Все новости
Йәмғиәт
13 Февраля , 11:00

Башҡортостандың опера һәм балет сәнғәтенә нигеҙ һалыусы (Ҡадир Бакиров)

«Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире вазифаһын башҡарғанда миңә йырсы һәм ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың «Ватан, сәнғәт өсөн бирелгән ғүмер» тип исемләнгән мәҡәләһен килтерҙеләр. 26 дәфтәр битенән торған яҙмала мәшһүр сәнғәт оҫтаһы Башҡортостан опера һәм балет сәнәғәтенә нигеҙ һалған режиссер, юғары мәктәп уҡытыусыһы Ҡадир Бакиров тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлаша. Мәҡәләне иғтибар менән уҡып сыҡҡандан һуң уның йөкмәткеһен әҙәби тел ҡанундары талаптарына ярашлы эшкәрттем, ҡайһы бер мәғлүмәттәргә, икенсе сығанаҡтар менән сағыштырып, төҙәтмәләр индерҙем. Шул уҡ ваҡытта дөрөҫлөккә тоғро ҡалырға ынтылдым. Яҙма «Ватандаш» журналы уҡыусылары өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайым.

Башҡортостандың опера һәм балет сәнғәтенә нигеҙ һалыусы (Ҡадир Бакиров)
Башҡортостандың опера һәм балет сәнғәтенә нигеҙ һалыусы (Ҡадир Бакиров)

Ватан, сәнғәт өсөн бирелгән ғүмер

Ҡадир Һаҙый улы Бакиров (Әбүбәкиров) 1905 йылдың 9 ғинуарында Ырымбур губернаһының Орск өйəҙе Өмбәт ауылында (хәҙерге Ейәнсура районы Өмбәт ауылы) тыуған. 1923 йылда үҙ теләге менән Ҡыҙыл армия сафына ҡушыла. Белемгә ынтылған тырыш егетте Һамар ҡалаһында ойошторолған командирҙар әҙерләү курсына ебәрәләр. Унан һуң Ҡазандағы хәрби-сәйәси мәктәптә белем алыуын дауам итә. Уҡыған осорҙа Ғ.Камал исемендәге Татар академия драма театрында сәхнәләштерелгән спектаклдәргә йөрөй, төрлө конкурстарҙы ойоштороу ысулдарын өйрәнә.

Тап шул йылдарҙа Ҡадир Бакировта сәхнә сәнғәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна һәм ул үҙен шул өлкәлә һынап ҡарау теләге менән яна башлай. Хәрби-сәйәси мәктәптә уҡыған йәштәрҙән үҙешмәкәр төркөм ойоштора. Унда һәләтле ҡурайсы, гармунсылар оҫталыҡтарын камиллаштыра. Йырсы һәм бейеүселәр ҙә ҡалышмай. Үҙҙәрен әҙәби әҫәрҙәрҙе яттан һөйләү йүнәлешендә һынап ҡарарға теләүселәр менән дә эш алып бара төркөм етәксеһе. Оҙаҡламай һәүәҫкәр артистар, концерт программаһы төҙөп, сәхнәлә сығыш яһай башлай. 

Шул осорҙа (1923–1927 йылдар) Ҡадир Бакиров Е.П.Карповтың «Эшселəр биҫтəһе» («Рабочая слободка»), Н.П.Анненкова-Бернарҙың «Шəфҡəт туташы» («Сестра милосердия»), Һ.Таҡташтың «Күмелгəн ҡорал» («Зарытое оружие») пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдəрҙə режиссер ярҙамсыһы вазифаһын башҡара.

Киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яуларға әҙерләнеп йөрөгәндә, халыҡ мәғарифы комиссариаты Бакировты Ленинград дәүләт мәҙәниәт институтына уҡырға ебәрә. Абруйлы уҡыу йортонда белем алған дәүерҙә Ҡадир Һаҙый улы Башҡортостандың мәҙәни тормошон артабан камиллаштырыу йүнәлешендә лә эшләй. Тәү сиратта милли кадрҙар әҙерләү мөһим, тип иҫәпләй ул. Өфө сәнғәт техникумының художество бүлегендә уҡып йөрөгән Мөхәмәт Арыҫлановты юғары белем алырға өндәй. Һәләтле егет ризалаша – Ленинград художество академияһына уҡырға инә.

Тап шул осорҙа Ҡадир Бакиров Мәскәүҙә Ҙур театр эргәһендәге балет мәктәбендә уҡып йөрөгән Фәйзи Ғәскәровты Өфөгә ҡайтарыу сараһын күрә. Баш ҡалалағы сәнғәт теникумында балет бүлеге асыу була уның теләге. Башҡорт опера һәм балет театры, халыҡ бейеүҙәре ансамбле өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләһен дә Фәйзи Ғәскәров ярҙамында  хәл итергә ниәтләнә ул.

Башҡортостанға ҡайтҡас, 1931 йылда уны Өфө сәнғәт техникумы директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Бер үк ваҡытта уҡыусыларға һөйләү оҫталығы дәрестәре бирә. Башҡорт академик драма театрының ижади коллективы менән берлектә «Бирнәһеҙ ҡыҙ» («Бесприданница»), «Бальзаминовтың өйләнеүе» («Женитьба Бальзаминова») һәм тағы бер нисә спектаклде сәхнәләштереүҙә ҡатнаша. Рәшит Ниғмәтиҙең «Ағиҙел ярында», Ибраһим Абдуллиндың «Тәрән һулыш» пьесаларын ҡуйыуға ла үҙ өлөшөн индерә.

Шул йылдарҙа Урал аръяғында Баймаҡ колхоз-совхоз театры ойошторола. Әммә Өфө сәнғәт техникумын әле генә тамамлаған егет һәм ҡыҙҙарҙан торған ижади төркөм тәүге осорҙа ҡаушап ҡала. Театр эшен юлға һалыу өсөн тәжрибәле директор һәм художество етәксеһе табырға кәрәк була. Республиканың партия ойошмаһы етәкселеге яуаплы бурысты Бакировҡа йөкмәтә.

 

Урал аръяғы театрын бөтә илгә таныта

Ике вазифаны яңғыҙы алып барһа ла, Ҡадир Һаҙый улы ең һыҙғанып эшкә тотона. Ленинградта алған белеменә, тупланған тәжрибәһенә таянып, йәштәрҙе ысын күңелдән уҡыта, һәр кеменең үҙ өлкәһендә камиллашыуына өлгәшергә тырыша. К.С.Станиславский, В.Н.Немирович-Данченколар тәғлимәтенә таянып, улар тәҡдим иткән алымдарға нигеҙләнеп, йәш артистарҙы рухландыра, алға әйҙәй. Баймаҡ театрына заманса һулыш биреү өсөн режиссер рус сәхнә мәктәбе ҡаҙаныштарын милли мәҙәниәтте үҫтереү маҡсатында оҫта файҙалана.

Ҡадир Һаҙый улы яңы аяҡҡа баҫып килгән коллектив артистарында хәрәкәттәргә бәйле мөһим бер сифаттың булмауын асыҡлай. Кисереш-һыҙланыуҙарҙы, айырылышыу һағыштарын һәм башҡа шуның кеүек тойғоларҙы тамашсыларҙы ышандырырлыҡ итеп бирә алмай йәштәр. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн ул Өфөнән махсус белгес саҡырта. Күп тә үтмәй, егет һәм ҡыҙҙар геройҙарҙың кисерештәрен тулыһынса биреүгә өлгәшә.

Тиҙҙән театрға Ленинградтан рәссамдар Мөхәмәт Арыҫланов менән Ғәлиә Имашева килеп төшә. Улар алдына шундай маҡсат ҡуйыла: һәр сәхнә әҫәрен тейешенсә әҙерләнгән декорация менән тәьмин итергә. Йәш рәссамдар директорҙың ышанысын тулыһынса аҡлай. Аҙағыраҡ улар республикабыҙҙың танылған сәхнә биҙәүселәре булып китә.

Өфө сәнғәт техникумында уҡып киткәнемде белгәс, Ҡадир ағай мине театрға эшкә алды. Бер юлы өс вазифа башҡарырға тура килде: артист та, ҡурайсы ла, бухгалтер ҙа булып эшләнем. Әммә ауырһынманым, сөнки эшемде яраттым, ә етәксемде хөрмәт иттем. Музыка төркөмө булдырылғас, унда ла үҙ урынымды таптым. Бер баянсы, ике ҡурайсынан торған төркөмдө тулыландырыу өсөн Бакиров мәшһүр ҡурайсы Хәмит Әхмәтовты эшкә алды.

Әммә мөһим бер мәсьәләне хәл итмәйенсә, Урал аръяғындағы театрҙың эшен юлға һалыу мөмкин түгеллеген аңлай ине Ҡадир ағай. Ижади коллектив үҙенең бурысын тейешенсә үтәһен өсөн бина кәрәк. Райондың партия комитеты менән һөйләшкәндән һуң театр ҡарамағына Баймаҡтың завод клубы бирелде. Артистарҙы фатир менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә уңышлы хәл ителә башланы.

Театр репертуарын урындағы шарттарға яраҡлаштырыу, уны ошо мөхиттә йәшәгән халыҡҡа хас булған тарихи ваҡиғалар менән байытыу көнүҙәк мәсьәлә булып торҙо. Шул осорҙа Баймаҡ районында яҙыусы Сәғит Мифтахов эшләй ине. Ҡадир ағай яҙыусыны осрашыуға саҡыра һәм театр өсөн пьеса яҙыуын үтенә. Һөйләшеүҙән һуң күп тә үтмәй, режиссер өҫтәленә «Һаҡмар» исемле драма әҫәре килеп ята. Бакиров уның йөкмәткеһе менән танышып сыға ла кисектермәйенсә сәхнәгә ҡуйыу эшенә тотона. Тамашасылар сәхнәләштерелгән әҫәрҙе тулҡынланып ҡабул итә. Ҡарап бөткәс, артистарҙы көслө ҡул сабыуҙар менән оҙаталар.

«Һаҡмар» спектакленең ҙур ҡаҙанышы ижади коллективты ҡанатландыра. Афзал Таһировтың «Алатау», «17-30», Дауыт Юлтыйҙың «Ҡарағол», Сәғит Мифтаховтың «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт» исемле драма әҫәрҙәрен сәхнәләштереп, тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшәләр. Н.В.Гоголдең «Өйләнеү» («Женитьба»), Х.Хәкимзаданың «Бай һәм хеҙмәтсе» тигән драма әҫәрҙәре лә тамашасыларға тап шул осорҙа тәҡдим ителә. Хәйбулла, Әбйәлил, Баймаҡ райондары халҡы уларҙың һәммәһен дә һоҡланып ҡарай.

Ҡадир Һаҙый улы етәкләгән театрҙың даны бөтә республикаға тарала. Ижади төркөмгә 1936 йылда колхоз-совхоз театрҙарының Бөтә союз смотрында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә. Мәскәүҙә Афзал Таһировтың «Алатау», Дауыт Юлтыйҙың «Ҡарағол» пьесаларын сәхнәләштереп, ижади төркөм ҙур уңыш ҡаҙана һәм 2-се урын ала. Коллектив йөк автомобиле менән бүләкләнә, ә артистарға ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла. Оло еңеү Урал аръяғы театрының данын бөтә илгә тарата.

 

Сәхнәлә – билдәле әҫәрҙәр

1934–1936 йылдарҙа Урал аръяғында эшләгәндән һуң, партия өлкә комитеты Ҡадир ағайға яуаплы вазифа тәҡдим итә. Талантлы сәнғәт эшмәкәрен Мәскәү консерваторияһы янында асылған башҡорт бүлеге төркөмөнә режиссер ярҙамсыһы һәм уҡытыусы итеп тәғәйенләйҙәр. Бүлек алдына опера йырсыларын әҙерләү бурысы ҡуйыла.

1938 йылда Өфөлә Башҡорт опера һәм балет театры асыла. Ҡадир Бакиров, уның тəүге режиссеры, тамашасылар ҡарамағына Джованни Паизиеллоның 1788 йылда ҡуйылған «Тирмəнсе ҡыҙы» («Прекрасная мельничиха»), Доменико Чимарозаның 1792 йылда ижад ителгән «Йəшерен никах» («Тайный брак») исемле операларын тәҡдим итә. Был атаҡлы сәхнә әҫәрҙәрен музыка һөйөүселәр һоҡланып ҡабул итә.

Эҙләнеүсән шәхес булараҡ, Ҡ.Бакиров Ҡаҙағстанда билдәлелек алған Евгений Брусиловскийҙың «Ир-Тарғын» («Ер-Таргын») операһын Өфө сәхнәһендә ҡуйыу мәсьәләһен хәл итеүгә тотона. Ҡаҙаҡ теленән башҡортсаға тәржемә итеү ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, әммә операны сәхнәләштереүҙе дирижер булмауы тотҡарлай. Баш дирижер вазифаһына Мәскәүҙән Петр Славинский саҡырылғас ҡына тамашасыларға башҡорт телендә башҡарылған әҫәрҙе тыңлау бәхете тейә. Республикабыҙҙың опера театрына һулыш биргәндән һуң Ҡадир ағай яңынан Мәскәүгә юллана.

Баймаҡ колхоз-совхоз театрын етәкләгән ваҡытта ул һәләтле йәш артистар менән эшләй. Уларҙың ҡайһы берәүҙәренән опера йырсыһы әҙерләү маҡсатында, Мәскәү консерваторияһының башҡорт бүлеге профессоры Екатерина Милькович менән мәшһүр йырсы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың Баймаҡ артистарын тыңлап ҡарауын һорай. Танылған сәхнә оҫталары тиҫтәгә яҡын егет-ҡыҙҙы Мәскәүҙә уҡытыу өсөн һайлап ала.

Шул осорҙа Мәскәү консерваторияһы янында Татарстандың опера студияһы ла эшләй ине. Уның әҙәби бүлегендә шағирҙар Муса Йәлил һәм Әхмәт Фәйзи операға ҡағылышлы әҫәрҙәр ижад итеүен белә инек. 1 Май байрамы көндө мин һәм Ҡадир ағай ошо ике шағир менән осрашыуға барҙыҡ. Һөйләшеү барышында Муса Йәлилдең «Алтын сәс» операһы өсөн либретто яҙыуы хаҡында ишеттек. Татар шағирҙары менән аралашҡанда Ҡадир ағай, башҡорт халыҡ эпосы «Аҡбуҙат»ҡа таянып, ошо исемле операға либретто яҙыу мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Был эште Сәғит Мифтаховҡа тапшырырға теләүе хаҡында ла әйтте. Муса Йәлил дә, Әхмәт Фәйзи ҙә был фекерҙе хупланы.

Осрашыуҙа ҡатнашыусыларға үҙем «Аҡһаҡ ҡола», «Ҡара юрға» һәм «Ҡуңыр буға» көйҙәрен ҡурайҙа уйнап ишеттерҙем. Күршеләребеҙҙе ошо көйҙәргә ҡағылышлы башҡорт халыҡ легендалары менән дә таныштырҙым. Улар һөйләгәндәремде бирелеп тыңланы, башҡорт ауыҙ-тел ижадының ифрат бай булыуы хаҡында әйтте.

Ҡадир ағай, мөмкинлек тыуыу менән, Сәғит Мифтаховтан операға либретто яҙҙыртып алды. «Аҡбуҙат» операһының музыкаль өлөшөн ижад итеүгә танылған композиторҙар Халиҡ Заимов менән Антонио Спадавеккианы йәлеп итте. Әммә ижади төркөм эште аҙағына тиклем алып барып еткерә алманы, сөнки 1941 йылдың 22 июнендә Бөйөк Ватан һуғышы башланып китте. Ҡадир ағай Бакировты һуғышҡа алдылар.

 

Балет сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерҙе

Мәскәүҙәге В.И.Ленин исемендәге хәрби училищены тамамлап, хәрби комиссар званиеһы алғас, Ҡадир Бакиров 3-сө танк армияһы сафында фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡа инә. Маршал Рыбалко етәкселегендәге армияла Ҡадир ағай 1943 йылдың февраленә тиклем һуғыша һәм, ҡаты яраланып, госпиталгә эләгә.

Сәләмәтлеге яҡшыра төшкәс, Ҡадир Һаҙый улын Башҡорт академия драма театрына режиссер итеп эшкә саҡыралар. Бөйөк Октябрь революцияһының 33 йыллығына ул Владимир Ульяновтың ғаиләһен һүрәтләүгә бағышланған әҫәрҙе – Иван Поповтың «Ғаилә» («Семья») пьесаһын сәхнәләштерә. Әммә был вазифала оҙаҡ эшләргә тура килмәй – режиссерҙы икенсе тапҡыр Мәскәү консерваторияһындағы башҡорт бүлеге мөдире һәм уҡытыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ул республикабыҙ өсөн опера йырсылары әҙерләү эшен дауам итә.

Мәскәүҙә Ҡадир ағай электән йәшәп килгән хыялын тормошҡа ашыра – Башҡортостандың театр донъяһын балет сәнғәте иҫәбенә киңәйтеү мәсьәләһен хәл итеүгә тотона. Өлкә партия комитеты менән һөйләшеп, Ленинград балет мәктәбенә уҡыусылар ебәреүҙе ойоштора: ике тиҫтәгә яҡын егет һәм ҡыҙ шул нескә һөнәрҙе үҙләштерә башлай. Бер нисә йылдан һуң, уҡыуҙарын уңышлы тамамлап, Х.Сафиулин, З.Насретдинова, Ф.Саттаров, Т.Хоҙайбирҙина, М.Таһирова һәм башҡа йәш бейеүселәр Өфөгә ҡайтып төшә. Тап шул мәлдә уҡыған егет-ҡыҙҙар Башҡортостан балетының нигеҙ ташын һала ла инде. 

Артабан оҫта ойоштороусы булараҡ танылған Бакировты яңынан Урал аръяғындағы Баймаҡ колхоз-совхоз театрына баш режиссер итеп ебәрәләр. Һуғыш йылдары ауырлыҡтарынан арына алмай йәшәгән ижади төркөмдөң дәртен күтәреү маҡсатында Ҡадир Һаҙый улы репертуарҙы тулыһынса яңырта. Г.Мөхтәровтың «Аллан ғаиләһе», А.Фадеев романына нигеҙләнеп яҙылған «Батырҙар» пьесаһы, А.Волковтың «Ксения», У.Ғаджибәковтың «Аршин малалан», Н.Островскийҙың «Ҡорос нисек сыныҡты» әҫәренә таянып яҙылған пьесалар тап шул осорҙа сәхнәләштерелә. Тамашасыларға Гоголь, Чехов, Островский, Горький ижад иткән әҫәрҙәр тәҡдим ителә. Уларҙы ла Урал аръяғы халҡы ихлас ҡабул итә, һәр тамашаны алҡыштар менән оҙата.

Һаулығы шәптән булмаһа ла, Ҡадир Бакиров Башҡортостандың театр, опера һәм балет сәнғәтен үҫтереү өсөн бөтә көсөн һалып эшләй. Әммә һуғышта алынған ауыр яралар тынғы бирмәй башлай. Дауаханаларҙа бер нисә тапҡыр ятып сыҡһа ла, яралы яугирҙың һаулығы яҡшырмай. Өфө табиптары уны Мәскәүҙәге хәрби госпиталгә ебәрергә ҡарар итә. Баш ҡалала уға бер нисә ҡатмарлы операция яһайҙар, ләкин ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшә алмайҙар. Оҙаҡҡа һуҙылған ҡаты ауырыуҙан һуң Ҡадир Һаҙый улы 1970 йылда вафат була.

Ҡадир Бакировтың башҡорт сәнғәтен үҫтереүгә һалған хеҙмәтен хөкүмәтебеҙ юғары баһалай. 1935 йылда ул «БАССР-ҙың атҡаҙанған сəнғəт эшмəкəре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Туғыҙ йыл үткәс – Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), ә 1965 йылда Хеҙмəт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүлəклəнә, шулай уҡ бер нисә миҙалға лайыҡ була.

Башҡортостандың опера һәм балет сәнғәтенә нигеҙ һалыусы (Ҡадир Бакиров)
Башҡортостандың опера һәм балет сәнғәтенә нигеҙ һалыусы (Ҡадир Бакиров)
Автор: РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, философия фәндәре докторы, профессор Самат МӨХӘМӘТЙӘНОВ
Читайте нас