менән яҙылғанлығын самалап була.
Әҙәби тәнҡит мәҡәләләрендә был әҫәрҙең әһәмиәте хаҡында күп яҙылды. Әйтәйек, профессор Ә.Сөләймәнов остазына арналған хеҙмәттәренең береһендә: «А.Гайдарҙың «Тимур һәм уның командаһы» повесы илдә тимурсылыҡ хәрәкәтенә сәбәпсе булған кеүек, «Ҡариҙел» Кирәй Мәргәнде Башҡортостанда эҙәрмәнлек хәрәкәтенең йәнләнеүенә булышыусы яҙыусы тип танырға мәжбүр итә», – тип яҙа [1, 77]. «Уның данлыҡлы «Ҡариҙел» повесын уҡып, ҡайһы бер өҙөктәрен мәктәптә ойошторолған концерттарҙа тасуири һөйләп, сәхнәләштереп, зыҡ ҡуба торғайныҡ. Был әҫәрҙә һынландырылған ыңғай геройға оҡшарға тырышыр инек. Донъя картинаһын танып белә башлауыбыҙ ҙа ошо «Ҡариҙел» повесынан киләлер», – тип хәтирәләргә бирелә профессор Р.Аҙнағолов [1, 7]. Әҫәрҙең популярлығын ул ваҡытта туған телдә баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәрҙең бик аҙ булыуы, «Башҡорт әҙәбиәте» дәреслектәренең ҙур күләмен урыҫ яҙыусыларының тәржемә әҫәрҙәре алып тороуы менән бәйләй. Ысынлап та, был повесть шәхес культы ҡорбандарының исемдәре һәм әҫәрҙәре тыйылыуы, байтаҡ әҙиптәрҙең фронтта һәләк булыуы сәбәпле, әҙәбиәттең ярлыланып ҡалған йылдарҙа баҫылып сығыуы күп нәмәләр хаҡында һөйләй.
Эҙләнеүсәнлек, юламанлыҡ рухы, йөкмәткеһе һәм образдарҙың эшләнеше менән дә «Юйылған эҙҙәр» повесы (1973) әлеге әҫәргә бик яҡын тора. Унда ла тыуған төбәктә булып уҙған ваҡиғаларҙы, тарихи факттарҙы төпсөүсе, айырым кешеләрҙең яҙмыштарын юллаусы ихлас эҙәрмәндәрҙең эшмәкәрлектәре һүрәтләнә. Уның әҙәби ижадының фольклор менән тығыҙ бәйләнеше айырыуса «Фирүзә тауы», «Бабайым балтаһы», «Командарм бүләге» кеүек күп кенә хикәйәләрендә сағылыш таба. Уларҙың нигеҙендә лә борон йәки сағыштырмаса яңыраҡ осорҙа халыҡ күңелендә яралған хикмәтле хикәйәттәр, легендалар, ер-һыу атамаларына бәйле риүәйәттәр ята.
Яҙыусының драматургия өлкәһендәге эшмәкәрлеге лә хикәйә, повесть, романдар яҙыу менән йәнәш барҙы. Шулай уҡ пьесалары ла халыҡтың үткәнен төпсөү, фольклорын һәм ауыҙ-тел ижадын йыйып өйрәнеү нәтижәһендә тыуа торҙо. Ул күренекле мәғрифәтсе шағир М.Аҡмулланың фажиғәле яҙмышын яҡтыртҡан «Өҙөлгән моң» (1966) драмаһын яҙҙы. Унда автор шағирҙың халыҡ менән тығыҙ бәйләнешен, үҙенең ижады аша ярлы-ябағаның моң-зарын, теләк-ынтылыштарын сағылдырыуын күрһәтеп бирҙе. Әҫәрҙең конфликты ла иҙелгән халыҡ менән түрәләр, эксплуататорҙар араһындағы ҡаршылыҡҡа нигеҙләнә.
Тағы ла К.Мәргәндең «Тауҙар илендә» (1968) драматик легендаһы һәм «Шомбай» (1975) комедияһы билдәле, улар ҙа халыҡ ижады мотивтарына ҡоролған. Тәүгеһе «Заятүләк менән Һыуһылыу» кеүек эпостарҙың йоғонтоһонда яҙылһа, икенсеһендә халыҡ араһында киң таралған әкиәттәр һәм көләмәстәрҙең төп геройы үҙәккә ҡуйыла [3, 384].
1950-се йылдарҙа заман темаһын киң ҡоласлы әҫәрҙәрҙә асыу күберәк нефтселәр тормошон тасуирлау аша тормошҡа ашырылды. Был йәһәттән К.Мәргәндең «Нарыштау итәгендә» романы (1951) әҙәбиәт тарихында һиҙелерлек урын тота. «Ҡала иртәһе» (1947) пьесаһында, билдәле быраулау мастеры Куприянов һәм уның бригадаһы хаҡында һөйләгән «Атаҡлы мастер» (1949) очергында уҡ буласаҡ роман сюжетының айырым һыҙыҡтары билдәләнеп ҡуйылғайны. Был әҫәрҙең конфликты геройҙарҙың коллектив хеҙмәткә булған мөнәсәбәте ерлегенә таяна, мораль-этик планда хәл ителә. Хикәйәләүҙә публицистик ағым өҫтөнлөк иткән был романда үҙәк сюжет һыҙығын нефтселәр ҡалаһына һөнәрселек училищеһын тамамлап ҡайтҡан йәштәр иҫәбенә яңы ойошҡан быраулаусылар бригадаһының ысын коллективҡа әүерелеүен тасуирлау билдәләй, шулай уҡ, һуғыштан һуңғы әҙәбиәткә хас булғанса, етәксе менән коллектив араһындағы мөнәсәбәттәрҙе лә айырым проблема итеп сығарыу маҡсаты ҡуйыла. Әҫәрҙә республикабыҙҙың көнбайышындағы Нарыш тауы итәктәрендә нефть сәнәғәтенең барлыҡҡа килеүе, яңы ҡаланың нигеҙләнеүе, тәүге нефттең ер аҫтынан бәреп сығыуы һымаҡ ваҡиғалар һөйләнелә. Яңы төҙөлөштәр фонында яңы ҡарашлы, заманға ярашлы эшселәр синыфының формалашыуы, йәштәр йөҙөндә яңы характер һыҙаттарының нығына барыуын күрһәтеүҙә уңышлы ынтылыш яһала. Дөрөҫ, М.Кәримгә эйәреп, ғилми әҙәбиәттә романдың тормоштағы етешһеҙлектәрҙе шымартып һүрәтләүе, конфликт йомшаҡлығы менән бәйле кәмселекле яҡтары ла айырым күрһәтелде [3, 374; 4, 229–233]. Нисек кенә булмаһын, заман темаһын роман жанрында беренселәрҙән булып күтәреүе «сиҙәмсе» Кирәй Мәргәнгә оло мәртәбә генә өҫтәй. Профессор Г.Гәрәеваның ғәҙел баһалауынса, роман «ваҡытҡа йәйелеү» иҫәбенә түгел, ә «ваҡытҡа тәрәнәйеү», «күп планлылыҡҡа ынтылыш, бер үҙәк геройҙың ғына түгел, башҡа байтаҡ персонаждарҙың да тормошо һүрәтләнеүе», «көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтыртыуы менән новатор әҫәр булды» [1, 33].
1960–1970 йылдарҙа ныҡышмалы ижад һәм аҡыл эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булып донъяға сыҡҡан «Бөркөт ҡанаты» тарихи романы (1981–1985) – яҙыусы Кирәй Мәргән ижадының кульминацияһы. Профессор Р.Әхмәҙиев һүҙҙәре менән баһалағанда, был романдың яҙылыуы Әхнәф Кирәевтың «иң оло фиҙакәрлеге, улай ғына ла түгел, гражданлыҡ ҡаһарманлығы булды» [1, 117]. Әҫәр һуңғы тапҡыр 2005 йылда ике китапта, «Башҡортостан: 450 йыл Рәсәй менән бергә» символы аҫтында, оло тарихи ваҡиғаны дәүләт кимәлендә билдәләү программаһы сиктәрендә баҫылып сыҡты [9, 10]. «Тарҡалыш», «Аманат», «Шартлау» һәм «Юлдар» тип исемләнгән дүрт үҙаллы китаптан торған был эпик әҫәрҙә башҡорт халҡының XVI быуат урталарындағы ҡатмарлы тормошо, көнкүреше бәйән ителә. Был осор Рәсәй һәм Башҡортостан тарихында ғәйәт ҙур һәм ҡаршылыҡлы урын биләй. Ҡазан ханлығы, Нуғай урҙаһы һәм Себер ханлығы ҡулы аҫтында ҡалып, бүлгеләнеп, сәйәси яҡтан тарҡау, иҡтисади йәһәттән ҙур яһаҡтар менән баҫылған, һәр төрлө ырыу-ара ыҙғыштар арҡаһында миктәгән башҡорт ҡәбиләләре, Ҡазан ханлығын Аҡ батша (Иван Грозный) баҫып алғандан һуң үҙҙәренең вәкил-илселәре аша бәйләнеш булдырып, Рәсәй дәүләтенә барып ҡушылалар. Яҙыусының тиҫтәләгән йылдар эсендә туплаған халыҡ ижады хазиналары, ҡиммәте бер ниндәй хаҡ менән дә баһалап бөткөһөҙ гүзәл ҡомартҡылар романдың тарихи ерлеген нығытыуҙа, халыҡтың аң кимәлен, рухи хәләтен, көнкүрешен һүрәтләүҙә, художестволы донъя, шул осорҙағы Башҡортостан образын, типик картиналар тыуҙырыуҙа, әҫәрҙәге сюжеттарҙың мажаралылығын көсәйтеүҙә ифрат урынлы һәм оҫта файҙаланыла. Төрлө мауыҡтырғыс легенда-риүәйәттәр, ырыу-ҡәбилә тарихтарын аҫраған шәжәрә текстары, фәһемле хикәйәттәр, тапҡыр һәм тос йөкмәткеле афористик ижад өлгөләре, ыҙан-йола менән бәйле башҡа поэтик саралар әҫәрҙең юғары художестволылығын тәьмин итһә, документаль сығанаҡтар, архив материалдары, халыҡ хәтеренән яҙмаға күсерелгән башҡа текстар тарихи үткәндәрҙе объектив күҙалларға, реалистик планда ҡабул итергә булышлыҡ итә. Халыҡ йолалары, күп кеше ҡатнашлығында үткәрелгән йыйындар, байрамдар, ғөрөф-ғәҙәт, этнографик картиналар халыҡтың дөйөмләштерелгән образын тыуҙырыуға ярҙам итә.
* * *
Кирәй Мәргән күп томлы «Башҡорт халыҡ ижады», биш томлыҡ «Башҡортостан урыҫ әҙәбиәтендә», «РСФСР халыҡтары фольклоры» һ.б. фундаменталь баҫмаларҙың мөхәрририәт ағзаһы булды [2, 336].
Әхнәф Нурый улы Кирәевтың күп ҡырлы, емешле ижадына Ә.Сөләймәнов, Ф.Нәҙершина, Ғ.Хөсәйенов, К.Әхмәтйәнов, Ғ.Рамазанов, С.Сафуанов, Р.Байымов, Т.Килмөхәмәтов, З.Шәрипова, Г.Гәрәева, Х.Ғосман, С.Поварисов кеүек ғалимдар һәм С.Агиш, Х.Ғиләжев ише ҡәләмдәштәре ваҡытында лайыҡлы баһа биргән. Яҙыусының художество мираҫы әҙәбиәтсе һәм фольклорсы ғалимдар өсөн генә түгел, ә телселәр, этнографтар, социологтар өсөн дә бай ҡаҙна, ҡыҙыҡлы тикшеренеү майҙансығы булып тора. Кирәй Мәргәндең әҫәрҙәре рус, болгар, поляк, чех, немец, инглиз, япон, ҡытай телдәрендә баҫылып сыҡҡан [1, 39], әҙәби һәм ғилми эшмәкәрлеге хаҡында «Октябрь», «Новый мир», «Литература и жизнь», «Народы Азии и Африки», «Дружба народов», «Советская тюркология», «Литературная газета», «Литературная Россия» һымаҡ абруйлы гәзит һәм журналдарҙа рецензиялар донъя күргән [11].
Бар ғүмерен халыҡ тыуҙырған аҫыл гәүһәрҙәрҙе бөртөкләп йыйған, уларҙы ентекләп тикшереп, ғилми яҡтан өйрәнеп, туған милләтенә кире ҡайтарыу кеүек изге эштәрҙе башҡарыуға, милли журналистиканы, әҙәбиәтебеҙҙең бөтөн тармаҡтарын үҫтереүгә арнаған арҙаҡлы Кирәй Мәргән талантлы, мәргән һүҙле, фиҙакәр ғалим, халыҡ күңеленә сәйәхәт ҡылыусы юламан, эҙәрмән әҙип, иманлы, кешелекле, ярҙамсыл, изге күңелле, күркәм холоҡло шәхес булараҡ замандаштары хәтерендә һаҡлана.
1. Актуальные проблемы современной башкирской филологии и творческое наследие профессора А.Н.Киреева: Материалы Всероссийской научно-практической конференции (с международным участием). – Уфа: РИЦ БашГУ, 2013. – 468 с.
2. Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе./ Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров. – Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. – 696 бит, һүрәттәре менән.
3. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 4-се том. – Өфө: Китап, 1993. – 446 б.
4. Вахитов Ә.Х. Башҡорт прозаһының жанр-стиль ҡанундары. – Өфө: Китап, 2007. – 464 б.
5. Кирей Мэргэн. Тайна Караидели. – Уфа: Информреклама, 2006. – 160 с.
6. Кирәй Мәргән. Һайланма әҫәрҙәр. 1-се том. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1962. – 399 б.
7. Кирәй Мәргән. Мәңгелек шишмә. – Өфө, 1978. – 189 б.
8. Кирәев Ә.Н. Башҡорт халыҡ ижады. Уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө: Башҡорт дәүләт университеты баҫмаһы, 1982. – 244 б.
9. Кирәй Мәргән. Бөркөт ҡанаты: Роман. Беренсе һәм икенсе китап. – Өфө: Китап, 2005. – 384 б.
10. Кирәй Мәргән. Бөркөт ҡанаты: Роман. Өсөнсө һәм дүртенсе китап. – Өфө: Китап, 2005. – 384 б.
11. Ученый и писатель Ахняф Нуриевич Киреев (Кирей Мэргэн). Автор-составитель – проф. Р.Н.Баимов. – Уфа: БашГУ. – 27 с.