Все новости
Общество
31 Марта , 14:03

Ике йөрәк – бер бөтөн

2026 йыл Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, йәмғиәттең гармониялы үҫешеүенә шарттар тыуҙырыу өсөн мөмкинлек биргән указға ҡул ҡуйып, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: «Беҙгә ғаиләне, ғаилә ҡиммәттәрен, милләт-ара татыулыҡты һаҡлау буйынса берлектәге эште дауам итергә кәрәк», – тип белдерҙе. Республикабыҙҙа тырыш, эшһөйәр һәм күп балалы ғаиләләрҙең йылдан-йыл артыуы ҡыуандыра. Саҡмағош районы Имәнлекүл ауылында йәшәгән Индира һәм Илшат Арыҫлановтар ғаиләһе лә күптәргә өлгө. Улар, ата-бабаларҙан килгән матур ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап, туғандары, күрше-күләндәре менән татыу, дуҫтарса мөнәсәбәттә булып, балаларының һәләттәрен төрлө яҡлап үҫтереп йәшәй.

Арыҫлановтар - ижади ғаилә.
Арыҫлановтар - ижади ғаилә.

Хеҙмәт тәрбиәһе ғаиләлә һалына

Матур, ныҡ ҡапҡалы, заманса төҙөлгән йорт янына килеп туҡтағас та бында тырыш, уңған кешеләр йәшәүе аңлашылды. Ә инде ишекте асып инеүгә танауға тәмле ризыҡ еҫе килеп бәрелде һәм күҙ ҡарашым түр яҡтағы ҡупшы шыршыға, мул итеп әҙерләнгән табынға төштө. Ул арала ҡаршыма бер-бер артлы балалар сығып, саф татарса иҫәнләште. Әмиргә 10 йәш булһа, Илназға – 8, Ынйыға 5 йәш икән. Бәләкәй Ынйының шуҡ, сая икәнлеге бик тиҙ күҙгә салынды. Ниндәй йыр йырлай беләһең, тип һорағас, ул шыршы янына баҫып йырлап та күрһәтте. Һеңлеләре ихлас күңелдән сығыш яһағанда ағалары уйын ҡоралдарын хәстәрләй торҙо: Әмир – баянын, Илназ аккордеонын ҡулдарына алып, үҙ сиратын көттө. Малайҙар уйын ҡоралдарының төймәләренә баҫып, күректе тартыу менән өйгә матур моң ағылды.

Бәләкәй генә концерт ҡарау, балаларҙың шат көлөүе, шау-гөр килеүе, ололарҙың бер-береһенә ярҙам итергә әҙер тороуы, мул табын һәм тылсымлы уттар менән балҡыған шыршы күңелемдең иң түрендә һаҡланған бәхетле бала сағыма алып ҡайтты.

...Яңы йыл байрамдары алдынан ата-әсәйгә, күрше-күләнгә концерт ҡуйыу беҙҙең ғаиләләге матур йолаларҙың береһе ине. Апайым һәм һеңлеләрем менән афиша яһайбыҙ, үҙебеҙсә концертҡа саҡырабыҙ, күрше әбей һәм бабайҙарға ла өндәшәбеҙ. Ә инде концертыбыҙҙа кем йырлай, кем шиғыр һөйләй, кем бейей! Хатта спектакль дә әҙерләп күрһәтә инек. Сәхнә шаршауы булып эре ҡыҙыл сәскәле туҡыма хеҙмәт итте. Шул шаршау артынан килеп сығып, һәләттәребеҙҙе күрһәтеү үҙе бер ғорурлыҡ, атай-әсәйебеҙҙән өлгө алыу ине, сөнки атайым оҙаҡ йылдар Илеш районының Бишҡурай ауылы клубында эшләне, әсәйем уның менән бергә Яңы йыл кисәләрендә ҡатнашты. Ошондай татлы хәтирәләрҙе иҫкә төшөргәндән һуң тәмле табын артында әңгәмәбеҙҙе дауам иттек.

Индира үҙе алыҫ Төркмәнстанда тыуған. Әсәһе Зәһинә Рәшит ҡыҙы – Саҡмағош районының Имәнлекүл ауылы ҡыҙы. Атаморат исемле үзбәк егетенә кейәүгә сығып, иренең тыуған яғына юллана. 1991 йылда, Советтар Союзы тарҡалғас, Төркмәнстанда ла хәлдәр үҙгәрә: ҡыҫырыҡлау, төрлө кәмһетеүҙәр башлана. Зәһинә ирен Башҡортостанға күсеп килергә өгөтләй, әммә ғаилә башлығы ризалығын бирмәй. Шулай итеп Зәһинә, дүрт ҡыҙын алып, тыуған яғына ҡайтып китергә мәжбүр була. Ул тыуған йортона – ата-әсәһе янына йәшәргә ҡайта, тормош көтә башлай. Ашнаҡсы ҡатынға үҙ ауылында һөнәре буйынса эш булмағас, колхоз фермаһына эшкә урынлашырға тура килә.

Бер-береһен яратып өйләнешкән йәрҙәргә айырылышыу, әлбиттә, еңелдән булмай. Икеһе лә яңғыҙлыҡ ялҡынында яна, өҫтәүенә, ҡыҙҙары ла атаһын һағына. Дүрт йылдан һуң Атаморат, яҙмышына күнеп, ғаиләһе янына күсенә. Ул да колхозда эшләй башлай.

– Атайым тыуған яғын, туғандарын бик юҡһынып йәшәне. Ул эшһөйәр, уңған булды. Әсәйем менән икеһе лә тырышып донъя көттөләр, мал үрсеттеләр, бер эштән дә ҡурҡып торманылар. Беҙ үҫкәндә колхозда эш хаҡы урынына быҙау йәки башҡа мал бирелгән йылдар ине. Шуға ҡарамаҫтан, атай-әсәйебеҙ беҙҙе башҡалар араһында кәм-хур итмәйенсә тәрбиәләп үҫтерҙе. Апайым Илһөйәр, Илгизә, Илмираға һәм миңә оло тормош юлына сығырға ярҙам иттеләр. Беҙ ҙә ҡул аҫтына бик иртә керҙек, хужалыҡтағы эштәрҙә ярҙамлаштыҡ. Мин үҙем 2-се синыфта уҡығанда уҡ һыйыр һауа инем инде. Хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫеү бер ваҡытта ла насарлыҡҡа килтермәй. Үҙебеҙ ҙә балаларҙы ауыл тормошондағы эштәргә өйрәтеп үҫтерергә тырышабыҙ. Ә инде минең өсөн атайым менән әсәйем һәр саҡ өлгө булды, – ти Индира.

Индира Атаморат ҡыҙы 11-се синыфтан һуң Өфө медицина училищеһына уҡырға инә һәм, фельдшер һөнәрен алып, Өфөлә эш башлай. Һуңынан үҙ районына ҡайтып, өс йыл күрше ауылда эшләй. Бер ауылдан икенсеһенә йөрөп эшләүҙең еңел булмағанын үҙ башынан кисергән кеше генә беләлер. Индира ла уңайлыраҡ эш урыны эҙләй, Себер тарафтарына эшкә китә.

Тап ошо йылдарҙа йәш ҡыҙ үҙенә ғүмер юлдашы булыр ир-егетте осрата. Йәштәр өйләнешеп, ғаилә ҡороп йәшәй башлай. Күп тә үтмәй, улдары Әмир донъяға килә. Тик ғүмерлек тип һайлаған парҙарға ла ғүмерлек булмаған осраҡтар була шул. Индира ла, иренән айырылып, йәше лә тулмаған улы менән тыуған яғына ҡайтып китә. Был ваҡытта йәш ҡатындың Дүртөйлөлә һатып алған фатиры булһа ла, ул әсәһе янында йәшәргә ҡала, сөнки ире вафат булғас, Зәһинә апайҙың һаулығы ҡаҡшай – шәкәр диабеты көсәйә.

 

«Ҡояш ғүмере теләйем, әсәйем, һиңә!»

Әсәһен район үҙәгендәге дауаханаға йөрткәндә Индира яҙмышына яҙылған тормош иптәшен – Саҡмағош районы Аблай ауылында тыуып үҫкән Илшатты осрата. Врачҡа инер өсөн сиратта ултырғанда ике йәш кеше һөйләшеп китә һәм Индира үҙ тормошон ҡыҫҡаса ғына һөйләп бирә. Эйе, ҡайһы саҡта бөтөнләй таныш булмаған кешегә эс сереңде һөйләйһең дә ҡуяһың. Индира менән дә шулай була, күрәһең.

Үҙ әсәһен яңғыҙын ҡалдырып, ситкә сығып китеүҙе күҙ алдына да килтермәйенсә тыуған нигеҙендә йәшәгән, ҡәҙерле кешеһен һуңғы көнгә тиклем ҡәҙер-хөрмәттә тәрбиәләгән Илшат йәш ҡатындың хәлен тиҙ аңлай һәм ярҙам итеү теләге уяна – ул Индираны еңел машинаһында ҡайтарып ҡуйырға тәҡдим итә. Индира ла ҡаршы килмәй, сөнки тиҙерәк бәләкәй улы янына ҡайтырға ашыға. Ике йәш йөрәк шул көндән бер-береһенә тартыла, телефон номерҙары менән алмашып, шылтыратып һөйләшеп торалар. Илшат йәш, сибәр, баҫҡан урынында ут сәсрәтеп торған Индираға ғашиҡ була, кейәүгә сығырға тәҡдим яһай, тик ҡатын ғына ашыҡмай.

– Ике ут араһында ҡалдым. Илшатты мин дә бер күреүҙә оҡшаттым, уның ышаныслы тормош юлдашы булыуына шигем юҡ ине. Тик түшәктәге әсәйҙе яңғыҙ ҡалдырып китеүҙе күҙ алдыма ла килтермәнем. Апайҙарым да әсәйҙе ҡарарға ҡаршы түгел ине, тик уның туған нигеҙҙән киткеһе килмәне, – тип иҫкә ала ул көндәрҙе Индира.

– Беҙ ғаиләлә 11 бала үҫтек. Мин – туғыҙынсыһы, төп йортта ҡалдым, колхозда водитель, тракторсы булып эшләнем, шәхси хужалығымда һыйыр, һарыҡ, аттар үрсеттем. Ауыл тормошо ҡатын-ҡыҙға икеләтә ауыр икәнлеген яҡшы белә инем. Оҙаҡ уйланып, ике ауыл араһын хәтһеҙ тапағас, Имәнлекүлгә күсеп килергә ҡарар иттем, – ти Илшат Усман улы.

Яҙмыш елдәренә ҡаршы парлы ҡанат ҡағыу еңелерәк, тиҙәр. Индира менән Илшат Зәһинә апайҙы һуңғы көнөнә ҡәҙәр ҡәҙер-хөрмәттә тәрбиәләйҙәр. Тормошто яратҡан, үҙ көсө менән тырышып донъя көткән ҡатынға аяҡһыҙ ҡалыуын аңлау, кисереү бик ауыр була. Көнө буйы эшһеҙ ултырыуҙы күҙ алдына ла килтермәйенсә, ҡулынан килгәнсә балаларына ярҙамлашырға тырыша, ейәндәрен ҡараша. Хатта электр плитәһе һатып алып, карауаты янына урынлаштырта һәм ҡоймаҡҡа ҡәҙәре үҙе бешерә.

– Әсәй, сәләмәт сағын һағынып, күҙ йәштәрен күп түкте. Уға ни тиклем ауыр булыуын аңлап, күңелен күрергә тырыштыҡ. Ауылдағы, Саҡмағоштағы концерттарға йөрөттөк. Әсәйҙе өйҙән машинаға сығарып ултыртырға туғандар, күршеләр булышһа, клубҡа инергә дежур тороусы егеттәр ярҙам итте. 65 йәшенә Саҡмағошҡа Ришат Төхвәтуллиндың концертына алып барғайныҡ. Йырсы, уны тыуған көнө менән ҡотлап, ҡәҙерле кешебеҙҙе һөйөндөрҙө, – тип хәтерләй Индира. – Ауылыбыҙ янында мул һыулы, матур тәбиғәтле Кеүәш йылғаһы аға. Йәй көндәрендә шунда һыу инергә йөрөгән саҡтарын һөйләгәс, бер нисә тапҡыр йылға буйына ял итергә алып барҙыҡ. Беҙ бының бер ауырлығын да күрмәнек, киреһенсә, күңелебеҙҙе биреп, әсәй алдындағы бурысыбыҙҙы үтәнек. Өс йыл түшәктә ятты, 2020 йылда – коронавирус ҡоторған саҡта арабыҙҙан китте. Ул баҡыйлыҡҡа күскәндә Ынйыға ауырлы инем. Аҙна-ун көн үткәс, ҡыҙыбыҙ тыуҙы.

Әмирҙең музыкаға тартылыуын да Зәһинә апай күрә. Бәләкәй ейәне «Туған тел» каналында гармунсылар уйнағанын ишетһә, телевизор янына йүгереп килә лә сығышты ҡарап бөтмәйенсә китмәй икән. Оҙаҡламай Индираның туғандары Әмиргә бәләкәй гармун бүләк итә һәм малай яйлап уйнарға өйрәнә.

– Улыбыҙҙың һәләтен үҫтереү теләге менән Саҡмағоштағы балалар сәнғәт мәктәбенә уҡырға йөрөтөргә булдыҡ. Үҙ һөнәренең оҫтаһы, бала йәнле педагог Светлана Вәлиева класында баянда уйнау серҙәренә өйрәнә башланы. Беҙ уға ҙур рәхмәтлебеҙ. Светлана Виллюр ҡыҙы һәр бала күңеленә асҡыс табып, һәләтен үҫтереүгә күп көс һала. 20 саҡырымдағы район үҙәгенә көн дә йөрөп шөғөлләнеү ҡыйын икәнлекте аңлап, уҡытыусылары Әмиргә айырым расписание буйынса уҡырға рөхсәт итте. Өҫтәмә шөғөлләнмәйенсә оҫтарып булмағанлыҡты аңлап, баян һатып алдыҡ, – ти хужабикә. – Әмирҙе атаһы Саҡмағошҡа алып бара, дәрестәре тамамланғансы көтөп тора. Илназ да уларға эйәреп барып, ағаһының дәрестәрендә ултыра башланы. Быға Светлана Виллюр ҡыҙы бер ҙә ҡаршы килмәне, киреһенсә, теләген һүндермәһен өсөн дәртләндерҙе. Шулай итеп, Илназ бер йыл ағаһына эйәреп йөрөнө, быйыл үҙе лә балалар сәнғәт мәктәбенең аккордеон класында шөғөлләнә башланы. Уға ла музыка ҡоралы һатып алдыҡ, сөнки бирелгән өйгә эштәрен үтәп барырға кәрәк. Өйөбеҙҙә көн дә икешәр сәғәт баян, аккордеон тауышы яңғырап тора.  

Саҡмағоштағы балалар сәнғәт мәктәбе директоры Луиза Абдрахмановаға ла рәхмәтле Арыҫлановтар. Педагог уҡыусыларҙы төрлө конкурстарҙа, концерттарҙа ҡатнаштырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала.

– Былтыр көҙ Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында аккордеонсы һәм композитор Петр Дранганың «Метаморфозалар» программаһы менән хәйриә концерты үтте. Шул концертты барып күреү бәхетенә өлгәшеүселәр араһында беҙҙең улдарыбыҙ ҙа булды. Донъя дәрәжәһендә танылған виртуоздың сығышын үҙ күҙҙәре менән күреп, уйнауын тыңлау балаларға тағы ла тырышыбыраҡ шөғөлләнергә дәрт өҫтәне. Ҡыҙыбыҙ Ынйы йырларға, бейергә ярата. Ул Саҡмағоштағы балалар ижад үҙәгендә шөғөлләнә, – ти ғаилә башлығы.

Балаларын тәрбиәләүгә күп көс һалған, төрлө яҡтан үҫешергә ярҙам иткән Индира һәм Илшат Арыҫлановтар ғаиләһенә һоҡланмау мөмкин түгел. Улар шәхси хужалыҡтарында мал, ҡош-ҡорт аҫырай, йәшелсә, еләк-емеш үҫтерә. Ғаилә өс һауын һыйырының һөтөнән ҡаймаҡ айырта, май яҙа, эремсек, ҡатыҡ яһап, ял көндәрендә Өфө баҙарына алып барып һата. Һыйыр, ҡош-ҡорт итен, ваҡ бәлеш, туҡмасты көтөп тороп һатып алыусылары бар. Яҙын – сәскәләр үҫентеһе, йәй еләк-емешен дә һатыуға сығара улар.

– Хәҙер кеше әҙергә өйрәнде. Ауыл ерендә йәшәп тә мал аҫырамаусылар көндән-көн күбәйә. Беҙ Илшат менән ата-әсәләребеҙ үрнәгендә мал аҫырап, балаларыбыҙҙы ла хеҙмәткә йәлеп итеп үҫтерергә тырышабыҙ. Улдарыбыҙ бесән әҙерләүҙә, йорт эштәрендә ярҙамлаша. Ауылда йәшәүсе туғандарыбыҙ Гөлнара менән Рөстәм Рафиҡовтарға ҙур рәхмәтлебеҙ. Беҙ иртәнге таңдан Өфөгә сығып китеп, төнөн генә ҡайтып кереүгә балаларыбыҙ улар ҡарамағында булғас, күңелебеҙ тыныс. Ауыл тормошондағы тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәрҙә бер-беребеҙгә ярҙамлашып йәшәйбеҙ. Туғандарыбыҙ менән дә аралашабыҙ, ҡунаҡҡа йөрөшәбеҙ. Туғанлыҡ ептәрен һаҡлауҙа был да бик мөһим, сөнки хәҙер донъялар үҙгәрҙе: туған туғанын белмәй, күрше күршеһенә кермәй, – ти улар.

Арыҫлановтарҙың ҡыҙ һәм улдары ла киләсәктә ата-әсәһе өлгөһөндә татыу ғаилә ҡороп, матур тормошҡа ынтылып, тырышып эшләрҙәр һәм йәшәрҙәр, Аллаһ бойорһа! Уларҙан киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаясаҡтары хаҡында һораным. Әмир менән Илназ хәрби училищеға уҡырға инеп, хәрби оркестрҙа хеҙмәт итергә хыялланһа, Ынйы, әсәһе кеүек, медицина юлын һайларға йыйына икән. Хыялдарығыҙ, һис шикһеҙ, тормошҡа ашһын, киләсәгегеҙ яҡты, ата-әсәле булһын, балалар!

Хушлашыр ваҡыт еткәс, шуҡ ҡыҙсыҡтан тағы берәй йыр йырлауын һораным. Ул Гөлшат Зәйнәшева һүҙҙәренә Фәтхирахман Әхмәҙиев ижад иткән «Ҡояш ғүмере» йырын йырлай башлауға Индира ла моңло тауышы менән ҡыҙына ҡушылды. Шул миҙгелдә йорт эсе тағы ла яҡтырҙы, сихри моңға тулды ла бала саҡта шаршау артынан сығып, атай-әсәй ҡаршыһында сығыш яһағаным күҙ алдыма килде...

Бәрәкәт, бәхет бөркөп торған йорттан сығып ҡайтыу яғына юл тотҡас та әлеге йырҙың һүҙҙәре оҙаҡ ҡына ҡолағымда яңғыраны:

Ҡояш, ҡояш, мәңге балҡый,

Мәңге нур һибә.

Ҡояш ғүмере теләйем мин,

Әсәйем, һиңә!

Индира Арыҫланова улдары Әмир һәм Илназ менән.
Индира Арыҫланова улдары Әмир һәм Илназ менән.
Автор: Зөһрә ИСЛАМОВА
Читайте нас