Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ рәссамы, Башҡортостан Республикаһының Ғ.Сәләм премияһы лауреаты, СССР Рәссамдар союзы ағзаһы Федор Александрович Кащеевтың «Башҡорт ҡымыҙы» тигән картинаһы бар. Ул Буранбай ауылында төшөрөлгән.
Автор 1964 йылда, уттай ҡыҙыу бесән ваҡытында, Буранбай ауылына килә. 10 көн буйы Ярмайылға буйында картинаһы өҫтөндә эшләй. Был турала ветеран уҡытыусы Ишалина Ҡояш Әғзәм ҡыҙы былай тип хәтерләй:
— Мин ул ваҡытта бәләкәй инем. Ауылға оҙонораҡ һары сәсле бер кеше килде. Ул ҡулында нимәлер тотоп йөрөнө. Кешеләр уның рәссам икәнен, Ғәйетбаева Хәнифә инәй менән Алтынбаева Ҡанифа апайҙы һүрәткә төшөрөүе тураһында һөйләй башланылар.
Уҡытыусы Нөғөмәнова Велера Әхмәтдин ҡыҙы ла Федор Кащеевтың «Башҡорт ҡымыҙы» картинаһы Буранбай ауылында төшөрөлдө, тип иҫкә ала.
Картинаның эшләнеүенә 55 йылға яҡын ваҡыт үтһә лә, Буранбай ауылы ағинәйҙәре рәссамды йылы хәтирәләр менән иҫкә ала, картинала ҡулланылған таҫтамалды, көбөләрҙе иҫтәлек итеп һаҡлайҙар.
Картина бөтә яҡлап та отошло. «Башҡорт ҡымыҙы» башҡорттарҙың, тормошо, көнкүреше тураһында мәғлүмәт бирә. Художник был картинаға персонаждар эҙләгәндә, ауыл кешеләре менән кәңәшләшеп, иң егәрле ҡымыҙ оҫталарын һайлап алған, тип иҫкә төшөрәләр ололар. Хәнифә инәй менән Ҡанифа апайҙар ауыл уңғандары булған. Картинала уларҙың зауыҡлы итеп үҙ ҡулдары менән һуҡҡан балаҫтары, нағышланған һөлгө-таҫтамалдары, күлдәк, камзулдары урын алған һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙының бөтә яҡлап эшкә оҫта икәнлеген күрһәтә. Ә һүрәттәге бәләкәй малайҙың исеме — Хәйҙәр Ғәйетбаев, ҡымыҙ эсеп ултырған кеше — Аҡназар Буранбаев.
Башҡорт халҡының менталитетын, тарихын һаҡлаған был һынлы сәнғәт әҫәре халыҡ-ара күргәҙмә залдарында тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Буранбай ерлегендә тыуған мөғжизәле рәсем «Әсә теле» дәреслегенә индерелгән.
«Башҡорт ҡымыҙы» картинаһы өсөн Федор Александрович Кащеев Фәндәр академияһының дипломына һәм республикабыҙҙың Ғәлимов Сәләм премияһына лайыҡ була.
Күргәҙмәләрҙә картина янынан кеше өҙөлмәй