Йәмғиәт
21 Октября , 06:00

Ауырлыҡтар еңел йыр-моң менән

Ҡырмыҫҡалы районының Үрге Төкөн ауылы Мәләш күленә яҡын ғына урынлашҡан. Ауылда йорттар һаны кәмей, йәштәр ҡалаға китә, ә ҡалғандары матур, алты мөйөшлө йорттар күтәреп, гөрләтеп донъя көтә. Заманында уҡырға, эшләргә тип ҡалаға юлланған өлкән йәштәге ҡайһы бер яҡташтар, кире ҡайтып, ата-әсә нигеҙен яңырта. Халыҡ матур, күңелле итеп йәшәргә ынтыла. Хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар ауыл клубында эшләп килгән «Мәләш» йыр-бейеү, фольклор ансамблендә ҡатнаша. Инәйҙәр йырлап-бейеп кенә ваҡыт үткәрмәй. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү өсөн ойошторолған «Йөрәк йылыһы» тигән ирекмәндәр штабында ла эшләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Мәләш» фольклор ансамбле.«Мәләш» фольклор ансамбле.
«Мәләш» фольклор ансамбле.

Мәҙәниәт усағы һүнмәй

Мәҙәниәт хеҙмәткәре һөнәре алып 2022 йылда ауылға ҡайтҡас, Айгөл Кәшфулла ҡыҙы Хәлитова хеҙмәт юлын клуб мөдире булып башланы. Хаҡлы ялдағы дәртле ағинәйҙәрҙе бергә йыйып, «Мәләш» фольклор ансамбле ойоштороп ебәрҙе. Үрге Төкөндә мәҙәни усаҡ йәнләнде. Күңелдәре йыр-моңға һыуһаған инәйҙәр йырлайҙар, бейейҙәр, үҙҙәре таҡмаҡтар ижад итәләр, шиғыр һөйләйҙәр, һәр байрам һайын ауылдаштарын ҡыуандыралар. Төрлө сараларҙы ла шунда сәй табыны артында матур итеп уҙғаралар. «Ҡыҙыл шәмбе»ләрҙе лә ярата ауыл халҡы. Таҙалыҡ-бөхтәлек кем күңеленә хуш килмәһен инде?!

«Һөт байрамы», «Кәкүк сәйе», «Ҡатыҡ байрамы», «Ҡаҙ ҡанаты һыҙырыу», «Өләсәйем һандығы» кеүек йола байрамдары бында йыш уҙғарыла. Район, республика кимәлендә үткән сараларҙа ла ихлас ҡатнаша төкөндәр. Уларҙың «Дуҫлыҡ» бейеү ансамбле, «Еҙ үксә» конкурсында «Мирфәйзә» бейеүен күрһәтеп, «Ансамблдәр» номинацияһында 1-се дәрәжә диплом менән бүләкләнде, шулай уҡ гала-концертта ҡатнашыу хоҡуғына лайыҡ булды.

«Һине яратам, тормош!» – республика кимәлендәге сара, Шишмә районында йыл да тиерлек уҙғарылып килә. Бында ла «Мәләш» фольклор ансамбле – сәхнә түрендә! Һәүәҫкәр артистарҙың хеҙмәте баһаланмай ҡалмай, әлбиттә. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ Рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары, сертификаттар...

Үрге Төкөн клубында 8 Март алдынан үткәрелгән «Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!» ярыш-конкурсына күрше ауыл ҡунаҡтары саҡырылды. Үрге Төкөндөң «Ауыл ҡыҙҙары» һәм Түбәнге Төкөндөң «Шаян ҡыҙҙар» командалары уңғанлыҡта, зирәклектә, оҫталыҡта көс һынашты. Байрамда «Мәләш» фольклор ансамбле ағзалары Вәзих Бикҡужин, Мансур Юламанов, Айгөл Хәмитова, Таңһылыу Хөсәйенова, Гөлназ Бикташева, Миңнира Зәйнуллина башҡарыуында йырҙар яңғыраны. Йәмле тамашанан һуң тәмле-татлы күстәнәстәр менән сәй эсеү ойошторолдо. Барлыҡ тамашасыларға, гармунсыларға, «Мәләш» ансамбленә, ярҙам иткән ауылдаштарға, ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәттәр әйтеп, бик ҡәнәғәт булып таралышты ҡунаҡтар.

 

Йөрәк йылыһын ҡушып...

Үрге Төкөн ауылы ҡатын-ҡыҙҙары йырлап-бейеп кенә ваҡыт үткәрмәй. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү өсөн ойошторолған «Йөрәк йылыһы» тигән ирекмәндәр штабында эшләй. Уңған, изге күңелле ҡатындар ҡара төнгә саҡлы маскировкалау селтәрҙәре бәйләй. Ярҙамға йәштәр ҙа килә. Ололар туҡыма киҫергә, уны үрергә өйрәтә, балалар ҙа ихлас булыша. Маскировка селтәрҙәре өсөн материалдар һатып алыуға бөтә ауыл халҡы аҡса йыя. Райондың «За Победу! За Россию!» штабы ла ярҙам күрһәтә. Быйыл доғалар, изге теләктәр ҡушып бәйләнгән 46 селтәрҙе алғы һыҙыҡҡа ебәргәндәр. Дөйөм алғанда, 300-ҙән ашыу селтәр бәйләп оҙатҡандар.

«Ай һайын ауыл халҡы күстәнәстәр, гигиена кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым һәм башҡа әйберҙәр йыя, – ти етәксе-ойоштороусы Айгөл Кәшфулла ҡыҙы. – Был эштән береһе лә ситтә ҡалмай. Әле, госпиталгә ярҙам кәрәк, тигән хәбәр килгәс тә, һәр кем ҡулынан килгәнсә тырышты. Рәмилә Моратова апайыбыҙ илле йомортҡанан туҡмас киҫеп әҙерләп ебәрҙе. Апайҙарыбыҙға афарин!»

Материалдар хәстәрләү, дронға ҡаршы селтәрҙәр үреү бер ваҡытта ла туҡтамай. Һалдаттарыбыҙға файҙаһы тейһен, дошмандарҙан һаҡлаһын берүк, тигән изге ниәттә һәр кем. Ирекмәндәрҙең исем-шәрифтәрен атап, уларға йөрәк түренән сыҡҡан оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәйек. Айгөл Хәлитова – ансамбль етәксеһе, ауыл мәҙәниәт усағы етәксеһе, Вәзих Бикҡужин – гармунсы, әүҙемдәр иҫәбендә – Фатима Бикҡужина, Фәүзәнә Бикҡужина, Сажиҙә Байғусҡарова, Зәлиә Байғусҡарова, Дания Ғәҙелшина, Миңнира Зәйнуллина, Фирҙәүсә Күҫәпҡолова, Рәйхана Сурбаева, Эльвира Хәлимова. Тыуған ил алдында башҡарған изге эштәрегеҙ үҙегеҙгә мең рәхмәттәр булып әйләнеп ҡайтһын!

«Мәләш» фольклор ансамбле ағзаһы Сажиҙә Байғусҡарованың улы Илвир яу ҡырында батырҙарса һәләк булды. Ҡыйыу яугир «Донбассты азат иткән өсөн», «Батырлыҡ өсөн», «Ҡаһарманлыҡ өсөн»,  «Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. Армиялағы һәм махсус хәрби операциялағы часть командирҙары ебәргән маҡтау грамоталарында уның Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән юғары һөҙөмтәләре, хәрби әҙерлеге, уңыштары билдәләнә. Батыр ул тәрбиәләгән Хәйҙәр Гәрәй улы менән Сажиҙә Вәлийән ҡыҙына рәхмәт хаттары тапшырыла. Илвир һәләк булғандан һуң килгән Батырлыҡ ордены яугирҙың өйөндә ҡәҙерләп һаҡлана.

Тиҙрәк ҡан ҡойош туҡтап, илдә тыныслыҡ урынлашып, яугирҙарыбыҙ ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, тип теләй ауыл халҡы.

Аллаға шөкөр, халыҡ дингә ҡайтты. Ауыл мәсетенә һәр йома халыҡ йыйыла. Күбеһе ураҙа тота, тәрәүих намаҙҙарын үтәй, ифтар мәжлестәре үткәрә. Ил тыныслығы, именлек һорап доғалар уҡыла, теләктәр теләнә.

«Мәләш» ансамбле ағинәйҙәре тырышып эшләй ҙә, ихлас итеп байрамдарҙа ла ҡатнаша. Ҡайғыға батып, кемдәндер нимәлер көтөп ултырыу беҙгә хас түгел, ти улар. Һәр заманда кешеләр ауырлыҡтарҙы йыр-моң, бейеү менән бергә кисергән. Шулай йәшәү күпкә еңел һәм күңелле. Күп һуғыштарҙа сыныҡҡан халҡыбыҙ ауырлыҡтарға бирешмәй, дәртләнеп, тыныс киләсәккә өмөт итеп йәшәй.

 

«Мәләш» фольклор ансамбле ижадынан

Өҫтәремә кейәм шинель,

Ҡайыш быуам билемә.

Төштәремдә генә ҡайтам

Тыуған-үҫкән илемә.

Ҡушымта:

Ҡайтам, ҡайтам, һағынып ҡайтам

Тыуған-үҫкән илемә!

 

Ауылымдың йәш үләнен

Тапамам, тигән инем.

Тыуған-үҫкән ауылымды

Ташламам, тигән инем.

Ҡушымта:

Ташларға тура килде,

Китергә тура килде.

Дошмандарҙы ҡырып һалып,

Һаҡлайым Тыуған илде!

***

Мәләш инәйҙәре уңған,

Таң һарыһынан тора.

Йырлап-бейеп, уйнап-көлөп

Алдан пландар ҡора.

Ҡушымта:

Һай, туғай, туғай, туғай,

Туғайҙа һайрай турғай.

Һаман шулай һайрай турғай,

Беҙгә һоҡлана, буғай.

 

Маскировка, һаҡселтәрҙәр

Бәйләйбеҙ төнгә ҡәҙәр.

Ҡул ҡаушырып ултырырға

Ваҡыттар юҡ шул хәҙер.

Ҡушымта:

Һай, туғай, туғай, туғай,

Туғайҙа һайрай турғай.

Һаман шулай һайрай турғай,

Беҙгә һоҡлана, буғай.

 

Вәзих гармунда уйнаһа,

Ауыл моңланып йырлай.

Яугир егеттәребеҙҙе

Ҡыҙҙар һағынып илай.

Ҡушымта:

Һай, туғай, туғай, туғай,

Туғайҙа һайрай турғай.

Һаман шулай һайрай турғай,

Беҙгә һоҡлана, буғай.

 

Бөгөн булмаһа, иртәгә

Барыбер һуғыш бөтөр.

Мәләш буйҙарын һелкетеп

Бар донъя байрам итер.

Ҡушымта:

Һай, туғай, туғай, туғай,

Туғайҙа һайрай турғай.

Һаман шулай һайрай турғай,

Беҙгә һоҡлана, буғай.

 

***

Алдыр Төкөн буйҙары,

Гөлдөр Төкөн буйҙары.

Мәләш буйын иңләп ята

Беҙҙең ауыл ҡырҙары.

Ҡушымта:

И-их, Мәләш буйҙары,

Йәмле Мәләш буйҙары!

 

Мәләш буйҙары йәмле,

Мәләш һыуҙары тәмле.

Төкөндә үҫкән егеттәр

Ҡоростай таҙа тәнле.

Ҡушымта:

И-их Мәләш буйҙары,

Йәмле Мәләш буйҙары!

 

Уралып-уралып аға

Уралдағы йылғалар.

Иҙел буйына теҙелгән

Төҙөк, матур ауылдар.

Ҡушымта:

И-их, Мәләш буйҙары,

Йәмле Мәләш буйҙары!

 

***

Йәйҙең йәмле көндәрендә

Йәмле һабантуйҙары.

Илем мәңге тыныс булһын –

Беҙҙең халыҡ уйҙары.

Иртә тороп тышҡа сыҡһам,

Күк йөҙҙәрендә аҡлыҡ.

Тыуған илем тыныс булһа,

Халҡым өсөн ҙур шатлыҡ.

Етәксе, ойоштороусы  Айгөл Хәмитова.
«Мәләш» фольклор ансамбле.
Шишмә районының Ҡатыҡ байрамында.
«Йөрәк йылыһы» ирекмәндәр штабы ағзалары  Р.Һөйөндөкова, Р.Сурбаева.
«Мәләш» ансамбле ағинәйҙәре тырышып эшләй ҙә,  ихлас итеп байрамдарҙа ла ҡатнаша.
Етәксе, ойоштороусы Айгөл Хәмитова.
Автор:Миләүшә ВӘЛИЕВА-ҒӘЙФУЛЛИНА, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы