Халыҡ ижады бөртөкләп йыйыла
Гөлнар йәшәргә, эшләргә ашҡынды. Барыһына ла өлгөрөргә, бөтәһенә лә етергә, башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙырға, этәргес көс бирергә тырышты. Ярһып йәшәне ул. Күңел ярһыуының сәбәбе үҙ балаларының булмауындамы, әллә халыҡ ижадын бөртөкләп йыйып, аяҡтары менән ерҙе үлсәп, ер-һыуҙар кискәндә ире Руслан эргәһендә һыйынып ҡына тора алмауындамы... Әммә ул эшенә тоғро ҡалды, эшен һөйҙө, пландар ҡорҙо, иң әүәл докторлыҡ диссертацияһының осона сығыуҙы маҡсат итте, шуның өҫтөндә эшләргә тырышты. Күрәһең, шуның менән йәшәне, бар эштәрен йырып сығып, еренә еткереп башҡарырға ынтылды, бәлки, ошо тырышлыҡ һәм ынтылыштар әлеге күңел ярһыуын баҫырға теләүенән килгәндер...
Ярһып-күкрәп йәшәне лә ярһып-күкрәп донъя менән хушлашты. Улай булырын бер кем дә күҙ алдына ла килтермәне: ул бит көслө ихтыярлы, ныҡлы рухлы, ғәйрәтле булды, сирҙе лә мотлаҡ еңеп сығыр ине кеүек. Күрәһең, был мәкерле заман сиренә бер нисек тә ҡаршы тороп булмай, барыһын да – көслөһөн дә, көсһөҙөн дә һыпырып ҡына алып бәрә бара. Гөлнарҙың шул тиклем ваҡытһыҙ китеп барыуы яҡындарын, дуҫтарын, коллегаларын ғына шаҡ ҡатырманы, бөтә төрки фәне донъяһын тетрәтте, тәрән ҡайғыға батырҙы, башҡорт фольклористикаһының бәкәленә һуҡты. Әхмәт Сөләймәнов: «Гөлнар, был эште һин генә йырып сыға алаһың!» – тип аманатын тапшырған эпос темаһы ла уның китеүе менән етемһерәп ҡалды. Беҙ бөтәбеҙ ҙә етемһерәп ҡалдыҡ...
Гөлнар Юлдыбаева 1976 йылдың 28 декабрендә Ғафури районы Сәйетбаба ауылында Вилдан менән Тәскирә Юлдыбаевтарҙың ғаиләһендә бишенсе, төпсөк бала булып донъяға килгән. 1994 йылда Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына ситтән тороп уҡырға инә. 1997 йылда Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә килә. 2000 йылда университетты тамамлап, 2006 йылда Ҡазанда «Урал батыр» эпосының сюжеты һәм стиле» темаһына филология фәндәре докторы Г.Р.Хөсәйенова етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы. Һуңғы көндәренәсә ошо институтта эшләне, лаборант-тикшеренеүсе вазифаһынан әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәргәсә үҫеп етте.
Фольклорсы ғалимдарҙың ҡайһылары күбеһенсә кабинетта ултырып эшләүҙе хуп күрһә, бәғзеләре халыҡ ижады ынйыларын яланда йыйып тикшерә. Гөлнар Юлдыбаева 2003 йылдан алып институтта ойошторолған утыҙға яҡын фольклор экспедицияһында ҡатнашып, шуның туғыҙында етәксе булып эшләп өлгөрҙө. Бөгөн экспедициялар Рәсәй фундаменталь тикшереүҙәр фонды (РФФИ) гранттары ярҙамында үткәрелә. Грант отоу эше үҙе лә ҙур көс һәм тырышлыҡ талап итә. Гөлнар Вилдан ҡыҙының ҡул арты гел еңел булды, 2000 йылдан алып егерменән ашыу отолған гранттың туғыҙын етәкләне, эште бөтә шартына килтереп башҡарҙы. Экспедициялар иһә Башҡортостан райондарында ғына түгел, башҡорттар күпләп йәшәгән сит төбәктәргә лә ойошторола. Бындай ялан тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәһе булып төрлө йылдарҙа теге йәки был район, төбәк фольклор материалдары тупланған йыйынтыҡтар донъя күрҙе, уларҙың алыштырғыһыҙ төҙөүсеһе Гөлнар Юлдыбаева булды («Төньяҡ Башҡортостан башҡорттарының бөгөнгө фольклоры» (2008), «Экспедиция материалдары: Балтас районы» (2008), «Һарытау һәм Һамар өлкәләре башҡорттарының рухи байлығы» (2008), «Экспедиция материалдары: Силәбе башҡорттары» (2012), «Мәҙәниәттәр диалогы: Ҡурған өлкәһе» (2019), «Мәҙәниәттәр диалогы: Пермь крайы» (2020) һ.б.). Унан тыш, уңған һәм аралашыусан ғалимәгә башҡа төбәк ғалимдары менән ойошторолған фольклор экспедицияларында ла ҡатнашыу бәхете тейҙе: 2012 йылда – Алтайға һәм 2017 йылда – Хакасияға.
Гөлнар Юлдыбаеваның ғүмере ҡыҫҡа булһа ла, ғилми тикшеренеүҙәре бихисап. Ул 400-ҙән ашыу ғилми баҫма авторы,
шул иҫәптән «Урал батыр» эпосының сюжеты һәм стиле» тигән монографияһы, Юғары аттестация комиссияһы (ВАК) һәм РФ Мәғариф һәм фән министрлығы раҫлаған, сит илдә цитацияланған төрлө ғилми журналдарҙа, Рәсәй һәм халыҡ-ара фәнни конференциялар йыйынтыҡтарында донъя күргән бихисап мәҡәләләр авторы, 20-нән ашыу йыйынтыҡ төҙөүсе һ.б. Былар барыһы ла – тик ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ һөҙөмтәләре.
Гөлнар Вилдан ҡыҙы Юлдыбаеваның фәнгә аяҡ баҫыуы илебеҙ өсөн ябай булмаған осорға тура килде. Ҡайнап торған тәбиғи торошо, эшһөйәрлеге, энергияһы бик тә урынлы булды ул ваҡыттарҙа. Әҙерлекле ғалим булараҡ, ул эшен бик нескә тойҙо, тикшеренеү объекты менән предметын бөтә яҡлап анализланы. Шунлыҡтан уның тикшеренеүҙәре лә күп яҡлы һәм күләмле булды.
Әйтеүебеҙсә, Гөлнар Юлдыбаева «Урал батыр» эпосын ныҡлап өйрәнеүсе йәш ғалимә булды. Уның «Урал батыр» эпосының сюжеты һәм стиле» (Өфө, 2007) тигән китабы шул тикшеренеүҙәрҙең бәләкәй генә һөҙөмтәһе, тиһәк тә була. Был китапта ул эпик әҫәрҙе бығаса өйрәнгән ғалимдарҙың тикшеренеү һөҙөмтәләрен дөйөмләштереп, иң әүәл эпос мотивын, сюжетын, образдар системаһын, стиль үҙенсәлектәрен анализлап, билдәле бер мөһим һығымталарға килгән. Архаик эпос менән мауығыуы уны Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан яҙып алынып, латин графикаһында машинкала баҫтырылып, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө фәнни тикшеренеүҙәр үҙәге ғилми архивында һаҡланған төп нөсхәнең факсимиль версияһын тәүгеләрҙән булып нәшер итеүгә килтерҙе. Гөлнар Юлдыбаеваның был проекты 2014 йылда донъя күрҙе. Был практик яҡтан да бик уңайлы булып сыҡты ғалимдар өсөн. Билдәле булыуынса, М.Буранғолов ҡулы аҫтынан сыҡҡан нөсхә, ҡат-ҡат ҡаралыу һөҙөмтәһендә, биттәре туҙып, йыртылып, бысранып бөткәйне. Хәҙер иһә, Гөлнар Юлдыбаеваның эшмәкәрлеге арҡаһында, эпостың оригиналы китап булып таралды, ғалимдарға ла эш еңелләште. Был ғалимәнең үҙен түгел, ә башҡаларҙы, киләсәк быуынды, халыҡты хәстәрләүе хаҡында һөйләй.
Уның хеҙмәттәрен шундай академик ҡараш айырып тора: иң әүәл төп сығанаҡты яҡшы белеү, уға тиклемге ғалимдарҙың фекерен, ҡараштарын анализлау, теге йәки был тикшеренеү буйынса тулы хәбәрҙар булып, уны яҡтыртыу, практиканан айырылғыһыҙ киләсәккә төбәлгән һөҙөмтәләр яһау. Утыҙ йыл йәки унан да алдараҡ сыҡҡан хеҙмәттәрҙә бығаса тормошҡа ашырылмаған фекер
ынйыларын табып була, ти торғайны ғалимә. Мөхәмәтша Буранғолов, Әхмәт Сөләймәнов, Дамир Вәлиев, Фәнүзә Нәҙершина, Ғайса Хөсәйенов кеүек башҡорт ғалимдарының хеҙмәттәре уның өҫтәл китаптарына әүерелгәйне.
Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа гуманитар фәндәр академик кимәлдән алыҫлашыу менән интегә, күпселек хеҙмәттәр популизмға иҫәп тота. Был, ғөмүмән, илебеҙҙең ижтимағи, мәҙәни һәм сәйәси үҫешендә күҙәтелгән кире күренештәр менән бәйле. Шунлыҡтан осраҡлы хеҙмәттәр, тикшеренеүҙәр, плагиат менән тулды фән донъяһы. Был һәм башҡа матур булмаған күренештәр Г.В.Юлдыбаеваға бер ниндәй ҙә йоғонто яһаманы, сөнки ул хәл-ваҡиғаларға, тормош ығы-зығыһына, нисектер ситтән тороп ҡарай белгән ғалим һәм шәхес булараҡ формалашҡан һәм өлгөргән кеше ине. Ул тормошта барған процестарға индивидуаллек күҙлегенән сығып ҡарап, конкрет осорҙа Рәсәй һәм республика йәмғиәте өсөн актуаль булған теге йәки был тикшеренеүҙең маҡсат һәм бурыстарын яҡшы тойҙо. Гөлнар Юлдыбаеваның тикшеренеүҙәре яҙылыу стиле яғынан да, фундаменталлеге менән дә еңел аңлайышлы ине, әммә примитив булманы. Уның яҙғандары киң уҡыусылар аудиторияһы өсөн бик ҡулайлы һәм аңлайышлы. Бында уның тәбиғи билингвизмы ныҡ ярҙам итте, ул башҡортса ла, русса ла тигеҙ һәм етеҙ яҙышты.
Ялан фольклорсы-тикшеренеүсе булараҡ та, ул бик һиҙгер ғалимә булды. Алып ҡайтҡан экспедиция материалдарын ул кәштәгә һалып ҡуймайынса, шунда уҡ ултырып (машинала булһынмы, поездамы, самолеттамы), диктофондан яҙмаларын ҡағыҙға күсереп, компьютерҙа йыйып ҡуйыр ине. Беренсенән, уларҙы эшкәртеп, ғилми әйләнешкә индерергә, мәғлүмәт саралары аша пропагандаларға, йыйынтыҡтарға тупларға кәрәк, икенсенән, ниндәйҙер яҙманың осо төшөп ҡалған йәки аңлайышһыҙ ере килеп сыға, тимәк, икенсе юлы шул районға йәки төбәккә барғанда мәғлүмәтсене табып, материалды асыҡлап бөтөрөп ҡуйыу эше лә тороуы ихтимал. Ә экспедиция материалы эшкәртелгән булғас, уның менән артабан эшләүе лә уңайлыраҡ.
«Урал батыр» эпосының поэтик тәбиғәтен төрлө яҡлап тикшереп ҡарау ғалимәне асылда әҫәрҙең логик бәйләнеше иҫәпләнгән «Аҡбуҙат» эпосы, ниндәйҙер кимәлдә уртаҡ мотив һәм образдарын һаҡлаған «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпик ҡомартҡыһының художестволы-эстетик, идея-тематик үҙенсәлектәрен дә ҡарауҙы маҡсат итеп ҡуйыуға килтерҙе. Башҡорт милли үҙаңын, милли-мәҙәни, художестволы үҙенсәлеген асыҡлау ниәте менән ул төрки эпос донъяһына ла мөрәжәғәт итеүҙе дөрөҫ юл, ғилми-ғәмәли сара тип тапҡайны. Был фекерҙәрен ул айырым мәҡәләләрендә, сығыштарында сағылдырып өлгөрҙө. Билдәле төрки ғалимдарында хуплау тапты. Һәм бындай киңәйтелгән, тәрәнәйтелгән тикшеренеү докторлыҡ диссертацияһы рәүешендә күҙ алдына килеп баҫҡайны. Эйе, пландар ҙур ине, ижади офоҡтар киң ине...
Эпостарҙың серен һүтә-һүтә...
Рәсәй фәнни фондтары тарафынан бирелгән гранттарға өлгәшеүҙең ни тиклем еңел булмауын фән өлкәһендә әсеһен дә, сөсөһөн дә татып ҡараған ғалимдарға аңлатып тораһы ла юҡтыр. Мәскәү тиклем Мәскәүҙә ултырған фонд ағзалары, ошо һин тәҡдим иткән фәнни проблема менән таныш булған йәки шул өлкәлә махсус эшләгән ил буйынса һибелгән төрлө эксперттар тап һинең генә, йәғни башҡорт фәненә файҙалы булған проектыңдың мөһим булыуына төшөнөргә тейеш. Тимәк, шуны ышаныслы итеп раҫлау зарур. Проект бер йыл, ике йыл үтмәүе мөмкин. Берәү булһа, эй, ярай ҙа, барыбер үтмәҫ, беҙҙән башҡа кемгә кәрәк ул башҡорт әҙәбиәте йәки фольклоры, тип ҡул һелтәп ҡуйыр ине. Тик Гөлнар Юлдыбаева түгел. Уңышһыҙлыҡҡа тарыһа ла, ул сәмләнеп китеп, шул уҡ проектты башҡа тема аҫтында тырышып-тырмашып йәнә тәҡдим итер ине фондҡа. Сөнки ул фольклор экспедицияларының башҡорт фольклористикаһы өсөн ни тиклем мөһим булыуын яҡшы аңлай ине: оло быуын вәкилдәре һирәгәйгәндән-һирәгәйә, тимәк, рухи хазина юғала бара, уларҙы йәһәтләп йыйырға, эшкәртеп, йыйынтыҡтарға тупларға, «Башҡорт халыҡ ижады» күп томлыҡтарына индереп, мәңгеләштереп, юғалыуҙан һаҡлап алып ҡалып, кире халыҡҡа ҡайтарырға кәрәк. Ә быға финанс ярҙам кәрәк! Бәлки, шуғалыр ҙа эксперттар араһында был үткер һәм ныҡышмал ҡыҙҙы күреп, хайран ҡалып, ыңғай баһа биреүселәр табылғандыр, кем белә, әммә Гөлнарҙың ҡул арты еңел булды. Грантҡа үҙе етәксе булмаһа ла, башҡарыусылар араһында ул мотлаҡ булды, үҙе проектты тултырып, документтарын рәтләп ебәреп, уңыштарға өлгәшер ине.
Ошондай проекттарҙың береһе булып, 2019–2021 йылдарҙа башҡарыласаҡ монографик проекты уңыш ҡаҙанды: өмөтләнеп көтөлгән грант отолдо. «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Заятүләк менән Һыуһылыу» һәм башҡа эпостарыбыҙҙың художестволы, стиль, поэтик үҙенсәлектәрен тикшереүгә бағышланған эш өҫтөндә беҙ ныҡлап эшкә сумдыҡ.
Поэтика тип, ябай ғына итеп әйткәндә, халыҡ ижады йәки әҙәби әҫәрҙе әҫәр иткән, уға форма, йөкмәтке, геройҙар һәм уларҙың образдарын, сюжет төҙөлөшөн, композиция ҡоролошон күрһәтеп торған төшөнсәне атайҙар. Әгәр ҙә әҙәби әҫәрҙә был йәһәттән яҙыусының ижади оҫталығын, маһирлығын асып биреү менән бәйле булһа, фольклор әҫәрендә иһә эш башҡасараҡ тора. Унда халыҡ ижады өсөн поэтик традицияға әйләнеп киткән художестволы үҙенсәлектәрҙе асыҡлап, төп сюжет үҫешендә художестволы, поэтик функцияларҙы үтәп килгән герой, уларҙың образдарын, шул сюжетты биҙәгән һүрәтләү сараларын, деталдәрен барлап, һүтеп сығырға кәрәк. Теге йәки был эпостың ошо үҙенсәлектәрен айырым-асыҡ күрһәтер өсөн, башҡа ҡомартҡыларға мөрәжәғәт итеп, улай ғына ла түгел, ғөмүмән, милли эпос ижадының әһәмиәтен тағы ла асығыраҡ күрһәтер өсөн, башҡа халыҡтарҙың ижадына ла күҙ һалыу зарур. Шулай ғилми күҙәтеүҙең, тикшереүҙең даирәһе артҡандан-арта бара.
Был йәһәттән Гөлнар Вилдан ҡыҙы әҙерлекле ғалимә ине. Асылда «Урал батыр» эпосының сюжеты һәм стилен тикшереүгә арналған кандидатлыҡ диссертацияһы, унан үҫеп сыҡҡан монографияһында файҙаланылған анализлау алымдары әлеге проект нигеҙендә ятҡан эҙләнеүҙә лә файҙалы булды. Хәҙер инде иғтибарҙы бер генә эпосҡа түгел, ә уның логик дауамы була алған башҡа эпик ҡомартҡыларыбыҙға ла йүнәлтеп, ошо күҙлектән сығып ҡарау талап ителде.
Эпостарҙың поэтик үҙенсәлеген, аһәңен күрһәтеп торған ҡобайыр жанры яҙмышын, образдар системаһын, әҫәрҙәрҙең идея-эстетик, идея-тематик уртаҡлыҡтарын, художестволы һүрәтләнешен, стиль яғынан оҡшашлыҡтарын һәм айырмалыҡтарын барлап ҡарау һәм башҡа бурыстар тора. Ҡыҙғанысҡа күрә, Гөлнарҙың барыбыҙҙы ла шаңҡытып, ҡапыл шулай яҡты донъянан китеүе, әлбиттә, был мөһим хеҙмәттең яҙмышына ла янай ине. Шуныһы һөйөнөслө, Мәскәүҙә, фондта был проекттың киләсәген хәстәрләп, уға «йәшәргә» рөхсәт бирелде, һәм беҙ, уның хеҙмәттәштәре, был эште мотлаҡ аҙағына еткерергә тигән бурыс ҡуйҙыҡ үҙебеҙгә. Артабанғы эшмәкәрлектә Гөлнар Юлдыбаеваның ҡулы аҫтынан сыҡҡан яҙмалар, материалдар киң ҡулланыласаҡ, әлбиттә.
Төрки фәненә ышаныслы аҙым менән
Әйтеп үтелеүенсә, эпик әҫәрҙе тикшергәндә, үҙебеҙҙең милли юҫыҡта ғына тапанмайынса, уның бөтә этник, художестволы нескәлектәрен, үҙенсәлектәрен, оҡшаш һәм айырылып торған яҡтарын баҙығыраҡ күрһәтер өсөн, иғтибарҙы телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә яҡын булған төрки эпик ижадына ла йүнәлтергә кәрәк. Был йәһәттән дә ғәзиз коллегабыҙҙың башланғыстары бар ине инде. Төрки ғалимдары араһына, төрки халыҡтары эпосы донъяһына Гөлнар Вилдан ҡыҙы ныҡлы һәм ихтыярлы аҙым менән барып инде. Хатта ул үҙ исемен милли, төрки гуманитар фәнендә яҙып ҡалдырҙы, тиһәк тә, дөрөҫ булыр. Уны бөтә ерҙә лә хөрмәт иттеләр, бәлки, ошо ихтирам уға көс-ҡеүәт өҫтәп торғандыр.
Саха-Яҡутстандан фән кандидаты Варя Обоюкова: «Гөлнар шул тиклем ҡыҙыҡһыныусан булды, беҙҙең фольклор ҡомартҡылары ла уның иғтибарынан ситтә ҡалманы, теге йәки был фольклор күренешенә ҡарап, гел йә уртаҡлыҡтар, йә айырмалыҡтар табып, анализлап, торған еренән ниндәйҙер фекергә килеп, үҙенсә һығымта яһар ине. Эпик ижад өлкәһе менән яҡындан ҡыҙыҡһынды. Был уға беҙҙең олонхоны башҡортсаға тәржемә иткәндә ныҡ ярҙам иткәндер. Асылда Гөлнар үҙ халҡын, фольклорын һөйгән башҡорт ҡыҙы булды. Унда барыһы ла үрелгәйне: шатлыҡ та, тереклеккә сарсау ҙа, мөхәббәткә тоғролоҡ та, тырышлыҡ та, яуаплылыҡ та, патриотизм да», – тип, һоҡланыуын йәшерә алмай, иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Халыҡ-ара конференцияларҙа, башҡа сараларҙа, бөтә ерҙә лә Гөлнар Юлдыбаева үҙ кеше, дуҫ, фекерҙәш коллегаға әйләнде. Рәсәй һәм яҡын сит ил ғалимдары менән тығыҙ бәйләнештә булып, шул элемтәләрҙе нығытҡанда ла ул тик үҙе тураһында ғына уйламаны. Уның тырышлығы һәм киң күңелле, аралашыусан булыуы күптәребеҙҙе китаптарынан ғына танып белгән Т.О.Тадышыва (Алтай), Т.Г.Басангова (Ҡалмыҡстан), Н.С.Майнагашева (Хакасия), Т.А.Бакчиев (Ҡырғыҙстан), Ж.С.Эшанҡолов (Үзбәкстан), А.А.Амбарцумян (Әрмәнстан) һәм башҡа ғалимдар менән яҡынайтты, киң аралашыуға юл асты. Гөлнар үҙе лә, бәлки, аҙағынаса аңлап та өлгөрмәгәндер, әммә ул башҡорт ғалимдары менән төрки донъяһы эпосын өйрәнеүсе фольклорсылар араһын бәйләп нығытыусы бер сылбырға әүерелгәйне.
Талантлы кеше һәр яҡлап талантлы була, тигән кеүек, Гөлнар Вилдан ҡыҙы тәржемә эшендә лә әүҙем ҡатнашты. Коллегалары менән бергә ҡырғыҙ халыҡ эпосы «Манас» менән яҡуттарҙың «Нюргон боотур» олонхоһын башҡортсаға тәржемә итеүгә иреште. Тәүгеһе донъя күреп, ике республика – Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан хөкүмәттәре тарафынан юғары баһаланды.
Гөлнар Юлдыбаеваға төрки ғалимдарының йомошо ла аҙ булманы: береһе кандидатлыҡ диссертацияһы авторефератына баһалама, икенсеһе теге йәки был темаға арналған мәҡәл һәм әйтемдәрҙе һорай, өсөнсөһө рус телендәге мәҡәләһен редакторлап биреүҙе үтенә, мәҡәләгә рецензия һорай һәм башҡалар. Гөлнар үҙе ҡылды ҡырҡҡа ярырҙай булып ултырһа ултырҙы, тик береһенең дә үтенесен кире ҡаҡмай, еренә еткереп эшләргә тырышты. Әгәр баһалама фән докторы исеменән кәрәк булһа, шул дәрәжәләге коллегаларын йәлеп итер ине. Әлбиттә, баш тартыусы ла, ваҡыты юҡлыҡҡа һылтаныусы ла булманы. Сөнки ул бит – Гөлнар! Һәр кемебеҙгә миһырбанлы, яҡты йөҙлө, кәрәк саҡта ярҙам күрһәтергә әҙер булған кешенең тәҡдименән нисек баш тартаһың! Бөтә ауырлыҡтарҙы, ҡаршылыҡтарҙы ла бергә йырып сығырға өйрәндек.
Ярһып, күкрәп йәшәне
Ул грек мифологияһынан янып та яңынан көлдән тергеҙелгән Феникс ҡошон хәтерләтә: тормош уны нисек кенә бәргеләмәһен, ниндәй генә хаслыҡтарға осратмаһын, инде бөттөм, башымды ашанылар тигән хәлгә еткермәһен, ул бер ҡасан бирешмәне, башын юғары сөйөп, институттың оҙон коридоры буйлап тура баҫып атлап үтер ине лә, бер нәмә лә булмағандай кабинетына инеп, тәҙрә янындағы өҫтәле артына барып ултырыр ҙа, ең һыҙғанып, тағы ла дәртләнеп эшләп алып китер ине. Сәғәткә лә ҡараманы, иртәме, һуңмы, ҡайһы саҡта ашарға ла онотоп китеп эшләне. Сәмләнеп эшләргә һәр ваҡыт үҙендә көс тапты. Беҙгә лә йоҡторҙо шул сәмде. Уға ҡарап өлгө алдыҡ, уның артынан эйәрҙек.
Шундай әүҙем һәм камил эшмәкәрлек, әлбиттә, һөҙөмтәһеҙ булманы. Һуңғы йылдарҙа, ғәҙәттәгесә, грант, бүлек эштәре, экспедиция тикшеренеүҙәре менән бер рәттән, ҙур-ҙур күләмле «Башҡорт халыҡ ижады» күп томлы академик серияһынан «Халыҡ им-томы», «ХХ–ХХI бб. яҙмаларынан», «Башҡорт халыҡ эпосы «Заятүләк менән Һыуһылыу» тигән томдар өҫтөндә үҙ тырышлығы менән эштәр башҡарып тапшырҙы. Былар Гөлнар Юлдыбаеваның әлеге экспедицияларҙа эшләүенең, оҙайлы эшмәкәрлегенең оло һөҙөмтәһе булып тора.
Гөлнар Юлдыбаева остаздарының, коллегаларының авторитетын яулаған ғалимә булды. Йәш ғалимдар, аспиранттар өсөн ул үҙе остаз ине, улай ғына ла түгел, дуҫ та булды, уларҙы ғилемдең, фольклористиканың асылына
төшөндөрҙө, күҙҙәрендә нур балҡытты, үҙҙәренә маяҡ булды.
Төплө һәм емешле эшмәкәрлеге өсөн Гөлнар Вилдан ҡыҙы байтаҡ маҡтау грамоталары менән бүләкләнде: Өфө ҡалаһы мэрияһы Почет грамотаһы (2008), ТӨРКСОЙ (2013), Федераль ғилми ойошмалар агентствоһының (ФАНО) Почет грамотаһы (2017) һәм башҡа республикаларҙың, сит республикаларҙың (Саха-Якут, Ҡырғыҙстан, Төркиә) Маҡтау ҡағыҙҙары. Үҙебеҙҙә, Башҡортостан кимәлендә, бай, емешле ғалимәнең эшмәкәрлеге баһаланып еткәнме икән, тигән уй тыуа. Шуға уның фиҙакәр эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре юғары исемгә лайыҡ булырына өмөтөбөҙ оло.
Эйе, эпос донъяһына ныҡлы төшөнөп, уны төрлө яҡлап өйрәнеп өлгөргәйне Гөлнар, һәм иң боронғоһо иҫәпләнгән «Урал батыр» эпосын үҙенең тормош тәғлимәте итеп һайлағайны. Мәҡәләнең башында эпостан эпиграф итеп алынған юлдар уның өсөн буш һүҙҙәр булманы: олоно оло итеп ихтирам итте, уларҙан кәңәш алып йәшәне, кесене кесе итеп хөрмәт итте, уларҙы өйрәтеп, эштәрендә кәңәштәр биреп торҙо, хаслыҡҡа ҡолаҡ һалманы, ихтыяр бирмәне, баш баҫып халыҡ ижадын йыйып, өйрәнеп, ғилми әйләнешкә индереп, кире халыҡҡа ҡайтарырға ашыҡты. Ә хеҙмәттәре уның исемен мәңгеләштерҙе, үҙенә һәйкәл булды. Ул яҡты йондоҙ булып атылды ла мәңгелеккә сумды, әммә изге эштәре һүнмәҫ эҙ ҡалдырҙы.
Гөлнар Юлдыбаева беҙҙең йөрәктәрҙә көләс йөҙлө һылыу, йәш гүзәл зат, тоғро дуҫ һәм оло ғалимә булып мәңгегә һаҡланасаҡ...
Әҙәбиәт
1. Юлдыбаева Г. «Урал батыр» эпосының сюжеты һәм стиле. – Өфө: Ғилем, 2007. – 132 б.