– «Сәйәсәт – ул ирҙәр эше» тигән электән килгән ҡараш йәмғиәттә һаман да йәшәй әле. Уға өҫтәп, «Сәйәсәттә һалҡын аҡыл кәрәк, ҡатын-ҡыҙ бик эмоциональ халыҡ, уға ышанып булмай» тип тә ебәрәләр. Ундайҙар ҡайһы бер мәсьәләләр тап ана шул күңел аша үткәреүгә, йөрәк менән бағыуға мохтаж икәнен онотоп ебәрә. Ә бит күп осраҡта тормоштоң төрлө тармаҡтарында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәргә ҡарағанда ла әүҙемерәк һәм егәрлерәк булыуын, айырыуса ҙур түҙемлелек талап иткән социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә эҙмә-эҙлекле рәүештә эш итеүен бөтәбеҙ ҙә яҡшы беләбеҙ. Тарихтың төрлө осоронда ла үҙҙәренең иңендә ил ғәмен, йәмғиәт хәстәрен йөкмәп барған көслө ҡатын-ҡыҙҙар булған һәм бар, – тине, форумды асып, «Ватандаш» журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева.
Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Башҡортостан Хөкүмәтендә эшләгән беренсе ҡатын – Мәстүрә Сәхәүетдинова хаҡында һөйләп үтте. Мәстүрә Низам ҡыҙы хәҙерге Ҡыйғы районында тыуған, 1936 йылда В.В.Куйбышев исемендәге Эшсе крәҫтиәндәр Ҡыҙыл армияһының Хәрби-инженер академияһын тамамлаған, инженер-архитектор булған. 1937–1938 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының коммуналь хужалыҡ буйынса халыҡ комиссары вазифаһын атҡарған. Һуғыш ваҡытында, Хөкүмәт ағзаһы булараҡ, республикаға эвакуацияланып килгән ойошмаларҙы һәм халыҡты урынлаштырыуға етәкселек иткән. Артабан ул Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 2-се, 3-сө, 4-се саҡырылыш депутаты итеп һайлана.
Һуңыраҡ, совет осоронда, сәйәсәткә ҡатын-ҡыҙҙарҙы йәлеп итеү билдәле бер тәртиптә өҫтән төшөрөлгән разнарядка буйынса башҡарыла башлай. Унда һайланасаҡ депутаттарҙың йәше, һөнәре күрһәтелә һәм уларҙың нисә проценты ҡатын-ҡыҙ булырға тейешлеге лә билдәләнә.
Р.Мәһәҙиева ҡунаҡтарға Һ.Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» китабын бүләк итте
Яңы Рәсәй, яңы Башҡортостан шарттарында, демократик дәүләт төҙөүгә йүнәлеш алынғас, сәйәсәткә ысынлап та сәйәсәт менән шөғөлләнә алырлыҡ, үҙ һүҙе, үҙ эше булған, көслө, рухлы ҡатын-ҡыҙҙар килә. Бөгөнгө көндә беҙҙең республиканан Башҡортостан кимәлендә генә түгел, Рәсәй кимәлендә билдәле сәйәсмән ҡатын-ҡыҙҙар булыуы ихлас һоҡланыу тойғоһо уята. Рәсәй Федерацияһы Советында Башҡортостандан беренсе сенатор ханым, 2019 йылдан Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова, Дәүләт Думаһы депутаттары – йүгереү буйынса 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы, 18 тапҡыр донъя рекордсмены (насар күргән спортсылар араһында) Рима Аҡбирҙе ҡыҙы Баталова, философия фәндәре докторы, профессор Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина, «Рәсәй-1», «Рәсәй-24» телеканалдарының алып барыусыһы Инга Альберт ҡыҙы Юмашева (Дәүләт Думаһының иң сибәр 5 депутаты исемлегендә) менән нигеҙле рәүештә ғорурлана алабыҙ, – тип билдәләп үтте баш мөхәррир.
Сара алдынан Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙының ҡунаҡтарға Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» китабын бүләк итеүе лә айырым мәғәнәгә эйә ине – Ырғыҙ атамаһы «ир-ҡыҙ» тигәнде аңлата.
Бөгөн Башҡортостан парламентында – 18 ҡатын-ҡыҙ, улар депутаттарҙың 16,4 процентын тәшкил итә. Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова депутат булараҡ та, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы етәксеһе булараҡ та ҙур эштәр башҡара. Форумда Эльвира Ринат ҡыҙы парламентта ҡатын-ҡыҙҙарҙың нисек эшләүе, ниндәй мәсьәләләр менән шөғөлләнеүе хаҡында һөйләне.
– Төбәк парламентында ҡатын-ҡыҙҙар һаны йылдан-йыл арта. Республикабыҙҙың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары итеп 4-се саҡырылышта беренсе тапҡыр Лилиә Ғүмәрова һайланды, 5-се саҡырылышта был вазифаны Йомабикә Ильясова башҡарҙы, – тине ул. – Дәүләт эшендә теге йәки был бурысты ирҙәрҙеке йәки ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы тип ҡарау юҡ. Беҙҙең парламентта 110 депутат араһында 20-һе даими нигеҙҙә эшләй. 8 комитеттың берәүһен – Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитетты Рида Собханғолова етәкләй.
Э.Айытҡолова йәштәрҙе әүҙем булырға саҡырҙы
Ҡайһы бер төбәктәрҙә парламентта эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар махсус клубтар ойоштороп, ауыл һәм район советтары депутаттары менән берлектә эшләй. Республикабыҙҙа әлегә ундай ойошма булмаһа ла, беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар шул тиклем әүҙем – һәр башланғысты элеп ала һәм еренә еткереп үтәй. Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар советы (рәйесе – Рәшиҙә Солтанова) ҙур эштәр атҡара, райондар менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Республикала киң билдәле «Айыҡ ауыл» конкурсын ойоштороуға ла ҡатын-ҡыҙҙар ҙур көс һала, эскелеккә ҡаршы көрәшкә улар бик әүҙем күтәрелде.
Бөгөн депутаттарҙы иң борсоған хәлдәр иҫәбенә Эльвира Айытҡолова ғаиләлә ҡатын-ҡыҙға ҡарата көс ҡулланыу осраҡтарын индерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай ауыр хәлдә ҡалған, дәүләттән ярҙам көткән ҡатын-ҡыҙҙар етерлек.
– Бындай мөрәжәғәттәргә беҙ шәхси проблема тип ҡарай алмайбыҙ. Ситтән ҡарағанда, барыһы ла ябай төҫлө: нишләп йәберләнгән ҡатын сығып китмәй һуң, ниңә үҙенә ҡарата көс ҡулланыуға түҙеп йәшәй, тигән һорауҙар тыуа. Өйҙән сығып киткән хәлдә лә ҡайҙа барырға тейеш һуң улар? Шуға күрә лә психологик һәм юридик ярҙам күрһәткән махсус үҙәктәр кәрәк. Ошондай мәсьәләләрҙе хоҡуҡи яҡтан хәл итеү юлдарын табыу бик мөһим бөгөн, – тип белдерҙе Эльвира Ринат ҡыҙы.
«Сәйәсмән булыу Һеҙҙе нисек үҙгәртте?» – тигән һорауға ул шулай тип яуап бирҙе: «Ваҡыт уҙыу менән тормошҡа ҡараш та үҙгәрә. Был, бәлки, сәйәсәткә генә бәйле лә түгелдер. Мин хәҙер – өләсәй. Шуға ҡараштарым да үҙгәреүе тәбиғи. Сәйәсәттә иһә түҙемлек, сабырлыҡ, эмоциональ яҡтан ныҡ булыу, һәр эшкә лә өлгөрөү өсөн энергия кәрәк. Ә уның өсөн сәләмәт тормош алып барыу, интеллектуаль һәм физик үҫешкә иғтибар биреү мөһим».
Гимназия уҡыусыларын Эльвира Ринат ҡыҙының нисек сәйәсәткә килеүе, ижтимағи эшмәкәрлеккә ынтылыштың ҡасан барлыҡҡа килеүе ҡыҙыҡһындырҙы. «Мәктәптә уҡыған саҡта гел генә дружина советы, комсомол ойошмаһы секретары, уҡыу комиссияһы рәйесе булдым. Телевидениела ла һәр саҡ кешеләр менән эшләнем. Махсус рәүештә сәйәсәткә ынтылмаһам да, әүҙем булыуым ошо йүнәлешкә этәргәндер, күрәһең», – тип яуап бирҙе ул һәм йәштәрҙе ваҡыттарын бушҡа уҙғармаҫҡа, төрлө проекттарҙа ҡатнашырға, мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмаҫҡа саҡырҙы.
Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Рәсәй Федерацияһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева ла форумда үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, һөнәр нескәлектәре хаҡында һөйләне.
– Ата-әсәйем уҡытыусы булһалар ҙа, биш йәшемдән үк балалар табибы булырға ҡарар иттем. Яҡын әхирәтемдең атаһы Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылындағы участка дауаханаһының баш табибы ине. Өйҙәрендә медицинаға бәйле китаптар күп булды, шуларҙы ҡыҙыҡһынып уҡый инем. Һуңғараҡ дауаханаға эшкә бик тә яғымлы, кеселекле, итәғәтле педиатр килгәс, табип булыу ҡарары тағы ла нығынды.
Артабан Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта белем алдым, аҙаҡ Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетына уҡырға индем. Хеҙмәт юлымды иһә ябай табип-педиатр сифатында Өфө дауаханаһында башланым. Нәҫел сирҙәрен өйрәнә башлағас, Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының медицина-генетик консультацияһында педиатр-генетик булып эшләй башланым, БДМУ-ның неврология кафедраһында ассистент булып та эшләнем. Ун йыл буйы йыйған материалдарымды туплап, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым, – тип һөйләне Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы. – Әйтергә кәрәк, алдыма бер ҡасан да уңышлы карьера төҙөргә тигән маҡсат ҡуйманым. Әммә һәр саҡ яҡшы табип булыу теләге менән янып йәшәнем.
С.Мырҙабаева – республика медицинаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән депутаттарҙың береһе
Тәжрибәле табипҡа туплаған тәжрибәне, профессиональ белемде халыҡҡа еткереү мөһим була, шуға ла С.Мырҙабаева киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек итә башлай, сығыштар әҙерләй. Бер нисә тапҡыр ғилми конференцияларҙа уңышлы сығыш яһағандан һуң уны «Сәләмәтлек» тапшырыуының алып барыусыһы сифатында телевидениеға саҡыралар. Бер аҙҙан инде һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр, Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы унда әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау өлкәһен етәкләй.
– Эшемде бик яратып башҡарҙым. Республика Президенты Мортаза Рәхимовтың ярҙамы менән мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырҙыҡ: махсус программаға индереп, балалар шифаханаларын яңырттыҡ, 3-сө бала табыу йорто базаһында заманса перинаталь үҙәк астыҡ, – тип хәтерләне ул саҡтарҙы С.Мырҙабаева. – Халыҡ өсөн эшләһәң, ул үҙе һине күтәрә. Сәйәсәт хаҡында уйламай ҙа инем, әммә коллегаларым: «Дәүләт Думаһында системаны яҡшы белгән, проблемаларҙы хәл итерлек үҙебеҙҙең кеше кәрәк», – тип мөрәжәғәт итте. Үҙ эшеңдә профессионал булмаһаң, нисек халыҡ өсөн кәрәкле закондар сығарыу мөмкин? Шулай итеп, 2007 йылда Рәсәй Дәүләт Думаһына депутат булып һайландым.
Йәштәр йыш ҡына «Нисек депутат булырға?» тигән һорау бирә. Яуап бер – депутат булыу үҙмаҡсат түгел, бары тик эшегеҙҙе еренә еткереп башҡарығыҙ, уның бар нескәлектәренә төшөнөгөҙ, ә тормош үҙе кәрәкле һуҡмаҡҡа сығара.
Тынғыһыҙ башҡорт депутаты тарафынан туғыҙ йыл эсендә дүрт тиҫтәгә яҡын закон тәҡдим ителгән, шуларҙың 30-ға яҡыны ҡабул ителгән. Әммә ғаиләлә йәберләнгән ҡатын-ҡыҙҙы яҡлауға бәйле закон ҡабул ителмәй ҡалған – был хәлде Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы әле булһа үкенес менән иҫкә ала.
– Депутаттың эше халыҡ менән тығыҙ эшләүҙе талап итә. Шуға күрә профессиональ әҙерлек ныҡ булырға тейеш, закондарҙы яҡшы белеү бик мөһим – һәр һорауға төплө яуап бирерлек булһын, – тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы сығышының аҙағында һәм телдәр өйрәнеүҙең мөһимлегенә баҫым яһаны.
Депутат булыу өсөн, үҙ эшеңде биш бармағың кеүек белеүҙән тыш, ҡайнар йөрәк һәм илһөйәрлек тойғоһо ла кәрәк. Халҡың яҙмышы өсөн ысын күңелдән янып-көймәһәң, уның мәнфәғәте өсөн көрәшеү күп осраҡта һүҙҙә генә ҡала. Оло быуын кешеләре Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Иҙелбаеваның РСФСР халыҡтары съезында һүҙ алып, ҙур трибунанан Башҡортостанға оло афәт килеүе, ауылдарҙы һыу баҫыуы хаҡында һөйләгәнен әле лә хәтерләйҙер. Тап уның сығышынан һуң Башҡортостанға ҙур матди ярҙам күрһәтелә – бик ҙур зыян күргән Бөрйән, Белорет райондарына аҡса бүленә, матди-техник ярҙам күрһәтелә. Һайлаусылар алдындағы яуаплылыҡ – ул, тәү сиратта, намыҫ талабының күрһәткесе бит.
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, тынғыһыҙ шағирә әле лә яңы идеялар менән янып йәшәй. Яңы ғына уның публицистика китабы баҫылып сыҡты. Сәйәсәт һәм шиғриәт бер-береһенә ҡамасауламанымы икән?
– Тәүге тапҡыр депутат булып һайланғанда миңә 31 генә йәш ине. 1979–1990 йылдарҙа бер нисә тапҡыр Өфө ҡала советы депутаты, унан һуң Рәсәй Юғары Советы депутаты һәм Юғары Советы Президиумы ағзаһы булдым. 1999 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп тә һайландым, – тип башланы һүҙен Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы. – Депутат булып китеүемде осраҡлы хәл тип әйтмәҫ инем – күңелеңдә әҙерлек булмаһа, был эшкә тотоноп булмайҙыр ул. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире булыуым да үҙ ролен уйнаған, күрәһең. Тәжрибә ваҡыт үтеү менән килә, депутат өсөн, тәү сиратта, халҡың өсөн ниндәй ҙә булһа яҡшылыҡ эшләү тойғоһо, илһөйәрлек мөһим. 1990–1993 йылдарҙағы яҙғы ташҡынға килгәндә, минең сығыштан һуң бәләгә тарыған райондарға РСФСР халыҡ депутаттары съезының «Башҡорт халҡына ярҙам күрһәтеү» тураһындағы ҡарары нигеҙендә Башҡортостанға ҙур ярҙам күрһәтелде.
Г.Иҙелбаева: «Һайлаусыларымдың ышанысын аҡларға тырышып эшләнем»
Әйтеүе генә анһат – депутат Гөлфиә Иҙелбаева республикаға 91 йөк машинаһы, 20 автобус, 32 бульдозер, 20 экскаватор, 13 үҙбушатҡыс, 10 трактор, 26 мең кубометр ағас, 10 мең кв.м ағас йорттар комплекты, 7,3 мең тонна ҡорос, 1086 тонна торба, 60 мең тонна цемент, 1 мең тонна бензин һәм 1 мең тонна дизель яғыулығы, сантехника һәм башҡа бик күп матди-техник ресурс һәм кейем-һалым ебәртеүгә өлгәшә! Быларҙан тыш, республика ҡаҙнаһына ташҡындан күрелгән зыяндың эҙемтәләрен бөтөрөүгә бәйле сығымдарҙы ҡаплар өсөн 200 миллион һум аҡса бүленә, 350 миллион һум бурыс түләүҙән азат ителә. Ә бит ул йылдарҙа «Волга» автомобиле, мәҫәлән, 16 мең һум торған. Шулай булғас, аҡсалата ярҙамдың күләме ни ҡәҙәре булғанлығын самалау ауыр түгел.
– Мәскәүҙә эшләгән осорҙа аҙна һайын ғаиләм янына ҡайта инем, – тип хәтерләй ул йылдарҙы Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы. – Буй еткергән ике улым бар, тормош иптәшем – уларҙы мин хәстәрләмәй, кем хәстәрләһен?! Талонға баш ҡаланан аҙыҡ-түлек алып ҡайтып, кер йыуып, донъя мәшәҡәттәрен теүәлләп китә инем.
Һәр эштә лә гармония булырға тейеш, тип иҫәпләй ул. Шул иҫәптән сәйәсәттә лә.
– Ир-аттан айырмалы рәүештә, ҡатын-ҡыҙ һиҙгер күңелле, ныҡышмал – закондар ҡабул иткәндә ошо сифаттар бик кәрәк. Гел генә аҡыл менән эш итергә тимәгән бит, ҡайһы саҡта уларҙы күңел аша үткәрергә кәрәк. Был бигерәк тә ғаилә мөнәсәбәттәренә, әсәлеккә, тәрбиә биреүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл иткәндә мөһим. Шуны ла әйтергә теләйем: етәксе булырға теләгән ҡатын-ҡыҙ үҙ-үҙенә иғтибарлы булырға, өҫ-башын ҡарап йөрөргә тейеш, – тип фәһемле кәңәштәрен еткерҙе Г.Иҙелбаева уҡыусы ҡыҙҙарға. – Гүзәл заттың сәйәсмән, депутат булыуында бер хилафлыҡ та күрмәйем: ғаиләлә лә, йәмғиәттә лә уның абруйы ҙур. Киләсәккә юл мәктәп йылдарында һалына, шуға күрә әүҙем булығыҙ. Бөгөн сәйәсәт менән шөғөлләнергә теләүсе йәштәр өсөн шул тиклем күп мөмкинлектәр бар, шуларҙы ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ!
Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының депутатлыҡ осоро ауыр һынылыш мәленә тап килә: илдәге сыуалыштар, СССР-ҙың тарҡалыуы, партияның юҡҡа сығыуы... Ауыр хәлдә ҡалған кешеләрҙән тоҡлап-тоҡлап хаттар килә. Уларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша депутат Иҙелбаева – кәрәк булһа, министрҙарға, хатта Ельциндың үҙенә лә инә.
– Сыуалыштар башланғас, илебеҙҙе нисек атау хаҡында бәхәс ҡупты. Рәсәй тип кенә йөрөтөлһә, республикалар ҡалмаҫы көн кеүек асыҡ. Өс көн буйы барҙы фекер алышыу, 33 тапҡыр ҡайтанан тауыш бирҙек. Илдең берҙәмлеге, ныҡлығы хаҡына тап Федерация булырға тейешлеге хаҡында ялҡынлы телмәр менән сығышымдың да йоғонтоһо булғандыр, күрәһең – Федерация Советы тигән атаманы ҡалдырыуға өлгәштек. Ошо хәл күңелемдә ҙур ҡәнәғәтләнеү хисе ҡалдырҙы, – тип тамамланы сығышын Гөлфиә Иҙелбаева.
Сара аҙағында билдәле шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева көслө лә, хисле лә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға һоҡланыуын белдерҙе һәм артабан да уларҙың халыҡ менән берҙәм булыуын, кешеләрҙең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерерлек закондар ҡабул итеүен теләне. Гөлназ Мират ҡыҙының шиғри күстәнәсе иһә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан матур бүләк булды.
Ҡатын-ҡыҙ артыла алмаған үр юҡ, шул иҫәптән сәйәсәттә лә. Һәр мәсьәләгә күңел күҙе менән бағып, һәр хәл-ваҡиғаны йөрәк аша үткәрә улар. Ғаилә институтын нығытыу, йәштәрҙә илһөйәрлек һәм телһөйәрлек тәрбиәләү кеүек бик күп һорауҙар депутат ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың белеме, тырышлығы, ныҡышмалылығы һөҙөмтәһендә киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарыла һәм тормошҡа ашырыла. Ил кимәлендә һүҙ әйтә алырлыҡ, туған халҡыбыҙ мәнфәғәте өсөн йән аямай эшләрлек сәйәсмән гүзәл заттарыбыҙ булыуы – ҡыуаныс та, ғорурлыҡ та.