Все новости

Ни хәлдәһең, башҡорт матбуғаты?

Көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, сетерекле хәлдән сығыу юлдарын бергәләп эҙләү маҡсатында “Ватандаш” журналы редакцияһы Башҡорт дәүләт университетының Мостай Кәрим исемендәге заманса, күркәм ижа ди лабораторияһында “Республика гәзит һәм журналдары: аудитория, контент, проблемалар” тигән темаға сираттағы Асыҡ фәнни-ижтимағи форум уҙғарҙы.

Баҫма матбуғат бөгөн еңел булмаған осор кисерә: илдәге иҡтисади тетрәнеүҙәр, ҡағыҙға һәм типография хеҙмәтенә, подпискаға хаҡтың артыуы, көнкүрешебеҙгә интернеттың көндән-көн нығыраҡ үтеп инеүе, электрон баҫмаларҙың күбәйеүе — былар барыһы ла тираждарҙың кәмеүенә килтерҙе, республика гәзит-журналдарын ҙур һынау алдына ҡуйҙы. Көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, сетерекле хәлдән сығыу юлдарын бергәләп эҙләү маҡсатында “Ватандаш” журналы редакцияһы Башҡорт дәүләт университетының Мостай Кәрим исемендәге заманса, күркәм ижади лабораторияһында “Республика гәзит һәм журналдары: аудитория, контент, проблемалар” тигән темаға сираттағы Асыҡ фәнни-ижтимағи форум уҙғарҙы. Унда республика журналдарының баш мөхәррирҙәре, “Рәсәй почтаһы” хеҙмәткәрҙәре, БДУ ғалимдары һәм студенттары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты. Һөйләшеүҙе “Ватандаш” журналының баш мөхәррире, БДУ-ның журналистика кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева алып барҙы.

— Башҡортостан хаҡлы рәүештә Рәсәйҙәге иң күп уҡыусы төбәктәрҙең береһе һанала: республикала сифатлы, йөкмәткеле баҫмалар нәшер ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа тираж йыйыу ауырайғандан-ауырая. БР Матбуғат агентлығы, редакциялар был йәһәттән ҡулдарынан килгәндең барыһын эшләһә лә, һөҙөмтәләр ҡыуандырмай. Интернеттың йылдам үҫешеүе, баҙар мөнәсәбәттәре, гәзит-журналдарға хаҡтың артыуы ғына ошо хәлгә килтерҙеме, әллә, тышҡы сәбәптәрҙән тыш, эске сәбәп тә бармы? Ғөмүмән, бөгөн республика баҫмалары, анығыраҡ әйткәндә, журналдар ниндәй хәлдә, нисек көн күрә?
— Әлбиттә, баҫма матбуғаттың бөгөнгө хәле, иҡтисади яҡтан ҙур ауырлыҡтар кисереү сәбәпле, ҙур борсоуға һала. Тираждар кәмеү, подпискаға ҡағылышлы проблемаларға килгәндә, әйтеп үтелгәнсә, уҡыусыларыбыҙ башлыса интернет селтәренә күсте. Унан тыш, илебеҙҙәге иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ киң мәғлүмәт сараларына ныҡ йоғонто яһай. Гәзит-журналдарға яҙылырға теләктәре булған хәлдә лә, күп кешенең мөмкинлеге юҡ — хаҡтарҙың самаһыҙ артыуы мәғлүмәт алыуҙың икенсе юлдарын эҙләргә мәжбүр итә.
Быға тиклем гәзит-журналдарыбыҙ рекламанан килгән табыш иҫәбенә тотороҡло ғына йәшәп килде, әммә бөгөн ул 5 процентҡаса кәмене, был, һуңғы йылдар менән сағыштырғанда, бер нисә тапҡырға аҙыраҡ. Беҙҙең нәшриәт йорто буйынса анализ яһаһаҡ, кире динамика шунда уҡ күҙгә ташлана. Был осраҡта нимә эшләргә, көрсөктән сығыу юлдарын ҡайҙан табырға һуң? Баҫмаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуҙың бер нисә юлы, йәки ҡағиҙәһе, бар.
Беренсенән, шуға ныҡлап төшөнөргә кәрәк: хәҙер бер нәмә лә элеккесә булмаясаҡ. Күптәребеҙ һаман күнегелгән эшләү рәүешенән ҡотола алмай, совет осорон һағынып иҫкә алыуҙан бушамай. Эйе, ул ваҡытта баҫма матбуғатта рәхәтләнеп эшләрлек шарттар тыуҙырылғайны: штат та етерлек ине, аҡса ла мул бүленде, журналистарҙы хөрмәт иттеләр. Һәр баҫма партияның өлкә, район йәки ҡала комитеты органы булды, баш мөхәррир беренсе секретарҙың уң ҡулы һаналды. Әммә бөгөнгө ысынбарлыҡ бөтөнләй икенсе — аяуһыҙ, ҡырыҫ шарттарҙа эшләргә, баҫмаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу, тираждарҙы юғалтмау өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға, төрлө юлдар эҙләргә, баҙар мөнәсәбәттәренә яраҡлашырға тура килә. Шуны аңларға һәм фекерләү рәүешебеҙҙе үҙгәртергә ваҡыт етте.
Икенсе ҡағиҙә — контент булдырыуҙағы технологияларҙы үҙгәртеп ҡороу. Әлбиттә, уның билдәле тәртибе бар, әммә контентты формалаштырыуға киткән сығымдарҙы кәметеү редакциялар өсөн ҙур файҙа булыр ине. Хәҙер, элекке кеүек, бер нисә бүлек булдырыу, уларға мөдирҙәр тәғәйенләүҙең кәрәге юҡ: журналист барыһын да белергә тейеш — мәҡәлә яҙырға, шунан сығып, яңылыҡ әҙерләргә, уны сайтҡа һалырға, фотоға төшөрөргә, электрон почта һәм бүтән заманса программалар менән файҙаланырға һ.б.
Өсөнсөнән, аудитория менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу зарур. Әлбиттә, элек тә уҡыусылар менән берлектә төрлө конференциялар, осрашыуҙар ойошторола ине, һәр редакцияла хаттар бүлеге эшләне. Хәҙер иһә хәл тамырынан үҙгәрҙе — беҙ уҡыусы менән интернет аша туранан-тура бәйләнешкә инәбеҙ, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшәбеҙ, фекер алышабыҙ. Беҙҙең нәшриәт йорто тарафынан берҙәм платформа булдырылды — һәр редакцияның үҙ сайты бар, унда үҙ-ара аралашыу мөмкинлеге лә ҡаралған, бөгөн беҙҙең өсөн һәр уҡыусы ҡәҙерле.
Эшмәкәрлегебеҙҙең тағы бер мөһим яғы — аныҡ, теүәл аудиторияға тәғәйенләнеш. Мәҫәлән, социологик тикшеренеүҙәр шуны күрһәтә: халыҡты урындағы хәл-ваҡиғалар нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Тимәк, ошо ихтыяжды күҙ уңында тотоп эшләргә кәрәк.
Редакциялар килемен диверсификациялау, йәғни табыш алыуҙың төрлө юлдарын эҙләү, — ҡағиҙәнең бишенсеһе. Хәҙер төрлө конкурстар уҙғарыла, йәмәғәт ойошмалары, фондтар тарафынан гранттар бүленә, уларҙан ситтә ҡалырға ярамай. Беҙ, мәҫәлән, Матбуғат һәм киң коммуникациялар федераль агентлығы тарафынан йыл һайын ойошторолған конкурстарға проекттар ебәрәбеҙ һәм гранттар яулайбыҙ. Быйыл, әйтергә кәрәк, 15 миллионлыҡ грант алдыҡ. Тәүге осорҙа ул конкурстарҙа редакциялар теләр-теләмәҫ кенә ҡатнашһалар, хәҙер мәҡәләләрен ҙур теләк менән ебәрәләр, сөнки уңыштар яңы еңеүҙәргә дәртләндерә.
Өҫтәмә килемдең төрлө юлдарын эҙләргә кәрәк — бер редакция, мәҫәлән, версткалау буйынса хеҙмәттәр күрһәтеп табыш ала, икенселәре бағыусылар ярҙамында көн күрә. Күп кенә баҫмаларҙа ылыҡтырыусы (“мотивная”) реклама — теге йәки был тауар, хеҙмәт, ойошма һ.б. тураһында яҙып, мәҡәләнең аҙағында адрес, атама хаҡында мәғлүмәт биреү ҡулланыла.
Гәзит-журналдарҙы берәмләп һатыуға килгәндә, “Рәсәй почтаһы” етәкселеге менән ошо хаҡта һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Әлбиттә, ҡаршы сығыусылар ҙа, аяҡ салыусылар ҙа етерлек. Әммә был ысул үҙен аҡлай — район һәм ҡала баҫмаларын алғанда, ремиссия, йәғни кире ҡайтарыу, 40—50 процентҡа тиклем кәмене (элек 80—90% ине). Нисек кенә булмаһын, почта бүлексәләре менән был эште атҡарып сығырға тырышасаҡбыҙ. Ваҡытлы матбуғатты эре ритейлер селтәрҙәрендә һатыу ҙа ҡарала, әммә был ярайһы ҡатмарлы мәсьәлә.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, мөмкин тиклем аҙыраҡ сығымдар менән контент булдырыу, баҫмаларыбыҙҙы һатыу, реклама биреүселәр менән эшләү ысулдарын эҙләү — көнүҙәк проблемалар. Ошо мәсьәләләрҙе хәл иткән осраҡта ғына гәзит-журналдарыбыҙҙы һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ.
— Ваҡытлы матбуғат ҙур үҙгәрештәр кисерә, яңыса эшләү системаһына күсә, тинек. Шул уҡ ваҡытта аудитория ла үҙгәрә бит, уға яраҡлашыуҙа ниндәй ауырлыҡтар бар? Хәҙерге уҡыусыға нимә ҡыҙыҡлы, уның талаптары ниндәй?
— Минеңсә, тираж кәмеүҙең ике төп сәбәбе булырға мөмкин. Әгәр баҫманың сифаты түбән икән, был, әлбиттә, тиражға туранан-тура йоғонто яһай, әммә объектив сәбәптәр ҙә бар бит әле. “Аҡбуҙат”, белеүебеҙсә, — балалар өсөн тәғәйенләнгән сағыу, ҡыҙыҡһындырырлыҡ әҙәби-нәфис журнал. Беҙ уның йөкмәткеһе, сифаты йәһәтенән ҙур көс һалып эшләйбеҙ, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, федераль гранттарға лайыҡ булабыҙ. Тырышлығыбыҙҙың бушҡа китмәүендә, баҫманың кимәле юғары талаптарға яуап биреүендә шик юҡ. Тимәк, әле әйткән объектив сәбәптәрҙе эҙләргә кәрәк. Шуларҙың береһе — кешеләр аңындағы үҙгәрештәр. Билдәле — беҙҙе башлыса ауыл ерендә алдыралар һәм уҡыйҙар. Ә хәҙер, ауыл мәктәптәрен оптимизациялау һөҙөмтәһендә, күп кенә ғаиләләр район үҙәктәренә, ҡалаларға күсә. Әлбиттә, балаларҙың дөйөм үҫеше өсөн унда шарттар күпкә юғары, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт теле онотолоуға дусар була. Был күренеш, тәү сиратта, беҙҙең журналда сағылыш таба, сөнки кескәйҙәр туған телдең бар матурлығын тап “Аҡбуҙат”, ундағы әкиәт-шиғырҙар аша танып белә.
Хәҙер һәр ата-әсә, хәленән киләме-юҡмы, балаһына заманса гаджет алып бирергә тырыша. Планшеттарҙа рус телендәге әкиәт тыңлап үҫкән баланың күңелендә ҡайҙан үҙ теленә һөйөү тәрбиәләнһен?
Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, журналдың тиражын, бәләкәс уҡыусыларыбыҙҙың һанын һаҡлап ҡалыу өсөн төрлө ысулдар ҡулланырға тырышабыҙ. Хатта ауылдарҙа ла балалар русса һөйләшә бит хәҙер, шуға күрә уларҙың иғтибарын башҡорт теленә йәлеп итеү өсөн “Башҡорт телендә һөйләшәм” һәм “Разговорник” тигән рубрикалар астыҡ. Һорау-яуап формаһындағы был ҡулланманы балалар баҡсалары тәрбиәселәре, башланғыс синыф уҡытыусылары файҙалана ала. Тағы ла бер рубрика асырға ниәтләйбеҙ, унда бер үк текст төрлөсә биреләсәк — башҡорт телен һәйбәт белеүсе кескәйҙәр, уртаса кимәлдә белеүселәр һәм бөтөнләй белмәгән рус телле балалар өсөн.
— Һуңғы йылдарҙа гәзит-журнал уҡыу ғәҙәте юҡҡа сыҡты. Элегерәк һәр ғаилә ағзаһына тәғәйен баҫма алдыралар ине. Әгәр бала уҡырға бара икән, ата-әсә, мәктәп кәрәк-яраҡтары алыу менән бер рәттән, пионер гәзите йә журналы яҙҙыра. Кистәрен, почтальон бер ҡосаҡ баҫма килтереп киткәс, бөтә ғаилә бергәләшеп гәзит-журнал уҡый, бер ыңғай фекер уртаҡлашалар, яңылыҡтар менән бүлешәләр. Ошо күренеш балалар өсөн матур өлгө була торғайны. Ә хәҙер ниндәй баҫмаларға, китаптарға өҫтөнлөк бирә икән уҡыусылар, китапханаларҙа ниндәй әҫәрҙәр һорау менән файҙаланыла? Йәштәрҙе нимә ҡыҙыҡһындыра?
— Беҙҙең китапхана республикала нәшер ителгән барлыҡ баҫмаларҙы ла алдыра һәм һаҡлай. Әйтергә кәрәк, финанс ауырлыҡтар сәбәпле, экземплярҙарҙың һаны кәмене. Яҙылыу хаҡы юғары булғанлыҡтан, кешеләр барлыҡ теләгән гәзит-журналдарға ла яҙылыу мөмкинлегенә эйә түгел, шуға ла “Башҡортостан ҡыҙы”, “Ағиҙел” кеүек журналдарҙы өйгә алып ҡайтып уҡыйҙар.
Диплом, курс эштәрен яҙыу өсөн студенттар ҙа күпләп йөрөй беҙгә. Улар йыш ҡына гәзит-журналдарҙың йыллыҡ йөкмәткеһен һорайҙар, бындай белешмә барлыҡ баҫмаларҙа ла булһын ине.
Китапханаға килеүселәр өсөн анкета ла булдырылған. Һорауҙарҙан күренеүенсә, уҡыусыларҙы Башҡортостан тәбиғәте, ҡурсаулыҡтар, туристик маршруттар тураһында мәҡәләләр, юридик һорауҙарға яуаптар ҡыҙыҡһындыра.


— Бөгөнгө студенттарҙың ҡыҙыҡһыныу даирәһе, уларҙың ниндәй әҫәрҙәргә өҫтөнлөк биреүе мине борсоуға һала. Уҙған йыл нанотехнологиялар кафедраһы студенттары араһында һорау алыу ойошторғайныҡ, ошондай һөҙөмтә алдыҡ: улар уҡығандың 75 процентын — сит ил әҙәбиәте һәм матбуғаты, бер аҙын рус классикаһы һәм бөгөнгө әҙәбиәт тәшкил итә. Ә милли әҫәрҙәргә һәм баҫмаларға бөтөнләй диҡҡәт итмәйҙәр! 10 йыл дауамында башҡорт йәки татар мәктәптәрендә уҡығандар, телде лә ярайһы беләләр. “Ни өсөн үҙ телегеҙҙә уҡымайһығыҙ?” — тигән һорауға “Беҙгә ул мәҙәниәт ят”, — тип яуап бирҙеләр...
Эш телде белеү-белмәүҙә түгел — йәштәрҙең аңында кодтар алмашына, ҙур үҙгәрештәр бара. Интернет, телевидение, Көнбайыш көсләп таҡҡан ҡиммәттәр барыһына ла — ниндәй милләттән булыуҙарына ҡарамаҫтан — йоғонто яһай.
Рус телле уҡыусылар ҙа хәҙер китап уҡыуҙан ситләште — уларҙы бөгөнгө әҙәбиәт (Толстой, Аксаков кеүек классиктарҙың әҫәрҙәрен әйтеп тораһы ла юҡ) ҡыҙыҡһындырмай. Сәбәбе — һөйләмдәрҙең оҙон булыуы, уйлау, фекерләүгә ҡоролғанлығы. Улар ҡыҫҡа, динамик текстарҙы ғына ҡабул итә алалар, телдәре, һөйләшеүҙәре лә башҡаса. Хатта филология факультеты студенттары ла әҫәрҙәрҙе ҙур ауырлыҡ менән уҡып сыға.
Журналдарға килгәндә, “Ватандаш” хаҡында ентекләберәк әйтеп киткем килә. Беҙҙең китапхана уны сыға башлаған ваҡытынан уҡ алдыра. Һәр һанында тиерлек — ҡыҙыҡлы исемдәр, ҡыйыу, көнүҙәк мәҡәләләр, күренекле сәнғәт, әҙәбиәт, фән эшмәкәрҙәре хаҡында материалдар. Баҫма менән әле лә талантлы, сағыу авторҙар хеҙмәттәшлек итә. Һәр мәҡәлә уйланылған, төплө. Бәлки, фәннилек өҫтөнлөк алалыр, әммә был һис тә насар түгел. Исеменән үк күренеүенсә, журнал — республикабыҙҙа йәшәгән төрлө милләт, мәҙәниәт, дини конфессия вәкилдәрен туплар көс.
Тыныслыҡта, дуҫлыҡта йәшәр өсөн күп тырышлыҡ һалырға, арымай-талмай эшләргә кәрәк, бер-береңә битараф булмау мөһим. Миллионлаған тираж менән сыҡҡан Мәскәү баҫмаларын бөгөн уҡымайҙар, сөнки улар халыҡ хәстәренән, йәшәйешенән алыҫ. Фәнни журнал булыуына ҡарамаҫтан, “Ватандаш” кешеләрҙең ихтыяжын Аҡмулла, Мостай Кәрим кеүек бөйөк мәғрифәтселәр рухында — аңлайышлы, күңелдәргә үтеп инә алырлыҡ итеп еткерә.
— Журналдар хаҡында һүҙ сыҡҡас, “Ағиҙел”гә туҡталып китәйек. Баҫма — республикалағы әҙәби көстәрҙе туплаусы, хатта Мәккәһе, тип әйтер инем. Элек ауылдарҙа журналды ҡулдан-ҡулға, туҙып бөткәнсе йөрөтөп уҡыйҙар ине...
— Гәзит-журналдарҙан баш тартырға иртәрәк, тип иҫәпләйем, сөнки уҡыусыларыбыҙ бар әле. Мин журналистика өлкәһендә 1985 йылдан бирле эшләйем, ошо дәүер эсендә төрлө формациялар алышынды, төрлө шарттарға яраҡлашырға тура килде. Бөгөнгө матбуғатта күҙәтелгән ауырлыҡтарҙың сәбәптәре билдәле: халыҡтың йәшәү кимәленең түбәнәйеүе, санкциялар, иҡтисади көрсөк... Конкуренция ла аяҡ сала, сөнки бушлай таратылыусы гәзит-журналдар күбәйҙе. Демографик хәл дә йоғонто яһай: мәҫәлән, беҙҙең ауылда 270 йорт иҫәпләнә, хакимиәт башлығы әйтеүенсә, “быйыл 60 мөрйәнән төтөн сыҡмай” — ҡалаға китәләр. Тимәк, баҫмаларыбыҙға яҙылыусылар ҙа кәмей, сөнки башҡорт матбуғатын нигеҙҙә ауылдарҙа алдыралар.
Элек гәзит-журналдарға яҙылыу урындағы хакимиәт ҡарарына ярашлы башҡарыла ине, хәҙер иһә прокуратура тыя. Почтаға барһаң, баҫмаларҙың исемлеге лә юҡ. Күптән түгел бер почта бүлексәһенә инеп, “Ағиҙел”гә яҙылыу хаҡын һораным. Ары йүгерҙеләр, бире йүгерҙеләр, һөҙөмтә булманы — һорауыма яуап ала алманым.
Сәбәпте үҙебеҙҙән дә эҙләргә кәрәктер — уҡыусыларға Ноғман Мусин кеүек яҙыусыларҙың повесть-романдарына торошло, йығылып уҡырлыҡ әҫәрҙәр кәрәк. Былтыр бер нисә һанда Таңсулпан Ғарипованың хикәйәләрен баҫҡайныҡ, осрашыуҙарҙа күпләп һатып алдылар журналды. Бына шулай яйлап алыш-биреш итергә өйрәнәбеҙ.
Иғтибарҙы тағы шуға йүнәлткем килә — республикалағы ике меңгә яҡын китапханала, берәр дана булһа ла, милли баҫмаларыбыҙҙы алдырһалар, тираж бермә-бер артыр ине.
Махсус рәүештә ҡыҙыҡһынғаным, райондарҙа йөрөгәндә ингәнем бар: подшивкалар тотонолған, туҙған. Тимәк, ҡулланалар, уҡыйҙар. Әлегә былтырғы кимәлде һаҡлап ҡалдыҡ — 1700—2000 экземплярҙың меңгә яҡынын үҙебеҙ таратабыҙ, ҡалғанын — почта аша.
— Хәҙер почтальондар ауыл буйлап ауыр-ауыр сумкалар күтәреп йөрөмәй, йөктәре күпкә еңеләйҙе — гәзит-журнал алдырыусылар кәмегәндән-кәмей... Почтальондың эше бөгөн нимәнән ғибәрәт һуң, ваҡытлы матбуғат таратыуҙан тыш, тағы ниндәй бурыстары бар?
— Хаҡлы ялға сыҡҡансы, Өфө ҡалаһының 76-сы почта бүлексәһендә почтальон булып эшләнем. Эшемде яратып, бөтә тырышлығымды һалып башҡарҙым — өйҙән-өйгә, ойошмалар буйлап йөрөп, гәзит-журналдарға яҙҙырҙым, конверт-маркалар һаттым, хатта айына 70—90 мең һумлыҡ һатҡан саҡтар ҙа булды. Хаҡлы ялға сыҡҡас, бүтән эш менән дә шөғөлләнеп ҡараным, әммә кире почтальон һөнәренә ҡайттым.
Ваҡытлы матбуғаттан тыш, заказ буйынса постель кәрәк-яраҡтары, сәй-кәнфит тә таратабыҙ. Һөйләшә, ҡыҙыҡһындыра белһәң, гәзит-журналдарға әле лә теләп яҙылалар, мисәтте һәр ваҡыт янымда йөрөтәм. Эш хаҡын арттырһалар, иманым камил, һәр почтальон дәртләнеп эшләр ине! 4—5 мең һум эш хаҡы әлеге заман өсөн бигерәк аҙ шул.
Мин үҙем тыуған көндәргә, байрамдарға яҡындарыма бүләккә подписка бүләк итәм, ярты йыл буйы ҡыуанып уҡыйҙар, мине йылы һүҙ менән телгә алалар. Тыуған яғыма ҡайтҡанда, яҡташтарыма төрлө журналдар алып ҡайтам, яратып уҡыйҙар.


— Башҡорт матбуғаты тарихына байҡау яһаһаҡ, 80-се йылдар — баҫмаларыбыҙҙың гөрләп эшләгән сағы хәтергә килә. “Башҡортостан ҡыҙы” журналы 130 мең самаһы тираж менән сыға ине, “Ағиҙел” — 100 меңгә яҡын. Хәҙер ундай тираж төшкә лә инмәй! Дәүләт тарафынан көслө контроль була торғайны, Аҡ йортта матбуғат секторы эшләне. Подписка осоро, яҙғы сәсеү йәки көҙгө ураҡ мәле кеүек, бик ҡыҙыу ваҡыт һаналды. Берәй хата китһә — ғәҙәттән тыш хәл, кәм тигәндә, шелтә сәпәйҙәр йә иһә бөтөнләй эштән бушаталар. Хәҙер хәл төптө үҙгәрҙе — ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дәүләт тарафынан һис ниндәй яҡлауһыҙ бөгөнгө матбуғат.





— Мин Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ мәктәбендә 36 йыл балалар уҡытам. Бөгөнгө ауыл интеллигенцияһын уҡытыусылар, мәҙәниәт учреждениеһы, фельдшер- акушерлыҡ пункты хеҙмәткәрҙәре тәшкил итә. Тимәк, тотороҡло эш хаҡы алыусылар һәм гәзит-журналдарға яҙылыусылар ҙа — улар. Башлыса район гәзите “Балҡантау”ҙы (56 дана) алдыралар, республика баҫмалары — бер нисәү генә. Мәҫәлән, 2018 йылға “Башҡортостан” — “Йома” гәзитенә биш кеше яҙылһа, “Ағиҙел”гә — 4, “Башҡортостан ҡыҙы”на — 18, “Йәшлек”кә — 14, “Башҡортостан”ға — 1, “Кызыл таң”ға —4, “Киске Өфө”гә — 5, “Аҡбуҙат”ҡа — 5, “Тамаша”ға —2, “Йәншишмә”гә 4 дана яҙылғандар. Эш юҡ тиһәк тә, ауыл халҡы мал аҫрай, матур итеп донъя көтә, һәр йорт ихатаһында — еңел машина. Әммә ниңәлер ваҡытлы матбуғатҡа бөтөнләй илтифат бирмәйҙәр.
Минеңсә, уҡыусы менән редакция араһында бәйләнеште көсәйтергә кәрәк. Осрашыуҙар ойоштороу, халыҡ араһында булып, уларҙың хәстәрҙәренә ҡолаҡ һалыу араларҙы яҡынайтыр ине. Элегерәк август кәңәшмәһенә редакция вәкилдәре килә торғайны, беҙ иһә көтөп ала инек ул осрашыуҙарҙы. Шул матур йоланы тергеҙгәндә, һәйбәт булыр ине.
— Шуны билдәләп үтергә кәрәк: тираждарҙың кәмеүе беҙҙең баҫмаларҙың насар булыуы хаҡында һөйләмәй. Киреһенсә, гәзит-журналдарыбыҙ шул тиклем сифатлы, һәр яҡлап та юғары талаптарға яуап бирә. Улар еңел-елпе, мәғәнәһеҙ материалдарға ҡоролмаған. Быны хатта Мәскәү белгестәре һыҙыҡ өҫтөнә ала. Бүтән бер төбәктә лә балалар, йәштәр, өлкәндәр өсөн өс телдә гәзит-журнал сығармайҙар. Тик халыҡ ҡына ошо хазинаның ҡиммәтен баһалап еткермәй.
— Тулыһынса килешәм — матбуғатыбыҙ бик көслө, сифатлы, ҡыйыу. Уларҙы уҡып, мин рухи көс алам, башҡорт баҫмаларының кимәле өсөн ғорурлыҡ кисерәм.
“Ватандаш”ты 2001 йылдан алып яҙҙырам. Шундай тәрән йөкмәткеле журнал, һәр һанын йотлоғоп уҡыйым. Тарих, әҙәбиәт, сәнғәт, иҡтисад — йәшәйешебеҙҙең һәр өлкәһе сағылыш таба унда.
Иҡтисадсы булараҡ, шуны әйтә алам: аҡса юҡлыҡҡа ғына һылтанырға ярамай, теләк булғанда, уны табырға була. Редакция, уҡыусы, урындағы хакимиәт — барыһы бер төптән егелеп, үҙ-ара аңлашып эшләһә, тиражды арттырыу мөмкин, минеңсә.



— Бөгөн йәштәр мәғлүмәтте интернетта таба. Шәхсән үҙемә килгәндә, иртәнән кискә тиклем эштә булыу сәбәпле, көн һайын гәзит-журнал уҡыу мөмкинселегем юҡ, яңылыҡтар менән РБК, “Башинформ” кеүек мәғлүмәти порталдар аша танышам. Ваҡытлы баҫманы иһә ял көндәрендә уҡыйым, бигерәк тә “Ватандаш”, “Ағиҙел”, “Шоңҡар” журналдарын үҙ итәм. Ҡасандыр үҙем дә гәзиттә эшләп киткәс, беләм: элек баҫмаларға яҙылыу, уларҙы таратыу йәһәтенән көслө административ ресурс булды. Хәҙер редакциялар тиражды үҙ аллы, дәүләт ярҙамынан тыш йыйырға мәжбүр. Бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа был бик ауыр, әлбиттә.
Әүҙем йәштәребеҙҙең иғтибарын йәлеп итер өсөн ниндәйҙер яңылыҡтар индерергә, ҡыҙыҡһындырырлыҡ алымдар табырға кәрәк.


— Йәштәр хаҡында һүҙ сыҡҡас, әйтеп китәйем — беҙҙең баҫма, тәү сиратта, фекерләргә өйрәтә, үҫеп килеүсе быуында зауыҡ тәрбиәләргә ынтыла. Күптән түгел бер егет шылтыратты: “Һеҙҙең журналда баҫылған алдынғы ҡарашлы йәштәр тураһында мәҡәләләрҙе уҡып, Санкт-Петербург ҡалаһына уҡырға индем”, — ти. Махсус рәүештә заманса ҡарашлы йәштәребеҙҙе эҙләп табып, улар хаҡында уҡыусыларыбыҙға еткерергә тырышабыҙ — өлгө алһындар, эйәрергә тырышһындар өсөн. Тап шундай әүҙем, егет-ҡыҙҙар милләтебеҙҙе күтәрәсәк, уның йөҙөн билдәләйәсәк тә инде.
Тиражды күтәреүгә уңышлы әҫәрҙәр ярҙам итә, тигән фекер менән дә килешәм. Мәҫәлән, Ҡалтасыла, башҡорт районы һаналмаһа ла, 15 дана яҙылғандар. Сәбәбе — Лира Яҡшыбаеваның журналыбыҙҙағы Зәйнулла ишан хаҡындағы әҫәре. китапханасы әйтеүенсә, сиратлашып уҡыйҙар икән.



— Ваҡытлы матбуғат өлкәһендә эшләүселәргә еңел булмаған хеҙмәттәре өсөн рәхмәтемде еткергем килә. Подписка йыйыу, әлбиттә, көндән-көн ауырлаша, проблеманы бары бергәләшеп хәл итергә була. Беҙ, почтальондар, ҡулыбыҙҙан килгәнсә тырышабыҙ, әммә үҙебеҙ генә әллә ни уңышҡа өлгәшә алмаясаҡбыҙ. Ваҡытлы матбуғатҡа башлыса өлкәндәр яҙыла, йәштәрҙе ылыҡтырыу буйынса ла ниндәйҙер саралар күрергә кәрәк. Улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙ уҡый, ҡыҙыҡһыныуҙары ла бөтөнләй икенсе юҫыҡта.






— Йәштәр бөтөнләй уҡымай, тип әйтмәҫ инем мин. Беҙҙең китапханаға иң күп килгәндәр — йәштәр, йәғни фән менән шөғөлләнгәндәр, аспиранттар. Уларҙан ҡала, хаҡлы ялдағы кешеләр йыш йөрөй. “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан китаптарҙың барыһы ла мотлаҡ беҙҙең китапханаға килә. Ә шулай ҙа ғилми китаптар, фәнни яҡтан тикшерелгәндәре етмәй. Бөгөнгө яҙыусыларҙың әҫәрҙәренә ҡарата тәнҡит, монографиялар юҡ кимәлендә. Иң ҡыйынлыҡ тыуҙырғаны шул, ә күптәр һорай.
Нәфис әҙәбиәттән Гөлсирә Ғиззәтулина, Таңсулпан Ғарипова, Зифа Ҡадирова, Ноғман Мусин, Әхмәр Үтәбай, Мостай Кәрим әҫәрҙәре ҙур һорау менән файҙаланыла. Гәзит-журналдарға килгәндә, китапханала ла уҡыйҙар, өйгә лә алалар.


Йомғаҡлап, шуны әйтергә мөмкин: башҡорт баҫмалары бөгөн еңел булмаған шарттарҙа көн күрергә мәжбүр. Ҙур диңгеҙҙәге кескәй кәмә шикелле, нисек тә батмаҫҡа, сафта ҡалырға тырыша улар, тулҡындар тегеләй әйләндерһә лә, былай борһа ла, үҙ юлынан тайпылмаҫҡа, асылын һаҡлап ҡалырға ынтылалар. Баҙар мөнәсәбәте тигән ағым ыңғайына йөҙөргә тура килһә лә, рухи ихтыяжды барыһынан да өҫтөн ҡуя милли матбуғатыбыҙ. Гәзит-журналдарыбыҙ өсөн әлеге көндә иң мөһиме — йөкмәтке сифатына зыян килтермәй эшләүҙе дауам итеү, аудиторияны арттырыу, заман технологияларын ҡулланыуҙы камиллаштырыу.

Баҫмаға Рәйлә ҒӘЛИЕВА әҙерләне.

Нэла Ноцина фотолары.

БДУ-ның М.Кәрим исемендәге ижади лабораторияһында форумда ҡатнашыусыларҙан бер төркөм
Читайте нас: