Башҡортостан Республикаһы Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге белгестәре Бөрйән районында Рәсәй һәм сит ил сәйәхәтселәрен йәлеп итә алырлыҡ туристик кластер булдырыу, мәмерйәлә алып барылған эштәр һәм ҡыҙыҡлы табыштар хаҡында һөйләне, уның үҫеш перспективаһы пландары менән уртаҡлашты. Журналдың баш мөхәррире, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева алып барған форумда шулай уҡ йәмәғәтселек вәкилдәре лә ҡатнашты. Халҡыбыҙҙың рухи Мәккәһенә дәғүә итерлек мәҙәни ҡомартҡыбыҙға ҡағылышлы ҡыҙыҡлы сығыштарҙы һәм фекерҙәрҙе журнал уҡыусыларына тәҡдим итәбеҙ.
— 2012 йылда Шүлгәнташ ЮНЕСКО исемлегенә инеү өсөн кандидат булып теркәлгәс, беҙҙең алға объектты ошо ойошма талаптарына тура килтереү бурысы ҡуйылғайны. 2013 йылда мәмерйәлә ЮНЕСКО эксперттары булып китте, һәм беҙ уларҙың кәңәштәре буйынса эш башланыҡ.
Белеүебеҙсә, мәмерйәләге һүрәттәр әле деградация кисерә. Беҙҙең бурыс — һүрәттәрҙең юйылыуын туҡтатыу, ундағы микроклиматты өйрәнеү, яңы методикалар буйынса мониторинг алып барыу, мәмерйәнең эсен тәртипкә килтереү.
Белгестәр әйтеүенсә, Шүлгәнташ — донъялағы иң бысраҡ мәмерйәләрҙең береһе. Тикшеренеүҙәр барышында шуны асыҡланыҡ — бындағы яҙыуҙарҙың (улар граффити тип атала) күпселек өлөшө XX быуаттың 20-се йылдарына тура килә. Беҙҙең белгестәр граффитиҙарҙы анализлап, уларҙы юйыу буйынса эш алып бара. Әйтергә кәрәк, ошондай ентекле һәм әһәмиәтле эшкә тотонор алдынан тәжрибә өйрәнеү маҡсатында Франциялағы, Испаниялағы мәмерйәләрҙе барып күрҙек. Донъялағы тау ҡыуышлыҡтары араһында Испанияның Альтамира мәмерйәһе — иң ныҡ өйрәнелгәне. Унда һәр эш график буйынса атҡарыла. Һүрәттәрҙе һаҡлау, консервациялау юғары кимәлдә ойошторолған. Ласко мәмерйәһендә лә булдыҡ. Европа белгестәренең барыһы ла Шүлгәнташ мәмерйәһен Эудаль Гийоме исемле белгескә күрһәтергә кәңәш бирҙе. Беҙ уның менән бәйләнешкә индек һәм берлектә Шүлгәнташҡа ике аҙналыҡ экспедиция ойошторҙоҡ. Эудалде иң аптыратҡаны туристар ҡалдырған граффити өлгөләренең күплеге булды. Уларҙың күмер менән дә, буяу менән яҙылғандары ла бар. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк: Рәсәйҙә быға тиклем Шүлгәнташтан башҡа бер мәмерйәне лә таҙартҡандары булмаған. Гийоме тәжрибәһе менән уртаҡлашты, хеҙмәткәрҙәребеҙгә үҙ алымдарын өйрәтте. Хәҙер инде был эште үҙ көсөбөҙ менән атҡарабыҙ. Николай Григорьев, Дим Ғиззәтов, Нәсимә Яхина кеүек белгестәребеҙ үҙҙәре реставрация яһай.
Мониторинг алып барыу өсөн сит илдә эшләнгән заманса ҡорамалдар алдыҡ, хәҙер мәмерйәне датчиктар ярҙамында тикшереп торабыҙ. Киләсәктә бар нәмә лә автоматлаштырыласаҡ.
Рухи ҡомартҡыбыҙҙы һаҡлау, уны тәртипкә килтереү — төп бурысыбыҙ, әммә Шүлгәнташты донъя кимәленә сығарыу, иң юғары талаптарға яуап бирерлек объект булараҡ танытыу ҙа ифрат мөһим. Ошоға бәйле, эксперттар тарафынан музей комплексы булдырыу бурысы ла йөкмәтелгәйне. Бер нисә йыл элек Европалағы Альтамира, Шове, Ласко музейҙары менән тығыҙ бәйләнеш булдырып, шул эшкә тотондоҡ. Хөкүмәт тарафынан махсус йөкләмә алғанға тиклем үк буласаҡ музейҙың урынын билдәләп, геодезия эштәре үткәргәйнек инде. Әлеге мәлдә музей проектын тамамлау өҫтөндәбеҙ. Комплекс мәмерйәнән ике саҡрым алыҫлыҡта урынлашып, майҙаны 3 мең квадрат метр тәшкил итәсәк.
Һүрәттәрҙең күсермәһен (факсимиле) эшләүгә килгәндә, француз реставраторы Ален Далис менән хеҙмәттәшлек итергә уйлайбыҙ. Уның концепцияһы ябайыраҡ та, арзаныраҡ та, ысынбарлыҡҡа нығыраҡ тап килә. Европалағы тәжрибәне иҫәпкә алып эшләү беҙгә күпкә еңелерәккә тура килә. Сөнки унда нанотехнологиялар, яңы ысулдар йылдамыраҡ үҫешә, Көнбайыштағы белгестәр тәжрибәлерәк тә. Дәүләт экспертизаһы үтеп, быйыл эштәрҙе башларға ниәтләйбеҙ.
Амфитеатрҙа фильмдар күрһәтеү, концерт һәм
тамашалар уҙғарыу мөмкин буласаҡ
— Шүлгәнташ мәмерйәһен өйрәнеү, һаҡлау, популярлаштырыу һәм уны ЮНЕСКО-ның донъя мираҫтары исемлегенә индереү буйынса саралар планға ярашлы алып барыла. Башҡортостан фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Рәсәй Фәндәр академияһының археология институты (Мәскәү ҡалаһы), А.П.Карпинский исемендәге геология институты (Санкт-Петербург ҡалаһы) һәм “Шүлгәнташ” дәүләт ҡурсаулығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Бөтә эш халыҡ-ара эксперттар рекомендацияларына һәм тейешле документтарға ярашлы алып барыла. Тәү сиратта билдәле археолог В.Г.Котов етәкселегендә мәмерйә сиктәрен демаркациялау уҙғарылды. Объекттың буфер зонаһы булдырылды. Ҡомартҡыны ҡануниәт кимәлендә һаҡлау механизмдары эшләнә.
Мәмерйә ҡыуышлығындағы граффити өлгөләрен бөтөрөүгә килгәндә, бөгөнгө көнгә 637 яҙыуҙы юйҙыҡ. Әйткәндәй, бер хәрефте бөтөрөү өсөн өс-дүрт сәғәт кәрәк. ҡыуышлыҡ стеналарында төрлө микроорганизмдар таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн химик препараттар ҡулланылмай, бары тик мәмерйәләге һыу һәм буяу пигменттары менән эш итәбеҙ.
ЮНЕСКО тарафынан һаҡланылыусы объекттар исемлегенә инеүҙең тағы бер шарты — тәбиғи ҡомартҡының төп нөсхә булыуын һәм уның теүәллеген фәнни яҡтан иҫбат итеү. 2013—2015 йылдарҙа Австриянан бер төркөм белгестәр Ю.В.Дублянский етәкселегендә Шүлгәнташта мәмерйәләге һүрәттәр буйынса радиоизотоп тикшеренеүҙәр уҙғарҙы. Һүрәттәрҙең палеолит осорона ҡарағанлығы иҫбат ителде, һөҙөмтәләр ЮНЕСКО-ға ебәрелде.
Ғөмүмән, бик ҙур эш башҡарылды, номинацияға дәғүә итеүҙең аныҡ формаһы билдәләнде.
— Музей комплексына килгәндә, Рәсәйҙә ундай форматтағы музейҙар юҡ. 2014 йылда Франция һәм Испанияға барып, уларҙың тәжрибәһен өйрәнеп ҡайтҡандан һуң, комплекстың ниндәйерәк булырға тейешлеге асыҡ күҙ алдына баҫты, эште нимәнән башларға кәрәклеген аңланыҡ. Донъя кимәлендә юғары талаптарға ярашлы объект кәрәк, уның архитектураһы ла, майҙаны ла, экспозицияһы ла Европа музей комплекстарынан ҡалышырға тейеш түгел. Архитектура йәһәтенән ул “Урал батыр” эпосына һалынған фәлсәфәгә бәйле буласаҡ. Вертикаль буйынса ҡарағанда, комплекстың архитектураһы “Урал”, “Донъя” һәм “Шүлгән” өлөштәренән тора. Урал менән Шүлгәндең бәрелеше аҡ һәм ҡара төҫтәрҙә һынландырыласаҡ. Аҡ төҫ — яҡтылыҡ, изгелек, ул Уралды кәүҙәләндерә, ҡара төҫ (яуызлыҡ) — Шүлгәнде. Улар араһындағы быяла — ысынбарлыҡ, беҙҙең донъя. Комплексҡа ингән урын Шүлгәнташ мәмерйәһе ауыҙы һымаҡ итеп эшләнәсәк. Һул яҡта фонтан — ул мәмерйә эсенән ағып ятҡан күлдең һынланышы. Консоль, йәғни сыға биреберәк торған ҡулайлама, мәмерйәгә инеп киткән урынды хәтерләтергә тейеш. Скульптура тирә-яҡтың тектонопластикаһын ҡабатлай, тау формаһына тартым буласаҡ.
3 мең квадрат метр тәшкил иткән музей комплексы ике ҡатлы булып, экспозицияһы 1200 квадрат метр майҙанды биләйәсәк. Белеүебеҙсә, тау ҡыуышлығы ҙур, залдар бейек, шуға күрә мәмерйә 1:10 нисбәтендә эшләнәсәк. Түшәмгә, мәмерйәнең спелеологик яҡтан ни дәрәжәлә ҡатмарлы булыуын күрһәтеү маҡсатында, ҡыҙыл таҫма һуҙыласаҡ.
Һүрәттәрҙең күсермәләре (факсимиле) ысынбарлыҡтағы үлсәмдәргә тап киләсәк. Уларҙы эшләү технологияһы бик ҡатмарлы, Рәсәйҙә беҙгә кәрәкле кимәлдә башҡарып булмаҫын аңлағас, сит ил белгестәренә мөрәжәғәт иттек. Европала күсермәләр шул тиклем оҫта итеп эшләнә, бер генә оригинал һүрәтте лә күрмәнек.
Комплекс ижтимағи-күңел асыу, фәнни-административ блоктарға бүленәсәк. Тәүгеһендә кафе, мәмерйәнең күсермәһе, балалар өсөн бүлмәләр урынлашасаҡ. Интерактив таҡталар менән йыһазландырылған кабинеттарҙа дәрестәр үткәреү мөмкинлеге күҙаллана. Балалар тарихты уйын аша өйрәнәсәк. Унда стеналары аҡҡа буялған, мәмерйә һымаҡ итеп эшләнгән зал буласаҡ.
Икенсе блокта конференц-зал, лабораториялар, фонд һаҡлағыс урынлашасаҡ. Шулай уҡ фольклор фестивалдәре, спорт саралары уҙғарыу өсөн 500 кешелек асыҡ амфитеатр төҙөйәсәкбеҙ. Әлеге ваҡытта музей комплексының проектын экспертизаға әҙерләйбеҙ һәм быйыл төҙөлөш эштәренә тотонорға ниәтләйбеҙ.
Музей эргәһендә “Башҡорт балы” солоҡсолоҡ музейы, этнографик комплекстар төҙөү күҙаллана. Уның да проекты бик ҙур, ҡыҙыҡлы. Кеше, бал ҡорто ҡиәфәтенә керә лә, “солоҡ” эсенә инеп китә. Солоҡ эсендә ҡорттар нисек йәшәй — барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрә. Был проект тулыһынса әҙер, хәҙер финанс мәсьәләләрен хәл итеү өҫтөндәбеҙ.
Музей экспозицияһында “Урал батыр” эпосы персонаждары, сюжеттары, ғөмүмән, башҡорт халҡының тотош мәҙәниәте сағылыш табасаҡ. Был, бер яҡтан, ҡыҙыҡлы булһа, икенсе яҡтан, мәмерйә тарихы башҡорт халыҡ эпостары, легендалары менән тығыҙ бәйләнгәнлеген күрһәтә. Быларҙың барыһы ла башҡорт халҡының тарихын, ауыҙ-тел ижадын, донъяға ҡарашын, фәлсәфәһен донъя кимәленә күтәрәсәк. Күп кенә археологтар: “Мәмерйә музейы булғас, уны ҡараңғы итеп күҙ алдына килтерә инек, бындай концепцияны көтмәгәйнек”, — ти. “Урал батыр” эпосына һалынған тәрән мәғәнәнән сығып эш итһәк, музей ҙа ҙур, иркен, матур булырға тейеш. Ул мәмерйә ҡараңғылығында булырға тейеш түгел.
— Иң сетерекле мәсьәлә — һүрәттәрҙең күсермәләрен эшләү. Бәлки, уларҙы Францияла эшләтербеҙ, йәиһә Собханғолда ваҡытлыса оҫтахана төҙөп, белгестәрҙе шунда саҡырырбыҙ. Рәссамдар көн дә мәмерйәгә барып, һүрәттәрҙе ҡарарға тейеш, уларҙы күрмәйенсә, күсермәләрҙе бөтә тулылығында һынландырыу мөмкин түгел.
Проект Европа белгестәренә бик оҡшаны. Әйткәндәй, Ласко музейын төҙөүгә бөтә донъянан 60-лап проект йыйылған, шуларҙың 12-һе конкурс шарттарына тура килгән. Ә иң яҡшыһы тип Норвегия архитекторының эше табылған. Уларҙың шул тиклем күп көс, ваҡыт һәм аҡса сарыф итеп төҙөлгән проектынан беҙҙеке һис тә ҡалышмай, ә бит уны үҙебеҙҙең башҡорт егете үҙ студиябыҙҙа башҡарҙы. Тәрән фәлсәфәүи идея һалынған был музей комплексы “Урал батыр” эпосына үҙенсәлекле һәйкәл булыр, тип ышанабыҙ. Проектты республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов та хупланы.
Быйыл йәй аҙағында Йылҡысыҡҡан күле эргәһендә Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуясаҡбыҙ, ул суйындан эшләнәсәк. Ғөмүмән, киләсәктә халыҡтың иғтибарын йәлеп итерлек һәйкәлдәр ҡуйырға ниәтләйбеҙ.
Алғы холда ерҙә тормоштоң барлыҡҡа килеүен һәм
кеше эволюцияһы тарихын сағылдырған экспозиция буласаҡ
— Рус география йәмғиәте тарафынан бирелгән грантҡа Шүлгәнташ тураһында бер сәғәтлек фильм төшөрөүҙе тамамланыҡ. Фильм өҫтөндә эшләү ваҡытында мин Шүлгәнташтың башҡорт халҡы өсөн ни тиклем әһәмиәтле, изге, мөҡәддәс төшөнсә булыуын аңланым.
Беҙҙең мәмерйә, шул уҡ Шове, Ласко менән сағыштырғанда, үтә дымлы. Шул сәбәпле, һүрәттәр деградацияға бирелә. Егеттәр мәмерйәне фәнни яҡтан да ныҡлап тикшерәләр, уның геоморфологияһын, геологияһын һ.б. өйрәнәләр — был бик ыңғай күренеш.
— Хәтерләһәгеҙ, бынан 15—20 йыл элек, Арҡайым табылғас, башҡорт халҡы уны изге урын итеп ҡабул итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер унда милли рух һүнеп ҡалды, онотолдо. Бөтөнләй сит-ят кешеләр эшләй унда, Арҡайымды башҡорт халҡынан айырып ҡарарға, ситләштерергә тырышалар. Шүлгәнташтың данын донъяға таратыу өсөн үҙебеҙҙең егеттәрҙең янып-көйөп эшләүе — ҡыуаныслы хәл. Белемле, илһөйәр йәштәрҙе эйәртеп, алдығыҙға ҡуйған маҡсатығыҙға өлгәшергә, республикабыҙ данын бар ҡитғаға яңғыратырға яҙһын.
Шуны әйтеп үткем килә — Шүлгәнташҡа махсус автобус экскурсиялары ойошторолһа, бик мәслихәт булыр ине, сөнки күпселек кешеләрҙең, теләктәре булһа ла, транспорт яғынан мөмкинселектәре юҡ. Шүлгәнташ — изге, серле урын, унда барған һайын барғы килә.
— Эйе, Шүлгәнташтың асылмаған серҙәре байтаҡ әле. Быйыл февраль айында археология инситутынан экспедиция килгәйне. Александр Пахомов етәкселегендә белгестәр махсус профессиональ ҡорамалдар, прожекторҙар ярҙамында һүрәттәрҙе яңы ысул менән фотоға төшөрҙөләр, ул фотограмметрия тип атала. Граффити өлгөләрен таҙартҡан саҡта өсмөйөш формаһындағы яңы һүрәттәр табылды. Эудаль Гийоме ла мәмерйәнең серҙәре күп булыуын, киләсәктә һүрәттәр тағы ла табыласағын фаразлай.
Былтыр Альтамира музей комплексы директоры Пилар Фатас, мәмерйә менән танышҡандан һуң, шуға иғтибар итте: Европа мәмерйәләрендә табылған һүрәттәрҙә башлыса хайуандар һынландырылған, улар талантлы рәссамдар тарафынан төрлө хәрәкәттә, матур итеп төшөрөлгән. Беҙҙекеләргә иһә схематиклыҡ хас, геометрик формалар (трапеция, өсмөйөш, шаҡмаҡ) күп. Күренекле белгес әйтеүенсә, беҙҙең рәссамдар абстракт фекерләү ҡеүәһенә эйә булған, был иһә уларҙың Европа оҫталарынан бер башҡа өҫтөн булыуы хаҡында һөйләй. Тегеләр нимә күргән, шуны төшөргән, ә беҙҙекеләр, Пикассо кеүек, абстракт рәссамдарса, геометрик фигуралар аша эске фәлсәфәне тапшырғандар. Шулай уҡ беҙҙә ҡатын-ҡыҙ башланғысына ҡағылышлы билдәләр күп. Оҡшаш һүрәттәр ҙә бар, был, бәлки, миграцияға бәйлелер.
— Ике-өс йыл самаһы элек “Наука” каналында Франциялағы мәмерйәләр тураһында фәнни тапшырыу булды. Ни өсөн мәмерйәләрҙә һүрәттәр төшөргәндәр, тигән һорауға яуап эҙләгән Франция һәм АҠШ ғалимдары ошондай фекергә килгәндәр: стеналарҙа һынландырылған хайуандарҙың нисек төшөрөлөүе, ниндәй йүнәлештә тороуы һ.б. нескәлектәр йондоҙҙар картаһына бәйле. Бәлки, беҙҙәге һүрәттәрҙең дә йондоҙҙар картаһына бәйләнеше барҙыр.
Шүлгәнташ мәмерйәһенең йәшен билдәләү буйынса һаман да бәхәстәр бара. Европа мәмерйәләренең уртаса йәше 30 мең йылдан ашыу тиелһә, Шүлгәнташты 12—16 мең йыл менән сикләйҙәр. Минеңсә, был дөрөҫ түгел. Геологик дәүерҙәр менән иҫәпләп ҡарағанда, 16 мең йыл элек Европала Валдай боҙлоғо хакимлыҡ иткән, ул осорҙа кешеләрҙең күсеп йөрөүе икеле. Ә бына һыуыныу дәүере башланғас, ысынлап та, кешеләрҙең, һыйыныу эҙләп, мәмерйәгә килеп инеүе мөмкин. Ғөмүмән, был мәсьәләгә әйләнеп ҡайтырға һәм ҡомартҡыбыҙҙың ысын йәшен билдәләргә кәрәк.
— Әле совет осоронда уҡ мәмерйәлә радиоуглерод анализ өсөн материал алынған булған, 2013 йылда даталарҙы асыҡлау башҡарылды. Анализдарҙан күренеүенсә, мәмерйәләге мәҙәни ҡатлам 16—19 мең йыл менән билдәләнә. 2015 йылда уран-торий ысулы менән һүрәттәрҙең төшөрөлөү ваҡытын асыҡланыҡ, уларҙың йәше, кәм тигәндә, — 14300 йыл, иң күбе — 36400 йыл.
— Мин сығышым менән Бөрйән районынан, шуға ла Шүлгәнташ темаһы минең өсөн бик яҡын һәм ҡәҙерле. Бөрйән — эпостар төбәге, уның энергетикаһы бик көслө, ә Шүлгәнташ инде — асылмаған китап. Былтыр беҙ, драматургтар, өс район буйлап экспедицияла йөрөнөк, маршрутты Шүлгәнташ мәмерйәһенән башланыҡ. Мин, Бабсаҡ бейҙең 18-се быуыны булараҡ, уның ҡәбере эргәһендә студенттарға тамырҙарым тураһында бәйән итеп, дастандарыбыҙҙы һөйләнем. Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар.
Был музей комплексын эшләү төбәктә туризмды йәнләндерер, көсәйтер, тигән өмөттәмен, сөнки төрлө бизнес тармаҡтарының үҫеше Бөрйән районы инфраструктураһын күтәрәсәк, кафе-ҡунаҡханалар асыу урындағы халыҡҡа өҫтәмә эш урындары булдырасаҡ.
— Музей комплексын фәнни, мәҙәни, милли үҙәк булараҡ күҙаллайым. Эпосҡа фәлсәфә итеп ҡарау ҙа дөрөҫ, сөнки яҡшылыҡ менән яманлыҡ — донъя кимәлендәге төшөнсәләр.
Европа мәмерйәләрендә һәм Шүлгәнташта табылған һүрәттәрҙәге оҡшашлыҡтарҙы типология фәне аңлата ала: бер үк ваҡытта, бер үк шарттарҙа йәшәгән кешеләр бер төрлө фекерләй. Нәфис әҙәбиәттә лә оҡшаш сюжеттар осраһа, аптырарға кәрәкмәй, сөнки бер үк шарттар шуға этәрә.
Комплекстың заманса булыуы — бик һәйбәт, әммә традицияларыбыҙҙы һаҡлап эш итергә кәрәк. Табыш алыу ҙа үҙмаҡсат түгел, минеңсә, иң мөһиме — рухты тергеҙеү.
Тейешенсә эшләһәк, туристар ҙа киләсәк, аҡса ла буласаҡ. Шуныһы — тәбиғәткә зыян килмәһен ине, бар мәсьәләләрҙе лә уйлап хәл итеү зарур.
Шүлгәнташтың русса “Капова пещера” булып йөрөүе күңелде өйкәп тора, ысын атамаһын ҡайтарыу мөмкинселеге бармы икән?
Шүлгәнташтың киләсәге хаҡында фекер алышыу етди уйҙарға этәрҙе
— Географик атамаларҙы үҙгәртеүҙең бер үҙенсәлеге бар. Бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итмәйенсә, аҡса түкмәйенсә генә тарихи атамаларыбыҙҙы ҡайтарыуҙың сере шунда: карта эшләгән саҡта әлеге исемен яҙаһың да эргәһенә йәйә эсендә ысын атамаһын теркәйһең. Мәҫәлән, Белая (Ағиҙел), Дёма (Дим), Худолаз (Төйәләҫ), Капова пещера (Шүлгәнташ мәмерйәһе). 2014 йылда Башҡортостан картаһын төҙөгәндә беҙ шулай иттек тә. Икенсе тапҡыр картаны эшләгәндә, киреһенсә, тәүҙә “Ағиҙел” тип яҙаһың да, йәйә эсенә “Белая” тип ҡуяһың. Йәғни, Дим (Дёма), Төйәләҫ (Худолаз), Шүлгәнташ мәмерйәһе (Капова пещера). Ә өсөнсөһөндә инде ысын атамаларын ғына ҡалдыраһың. Киләсәктә карталарҙа Шүлгәнташыбыҙҙың тарихи атамаһы үҙ урынын алыр, ә музей комплексын төҙөү башҡорт халҡы тормошонда мөһим ваҡиға булыр, тип уйлайым.
Шулай итеп, халҡыбыҙҙың боронғо ҡомартҡыһы — Шүлгәнташ мәмерйәһе ҙур үҙгәрештәр алдында тора. Уның теүәл генә йәшен билдәләү, мәмерйә эсен тәртипкә килтереү, һүрәттәрҙең күсермәләрен эшләтеү һәм заманса ҙур музей комплексы төҙөү — былар барыһы ла көс, ваҡыт һәм сығымдар талап итә. Башҡортостан Республикаһы Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре был оло эшкә рухланып тотонған. Уларға уңыштар һәм яңы асыштар теләйбеҙ.