Все новости

Буранбай ауылы феномены

“Ватандаш” журналы республикабыҙҙың феноменаль ауылдары темаһын өйрәнеүҙе дауам итә. Сираттағы Асыҡ фәнни-ижтимағи форум Баймаҡ районының Буранбай ауылында үтте.

Һәр йыйын үҙенең ҡунаҡтары менән йәмле. Ә ҡунаҡтар ифрат күп бул­ды: РСФСР-ҙың атҡаҙанған һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәшиҙә Туйсина, яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбаев, дәүләт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы Рәсих Хәмитов, шағир, прозаик һәм журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхмәр Үтәбаев, ғалим-этнолог, философия фәндәре кандидаты Зәкирйән Әминев, Өфө ҡалаһының Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы Балалар музыка мәктәбе директоры, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхиәт Ғәйетбаев, Өфө сәнғәт колледжының музыка мәктәбе уҡытыусыһы, республика, Рәсәй, Халыҡ-ара ҡурай бәйгеләре лауреаты Таһир Хәмитов, джаз фестивалдәре лауреаты Фәрхәт Ишбирҙин, Сибай дәүләт филармонияһы артистары: йырсы Ғаяз Ғәйетбаев, бейеүсе Фәйрүзә Абыҙгилдина, БДУ студенты, республика һәм төбәк-ара бейеү бәйгеләре лауреаты Зәкир Аралбаев һәм башҡалар. Мәҙәниәт йортонда урындағы оҫталарҙың ҡул эштәренән күргәҙмә тәҡдим ителде. Ә инде Форумды асырҙан алда Буранбай сәсән рухына аят бағышланды. Һәм, әлбиттә, сәхнәнән мәшһүр “Буранбай” йыры яңғыраны.

— Уҙған йыл беҙ “Ватандаш” журналы редакцияһы эргәһендә уҙғарылған фәнни-ижтимағи форумда феноменаль ауылдар темаһына иғтибар иткәйнек һәм был тема күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Тәүге һөйләшеү Баймаҡ районының Күсей ауылына бағышланғайны. Ҙур рәхмәт район етәкселегенә беҙҙең башланғысты күтәреп алып, сараны ойошторорға ярҙам иткәне өсөн. Һәм дөйөм көс менән беҙ бөгөн инде “Буранбай ауылы феномены” тигән һөйләшеүгә йыйылдыҡ.
Буранбай ауылын белмәгән кеше юҡтыр. Республика кимәлендә ниндәй генә йыр-бейеү, йә ҡурай бәйгеһе уҙғарылмаһын, унда мотлаҡ буранбайҙар ҡатнаша, буранбайҙар еңеп сыға. Әйтерһең дә, Буранбайҙа филармония бар. Ә инде ябай ғына бер ауыл халҡының баш ҡаланың үҙендә, Конгресс-холда концерт ҡуйырға йөрьәт итеүе үҙе бер мөғжизә түгелме ни?! Ҡайһы бер ауылдар үҙҙәренең бәләкәй генә клубында ла концерт ҡуя алмай бит әле! Бындай дәрт һәм берҙәмлектең сығанағы нимәлә, ҡайҙан көс, рух ала буранбайҙар? Әйҙәгеҙ, бергәләп фекер алышайыҡ!



— Иң аҫаба башҡорттар йәшәгән, халҡыбыҙҙың уникаль мәҙәни һәм рухи ҡомартҡыларын һаҡлап ҡала алған, иҫ киткес талантлы һәм эшһөйәр халҡы, арҙаҡлы шәхестәре менән дан тотҡан Баймаҡ районы Башҡортостаныбыҙ йылъяҙмаһында лайыҡлы урынды биләй. Бөгөн дә төбәк халҡы заман һынауҙары алдында баш эймәй, мәҙәни һәм рухи йәдкәрҙәребеҙҙе һаҡлау, уны йәш быуынға еткереү буйынса ғәйәт ҙур эш алып бара, ошо юҫыҡтағы яңы проекттарға нигеҙ һала, милли колорит бөркөлөп торған саралар ойоштора. Тап шуныһы менән беҙҙең район халҡы башҡаларҙан айырылып тора.
Ҡайһы ғына ауылыбыҙҙы алып ҡараһаҡ та, һәр береһенең үҙенә генә хас үҙенсәлеге, айырым йола-традициялары бар. Ә бына Буранбай ауылы кеүек төбәк донъяла юҡ кимәлендә. Районға, республикаға ғына түгел, илебеҙгә бик күп арҙаҡлы шәхестәр биргән, иҫ киткес таланттар тыуған төбәк булыуы менән ҙур ғорурлыҡ һәм һоҡланыу тойғоһо уята ул.
Башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе, сәсән, йырсы, ҡурайсы, старшина Буранбай Ҡотдосов исемен ауыл халҡы ғорур йөрөтә һәм әле лә үҙенең данлыҡлы традицияларына тоғро ҡала. Бында йәше лә, ҡарты ла дәртле, талантлы, уңған һәм татыу бер ғаилә булып ғүмер итә. Буранбайҙар күмәкләшеп төрлө саралар, өмәләр, байрамдар үткәрә, был тәбиғәттән бирелгән һәләтте һаҡларға, уны артабан үҫтерергә ярҙам итә. 2007 йылда ауылдың 83 кешеһе республикала тәүгеләрҙән булып Өфөлә Конгресс- холда ҙур концерт менән сығыш яһағандан һуң, Буранбайҙың даны бар Башҡортостанға таралды, исеме яңыса яңғыраш алды. Берҙәмлек булмаһа, улар был дәрәжәгә ирешә алыр инеме? Халыҡтың берҙәмлеге, берҙәм ын­тылышы — феномендың бер сағылышы ул. Әйткәндәй, район, республика кимәлендә ойошторолған сара-бәйгеләрҙә буранбайҙар һәр саҡ ҡатнаша, һәр саҡ еңеү яулап ҡайта.
Ысынлап та, Буранбайҙа талантлы булмаған бер генә ғаилә лә юҡ — тап шуныһы менән феномен ул. Кемдер мәшһүр халыҡ йырҙарын иҫ киткес моңло итеп башҡара, икенсеһе аһәңле итеп ҡурайҙа уйнай, өсөнсөһө сәхнәне дер һелкетеп бейей, дүртенсеһе шиғырҙар ижад итә. Ошо ауылдан ғына ла 12 профессиональ ҡурайсы сыҡҡан, 70 ҡурайсы төрлө конкурстарҙа еңеүсе булған. Үҙе бер ғорурлыҡ та баһа! Бындай ҡаҙаныш менән республиканың бер ауылы ла ғорурлана алмай. Ә иҫ китерлек моңға эйә булған йырсылары һуң?! Бөгөн районда, республи­кала ойошторолған йыр бәйгеләре буранбайҙарһыҙ үтмәй. Бөгөн беҙ ошо ауылдан сыҡҡан яҙыусы Наил Ғәйетбаев, шағирҙар Рәйес Түләков, Әхмәр Үтәбай, хужалыҡ эшмәкәре, геолог Рәсих Хәмитов, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зәкир Ғөбәйҙуллин, БАССР-ҙың атҡаҙанған машина эшләүсеһе Ильяс Ғөбәйҙуллин, ҡурайсылар Әхиәт Ғәйетбаев, Таһир Хәмитов, Йәмил Үтәбаев, Рәмил Ҡотосов, Зәйнулла Раев, Ирғәле һәм Нурғәле Байрамғоловтар, Айтуған Усманов, Иҙел Аралбаев, Илгиз Ғәйетбаев, йырсылар — Фәннүр һәм Фәттәх Аралбаевтар, Хәбир Раев, Юнир Һағынбаев, Ғаяз Ғәйетбаев, Иршат һәм Азат Ҡарасуриндар, Нух Ҡотоев, бейеүселәр — Зарифа Аралбаева, Хәбир Аралбаев, Фәйрүзә Абыҙгилдина, Азат Буранбаев, Рәфҡәт Әбйәлилевтар менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Йәш таланттарҙың “Башҡортостан йондоҙсоҡтары” кон­курсында саф, көслө тауышы менән бөтә халыҡты таң ҡалдырып, Гран- при яулаған Марсель Ҡотоев та ошо ауылдан. “Байыҡ” бейеү конкурсында еңеүсе Мостафа Ҡотосов та Буранбай нәҫеленән.
Буранбай ауылы үҙенә генә хас традиция-йолалары, арҙаҡлы шәхестәре менән көслө төбәк, уның үҙенә генә хас характеры бар. Халыҡтың тырышлығы бында электән килә. Буранбайҙарҙың заман һынауҙарына бер ҡасан да бирешмәүҙәрен, һәр саҡ оптимистик рухта булыуҙарын айырым билдәләп үтер инем.
Буранбай ауылы — Баймаҡ районының ғына түгел, Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы, йөҙөк ҡашы ул. Тап ошондай төбәктәр халҡыбыҙҙың ал­тын тамыры булып тора, милләтебеҙ мәҙәниәтен һаҡлауға ғәйәт ҙур өлөш индерә, киләсәк быуынға рухи булмышыбыҙҙы еткерә. Ысын башҡорт рухы ярылып ята бында, милләтебеҙҙең саф шишмәһе аға.
— Буранбай сәсән Ҡотдосов тураһында мәғлүмәттәрҙе заманында (30-сы йылдарҙа) атаҡлы Мөхәммәтша сәсән Буранғолов аҡ ҡағыҙға теркәгән һәм “Фольклор ижадсылары” тигән ҡулъяҙмаһына индергән.
Буранбай исеме аҫтында башҡорт халҡының бик күп көйҙәренең һәм йырҙарының авторы булған реаль кеше тора. Легендаларҙан күренеүенсә, Буранбай шул исем менән йөрөтөлгән йырҙың ғына авторы түгел, ә “Ялан Йәркәй”, “Һыр”, “Тәфтиләү”, “Хажғәле”, “Иркутский”, “Бөркәтал”, “Сәлимәкәй”, “Шаһибәрәк”, “Аҡ яурын сал бөркөт” йырҙарын һәм көйҙәрен сығарыусы ла. Буранбай йырсы-сәсән генә булмаған. Ул илде һәм халыҡты талаусы баяр-тархандарға ҡаршы көрәшеүсе батыр ҙа. Ҡайһы ерҙә, ниндәй исем менән йөрөп, ниндәй эш ҡылһа, шул урында уның тураһында тарих тыуған, тип яҙған Мөхәммәтша Буранғолов үҙенең ҡулъяҙмаларында.
Шулай уҡ Мөхәммәтша Буранғоловҡа Ғәбит сәсән Арғынбаев Буранбай хаҡында былай тип һөйләгән: “Ул йырлағанда кешеләр үҙ-үҙҙәрен онотҡан, ит турап ултырғандар ҡулдарын киҫкән, һыуҙан ҡайтып килгән ҡыҙҙар һыуҙарын түккән, һуғышҡан кешеләрҙең һелтәнгән ҡулдары ҡатып ҡалған, ауырыуҙар сирҙәрен онотоп, тороп ултырған».
Буранбайҙың даны тирә-яҡҡа таралған. Ҡаһарман кантон уны йәшерен уҡырға ебәргән. Ҡаһым түрә менән уҡып ҡайтҡас, Наполеон яуына киткән. Һуғышта дан ҡаҙанып, түше тулы миҙал, батырлығы өсөн алтын һаплы ҡылыс алып ҡайтҡан.
Буранбай сәсәндең тыуған йылы аныҡ ҡына билдәле түгел. Шулай ҙа Мөхәммәтша Буранғолов уны 1781 йылға ҡайтарып ҡалдыра. Ревизия материалдарына ҡарағанда, Буранбайҙың алты улы булған: Зөлҡәрнәй, Нәүширван, Йыһанша, Мөхәммәтша, Абдулмоталлап, Йәдгәрхужа. Өлкән улы Зөлҡәрнәй 1795 йылда тыуған тип күрһәтелә. Тимәк, беренсе улы донъяға килгәндә уға 18 йәш булғандыр тип фараз иткәндә лә ул 1776—1777 йылдарҙа тыуған булып сыға. Тарихсы яҡташыбыҙ Әнүәр Әсфәндиәров үҙенең “Башҡортостан ауылдары тарихы” тигән китабында хәҙерге Баймаҡ районына ҡараған Буранбай ауылы хаҡында һәм ул исемде йөрөткән шәхес тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа: “1812 йылда Таналыҡтың ҡушылдығы булған Оморҙаҡ йылғаһы буйында, элекке утар урынында Буранбай ауылы барлыҡҡа килә. Ауылдың исеме йорт старшинаһы, 14-се дәрәжәле чиновник Буранбай Ҡотдос улы Һөйөндөков хөрмәтенә “Буранбай” тип йөрөтөлә башлай. Тәүҙә Буранбай 6-сы кантонда төҙөлгән ғәскәрҙең Ырымбур һәм Себер буйы сиктәренә оҙатып йөрөүсе башлығы — “дистанцион начальник” булған. Һуңынан уны йорт старшинаһы итеп тәғәйенләгәндәр. Этҡол, Кинйәбулат, Ғәҙелбай, Сындәүләт, Буранбай, Бәхтегәрәй, Фәйзулла ауылдарына баш иткәндәр.
1811 йылда кантон башлығы Аҡҡол Биктимеров Буранбайға икенсе йорт старшинаһы Ибраһим Айсыуаҡовҡа башҡорттарҙың резерв командаһынан (уларҙы сик буйына барыуҙан ҡотолдороу өсөн, йәнәһе) аҡса йыйырға ҡуша.
Аҡсаны кантон башлығы үҙләштерә лә Буранбай менән Ибраһимды ғәйепле тип табып, 1820 йылда Себергә һөргөнгә ебәртә. Верхнеуральский ҡалаһына еткәс, Буранбай ҡасып китә. Легендаларға ҡарағанда, һөргөндән ҡасҡас, Буранбай үҙенә Йәркәй исеме ала һәм Туҡ-Соран (хәҙерге Ырымбур өлкәһе) яҡтарында, Юшатыр буйҙарында, әлеге Әбйәлил тарафтарында йөрөй. Шул уҡ легендаларҙан күренеүенсә, был яҡтарҙа ла үҙенең батырлығы, сәсән һәм ҡурайсы булыуы менән дан ҡаҙана. Балапан ауылынан сыҡҡан Ишмөхәммәт сәсән Мырҙаҡаев уның тураһында былай тип һөйләгән: «Ул ҡасып йөрөгәндә, иң тәүҙә Ҡаһарман кантонға тап була. Бер тау башында ҡурай уйнап ултырғанда Ҡаһарман кантон менән Ҡаһым түрә уҙып бара икән. Бының йырын, ҡурайын ишеткән дә Ҡаһарман кантон ғәжәпләнеп туҡтап ҡалған.
— Бар алып килегеҙ йырсыны, — тип һаҡсыларын ебәреп алдырған.
Кантон бының кем икәнен һораша башлағас, Буранбай:
— Һин саҡырттың, мин килдем. Ҡасҡынды тоторға батшаға антым бар тиһәң, тоторһоң. Ат урлап, нахаҡҡа кеше үлтереп йөрөгән ҡасҡын түгелмен. Өйөм — тауҙа, буйым — яуҙа, — тигән.
Ҡаһарман кантон тыңлап торған да:
— Ҡыйыу һөйләштең, буш кеше түгелһеңдер. Яуыз булып, йоҡлағанда башымды киҫһәң киҫерһең. Тәү мин үләйем, моңоң үлмәһен, әйҙә, ултыр, — тип үҙенә алып ҡайтып киткән.
Ҡаһарман кантон йыр-моң яратҡан кеше була. Шуға күрә, үҙ итеп, Буранбайға эйәләшеп китә. Уны бер нисә тапҡыр ҡулға алыуҙан ҡотҡара. Уҡытып сығарып, Ҡаһым түрә менән бергә Наполеон яуына оҙата, тиелә халыҡ легендаларында.
Уның үҙе тураһында ла халыҡ йыр сығарған. “Буранбай” йыры баймаҡтарҙың визит карточкаһына әйләнде.
Буранбай сәсән йәштәргә аманат итеп һуңғы һүҙен васыятында әйтеп ҡалдырған.
Ул йәштәрҙе көрәшкә, ирек яулауға саҡырған:
Буранбайҙың ғына, ай, ҡылысын
Ҡомартҡылар итептәү күрегеҙ...
Наҙанлыҡтан ҡотолорға, белем алырға ла өндәгән:
Ҡараңғылыҡ беҙҙе алыштырған,
Яҡты юлдар кәрәк табырға.
Беҙҙән һуңғылар ҙа аҙашмаһын,
Маяҡ кәрәк ерҙә ҡаҙарға...
Йәштәрҙе тәүәккәл, йүнсел булырға саҡырған:
Тәүәккәл дә булып йөрөр булһаң,
Исемкәйең ҡалыр илеңдә.
Йыр менән дуҫ булырға һәм йырҙарҙы онотмаҫҡа ҡушҡан:
Буранбайҙың ғына, ай, йырҙарын
Васыяттай итеп тотоғоҙ...
Тыуған илде, ерҙе онотмаҫҡа саҡыра:
Ирәндеккәй тауым, ай, йәйләүем,
Ташлап китер йәйләү инеме?!
Буранбай исемен мәңгеләштереү йәһәтенән Баймаҡ районы, Сибай ҡалаһы етәкселеге байтаҡ эштәр башҡарҙы. Баймаҡта сәсәндең исемен йөрөткән урам бар. Буранбай Ҡотдосов исемендәге призға оҙон көй башҡарыусылар бәйгеһе үтә. Сибайҙа үткәрелгән “Ирәндек моңдары” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында “Буранбай” йыры һәр ваҡыт яңғырай. Буранбай ауылынан сыҡҡан эшҡыуар Әҙеһәм Ҡотоев, мәрмәрҙән эшләтеп, ауылда стела ҡуйҙырҙы. Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы советы һәм Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылдары халҡы, Буранбайҙың ҡәберен кәртәләп, сәсәндең исеме яҙылған таш ултыртты. Киләсәктә Буранбайҙың эҙҙәрен һаҡлаусы Хәйбулла, Ырым­бур өлкәһе Александровка районы менән бәйләнеш булдырыу зарур. Шулай уҡ Баймаҡта Буранбай сәсәнгә һәйкәл һәм музей булһа, бөйөк шәхесебеҙҙең рухы шат булыр ине.
Дауамын "Ватандаш" журналының 7-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: