Все новости

“Киләсәк өсөн янып эшләнек”

Буранбай ауылы халҡы элек-электән татыу, бер һүҙле, ойошҡан, олоно оло, кесене кесе итеп йәшәүе менән айырылып торҙо. Ауылдағы бөтә эштәр өмәләр менән эшләнде, халыҡ бер-береһенә ярҙамсыл булды. 1951 йылда Ленин исемендәге (Буранбай), “Комсомол” (Таулыҡай), “Ҡыҙыл юл” (Сыңғыҙ) колхоздары берләштерелгәс, Ленин исемен йөрөткән колхоз төп бригада була. Халыҡты ойоштороуҙа бригадирҙар Үтәбаев Мөбәрәк, Ҡотоев Мәһәҙей, Алтынбаев Рамаҙан, Үтәбаев Ғөмәр, Ғөбәйҙуллин Ғәли, Әминев Аллабирҙеләрҙең роле ҙур булды. Бигерәк тә Ҡотоев Мәһәҙей һәм Алтынбаев Рамаҙан ауылдың киләсәге өсөн янып эшләүҙәре менән халыҡ хәтерендә әле лә һаҡлана.
Был бер булһа, икенсенән, ауылда эшһөйәр, егәрле кешеләрҙең күп булыуы ла йоғонтоһон һалғандыр.
Раева Әсмә апай ғүмере буйы фермала һыйыр һауҙы. Юғары күрһәткестәргә өлгәшеп, Ленин ордены менән бүләкләнде.
Ғәйетбаев Мәжит ағай бөтә тормошон механизатор һөнәренә бағышланы. Тырыш хеҙмәте өсөн “Почет Билдәһе” (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) ордендары менән бүләкләнде, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды. Ә уның улы Ғәйетбаев Фәриткә 2004 йылда “Салауат Юлаев” ордены тапшырылды.
Буранбай бригадаһы үҙенең алдынғы механизаторҙары: Байрамғолов Сәхей, Нәүширбанов Фәйзерәхмән, Байрамғолов Насип, Раев Таңғатар, Үтәбаев Абдулла, Раев Әхмәҙиә, Нәүширбанов Мөхөтдин һәм Әбделбаҡый, Алтынбаев Салауат һәм Самат, Ғәйетбаев Мәүлетбай, малсылар: Зөлҡәрнәев Оморҙаҡ, Хәмитов Әширәф, Фирғәт һәм Тәлғәт, Алтынбаев Әхәт, һауынсылар: Алтынбаева Фирҙәүес, Ҡотоева Рәмилә, Хәмитова Маһинур, Ҡотоева Зөһрә, Ҡотоева Зифа һ.б. менән дан тотто. Уларҙың балалары ла ата-әсәләренең хеҙмәт юлын дауам итте. Был күсәгилешлелек ғаилә тәрбиәһенән тора.
Ауылда һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының абруйы ҙур булды. Буранбаев Ғәриф, Ғөбәйҙуллин Ҡаһарман, Раев Әхмәҙулла, Шәйхисламов Ғөбәйҙулла, Нәүширбанов Искәнйәр, Нәүширбанов Зәбих, Үтәбаев Мөбәрәк, Ҡ ото е в Мәһәҙей, Шәйхисламов Рамаҙан, Буранбаев Зөлҡәрнәй һ.б. үҙҙәренең эштәре, тормошо менән үрнәк булып торҙолар.Белемгә ынтылыу ҙа көслө булды ауылда. Башланғыс мәктәп кенә булыуға ҡарамаҫтан, I Этҡол урта мәктәбенә йөрөп, күптәр урта белем алыуға өлгәште.
Башланғыс класс уҡытыусылары Сәғиҙә Насирова, Разия Биксурина, Зиннур Рәхимғолов, Зәбих Нәүширбанов белемгә һөйөү уята алды. Иң беренселәрҙән булып Ғөбәйҙуллин Рәхмәтулла Зиннәт улы юғары белем алды.
Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында тәүгеләрҙән булып Ҡотосов Мостафа, Шәйхисламов Фәйзулла, Моратов Яҡуп, Шәйхисламова Ғәлиә һәм Фәниә, Үтәбаев Шәфҡәт, Хәмитов Вәрғитдин, Ғөбәйҙуллин Зәкир, Нәүширбанов Иршат, Буранбаев Әбделхәй, Шәйхисламов Булат, Ҡотоева Таңһылыу, Нәүширбанова Әлфиә, Алтынбаева Рәсимә, Ғөбәйҙуллина Фирүзә, Буранбаева Рәйсә, Хәмитов Рәсих һ.б. урта белем һәм күбеһе юғары белем алдылар.

Ҡотосов Мостафа — мәғариф алдынғыһы, Ғөбәйҙуллин Зәкир — Рәсәй мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Шәйхисламов Фәйзулла — милиция подполковнигы, Нәүширбанов Иршат — Совет Армияһы майоры, Буранбаев Әбделхәй билдәле журналист, шахмат буйынса район чемпионы, Хәмитов Рәсих — атҡаҙанған металлург, Алтынбаева Рәсимә — мәғариф алдынғыһы.
80—90-сы йылдарҙа һәр ғаиләнән юғары уҡыу йорттарына инеүселәр күбәйҙе һәм уларҙы йөҙәрләп һанап була.
Бишенсенән, ауылда халыҡ йырҙарына, ғөмүмән, музыкаға ынтылыш көслө булды. Был “Буранбай” йыры менән дә бәйле булғандыр. Айырыуса Алтынбаев Рамаҙан Нәжметдин улының “Буранбай”, Үтәбаев Ғөмәр Халис улының “Урал” йырҙарын башҡарыуҙары һаман да хәтерҙә. Ғәйетбаев Айрат, Гиннәт ағайҙарҙың баянда, Үтәбаев Шәфҡәт, Моратов Яҡуп, Буранбаев Әбделхәй, Шәйхисламов Зәкирҙәрҙең гармунда өҙҙөрөп уйнауҙары әле лә ҡолаҡта сыңлай. Аралбаев Фәррәх, Хәмитов Азамат, Үтәбаев Ғөмәр ағайҙар СССР-ҙың 50 йыллығы хөрмәтенә ҡурай ансамбле менән Ленинградҡа барып сығыш яһанылар.
Ауылда музыкаға ынтылышта Ҡотосов Мостафа Ибраһим улының роле ҙур булды. Ул боронғо йырҙарҙы оҫта башҡара һәм бейеүгә маһир ине. Сыңғыҙ мәктәбендә бейеү түңәрәге алып барҙы, уның уҡыусылары район конкурстарында алдынғылыҡты бирмәне, ул уҡыусыларҙың кумиры булды. Ғаиләләге йырға, музыкаға һөйөү тәрбиәләү артабан йәш Буранбай йырсыларының, ҡурайсыларының, бейеүселәренең феноменын барлыҡҡа килтерҙе. Мәҫәлән: Ҡотоевтар элек-электән йырланылар, Әҙеһәм Мәһәҙи улы Ҡотоев йырсы ғына түгел, мәҙәни усаҡтың директоры булып, бөтә ауылды концерттарға ойоштора торғайны. Ҡотоевтарҙың тотош йырсылар династияһы үҫеп килә. Ғиниәт ағай баянда уйнаһа, Сәғирә еңгәй матур йырлай торғайны. Был таланттары Әхмәт һәм Ғаяз Ғәйетбаевтарға күскән. Аралбаев Фәррәх ағайҙың ҡурайҙа уйнауы һәм йырлауы Фәттәх, Фәннүр улдарына һәм ейәндәренә бирелгән.
Асия инәй Раеваның таланты улы Хәбир Раевта күренә. Талантты үҫтереүҙә ғаиләнең роле ҙур.

Мансур АЛТЫНБАЕВ,

Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы,

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы,

Мерәҫ мәктәбе директоры

Читайте нас: