Общество
17 Сентября , 06:53

«Берҙән-бер ыңғай сифатым – эшһөйәрлек» (Нәзир Ҡолбахтинға 85 йәш )

Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтин – танылған тарихсы, тарих фәндәре докторы, профессор. Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреү почетлы работнигы. Уның фәнни темаһы – Башҡортостанда  XVIII быуатта социаль-иҡтисади һәм сәйәси тарих. Хеҙмәттәре тау сәнәғәтенең үҫешенә, урындағы халыҡтың 1767—1769 йылдарҙа Уложение комиссияһында  һәм 1773—1775 йылдарҙа Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуына арналған. 350 фәнни эш, шул иҫәптән 20 монография һәм дәреслектәр авторы.  Нәзир Мырҙабай улы ошо көндәрҙә ҙур юбилейын билдәләй. Хөрмәтле ғалим һәм тынғыһыҙ авторыбыҙҙы байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Нәзир ҠолбахтинНәзир Ҡолбахтин
Нәзир Ҡолбахтин

Һүҙем

– Нәзир Мырҙабай улы, әңгәмәне тарихҡа инеп ҡалған һүҙҙәрҙән башлайыҡ әле. Юрий Гагариндың космосҡа осор алдынан «Поехали!» тип әйткәнен бөтә донъя белә. Ябай ғына ошо һүҙҙән Ерҙә космик эра башлана. Боронғораҡ тарихтарҙа халыҡтар яҙмышын, йәмғиәт ҡоролошон үҙгәрткән һүҙҙәр ҙә булғандыр, моғайын. Шулар хаҡында һөйләгеҙ әле.

– Халыҡтар тормошон, йәмғиәт ҡоролошон үҙгәрткән һүҙҙәр бихисап. Улар һәр осорҙа һәм һәр халыҡта үҙенсә яңғыраған. Башҡорт ырыуҙарында улар оран тип аталған. Дошманына ҡаршы яуға һәр ырыу үҙенең оранын ҡысҡырып ташланған. Мәҫәлән, табын ырыуҙарының ораны – «Салауат».

Рәсәй тарихына ҡағылышлы бер нисәһенә генә туҡталып китәйек. Рәсәйҙә мең йылдан ашыу крепостнойлыҡ хоҡуғы хөкөм һөрә. Шуға күрә крәҫтиәндәрҙең быуаттар буйына төп хыялы – ер, уға хужа булыу, крепостнойлыҡтан ҡотолоу, азат булыу. Ер һәм азатлыҡ даулап, крәҫтиәндәр ихтилалдарға, шул иҫәптән, бөтә Рәсәйҙе дер һелкеткән Крәҫтиәндәр һуғышына күтәрелгән. Дон казагы Емельян Пугачев баш күтәреүселәргә: «Һеҙгә Ер бүләк итәм!», «Һеҙгә Азатлыҡ бүләк итәм!» («Дарую вам землю! », «Дарую вам волю!») тип мөрәжәғәт итә. Крайҙа төрлө милләт, төрлө сословие һәм төрлө дин кешеләре йәшәгән. Һәр береһенең үҙ маҡсаты булған. Уларҙы дөйөм көрәшкә туплар өсөн бөтәһенең дә мәнфәғәтенә яуап биргән лозунг: «Ер һәм Азатлыҡ!». Наҙан Дон казагы ошо тәғлимәтте аңлаған һәм оран итеп күтәргән.

«Ер һәм Азатлыҡ!» лозунгыһы XIX быуаттың икенсе яртыһында революцион демократтарҙың синфи көрәш программаһына әйләнә. Декабристар, В.Г.Белинский, Н.А.Добролюбов, Н.Г.Чернышевский, А.И.Герцен, демократ-революционерҙар Рәсәй крәҫтиәндәрен ошо лозунг менән синфи көрәшкә әйҙәгән. «Земля и воля» һәм «Народная воля» ойошмалары ла Рәсәй халыҡтарын Крәҫтиән революцияһына саҡырғанда шуны файҙаланған. ХХ быуат башында ошо уҡ саҡырыу большевиктар партияһының II съезында ҡабул ителгән программала төп мәсьәләләрҙең береһе булып тора.

Рәсәйҙә Бөйөк Октябрь революцияһын әҙерләүҙә һәм башҡарыуҙа төп ролде башҡарған лозунгтарҙың береһе: «Бөтә власть – Советтарға!». Советтар Союзында биш йыллыҡтар заманында – «Биш йыллыҡты – дүрт йылда!», Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында «Родина-Мать зовет!», «За Родину! За Сталина!» бик көслө тәьҫир көсөнә эйә була. Әлеге көндә махсус операция менән бәйле «Своих не бросаем!» лозунгыһы шулай уҡ бик йоғонтоло.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡорт атлы дивизияһы командиры генерал М.М.Шайморатов: «Потомки Салавата отступать не умеют!» тип дәртләндергән башҡорт егеттәрен. Әлеге көндә Донбаста Башҡортостандан киткән хәрби частар шулай уҡ «Потомки Салавата отступать не умеют!» тигән лозунг аҫтында яуға керә.     

– Тарих фәнендә халҡыбыҙ өсөн мөһим теманы асҡан, актуаль проблемаларҙы күтәреп сыҡҡан ғалимдар рәтендә кемдәрҙе атар инегеҙ?

– Башҡортостандың һәм башҡорт халҡының тарихы бай, проблемалары күп һәм төрлө-төрлө. Актуаль проблемаларҙы күтәреп сыҡҡан ғалимдар ҙа байтаҡ. Шуларҙың бер нисәһенә туҡталып китәйек.

Беренсе нәүбәттә мин бөгөнгө көндә тарихсылар иғтибарынан төшөп ҡалған Риф Мөҡсин улы Раимовты телгә алыр инем. Ул 1904 йылда Дүртөйлө районы Ҡуян ауылында тыуған. Башҡорттарҙан иң беренсе тарих фәндәре докторы. Хоҙай биргән аҙ ғына ғүмерҙә байтаҡ эштәр башҡарып өлгөргән. Революцияға тиклем «Ғосмания» мәҙрәсәһендә һәм уҡытыусылар семинарында белем ала. 1937–1941 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Тарих институтында эшләй, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1942 йылда уны Башҡорт дәүләт институтына эшкә саҡырып алалар. 1943–1944 йылдарҙа Риф Мөҡсин улы ВКП(б) өлкә комитеты секретары булып эшләй. Һуғыш бөткәс, яңынан Фәндәр академияһына эшкә ҡайта. 1950 йылда 46 йәшлендә докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Уның төп ғилми эше – Башҡортостанда Совет Социалистик автономияһының тарихын өйрәнеү. Ошо проблема буйынса ул беренсе булып монография сығара. Бынан тыш Р.М.Раимов башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын, Волга буйындағы һәм Башҡортостандағы 1905–1907 йылдарҙағы революция хәрәкәттәрен тикшерә. 1953 йылда Риф Мөҡсим улы ҡапыл ғына сирләп үлеп ҡала. Бөгөнгө көндә беҙ уны иҫкә алғаныбыҙ юҡ.

Башҡорт ырыу-ҡәбиләләренең килеп сығыуы, этнос булып формалашыуы һәм милләт булып етешеүе – өс бөйөк ғалимыбыҙҙың тикшеренеү һөҙөмтәһе. Нияз Әбделхаҡ улы Мәжитов башҡорт ырыу-ҡәбиләләренең тәүге быуаттарҙа үткән юлын, Раил Ғүмәр улы Кузеев башҡорттоң XVI–XVIII быуаттарҙағы тарихын, Билал Хәмит улы Юлдашбаев XIX быуат аҙағында башҡорт милләтенең формалашыуын асыҡланы. Шуларға өҫтәп, Нияз Әбделхаҡ улы һуңғы йылдарҙа Өфө -II башҡорт ҡасабаһын асты, Раил Ғүмәр улы халҡыбыҙҙың шәжәрәләрен бүләк итеп ҡалдырҙы, Билал Хәмит улы Башҡорт АССР-ын ойошторған документтарҙы халыҡҡа еткерҙе.

Тарихсы Әбүбәкер Нуриян улы Усманов башҡорттарҙың үҙ ирке менән Мәскәү дәүләтенә ҡушылыуын беренсе булып иҫбатланы. Ә инде Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров Башҡортостандағы ауылдар тарихын өйрәнеүҙә тотош бер ғилми институт эшләй торған эште бер үҙе атҡарып сыҡты.

 

– Тарихсы архив документтарынан мәғлүмәт сүпләй. Уларҙы эшкәртеп, фәнни әйләнешкә индерә. Һеҙҙең башҡорт полководецтары исемен халыҡҡа ҡайтарыуығыҙ ҙур әһәмиәткә эйә. Тағы ла ниндәй атамаларға, терминдарға икенсе һулыш бирҙегеҙ?

– Төп ғилми хеҙмәттәремдең береһе – Башҡортостанда XVIII быуатта тау сәнәғәтенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеү тарихы. Миңә саҡлы Башҡортостан ерендә 40 тау заводы булған тип яҙалар ине, тикшеренеүҙәремдә уларҙың һаны 102-гә етте. Мәғдән ятҡылыҡтарын табыу, уларҙы ҡаҙып алып, тау заводтарына илтеүҙә башҡорттарҙың роле үтә ҙур булғанын раҫлауға ирештем. Тасимовтар тураһында фундаменталь монография сығарҙыҡ. Свердловск өлкәһе архивынан документ табып, Исмәғил Тасимовтың урыҫ теле һәм урыҫ яҙмаһын иркен ҡулланған, заманы өсөн алдынғы фекерле шәхес булғанын иҫбатланым.

Мәскәү фондтарында Екатерина II үткәргән Уложение Комиссияһының иҫ киткес документтары менән таныштым. Күсермәләрен алып ҡайтып, Башҡортостан дәүләт архивына тапшырҙым.  Шул материалдарҙы файҙаланып, һигеҙ диплом эше һәм бер кандидатлыҡ диссертацияһы яҙылды, әле бер аспирантым диссертация өҫтөндә эшләй.  

Үҙем дә көтмәгәндә тағы бер проблеманы күтәреп сығырға тура килде. Башҡорт халҡының күп томлыҡ тарихын яҙа башлағанда мине 3-сө томдың ғилми етәксеһе итеп ҡуйғайнылар. Том XVI быуат уртаһынан башлап XVIII быуат аҙағына тиклем осорҙо үҙ эсенә ала. Ә XVI быуат уртаһы башҡорттарҙың Мәскәү дәүләтенә ҡушылыуы менән башлана. 3-сө томдың проблемаларын барлай башлағас, ошо тарихи ваҡиғаны раҫлаусы бәхәсһеҙ дәлил булып Иван Грозныйҙың башҡорт ырыуҙарына биргән Жалованье грамоталары, йәки уларҙың күсермәһе булырға тейеш, тигән фекер тыуҙы. Был фекер менән Башҡортостан Фәндәр академияһының Гуманитар фәндәр бүлегендә өс тапҡыр сығыш яһаным.  Миңә шул факттарҙы раҫлаған документтарҙы табыу бурысын йөкмәттеләр. 2-3 йыл эҙләгәндән һуң мең ырыуы менән көньяҡтағы дүрт ырыуҙың Иван IV-гә биргән Жалованье грамоталарын табыу бәхете тейҙе. Академик Раил Кузеев фаразлауынса, башҡорт шәжәрәләрендә уларҙың фрагменттары инеп ҡалған булырға тейеш. Беҙ тапҡан күсермәләр күренекле ғалимдың фаразлауын раҫланы. Шәжәрәләргә грамоталарҙың өлөштәре генә түгел, улар тулыһынса ингән.

Юл ыңғайы тағын бер яңылыҡ табылды. Тарих фәнендә әлеге көнгәсә: «Иван Грозный Ҡазан ханлығын 1552 йылдың 2 октябрендә баҫып алды», – тигән тәғлимәт йәшәй ине. 1551–1555 йылдарҙағы ваҡиғалар татар ихтилалдары тип раҫланды. Ләкин 2 октябрҙә Рәсәй армияһы Ҡазан ханлығын түгел, ә Ҡазан ҡалаһын баҫып ала. Ханлыҡтың ябай халҡы өс йыл буйы Рәсәй экспанцияһына  ҡаршы көрәшен дауам итә. Был ихтилал түгел, ә азатлыҡ өсөн көрәш.

         Әлеге көндә Генераль межеваниеның материалдарын файҙаланып, башҡорттарҙың XVIII быуат аҙағында –  XIX быуат башында ярым күсмә малсылыҡ менән түгел, ә ултыраҡ тормошта мал тотоп, иген игеү менән дә шөғөлләнгәндәрен тикшерәм.  

 

–      Һеҙҙең эштә һәм тормошта теләгән һүҙегеҙҙе әйтә алмаған осраҡтар күп булдымы?

–      85 йыл йәшәгән ғүмеремдең 67-һе хеҙмәт эсендә ҡайнап үтте. Төрлө өлкәлә, төрлө һөнәр буйынса эшләргә тура килде. Һәр урында ниндәй ҙә булһа эҙ ҡалдырғанмын.

Нефть техникумын тамамлап, бер-нисә ай слесарь булып эшләп өлгөргәйнем, яңы төҙөлөп ятҡан установканың начальнигы итеп күсерҙеләр (минән ризалыҡ һорап та торманылар: «Управлениенан приказ бар, установканы ҡабул ит»). Установка бөтә Союз буйынса тәжрибә проекты, ул осор өсөн бик юғары технология объекты ине. Ләкин күҙгә күренеп торған етешһеҙлектәре бар. Установканы ҡабул иткәс тә, шул етешһеҙлектәрҙең береһен өҫтә ултырған хужаларға күрһәттем. Ләкин «Аксаковнефть» управлениеһының баш инженеры: «Проекттың авторы – Новокуйбышев нефть эшкәртеү заводының баш инженеры, тәжрибәле белгес. Кисә генә техникум тамамлаған маңҡа малай етешһеҙлек табырға уйлаған. Башта эшләп күрһәтһен әле», – тип, минең фекерҙе ҡабул итмәнеләр. Миңә өс йылға яҡын көрәшергә, иҫбат итергә һәм установканы үҙгәртергә тура килде. Инде 60 йыл ошо установка илгә хеҙмәт итә.

Университетты тамамлағас, ректор Шәйхулла Хәбиб улы Марат Ямалов менән мине аспирантураға ебәрмәй, бер йыл университетта эшләргә ҡушты. Марат Ямалов комсомол комитетын етәкләне, ә мин ФОП-тың деканы булып ҡалдым. Университетта ФОП бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан ине. Бер йыл эсендә мин бер нисә секцияны яңынан тергеҙҙем, етәксе итеп танылған, көслө профессионалдар саҡырылды. Сәнғәт институты доценты Людмила Литовченко 70 кешелек хор төҙөнө. Сәнғәт училищеһының танылған уҡытыусыһы Флүрә Ноғоманова республикаға билдәле 5 вокалист әҙерләне. Сәнғәт институты доценты Фәрҙүнә Ҡасимова драма секцияһында Мостай Кәримдең «Айгөл иле» драмаһын сәхнәгә сығарҙы. Башҡорт филологияһы студенттары Риф Ғәбитов һәм Таһир Бикҡужин, математика факультеты студенты Юлай Ғәйнетдинов ҡурайсылар секцияһы булдырҙылар. Ектерина Варламова бейеү ансамбле йыйҙы. Әлеге көндә киң танылыу тапҡан «Ирәндек» бейеү ансамбле – Е.Н.Варламованың мираҫы. 1972 йылда Республиканың «Студенттар яҙы» («Студенческая весна») фестивалендә БДУ коллективы беренсе тапҡыр Гран-при яуланы.

Әлбиттә, гел шыма ғына үткән ғүмер юлы һәм хеҙмәт һуҡмаҡтары булмайҙыр ул. Һәр урында еңеү ҙә көтөп тормағандыр. Теләгән һүҙемде әйтә алмаған, маҡсатыма ирешә алмаған саҡтарым да байтаҡ булғандыр. Бер нисәһенә генә туҡталып китәйек.

Бәләкәй сағымдан артист, йырсы булырға хыялландым. Үҙешмәкәр сәхнәлә 25 йыл ғүмерем үтте. 1960 йылдарҙа Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш райондарында башҡорт халыҡ йырҙарын йырлап йөрөгән берҙән-бер кеше мин булғанмындыр. Өс тапҡыр хыялыма ирешергә мөмкинлек тыуҙы. Ләкин яҙмыш тигән нәмә икенсе төрлө хәл итте. Шулай ҙа тормошта үҙ урынымды таптым. Шуға яҙмышыма үпкәләмәйем – Аллаға шөкөр.

1997 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлағас, үҙемдең тирәлә сәнәғәт темаһы өҫтөндә эшләгән ғалимдарҙы туплай башланым. 10-дан артыҡ доктор һәм 26 кандидат Башҡортостандың сәнәғәт тарихын төрлө өлкәлә тикшерә ине. Башҡортостандың сәнәғәт тарихын боронғо осорҙан бөгөнгө көнгә саҡлы 9 томда китап итеп яҙырға тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Шул ниәттән сығып, өс тапҡыр Башҡортостан Фәндәр Академияһының гуманитар фәндәр секцияһында сығыш яһаным. Халыҡ-ара һәм Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияларҙа докладтар менән ҡатнаштым, бер-нисә тапҡыр Рәсәй гранттары яулап, проблеманы күтәрҙем. Үҙебеҙҙә махсус ғилми конференция үткәреп, хөкүмәткә мөрәжәғәт иттек. Рәсәй кимәлендә беҙҙең инициативаны хуплап күтәреп алдылар, ләкин республикала иғтибар булманы. Йәл, беҙ Башҡортостанды Рәсәйҙең иң боронғо һәм иң көслө, бай тарихлы регионы итеп күрһәтергә тырышҡайныҡ. Хәҙер ул теманы күтәрергә мөмкинлектәр юҡ: авторҙарҙың күбеһе йә ҡартайып, йә үлеп бөттөләр.

Фәнгә мин бик һуңлап, төрлө-төрлө урау-урау юлдарҙы үтеп, 40 йәшкә етеп килгәндә генә аяҡ баҫтым. Ләкин эш һәм тормош тәжрибәләре фән өлкәһендә беренсе көндән үк актив позиция алып барырға мөмкинлек бирҙе. Шуларҙың бер нисәһен күрһәтеп китеү зыян итмәҫ.

Бер ваҡыт миңә хөкүмәт делегацияһы составында Октябрьский ҡалаһында уҡыу йылы тамамланыуға арналған байрамда ҡатнашырға тура килгәйне. Унда педагогия институттарын тамамлап ҡайткан йәштәрҙе тантаналы шарттарҙа эшкә ҡабул иттеләр. Йәш белгестәр араһында Алабуға пединститутының филология факультетын бөтөрөп ҡайтҡан уҡытыусыға иғтибар иттем дә, ҡала етәкселәренә һорау бирҙем: «Башҡортостанда дүрт юғары уҡыу йортонда һәм филиалдарында филология факультеттары эшләй. Ни сәбәптән Һеҙҙең уҡыусылар Алабуға институтына уҡырға бара?» Яуап мине ғәжәпләндерҙе: «Беҙҙең ҡала мәктәптәрен бөтөргән уҡыусылар Башҡортостан институттарының филология факультеттарына конкурстан үтә алмай. Унда коррупция көслө». Шунан мин уларға: «Әйҙәгеҙ, Һеҙҙең ҡалала БДУ-ның тарих һәм филология фәндәре буйынса филиалын асайыҡ. Мин үҙем филиалдың етәксеһе булып килергә ризамын», – тип тәҡдим иттем. Ҡала етәкселеге был тәҡдимде ҡыуанып ҡабул итте. Был хәлде ҡайтҡас та университеттың ректоры Рәғип Насретдин улы Ғимаевҡа хәбәр иттем. Ул шунда уҡ ризалыҡ бирҙе, программа әҙерләргә һәм ғалимдар эҙләргә кәңәш итте. Тиҙ арала һөйләшеүҙе Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа еткергән. Президент инициативаны ҡыуанып күтәреп алған: «Бик дөрөҫ ынтылыш. Октябрьский республикабыҙҙың көнбайыш сигендәге форпост булырға тейеш», – тигән.

Мин дәртләнеп эшкә тотондом. Бер нисә тапҡыр Октябрьскийға барып, хакимиәт башлығы Корольков менән осраштым. Ул тәүге йылда ике бүлмәле – ун, өс бүлмәле өс фатир вәғәҙә итте. Ҡаланың бер ГПТУ-һын ябырға әҙерләгәндәр икән. Минең менән бергәләп Октябрьский филиалына эшкә барырға теләүселәр ҙә табылды. Ләкин шул йылды ректор Р.Н.Ғимаев РФ Дәүләт Думаһы депутаты булып һайланды һәм университеттан китте. Яңы ректор М.Х.Харрасов: «Мин БДУ-ны филиалдарға тарҡатыуға ҡаршы» – тип, әүҙем генә барған хәрәкәтте туҡтатты.

Нияз Әбделхаҡ улы Мәжитов менән кәңәшләшеп, Башҡорт дәүләт университетының тарих һәм башҡорт филологияһы факультеттары нигеҙендә – Тарих институты, унан һуңыраҡ БДУ-ла Шәреҡ факультеты асырға кәрәк тигән тәҡдимдәр менән дә йөрөлдө. Улар ҡабул ителмәне йәки ҡағыҙҙа ғына ҡалды.

Маҡсатыма өлгәшә алмағандарҙан иң күңелде ҡырғаны генерал Миңлеғәли Шайморатовтың тарихын өйрәнеү менән бәйле. 1972 йылда мин Шайморатов урта мәктәбенә эшкә барҙым. Шул уҡ йылда данлыҡлы яҡташыбыҙҙың тормош юлын һәм хәрби хеҙмәтен өйрәнергә тотондоҡ. Уның исемен йөрөткән парктың кәртәләрен төҙәтеп, сүп-сар һәм ҡый үләндәренән таҙарттыҡ, емерелә башлаған һәйкәлен йүнәттек. Мәктәптә «Ҡыҙыл эҙәрмәндәр» төркөмө булдырып, дивизияның ветерандарын эҙләнек. Шайморатовтың Ригала йәшәгән ҡыҙы Октябринаны эҙләп таптыҡ. 1975 йылда яҙғы каникул ваҡытында 28 уҡыусыны Украинаға алып барып, яҡташыбыҙҙың ҡәберенә веноктар һалдыҡ. Еңеү көнөнөң 30 йыллығына, 1975 йылдың 9 майында, республикала беренсе булып генерал М.М.Шайморатов исемендәге мәктәп музейы астыҡ. Тантанаға республикаларҙан һәм башҡа өлкәләрҙән дивизия ветерандары һәм Октябрина Миңлеғәли ҡыҙы килде.

Ләкин ошо оло һәм кәрәкле эштә еренә еткерелмәгән бер нисә мәсьәлә ҡалған. Ворошилов өлкәһенең Фромандияровка ауылында беҙ Остап тигән ағай менән осрашҡайныҡ. Ул оккупация ваҡытында немец ғәскәрҙәре гарнизонында мунсала мейес яғыусы булып эшләгән. Һөйләүе буйынса, уның алмашсыһы булып утыҙынсы йылдарҙа Германиянан СССР-ға ҡасҡан немец коммунисы эшләгән. Беҙҙең дивизия 23 февралдә немецтарҙың ҡамауын йырып сыҡҡандың иртәгәһенә мунсала бер немец һалдаты иптәштәренә һөйләгән, имеш, ул кисә «Ҡырағай дивизия» (немецтар беҙҙең башҡорт дивизияһын шулай тип йөрөткәндәр) командирын атып үлтергән. Шуға уға ял биреп, йортона ҡайтып килергә рөхсәт иткәндәр. Остап ағайҙың һөйләүе буйынса, немец коммунисы Красный Кут шәһәрендә йәшәгән. Остап ағай уның адресын белә ине һәм миңә тәҡдим итте. Ләкин шул ваҡытта ул кеше менән осрашырға мөмкинлегем юҡ кеүек тойолдо. Хәҙерге көн мөмкинлектәренән сығып фекер йөрөткәндә, миңә уҡыусыларҙы оҙатып, үҙемә ҡалырға һәм генералдың һәләк булыуы тураһында ышаныслы сығанаҡтан дәлилдәр алып ҡайтырға кәрәк булған.

Украинаға барып ҡайтыуыбыҙҙы кино һәм аудиотаҫмаларға яҙҙырған инек. Ҡайтҡас ауылдың мәҙәниәт йортонда халыҡҡа күрһәттек. Мин 1976 йылда Мәскәү дәүләт университетының аспирантураһына уҡырға индем. Бөтә материалдарҙы ла мәктәп ҡарамағына ҡалдырҙым. Ни сәбәптәндер, улар эҙһеҙ юғалды.  Октябрина Миңлеғәли ҡыҙы менән 15 йыл буйы хат алыштыҡ. Бөтә материалдар ҡалын бер папка булып йыйылғайны. Яҡташыбыҙ шағир Ирек Кинйәбулатов Шайморатов тураһында поэма яҙырға йыйынам тип папкны алып торған ине, ул да кире ҡайтарылманы – «Троллейбуста портфель менән урланылар».  Октябрина Миңлеғәли ҡыҙы Башҡортостанды ла, атаһының ауылын һәм туғандарын бик яратты. Әгәр мөмкинселек булһа, был яҡтарға күсеп ҡайтырға тигән теләге бик ҙур икәнен белдерҙе. Мин был үтенесте дивизияның политбүлеге начальнигы ярҙамсыһы Сабир ағай Ҡадиров аша КПСС өлкә комитеты секретары Таһир Ахуньяновҡа еткерҙем, һөҙөмтә булманы. Миңә ныҡышмалыраҡ булырға, башҡа кешеләргә мөрәжәғәт итергә кәрәк булған.

 

– Үтенес менән килгән кешегә «юҡ» тип әйтеүе бик ауыр. Ләкин ваҡытында кире ҡағыу ҙа дөрөҫ, кешене өмөтләндермәҫ өсөн, уның ваҡытын әрәм итмәҫ өсөн. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

– Ҡатмарлы һорау. Мөрәжәғәт иткән кемгәлер кире ҡаҡҡанымды артыҡ хәтерләмәйем, бер генә ваҡиға иҫтә ҡалған. Тарих факультетын илле алла, ҡырҡ мулла менән бөтөргән бер егет аспирантураға инергә теләк белдергәс, артыҡ яфаланмаҫҡа кәңәш бирҙем, сөнки алып барып сығарырҙай түгел ине. Кемдер реаль булмаған теләк менән мөрәжәғәт итһә, нисек дөрөҫ хәл итергә тип кәңәш бирә торғайным.

Fөмүмән, минең турала «Ул кире ҡаҡмай» тигән фекер таралған ине. Бер ваҡыт Баһауетдин ағай Зәйнетдинов үҙенең ҡулъяҙмаһын алып килде. «Нәзир ҡустым! Бер-нисә танылған тарихсыға мөрәжәғәт итеп ҡараным, береһе лә ҡабул итмәне, һиңә күрһәтергә кәңәш иттеләр. Ҡарап сыҡ әле. Һуңынан фекереңде әйтерһең», – тип, ҡулъяҙмаһын ҡалдырып китте. Унда Салауаттың әсәһе – Көнбикә башҡорт ихтилалдарының күренекле юлбашсыларының береһе Аҡай Күсимовтың ҡыҙы булған, тип фаразлай. Фекер бик ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс, тарихи дөрөҫлөккә лә яҡын. Матур итеп рецензия яҙып, баҫтырып сығарырға кәңәш бирҙем. Тик ағайыбыҙ ҡапыл ғына үлеп китеп, ҡулъяҙма баҫылмай ҡалды.

Тағы бер ваҡиға. Сибай ҡалаһы мәсетендә имам-хатип булып хеҙмәт иткән Ғариф-хажи Ғабдрахманов мине эҙләп тапты. «Нәзир Мырҙабай улы, мин кандидатлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләйем. Тик ғилми етәксе таба алмайым. Кемгә мөрәжәғәт итһәм дә, баш тарталар. Академик Ғайса Батыргәрәй улы һеҙгә барырға кәңәш итте». Мин риза булдым. Иҫ киткес тырыш кеше булды ул. Мәсетенә ремонт та яһатты, йөрәк менән сирле ҡатынын дауаханаларға йөрөттө. Диссертацияһын да тамамлау алдында ине. 10 монографияны үҙ иҫәбенә сығарҙы. Тик үҙендә яман сир табылып, операция үткәргәндән һуң, ҡапыл ғына үлеп ҡуйҙы. Әлегә саҡлы бик ауыр кисерәм был юғалтыуҙы.

– Киләсәгегеҙҙе хәл иткән, уны ҡап уртаға бүлгән һүҙ ишетергә тура килгәне бармы?

– Бер нисә тапҡыр булды. Унынсы класты бөтөргәс, мәктәп директоры Иван Михайлович Амельников саҡырып алды ла, минең ҡайҙа уҡырға йыйынғаным тураһында һорашты. Артист булыу тураһында хыялланыуымды әйткәс, ул: «Һин быйылғы сығарылыштың иң көслө математигы, нефть институтына бар», – тип кәңәш итте. Һөҙөмтәлә мин 8 йыл ваҡытымды юғалттым.

Икенсеһе былай булды. Яҙмыш ҡушыуы буйынса Шайморатов урта мәктәбенең директоры булып эшләп йөрөйөм. Матур ғына донъя ҡороп ебәрҙек, йорт һалабыҙ, мал тотабыҙ. Ике малай үҫтерәбеҙ. Яҙмышыбыҙға зарланмай, һәүетемсә генә ғүмер итәбеҙ. БДУ-нан да, Тарих һәм тел институтынан да аспирантураға саҡыралар, йыл һайын баш тартып киләм. Бер көн кисләтеп ишек алдында мал ҡарап кергәндән һуң, тормош иптәшем Роза һүҙ башланы:

– Һин аспирантурала уҡый алмауың, ғалим була алмауыңа үкенәһеңме?

– Әлбиттә, үкенәм. Ни ҡылаһың, яҙмыштан уҙып булмай. Ләкин бөгөнгө эшемдән ҡәнәғәтмен, һөҙөмтәһе көн һайын күҙ алдымда. Тормошобоҙ ҙа, Аллаға шөкөр,бөтөн.

– Быйыл да МДУ-ға саҡыралар. Әгәр аспирантураға керергә булһаң, имтихандарҙы бирә алыр инеңме?

– Шигем юҡ. Ә бына нисек һине сит ауылда ике бала менән мәктәп фатирында 60 һум хеҙмәт хаҡы менән ҡалдырып китәйем ?

   – Университетты бөтөрөүеңә – 5 йыл. Көнө-төнө эштә. Китаптарыңды тотоп та ҡарағаның юҡ. Мин һинең имтихандарҙы бирә алыуыңа шикләнәм. Әгәр һин үҙ-үҙеңә ышанһаң, бар. Мин бит балалар менән урам буйында ҡалмайым. Эшләп йөрөйөм. Бик ауыр булһа, ата-әсәйемә барып йығылырмын, һәр хәлдә өс йыл әллә ни күп ваҡыт түгел.

Ошо һөйләшеүҙән һуң мин аспирантураға барырға тәүәккәлләнем. 15 балдан 14-те йыйып, уҡырға инеп киттем. Кандидатлыҡ диссертацияһын ваҡытынан алда яҡлап ҡайттым.

Өсөнсө ваҡиға ла тормош иптәшемдең һүҙе менән бәйле. Аспирантуранан һуң МДУ-ла ҡалырға ҡоҙаланылар. Украинаның Чернигов университетына, Себергә Кемерево университетына саҡырҙылар. Икеһендә лә өс бүлмәле фатир һәм доцент дәрәжәһе вәғәҙә иттеләр. Ҡайһыһына риза булырға тип, баш ватҡанда ҡатыным хәбәр һалды: «Ҡайт Башҡортостанға. Мәскәүҙә лә, Себерҙә лә, Украинала ла йәшәй алмайһың һин. Бәҙрәфкә инеп ултырһаң, Ағиҙелем тип йырлайһың, душҡа инһәң, Уралың иҫеңә төшә. Уларҙы һағынып, хыялый булырһың». Шулай итеп, мин тыуған Башҡортостаныма ҡайтырға булдым. Бөгөн дә ҡыуанып бөтә алмайым.

Күҙем

– Бөгөн сәйәсмәндәр тарихты үҙенә нисек кәрәк шулай үҙгәртеп яҙа. Көнбайыш илдәрендә, АҠШ-та Бөйөк Ватан һуғышы тарихын баштүбән әйләндереп ҡуйҙылар. Тимәк, илебеҙ генә түгел, тарихыбыҙ ҙа яҡлауға мохтаж. Уны нисек яҡларға һуң? Ысулын нимәлә күрәһегеҙ?

– Үкенескә ҡаршы, тарих заман ҡуласаһында буталырға мәжбүр шул. Элек беҙ Рәсәй тарихында дворяндар, революцион демократтар, капитализм һәм Совет осорҙарын айыра инек. Һәр осорҙоң синыфы тарихи ваҡиғаларҙы үҙ мәнфәғәтенән сығып фаразланы. Совет осоронда тарих марксизм-ленинизм тәғлимәтенә таянып тикшерелде. Был иң ышаныслы тәғлимәт, бөгөнгө көндә лә уның дөрөҫлөгөнә иманым камил.

Горбачевтың перестройкаһы кешеләрҙең ауыҙ-телдәренән йоҙаҡты алғас, күптәрҙең демократиянан башы әйләнде. Тарихты профессиональ тарихсыларҙан да бигерәк Рой Медведев, Александр Солженицын кеүек һәүәҫкәрҙәр яҙа башланы, һөҙөмтәлә Ленин менән Сталин – антихристар, империяһына төкөрөп, балерина Кшесинская менән кәйеф-сафа ҡорған Николай II «изге», Ер шарындағы иң ҙур, иң гуманлы СССР  яһилдар империяһына әйләнде. Иҫәпләй башлаһаң, иҫәбенә сығырлыҡ түгел.

Тарих фәнен ҡаҡшатырға, ысын тарихты төрлө уйҙырма менән алмаштырырға юғары һәм урта белем усаҡтарында 80-90-сы йылдарҙағы бер өҙлөкһөҙ үткәрелгән реформалар, һуңыраҡ оптималләштереү ныҡ булышлыҡ итте. Горбачев-Ельцин осорондағы сәйәси уйындар ҙа тарихты ныҡ бутаны. Университеттарҙа региональ компонент кафедраларын ябыу милли халыҡтарҙың тарихына балта сабыуға бәрәбәр булды. Башҡорт дәүләт университетында Башҡортостан тарихы кафедраһын «этнография һәм археология» тигән ҡушымталар менән генә һаҡлап ҡала алдыҡ.

Ошоға өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәк: өс тиҫтә йыл илебеҙҙә тарих фәне буйынса мәктәпкә һәм юғары уҡыу йорттарына дәреслектәр яҙалар. Был глобаль проблемала президент та, министрҙар ҙа, академиктар ҙа, уҡыуға һәм фәнгә бер ҡыҫылышы ла булмаған «аҡыллы баштар» ҙа ҡатнаша. Ләкин бөтә был «авторлыҡ» уйыны урыҫтарҙың «гадание на кофейной гуще» тигән әйтемен хәтерләтә. Рәсәйҙең тарих мәктәбенең бөтә донъяла дан алған юғары бейеклеген авторҙар иҫәпкә алмай (бәлки белмәйҙәрҙер ҙә). Рус тарихсылары, ғалимдар: В.Н.Татищев, Н.М.Карамзин, С.М.Соловьев, В.О.Ключевский, СССР тарихсылары, академиктар: М.Н.Тихомиров, Н.М.Дружинин, Л.В.Черепнин, Б.А.Рыбаков, башҡорт һәм татар, ҡаҙаҡ, үзбәк һәм башҡа халыҡтарҙың тарихсыларының күргәҙмә булып торорлоҡ хеҙмәттәре был хәсрәт авторҙарҙың иҫенә лә төшмәй. Һөҙөмтәлә беҙҙең балалар ялған тарихты уҡып, аңын зәғифләй.

Тарихты белмәү, халыҡҡа ялған хәбәр таратыу ахыр сиктә СССР-ҙың тарҡалыуына сәбәптәрҙең береһе булды. Балтиҡ буйы республикалары, «ирек» алып, Рәсәйгә ҡаршы көрәш асты. Октябрь революцияһына тиклем үҙ дәүләтен дә ойоштора алмаған «окраина» халҡы илебеҙгә ҡаршы һуғышҡа әҙерләнде.

Ошо ваҡиғаларға өҫтән генә байҡау яһаһаң да, тарихыбыҙ яҡлауға мохтаж икәнен күрәбеҙ. Бының өсөн тарихты әсә һөтөнән, балалар баҡсаһынан, мәктәп, вуздар аша дөрөҫ итеп күрһәтергә һәм аңлатырға кәрәк. Элек беҙҙе октябрят, пионер, комсомол ойошмаларына ағза итеп алғанда иң беренсе пункт итеп сәйәси әҙерлекте тикшерәләр ине. Был ойошмалар халыҡты патриотик яҡтан тәрбиәләүҙә төп звено булып торҙо. Хәҙер улар юҡ. «Юнармия» күберәк күңелле уйын сәхнәһен хәтерләтә. Радио, телевидение, интернет төрлө-төрлө шоу менән тулған. Баланы тәрбиәләүҙе мәктәптәр – ата-әсәгә, ә ата-әсәләр мәктәпкә ауҙара. Йәш быуынды тарихи нигеҙҙә ысын патриот итеп тәрбиәләүҙә мәктәптең дә, ата-әсәләрҙең дә роле баһалап бөткөһөҙ ҙур һәм яуаплы.

– Уҡытыусы бала күңелен күрә белергә тейеш, шунһыҙ ул ниндәй педагог булһын, ти. Ә һеҙ уҡыусыларығыҙ, студенттарығыҙ араһында көслө тарихсыларҙы алдан күрә инегеҙме? Улар менән нисек эшләнегеҙ?

–   Өсөнсө курста уҡығанда 1-се республика мәктәп-интернатында педпрактика үттем. Шунда унынсы класс уҡыусылары араһында Юлай Ғәйнетдинов менән Латиповҡа иғтибар иттем. Улар дәрестә бик активтар, төплө белемдәре менән айырылып торалар ине. Мин уларға дәрестә доклад менән сығыш яһау өсөн темалар бирҙем. Юлай әлеге көндә таныштырыуға мохтаж түгел. Латипов – БДУ-ның математика факультетында доцент, фән кандидаты.

Шайморатов урта мәктәбендә тарих уҡытҡанда унынсы класс уҡыусылары араһында Шамил Хәбибуллин менән Ринат Әбдиевты үҙемдең кабинетҡа саҡырып, айырым консультациялар үткәрә инем, В.И.Ленин хеҙмәттәренең тулы йыйынтығы менән эш итергә өйрәттем. Шамил Ҡазан дәүләт университетының тарих факультетын тамамлап, Ғафури районы мәктәбендә тарих фәнен уҡытып, пенсияға сыҡты. Ринат Өфө нефть институтын тамамланы, техник фәндәр докторы, профессор. Әлеге көндә лә осраған саҡта үҙҙәрен минең уҡыусыларым икәнен хәтерләп, рәхмәт әйтәләр.

МДУ-ның аспирантураһын бөтөрөп, БДУ-ға ҡайтҡас, тәүге йылда 1-се курста семинар дәрестәрен үткәрергә миңә Юлай Солтанов (Әбсәләмов), Юрий Сергеев һәм Зөлфиә Әхмәровалар бик ярҙам итте. Улар шул тиклем актив, төрлө сығыштары менән дәрестәрҙе йәнле, эстәлекле итеп алып барырға мөмкинлек бирҙе. Улар менән айырым консультациялар үткәрә инем. Юрий Сергеев менән 1-се курста биргән теманы кандидатлыҡ диссертацияһына алып барып еткерһек, уңышлы яҡланы. Әле Бөрө институтында доцент. Юлайҙы МДУ-ға күсертеп, үҙем менән конференцияларға йөрөттөм, биргән темаға диссертация яҡларға ярҙам иттем. Ул бөгөн Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш белгесе, тарих фәндәре кандидаты. Зөлфиә БДУ-ны ситтән тороп бөтөрҙө, өс вузды ҡыҙыл диплом менән тамамланы.

Ғөмүмән, мин СССР (Рәсәй) тарихын 1-се курстан иң боронғо осорҙан XVIII быуатҡа саҡлы уҡыным. Ул заманда тәүге өс курста студенттар өс темаға курс эше яҙырға тейеш ине. Шуға күрә мин һайлап алған студенттар 2-3-сө курстарҙа курс эшен баһа өсөн яҙҙылар, ә диплом эше буйынса биш йыл буйына минең менән эшләнеләр.

– Тарих ҡабатлана, тиҙәр йыш ҡына. Был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк бармы? Беҙҙең көндәрҙә тарихтың ҡабатланыуын нимәләрҙә күрәһегеҙ?

– Тарих ҡабатлана, тип әйтеү дөрөҫ түгелдер ул. Спираль булып бара, тигән фаразлау бар. Ана шул спиралдең ниндәйҙер фазалары бер-береһенә ныҡ оҡшаш булһа,  тарихи ваҡиғалар ҡабатланған кеүек. Ундай күренештәр донъя тарихында ла, Рәсәй һәм Башҡортостан тарихында ла йыш күҙәтелә.  

Донъя тарихында һәр ваҡытта ла бөтә йыһанға хужа булырға ашҡыныу булды һәм әле лә ҡабатлана. XIX быуатта шул хыял менән Наполеон һуғыш башланы. XX быуатта Гитлер ҙа ошо хыял менән Икенсе донъя һуғышын асты. Һуғыштан һуң Черчилль «донъя инглиз телле милләт ҡулында булырға тейеш» тигән теория менән Европаға хужа булырға ынтылды. «Америка – американдар өсөн!» тигән лозунг европаларҙы көньяҡ Американан ҡыҫырыҡлап сығарырға саҡырҙы. АҠШ хужалары «Маршалл проекты» менән Европаны үҙҙәренә буйондорорға тырышты. Бөгөнгө көндә был көрәш Украинала барған хәлдәрҙә асыҡ күренә.  

Ошондай уҡ миҫалдар Рәсәй тарихында ла күп.

Үҙем

–  Һеҙҙең нефтсе булыу мөмкинлегегеҙ булған, артист булырға ла ынтылғанһығыҙ. Әгәр шул юлдарҙан киткән булһағыҙ, бөгөн Нәзир Мырҙбай улы кем булыр ине икән?

–        Мин – эшһөйәр кеше. 85 йыл буйына гелән генә үҙең яратҡан һәм үҙеңә оҡшаған ғына эштәрҙе эшләп йәшәп булмайҙыр ул. Мин бер ваҡытта ла эш хаҡы тип, хужаларға ярайым тип эшләмәнем, ә күңел биреп, ихлас итеп башҡарҙым. Бер вазифамдан да приказ менән бушатманылар. Портфель һәм кресло өсөн һуғышманым, һәр эш алмаштырған урыным алғараҡ атлау, юғарыраҡ күтәрелеү булды. БДУ-ны бөтөргәс, мине нефтселәр профсоюзының өлкә комитетына мәҙәниәт бүлеге етәксеһе итеп саҡырҙылар. Ләкин проректор Миҙхәт Фазлый улы Ғәйнуллин: «Һин – аналитик фекерле кеше. Мотлаҡ ғалим булырға тейешһең», – тигән ине. Әгәр нефть институтында уҡыһам, бәлки, шул өлкәлә ғалим булып китер инем. Артист булырға тура килһә, ниндәй дәрәжәгә күтәрелеүемде әйтеүе ҡыйын. Октябрьский нефть техникумында уҡыған осорҙа Башҡорт халыҡ театрына йөрөнөм. Ҙур ғына һәм ҡатмарлы ролдәр башҡарырға ирештем. Режиссер Гөлсөм Мирғасимовна: «Нәзир, һин сәхнәлә бәхетле кеше буласаҡһың, һин йырға ла, бейеүгә лә оҫта. Шаян, сатирик ролдәрҙе лә, героик ролдәрҙе лә еңел башҡараһың»,– тип мине Вахтангов театрының Борис Щукин исемендәге театраль училищеһына әҙерләгән ине. Ләкин имтиханға әҙерләнеп йөрөгәндә миңә распределение буйынса Октябрский ҡалаһынан китергә тура килде. Тел грамматикаһындағы шартлы һөйкәлеш тигән мәғәнәлә эшләргә һәм йәшәргә яратманым. Мин – тарихсы. Хоҙай миңә шул юлдан барырға ҡушҡандыр, һәм мин яҙмышыма зарланмайым.  

 

– Элекке быуын геройҙар өлгөһөндә тәрбиәләнде. Тарихта булған батырҙар, кинофильм геройҙары, әҙәби образдар беҙҙең кумирыбыҙ булды, уларға оҡшарға тырыштыҡ, уларҙан өлгө алдыҡ. Һeҙҙең геройығыҙ кем булды һәм уның йоғонтоһо нимәләрҙә сағыла?

– Кумирҙар тигәндә, улар һәр йәшәү осоронда бер-береһен алыштырып торалар икән. Бәләкәй саҡта мин бик сирләшкә булдым. Роддомдан алып ҡайтҡан саҡта бик ҡаты туңдырғандар. Шуға миңә бик тиҙ һыуыҡ тейә ине. Ҡыш көндәрендә үҙемдең йәштәштәремдең тау шыуып уйнағандарын тәҙрәнән ҡарап ултыра инем. Шуға иртә уҡырға өйрәндем. 5 йәшемдә ағайым Ғәйсәрҙең боронғо тарих китабын (рус телендә) уҡырға ярата инем. Шундағы Мысыр фирғәүендәренең хәрби колесницаларында йөрөгәндәренән көнләшә инем.

Уҡый башлағас, минең кумирҙарым Николай Островскийҙың Павел Корчагины менән Андрей Птахаһы булды. Уларҙың ҡыйыулығы, батырлығы хайран ҡалдыра ине. Лев Толстойҙың геройҙары мине нишләптер ҡыҙыҡһындырманы. Анна Каренинаны еңел холоҡло ҡатын итеп ҡабул иттем, әлеге көндә лә тәнҡит күҙлегенән ҡарайым. Башҡорт әҙәбиәтендә үҫмер сағымда минең кумирым Хәсән Мохтарҙың «Дауыл алдынан»  романы геройы Сәлих булды.

Әлеге көндә кумирым – Владимир Маяковский. Шағир булараҡ та, Совет Рәсәйенең патриоты булараҡ та, кеше булараҡ та ул минең күңел түрендә.

– Үҙегеҙҙә ниндәй сифаттарҙы – ыңғай, ҡайһыларын кире тип баһалайһығыҙ?

–Үҙ-үҙеңә баһа биреү – ауыр мәсьәлә. Үҙемдә ыңғай сифаттарҙы аҙ күрәм. Берҙән-бере– эш һөйөүҙер. Бөтә ғүмеремде бөткөһөҙ хаталар яһап, шуларҙы төҙәтеүҙән һәм үҙемдең кире сифаттарым менән көрәшеүҙән торған бер оҙон марафон итеп күрәм. Алдарға, ялағайланырға, ҡыйыш-мыйыш һүҙ һөйләргә яратманым, яратмайым да. Кешенең дәрәжәһенә ҡарамай, дөрөҫлөктө маңлайына ярып һалып әйттем. Был – кире ошо сифатым арҡаһында байтаҡ уңайһыҙлыҡтар, ауырлыҡтар кисерергә тура килде. Шаян һүҙ менән һөйләшергә яратам, ләкин күп осраҡта шаян һүҙҙәрем әсе булып сыға һәм кешеләрҙе рәнйетә. Был да кире сифаттыр. Алдаҡсы, ялҡау кешеләрҙе яратмайым, хыянатты ғәфү итә алмайым. «Бер төкөргәнде кире яламайым», – был минең тормош девизым һәм төҙәтә алмаҫлыҡ кире сифатым.

– Нәзир Мырҙабай улы, быйыл бит һеҙҙең түңәрәк датағыҙ. Роза апай менән тормош ҡороуығыҙға 60 йыл тула. Ғаиләгеҙ тураһында бер нисә һүҙ әйтеп китмәҫһегеҙ микән?

           – Тормош иптәшем Роза менән 1967 йылдың июнь айында осраҡлы танышып, һуңынан дуҫлашып ҡауышыуыбыҙға 60 йыл да булып килә. Мин, 25 йәшлек студент, иңемдә – оло йәштәге әсәйем, сирле балаһы менән ҡайтҡан апайым, мәктәптә уҡып йөрөгән һеңлем. Өйләнеү түгел, нисек ғаиләне тамаҡ туйҙырырлыҡ саралар күрергә тигән көндәлек мәшәҡәт менән ғүмер һөргән саҡ. Ләкин беренсе осрашҡан көндә үк минең баштан: «Бына был ҡул аҫтында донъя көтөргә мөмкин», – тигән уй йүгереп үтте.

 Бер-беребеҙҙә нимәнелер дөйөмләштерә торған ептәр төҫмөрләгәнбеҙме, тиҙ арала айырылмаҫ дуҫтарға әйләндек, өс айҙан һуң мулла саҡырып, никах уҡыттыҡ һәм ЗАГС-ҡа ғариза бирҙек. Минең өсөн ҡатыным Роза – Тәңре бүләге, Хоҙай биргән бәхет. Тормош тәжрибәһе булмаған йәш кенә ҡыҙ бала беҙҙең ғаиләгә ҡырҡа үҙгәрештәр алып килде. Беҙ электр плитаһында аш бешереп, сәй ҡайнатып йәшәй инек. Ул ҡайҙандыр газ үткәрә торған мастерҙы алып ҡайтып, баллонһыҙ газ үткәрҙе. Тиҙ арала тегергә, ямарға, бәйләргә өйрәнде. Аш бешереү оҫталығын ул Октябрский ҡалаһында ГПТУ-ла өйрәнеп килгән ине. Беҙ әле лә һәр көн ресторанға йөрөгән һымаҡ ашайбыҙ.

 Йәш саҡта мин аспирантуранан баш тартып, ауылға уҡытырға сығып киттем. Ул бер ҡаршылыҡһыҙ, «Энә ҡайҙа, еп шунда», тип ауылда йәшәне, мал тотто, баҡса тәрбиәләне. Мин аспирантураға барырға теләк белдергәс: «Бар уҡы, теләгеңә иреш. Аҙаҡтан үкенеп йәшәргә булмаһын»,– тип, улдарыбыҙҙы эйәртеп, минең янға Мәскәүгә йәшәргә килде.

Аспирантураны тамамлап ҡайтып, бер-ике йыл ғына эшләгәс, мине КПСС-тың өлкә комитетына фән һәм мәғариф бүлегенә мөдир урынбаҫары итеп эшкә саҡырҙылар. Аслы-туҡлы ғына йәшәгән саҡ. Ғаиләлә өс малай. Асситенттың эш хаҡы ла ташҡа үлсәйем генә. Ә вәғәҙә ителгән саралар ныҡ ҡыҙыҡһынырлыҡ: ҙур эш хаҡы, яҡындан ғына өс бүлмәле фатир, хөкүмәт дачаһы, ҡара «Волга», бер-нисә йыл эшләгәс мәғәриф министры вазифаһы. Тормош иптәшем, улдарыма күрәтеп, шарт ҡуйҙы: «Әгәр ошо өс улыңды кеше итеп тәрбиәләп үҫтерһәң, шунда һинең Обкомың. Әгәр ҙә инде һин көнө-төнө кабинетыңда ултырып, улдарың урамда үҫһә, юлдан яҙһалар, миңә һинең фатирың да, хөкүмәт дачаһы ла, ҡара «Волгаң» да кәрәкмәй». Ҡатынымдың аҡыллы кәңәшенә ҡолаҡ һалырға зиһенем еткәнгә әлегә саҡлы үҙемде маҡтап бөтөрә алмайым. Өс улым да башҡорт гимназияларында һәм лицейҙа уҡынылар, өсөһө лә университет һәм аспирантура тамамланылар, икеһе – фән кандидаттары. Ә бит өлкән улым – 90-сы йылдар вәкиле, теләһә ниндәй юлдан китеү ҡурҡынысы бар ине. Улар уҡығанда һәр ата-әсәләр йыйылышына үҙем йөрөнөм, синыф һәм мәктәп тормошонда актив ҡатнаштым, ата-әсәләр комитетында эшләнем, уҡытыусыларға һәм мәктәп етәкселәренә ярҙамым да йыш ҡына тейҙе. 

Килендәребеҙ ҙә уңған, тәртипле, тәрбиәле. 4 ейәнебеҙ, 6 ейәнсәребеҙ булды. Бөтәһе лә уҡырға ихлас, араларында эскән, тәмәке тартҡаны юҡ. Өлкән ейәнебеҙ Тимур, БДУ-ның юридик институтын бөтөрөп, данлыҡлы 4-се гвардия Кантемиров танк дивизияһында хеҙмәт итте. Конкурс буйынса менән Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығында юрист булып эшләне, тик фажиғәле һәләк булды. Ейәнсәребеҙ Алһыу, Мәскәүҙә Рәсәй академияһын тамамлап, шунда эшкә ҡалды. Әлиә Санкт-Петербург тау университетында геолог һөнәрен алды, эшләп йөрөй. Йәмилә, мәктәпте алтын миҙалға бөтөп, Өфө нефть университетын тамамланы, геофизик. Искәндәр, лицейҙы алтын миҙалға бөтөрөп, Өфө авиация универститетын тамамланы, магистратурала уҡыуын дауам итә. Руслан Энергетика колледжының икенсе курсын тамамланы. Дилара быйыл 136-сы лицейҙы алтын миҙалға бөттө.  Өфө
нефть университетының төҙөүселәр факультетына уҡырға инде, төҙөүсе булырға хыяллана. Бәләкәсебеҙ Алина мәктәптә уҡый.

Улдарыбыҙ, килендәребеҙ, ейән-ейәнсәребеҙ – беҙҙең өсөн оло шатлыҡ, ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ. Уларҙың килеүе – оло байрам. Өләсәләре телефон аша заказдар ҡабул итә һәм кухняла әҙерләнә. Балаларыбыҙ йыйылғанда 16-18 кеше булып китәбеҙ, бәләкәй туй. Шуның менән шатланып көн итәбеҙ. Хоҙай алдағы көндә лә ошо бәхеттән айырмаһын.

Ҡарлыман урта мәктәбе, 9 Б класы уҡыусылары.  Алғы рәттә һулдан икенсе – Нәзир Ҡолбахтин. 1957 й.
Шайморатов урта мәктәбенең Шайморатов исемендәге мәктәп музейы.  Мәктәп директоры Нәзир Ҡолбахтин. 1975 й.
СССР тарихы кафедраһы мөдире Н.Ҡолбахтин  лаборантҡа күрһәтмә бирә. 1983 й.
«Индустриаль мираҫ» II бөтә донъя ғилми  конференцияһы. Һулдан уңға: Нәзир Ҡолбахтин,  А.Н.Дегтярев, Рәсәй фәндәр академияһы  академиктары В.А.Владимиров һәм Б.В.Ананьич.  Гусь-Хрустальный ҡалаһы, 2006 й.
БДУ-ның археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы кафедраһы  уҡытыусылары студенттар менән. Алғы рәттә һулдан уңға: Ә.Н.Солтанова,  Н.Ә.Мәжитов, Н.М.Ҡолбахтин, М.Ф.Обыденнов. Артҡы рәттә һулдан икенсе – доцент Ю.Н.Лукьянов, уңдан өсөнсө – доцент Е.А.Круглов. 2001
Академик Раил Кузеев исемендәге премияны тапшырыу.  Һулдан беренсе – Нәзир Ҡолбахтин, уртала – БР-ҙың Фәндәр академияһы  президенты А.М.Шаммазов. 2009 й.
Нәзир Ҡолбахтин тормош иптәше Роза ханым менән  59 йыл тормош арбаһын бергә тарталар.
Нәзир Ҡолбахтин ейәндәре Морат һәм Искәндәргә «музыка дәресе» үткәрә.
Ҡарлыман урта мәктәбе, 9 Б класы уҡыусылары. Алғы рәттә һулдан икенсе – Нәзир Ҡолбахтин. 1957 й.
Автор:Рәшиҙә Мәһәҙиева, «Ватандаш»
Читайте нас