Март айында йәмәғәтселекте борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, улар өҫтөндә эшләгән белгестәрҙе, ғалимдарҙы, йәмәғәтселәрҙе бер майҙанға йыйыу маҡсатында “Ватандаш” журналы редакцияһы янында Асыҡ форум эшләй башланы. тәүге һөйләшеү “Фән һәм Башҡортостан экологияһы” тигән темаға арналды. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министрлығы, Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы белгестәре, Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, журналистар ҡатнашты.
Форумды журналдың баш мөхәррире, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева алып барҙы. Экологик мәсьәләләрҙең һәр кешене борсоуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, ул һөйләшеүҙе республикалағы төп экологик проблемаларҙы һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен асыҡлап үтеүҙән башларға кәрәк тип билдәләне.
форумда яңғыраған айырым сығыштарҙы, фекерҙәрҙе журнал уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
Кәримов Рөстәм Камил улы, Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәтте файҙаланыу һэм экология министрлығы экологик хәүефһеҙлек бүлегенең геологик һәм экологик күҙәтеү секторы мөдире:
— Быйылғы йыл Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителеүе уңайынан Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан махсус план төҙөлдө. Йәмәғәт ойошмалары, предприятиелар, ойошмалар, ҡала-район муниципалитеттары менән кәңәшләшеп, берлектә төҙөлгән был документ буйынса 118 сара ҡаралған.
Экология өлкәһе беҙҙең илдең хөкүмәт органдары өсөн һәр саҡ өҫтөнлөклө булды һәм булып килә. Һуңғы йылдарҙа ил буйынса, шул иҫәптән Башҡортостанда, экологик хәл тотороҡланыуы күҙәтелә, шулай ҙа хәл итәһе проблемалар етерлек.Оҙаҡ йылдар атмосфераның бысраныуы, айырыуса производство үҫешкән ҡалаларҙа, иң ҡырҡыу мәсьәләләрҙең береһе булып торҙо. Һуңғы йылдарҙа атмосфераның бысраҡлығын билдәләүсе индекстың кәмеүе күҙәтелә. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында был күрһәткес 2012 йылда 10,1 булһа, 2013 йылда — 9, 2014 йылда — 5, 2015 йылда 4-кә тиклем төшкән. Стәрлетамаҡта шулай уҡ ошо дүрт йыл һөҙөмтәләре буйынса — 13,5; 12, 5 һәм 3; Салауат ҡалаһында — 6,2, 6, 4, 3; Туймазыла — 6,7, 5, 3, 3. Был күрһәткестең түбәнәйеүе яҡшы күренеш. Артабан да ошо ыңғай динамиканы һаҡлап алып ҡалыу беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе.Был яҡшы һөҙөмтәләр предприятиеларҙы техник яҡтан яңыртыу, зарарлы ташландыҡтарҙы утилизациялауҙа заманса технологиялар ҡулланыу арҡаһында ирешелгән. 2016 йылда һауаны таҙа тотоу сараларына 2,5 млрд һум бүленгән. Сығымдар үҙен аҡлар, предприятиелар күрһәткән зыяндың кәмеүе һөҙөмтәһендә экологик хәл йылдан-йыл яҡшырыр тип ышанабыҙ.Федераль закондарға, мәҫәлән, “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында” законға үҙгәрештәр индерелеү сәбәпле, сәнәғәт предприятиеларына талаптар был йәһәттән ҡаты буласаҡ.
Шулай уҡ һауаны автотранспорт ныҡ бысрата, айырыуса автомобилдәрҙең йылдан-йыл артыуын иҫәпкә алғанда, был оло проблемаға әүерелде. Мәсьәләне юлдарҙың торошон яҡшыртып, пассажир транспортының эшен көйләп, юлдарҙың заманса инфраструктураһын булдырып ниндәйҙер кимәлдә хәл итеүгә өмөт итеп була.
Тағы бер йәшәү сығанағы — һыу тураһында. Бөгөнгө көндә ауылдар, ҡалалар үҫә, шуға ла һыу объекттарына ла көс төшә. Әлеге көндә һыу объекттарына эләккән бысраҡ ташландыҡтарҙың 60%-ты тейешле кимәлдә таҙартылмай. Был хәл итеүҙе талап иткән ҙур проблема.
Шулай уҡ ҡалдыҡтар менән эш итеүҙе көйләү ҙә алғы пландағы мәсьәләләрҙең береһе. 2016 йылда беҙҙең министрлыҡ тарафынан ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса территориаль схема төҙөлдө. Киләсәктә был өлкәлә яңы системаға күсеү буйынса эштәр дауам итәсәк.
Шулай уҡ контроль-надзор өлкәһендә 2017 йылдан реформалар башланды, мәҫәлән, тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтергән предприятиеларға талаптар ҡаты буласаҡ, һәм киреһенсә, тәбиғәткә зыяндары минималь булған объекттар (социаль объекттар, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары) тикшерелмәйәсәк.
— Һеҙ әйтеп үткән атмосфераның бысраныу индексы ябай кешегә бик аңлашылмай, һауаға күпме бысраҡ матдә ташланыуы тураһында мәғлүмәт бармы?
— Был индекс Башҡортостан Гидрометеорология үҙәгенең метеостанцияларҙан алған мәғлүмәтенә таянып иҫәпләнгән. Атмосфераға ташландыҡтарҙы тонналап иҫәпләгәндә, 2014 йылда 903 мең, 2015 йылда 885 мең, 2016 йылда 849 мең тонна бысраҡ матдә атмосфераға ташланған. Шул иҫәптән предприятиеларҙан 2014 йылда 459,4 мең, 2015 йылда 434,9 мең, 2016 йылда 420 мең тонна ташландыҡ, автомобиль транспортынан 2014 йылда 443,6 мең, 2015 йылда 450,4 мең, 2016 йылда 429 мең тонна ташландыҡ атмосфераға күскән.
— Автомобиль транспортының йылдан-йыл артыуын иҫәпкә алғанда, һеҙ әйтеп үткән атмосфераны бысратыусы матдәләрҙең кәмей барыуы бәхәсле.
Экология мәсьәләләре беҙҙең барыбыҙға ла ҡағыла. Әлбиттә, кешенең һаулығы беренсе урында торорға тейеш, шул уҡ ваҡытта йәнлектәр, үҫемлектәр ҙә яҡлауға, һаҡлауға мохтаж. Ошо маҡсаттан “Ҡыҙыл китап” сығарыла, ул ун йыл һайын яңыртылып торорға тейеш. Ошо ун йыл эсендә ғалимдар, белгестәр тарафынан тикшеренеүҙәр алып барыла, мәҡәләләр, фәнни хеҙмәттәр баҫыла, үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһын өйрәнеү һәм уларҙы һаҡлау саралары билдәләнә. Ошо мәғлүмәткә таянып, “Ҡыҙыл китап”тың томдары әҙерләнә. 2011 йылда һуңғы “Үҫемлектәр һәм бәшмәктәр” томы, ә 2014 йылда йәнлектәргә арналған том донъя күрҙе, ошо китаптарға иҫке, ун-егерме йылдар элекке мәғлүмәттәр ингән. Беҙҙе, ғалимдарҙы, шул борсой: Башҡортостандың “ҡыҙыл китаб”ын әҙерләү эше республикаға ҡатнашлығы булмаған, сит өлкә белгестәренә ҡушыла, шуға күрә ундағы мәғлүмәттең дөрөҫлөккә тап килмәгән осраҡтары күп. Үҙебеҙҙең республикала ошо өлкәлә уңышлы эшләгән, даими тикшеренеүҙәр алып барған ғалимдар етерлек. Был мөһим эшкә яуаплы хөкүмәт органдары яуаплыраҡ ҡарап, белгестәрҙе тәғәйенләүгә дөрөҫ күҙлектән ҡараһын ине.
Туризмды үҫтереү мәсьәләһенә килгәндә, минеңсә, беҙгә был өлкәлә мәғлүмәт етешмәй. Башҡортостан тәбиғәт ҡомартҡыларына, этнографик, мәҙәни ҡомартҡыларға бай, беҙ шулар тураһында мәғлүмәт биреп, ни тиклем ҡиммәтле икәнен иҫбатлап, күрһәтә белмәйбеҙ. Шуға күрә, төрлө сараларҙы ҡулланып, ил, донъя кимәлендә төрлө телдәрҙә мәғлүмәт таратырға кәрәк.
— Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы Башҡортостан Республикаһы тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы учреждение. Дирекция ҡарамағында барлығы 4 тәбиғәт паркы, 27 ҡурсаулыҡ бар, шуларҙың 17 — йәнлектәрҙе һаҡлау, 7 — үҫемлектәрҙе һаҡлау, 3 бөтә тәбиғәт комплексын һаҡлау буйынса ойошторолған. Тәбиғәт парктарының һәм ҡурсаулыҡтарҙың эшмәкәрлеген тәьмин итеү, туризм өсөн шарттар булдырыу, шулай уҡ халыҡтың экологик мәҙәниәтен үҫтереү, үҫеп килгән быуынға экологик тәрбиә биреү — дирекцияның төп бурыстары.
Йылдың экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителеүе беҙҙә яуаплылыҡ арттыра, ҙур маҡсаттар ҡуя. Дирекция БР тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы төҙөгән план буйынса эшләй, ошо планда билдәләнгән бурыстарҙан геологик һәм тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау, эске туризмды үҫтереү — дирекция эшмәкәрлегендә иң мөһимдәре тип билдәләргә була.
Беҙҙең ҡарамаҡтағы “Асылыкүл” тәбиғәт паркы — яңы парк, бында туризмды үҫтереү буйынса шарттар булдырыу кәрәк. “Ҡандракүл”паркы әүҙем эшләп килә, ял итеүселәрҙе күпләп ҡабул итә, былтыр, мәҫәлән, 100 меңгә яҡын турист теркәлгән.
Ирәмәл тәбиғәт паркында бик популяр маршруттар булдырылған, айырыуса Силәбе өлкәһенән, Белорет, Учалы райондарынан күпләп киләләр. Туристарҙың ялы өсөн шарттар булдырыу (ял итеү урындары, автомобиль ҡуйыу урындары ҡороу), уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү шулай уҡ дирекцияға йөкмәтелгән. Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә булғанда хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж һәм тәбиғәт парктарында булыу регламенты тураһында ҡарар ҡабул ителгән.
2015 йылда Рус география йәмғиәте ярҙамы менән “Ирәмәл” тәбиғәт паркында “Урал батыр” тигән яңы экологик маршрут асылды. Маршрут башҡорт эпостары сюжеттарын һүрәтләгән 7 стоянканан тора, туристар боронғо легендалар һәм риүәйәттәр донъяһы менән танышыу мөмкинлегенә эйә.
Шулай уҡ “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркында яңы маршруттар булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ, һуңғы йылдарҙа бында ла туристар күпләп килә башланы.
Ғөмүмән алғанда, дирекция алдындағы ике иң мөһим мәсьәләне билдәләп үтергә була. Беренсенән, “Алтын Солоҡ” заказнигында уникаль бөрйән бал ҡортон һаҡлап ҡалыу. Был өлкәлә ғалимдар менән берлектә эш алып барабыҙ. Икенсенән, кешенең тәбиғәткә кире йоғонтоһон кәметеү. Һуңғы йылдарҙа, мәҫәлән, Асылыкүл һәм Ҡандракүлгә халыҡ күпләп килеү сәбәпле, ундағы тәбиғәт ҙур зыян күрә. Экология йылында бына ошо ике мәсьәлә — беҙҙең иғтибар үҙәгендә.
— Турист маршруттарын рекламалау, минеңсә, етерлек кимәлдә түгел.
— Хәҙерге заманда төп мәғлүмәт сараһы, бөтә кеше лә ҡулланған сара — ул интернет, шуға күрә мәғлүмәт күбеһенсә интернет селтәрендә тупланған. Шуның менән бер рәттән беҙ буклеттар сығарабыҙ.
Әлеге ваҡытта туристик маршруттарҙың схемаһы бар, хәҙер беҙҙең бурыс — ошо маршруттар буйынса карталар төҙөп, GPS навигаторҙарына яраҡлаштырып, һәр кемгә ҡулланыу өсөн уңайлы итеү. Тәбиғәт парктарында туризмды үҫтереү маҡсатынан эшҡыуарҙарҙы, инвесторҙарҙы йәлеп итеү — беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе.
— Туризмды үҫтереү өҫтөндә бер нисә йыл элек дәртләнеп, маршруттар билдәләп, эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеп эш башлап ебәргәйнек, әммә әлеге ваҡытта туризм ҙур аҙымдар менән үҫешеп китә алмай. Беҙҙең регионда туризм миҙгелгә бәйле, яҙын-көҙөн һүлпәнәйә, тимәк, башҡа саралар уйларға кәрәк. Туризм өлкәһендә реклама етешмәй тип, дөрөҫ фекер белдерелде. Шулай ҙа, билдәләп үтергә кәрәк, туристар һаны һуңғы йылдарҙа 5—6 тапҡырға артты. Иң тәүҙә шуны уйларға кәрәк: ҡурсаулыҡтарға, тәбиғәт парктарына килеүселәр өсөн уңайлыҡтар булдырмайынса, тәбиғәткә зыян киләсәк. Мәҫәлән, “Ирәмәл” тәбиғәт паркы ғына йәй осоронда 17 меңләп кешене ҡабул итә. Ә шарттар булдырыу, инфраструктураны төҙөү өсөн сығымдар талап ителә.
Рус география йәмғиәте — бай тарихлы ойошма, уның Башҡортостан бүлексәһе 1954 йылда ойошторолған. Һуңғы йылдарҙа бүлексә әүҙем эшләй, әлеге көндә 120-нән ашыу ағза иҫәпләнә, шулай уҡ 180-дән ашыу ағзалыҡҡа кандидат теркәлгән. Ойошма төрлө йүнәлештә эш алып бара: тәбиғәтте һаҡлау, туризмды үҫтереү, тәбиғәтебеҙҙең байлығын, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ҡомартҡыларыбыҙҙы һаҡлау, донъя, ил кимәлендә күрһәтеү. Беҙҙең йәмғиәттең волонтерҙары төрлө эштәргә йәлеп ителә, мәҫәлән, туристарҙан һуң ҡалған сүп өйөмдәрен таҙартабыҙ.
Шулай уҡ барыбыҙҙы ла бик борсоуға һалған хәл — быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡыларыбыҙ юҡҡа сыға. Һуңғы йылдарҙа Өфө ҡалаһында ғына күпме тарихи бина юҡҡа сыҡты, һөҙөмтәлә ҡала халҡы, ҡала ҡунаҡтары был тарихи ҡомартҡылар менән танышыуҙан мәхрүм булды.
Ата-бабаларыбыҙҙан оло, баһалап бөткөһөҙ ҡомартҡы — ҡортсолоҡ, башҡорт балы ҡалған. 1990 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса, Өфө губернаһында ғына 12 мең тоннаға яҡын ҡорт балы етештерелгән, шуның 90 проценты — солоҡ балы. Башҡорт балы бөтә илгә, донъяға билдәле булған. Һуңғы осорҙа башҡорт балының даны онотолоп, башҡа региондарҙа етештерелгән балға өҫтөнлөк бирелә башланы.
Республикаға карпат, кавказ тоҡомло бал ҡорттарының инеүе сәбәпле, башҡорт бал ҡорттарының метизацияһы күҙәтелә, йәғни ошо беҙҙең климатҡа яраҡлашҡан, көслө, әрһеҙ башҡорт бал ҡорто башҡа тоҡомдар менән ҡушылып, үҙенсәлеген юғалта. Әгәр ҙә саралар күрелмәһә, метизация 25 процентҡа етәсәк, ә был иһә кире төҙәтеп булмаҫлыҡ хәлгә килтерәсәк. Шулай итеп, башҡорт бал ҡортоноң яҙмышы ҙур хәүеф аҫтында ҡалды.
“Шүлгәнташ” ҡурсаулығында башҡорт солоҡ бал ҡортон һаҡлау биләмәһен киңәйтеү — уны һаҡлап алып ҡалыуҙың бер сараһы. Ошо хаҡта ғалимдар, йәмәғәтселек тарафынан тәҡдимдәр булһа ла, был мәсьәлә хәл ителмәй.
2016 йылда Рус география йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһе “Башҡорт халҡының уникаль тәбиғи кәсебе — солоҡсолоҡто һаҡлау һәм үҫтереү яңы туризм төрө — бал турҙарының нигеҙе” тигән “Башҡортостан” милли паркы әҙерләгән проект менән грантҡа лайыҡ булды.
— Ниндәй генә саралар күрелмәһен, башҡорт бал ҡортон һаҡлау буйынса әлегә алға китеш күҙәтелмәй. Бөтә донъяла бал буйынса төрлө фестивалдәр, конкурстар үтеп тора. Мәҫәлән, ике йыл һайын “Апимондия” бөтә донъя ҡортсолоҡ йәмғиәтенең конкурсы үтә. 2015 йылда был сара Кореяла булды, мин унда жюри ағзаһы булараҡ ҡатнаштым, 2017 йылда — Стамбулда, 2019 йылда Канадала буласаҡ. Беҙҙең ил, республика 2021 йылда ошо фестивалде үткәрергә дәғүә итә. Стамбулда быйыл беҙ был сараны ҡабул итергә хаҡлы булыуыбыҙҙы иҫбат итергә тейешбеҙ.
Республикала ҡортсолар конкурстары ойошторолоп, иң яҡшыларының хеҙмәте, башҡа профессияларҙа уңышҡа ҡаҙаныусыларҙың хеҙмәте бүләктәр, наградалар менән баһаланған кеүек, тейешле баһа алһын ине. Беҙҙең башланғыс менән һуңғы йылдарҙа үткәрелеп килгән ҡортсоларҙың республика бәйгеләре әлеге шул финанс мәсьәләһенә килеп терәлде.
Әлеге ваҡытта республикала балдың сифатын тикшереү өсөн лаборатория ла юҡ. Шулай уҡ балдың сифатын билдәләп анализ үткәреүсе белгестәрҙе уҡытыуҙы ойоштороу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк.
— Башҡортостандың уникаль тәбиғәтен һаҡлау буйынса системалы һәм маҡсатлы эш алып барыла, ошо маҡсатта 217 махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе ойошторолған: улар араһында 3 дәүләт ҡурсаулығы, 1 милли парк, 4 тәбиғәт паркы, 27 дәүләт тәбиғәт заказнигы, 182 тәбиғәт һәйкәле. Уларҙың дөйөм территорияһы 958 мең гектар тәшкил итә. Был системаны киңәйтеү дауам итә, мәҫәлән, Ғафури районында “Еҙем” тәбиғәт геопаркы булдырыу өҫтөндә эш бара.
Экология йылында үҙебеҙ өсөн мөһим, фундаменталь фәнни эҙләнеүҙәр талап иткән йүнәлештәрҙе билдәләнек: “Асылыкүл” һәм “Ҡандракүл” тәбиғәт парктарының экологик хәлен тикшереү, “Ирәмәл” тәбиғәт паркында родиоланың хәлен баһалау; “Алтын Солоҡ” заказнигында бөрйән солоҡ бал ҡортоноң хәл-торошон өйрәнеү. Был эштәр Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Биология институты, Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән берлектә башҡарыла. Ғалимдарҙың һәм белгестәрҙең яңы ҡарашы, объектив баһаһы махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең артабанғы үҫешен билдәләү өсөн этәргес буласаҡ.
Башҡорт солоҡ бал ҡортон һаҡлау мәсьәләһенә килгәндә, һуңғы ике йылда ғына “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы, “Башҡортостан” милли паркы, “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы, “Алтын Солоҡ” һәм “Ыҡ” заказниктарын берләштергән “Башҡорт Уралы” биосфералы резерват биләмәләрендә генә был мәсьәләгә арналған өс мөһим сара үтте, был күрелгән сараларҙың файҙаһы булыр тип ышанабыҙ.
— Башҡорт солоҡ бал ҡортон һаҡлау буйынса беҙҙең 4 инспекторыбыҙ даими эшләй, шулай ҙа бында халыҡ, йәмәғәтселек менән берлектә көрәшергә кәрәк. Шулай уҡ “Ҡортсолоҡ тураһында закон”ға үҙгәрештәр индереләсәк. Әгәр ҙә, әйтәйек, биосфералы резерват биләмәһенә генә сит тоҡомло бал ҡорттарын индермәһәк, ошо үҙе башҡорт солоҡ бал ҡортон һаҡлау буйынса ҙур сара буласаҡ.
— Башҡорт балы бик үҙенсәлекле — беҙҙә ҡорттар балды 480 төр сәскәнән йыя. Шулай уҡ башҡорт балында сәскәнең һеркәһе күп тип табылған. Беҙ үҫемлек һеркәһен балдың бер компоненты тип иҫәпләһәк, сит илдәрҙә балды һеркәнән таҙарталар икән. Шуға күрә башҡорт балы бөтә илдәрҙә лә юғары баһаланмай.
— Урман хужалығы министрлығы тарафынан экология йылына ҡарата айырым саралар билдәләнгән. Планға ярашлы, республикала урман фонды ерҙәрен таҙартыу буйынса, шулай уҡ янғынға ҡаршы акциялар үткәреү ҡаралған; “Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнө”, “Еңеү ағасы”, “Йәшә, урман”, “Рәсәй аллеяһы” һәм башҡа акциялар үтәсәк. Район хакимиәттәре менән берлектә ағас ултыртыу, балалар баҡсалары, мәктәптәрҙең биләмәләрен йәшелләндереү, тирә-яҡ мөхитте таҙартыу эштәре алып барыла, артабан да ошо йүнәлештәге эшмәкәрлеккә ҙур иғтибар бүленәсәк. Шулай уҡ лесничестволар һәм лесхоздар вуздарҙа, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында экологик дәрестәр үткәрә. “Йәш экологтар һәм урмансылар” республика слет-конкурсы, иң яҡшы мәктәп урмансыһына конкурстар уҙасаҡ. Был саралар киләсәк быуынға тәбиғәтте, урманды яратыу һәм һаҡлай белеү тәрбиәһе биреү ниәте менән үткәрелә, сөнки тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл, аңлы ҡараш бала саҡтан тәрбиәләнә.
Баҡтыбаева Зөлфиә булат ҡыҙы, Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты:
— Күп йыллыҡ тикшеренеүҙәр шуны иҫбатлай: кешенең һаулығы һулаған һауаның, эскән һыуҙың сифатына, тупраҡтың, радиацион хәлдең торошона, шулай уҡ ашаған аҙыҡтың сифатына бәйле.
Башҡортостанда нефть сығарыу һәм эшкәртеү, металлургия, химия сәнәғәте үҫешкән, шуға ла тирә-яҡ мөхиткә зарарлы химик матдәләр эләгә, һыу, һауа, тупраҡ бысрана, артабан зарарлы матдәләр үҫемлектәр, аҙыҡ аша кеше организмына күсә. Һөҙөмтәлә улар организмда йыйылыу арҡаһында патологиялар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Мәҫәлән, Башҡортостанда яман шеш ауырыуҙарының һуңғы йылдарҙа артыуын ғалимдар һәм табиптар экологияға бәйле тип иҫәпләй. Рак ауырыуҙарының артыуы тирә-яҡ мөхиттең канцерогендар менән бысраныуына бәйле. Канцерогендар рәтенә бензапирен, бензол, фенол, диоксиндар, нитраттар, ҡайһы бер металдар һәм башҡа токсиканттар инә. Улар шулай уҡ төрлө мутацияларға килтерә. Мәҫәлән, һуңғы ун йылда яңы тыуған балаларҙа генетик ауырыуҙар күп осрай. Шулай уҡ радиация, пестицидтарҙың күп ҡулланылыуы — мутацияларҙың сәбәбе. Тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы аллергия, дерматиттар, бронхиаль астма, төрлө токсикоздар менән яфаланыусыларҙың һанын арттыра. Насар экологиянан барлыҡҡа килгән сир осраҡтарын иҫәпләп сығарыу мөмкин түгел, сөнки кеше һаулығын шулай уҡ йәшәү рәүеше, социаль хәл, медицина хеҙмәтләндереү кимәле, нәҫелдән килгән сирҙәр һәм башҡа факторҙар билдәләй.
Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты тарафынан күп йылдар инде комплекслы фәнни эҙләнеүҙәр алып барыла, кешенең йәшәү мөхитенең таҙалығын баһалау менән бер рәттән, халыҡтың һаулыҡ торошо тикшерелә. Институт хеҙмәткәрҙәре һуңғы йылдарҙа эсәр һыуҙың кеше һыулығына тәьҫире тураһында тикшеренеүҙәр күп үткәрә. Иҫәпләүҙәр буйынса, әгәр үҙәкләштерелгән һыуҙа мышьяк, нитраттар, хром, кальций, фтор, стронций, свинец, еҙ, тимер булһа, йөрәк-ҡан тамыры, ҡанәйләнеш, ашҡаҙан-эсәк, иммун системаһы һәм үҙәк нервы системаһы яғынан патологик үҙгәрештәр барлыҡҡа килеүе мөмкин.
Тирә-яҡ мөхиткә техноген тәьҫир артҡандан-арта, шуға күрә кеше һаулығына ла иғтибар артырға тейеш. Экологик яҡтан таҙа технологиялар һәм производстволар индереп, авариялар һәм ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймай хәлде яҡшыртыу мөмкин.
— Институт ғалимдарының фәнни тикшеренеүҙәренә таянып, республиканың ҡайһы райондарында экологик хәл яҡшы, һәм киреһенсә, насар тип әйтә алаһығыҙ. Башҡортостанда райондар буйынса халыҡтың һаулыҡ торошо тураһында мәғлүмәтте ҡайҙан алырға була?
— Халыҡтың һаулығы буйынса һуңғы йылдарҙағы мәғлүмәттәр буйынса, Бөрйән, Йылайыр райондарында хәл сағыштырмаса яҡшы тип әйтергә була, ә мәҫәлән, Учалы,Белорет, Салауат, Стәрлетамаҡ райондарында күрһәткестәр яҡшынан түгел. Был яман шеш, йөрәк-ҡан тамыры ауырыуҙары, балаларҙа тыумыштан килгән ауырыуҙар таралыуынан билдәләгән күрһәткес. Башҡортостан “Медицина мәғлүмәт-аналитик үҙәге” дәүләт бюджет учреждениеһы сайтында йыл һайын “Башҡортостанда халыҡтың һаулығы һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эшмәкәрлеге” тигән йыйынтыҡ урынлаштырыла, унда һәр бер район һәм ҡалала медик-демографик хәл тураһында мәғлүмәттәр таба алаһығыҙ. “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы сайтында шулай уҡ халыҡтың һаулығы тураһында, тирә-яҡ мөхиттең торошон һәм уның кеше һаулығына тәьҫирен тикшереү һөҙөмтәләре бар.
— Хәҙерге заманда, ысынлап та, экология мәсьәләһе иң алғы планда торғандарҙың береһе. “Ватандаш” журналының ошо мәсьәләне күтәреп сығыуы бик яҡшы күренеш, был эште даими рәүештә алып барырға кәрәк. Бөгөнгө фекер алышыуҙа хөкүмәт органдары вәкилдәре, ғалимдар, йәмәғәтселек ҡатнашыуы шулай уҡ бик һәйбәт.
Минеңсә, донъяла бөтөн нәмә рухи экологияға бәйле. Рухи экология бөгөн бик урынлы һәм актуаль термин. Хәҙер донъя аҡса эшләүгә, матди яҡты ғына ҡайғыртыуға ҡоролоп бара бит. Ысынлап та, эште балаларҙан башларға кәрәк. Тәрбиәле кеше, рухи яҡтан сәләмәт шәхес тәбиғәткә зыян килтермәй.
Матбуғат был өлкәлә хәлдең торошон асыҡлау, проблемаларҙы халыҡ алдына сығарыу, мәғлүмәт биреүҙә ҙур роль уйнай. Эйе, беҙгә асыҡтан-асыҡ һөйләшергә, хәл-торошто дөрөҫ яҡтыртырға кәрәк, сөнки беҙ күп мәсьәләләрҙә мәғлүмәтле түгелбеҙ. Шулай уҡ күп мәсьәләләрҙә беҙ һөҙөмтә менән эш итәбеҙ, ә эҙемтәһен асыҡламайбыҙ.
Донъяла барлыҡ нәмә шул тиклем бер-береһенә бәйле. Кеше менән тәбиғәтте айырым ҡарап булмай, әҙәм балаһы ла бит шул тәбиғәттең бер өлөшө. Беҙ тәбиғәткә, үҫемлек-хайуандар донъяһына мохтаж булған кеүек, улар ҙа беҙҙең яҡлауға, һаҡлауға мохтаж. Шуны онотмаһаҡ ине — кешелек ҡылған күп кенә яман эштәрҙе кире төҙәтеп булмай.
Донъя беҙҙең менән генә бөтмәй, балаларға, киләсәк быуындарға ошо тәбиғәтебеҙҙе, ҡомартҡыларыбыҙҙы аманат итеп тапшырырға тейешбеҙ. Бергәләп эшләгәндә был өлкәлә күп нәмәгә ирешергә мөмкин.
— Ошондай форумдар беҙҙең өсөн яңы күренеш, әйтергә кәрәк, бик хуплы эш был, ойоштороусыларға рәхмәт.
Беҙ бөгөнгө һөйләшеүҙә тормошобоҙҙоң күп яҡтарын яҡтыртырға тырыштыҡ. Ошонда күтәрелгән проблемалар, яңғыраған тәҡдимдәр тейешле органдар тарафынан ишетелһен ине.
Республиканың тәбиғәте тейешле кимәлдә өйрәнелгән, әлбиттә, әммә туризмды үҫтереү өсөн тәбиғәтте өйрәнеү генә етмәй, республикабыҙҙа этнотуризмды үҫтереү өсөн шарттар бар, донъя кимәлендә күрһәтерлек, ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ тәбиғәт объекттары, күренештәребеҙ күп. Элек БДУ Германияның Галле округы университеты менән хеҙмәттәшлек иткән осорҙа, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында унлап кешенән торған студенттар төркөмө менән Галлеға юллана инек, уларҙан да үҙ, сиратында, студент төркөмдәре килә ине. Беҙ уларҙы республика райондары буйлап йөрөтә инек. Немец студенттары менән Ишембай районына барғайныҡ, төшкө аш мәлендә беҙҙе ауыл икмәге һәм ҡаймаҡ менән һыйланылар. Ошо беҙҙең өсөн ябай ғына күренгән ғәҙәти аҙыҡ немец дуҫтарыбыҙға шул тиклем оҡшап ҡалды, улар Башҡортостанда тағы ҡайһы районда, ауылда ошондай икмәк бешерәләр, беҙгә исемлеген бирмәҫһегеҙме, тип һораны. Тағы сит ил ҡунаҡтарын беҙҙә үҫкән дарыу үләндәренең шифаһы, ябай ауыл ҡатыны бүләк иткән йөн ойоҡбаш, һәм башҡа шундай, беҙҙең өсөн ябай, ғәҙәти булған әйберҙәрҙең, күренештәрҙең һоҡландырыуы иҫтә ҡалған. Былар үҙҙәре бер республиканың бренды булырлыҡ.
Беҙҙең ил, республика баһалап бөткөһөҙ тәбиғәткә эйә, ошо байлыҡтың ҡәҙерен белһәк ине.
Миләүшә Мөхәмәтйәнова әҙерләне.