Все новости
Память
27 Июля 2022, 09:00
ЛИТЕРАТУРА

ҺИН БЕҘҘЕҢ МЕНӘН, ДИНӘ!

Быйыл Динә Азат ҡыҙы Талхинаға 70 йәш тулған булыр ине. Үҙе яҡты донъяла булмаһа ла, ижады «Китап» нәшриәтендә әленән-әле йы­йынтыҡтар булып баҫылып тора. Уның һәр бер әҫәре илеңде, телеңде яратырға, ололарҙы ололарға, кеселәргә кеселекле һәм кешелекле булырға өндәй.

ҺИН БЕҘҘЕҢ МЕНӘН, ДИНӘ!
ҺИН БЕҘҘЕҢ МЕНӘН, ДИНӘ!

Өс тиҫтә йыл элек, Күмертау ҡала­һының Маяҡ ҡасабаһында 8-се һанлы мәктәптә уҡытыу мөдире булып эшләп йөрөгән саҡ. Бер мәл Өфө ҡалаһына мәктәп етәкселәренең белемен камиллаштырыу курстарына уҡырға ебәрҙеләр.
Үҙем менән ҡалын дәфтәр шиғыр­ҙарымды ла алып килгәнмен. Уларҙы баҫтырыу тураһында уйламайым да, оялам, уңайһыҙланам. Күренекле яҙыусы Рәшит ағай Солтангәрәевҡа тап килдем.
– Туҡта әле, туҡта! – тип Рәшит ағай ҡулымдан тотоп туҡтатып ҡуйҙы. – Һуң һин минең яҡташым дабаһа! Һөйләп ебәр әле, ниндәй яңылыҡтар бар Күмертауҙа?
Һөйләшә-аралаша торғас, минең шиғриәт менән мауығыуымды белеп, яҙған әйберҙәремде «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһына килтереүемде һораны. Дәфтәр ҡалдырылды. Тимер Йосопов миңә хат яҙып, балалар өсөн шиғырҙарымды өс данала редакцияға ебәрергә ҡушты. Күп ваҡыт та үтмәне, мине Өфөгә саҡырып хат килеп төштө: «Шиғырҙарыңды балалар секцияһында тикшерәсәкбеҙ, тиҙ арала килеп ет!» Әҙәбиәткә тәүге аҙымдарым, шул иҫәптән Динә Талхина менән танышыу ошо осраҡҡа бәйле. Мин секция ултырышына килгәндә, ул мәлдә нәшриәт Совет урамында ине, коридорҙа бик йәш, сибәр ҡатын миңә: «Һин Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинамы? Яҙмаларың менән таныштым, китаплыҡ шиғырҙарың бар», – тип дәртләндереп ебәрҙе. Ошо һылыу ҡатын «Китап» нәшриәтендә эшләгән Динә Талхина булып сыҡты. Яҡындан танышып киттек, минең дә интернатты тамамлауымды белгәс, аралар бигерәк тә яҡынайҙы.
Ул бик талапсан редактор булды, өс йөҙләп шиғырҙан тик утыҙы ғына һайлап алынды һәм «Мәрйендәр» исеме аҫтында баҫылып та сыҡты. Тәржемә менән шөғөлләнеп китеүемә лә йоғонтоһо ҙур булды, «Тылсымлы күлдәктәр» исемле әкиәттәр китабы сыҡҡас, мин уның бер нисәһен тәржемә итеп «Истоки» гәзите биттәрендә баҫтырып сығарҙым. Уның тәҡдиме менән Тамара Ғәниева, Факиһа Туғыҙбаева, Салауат Кәрим, Берйән Байымовтарҙың хикәйәләрен, әкиәттәрен рус теленә ауҙарҙым.
Динә Азат ҡыҙы башҡорт балалар әҙәбиәтен үҫтереүгә бик күп көс һалған оло шәхес булды, уның тәҡдиме менән Нажиә Игеҙйәнова, Әхмәҙин Әфтәх, Миңлегөл Хисамова, Зөлфиә Ханнанова, Әлфиә Әсәҙуллиналарҙың ижади емештәре бер-бер артлы нәшер ителде. Балалар әҙәбиәтенең һәр өлкәһенә иғтибар итте. Ул мәлдә, мөхәррир булараҡ, кемдеңдер шиғырына оҡшаш шиғыр яҙып ҡуйһаң: «Кеше фекерен ҡабатламағыҙ, сюжеттарҙы күсермәгеҙ!» – ти торғайны. Бер мәл мине Флүр Яхин менән таныштырҙы ла, уның әкиәттәрен тәржемә итеүемде һораны. Флүрҙең яҙмалары күбеһенсә хайуандар хаҡында. Мин уларҙы тәржемә итеп авторға ебәрҙем дә һорай ҡуйҙым: «Ниңә уның әкиәттәре сусҡа, һарыҡ-кәзә хаҡында?!» Баҡһаң, ул мал табибы булып эшләгән, хайуандар донъяһын бик яҡшы белә, шуға әкиәттәре балаларға ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә.
Минең тәүге китабымды секция ултырышында тикшергәндә, тағы ла бер нисә автор бар ине. Шул иҫәптә – Фәүзиә Юлдашбаева. Ул Йылайырҙан килгән, йонсоу ғына, өҫ-башы ла иҫке генә. Аҙаҡ уның фатирһыҙ, район үҙәгендә ҡунаҡханала, улы менән йәшәүен белдем.
– Һин ҡала мәктәбендә уҡытыу мөдире булып эшләйһең, ярҙам итәйек әле Фәүзиәгә. Шәп шағирә, бынамын тигән йырсы, үҙе лә, улы ла шәкәр диабеты менән сирләйҙәр, шуларға инсулин табырға ярҙам ит әле! – тип шылтыратты миңә Динә бер мәл. Мин, баш табиб менән һөйләшеп, бер нисә ҡап инсулин килтереп бирҙем.
Динә башҡа яҙыусыларға ла, би­герәк тә йәштәргә, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ине. Бер мәл нәшриәттә эшләгән яҙыусы егет асыуланып Динәне әрләп ташланы:
– Һин шуны шаштырып яҡлап, мине фатирһыҙ ҡалдырҙың! – ти.
– Һуң уның ике балаһы бар, ярҙам итмәй булмай бит...
Һүҙ корректор Әлфиә Әсәҙуллина хаҡында бара ине. Динә уны, ике бала әсәһен, фатирлы итергә ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Мөхәррир булараҡ, һәр автор менән айырым һөйләшеп, дәртләндереү саралары табыр ине. Бер ваҡытта ла бер кемде лә битенән алманы, «Һинең талантың бар, тағы ла яҡшыраҡ яҙа алаһың, шиғырҙарыңдың бына ошо юлдарын тағы ла бер аҙ уйла әле», – тиер ине.
Ҡапыл сирләп киткәс, дауаханала бик оҙаҡ ятып сыҡты. Мине өйөнә йыш ҡына саҡырыр ине:
– Тик һин миңә килеп йөрөүең хаҡында кешегә һөйләмә инде, китабын сығарыр өсөн йөрөй, тип әйтерҙәр. Беҙҙең рух бер бит, беҙҙе бер үк тәрбиәселәр тәрбиәләгән, бер үк уҡытыусылар белем биргән.
Ысынлап та, ул да, мин дә интернатта тәрбиәләнеп, шиғриәт, ижад ҡомары менән һуғарылған әҙәби түңәрәктәргә йөрөп үҫкән ҡыҙҙар инек.
Нәшриәттә балалар редакцияһын булдырыу өсөн күп көс һалды, ололар әҙәбиәтендә уңышлы эшләгән ағайҙарға ла мөрәжәғәт итеп, балалар әҙәбиәтен байытты. Уның тырышлығы менән Ноғман Мусин, Рәшит Солтангәрәев, Раил Байбулатов һ.б. балалар өсөн дә яҙыша башланылар.
Хәтеремдә, Рәшит ағай Солтангәрәевтың: «Балалар өсөн әллә ни яҙғаным юҡ та, шулай ҙа Динәнең һүҙен йыҡмайым, тип тотонғайным, хәҙер инде үҙенән-үҙе яҙыла ла ҡуя... Әле нәшриәткә алып барып тапшырҙым Динәгә, ул һүҙендә тора торған, сығыр әле», – тигәйне. Тик Рәшит ағайға ла, Динә Талхинаға ла баяғы балалар китабын күреү насип булманы, икеһе лә яҡты донъянан бик иртә киттеләр.
Динә үҙе лә балалар өсөн хикәйәләр ҙә, әкиәттәр ҙә, шиғырҙар ҙа яҙҙы: «Тылсымлы күлдәктәр» (1989), «Бармаҡтарым арыны» (1992), «Веселая азбука» (1993), «Зәңгәргүҙ әкиәттәре» (1993) һ.б. Ололар әҙәбиәтенән дә ситләшмәне Динә, уның мөхәббәте, йәшәү күрке, ҡыуаныстары, әрнеүҙәре, һағыштары – барыһы ла уның шиғриәтендә сағылыш тапты. Ололар өсөн шиғри китаптары байтаҡ ҡына нәшер ителде:

Үҙ телемдә һөйләшәм,
Бар булмышым нур ғына,
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Күңелкәйем йыр ғына,

– тип яҙғайны Динә Талхина.
Шағирә булараҡ та, мөхәррир булараҡ та, Динә Талхина ниндәйҙер шөһрәт, айырым дан артынан ҡыуманы, ә үҙенең күңелендә йөрөгән уй-хыялдарын, ғәжәп бай ижад донъяһын уҡыусыларына тәҡдим итте, аяуһыҙ яҙмыш ҡуйған һынауҙарҙы еңеп сығырға ла көс таба алды.
Бер мәл, ҡыҙы Линда мәктәпте тамамлағанда, мине үҙенә саҡырып алды. Алды ла бурҙарҙың фатирына инеп бар әйберҙәрен, хатта хәйергә таратырға тип әҙерләп ҡуйған ҡулъяулыҡтарына тиклем алып сығып китеүҙәрен әсенеп һөйләне. Унан йомғаҡлап ҡуйҙы:
– Эй, бер нәмәгә шатланам, – ярай Линдам өйҙә булмаған, Хоҙайым һаҡлаған...
Ҡаты сирләне, өйҙә саҡ йөрөһә лә, нисек тә өҫтәл әҙерләргә тырыша ине. Тәмле былау менән һыйлауы хәтерҙә ҡалған. Үҙе ауыр хәлгә тарыһа ла, әленән-әле шылтыратып, ҡәләмдәштәренең хәлен белешә, ижады менән ҡыҙыҡһына торғайны.


* * *

Мәңгәзәйҙә зәңгәр шишмә,
Һыуҙары балдай татлы,
Ниндәй ауыл, тиһәгеҙ,
Ауылым Мәтәл атлы…

Динә Талхина 1952 йылдың 27 июлендә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мәтәл ауылында яҡты донъяға килгән. Башта ауыл мәктәбенә йөрөй, Арғаяшта ла уҡый, шунан Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта урта белем ала.
Шиғриәткә, әҙәбиәткә айырыуса шул йылдарҙа ҡыҙыҡһыныуы уяна, үҙе лә ижад итә. 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Учалы районындағы Миндәк урта мәктәбендә инглиз теле, рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара. Шул осорҙа кескәйҙәр өсөн шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә.
Уның әҙәбиәт менән шөғөлләнеүен күреп, 1977 йылда райондың «Серп и молот» («Ураҡ һәм сүкеш») гәзитенең бүлек мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Аҙаҡ, Өфөгә күскәс, 1981–2005 йылдарҙа «Китап» нәшриәте мөхәррире һәм бүлек мөдире булып бар булмышын балалар әҙәбиәтен үҫтереүгә бағышлай.
Динә Азат ҡыҙы Талхина – талапсан мөхәррир, 1992 йылдан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).
Динә Азат ҡыҙының тормошҡа ашыраһы пландары ҙур ине. Яҙыу­сылар съезының береһендә Берйән Байымов, әйҙәгеҙ, балалар әҙәбиәте антологияһын әҙерләп сығарайыҡ башҡорт һәм рус телдәрендә, тигән тәҡдим яһап сығыш яһағас, Динә: «Фәрзәнә, һин быны эшләй алаһың, һинең тәжрибәң бар, тотон!» – тине. Тәжрибәң тигәс тә, мин Фирҙәүес Хисаметдинованың Башҡортостан мәҙәниәте буйынса төҙөгән программаһына ярашлы мәғариф камиллаштырыу институтында хрестоматиялар сығарғайным, ул шуны күҙ уңында тотоп әйтте лә инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, антологияларҙы күрергә Динәгә лә, Берйән Байымовҡа ла насип булманы.
Хәҙер балалар әҙәбиәте редакцияһы аша З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә ниндәй генә китаптар баҫылмай, ниндәй генә еңеүҙәр яуланмай! Былар барыһы ла Динә Азат ҡыҙы Талхинаға һәйкәл булып тораларҙыр.
Бик йәл, аяуһыҙ сир уны яҡты донъянан бик иртә алып китте. Тыуасаҡ ейәнен дә, үҙе яҙыусыларҙан ҡабул итеп алған ҡулъяҙмаларҙың береһенән-береһе матурыраҡ булып нәшерләнеүен дә күрергә яҙманы, әммә уның ижады дауам итә. Динә Азат ҡыҙы Талхинаның шиғриәте, васыяты йәшәй, башҡорт теле буйынса уҡыу әсбаптарында балалар уның әкиәттәрен, хикәйәләрен яратып уҡый, шиғырҙарын ятлайҙар, байтаҡ композиторҙар – Рафиҡ Сәлмәнов, Салауат Низаметдинов, Роза Сәхәүетдинова, Рәзидә Әхмәтова, Вилүр Мәүлетов һ.б. уның шиғырҙарына йыр яҙҙылар, иң мөһиме – улар халыҡ араһында киң таралған, яратып башҡарыла.
Шағирәнең әҫәрҙәре әзербайжан, рус, татар телдәренә тәржемә ителгән. Уның «Өләсәйем васыяттары», «Бармаҡтарым арыны», «Шиғри әлифба» һ.б. әҫәрҙәре буйынса уҡытыусылар, китапханасылар әҙәби саралар, дәрестәр, конкурстар уҙғара.

Зәңгәр күлдәр беҙҙең яҡта
Аҡ ҡайынға һыйына.
Ҡыр ҡаҙҙары, һыу һылыуҙай,
Күл буйында ҡойона…

Ололарға тәғәйенләнгән шиғырҙарында ҙур урынды мөхәббәт һәм фәлсәфәүи әҫәрҙәр алып тора һәм уларҙың бәғзеләре сит телдәргә тәржемә ителгән.
2012 йылда бер төркөм яҙыусылар идара рәйесе Риф Тойғонов етәкселегендә Силәбе өлкәһендә башҡорт әҙәбиәте аҙналығы уҙғарҙыҡ. Кәтибә Кинйәбулатованың ҡәберенә сәскәләр һалдыҡ, Динә Талхина менән Кәтибә апай рухына мәсеттә аяттар уҡылды. Ш.Бабич исемендәге китапханала яҡташтары Динә менән Кәтибә апайҙың шиғырҙарын яттан һөйләне, уларҙың нигеҙендә ижад ителгән йырҙар йырланды. Тимәк, тыуған яҡтарында ла шағирәнең ижады йәшәй һәм йәшәйәсәк.
Халыҡсан бай тел менән ижад ителгән шиғырҙарын һәр ҡайҙа уҡыйҙар, таныйҙар, уның шиғриәте аша тормошто яратырға өйрәнәләр:

Кеше йәшен түкмә, балам,
Уйлап һөйлә һүҙеңде,
Был донъяла көслө түгел,
Еңә, балам, түҙемле…

Динә Талхина һүҙҙәренә Вилүр Мәүлетов ижад иткән йыр Әлфиә Ибраһимова башҡарыуында минең бүлмәмдә әленән-әле яңғырап тора:

«Ҡоштар юлы» көмөш йондоҙ,
Төнгө күккә һуҙыла,
Шул юлҡайға ҡарайым да,
Йөрәккәйем һыҙыла.
Ҡоштар китә, ҡоштар ҡайта,
Ҡайтмай үткәндәр генә,
Йәндәй күреп, өҙөлөп-өҙөлөп
Һағынып көткәндәр генә...

Өҙөлөп-өҙөлөп көтәбеҙ ҙә һине, Динәкәй, һин беҙҙең балалар әҙәбиәтенең алиһәһе инең, һағыштарға түҙмәй, йырҙарыңды тыңлайбыҙ, шиғри юлдарыңды ҡабатлайбыҙ. Тимәк, һин беҙҙең арала!

Автор:Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы
Читайте нас: