Башҡортостан тигән ил алдында
Маһайырға хаҡлы күсейҙәр...
Баймаҡ районының Күсей ауылы — уникаль ауыл. Ошо бер ауыл ғына республикабыҙға бик күп билдәле шәхестәрҙе, оло талант эйәләрен биргән. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадынан билдәле Бирғәле сәсән, мәшһүр ҡурайсы Хәмит Әхмәтов, Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, “Әлифба”ның тәүге авторы Абдрахман Ғәлләмов, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаев, күренекле яҙыусы һәм драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова, исеме милли бейеү сәнғәте классикаһына ингән хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова һәм башҡалар... Был феноменаль күренеш нимә менән аңлатыла? Уның сығанаҡтары ҡайҙа?
“Ватандаш” журналының сираттағы Асыҡ фәнни-ижтимағи форумы Баймаҡ районы хакимиәте менән берлектә ойошторолдо һәм “Күсей ауылы феномены” тигән темаға арналды. Унда ғалимдар, яҙыусылар, Баймаҡ районы хакимиәте вәкилдәре һәм ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Форумды “Ватандаш” журналының баш мөхәррире, БДУ-ның журналистика кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш.Хоҙайбирҙин премияһы лауреаты Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева алып барҙы. Форумды үткәреүҙә күрһәткән ярҙамы өсөн Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдиҡовҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
— Феноменаль ауылдар темаһына арналған һәм республикала беренсе тапҡыр ойошторолған ошондай форумдың данлы Баймаҡ ерендә үтеүенә беҙ бик шатбыҙ. Ошондай уҡ сараны районыбыҙҙың бер нисә ауылында үткәрергә мөмкин булыр ине. Сөнки төрлө өлкәлә билдәлелек яулаған, үҙ эшенең оҫталары булып танылған шәхестәребеҙ һәр ауылда бар. Уларҙың исемдәре башҡорт донъяһында киң билдәле. Бәрәкәтле Баймаҡ ере бөгөн дә башҡорт мәҙәниәтен һәм сәнғәтен яңы исемдәр менән байыта.
— “Феномен” һүҙе һирәк осрай торған күренеш, тигәнде аңлата. Күсей феномены тураһында һүҙ башларҙан алда ауылдың тарихы һәм билдәле шәхестәре менән ҡыҫҡаса танышып үтәйек.
— Күк Ирәндек тауҙарына һыйынып ултырған Күсей ауылы — Баймаҡ районының боронғо ауылдарының береһе. Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров билдәләүенсә,
ауылдың барлыҡҡа килеү тарихы аныҡ ҡына билдәле түгел. Ситләтелгән (косвенные) мәғлүмәттәр буйынса, был ауылға Нуғай даруғаһы Бөрйән олоҫо 2-се Этҡол аҫаба башҡорттары 1749 йылда (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса — 1737 й.) нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Ревизия мәғлүмәттәренән ауылда тәүге төпләнеүселәр Күсей, уның улы Айытҡужа, ейәндәре Имелбай, Арсланбай, Сыуашбай, Сәфиулла Күсәевтар икәне билдәле. Шулай уҡ бөгөнгө ауыл кешеләренең ата-бабалары Аҡназар, Байназар Аҡҡужиндар була. 1786 йылда был ауыл губерния картаһында Бикҡужа исеме аҫтында бирелгән, ә V ревизия документтарында хәҙерге исеме менән теркәлгән. 1795 йылда Күсейҙә 20 йортта 143 кеше йәшәгән, был осорҙа ауылдың ике утары ла булған. Сирек быуат үткәс, 60 йорт булып, 438 кеше көн күргән. Улар малсылыҡ, нигеҙҙә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән, игенселек әле әүҙем алып барылмаған. Документтар күрһәтеүенсә, мәсет булған, 1900 йылда мәҙрәсә, һыу тирмәне теркәлгән.
Күсей улдары Рәсәй сиктәрен һаҡлауҙа ла әүҙем ҡатнашҡан. Хәрби хеҙмәттәге кешеләрҙе ҡорал, кейем-һалым, аттар һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү бөтә ауыл тырышлығы менән хәл ителгән. Алламорат Байназаров, Имәсәй Итҡужин башҡорт полктары сафында 1805—1807 йылдарҙа Пруссия һәм Польша ерҙәрендә Францияға ҡаршы Рәсәй кампанияһында ҡатнашҡан. 1812 йылғы
Ватан һуғышында 15-се полк составында батырлыҡ күрһәтеп, рядовой Түбәй Туйышҡанов, Сәғит Аллабирҙин һәм Танһыҡҡужа Бикҡужин көмөш миҙалға лайыҡ булғандар. Иҫәнгилде Ибраһимов менән Хәмзә Байназаров 1828—1829 йылдарҙа рус-төрөк һуғышында дан яулаған.
Күсей борондан уҡ йырсылар, ҡурайсылар, сәсәндәр төйәге булып танылған. Шуларҙың береһе — Ибраһимов Бирғәле сәсән. Ул ҡурайсы ла, сәсән дә, көрәшсе лә булған. 1846 йылда Сибай кантон Ырымбурҙа Карауанһарайҙы асыу тантанаһына үҙе менән Бирғәле сәсәнде лә алып барған. Унда Бирғәле сәсән ҡаҙаҡ аҡыны менән әйтештә лә, көрәштә лә еңеп сыҡҡан. Күренекле рус этнографы, фольклорсы Сергей Гаврилович Рыбаков “Урал буйлап башҡорттар араһында” исемле очергында: “Бирғәле — иң данлыҡлы ҡурайсыларҙың береһе”, — тип, ә уның ағаһы Петр Гаврилович Рыбаков: “Бирғәле — башҡорт шағиры, йырсы-импровизатор”, — тип билдәләп үткән. Улар атаҡлы сәсәндән бик күп халыҡ йырҙарын яҙып алған.
1923 йылдың йәйендә РСФСР хөкүмәте Мәскәүҙә халыҡ хужалығы күргәҙмәһе (ВДНХ) ойоштора. Темәс ауылынан Әбүбәкер Хөсәйеновҡа Башҡортостан делегацияһына етәкселек итеү бурысы йөкмәтелә һәм күргәҙмәгә ҡатнашыу өсөн оҫта бейеүсе, йырсы, ҡурайсыларҙы һайлап алырға тәҡдим ителә. Делегация етәксеһе Күсей ауылы ҡурайсыһы, 19 йәшлек Хәмит Әхмәтовты баш ҡалаға алып бара. Йәш егеттең ҡурай моңо төрлө милләт вәкилдәрен таң ҡалдыра. Күргәҙмәнән ҡайтҡас, Хәмит Әхмәтов Башҡорт академия драма театрына ҡурайсы итеп саҡырыла. Унда байтаҡ эшләгәндән һуң, Баймаҡ колхоз-совхоз театрында, 60-сы йылдар аҙағында Сибай драма театрында эшләй. БАССР-ҙың халыҡ артисы исеменә лайыҡ була. Башҡортостан Композиторҙар союзы Хәмит Әхмәтовтан 34 халыҡ көйөн магнитофон таҫмаһына яҙып ала. Ауылыбыҙ урамдарының береһе башҡорт йырҙарын быуындан-быуынға тапшырыусы ауылдашыбыҙ исемен йөрөтә.
Бөйөк Ватан һуғышына Күсейҙән 148 кеше китә, шуларҙың 65 генә кире әйләнеп ҡайта.
Ауылдашыбыҙ Тәфтизан Миңлеғолов 1941 йылдың декабрь айында Совет Армияһы сафына алынып, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында дошманға ҡаршы һуғыша. Уның күкрәген Ҡыҙыл Йондоҙ, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары биҙәй. Миномет расчеты командиры Тәфтизан Миңлеғолов Белоруссияның Гомель өлкәһендәге Черныш һәм Усохи ауылдары өсөн барған ҡаты һуғышта батырҙарса
һәләк була. 1944 йылдың 14 ғинуарында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Тәфтизан Таһир улы Миңлеғоловҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Ауылыбыҙҙың иң ҙур урамы батырыбыҙ исемен йөрөтә, йыл һайын Тәфтизан Миңлеғолов кубогына спорт ярыштары үткәрелә. Башланғыс класс уҡыусылары “Йәш тәфтизансылар” сафына алына. Мәктәптә ауылдашыбыҙ тураһында бик күп мәғлүмәт тупланған, мәктәп бинаһына Герой иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылған.
Атаҡлы ғалим, атҡаҙанған уҡытыусы, РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы, Ушинский миҙалы кавалеры Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмов менән дә ғорурланабыҙ беҙ. Абдрахман Ғәлләмов —бик күп дәреслектәр, методик ҡулланмалар, башҡорт мәктәптәре өсөн фонохрестоматия, урта мәктәптәр һәм педагогия училищелары өсөн туған тел буйынса дәреслектәр авторы. Уның иң күренекле хеҙмәттәренең береһе — Әлифба китабы. 1974 йылда Лейпциг ҡалаһында уҙғарылған күргәҙмәлә был китап 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ була.
Ауылыбыҙҙың иң матур урамы, мәктәп музейы ғалим исемен йөрөтә, мәктәп бинаһына уға бағышланған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Күсей ауылында — йор һүҙле, зирәк аҡыллы сәсәндәр төйәгендә — сәсәнлек традицияларын дауам итеүсе, бай телле шағир тыумаһа, ғәжәп булыр ине. Буласаҡ шағир Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев Йәнтәл тауының сирәмендә тәгәрәп, Төпкөл ҡоҙоғоноң тәмле һыуын эсеп, Ташкисеү йылғаһын оло диңгеҙҙәй күреп, яратып үҫкән, Темәс педучилищеһын, һуңынан Өфө пединститутын тамамлауға талантлы йәш шағир булып таныла башлай. Ғүмере буйына Баймағым, Күсейем, туған телем, йәнтөйәгем, тип йән атып, янып-дөрләп йәшәгән шағирыбыҙҙың рухи йәдкәре һәр кемебеҙгә лә ҡәҙерле. Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры, Салауат Юлаев, Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Абдулхаҡ Игебаев тураһындағы иҫтәлектәр йөрәктәребеҙҙә мәңге йәшәр. Матурлыҡты яратып, изгелеккә табынып йәшәгән ғаиләлә тәрбиәләнгән күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, беҙҙең ауылдашыбыҙ Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова әҫәрҙәре — башҡорт әҙәбиәтенең Сулпан йондоҙо. Яҙыусының атаһы Күсей ауылының билдәле йырсыһы, ҡурайсыһы була, ә әсәһе — ауылдың тәүге совет уҡытыусыһы Әсмә Рәхмәтулла ҡыҙы Баймырҙина. Таңсулпан Ғарипованың яҙыусы ла, драматург та, башҡорт әҙәбиәте тарихында ҡатын-ҡыҙҙар араһынан берҙән-бер пенталогия авторы ла булыуы — беҙҙең барыбыҙ өсөн дә оло ғорурлыҡ.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, уҡытыусы, һәүәҫкәр рәссам Миҙхәт Әсфәндиәр улы Байрамғоловтың да ауылдашыбыҙ булыуы менән ғорурланабыҙ. Миҙхәт Әсфәндиәр улы оҙаҡ йылдар Иҫәнбәт, Күсей, Әхмәр ауылдарында уҡытыусы, директор булып эшләй. Арҙаҡлы ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың музейын булдырыусы ла, Төркмән ауылы янындағы Туғажман тауы башына ҡуйылған Ҡурай һәйкәленең авторы ла ул. Ошо эше өсөн ул халыҡ-ара ЮНЕСКО ойошмаһының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Күсей шулай уҡ сәнғәт оҫталары ауылы. Балетмейстер-хореограф, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәүҙәт Зәйнулла улы Бикбирҙин — бейеү сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән атаҡлы бейеүсе. Ул һалған “Ҡара тауыҡ”, “Сонайым”, “Игеҙәков”, “Күсей зимактары”, “Ҡара юрға”, “Әмин һәтәүе” һәм башҡа бик күп бейеүҙәр һаман да сәхнәләрҙән төшмәй. Ауылдашыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зифа Ғаяз ҡыҙы Баязитова ижад иткән сәхнә образдары сағыу һәм ҡабатланмаҫ булыуы менән киң билдәле. юғарыла телгә алынған шәхестәрҙән тыш, СССР эске эштәр министрлығының атҡаҙанған милиция хеҙмәткәре, полковник Рәил Исхаҡ улы Асҡаров, РСФСР-ҙың атҡаҙанған экономисы Әхмәтбаҡый Мырҙағәле улы Ласынов, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүселәре Шамил Шәһәрғәзе улы Ҡыуатов, Мозафар Фәйзулла улы Мусин, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты Гөлсирә Ғәлиулла ҡыҙы Имамова-Сәғитова һәм башҡалар тыуған, белем алған.
Үлән үҫкән ерендә үҫә, тигән әйтем бар беҙҙең яҡтарҙағы халыҡ телендә. Бөгөнгө көндә үҫеп килеүсе быуынға өлгө эҙләп, алыҫтарға юлланаһы түгел. Филология фәндәре кандидаттары: Наилә Ласынова, Гөлсирә Имамова һәм Рәзилә Исхаҡова, иҡтисад фәндәре кандидаты Фәйрүзә Мәтинова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусылары Мәҙинә Нәҙербаева, Рәүилә Диңгеҙбаева һәм Мәғзүрә Баязитова — Абдрахман Ғәлләмовтың юлын дауам итеүселәр. “Халыҡтар дуҫлығы” ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған төҙөүсеһе Азамат Байназаров, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүселәре Мозафар Мусин, Әхмәтйән Исламғолов, Шамил Ҡыуатовтар — тыныс хеҙмәт эшсәндәре. Йәштәр Илдар Абдуллин — Абдрахман Ғәлләмовтың, Әлфир Заманов Социалистик Хеҙмәт Геройы Мәсәғүт Замановтың ейәндәре. Улар, әллә күпме йыр-моң конкурстарында еңеп, данлы нәҫелде дауам итеүселәр икәнлектәрен иҫбатланылар.
Бәрәкәтле Күсей ере тағы яңы таланттар асыр, күңел ҡушҡан эште яратып башҡарып, тыуған ерен, ауылдаштарын, Ватанын һөйөндөргән арҙаҡлы шәхестәрен илебеҙгә бүләк итер әле.
— Һуғыш үткән ауылдарҙа бөтә нәмә башҡасараҡ. Тарихтан билдәле булыуынса, граждандар һуғышы Күсей ауылын да ситләтеп үтмәгән.
— Граждандар һуғышының Күсей ауылы янында булған хәл-ваҡиғалары Муса Мортазин исеме менән бәйле.
Төбәктә күпләп табылған һәм музейҙарҙа урын алған ҡомартҡылар — ошо ваҡиғаларҙың өнһөҙ шаһиттары.
Тап Күсей ауылы янында М.Мортазин полкы хәрби берәмек булараҡ һаҡланып ҡына ҡалмай, ә дәһшәтле көс булып, казактарҙы тар-мар итә. Был хәл 1919 йылдың 28 февралендә була һәм Совет власын һынландырған Смоленск полкы командованиеһының башҡорттарға ҡарашын яҡшы яҡҡа үҙгәртергә булышлыҡ итә.
Мортазиндың үҙ белдеге менән позиция биләүе Смоленск полкы командиры Боряков, 20-се дивизия командиры Зеленцовҡа оҡшамай.Улар Мортазиндың полкын, ғөмүмән, бөтә башҡорт ғәскәрҙәрен ҡорал ташлатып, тулы капитуляция талабы ҡуялар. Мортазин, яуап эҙләп, Вәлидовҡа бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, З.Вәлидов та аныҡ ҡына яуап бирә алмай, полкты таратырға кәңәш итә. М.Мортазин ҡыҙылдарҙың икеләнеүен таратыр өсөн аҡ казактарға емергес удар яһай, 100-ләгән казакты әсиргә ала.
Беҙҙең төбәктә быға бәйле легенда йөрөй: Күсей янында әсиргә төшкән казактар араһында еңелеү белмәгән ҡылыс алышы оҫтаһы булған. ошо казак Мортазинды йөҙгә-йөҙ алышҡа саҡыра, имеш. Саҡырыуҙы ҡабул итмәү — үҙеңде хөрмәт итмәү. Мортазин фронтта артиллерист булып хеҙмәт итә, ҡылыс менән һирәк эш итә. Ни эшләргә? М.Мортазин — ҙур физик көскә эйә булған
ир-уҙаман, шуға күрә алышҡа сығыу менән артыҡ киҙәнмәй генә казактың ҡылысын гардаһынан һындыра һуға. Казак еңелеүен танырға мәжбүр була, ә Мортазин, казактан башҡаса башҡорттарға ҡаршы һуғышмаҫҡа вәғәҙә алып,тегене иреккә ебәрә.
Ошо ваҡиғалар иҫтәлегенә Күсей ауылында берәй урам йәки казактар менән булған алыш яланы М.Мортазин атамаһын алыр, тип уйлайым.
— Бында һәр тау, һәр таш тарих һөйләй, тигән һүҙҙәр Күсейҙә метафора ғына түгел. Рус ғалимы Н.И.Надеждин “Топонимика — ул Ерҙең теле” тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Топонимикала — халыҡ хәтере, уның тарихы, үткәне, мәҙәниәте, көнкүреше. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты доценты, филология фәндәре кандидаты Наилә Ласынова тыуған ауылы топонимдарын өйрәнгән. Һүҙҙе уға бирәйек.
Йәнгүҙәй, Тағанташ ҡаяларын, Күк бәрән тауҙарын, Ай йүгән артылыштарын һағынам, күк Ирәндек күкрәгенә һыйынып ултырған Күсейемде һағынам. Битләүҙәрендә ялдарын туҙғытып, сал ҡылғандар бәүелгән Олобейегемде, ҡулъяулыҡҡа ғына төрөп алып китерлек Йәнтәл тауымды һағынам, сылтырап ҡына ағып ятҡан Төпкәл тигән шишмәмде, йомро ҡамышлы, саҡ ҡына һағышлы Күрән тигән йылғамды һағынам”, — тип яҙһа, Таңсулпан Ғарипова тыуған ауылыбыҙ матурлығын түбәндәгесә тасуирлай: “Көнбайышҡа ҡараһаң, үркәс-үркәс һыртлы мәғрур Ирәндек тауҙары, көнсығышҡа баҡһаң, йөнтәҫ ҡылған һыртын ҡабартып, айҡалып-сайҡалып ятҡан сал дала…”
Бына ошондай хозур тәбиғәтле тыуған ауылыбыҙҙың һәр үҙәгенә, ташына, шишмәһенә, инешенә матур-матур исемдәр биреп, ата-бабаларыбыҙ үҙҙәренең тормош-көнкүреше, донъяны танып белеүе тураһында белешмә ҡалдырған. Ауылдашыбыҙ, педагогика фәндәре кандидаты Абдрахман Ғәлләмов “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында беҙҙе уратып алған топонимдарт тураһында “бер диссертациялыҡ материал”, тип белдерә. Уның был һүҙҙәрен үҙем хәтерләмәйем, әммә атайым һөйләгәндәрҙән яҡшы беләм. Филология фәндәре докторы, профессор К.Ғ.Ишбаев етәкселегендә диссертация яҙыр өсөн көньяҡ-көнсығыш Башҡортостан оронимияһы буйынса материал йыя башлағас, был һүҙҙәрҙең хаҡлығына инандым.
Ауылыбыҙҙың ер-һыу атамаларын семантик үҙенсәлектәре буйынса түбәндәгесә төркөмләргә мөмкин:
Объекттың күләмен, ҙурлығын сағылдырған оло, эре, оҙон, тәпәшәк, ҡыҫҡа һүҙҙәре менән яһалған атамалар: Оло бейек, Оло һырт, Оҙон һырт, Оҙон Шүрәле, Ҡыҫҡа Шүрәле, Тәпәшәк билән, Эре таш онимдарын индерергә була.
Объекттың төҫ үҙенсәлектәре менән бәйле атамалар составында аҡ, ҡара, йәшел төҫтәре йышыраҡ ҡулланыла: Аҡташ, Ҡараташ, Ҡаратау, Ҡараһаҙ, Йәшел.
Түңәрәк ҡыуаҡ, Тағанташ атамалары объекттың формаһы менән бәйле.
Төбәктең үҫемлектәр донъяһын Ағасты бейек, Асағайын, Ҡарағасты ҡыр, Ҡыҙыл селек, Суҡ ерек, Талморон топонимдары сағылдыра.
Айыу һаҙы, Бурһыҡ ташы атамалары хайуандар донъяһы менән бәйле.
Халыҡтың ярым күсмә йәшәү рәүешен һәм борондан килгән игенселек, малсылыҡ, һунарсылыҡ менән көн итеүе тураһында Иҫкызма; Бойҙай тауы, Борсаҡ баҫыуы, Шалҡан тауы; Аҡ һыйыр, Бурыл бейә, Күкбәрән, Һарыҡ тауы, Һыйыр сағылы, Һунар үҙәге атамалары һөйләй.
Антропонимдарҙан яһалған Аптулла түбәһе, Иҙрис ташы, Исмәғил кисеүе, Тимерйән, Әхмәтша кеүек башҡорт исемдәре менән бәйле атамалар менән бер рәттән осраған Аксинйә, Йәкәү, Кәндрәш үҙәге, Федоров яланы атамалары беҙҙең яҡтарҙа башҡа милләт вәкилдәренең дә йәшәүен иҫбатлай. Был Татар зыяраты, Урыҫ зыяраты этнонекронимдарында ла асыҡ сағыла.
Шулай уҡ ауыл халҡының күпселеге бесәнен сабып, мәнфәғәтен күргән Нарайыз да үҙенсәлекле сер һаҡлай. Хәҙерге башҡорт теле һәм уның диалекттары ерлегендә был һүҙгә аныҡ ҡына атама биреп булмай. Морфематик һәм сағыштырма лингвистик анализ ярҙамында был һүҙҙең фин-уғыр сығанаҡлы атама булыуын билдәләргә мөмкин.
Нарайыз нар һәм айыз компоненттарынан тора. Беренсе нар компоненты фин-уғыр телдәрендә төрлө мәғәнәләрҙә осрай. Мәҫәлән, удмурт, коми телендә nur (нар) 'һаҙлыҡ', селькуп телендә njar (няр) 'һаҙлыҡ', мари nur (нюр) ялан, фин noro (норо) 'үҙәк, үҙән, уйһыу урын' тигәнде белдерә. Шулай уҡ мари телендә nirka һүҙе 'соҡор-саҡыр, һикәлтә' тигәнде белдерә. Тимәк, нарайыз һикәлтәле, соҡор-саҡырлы, дымлы бесәнлек тигән мәғәнәне белдерә һәм был атама реаль ысынбарлыҡҡа тура килә.
Атаманың икенсе айыз компоненты коми-зырян телендә адз формаһында осрай һәм бесәнлек, сабынлыҡ, ялан мәғәнәһен бирә. Әйтелгәндәрҙән сығып, Нарайыз һаҙлыҡлы, соҡор-саҡырлы бесәнлек, тип әйтергә мөмкин.
Ғөмүмән, топонимистар Башҡортостанда фин-уғыр сығанаҡлы байтаҡ атамалар барлығын билдәләй. Р.З.Шәкүров башҡорттарҙың һәм фин-уғырҙарҙың уртаҡ зонаһы тип төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш Башҡортостанды күрһәтһә, С.Ф.Миржанова үҙәк һәм көньяҡ Башҡортостанда ла фин-уғыр сығанаҡлы атамалар булыуын билдәләй. Баймаҡ районы Күсей ауылы янындағы Нарайыз атамаһы — С.Ф.Миржанова фекерен дәлилләүсе бер атама.
Тағы ла шуны билдәләп үтеү мөһим: беҙҙә ауыл исеме менән бәйле ике атама бар — Күсей үре һәм Күсей ҡыры. Был ҡалҡыулыҡтар үҙҙәренә күрә территориаль сикте белдереп торалар. Ошоға тиклем тупланған материалдар араһында беҙгә теге йәки был ауылдың конкрет сиген белдергән атамалар осраманы.
Үрҙә телгә алынған атамалар үҙҙәренең ата-бабаларыбыҙ тураһында белешмә һаҡлауы менән дә, матурлығы менән дә Күсей ауылында борон-борондан сәсән телле, һәр нәмәгә иғтибарлы, ихтирамлы кешеләр йәшәүен дәлилләй. Шулай уҡ башҡа милләт вәкилдәренән тороп ҡалған атамалар ҙа Күсей еренең бай тарихлы, феноменаль төбәк булыуы тураһында һөйләй.
— Күсейҙең ер өҫтө һәм ер аҫты байлыҡтарына бай булыуы элек-электән ошо яҡты төйәк иткән халыҡтың көнитмешендә, кәсеп-шөғөлөндә, рухиәтендә, мәҙәниәтендә, донъяға ҡарашында, фәлсәфәһендә нисек сағылды икән?
— Башҡорттарға алтын сығарыу, уны һатыу менән шөғөлләнеүҙе тыйған закон ҡабул ителгәндән һуң Верхнеуральск өйәҙендә керҙәшлек (припуск) шарттарында тәүге алтын приискылары барлыҡҡа килә.
Күсей ауылы эргәһендә А.С.Жемчужников приискыһы асыла, тау һәм алтын сығарыу сәнәғәте нығына. Шул йылдарҙа сыҡҡан “Горный журнал”ы был турала бына ниҙәр яҙа: “Бында (Ирәндек буйында) 100 бот ҡомдан бер бот алтын (1 бот — 16,380 кг) йыуып алалар, бер ус ҡомдан — бер, хатта ике грамм алтын сыға”. Алтынға иң бай ерҙәр, иң арзан эш көсө Ирәндек буйҙарына “алтын биҙгәге” йоҡторған. Һөҙөмтәлә Ирәндек, Сапсал, Таналыҡ буйҙары алтын йыуыусылар тарафынан соҡор-саҡырға, ташландыҡ ерҙәргә — тыуған еребеҙҙең уңалмаҫ яраларына әүерелеп бөткән.
“Алтын биҙгәге” Рәмиевтар нәҫелен дә ҡыҙыҡтыра. 1870—1890 йылдарҙа Рәмиевтар Ирәндек буйында урынлашҡан 20-нән ашыу алтын приискыһын ҡулға төшөргән һәм алтын йыуыу эшен алып барған. Улар иҫәбендә Күсей приискыһы ла булған. Күсей приискыһы хужалары булып төрлө йылдарҙа Аполлон Жемчужников, Григорий Навалихин, Шакир Рәмиевтар эшләгән.
Күп һанлы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, алтын һәм башҡа файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығын билдәләү, сығарыу һәм эшкәртеү боронғо башҡорт мәғдәнселәре өлгөһөндә, уларҙың күп быуаттарға һуҙылған тәжрибәһе нигеҙендә башҡарыла. Күсей ауылы эргәһендәге шахталар: “Һабил шахтаһы”, “Ифрат”, “Тимерйән шахтаһы”, “Тоҡан шахтаһы”, “Асағайын шахтаһы” ошо турала һөйләй.
1992 йылда беҙҙең ауыл янында 5 кг ауырлығындағы юғары пробалы алтын самородогы табылыуын күптәр хәтерләйҙер. Уға “Ирәндек айыуы” тигән исем бирелеп, Башҡортостан Республикаһының Милли банкына тапшырыла һәм 2011 йылдың ғинуарында республика Милли музейына күсерелә.
“Ирәндек айыуы”ның беҙҙең баҫыуға килеп эләгеүе тураһында ике төрлө фараз йөрөй.Тәүге легенда буйынса, 1557 йылда башҡорттар ихтирам йөҙөнән Иван Грозныйға самородок бүләк итергә була, тик юлда уларға юлбаҫарҙар һөжүм итә. Бер уҡсы алтынды ергә күмеп өлгөрә. Уны тик 435 йылдаң һуң ғына табалар.
Ә икенсеһе — геология институты хеҙмәткәре Сәғит Йосопов самородокты тикшерә һәм ошондай фекергә килә: 1920 йылдарҙа беҙҙең тирәләрҙә, алтын табыу руднигында, самородок табыла, ул “Ирәндек айыуы”на оҡшаған була. Рудниктың хужаһы алтынды район үҙәгенә тапшырырға барғанда эҙһеҙ юғала. Сәғит Йосопов “Ирәндек айыуын” табылған ерҙең тупрағын тикшерә һәм ул участкала алтын табылмауын иҫбатлай, сөнки ундай гигант алтындар 10—15 метр тәрәнлектә ятырға тейеш, тигән фекергә килә. Нисек кенә булмаһын, “Ирәндек айыуы” — беҙҙең ауыл исемен Рәсәйгә танытҡан тағы бер феномен.
— 1880 йылда миллионер Рәмиевтар Күсей ауылында мәҙрәсә төҙөтә. Ул 1881 йылда асыла. Унда дини һабаҡтар менән берлектә яңы дәрестәр ҙә индерелә. Уҡытыу ғәрәп һәм латин телендә алып барыла. Халыҡ педагогикаһына, грамотаға өйрәтеүгә, тәрбиә эшенә ҙур иғтибар бүленә. Мәҙрәсәнең тәүге мөғәллиме булып Хөснитдин Мөхәмәтов тәғәйенләнә. Бик уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы, дини белемле кеше була ул. Хөснитдин хәҙрәт күрше ауылдарҙан килгән балаларҙы ла уҡыта. Артабанғы йылдарҙа малайҙар мөғәллиме булып Хәйрулбәшир Хәсән улы Әхмәтов эшләй.
1918 йылда Күсейҙә совет мәктәбе асыла. Уҡытыу эшен Фитрат Хөснитдин улы Абдуллин, Мөхәмәт Шәйхислам улы Аҡназаров, Әширәф Әбделғәни улы Ғүмәров алып бара. Граждандар һуғышы һәм 1921 йылдағы аслыҡ йылдарында ауылда белем биреү туҡтатыла. 1925 йылда башланғыс мәктәп яңынан асыла һәм 1937 йылда ете йыллыҡ итеп үҙгәртелә. Ошо йылдарҙа уҡытыусылар булып Әсмә Баймырҙина, Сәкинә Исламғолова, Маһикамал Ибәтуллина, Мостафа Зәйниғәбдинов, Дамулла Игебаев, Ғәҙел Әҙеһәмов һәм Яҡуп Илсебаевтар эшләй. Был йылдарҙа мәктәп яҡын-тирәлә иң ҙур мәктәптәрҙең береһенә әүерелә. Унда Хәлил, Төркмән башланғыс мәктәптәренән һәм Басай, Иҫәнбәт, Тоҡтағол ауылдарынан 200-ҙән ашыу бала белем ала.
1988 йылда ауылыбыҙҙа ике ҡатлы яңы мәктәп һалынды.
Мәктәп музейында уҡыу йортоноң тарихы, унда эшләп киткән һәр етәксе, уҡытыусы тураһында иҫ киткес бай мәғлүмәт тупланған. Күсей белем усағы — районда алдынғылар сафында. Әле бында яңы ғына хеҙмәт юлын башлаған йәштәр һәм бай тәжрибәле уҡытыусылар эшләй. Улар район һәм республикабыҙҙа үткәрелеп торған төрлө профессиональ конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, мәктәп данын арттыра, уҡыусылары ла остаздарынан ҡалышмай. Уҡытыусылар коллективы “Үҫеп килеүсе быуынды ауылдан сыҡҡан шәхестәрҙең тормош юлы һәм ижады миҫалында тәрбиәләү” проекты өҫтөндә эшләй.
— Ҡунаҡбай Шәриф улының 26 йыл Күсей мәктәбендә директор булып эшләүе лә һирәк осрай торған күренеш.
— Күсейҙә бөгөн 535 кеше йәшәй. Ауыл — үҙенә күрә оло бер ғаилә бит ул. Эшһөйәр, берҙәм кешеләр күп беҙҙә. Яңы өйҙәр төҙөлә, ауыл йылдан-йыл мату-
рая. Ауылдаштар бына тигән итеп донъя көтә, балалар үҫтерә, мал-тыуар аҫрай, Ватаныбыҙҙың данын арттыра. Беҙ күмәкләшеп өмәләр, йолалар, байрамдар ойошторабыҙ. Районда 30 йыл элек беренселәрҙән булып “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын башлап ебәргәндәр ҙә — күсейҙәр. Һәр биш йыл һайын ауыл халҡы, ситтә йәшәгән яҡташтарын бергә йыйып, туғанлыҡ хистәрен яңырта, дуҫлыҡ ебен нығыта, йорттар ҡайтанан ҡупшыланып, ҡунаҡ ҡабул итә. Тыуған яғыңды ҡәҙер итеү, ауылдаштарыңды ихтирамға күмеү, үҙ ырыу-нәҫелеңде белеү — халҡыбыҙ өсөн яҙылмаған ҡанундар ул.
Осрашыуға бөтә ауыл менән ентекле әҙерләнәбеҙ. Һәр хужа үҙенең йорт-ҡураһын, ишек алдын, ҡоймаларын тәртипкә килтерә, ҡатын-ҡыҙ баҡсаһында күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр үҫтерә. күмәкләп өмәләр үткәрелә, зыярат тәртипкә килтерелә, мәсеткә ремонт эшләнә, сүплектәр таҙартыла. Күсейҙең данлы үткәне, мәктәп тарихы, күренекле кешеләр, өлгөлө ғаиләләр хаҡында йөкмәткеле стендтар әҙерләнә. Ситтә йәшәгәндәрҙе ҡунаҡсыл ауылдаштары тулы әҙерлек, яҡты йөҙ, мул табын, йыр-моң менән ҡаршылай. Ауылдаштарыбыҙ ситтә йәшәһә лә, тыуған төйәген онотмай, йыш ҡына ҡайтып тора, ярҙам ҡулы һуҙа. Мәҫәлән, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миҙхәт Байрамғолов улдары Фирғәт һәм Булат менән ауыл мәсетенә зәңгәр ут тоташтырыуҙы тулыһынса үҙҙәре атҡарып сыҡты.
Ашҡынып ҡайтҡан һәммәһе лә тәүҙә мәктәптә урынлашҡан музейҙа йыйыла. Уның етәксеһе Гүзәл Игебаева ауыл, мәктәп тарихы менән таныштыра.
Беҙҙә бөтә саралар ҙа тип әйтерлек Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар хөрмәтенә ҡуйылған обелискыға, Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың бюсына сәскә һалыуҙан, яуҙа һәләк булғандарҙы хәтергә алыуҙан башлана.
Беҙҙә 50 йыл бергә ғүмер иткән өлгөлө ғаиләләрҙе ҡотлау матур йолаға әйләнеп китте. Ундай ир-азаматтар барҙа ауылыбыҙ бөтмәҫ, үҫер, яңырыр. Ауылыбыҙ таланттарға бай. Йыл әйләнәһенә клуб моңло йырҙарҙан, дәртле бейеүҙәрҙән гөрләп тора. Смотр-конкурстарҙа бөтә ауыл ҡатнаша: йырламаған, бейемәгән, шиғыр яҙмаған кеше юҡ беҙҙә. Биләмәнең иң сағыу сараларының береһе итеп Округтар араһындағы концерттарҙы билдәләр инем. 3 ай дауамында барған концерттарҙа әллә күпме яңы таланттар асылды.\
Күсейҙәр спорт менән дә дуҫ. Районда үткән бер ярыштан да ҡалған юҡ, ҡатнашабыҙ, еңәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында волейбол ярыштары, “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!”, “Күңелле старттар” уйындары бик ҡыҙыҡлы үтә. Ҡышҡы осорҙа Нурзиә Үтәғолова тарафынан үткәрелгән һауыҡтырыу гимнастикаһы дәрестәрендә бик күп ҡатын-ҡыҙҙар шөғөлләнде.
Ауылда “Таңсулпан” клубы, “Игебай мәктәбе” эшләп килә. Үткәрелгән сараларҙа ауыл депутаттары, старосталар, имам-хатибтар актив ҡатнаша. Күсей ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы уңышлы эшләй, улар — ауыл биләмәһе хакимиәтенең иң яҡын ярҙамсылары.
— Күсей ауылында мин дүртенсе тапҡыр. мәшһүр шағирыбыҙ, Ирәндек бөркөтө Абдулхаҡ Игебаевтың 50, 60, 70 йәшлек юбилейҙарында ҡатнашырға яҙҙы миңә. Бөгөн күренекле әҙибә Таңсулпан Ғарипова менән бергәләп килдек. Күсей ҡыҙы Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы — иҫ киткес егәрле кеше. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында башланы ул хеҙмәт юлын. ғәрәп графикаһында яҙылған ҡулъяҙмалар менән эшләне. Ҡол Ғәлиҙе тәржемә итте. Әҙәбиәткә һуң килһә лә, юғалып ҡалманы. Бөгөн ул исеме республикалағы һәр кемгә таныш әҙибә, уның әҫәрҙәрен халыҡ йотлоғоп уҡый.
Бәрәкәтле Күсей ерендә бөгөн “Ватандаш” ойошторған форумда бер төркөм ғалимдар, әҙиптәр ҡатнашабыҙ. Иң һөйөндөргәне — залда балаларҙың булыуы, улар — беҙҙең киләсәгебеҙ. Ояһында ни күрһә, улар шуны атҡарасаҡ. Элек аҡ тирмәләрҙә аҡһаҡалдар фекер алышҡанда, кәңәш ҡорғанда, балалар ишек төбөндә ололар әйткәнде һеңдереп ултырыр булған.
Таланттар ауылда тыуа, уларҙың тамырҙары тыуған ерендә, уларҙы күрә беләйек, үҫтерәйек. Совет йылдарында Өфө белгестәре республика ауылдары буйлап талантлы йәштәрҙе эҙләгән. Мәҫәлән, Йылайырҙан атаҡлы ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовты, Ейәнсура районынан буласаҡ мәшһүр йырсылар Мәғфирә Ғәлиева менән Сөләймән Абдуллинды һайлап алалар. Белореттан — композитор Заһир Исмәғилевты, нотаның нимә икәнен дә белмәгән, бер ниндәй музыкаль белеме булмаған, хатта русса бер һүҙ белмәгән балаларҙы Мәскәү консерваторияһына уҡырға ебәрәләр. Шулай итеп, хөкүмәт хәстәрлеге менән бик күп милләттәштәребеҙҙең талантына киң юл асыла.
Беҙгә йыш ҡына милләттәштәребеҙ йәшәгән Силәбе, Ырымбур яҡтарында булырға тура килә. Үҙебеҙ менән ҡурайсы, йырсыларыбыҙҙы ла алып барабыҙ. Унда йәшәгән халыҡ шул ҡәҙәре ҡурай моңона һыуһаған, башҡорт йырын һағынған. Был юлы Буранбай ауылынан Айтуған Усманов барҙы. Бик талантлы егет. Шул ҡәҙәр матур итеп халыҡ көйҙәрен уйнаны, тамашасыны әсир итте, милләттәштәребеҙҙең күҙҙәре йәшкә мансылды. Сит яҡтарҙа ла рухлы, иҫ киткес талантлы ҡурайсыларыбыҙ булған, әле лә бар. Ҡурай моңо бит беҙҙең тарихи хәтеребеҙҙә, ул һаҡланған, балаларыбыҙға килеп еткән. Таланттарҙы күрә беләйек, үҫтерәйек. Балаларҙа, йәштәрҙә милли үҙаң тәрбиәләйек, этник хәтерҙе һаҡлайыҡ, башҡортлоҡто юғалтмайыҡ. Милли тойғоларыбыҙ — ер-һауаларҙа, тыуған ауылдарыбыҙҙа. Быуындан-быуынға күсеп килгән йолаларыбыҙҙы, көнкүрешебеҙҙең йәшәү рәүешен, башҡорт ҡурайын, балын, данлыҡлы башҡорт йылҡыларын һаҡлайыҡ.
Республикабыҙ ауылдарында Күсей һымаҡ таланттарға бай төбәктәр күп, улар бар һәм буласаҡ. Баймаҡ районының тағы Буранбай, Ейәнсураның — Абҙан, Шишмәнең — Келәш, Хәйбулланың — Әбеш, Мәсетленең — Һөләймән, Әбйәлилдең Ҡаҙмаш ауылдарын ғына алайыҡ. Уларҙың һәр береһе — феномен, ә был күренештең тамыры — төйәгебеҙҙең уникаль тәбиғәтендә, халҡыбыҙҙың бай ижадында, беҙҙең боронғо традицияларыбыҙҙы һаҡлап килеүсе халыҡ хәтерендә.
“Ватандаш” шәп проект башлап тора, уның дауамы булып, осона барып сыҡһа, феномен ауылдарҙың тамырҙарын барлап сыҡһалар ҙур, бик кәрәкле эш эшләнер.
— Таланттарҙы, үлемһеҙ әҫәрҙәрҙе, шәхестәрҙе үҫтереүҙә ауылдың роле ҙур. Әле ауылыбыҙҙа талантлы йәштәр үҫеп килә. Ситтән төшкән килендәр хәҙер ағинәйҙәр булып йөрөй. Күсей килендәрен гел
матур итеп иҫкә алам. Килендәр күтәрә тормошто, Күсей ҡатындары, улар дауам итә тарихты. Ирҙәр иртә китә Күсейҙә, алтын касафатылыр инде. Минең әсәйем дә, совет мәктәбенең тәүге уҡытыусыһы Әсмә Баймырҙина, ауылыбыҙға килен булып төшкән.
Ауыл феноменын алтындан күрмәйем. Алтынлы илдең аһ-зары, алтындың ҡом тауҙары, йыртҡысланған ер, шурфтар ғына ҡалған ауылда. Күпме алтын бирһә лә ауылдаштарым, йәлсемәгән Күсей. Юлдар юҡ, ерҙе боҙғас, көтөү көтөр, бесән сабыр урын юҡ. Күсей халҡының бар һәләте, таланты — ҡандан, генетик хәтерҙән, тарихи боронғолоҡтан, аҡыл тәрәнлегенән, традицияларынан, ғөрөф -ғәҙәттәренән. Балалар шуны белеп-күреп үҫә, ауыҙ- тел ижадын өйрәнә. “Ҡурайсы Хәмит Әхмәтов кеүек кеше юҡ”, — тигән Ишмулла Дилмөхәмәтов. Ул үҙе бер феномен булған. Уларға тиклем данлыҡлы ҡурайсылар булған, сөнки быуындан-быуынға, нәҫелдән-нәҫелгә күскән уларҙың оҫталығы.
Ғөмүмән, халыҡ талантын һаҡлай белергә кәрәк.Учалынан мәшһүр йырсы, 90-ды үткән Абдулла Солтановты ғына алайыҡ. Бәләкәй буйлы, ҡураныс ҡына ҡарт бит инде. Күҙҙәре лә йүнләп күрмәй. Хоҙай тәғәлә тарафынан бирелгән тауышына ул шул тиклем һаҡсыл булды. Талантының халыҡтыҡы икәнен аңлап, үҙ миссияһына тоғро ҡалды. Ғалим Абдрахман ағай Ғәлләмов, әсәйемдең уҡыусыһы, минең уҡытыусым, етем үҫкән, ректорҙың күсере булып йөрөгән, әммә бөтә һәләтен, көсөн белем алыуға йүнәлткән. Абдулхаҡ Игебаев, етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнгән. Үҙен-үҙе бейеклектәргә күтәргән шәхес бит ул! Һәләтеңде ергә күмһәң — үҙең ғәйепле. Йәүҙәт Бикбирҙин иҫ китмәле талант эйәһе булды, уның атаһы ла бейеү оҫтаһы булған. Халҡыбыҙ бейеүҙәре — быуын-быуынға күсеп килгән мәҙәни байлығыбыҙ. Уҡытыусы Мәрхәбә Мусина бәләкәйҙән бейеүҙәрҙе отоп алырға ғына тора ине, шул ҡәҙәре оҫта бейеүсе, әсәһе, өләсәһенә еткән кеше булманы улар уртаға төшкәндә. Халыҡ бейеүҙәрен еренә еткереп бейерҙәр ине.
Беҙҙең халыҡта артистизм көслө. Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектаклен иң тәүҙә үҙешмәкәр артистар беҙҙә, Күсейҙә ҡуйҙыҡ. Профессиональ артистар ары торһон! Был сәхнәлә күпме спектакль уйналды, концерт ҡуйылды, тирә-яҡ ауылдарға ла йөрөнөк. Сибай артистары беҙҙән һуң ул ауылдарға бармай торғайны, күсейҙәрҙән һуң беҙгә унда барыуҙан фәтүә юҡ, тип.
Күсей халҡы феномены бар. Халыҡ рухына, генетик хәтергә бәйле ул феномен. Гендар менән бирелгән һәләтте һаҡлай белергә кәрәк. Халыҡ үҫтерә, һаҡлай уны. Миңә бер кем дә бер нәмәне лә әҙерләп ҡуйманы. Ауылдан Түбә ҡасабаһына 4 бала йәйәү йөрөп уҡыныҡ. Шуларҙың икеһе — уҡытыусы, берәүһе тиңдәше булмаған хирург, дүртенсеһе лә тормошта үҙ урынын тапты. Тауҙар артылып уҡырға йөрөнөк, белем алдыҡ, тырыштыҡ, кеше булдыҡ, үрҙәр яуланыҡ, беребеҙ ҙә юғалып ҡалманыҡ. Бөтәбеҙ ҙә алдыбыҙға маҡсат ҡуя, кемдән нимә өйрәнергә белдек. Ауылыбыҙ шәхестәре беҙгә юл яҡтыртты. Абдулхаҡ Игебаевтың Күсейен данлаған шиғырҙары менән үҫтек. Күсейгә тиң ауыл донъяла юҡ тигәненә лә, таҡмаҡ әйткән турғайҙары барына ла ышандыҡ. Уҡытыусыларыбыҙ шул шиғырҙарға ниндәй һөйөү уята алған!
Шағир Батыр Вәлид фронттан ҡайтҡас, халыҡ менән тулы клубта уның менән осрашыу ойошторолдо. Беҙгә, ҡыҙҙарға, яландан сәскә йыйып алып килергә ҡуштылар. Гөлләмәләребеҙҙе тотоп, алғы рәттәр янындағы иҙәндән урын алдыҡ. Шәмгә ут алғас, малын тәрбиәләп япҡас, халыҡ йыйылды. Һуғышта алған яраларынан һуң тома һуҡыр ҡалған фронтовиктың шиғырҙарын ихлас тыңланыҡ. Һуҡыр күҙҙән дә йәш сыға, тиҙәр бит. Күсей халҡының ихласлығынан иланы фронтовик. бәлки, халыҡ һөйөүе, ихласлығы уның ғүмерен оҙайтҡандыр, шағир иткәндер.
Тыуған яҡ — ижади кеше өсөн һәр ваҡыт ижад сығанағы инде ул. Ә халыҡҡа китап ҡына түгел, әҙиптең тере һүҙе лә кәрәк. Әле бына Ҡәҙим Аралбайҙың “Рух һүнмәһә, ил үлмәҫ!” шиғырын йотлоғоп тыңланылар. Шағир йөрәгенән сыҡҡан шиғыр уның үҙе башҡарыуында үҙәктәргә үтеп инә бит. Ваҡытында әйтелгән дөрөҫ һүҙҙең бәҫе — алтындарҙан артыҡ хазина. Тамырһыҙ ағас та, сәскә лә үҫмәй. Тамырҙарыбыҙҙы юғалтмай, киләһе быуынға еткереү беҙҙән тора.
— Ғафури районындағы Сәйетбаба ауылы донъялағы иң ҙур башҡорт ауылы булараҡ билдәле. Башҡорт дәүләт университеты профессоры, филология фәндәре докторы Ғиниәтулла Сафиулла улы
Ҡунафин — нәҡ ошо ауылдан. Феноменаль ауылдар хаҡында уның фекерен ишетәйек.
Курсташым Таңсулпан Ғарипова — һеҙҙең ауылдашығыҙ һәм ул беҙҙең башҡорт әҙәбиәтенең бер феноменаль күренештәренең береһе. 1968 йылдан, студент саҡтан алып бер-беребеҙҙе беләбеҙ. Уның йөрәгендә — халҡы, Баймағы һәм Башҡортостаны. Феноменаль шәхестәр күп, элек-электән булған улар изге башҡорт ерендә. Уларһыҙ, олатай-өләсәйҙәрҙең, атай-әсәйҙәребеҙҙең тарихын, үткәнен белмәй тороп, беҙ юҡ. Ризаитдин Фәхретдин, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Бабич һымаҡ бөйөк шәхестәребеҙҙе белергә, онотмаҫҡа тейешбеҙ.
Баймаҡ — бәрәкәтле яҡ. Уның бер яғында Арҡайым булһа, икенсе яғында — Таналыҡ. Баймаҡ — үҙе бер феномен. Әҙәбиәтебеҙҙе, революцияға тиклем булған рухи мираҫыбыҙҙы өйрәнергә кәрәк. Аҡмуллалар, Биксуралар онотолорға тейеш түгел.
Тағы шуны әйтеп китеү кәрәк: халыҡтың күңелен ҡуҙғатыуҙың, йөрәген уятыуҙың иң йоғонтоло сараһы — дингә ҡайтыу. Динле булыу яулыҡ ябынып, түбәтәй кейеп йөрөү генә түгел. Башҡорт — динде күңеле, йөрәге менән ҡабул итә торған милләт. Башҡорт үҙенең күңеле, ҡылған ғәмәле менән дини асылына тоғро. Рухи ҡыйралыш динебеҙҙән ситләшкәс башлана. Беҙ йөрәктәребеҙҙе уятыусы, халыҡты туплаусы көс асҡысы диндә икәнлеген аңларға тейешбеҙ. Ислам тәғлимәте “Уҡы!” тигән саҡырыуҙан башлана. Һәр башҡорт үҙ туған телендә сыҡҡан баҫмаларҙы алдырырға, уҡырға тейеш. Аллаһы Тәғәлә беҙгә еребеҙҙе һаҡларға, халҡыбыҙҙы һаҡларға бурыс йөкмәткән, беҙҙең өҫтән әле лә был яуаплылыҡ төшмәгән. Башҡорттоң көсө — уның тәрән тамырҙарында. Әгәр ҙә беҙ боронғолоғобоҙҙа ниндәй көс ятҡанын, “башҡорт феномены” мөғжизәһенең серен аңлаһаҡ, шуны ҡайтара алһаҡ, халҡыбыҙҙың киләсәге булыр.
Күсейҙең бәрәкәтле ерендә, ошо залда үҫеп килгән йәш быуын, балалар ултырыуы ҡыуаныслы. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ. Йәштәребеҙҙе маҡсатлы йәшәргә өйрәтеү фарыз. Иң тәүҙә йәштәребеҙ аңына “Һеҙ — милләт киләсәге” тигән инаныуҙы һалырға кәрәк.
— Күсей халҡының данлы тарихы, уңған кешеләре менән күптән танышмын. Ауылдың 200 йыллығына арналған байрамда, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”
исемле күркәм сарала ҡатнашҡаным бар. Күп кенә шәхестәрегеҙ менән аралашырға яҙҙы, әле лә улар менән ижади дуҫлығыбыҙ дауам итә. “Башҡортостан
ҡыҙы” журналында һеҙҙең ауыл ҡатын-ҡыҙҙары тураһында әленән-әле яҙып торабыҙ. Яҙаһы нәмәләр күп әле Күсей тураһында. Бында уникаль шәхестәр күп. Ошо бәрәкәтле ерҙең хужаһы булып, уның яҙмышы өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә алып, атай-олатайҙар тарихын, үткәнен һәм бөгөнгөһөн барлап, йәш быуынды халыҡ педагогикаһы нигеҙендә шәхес итеп тәрбиәләп, таланттар үҫтереп, ауыл ғәмдәре менән, алдарына матур маҡсаттар ҡуйып, тырышып донъя көткән Күсей халҡы оло ихтирамға лайыҡ.
— Таңсулпан апай дөрөҫ әйтте, ауылды килендәр күтәрә, тип. 34 йыл инде ошо ауыл киленемен. Ярҙамсыл, аҡыллы, ғәҙел кешеләр йәшәй бында.
Күсейҙә йәшәүемә ҡыуанам, арҙаҡлы шәхестәренә һоҡланам. Мин Күсей ауылы, уның талантлы кешеләре, сәсәндәре, йырсы-бейеүселәренә ғүмерем буйы ғашиҡмын, улар миңә дәрт бирҙе, рух өҫтәне. Хәҙер мин дә шиғыр яҙам, йырлайым, концерттарҙа ҡатнашам.
— Үҙемдең ата-олатайҙарын тарихын беләм. Данлы Күсейҙең бер кешеһе булыуым менән ғорурланам. Күп ерҙәрҙә булдым, әммә беҙҙең ауыл кеүек йәмле ер, минең ауылдаштарым һымаҡ ихлас кеше юҡ. Ололарға ихтирамлы, йәштәргә хәстәрлекле беҙҙең халыҡ. Сит яҡтарҙа ла күп эшләнем. Беҙҙең башҡорт хәҙер ил буйлап сәселгән. Себер яҡтарында күптәр, барһаң,
ауыл, район тураһында һорашалар, һағындыра, тиҙәр. Бушҡа ғына ололар сит ерҙәрҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул, тимәгән. Хәҙер ауылыбыҙҙа үҙ
көсө менән гөрләтеп донъя көткән ғаиләләр артыуы ҡыуандыра. Таланттарға килгәндә, беҙҙә һәр кем оҫта йырсы, бейеүсе, кәрәк икән — артист. Абдулхаҡ ағайыбыҙ әйтмешләй, ҡылғандар йырлап торғанда, беҙ нишләп йырламаҫҡа тейеш?
Күсей ауылына феноменаль күренеш булараҡ ҡараш һалыу теманың бик тә актуаль икәнлеген күрһәтте. Фәнни күҙлектән иғтибарға лайыҡ булыуҙан тыш, тәрбиәүи йәһәттән дә әһәмиәте ҙур бындай сараның. Шуға ла, ғөмүмән, ауылдар хаҡында һығымта яһалыуы тәбиғи.
Беҙҙең илдә ауылдарға ҡарата аҙыҡ-түлек етештереүсе, халыҡты туйындырыусы тигән бер яҡлы ҡараш өҫтөнлөк итә. Ә уның мәҙәниәтебеҙ, рухыбыҙ сығанағы, борондан килгән йолаларыбыҙ, телебеҙ һаҡсыһы булыуы иҫәпкә алынмай. Шуға ҡарамаҫтан, ауыл йәшәй, заман ауырлыҡтарына бирешмәй. Сөнки уның үҙ-үҙен һаҡлай торған көсө лә бар. Күсей ауылы бының асыҡ миҫалы.
“Ватандаш” журналы редакцияһы республикабыҙҙың феноменаль ауылдары хаҡында һөйләшеүҙе дауам итәсәк.
Форумда ҡатнашыусылар Күсей төп белем биреү мәктәбе