Все новости
Память
8 Июля 2022, 08:46
НАУКА

БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТ ҒИЛЕМЕНЕҢ БӨТМӨР УҘАМАНЫ

XX быуаттың 60–70-се йылдарында башҡорт әҙәбиәт ғилеме үҫешенә ҙур өлөш индергән арҙаҡлы ғалимдарыбыҙҙың береһе Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәновтың беҙҙе мәңгелеккә ҡалдырып китеүенә лә дүрт тиҫтә йылдан ашып китте. 1973 йылда аспирант сифатында СССР Фәндәр академияһының Башҡорт­остан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ишеген асып ингән сағымда, уртаса буйлы, түңәрәк ҡуңыр йөҙлө был уҙаман киң билдәле ғалим, өлкән ғилми хеҙмәткәр ине инде. Уның БДУ-ға уҡытыусылыҡ эшенә күсеүенә тиклем көн дә тиерлек аралашырға, һәр саҡ баш күтәрмәй эшләүенең, уйланып йөрөүенең шаһиты булырға, ваҡытлы матбуғат, ғилми йыйынтыҡтар биттәрендә донъя күргән мәҡәләләремә ҡарата ихлас хуплау һәм кәңәш һүҙҙәрен ишетергә яҙҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин БДУ-ға эшкә килер алдынан, бер йыл элек кенә ул арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.

БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТ ҒИЛЕМЕНЕҢ БӨТМӨР УҘАМАНЫ
БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТ ҒИЛЕМЕНЕҢ БӨТМӨР УҘАМАНЫ

Ғилем юлындағы баҫҡыстарҙы үтеп…

XX быуаттың 50-се йылдары аҙағы – 60-сы йылдар башында һүҙ сәнғәтен өйрәнеүсе фән майҙанына көслө тулҡын булып Ә.Харисов, К.Мәргән (Ә.Кирәев), Ғ.Хөсәйенов, М.Ғәйнуллин, Ғ.Рамазанов кеүек ғалимдар килде. Артабан уларға Н.Зарипов, Ә.Вахитов, С.Сафуанов, М.Сәғитов, М.Минһажетдинов, Ф.Нәҙершина, С.Галиндар ҡу­шылды. 70-се йылдар башында инде был сафты Р.Бикбаев, Ә.Сөләймәнов, Р.Байымов, Т.Кил­мөхәмәтов кеүек һәләтле ғалимдар тулыландырҙы. Ошо тиҫтә йыл һуҙымында уларға В.Әхмәҙиев, М.Хәмиҙуллина, И.Бүләков, Ә.Вилданов, Ғ.Ҡунафин, М.Иҙел­баевтар өҫтәлде. Улар күренекле ғалимдарҙың сафын тулыландырып, сәмләнеп, ярышып, янып-дәртләнеп әҙәбиәт ғилеме һәм фольклористика офоҡтарын бермә-бер киңәйтте, был фән тармаҡтарының ғилми-теоретик һәм тарихи нигеҙҙәрен нығытты һәм үҙҙәре ысын мәғәнәһендә ижади шәхескә әүерелде. Бөгөн был фән эшмәкәрҙәренең исем-шәрифтәре лә, хеҙмәт емештәре лә күптәргә таныш, яҡын һәм ҡәҙерле. Уларҙың ҡайһы берҙәре бөгөн дә юғары уҡыу йорттарында, ғилми учреждениеларҙа ҙур эштәр башҡара, яҙған хеҙмәттәре хәҙерге ваҡытта юғары уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә «тормош дәреслеге», универсаль белем һәм тәрбиә биреү сығанағы булған һүҙ сәнғәтен теоретик һәм тарихи планда өйрәнеүҙә төп ерлек ролен үтәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фән, әҙәби ижад донъя­һына көслө ағым булып килеп ингән был быуын эшмәкәрҙәре араһында К.Мәргән, Ғ.Рамазанов, М.Минһажетдинов, Ә.Вахитов, М.Сәғитов, Н.Зарипов, В.Әхмәҙиев, М.Ғәйнуллин, С.Галин, Р.Байымов, Ә.Сөләймәнов, И.Бүләков, Р.Бикбаев, Ғ.Хөсәйеновтар юҡ инде. Ким Әхмәтйәнов та, улар кеүек үк, яңынан-яңы идеялар күтәреп, янып-ярһып, илһамланып эшләп йөрөгән сағында, аҡ ҡағыҙ биттәренә төшөрөп өлгөрмәгән уй-фекерҙәрен үҙе менән мәңгелеккә алып китте.

Әй, ғүмерҙең күркәм, хозур мәле!
Ник һин шулай килеп-китмәле!
Замандың бер кескәй атомыһың,
Ә мәғәнәң – йыһан дәүмәле [14].

Ошондай шиғри юлдарҙы яҙған ғалим арабыҙҙан киткәндә уға 49 йәш кенә ине. Әммә кеше ғүмеренең мәғәнәһе йәшәгән йылдар күплеге менән түгел, ә башҡарған эштәренең тослоғо һәм әһәмиәтлелеге менән билдәләнә.
Ким Әбүзәр улының тос һәм әһәмиәтле эштәр башҡарыуға табан юлы Башҡортостандың хозур тәбиғәтле Әбйәлил яҡтарынан башлана. Ул 1932 йылдың 5 февралендә Әбйәлил районының Оло Ҡыҙыл йылғаһына һыйынып ҡына ултырған Ҡолбаҡты – хәҙерге Әлмөхәмәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Ғаиләлә берҙән-бер бала булып, бәләкәйҙән белемгә ынтылып үҫә Ким. 1947 йылда, һуғыштан һуңғы ауыр осорҙа, Әлмөхәмәт ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, ул бер нисә синыфташы менән, яурынына тоҡсай аҫып, яҡты киләсәккә өмөтләнеп, уҡытыусы булам тигән оло маҡсат менән Ирәндек тауҙары аша йәйәүләп Темәс педагогия училищеһына юллана. Мәктәпте тик «5» билдәһенә генә тамамлаған Кимде училищеға имтиханһыҙ ҡабул итәләр. Уны ул 1951 йылда тик яҡшы билдәләргә уҡып сығып, Башҡорт педагогия институтына инә. 1955 йылда вузды ҡыҙыл дипломға тамамлаған йәш белгесте башҡорт филологияһы кафедраһында ассистент итеп эшкә ҡалдыралар, 1957 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы аспи­рантураһына тәҡдим итәләр. 1960 йылда аспирант кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.
Ана шул рәүешле белем-ғилем юлының бөтә баҫҡыстарын үтеп, фән донъяһына аяҡ баҫа Ким Әбүзәр улы. Унда бары ике тиҫтә йыл самаһы ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, ул күп һәм тәрән мәғәнәле ғилми хеҙмәттәр ҡалдырырға өлгөрә. Улар – һис һүҙһеҙ ғалимдың ваҡыт ҡәҙерен белеп, көнө-төнө баш баҫып, ең һыҙғанып эшләүе һәм, әлбиттә, тәбиғәттән килгән таланты һөҙөмтәһе. Уның тырышлығына, фәнни ҡыйыулығына, оригиналь фекер йөрөтөүенә, яҙыу стиленең һығылмалылығына, логик фекерләү менән образлы фекерләү алымдарын оҫта синтезлай белеү ҡеүәһенә хайран ҡалырлыҡ. Һәр хеҙмәте уҡыусыларҙы бығаса билдәһеҙ, бөтөнләй асылмаған фән һәм ижад донъяһына алып килде. Был донъяға юл алыуының беренсе көндәренән үк йәш ғалимдың төп иғтибарын әҙәбиәт теорияһы һәм поэтика мәсьәләләренә йүнәлтеүе үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй. Уның кандидатлыҡ диссертацияһы ла шиғриәттең иң «олпат» жанры – поэма теорияһына арналғайны. Был хеҙмәт 1962 йылда «Башҡорт поэмаларының композиция мәсьә­ләләре» тигән баш аҫтында айырым китап рәүешендә донъя күргәс [8], ҙур популярлыҡ ҡаҙанды, республикалағы һәм Мәскәүҙәге үҙәк матбуғат биттәрендә юғары баһа алды [1; 2]. Ысынлап та, унда йәш ғалим башҡорт поэмалары миҫалында әҙәбиәттә быға тиклем бөтөнләй тип әйтерлек тикшерелмәгән һүҙ сәнғәте әҫәр­ҙәренең, нескә поэтик «организмын» – художество үҙенсәлектәрен, состав элементтарын, милли һы­ҙаттарын ышандырырлыҡ итеп күҙаллауға өлгәшә. Аныҡ итеп әйткәндә, ул тәү тапҡыр теоретик планда башҡорт поэмаларында фольклор поэтикаһының урыны, эпик һәм лирик башланғыс, лирик герой, новеллизм, художество детале һәм уларҙың сюжет, композиция ҡоролошондағы ролдәре, сюжеттан тыш күренештәр кеүек мәсьәләләрҙе күтәрә һәм уларҙы бай фактик материалдар ерлегендә төплө яҡтырта [3, 308; 4, 44; 5, 180–181].
Тәүге уңыштарҙан ҡанатланған ғалим артабан милли әҙәбиәтебеҙ материалдары ерлегендә әҙәбиәт ғилеменең иң төп, ҡатмарлы тар­маҡтарының береһе булған әҙәбиәт теорияһының бөтә аспекттарын системалы яҡтыртыу эшенә ең һыҙғанып тотона. Һөҙөмтәлә бер-бер артлы «Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге» (1965), «Шиғриәт иленә сәйәхәт» (1967) һәм шул осорҙағы ғилми эҙләнеүҙәренең «аккорды» булған «Әҙәбиәт теорияһы» (1971) тигән хеҙмәттәре донъя күрә [13; 14; 15]. Улар ғилми даирәлә хуплап ҡаршы алына, мәҫәлән, М.Минһажетди­нов «Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге»н башҡорт әҙәбиәт ғилемендә үҙе бер яңы күренеш, тип баһалай [6]. Ғалимдың «Әҙәбиәт теорияһы» тигән фундаменталь хеҙмәте әҙә­биәттең йәмғиәттәге ижтимағи-эстетик ролен, йәкмәткеһе һәм формаһын, төрҙәрен һәм жанрҙар системаһын, һүрәтләү саралары типтарын һәм үҙенсәлектәрен, эпос, драма, айырыуса лирика төрҙәренә ҡараған әҫәрҙәрҙең художестволы төҙөлөшөн, ижад методы, әҙәби стиль мәсьәләләрен ярайһы ентекле һәм төплө яҡтыртыуы менән айырылып тора [3, 308; 4, 44; 7, 367]. Китаптың иғтибарҙы йәлеп итерҙәй новаторлығы шунда: бик күп әҙәби күренештәр, жанр формалары, поэтик нормалар унда әҙәбиәттең милли тәбиғәтен иҫәпкә алып өйрәнелә [3, 308; 4, 44]. Заманының ғилми йөҙөн билдәләгән был хеҙ­мәттең, әлбиттә, кәмселектәре лә юҡ түгел. Ғалимдарҙың дөрөҫ билдәләүенсә, унда әҙәбиәттең лирика (поэзия) төрөнә ҙур иғтибар бүленә, ә бына эпос (проза), айы­рыуса драма төрҙәре, уларҙың жанр йәһәтенән төркөмләнеше самалыраҡ яҡтыртыла, публицистика өлкәһенә бәйле мәсьәләләр иһә тәрәнерәк күҙаллауҙы талап итә [16, 591–593]. Әммә, әйтергә кәрәк, ғалимдың был һәм «Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге» хеҙмәте тиҙ арала студенттарҙың, мәктәп һәм вуз уҡытыусыларының, әҙәбиәт белгестәренең, ғөмүмән, һүҙ сәнғәте менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың өҫтәл китабына әүерелә, әле лә ошо миссияны ярайһы үтәп килә. «Әҙәбиәт теорияһы» тигән фундаменталь китаптың республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән билдәләнеүе һәм сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дүрт тапҡыр баҫылып сығыуы үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй.


Башҡорт шиғриәтенең теоретик нигеҙҙәрен өйрәнеүсе

ХХ быуаттың 70-се йылдарында К.Әхмәтйәнов төп иғтибарын башҡорт шиғриәтенең теоретик нигеҙҙәрен, тарихи поэтикаһын ентекләп, эҙмә-эҙлекле өйрәнеүгә йүнәлтә. Шул процеста ул поэзия үҫешенә тос өлөш индергән ҡайһы бер ижадсылар хаҡында монографиялар яҙырға ла өлгөрә. Был йәһәттән уның «Назар Нәжми – шиғыр оҫтаһы» (1974) тигән хеҙмәте айырыуса ҡыҙыҡлы [11]. Унда ғалим халыҡ шағирының поэтик оҫталығын, күңел нескәлеген, донъяны фәлсәфәүи юғарылыҡта күрә һәм образлы күрһәтә белеү маһирлығын тәрән асып биреүгә өлгәшкән [3, 308; 7, 368].
К.Әхмәтйәновтың айырым бер әҙиптең ижад лабораторияһын өйрәнеүгә бағышлаған икенсе бер хеҙмәте лә ғилми йәмәғәтселек тарафынан ыңғай ҡабул ителде. Үҙенең «Ғ.Сәләм. Тормошо һәм ижады» (1980) тигән китабында ғалим «Һәр бер иртәне йырға ҡушып йырлау», халҡына шиғриәттең шифалы нурҙарын күберәк сәсеп ҡалыу өсөн ашығып, янып-ярһып ижад иткән, шуға ла күп кенә мәҡәләләрҙә һәм иҫтәлектәрҙә ҡараңғы төндә күк йөҙөн тирә-йүнгә яҡтылыҡ сәсеп, бер мәлгә һыҙып үтеүсе метеор менән сағыштырылған шағирҙың ун йылға ғына һуҙылған ижад
донъяһына киң һәм ентекле байҡау яһай. Ул яңы социалистик йәмғиәт төҙөү идеялары шаулатып алға һөрөлгән, уларҙы практик рәүештә тормошҡа ашырыу өсөн фиҙакәр көрәш барған XX быуаттың 30-сы йылдарында Ғ.Сәләмдең «Йыр, йыр кәрәк!» тип, саң ҡағып, яңы поэтик формалар, һүрәтләү алымдары һәм геройҙар эҙләп, яңы темалар күтәреп килеп инеүен һәм тиҙ арала ҡәләмдәштәренең лидерына, башҡорт шиғриәтенең шоңҡарына әүерелеп китеүе серҙәрен бөтә нескәлегендә асып бирә. Ғалимдың был хеҙмәтен уҡығас, ижады бөгөн тарихилыҡ принцибын иҫтәренән сығарып ебәргеләгән ҡайһы бер тикшеренеүселәр тарафынан нисек кенә төрлөсә баһаланмаһын һәм нарыҡланмаһын, Ғ.Сәләмдең барыбер үҙ заманының үҫеш диа­лектикаһын күп кенә ҡәләмдәш­тәренә ҡарағанда тәрәнерәк төшө­нә, әҫәрҙәрендә 30-сы йылдар героикаһын, ижтимағи-сәйәси һәм иҡтисади тормошта ғына түгел, бәлки, кешеләрҙең донъяға ҡараш­тарында, психологияһында ла ҙур үҙгәрештәр барыуын, халыҡтың оптимистик рухын юғары художестволы кимәлдә сағылдыра, поэзиябыҙҙы идея-тематик яҡтан ғына түгел, ә жанр, стиль, форма йәһәтенән дә байыта алған ҙур шағир булғанлығына йәнә бер инанаһың [3, 308–309; 5, 180–182].
Бына ошо рәүешле күренекле шағирҙарыбыҙҙың ижад емештәре менән уҡыусы күңелен арбау, әсир итеү серҙәрен асыҡлау, уларға эстетик баһа биреү өҫтөндә күп эшләй К.Әхмәтйәнов. Үрҙә телгә алынған «Шиғриәт иленә сәйәхәт» тигән китабында, Мәскәүҙә рус телендә баҫылған «Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы» исемле коллектив хеҙмәттең айырым бүлектәрен­дә, ваҡытлы матбуғат биттәрендә
донъя күргән ҙур-ҙур мәҡәләләрендә Ш.Бабич, С.Ҡудаш, Ғ.Сәләм, Р.Ниғмәти, М.Кәрим һәм башҡа шағирҙарҙың ижади оҫталыҡтары серҙәрен өйрәнеүҙе үҙәккә ҡуя.
Ағымдағы әҙәби процесҡа, айырым шағирҙарҙың ижад емештәренә баһа биргән тәнҡит мәҡәләләрендә лә К.Әхмәтйәнов төп иғтибарын әҙәби оҫталыҡ мәсьәләләренә йүнәлтә. «Тәнҡитсе – шиғриәт һаҡсыһы» тип исемләй ул бер мәҡәләһен. Көндәлек тәнҡит мәҡәләләрен ул әллә ни күп яҙмай, ләкин уның һәр сығышы үҙе бер күренеш булараҡ ҡабул ителә, сөнки уларҙа ғалим үҙен һүҙ сәнғәтенең һаҡсыһы, уның юғары художество кимәле өсөн көрәшсе итеп тоя.
Ҙур фәнни тәжрибә туплаған ғалим артабан тәнҡит мәҡәләлә­рендәге, әҙәбиәт тарихы буйынса яҙған хеҙмәттәрендәге, айырым шағирҙарға арналған монография­ларындағы практик анализды саф теория менән тағы ла төплөрәк һәм тығыҙыраҡ бәйләргә тырыша. Шул ерлектә шиғриәттең үҫеш ҡанундарын төрлө яҡлап асып биргән «Поэтик образлылыҡ» (1979) тигән монографияһы
донъя күрә [12]. Унда ғалим төп иғтибарын шиғыр төҙөлөшөнөң үҫеш-үҙгәреш законсалыҡтарын һәм башҡорт ауыҙ-тел һәм яҙма шиғриәттәрендәге образлылыҡ серҙәрен асыуға йүнәлтә. Ул лирик аһәңлектең мөһим алым-сараларын, поэтик традицияларҙың үҙенсәлеген һәм бөгөнгө йәшә­йешен, шиғриәттәге новатор­лыҡтың асылын айырыуса төплө яҡтырта. Тәрән, ентекле анализға, ҙур теоретик дөйөмләштереүҙәргә бай был хеҙмәт К.Әхмәтйәновтың әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә донъя кимәлендә барған күҙәтеүҙәр, асыштар һәм дискуссиялар юға­рылығында фекер йөрөткән, тик­шеренеүҙәре менән дөйөм ғилми-әҙәби процесҡа ҡушылып киткән ҙур ғалим булыуын раҫлай [5, 82]. Быға үҙе иҫән сағында тулыһынса әҙерләп өлгөрә алмауы сәбәпле тормош иптәше Р.Әхмәтйәнова менән ҡәләмдәше С.Сафуанов хәстәрләп сығартҡан «Матурлыҡ. Батырлыҡ. Шиғриәт» (1982) тигән әҙәби тәнҡит һәм әҙәбиәт ғилеме методологияһы өлкәһенә ҡараған мәҡәләләр йыйынтығы ла сағыу дәлил. Был китабында ла ғалим үҙенең «һүҙ сәнғәте үҫешенә, айырым әҫәрҙәрҙе анализлауға теоретик булараҡ яҡын килеү маһирлығын, художество оҫталығы мәсьәләләрен үҙәккә ҡуйыуын һәм ана шул оҫталыҡтың иң нескә быуындарына тиклем үтеп инеүҙе философик дөйөмләштереү менән бәйләү көсөнә» [10, 6] эйә булыуын күрһәтте. Тап ошо һыҙаттары уның бөтә ижад юлының төп үҙенсәлеген тәшкил итте.
К.Әхмәтйәновтың ғилми-әҙәби эшмәкәрлеген барлағанда, йәнә бер нәмәне әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Башҡорт шиғриәтенең бай фактик материалдары менән эш иткән, уларҙы юғары идея-эстетик талаптар кимәленән күңел зиһене иләге аша үткәргән һәм етди фәнни дөйөмләштереүҙәр яһаған ғалим Ә.Харисов, Ғ.Хөсәйенов кеүек кү­ренекле әҙәбиәт белгестәре менән берлектә һүҙ сәнғәтебеҙ тарихында беренсе тапҡыр иң сағыу шиғри әҫәрҙәр тупланмаһын – «Башҡорт поэзияһы антологияһы»н (1971) төҙөп донъяға сығарыу идеяһын тормошҡа ашырыуға ла үҙенең тос өлөшөн индерҙе, уға күләмле баш мәҡәлә яҙыуҙан тыш, 38 шағир хаҡында биографик белешмә төҙөп, уларҙың иң сағыу әҫәрҙәрен баҫмаға әҙерләне [7, 368]. Ғалим «Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы» (1957) тигән фундаменталь хеҙмәтте яҙыуҙа ла әүҙем ҡатнашты. Был хеҙмәт 1967 йылда Мәскәүҙә рус телендә лә донъя күрә.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында Ким Әбүзәр улы «Башҡорт әҙәбиәтендә әхлаҡ мәсьәләләре», «Фәнни-техник революция һәм поэтик фекерләү» тигән китаптар өҫтөндә эшләне. Бына шулай әҙәбиәт ғилеменең ҡатмарлы проб­лемалары менән мөкиббән китеп шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, ул мәктәптәр өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса дәреслектәр яҙыуҙа, хрес­томатиялар төҙөүҙә лә әүҙем ҡатнашты.


Оло йөрәкле шәхес ине

Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәнов әҙәбиәт ғилемендә һәм тәнҡиттә йәштәрҙең кәңәшсеһе һәм остазы ла булды. Был уның ғилем һәм әҙәби ижад донъяһында тәүге аҙымдарын яһаусыларға айырыуса иғтибарлы булыуында ла асыҡ күренде. Ситкә китеп тормаҫтан, үҙемдең фәнни эшмәкәрлегем менән бәйле бер генә сәхифәне телгә алып үткем килә. Кандидатлыҡ диссертациямдың авторефератын ҡаратып, тикшер­теп алыу өсөн әҙерләнеп йөрөгән көндәрҙә Ким Әбүзәр улы Ҡы­рымға ялға китеп барҙы. Авторе­ферат ҡулъяҙмаһының машинканан уҙғарылған данаһын уға тапшырырға өлгөрмәнем. Ғәжәп хәл: 2-3 көн үтеүгә көтмәгәндә Ким ағайҙан тиҙ арала авторефе­ратымдың ҡараламаһын ебәреүҙе һораған телеграмма килеп төштө. Ике аҙна үтеүгә мин почтала уның хат итеп ебәрелгән кәңәштәре, тәҡдим-төҙәтмәләре теркәлгән ҡулъяҙмаһын тотоп тора инем инде. Ә бит 3-4 көн үтеүгә ғалим үҙе лә ҡайтып төштө. Йылдар үткән һайын Ким Әхмәтйәнов кеүек ғалимдарҙың ваҡыт ҡәҙерен белгән ғилми уҙаманлыҡтары, һүҙ­ҙәренән эштәре айырылмаған ир-егетлектәре күңелдә яҡты бер эҙ ҡалдырыусы хәтирә булып, ҡабат-ҡабат иҫкә төшә.
Халҡыбыҙ борон-борондан үҙенең батырҙарын, ил уҙаман­дарын, арҙаҡлы шәхестәрен хөр­мәт иткән. К.Ә.Әхмәтйәновтың яҙ­мышына ла шундай өлөш төшкән. Бөгөнгө көндә Әбйәлил районында күренекле ғалим-яҙыусы, тәнҡитсе һәм педагог Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәнов исемендәге махсус премия булдырылған, Әлмөхәмәт ауылының матур бер урамы уның исемен йөрөтә, ул тыуып үҫкән йортҡа, уҡыған мәктәпкә мәрмәр таҡтаташ ҡуйылған. Мәктәп етәк­селеге, уҡытыусылар, балалар, ауыл халҡы ярҙамы менән мәктәп музейына ғалим хаҡында иҫтәлекле материалдар, әҙәби ҡомартҡылар туплаған.
Эйе, Ким Әхмәтйәнов оло йөрәкле шәхес, ҙур ғалим ине. Беҙгә ул ысын мәғәнәһендә ғилми гәүһәрҙәр ҡалдырҙы. Тәрән эстәлекле был хеҙмәттәр уның ҙур маҡсаттар, уй-ниәттәр, киң ҡоласлы теоретик проблемалар менән йәшәгәнлеген, юғары кешелек сифаттарына эйә булғанлығын бер туҡтауһыҙ хәтерләтеп тора. Уларҙың автографтар менән бүләк ителгәндәре был тойғоно тағы ла көсәйтеберәк ебәрә. Бына, мәҫәлән, ғалимдың «Поэтик образлылыҡ» монографияһына яҙған автографы: «Ғиниәт Ҡунафинға (ҡыҙыл төҫ менән айырып яҙып ҡуйған. – Ғ.Ҡ.) – фән өсөн иң кәрәк һыҙатын (баш баҫып оҙаҡ ултыра белеүен) хуплап һәм бөгөнгө әҙәби процеста тағы ла активыраҡ ҡатнашыуын теләп, Ким Әхмәтйәнов. 26.Х.79».
Шөкөр, бөгөнгө көндә олуғ шәхестең ошо теләктәрен бойомға ашырыусы, изге ғилми эштәре традицияларын дауам иттереүсе, байытыусы һәм яңы баҫҡысҡа күтәреүсе әҙәбиәт белгестәребеҙҙең сафы ярайһы ныҡ. Киләсәктә лә уның шулай буласағына өмөт ҙур. Бының өсөн беҙҙә бөтә шарттар ҙа бар. Бары, Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәнов кеүек, һайлаған һөнәреңде, халҡыңды яратып, баш баҫып эшләй, иренмәй тырышып эҙләнә белергә генә кәрәк.


Әҙәбиәт

1. Бикмухаметов Р. Пути башкирской поэмы // Вопросы литературы. – М., 1963. – №8.
2. Гайнуллин М. Книга о литературном мастерстве // Советская Башкирия. – 1962. 20 декабря.
3. Ҡунафин Ғ.С. К.Әхмәтйәнов хеҙмәттәрендә әҙәбиәт теорияһы һәм поэтика мәсьәләләренең сағылышы // Актуальные проблемы филологии народов России. Материалы Всерос­сийской научно-практической конфе­ренции, посвященной 80-летию со дня рождения Р.Н.Баимова и 85-летию со дня рождения К.А.Ахмедьянова. г.Уфа, 5 апреля, 2017 года. – Уфа: РИЦ БашГУ, 2017. – С.307–311.
4. Ҡунафин Ғ.С. Башҡорт әҙәбиәте теоретигы // Проблемы востокове­дения. – Уфа, 2012. – №3. – 43–47-се бит.
5. Ҡунафин Ғ.С. Әҙәбиәтебеҙ фәне баһадиры (К.Әхмәтйәновтың тыуыуына 70 йыл) // Ағиҙел. – 2002. – №2.
6. Минһажетдинов М. Башҡорт әҙәбиәт ғилемендә яңы күренеш // Ағиҙел. – 1966. – №7.
7. Нәҙерғолов М.Х. Әҙәбиәтебеҙ теорияһына нигеҙ таштарын һалышты // Актуальные проблемы филологии народов России. Материалы Всерос­сийской научно-практической конфе­ренции, посвященной 80-летию со дня рождения Р.Н.Баимова и 85-летию со дня рождения К.А.Ахмедьянова. г.Уфа, 5 апреля, 2017 года. – Уфа: РИЦ БашГУ, 2017. – С.366–369.
8. Әхмәтйәнов К.Ә. Башҡорт поэма­ларының композиция мәсьәләләре. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1962.
9. Әхмәтйәнов К.Ә. Ғ.Сәләм. Тормо­шо һәм ижады. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1980.
10. Әхмәтйәнов К.Ә. Матурлыҡ. Батырлыҡ. Шиғриәт / Төҙөүселәре Р.Әхмәтйәнова һәм С.Сафуанов. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982.
11. Әхмәтйәнов К.Ә. Назар Нәжми – шиғыр оҫтаһы. – Өфө: Башҡорто­стан китап нәшриәте, 1974.
12. Әхмәтйәнов К.Ә. Поэтик об­разлылыҡ. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1979.
13. Әхмәтйәнов К.Ә. Шиғриәт иленә сәйәхәт. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1967.
14. Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1965.
15. Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт теори­яһы. 4-се баҫма. – Өфө: Китап, 2018.
16. Янбаев И. Ким Әхмәтйәновтың «Әҙәбиәт теорияһы» китабында очерк жанрын классификациялау мәсьәләһенә ҡарата // Актуальные проблемы филологии народов Рос­сии. Материалы Всероссийской научно-практической конференции, посвященной 80-летию со дня рожде­ния Р.Н.Баимова и 85-летию со дня рождения К.А.Ахмедьянова. г.Уфа, 5 апреля, 2017 года. – Уфа: РИЦ БашГУ, 2017. – С.591–596.

Автор:Ғиниәтулла ҠУНАФИН, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Халыҡ-ара төркиәт академияһының академигы
Читайте нас: