

Көтөп алған сәйәхәт
Беларустағы Бөйөк Ватан һуғышына бәйле урындарҙы күреп ҡайтырға тигән хыялым күптән бар ине. 2021 йылда Минскиға Өфөнән авиарейс асылыуына һөйөнгәйнем, әммә юл төшмәне. Республика пенсионерҙары өсөн махсус программа булдырылыуы тағы елкендереп ебәрҙе һәм март айында тормош иптәшем менән икәүләп «Башҡортостан – Беларусь: оҙон ғүмер» программаһының рәсми сайтында теркәлдек. «Тархан» туристик агентлығынан «24 июндә Минскиға беренсе төркөм юллана, бара алаһығыҙмы?» – тип шылтыратҡас, шатланып риза булдыҡ. Иртәгәһенә үк барып, һәр беребеҙ өсөн тейешле 34 000 һум аҡсаны түләп, килешеү төҙөп тә ҡуйҙыҡ. Был суммаға самолетҡа билет хаҡы, иртәнге аш, ҡунаҡханала бер аҙна йәшәү һәм экскурсиялар инә. Сәйәхәт өлөшләтә республика ҡаҙнаһынан түләнә.
Шуныһы рәхәт: килешеү төҙөнөк тә эш тә бөттө. Самолетҡа билеттарҙы турагентлыҡ үҙе хәстәрләй, Минскиҙа беҙҙе автобус ҡаршы аласаҡ, экскурсиялар программаһы төҙөлгән.
Шулай итеп, Өфө менән Минск араһындағы авиабәйләнеш биш йылдан һуң яңынан тергеҙелеп, 24 июндә беҙ «Белавиа» компанияһының самолетына ултырҙыҡ. Рейстың көндөҙ булыуы уңайлы өлкәндәргә. Һәр хәлдә теркәлеү ваҡыты етеүгә 44 кешенән торған төркөмдән бөтәһе лә аэропортта ине.
Һуңғы айҙарҙа күнегелгәнсә, рейс тотҡарланыр микән тип хафаланыуыбыҙ бушҡа булды, ваҡытында ғына һауаға күтәрелдек һәм ике сәғәт ярымдан Беларустың баш ҡалаһында инек. Үҙебеҙҙәге ямғырлы, һыуыҡ көндәрҙән һуң ҡояшлы ергә барып төшөү күңелдәрҙе күтәреп ебәрҙе.
Аэропортта ҡаршы алған ханым үҙен Светлана Николаевна тип таныштырҙы. Ул беҙҙе көн һайын экскурсияларға алып йөрөтәсәк гид икән. Сәләмләшеп алғандан һуң, ҙур автобусҡа ултырып, ҡунаҡханаға юл тоттоҡ.
Светлана Николаевна юлда сәйәхәт программаһы тураһында һөйләне, кәрәк булырҙай дөйөм мәғлүмәт (транспорт, аҡса, метро, магазиндар) менән таныштырҙы.
Ҡаланың ситендә, тыныс ҡына урында, «Алмаз» тип аталған ҡунаҡханала туҡталдыҡ. Урынлашып алғас, бер-беребеҙ менән яҡындан танышырға ла форсат етте. Тәүге минуттан уҡ һәр кем менән ихлас аралашҡан әүҙем уҙаман Роберт Әхмәҙуллин булып сыҡты. Ул Өфөнән, ғүмер буйы табип булып эшләгән. «47 йыл элек Минскиҙа курстарҙа уҡып ҡайтҡайным, шул саҡта Белоруссияның бик күп иҫтәлекле урындарын ҡарап йөрөнөм. Тағы бер ҡат шул ерҙәрҙе күрер кәрәк, тигән хыялым бар ине, социаль программа биргән мөмкинлекте файҙаланырға булдым», – тине ул.
Күршеләребеҙ – Земфира менән Ринат Илекәевтар. Улар ҙа Өфөнән, донъя буйлап йыш йөрөгәндәр, бик күп илдәрҙе күргәндәр. Ғаилә башлығы «Водоканал» ойошмаһында эшләгән, Земфира ханым ғүмер буйы УМПО-ла бухгалтер булған.
Барыбыҙҙың да кәйефтәр шәп. Юл да арытып өлгөрмәгән, алда торған сәйәхәт тә күңелгә дәрт өҫтәй.
Беренсе көн
Иртәнсәк кафела ашап сығыуыбыҙға Светлана Николаевна автобус янында көтөп тора ине. Бөгөн илдең баш ҡалаһы менән танышабыҙ.
Беҙҙе тәүҙә Минскиҙың тарихи үҙәгенә алып барҙылар. Немига йылғаһының Свислочҡа ҡойған ерендә төҙөлгән тәүге ағас ҡәлғәнән үҫеп сыҡҡан икән Минск. Исеме Менка тигән йылға атамаһынан алынған. 1067 йылғы йылъяҙмала ул Менск тип телгә алына. 1991 йылда Минскиҙың элекке исемен ҡайтарырға тип сығыш яһаусылар ҙа булған, әммә тәҡдим ҡабул ителмәгән.
Тарихи кварталды халыҡ Үрге ҡала тип йөрөтә, ундағы XVII – XVIII быуаттарға ҡараған ратуша, собор, монастырь һәм костел Бөйөк Ватан һуғышынан һуң яңынан тергеҙелгән һәм реставрацияланған.
Күргәҙмәләр үҙәгендә бәләкәйҙән таныш МАЗ, БелАЗ машиналарын, «Беларусь» тракторын күргәс, күптән күрмәгән яҡын кешене осратҡан һымаҡ булып китте. Бында техниканың яңы моделдәре ҡуйылғайны. Комбайндарҙың ниндәйе генә юҡ: иген урғаны, кукуруз сапҡаны, тамыраҙыҡ ҡаҙғаны һ.б. Берәүһен сиңерткәгә оҡшатып ғәжәпләнһәк, уныһы ашлама һиптерә торған техника булып сыҡты.
Әлбиттә, белорустарҙың төп ғорурлығы һәм ҡеүәт күрһәткесе – БелАЗ. Күргәҙмәгә ҡуйылған машина 450 тонна (!) йөк тейәүгә иҫәпләнгән, хаҡы 10-12 миллион доллар. Әлеге көндә Беларусь бөтә донъяла карьер самосвалдарының – 30, комбайндарҙың 17 процентын етештерә икән.
Машиналар төҙөү бында Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ныҡлап үҫешә башлаған. Немецтар Белоруссияны баҫып алғас, гараждарҙа, оҫтаханаларҙа үҙҙәренең хәрби техникаһын ремонтлауҙы юлға һала, танктар етештерә. Шул рәүешле Белоруссияла машиналар төҙөүгә нигеҙ һалына һәм бөгөнгө көндә ул ил иҡтисадында иң мөһим тармаҡтарҙың береһе булып тора.
Икенсе шундай үҫешкән тармаҡ – ауыл хужалығы. Яулыҡтай ҙа буш ятҡан ер юҡ икәненә Минскиҙан сығып төрлө ҡалаларға экскурсияларға йөрөгәндә инандыҡ. Хатта баш ҡаланың тирә-яғында ла – баҫыуҙар, баҫыуҙар... Бойҙай үҫә, кукуруз елберҙәй, рәт-рәт булып картуф менән шәкәр сөгөлдөрө ултыра. «Фермерҙар үҫтерәме?» – тип һораным бер көн гидтан. «Беҙҙә фермерҙар әҙ, – тип яуапланы ул, – дәүләт шөғөлләнә». Әйткәндәй, ил үҙенең халҡын аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин итә. Бында етештерелгән һөт, ит ризыҡтарының сифаты тураһында Рәсәйҙә лә киң билдәле, шуға ла бында килеүселәр май, сыр, колбаса һатып алып ҡайтырға тырыша. Икмәктәре лә ныҡ тәмле. Бәлештәрҙең, булка-батондарҙың ниндәйе генә юҡ!
Минскиҙың иң ҙур майҙандарының береһе – Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны тип атала. Унда Хөкүмәт йорто, ике университет, Главпочтамт, ҡунаҡхана, костел, Ленинға һәйкәл бар. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында төҙөлә башлаған майҙан тәүҙә В.И.Ленин исемен йөрөтә. «Пролетариат юлбашсыһының исемен алған майҙанда Алла йорто нисек имен тороп ҡалды икән?» – тип уйлайым эстән генә. Костел хатта Бөйөк Ватан һуғышынан да имен ҡалған, тинеләр, ә һәйкәл емерелгән, уны яңынан ҡойғандар.
Костел тигәндән, Минскиҙың бер үҙенсәлеге лә шунда: бында православие храмдары менән бергә костёлдарҙы ла йыш осратырға була. Ә мәсет берәү генә.
Заман менән боронғолоҡ йәнәш йәшәй. 1996 йылда Афғанстанда һәләк булған яугир-интернационалистарға асылған мемориал Свислочь йылғаһында махсус утрауҙа урынлашҡан. Халыҡ телендә ул Күҙ йәштәре утрауы тип йөрөтөлә.
Миңә мемориалдың композицияһы бик оҡшаны. Килеп ингән ерҙә Алла әсәһенең бронза скульптураһы ҡаршы ала. Унда белорус һәм рус телдәрендә: «Был храм Афғанстанда һәләк булған улдарға…» тип яҙылған. Артабан түбәндәге юлдар бар: «Үҙебеҙҙең ерҙә лә, сит ерҙә лә яуызлыҡ булмаһын өсөн...»
Үҙәктәге ғибәҙәтхананы дүрт яҡлап ҡатын-ҡыҙҙар уратып алған. Мин уларҙың ҡайғылы йөҙҙәренә ҡарайым. Береһендә һүренке генә өмөт барлығын сырамытырға була. Икенсеһе ҡулдары менән битен ҡаплаған. Өсөнсөһө, эргәһендә балаһы торғаны, илап ебәрмәҫ өсөн ирендәрен ҡымтыған. Эс яҡлап стенала интернационалист-яугирҙарҙың исемдәре теҙелгән: 771 кеше. Ситтәрәк – бәләкәй генә илап торған фәрештә һыны. Ул һуғыш ҡорбандарын һаҡлай алмағанға йәш түгә. Утрау буйынса һибелеп ятҡан ҙур-ҙур таштарҙа совет һалдаттары һуғышҡан афған провинцияларының исемдәре яҙылған.
Минскиҙың иҫтәлекле урындары менән танышҡанда ҡаланың дөйөм тышҡы йөҙөнә лә иғтибар итә йөрөлә. Бик таҙа һәм төҙөк ҡала тигән фекер ҡалды. Бөтә ерҙә тәртип һәм таҙалыҡ. Газондар тигеҙ итеп сабылған, сәскә түтәлдәре һуғарыла. Бер ерҙә лә сүп-сар туҙып ятмай, урамдарҙағы асфальтта тишек-тошоҡ, соҡор-саҡыр юҡ. Автобустар туҡталыштарҙа яҙып ҡуйылған расписание буйынса ғына килеп туҡтай. Ҡыҫҡаһы, тормош һуҡҡан сәғәт кеүек тигеҙ генә бара һымаҡ.
Миңә ҙур бер сауҙа йорто оҡшаны, ул «Першы» тип атала. Унда фәҡәт Беларустың брендтары ғына тәҡдим ителә: аҙыҡ-түлек, сәнәғәт тауарҙары, мебель, косметика – барыһы ла бар.
Йәнәшәләге икенсе сауҙа йортонда – сит ил магазиндары, һәр ерҙә булған билдәле маркалар. Әлбиттә, туристар күберәк «Першы»ға бара, урындағы сифатлы продукцияны һайлай. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ, Беларустың үҙендә етештерелгән тауарҙарҙың хаҡы бөтә магазиндарҙа ла бер үк, сөнки дәүләт тарафынан контролдә тотола.
Икенсе көн
Минскиҙан 40 км самаһы алыҫлыҡта, Дудучи ауылы эргәһендә, «Дудутки» тип аталған боронғо халыҡ кәсептәре һәм технологиялары музейы бар. 1990 йылдарҙа Евгений Будинас исемле бер эшҡыуар нигеҙ һалған уға.
Асыҡ һауалағы был музей комплексы экспозициялар йыйылмаһы ғына түгел, унда белорустарҙың боронғо кәсептәре йәшәй, туристарға уларҙың технологияһы күрһәтелә, етештерелгән продукция ауыҙ иттерелә, һатыуға тәҡдим ителә. Беҙгә балсыҡтан көршәк яһап күрһәттеләр, тимерҙән даға сүкенеләр, ҡортсолоҡ традициялары менән таныштырҙылар. Иң тәүге бал һығыу мискәһен дә күрҙек. Боронғо ысул буйынса икмәк бешереү, сыр яһау, бал һығыу, үләнле сәй бешереү, хатта самогон ҡыуыу серҙәре лә ҡалманы. Ҡыҫҡаһы, тиренән, йөндән, талдан, ҡамыштан, тимерҙән, балауыҙҙан нимәләр эшләп була – барыһы ла күрһәтелде. Был шөғөл-кәсептәрҙең һәр береһенә айырым бина бүленгән, унда барлыҡҡа килеү тарихы, үҫеше, хәҙерге заманда ниндәй сүрәттә һаҡланып ҡалыуы тураһында мәғлүмәттәр ҙә, күргәҙмә материалдар ҙа, етештерелгән продукция ла етерлек.
Белорустарҙың иң уникаль шөғөлө, әлбиттә, һаламдан әйберҙәр эшләү. Сәнғәт кимәлендә башҡарылған был кәсеп ЮНЕСКО тарафынан матди булмаған мәҙәни мираҫтар исемлегенә индерелгән. Йола беҙҙең эраға тиклем II – I быуаттарҙа барлыҡҡа килгән. Уңышты йыйып алғандан һуң белорустар һуңғы һаламды киләһе көҙгә тиклем һаҡлаған, уны муллыҡ, именлек билдәһе тип, изгеләштереп ҡарағандар. Һаламды ҡул менән йыйып киптергәндәр, төҫ бирер өсөн һуған ҡабығы, сәтләүек йә ағас ҡайырыһы ҡушып, эҫе һыуға тыҡҡандар. Килеп сыҡҡан сеймалдан эшләпә, һауыт-һаба, көнкүреш әйберҙәре яһағандар. Хатта сиркәүҙәрҙә иконаларҙы һалам менән биҙәгәндәр.
Айырыуса күҙ тейеүҙән, боҙомдан, сихырҙан һаҡлаусы амулет киң таралған.
– Мин арыш һаламы менән эшләргә яратам, – тине музейҙа үҙенең ҡул эштәрен тәҡдим иткән һөйкөмлө генә ҡыҙ. – Ул бойҙай һаламына ҡарағанда оҙонораҡ та, нығыраҡ та. Бәләкәй саҡта өләсәйем өйрәткәйне.
Һаламдан үреү Беларуста ХХ быуатта икенсе һулыш ала. Хатта бер нисә ҡалала унан продукция етештергән фабрикалар барлыҡҡа килә. Дүрт төрлө үреү техникаһын ҡулланып, матур кәнфит һауыттары, кәрзиндәр, вазалар, эшләпәләр, биҙәүестәр, сувенирҙар яһайҙар, лак менән буяп та ебәрәләр. Күҙҙәрҙе ҡамаштырған продукцияны күреп, ябай ғына кипкән һабаҡтан шундай матурлыҡ ижад итеп булғанына бер килке ышана алмай тораһың.
Келт итеп үҙемдең дә һалам менән эшләп ҡарағаным иҫкә килеп төштө. Бәләкәй кластарҙа уҡығанда хеҙмәт дәресендә булды ул. Уҡытыусыбыҙ һаламды үтекләп алып килергә ҡушҡайны. Һуңынан ҡағыҙ битенә төшөрөлгән өй һүрәтенә йәбештерҙек. Бик матур, һары ғына бүрәнәләрҙән һалынған өй килеп сыҡҡайны.
Ҡулында ауыр сүкеште еңел генә уйнатҡан тимерсе егеттән «Был һөнәргә ҡайҙа уҡып сыҡтың?» – тип һораным. «Мәктәпте тамамланым да тимерсе булдым, был минең яратҡан эшем. Сөнки бәләкәйҙән атайымдың тимерлегендә үҫтем», – тип яуапланы ул.
«Дудутки»ла 14 метрлыҡ боронғо ел тирмәнен күреү ҙә ҡыҙыҡ булды. Эсенә инеп ҡараныҡ, төҙөлөшө, нисек эшләүе тураһында бәйнә-бәйнә һөйләнеләр.
Тирмән 1903–1905 йылдарҙа Березовка тигән ауылда торған. Уны ағалы-ҡустылы Иван һәм Малах Поляковтар төҙөгән. Коллективлаштырыу осоронда крәҫтиәндәр Себергә ҡыуыла, ә тирмән колхоз милкенә күсә. 1970 йылға тиклем эшләгән тирмән ташландыҡ хәлгә килгәс, 1992 йылда Евгений Будинас уны музейға күсереп ала һәм ремонтлай. Әлеге көндә тирмән боронғо көнкүреш һәйкәле булып, әллә ҡайҙан күренеп, үҙенә саҡырып тора.
«Дудутки»ның популярлығы шуның менән аңлатылалыр тим, музейҙа йолаларҙы күрһәтеү күңелле тамашаға әйләнә. Ә инде һәр төрлө дегустацияны турист халҡы бигерәк тә ярата бит инде. Бында һәр музейҙан нимәлер алып, йә ашап, йә эсеп сығаһың. Икмәктән, сырҙан, балдан, хатта самогондан да ауыҙ иттерҙеләр. Мәҫәлән, бер урында «Пан» тип аталған ҡабымлыҡ тәҡдим иттеләр. Ул былай яһала: икмәккә бал һөртәләр ҙә өҫтөнә тоҙло ҡыяр ҡырҡып һалалар. Бындай әселе-татлы ҡабымлыҡ ысын булғанмылыр, юҡмы – ул мөһим дә түгел, туристарға оҡшаһын!
«Дудутки» «дуда» тигән һүҙҙән, белорустарҙың музыка ҡоралының атамаһынан алынған. Бүтән халыҡтарҙа мал тиреһенән йәки үгеҙ ҡыуығынан яһалған был инструментты волынка тип йөрөтәләр. Дуда хаҡында ла белеп, көйөн тыңлап ҡайттыҡ.
Халыҡты белеү өсөн уның боронғо йолаларын белер кәрәк. Сөнки унда тарих та, мәҙәниәт тә, көнкүреш тә – барыһы ла бар. «Дудутки» беҙгә белорустар тураһында бик күп мәғлүмәт бирҙе.
Өсөнсө көн
Был көндө һәр кем үҙаллы йөрөһөн, ял итһен өсөн экскурсиялар юҡ ине. Шул уҡ ваҡытта Гомель ҡалаһына түләүле экскурсия тәҡдим ителде. Әммә беҙ, тәүҙән үк Бресты күреү хыялы менән килгән кешеләр, көнөбөҙҙө шуға арнарға булдыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, легендар крепость беҙҙең программаға индерелмәгән ине, сөнки ул Минскиҙан 350 км алыҫлыҡта ята.
Интернеттан экскурсиялар эҙләй башланыҡ. Брестың үҙенә генә экскурсиялар юҡ, бары «Беловежская пуща» заповеднигы менән икеһенә бергә бер көнлөк сәйәхәт тәҡдим ителә. Һүҙ ҙә юҡ, данлыҡлы заповедникты ла күргәндә шәп булыр ине, ләкин автобуста барып ҡайтыуға ваҡыт күп кәрәк, етмәһә Брест менән заповедниктың араһы – 70 км. Тимәк, тағы ваҡыт китә, һөҙөмтәлә береһен дә яҡшылап күреп булмаясаҡ. Шуға ла беҙ индивидуаль экскурсия алырға булдыҡ һәм шәмбе көн таңғы 7-се яртыла еңел машинала Брестҡа юл тоттоҡ.
Шоферыбыҙ Владимир водитель генә түгел, һәүәҫкәр гид та булып сыҡты. Бер йылға ярында туҡтап – тыуған яғы тәбиғәтенең матурлығын, бер ауылға индереп, 500 йыл үҫеп ултырған имән ағасын күрһәтте, иленең тарихи шәхестәре тураһында һөйләп барҙы. Ялтырап ятҡан тигеҙ юлда араның алыҫлығы ла, көндөң эҫелеге лә һиҙелмәне (Ул көндө 33-34 градус ине).
Крепость янында беҙҙе Илья исемле гид ҡаршы алды. Унан да бик уңдыҡ беҙ. Брест тарихын энәһенән ебенә тиклем белә, билдәле сығанаҡтарҙа булмаған мәғлүмәттәрҙе килтерә, дөйөм экскурсияларҙа ҡаралмаған урындарға алып йөрөй. Беҙгә хатта фото төшөүгә лә ваҡытты сикләп, күберәк һөйләп ҡалырға тырышты. Ҡәлғәнең трагик яҙмышы өсөн йәне һыҙлағаны уның үҙ эшенә шул тиклем бирелгәнлегендә сағыла ине. Бик рәхмәтле булдыҡ уға.
Дәһшәтле крепосҡа ингән урындағы ҡапҡа ҙур йондоҙ рәүешендә эшләнгән. Уның аша үткәндә Левитандың тауышын ишетеп, тән зымбырҙап китә, уңғансы үлемһеҙ «Священная война» яңғырай, бомба шартлаған тауыштар ишетелә.
Тарих дәрестәренән, кинофильмдарҙан күберәк Брест крепосының героик яҙмышы таныш беҙгә. Бында уның трагик яҙмышы, хатта икеләтә трагик яҙмышы тураһында ишетеү бик ауыр тойғо ҡалдырҙы.
Польша менән сиктәш был крепость 1941 йылдың 22 июнендә иң беренсе булып дошман утына тотола. Был ваҡытта унда төрлө подразделениелар, полктар, дивизиондар, батальодар – барлығы 7000 һалдат һәм 300-әп офицер ғаиләһе йәшәгән була. Немецтар крепосты тәүге көндө үк сәғәт 12-гә баҫып алырға планлаштыра һәм 30 минут эсендә 4500 снаряд ташлай. «Брестская крепость» тигән фильмды ҡараған кешеләр ул мәхшәрҙе күҙ алдына килтерә ала. Көтөлмәгән һөжүм арҡаһында аҙыҡ-түлек, ҡорал складтары, һыу каналдары шартлатыла, гарнизондар араһында бәйләнеш өҙөлә, хәрби командование менән элемтә юҡҡа сыға.
Сәғәт 12-гә ҡәлғә ҡамауҙа ҡала. Юғалтыуҙар иҫ киткес күп була, әммә иҫән ҡалғандар бирешергә теләмәй. Бер-береһенән айырылып ҡалған подразделениеларҙа командалыҡ итеүҙе үҙ өҫтөнә алған хәрбиҙәр табыла, улар, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, кешеләрҙе, крепосты һаҡларға тырыша.
Совет кешеләренең ҡаршылығын еңер өсөн фашистар казематтарға яндыра торған боеприпастар ташлай, күҙ йәше сығара торған газ ҡуллана, 1800 кг бомбаларҙан тотош Брест һелкенә. Каземат эсендәге стенала огнемет утынан ирегән кирбестәрҙе күреп, өнһөҙ торҙоҡ...
1 айға яҡын көрәшә крепость. Әммә һыу, аҙыҡ-түлек, медикаменттар булмауы хәлде ныҡ ҡатмарлаштыра. Һыуһауҙың сигенә сыҡҡан кешеләр үҙҙәренең ҡанын һурып эсә... Стенала ошондай яҙыу һаҡланып ҡалған: «Мин үләм, әммә бирелмәйем! Хуш, Тыуған ил! 20/VII-41».
Крепость эсендәге бер монумент «Һыуһау» тип атала. Унда ҡулындағы каскаһын алға һуҙып ерҙә шыуышҡан һалдат һынландырылған. Һәйкәлдең нигеҙендә лейтенат Мейерҙың батырлығы ята. Вячеслав Мейер һаҡлаған казарма йылғанан алыҫ булмай, ләкин немецтар берәүгә лә унда барырға бирмәй, сүпләп кенә тора. Кешеләрҙең ыҙа сиккәнен күреп, старшинаның түҙемлеге ҡалмай, котелогын эләктерә лә тәҙрә уйымынан һикереп төшөп, йылғаға йүгерә. Немецтар абайламай ҡаламы, әллә юрамал уның һыу алып, кире боролғанын көтәме – Мейер котелогын иптәштәренә һуҙғанда ғына атыу тауышы яңғырай. «Яралыларға бирегеҙ!» – тип кенә әйтеп өлгөрә ҡыйыу офицер. Әйткәндәй, Мейер үҙе немец милләтенән була.
Ошондай тетрәткес тарихтарҙы, аяныслы яҙмыштарҙы күп ишеттек Бреста. Иң аяныслыһы шул: аслыҡтан, һыуһауҙан хәлһеҙләнгән кешеләр әсиргә алына. Сталин был хәлде Бөйөк Ватан һуғышы тарихындағы хурлыҡ тип иҫәпләй һәм Брест хаҡында тиҙерәк оноторға ҡуша. Ташландыҡ крепостың кирбестәрен һүтеп ала башлайҙар...
Сталин үлгәс кенә Брест һаҡсыларының батырлығы тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләргә мөмкинлек тыуа. 1956 йылда – Брест крепосын обороналау музейы, 1971 йылда «Брест герой-крепость» мемориалы асыла. Беҙ ул музейҙарҙа булдыҡ, казематтарҙың эсендә йөрөнөк, ситтәрәк ятҡан 5-се фортты ла барып ҡараныҡ.
Снаряд ярсыҡтарынан теткеләнгән стеналар һуғыштың ни тиклем аяуһыҙ булғанын күрһәтә. Бер урында шартлатылған ҡапҡа урынында тәрән соҡор барлыҡҡа килеп, күл хасил булған. Тимер күпер ҡоймаһында пуля эҙҙәре шул килеш ҡалған. Ошо күпер аша атакаға барғанда бит инде фашистар үҙҙәренең алдына ҡалҡан итеп госпиталдә ҡулға алынған яралыларҙы, балаларҙы һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡыуа. Стеналарҙағы таҡтаташтар, ергә ябай ғына итеп теҙеп ҡуйылған фотопортреттар – һәр береһе артында – кемдеңдер яҙмышы, айырым кешеләр, берҙәм совет халҡы тарихы! Батырлыҡҡа, һынмаҫ рухҡа һәм илһөйәрлеккә мәңгелек һәйкәл ул Брест!
Дүртенсе көн
Лошицк паркына ҡыҫҡа ғына экскурсия ойошторолдо. Матур, тыныс урын. Төрлө ағастар эҫенән күләгә бирә, һиллек. Тын алыуы ла икенсе. Бында XIX быуатта Любанский фамилиялы дворяндарҙың усадьбаһы торған.
Әле өйҙөң интерьеры тулыһынса тергеҙелгән. Беҙгә ҡунаҡ бүлмәһен, балдар залын, йыуыныу бүлмәһен, буфет һәм ашхананы күрһәттеләр. Реставраторҙар стеналағы биҙәктәрҙе һаҡлап ҡалдырған. Боронғо мебель, көнкүреш әйберҙәре, картиналар галереяһы шул осорҙағы мөхитте күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Миңә айырыуса керамик мейестәр оҡшаны. Әйткәндәй, улар бындағы бөтөн килеш килеш һаҡланып ҡалған берҙән-бер нәмә. Балдар залындағы стенала өй хужаларының портреттары ҡуйылған. Улар менән таныштырыу классик музыка менән аралашып барҙы.
Ә кискеһен үҙ иҫәбебеҙгә «Бал ҡорттары донъяһы» тип аталған экскурсияға барҙыҡ. Берҙән, тормош иптәшем ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәс, был тема ҡыҙыҡ. Беларуста ниндәй үҙенсәлектәр бар икәнен белге килә. Икенсенән, был төрлө илдәрҙә төрлөсә атап йөрөтөлгән, әммә асылы урындағы халыҡтың милли ризыҡтары һәм мәҙәниәте менән таныштырыуға ҡоролған бик тә һәйбәт экскурсия икәнен аңлағайныҡ инде. Сит илдәрҙә булғанда ундайҙарҙы ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ.
Беҙҙе бер ауылда йәшәгән умартасының өйөнә алып барҙылар. Хужа ҡапҡа төбөндә ҡаршы алып тора ине. Шунда өҫтәлгә бәләкәй генә һауыттарға һәр беребеҙгә бал балы ҡойоп әҙерләгән. Ихлас итеп тәбрикләп, хәбәрен һөйләй-һөйләй күрешеп сыҡты.
Ҡәҙимге йорт, ҡәҙимге ыҡсым ғына урам, шул уҡ ваҡытта иҫ киткес йәмле, рәхәтлек бөркөлөп тора. Йәм-йәшел балаҫ кеүек үләндән яланаяҡ йөрөгө, уңайлы ғына эскәмйәләргә ултырып онотолғо килә.
Ул арала хужа бер оло ҡарт ағас янына саҡыра. Уға бер «айыу» үрмәләп менеп бара икән, ә өҫтә солоҡ урынлашҡан. Шулай итеп, бал ҡорттары тураһында лекция башлана. Артабан верандалағы видеозалға үтәбеҙ. Хужа экрандан күрһәтеп, һөйләп тора. Бал ҡорттарының нисек итеп бал йыйыуы тураһында ҡыҙыҡ итеп, юмор менән һөйләүе лецияны бик ҡыҙыҡлы һәм йәнле итә, шуға ла аҙмы-күпме белемем булһа ла күңел биреп тыңланым һәм тағы күп нәмә белдем.
Ишек алдында ҡортсоноң магазины ла бар. Прилавка артында улы тора. Балдың төрлө төрҙәре, балауыҙҙан яһалған әйберҙәр бар.
Һуңынан беҙҙе верандаға саҡырҙылар. Унда – өҫтәл тулы һый! Көршәктәрҙә белорустарҙың милли ризығы – колдуны, был шул уҡ драник кеүек, тик эсендә фарш бар.
Ашарға ултырыуыбыҙға милли кейемдәрҙә артистар килеп сыҡты. Улар үҙҙәренең музыка ҡоралдары тураһында һөйләне, уйнап та күрһәттеләр, йырланылар, бейенеләр. Һуңынан барыбыҙҙы ла түңәрәккә, боронғо уйындарына саҡырҙылар.
Бишенсе көн
Был көн Мир ҡасабаһындағы замок һәм Несвиж ҡалаһындағы дворец-парк комплексы менән танышыуға арналғайны. Мирҙағы замок – Беларустың уникаль милли мәҙәни һәйкәле. 2000 йылда ЮНЕСКО-ның мәҙәни һәм тәбиғи мираҫтары исемлегенә индерелгән. Ул XVI быуаттың 20-се йылдарында таштан төҙөлгән беренсе шәхси ҡоролма була Беларусь ерендә. Юрий Ильинич ҡеүәтле фортификацион нығытма, йәғни һаҡланыу ҡоролмаһы итеп төҙөтә. Уның өс метр ҡалынлыҡтағы стеналар менән тоташҡан биш башняһы була. 25 метр бейеклектәге башнялар биш хәрби ярустан тора.
1568 йылда замок Николай Христофор Радзивиллдың ҡулына күсә. Ул замокка ренессанс стилендә өс ҡатлы дворец һалдыра, бастиондар төҙөтә, һыу менән уратып алдыра, махсус күл яһата. Замок нығытмаға әйләнә.
Үҙ тарихында замок белорус ерендә булған барлыҡ һуғыштар эсендә ҡала, бик күп тапҡыр емерелә һәм үҙгәртеп ҡорола. Советтар осоронда унда артель урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында немецтар гетто яһай.
Беҙ замокты тыштан ғына ҡарап, эске ихатаһын да тыштан ғына күреп киттек. Нишләптер эскә индермәнеләр.
Несвиждағы замок XVI—XVIII быуаттарҙағы архитектура һәйкәле. Ул да шул Радзивилл Сиротка тарафынан 1582 йылда һалына башлай һәм 1600 йылға төҙөлөп бөтә. Тирә-яғынан соҡор менән уратып алына, һуңынан унда һыу тултырыла. Шул рәүешле замок утрауҙа ултырып ҡала, уға инеү өсөн күл аша һалынған оҙон күпер аша үтергә кәрәк. Дошмандар һөжүм башлағанда күпер тиҙ генә һүтеп алына.
Замок заманында иң ныҡ һәм камил ҡоролмалаларҙың береһе һанала. Артиллерия, ҡул ҡоралдары, хәрби амуницияға ҡытлыҡ булмай. XVII быуатта ундағы артиллерия 100 пушканан тора. Ул бер нисә быуат дауамында ҙур хәрби роль уйнаған һәм Радзивиллдарҙың шәхси армияһы тупланған урын булған замок мәҙәниәт үҙәге лә була. Мөһабәт 12 залда китапхана, портреттар һәм сәнғәт галереяһы, ҡоралдар коллекцияһы, затлы мебель, алтын ялатылған быяла һауыт-һаба күп була.
Беренсе Бөтә донъя һуғышы ваҡтында Несвиж аша фронт сиге үтә. Замокта хәрби лазарет урынлаша. Унда билдәле рус яҙыусыһы Константин Паустовскийҙың дауаланғаны ла билдәле.
Яҙыусы Валентин Катаев 1939 йылғы замокты һүрәтләй.: «Беҙ бүлмәләрҙең һаны, ҙурлығы һәм байлығына хайран ҡалдыҡ. Мебелдең байлығы күҙгә ташланды, ҡиммәтле ағастарҙан һалынған паркет, ялтырап торған ишектәр, алтын рамдарға ҡуйылған йоҡа көҙгөләр… Һунарсылар залына айыу, бүре, төлкө тиреләре түшәлгән. Оҙон өҫтәлдәрҙә һунарсы ҡоралдары, пистолет, мушкетон, кинжал, штуцер, винтовкалар ята. Стеналарҙа – болан мөгөҙҙәре».
КПБ (б) Үҙәк комитеты секретары П.К.Пономаренко И.В.Сталинға яҙған хатында замоктың байлығы күп булыуын, ә китапхананың хаҡы булмауын билдәләй. Әммә эшсе-крәҫтиәндәр власы иҫәпләшеп тормай, замок юл-транспорт техникумы һәм китапхана ҡарамағына бирелә. Китапхана һәм архив БССР Фәндәр академияһына, картиналар Минскиҙағы дәүләт сәнғәт галереяһына тапшырыла. Мебель, ҡоралдар коллекцияһы һәм пушкалар – Беларусь дәүләт музейына һәм киностудияға, һунарсылар залының экспонаттары – заповедникка, костюмдар – дәүләт опера һәм балета театрына тапшырыла. Залдарҙың береһендә.
1941–1944 йылдарҙа замокта немецтарҙың хәрби госпитале урынлаша. СССР заманында унда «Несвиж» санаторийы була.
С 2005 йылдан ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫына индерелгән.
Алтынсы көн
Минең иң күрергә теләгән урындарым ошо һуңғы көнгә ҡалдырылған ине. Шунлыҡтан, берәй сәбәп килеп сығып, экскурсиялар булмай ҡуймаһын тип борсолоп та йөрөнөм. Аллаға шөкөр, барыһы ла программа буйынса барҙы.
Шулай итеп, иртәнсәк беҙ Минскиҙағы Бөйөк Ватан һуғышы тарихы музейына барҙыҡ. Музей бик ҙур, әммә ялҡытҡыс түгел. Күргәҙмә материалдар, хәрби техника, һуғыш күренештәрен кәүҙәләндерелгән панорамалар күп. Улар дәһшәтле осорҙоң айырым мәлдәрен генә түгел, уның йәнде өтөр тынын да, күңел болғатҡыс еҫен дә еткерә.
Ҙур бер панорамала танкылар бәрелеше күрһәтелгән. Ҡарап тора торғас, улар ҡапыл ғына хәрәкәткә килерҙәр ҙә бер-береһенә ташланырҙар һымаҡ булып китә. Ваҡыт-ваҡыты менән самолет осҡан, бомбалар гөрһөлдәгән тауыштар шундай тойғоға сәбәп.
Түбәлә йәтеш кенә самолет эленгән. Фанеранан эшләнгән был самолетты бер кинола күреп аптырағайным. По-2 тип атала икән ул, летчиктарҙы осорға өйрәтеү өсөн эшләнгән, әммә һуғыш ваҡытында техника етешмәгәнлектән, ул да эшкә егелгән. Бындай самолеттарҙа осҡан авиаполк тик ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған. Яй ғына тиҙлектә түбәндән осҡан бипландарҙы немецтар «Ночные ведьмы» тип атай, сөнки улар төндә тауышһыҙ ғына килеп бомба ташлап китә һәм немецтарҙың ҡотон ала. Бер төн эсендә 6-10 осош яһай экипаж. Хәрби осошҡа бөтөнләй яраҡлаштырылмаған самолетта снарядтарҙы ҡыҙҙар үҙҙәренең тубыҡтарына һалып осҡан саҡтар ҙа күп була, урын күберәк булһын тип парашют та алмайҙар. Беҙҙең халыҡтың батырлығы һәм тапҡырлығы иҫ киткес инде, иҫ киткес!
Иң ауыры, әлбиттә, оккупацияға арналған залды ҡарау булды. Үлем лагерҙарындағы язалау ҡоралдары, лагерҙы уратҡан тимер сым, әсирҙәрҙең кейеме, кемдеңдер күҙлеге, баланың һыңар туфлийы... Һәр бер шундай әйбер артында кешеләрҙең ғазаплы яҙмышы, аяуһыҙ үлеме торғанын уйлай китһәң, сәстәр үрә тора. Немецтарҙың йыртҡыслығын һөйләп тә бөтөрлөк түгел!
Залдар араһындағы коридорҙарҙа СССР-ҙың халыҡ художнигы, дүрт концлагерь тамуғы аша үткән Михаил Савицкийҙың картиналары ҡуйылған. Нисек итеп быларҙы яҙа алды икән тип уйлайым үлем лагерҙарындағы күренештәргә ҡарап. Барыһын да өр-яңынан ҡабат-ҡабат кисереү өсөн йөрәк кәрәк, аҡылыңа зыян килеүе лә бар бит. Бер ҡарап киткәс тә оҙаҡ күҙ алдынан китмәй торалар әле.
Иң юғары ҡатҡа менеп еткәс, яҡты, тантаналы Еңеү залы асылып китә. Ул көмбәҙ рәүешендә эшләнгән. Түңәрәк залдың әйләнәһе буйынса алтын хәрефтәр менән Беларусты һаҡлауҙа ҡатнашҡан барлыҡ Советтар Союзы Геройҙарының исемдәре яҙылған. Улар араһында яҡташыбыҙ Муса Гәрәевтың да фамилияһы бар.
Ә тыштан музейҙың көмбәҙле түбәһендә ҡыҙыл байраҡ елберҙәй – СССР-ҙың Еңеү байрағы. Уны хатта Беларустың дәүләт флагынан да юғарыраҡ элгәндәр.
Музейҙы экскурсовод менән ҡарап сыҡҡандан һуң, яйлап тағы бер ҡат урап сыҡтыҡ. Шул арҡала киләһе экскурсияға саҡ һуңлап ҡалманыҡ. Алда беҙҙе Беларустың мәңгелек яраһы – Хатынь көтә ине.
Хатынь беҙҙең программала иң һуңғы экскурсия ине. Был дөрөҫ тә булған икән, сөнки унда булғандан һуң бер кем менән дә һөйләшке лә килмәй, бер нәмә хаҡында уйлап та булмай.
Хатынь ауылындада 149 кеше йәшәгән. 1942 йылда немецтар уларҙы колхоз һарайына ҡыуып индерә лә ут төртә, өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла аямай. Ҡасырға маташыусылар шунда уҡ атып үлтерелә.
Ҡапҡа янып, емерелә башлағас, бер ҡатын 7 йәшлек улы менән пуляларға ҡаршы йүгереп сыға һәм пуля тейгәс, улын ҡаплап, өҫтөнә йығыла. Яралы бала төнгә хәтлем үлгәнгә һалышып ята.
Өлкәндәрҙән 56 йәшлек Иосиф Каминский ғына иҫән ҡала. Иҫенә килгәс, ул мәйеттәр араһынан бер улын табып ала, әммә малай йәшәрлек булмай, әсәһен һорап ҡына өлгөрә һәм атаһының ҡулында үлә.
Мария һәм Юлия исемле ике ҡыҙ Хатынь фажиғәһенән ҡасып ҡотола. Уларҙы күрше ауыл кешеләре табып ала. Әммә тиҙҙән ул ауылға ла карателдәр килә һәм трагедия ҡабатлана...
«Хатынь» мемориалы ауылдың элекке төҙөлөшө буйынса эшләнгән. Шартлы өс урам. 26 өйҙөң һәр береһе урынында бетондан символик бура һалынған (янғындан ҡалған һуңғы бүрәнәләрҙе кәүҙәләндерә). Обелисктар һерәйеп торған мейестәр рәүешендә яһалған. Уларҙа ғаилә ағзаларының исеме яҙылған. Күбеһендә – 7-9-ар бала. Обелиск өҫтөндәге ҡыңғырау 30 секунд һайын һуғып тора. Туҡтауһыҙ ҡабатланған ошо тауыш күңелгә шом һала һәм ул шом көсәйгәндән-көсәйә бара.
Тәрән тынлыҡта Туғандар ҡәберлеген ҡарап торабыҙ. Унда бер ғәйепһеҙ 149 кеше, шул иҫәптән 75 бала күмелгән. Ҡыңғырау йөрәккә һуға, мейене сүкей. Гранит плитала рус һәм белорус телдәрендә фашизм ҡорбандарының тереләргә мөрәжәғәте яҙылған. Арыраҡ тергеҙелгән сиркәү бар, теләүселәр инеп, ҡорбандар рухына майшәм ҡуя.
Һарай урынында – ҡара граниттан ҡыйыҡ формаһында яһалған композиция. Кешеләр өҫтөнә ишелеп төшкән ҡыйыҡ – ҡара гранит – ҡара ҡайғы.
Мемориаль комплекс Хатындең фажиғәһе генә түгел. Бында илдәге бөтә үртәлгән ауылдарға арналған композиция бар. Ул зыярат рәүешендә эшләнгән. Һәр ауылға – бер «ҡәбер», ауылдың исеме, районы яҙылған, көлө-тупрағы һалынған урна ҡуйылған. Халҡы менән бергә яндырылған һәм юҡҡа сыҡҡан ауылдар иҫәбе буйынса – 290 «ҡәбер» (Өлөшләтә яндырылған һәм һуңынан тергеҙелгән ауылдар тағы ла күберәк – 433. Улар «Тормош ағасы» тип аталған экспозицияла күрһәтелгән).
Немец илбаҫарҙарының Беларустағы тағы ла бер ҙур енәйәте – үлем лагерҙары. Бындай лагерҙарҙа кешеләрҙе язалағандар, медицина эксперименттары үткәргәндәр, балаларҙың ҡанын алғандар. Сосораҡ балаҡайҙар тәндәрен кесерткән менән ыуған булған, немецтар уларҙың сәберткән тәненән ҡан алырға ҡурҡҡан, тиф тип уйлағандар.
Бөтәһе 260 үлем лагеры булған. «Хәтер стенаһы»нда уларҙың 66-һы – иң ҙурҙары ғына күрһәтелгән, һәр береһендә ғазаплы үлем кисергән кешеләрҙең һаны бирелгән.
Йәш кенә экскурсовод беҙгә быларҙы һөйләгәндә тауышы өҙөлөп-өҙөлөп китә. Уның ҡара кейемдә булыуы, ҡояштан ҡара зонт тотоуы ла осраҡлы түгелдер, тим. Беларустың уңалмаҫ яраһы ул Хатынь.
ххх
Бер аҙна ваҡыт тиҙ генә үтте лә китте, әммә бик оҙаҡ булғандай тойғо ҡалды. Сөнки көн дә яңы кисерештәр, яңы тәьҫораттар менән йәшәлде. Үҙеңдең уларға асыҡ булыуың, ҡабул итергә әҙер булыуың ғына кәрәк ине. Сәйәхәттең һәр көнөн тасуирлап яҙыуым юҡҡа түгел. «Башҡортостанда оҙон ғүмер» программаһының оло йәштәгеләргә ниндәй мөмкинлектәр биреүен күрһәтеү ине теләгем. Уның Беларусь менән берлектә тормошҡа ашырылыуы мөмкинлектәрҙе тағы ла көсәйтә һәм байыта. Мин үҙебеҙҙең өлкәндәр өсөн ысын күңелдән һөйөнөп ҡайттым.
Беларустың тарихты онотмауы, халҡының үткәндәренә һаҡсыл мөнәсәбәте ихтирамымды арттырҙы. Беҙ ҡайтыр алдынан ғына Бойондороҡһоҙлоҡ көнөн билдәләргә әҙерләнәләр ине. 3 июль – илде немец фашистарынан азат иткән көн. Музейҙа экспозициялар яңыртыла, урамдар, майҙандар байрамға әҙерләнә, хатта аэропортта ла махсус күргәҙмә бар ине.
Тыныслыҡтың ҡәҙерен белеү, дуҫлыҡҡа һәм хеҙмәттәшлеккә ынтылыу кешеләр менән аралашҡанда ла һиҙелеп тора. «Беларусь» нәшриәт йортоноң директоры-баш мөхәррире, Беларусь яҙыусылар союзы рәйесе Алесь Карлюкевич менән ситтән тороп беҙ күптән таныш инек. «Ватандаш»тың «Донъя халыҡтары әҙәбиәте» рубрикаһында күп тапҡырҙар белорус яҙыусыларының әҫәрҙәрен баҫҡаныбыҙ бар. Бүлек мөдире Зөлфиә Ханнанова Алесь Николаевичтың әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеп балалар матбуғатында сығарҙы. Әле журналыбыҙҙа Лилиә Һаҡмар тәржемәһендә белорус шағирәһе Мария Мучинскаяның шиғырҙары әҙерләнгән.
Минең Минскиға йыйынғанды белгәс тә Алесь Карлюкевич күрешергә теләк белдерҙе. Ул хеҙмәт юлын хәрби журналист булып башлаған, гәзиттә корреспондент, Беларусь Республикаһының мәғлүмәт министры булып эшләгән. Билдәле яҙыусы, документаль проза яҙа, публицистикала эшләй, тыуған яҡты өйрәнеү темаһын үҙ итә. Яҙыусылар союзы рәйесе булараҡ, үҙ илендә башҡорт әҙәбиәтен таратыуға ҙур иғтибар бүлә.
Олпат, дәрәжәле кешенең йома көн кискә ҡарай ғына килеп етеүебеҙҙе сабыр ғына көтөп ултырыуы үҙе үк күпте һөйләй. Ул ҡыҙыҡһынып беҙҙең журналды ҡараны, редакциябыҙ тураһында һорашты, үҙҙәрендә баҫма матбуғат хәлдәре тураһында һөйләне, хеҙмәттәшлекте дауам итергә килештек.
П.С. «Башҡортостанда оҙон ғүмер» программаһында ҡатнашыу өсөн ошондай уҡ исемдәге махсус сайтта теркәлергә кәрәк.