Все новости

ИЛ САҠЫРҒАС, ЯУҒА КИТТЕ БАШҠОРТОСТАН ҠЫҘҘАРЫ

Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы Фәтихова бы­йыл Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнаша. Ә байрам алдынан уның ихатаһында шәхсән үҙенә арналған парад ойошторолдо, кадет кластарында уҡыусылар тигеҙ сафтарҙа уға салют биреп уҙҙы. Калинин район хакимиәте ярҙамы менән шиғырҙар китабы донъя күрҙе.

Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы Фәтихова
Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы Фәтихова

Ут эсенә

103 йәшлек һуғыш ветеранының шиғыр китабы сыҡҡан, тигән хәбәрҙе ишетеү менән уның авторын күреп һөйләшеү теләге тыуҙы. Мине уның ҡыҙы Рафия Нәзиф ҡыҙы ихлас ҡаршы алды һәм әсәһе менән әңгәмәләшкәндә, ҡушылып һөйләп, ярҙам итеп ултырҙы.
Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына шиғыр яҙа башлай. «Мин ҡурсаҡ уйнап үҫмәнем, ҡулымда һәр саҡ китап булды», – ти ул. Шуға күрә лә ете класты тамамлағас, Бөрөләге педагогия техникумын, аҙаҡ, һуғыштан һуң, институтын тамамлап, рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Дүртөйлө районының Яңы Кәңгеш ауылы ҡыҙын техникумдан һуң иң тәүҙә Әсәнгә уҡытырға ебәрәләр. Күп тә үтмәй, район мәғариф бүле­генә инспектор итеп эшкә алалар. Әммә йәш белгескә бында ла оҙаҡ тотҡарланырға тура килмәй.
Илдә һуғыш бара. Ауыл советында эшләгән һеңлеһе Ямалия көн дә Дүртөйлөнән повесткалар алып ҡайтып кешеләргә тарата. Ир-егеттәр бер-бер артлы яуға китә. Сират ҡыҙҙарға ла етә. Бер көндө һеңлеһе уға ла повестка тоттора. Мөсәйрә Ноғоманова хәрби комиссариатҡа килә.
– Беҙ район комсомолкаларынан 50 кешене һуғышҡа ебәрергә ҡарар иттек, – ти хәрби комиссар ҡыҙға. – Унда һалдаттарға ярҙам кәрәк. Бөтә Башҡортостандан, төрлө райондарҙан тупланасаҡ өҫтәмә көс. Уҡытыусы булараҡ, ҡаршы килмәҫһеңдер?
Нисек ҡаршы булһын инде Мөсәйрә, ризалыҡ биреп, ҡасан килергә икәнен белешеп ҡайтып китә.
Ә өйҙә был хәбәрҙе ишеткән атаһы Ноғоман ағай илай башлай. Бигерәк нескә күңелле була шул. Мөсәйрәгә ҡәҙәре өс балаһы үлеп торғас, ҡыҙын үҙенә ярҙамсы итеп ирҙәрсә тәрбиәләргә тырыша. «Дүртенсе баламды үлтерергә ебәрәйемме инде?» – тип илай ҙа илай. Тик ни эшләһен, илдәге хәлде яҡшы аңлай. Ҡыҙын юлға әҙерләп, хәрби комиссариатҡа бергә бара. Мөсәйрәнең оҙон толомдарын парикмахер ҡырҡырға теләмәй, йәлләй. Иҫән ҡайтһа, тағы үҫә ул, тип йыуаталар. Ҡыҙының толомдарын атаһы үҙенә ала һәм пароходта Өфөгә тиклем оҙата килә. Әсәһе Фәрхинур апай ике саҡырым алыҫлыҡтағы Сергеевка ауылында тау башында оҙатып ҡала. Эй шунда ҡыйын була ҡыҙға. Әллә һыуға һикереп төшөп үләйем дә ҡуяйыммы икән, тигән уй ҙа килеп ҡуя башына. Ә илап хәлһеҙлән­гән атаһы, Өфөгә килеп еткәс, пароходтан төшә алмай интегә. Башҡа райондарҙан ҡыҙҙарҙың йыйылғанын көтөп, Өфөлә ике-өс көн торалар әле. Шунан тимер юл вокзалында вагондарға тейәлеп, Сталинград йүнәлешенә табан ҡуҙғалып китәләр.
Шулай итеп, Башҡортостандан 3500 ҡыҙ, беренсе комсомол эшелонында (ә улар һуғыш осоронда өсәү була) ут эсенә юллана.
Бер аҙна тирәһе барғандан һуң поезд туҡтай. Ҡыҙҙарҙы өс төркөмгә бүлеп, төрлө тарафтарға оҙаталар. Мөсәйрә Гөлйыһан Рә­ҡипова исемле ҡыҙ менән бергә Сталинградҡа эләгә. Артиллерия полкына бараһығыҙ, зенитчица булаһығыҙ, тиҙәр улар.
Ҡыҙҙар ун биш көн йәш һалдат курсы үтә. Уларға хәрби винтов­ка, кейем бирәләр. Винтовканы йыйырға, һүтергә, атырға өйрәтә­ләр. Был йәһәттән Мөсәйрә Бөрө техникумына рәхмәттәр уҡый, сөнки унда хәрби эшкә ныҡ өйрәткән булалар, шуға ла винтовканы һүтә лә, йыя ла белә...
Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙының хәрби билетында шундай яҙмалар теркәлгән: 1942 йылдың майынан 1943 йылдың ғинуарына тик­лем – 1079-сы зенит-артиллерия полкында приборсы; 1943 йылдың ғинуарынан 1943 йыл­дың октябренә тиклем – 1080-се полктың элемтәсеһе; 1943 йылдың октябренән 1945 йылдың авгусына тиклем – 1563-сө зенит-артиллерия полкының телефонисы.


«Ер шары янған төҫлө ине»

Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы һуғыш иҫтәлектәре менән уртаҡлаша. 103 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хәтере шәп, бөтә ваҡиғаларҙы йылы, айы менән, яуҙаштарының исем-фамилиялары менән иҫкә төшөрә.
– Тәүҙә беҙҙе үҙәк аэродромды һаҡларға ҡуйҙылар. Фронт йыраҡ ине әле. Баштар күренерлек кенә итеп окоптар ҡаҙҙыҡ. Снарядтарҙы ағас араһына йәшерҙек. Бер ваҡыт көтмәгәндә күпләп немец самолеттары килеп сыҡты ла ата башланы. Беҙҙән атырға тигән команда булманы. Күп кеше үлде. Беҙ бер ҡыҙ менән ергә яттыҡ. Былар ҙа үлде, тигәндәрҙер инде, кире осоп киттеләр. Снаряд ярсығы минең күҙемә, аяғыма тейҙе, күп ҡан аҡты. Аяғым әле һаман да һыҙлап яфалай.
Зенит-артиллерия полкында пушкаларға снарядтар биреп тороу бигерәк ауыр була йәш ҡыҙға. Бер йәшниктә – дүрт снаряд. Һәр береһе 16 килограмм тирәһе. Ирҙәр ата, Мөсәйрә снаряд биреп тора. Бер мәл атыусы һалдат ҡысҡыра: «Снаряд! Тиҙерәк!», ә ҡыҙҙың көсө етмәй, хәлһеҙләнгән. Шул саҡ бер ир йүгереп килеп тиҙ генә өс-дүрт йәшникте пушка янына килтереп ҡуя ла, теге һалдатҡа: «Ниңә үҙең ташымайһың, йәш балаға ҡысҡырып ҡурҡытаһың?» – тип үҙ урынына ашыға.
Һуғыш ҡанундары ҡаты. Унда ҡатын-ҡыҙ тип ташлама яһала торған урын түгел. Элемтәсе булып хеҙмәт иткәндә лә ауыр кабелдәрҙе һөйрәп йөрөргә тура килә.
– Бер ваҡыт ҡышҡы һыуыҡта өҙөлгән кабелдең остарын ялғарға кәрәк ине, – тип хәтерләй ветеран. – Беҙ, ике ҡыҙ, ҡар аҫтынан өҙөлгән кабелде эҙләйбеҙ. Өшөнөк, туңдыҡ, саҡ табып тоташтырҙыҡ. Ҡайтҡас, медсестра йылындырыр өсөн беҙгә эсергә спирт һалып бирергә итә. Мин баш тарттым. Һуғыш ваҡытында ла үҙемдең башҡорт ҡыҙы икәнемде онотма­ным, халҡыма, милләтемә тап тө­шөрмәнем.
Һәр яҡтан өлгөлө, тырыш булған Мөсәйрә хаҡында полктың «Бей врага!» тигән гәзитенә лә яҙалар. Башта батареяның комсоргы, аҙаҡ, партия сафына ингәс, парторгы була. Райондашы Рәҡипова ла полк­тың партия бюроһы ағзаһы итеп һайлана.
Сталинград өсөн барған алышты оноторлоҡ түгел. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы иң аяуһыҙ көрәш була ул. Ете ай буйына бара ҡала өсөн алыш.
– Бөтә Ер шары янған төҫлө ине, – ти Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы. – Ағастар, өйҙәр яна, һауа яна, ер яна. Ялан кухняһы килеп етә алмай, бомбаға эләгә. Ташландыҡ баҡсаларҙан эҙләп табып туң кәбеҫтә күсәне, кипкән емеш-еләк ашайбыҙ. Ете ай буйына йы­уыныуҙың ни икәнен белмәнек. Бетләнек. Окоптарҙа йәшәйбеҙ... Һуғыш бер аҙ тынған мәлдә, февраль айында, ике таҡтаға плащ-палатка яптылар ҙа, һәр кешегә берәр тас йылы һыу килтереп, йыуынырға мөмкинлек бирҙеләр. Кейемдәрҙән беттәр ҡарға ҡо­йолоп төштө. Шуныһы ғәжәп: тәнебеҙ ҙә боҙолмаған, һалҡын да теймәне. Хоҙай һаҡлағандыр. Батареяларҙағы ҡыҙҙар – элем­тәселәр, тоҫҡаусылар, прожекторсылар, приборсылар – һәр бе­реһе үҙ вазифаһын намыҫ менән башҡарҙы. Кәрәк саҡта ошо һөнәр­ҙәрҙең барыһында ла бер-береһен алмаштырҙы улар.


Мәскәүгә, парадҡа!

Бөйөк Еңеүҙе Мөсәйрә Ноғо­ман ҡыҙы Польша менән Германия сигендә ҡаршылай. Яуҙағы ҡаһарманлыҡтары өсөн III дәрәжә Дан ордены, «Сталинградты обороналау өсөн», «1941–1945 йыл­дарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән наградлана.
Һуғыш тамамланһа ла, тиҙ генә ҡайта алмай әле улар. 1927 йылғы егеттәр һалдатҡа алынып, алмашҡа килмәйенсә ҡайтармайҙар. 1945 йылдың көҙөндә генә тыуған яғын күрергә насип була Мөсәйрә Но­ғоман ҡыҙына. Фронтовик офицер Нәзиф Фәтих улы Фәтихов менән тормошон бәйләй. Бер-бер артлы Рәзиф, Рәмил, Рафия исемле балалары тыуа. Улар барыһы ла нефтсе һөнәрен һайлаған. Биш ейән-ейәнсәре, алты бүләһе, бүләсәре бар.
Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы ла, тормош иптәше Нәзиф Фәтих улы ла Бөрө педагогия институтын тамамлап, береһе – әҙәбиәт, икенсеһе тарих уҡытыусыһы булып, дүрт тиҫтә йыл ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә арнай. Тормош иптәше вафат инде. Үҙен әле иң кесе балаһы – Рафия ҡыҙы ҡарай.
Мөсәйрә апай ошо йәштә лә шиғырҙарын ятҡа һөйләй. Уның ижад емештәре быйыл Калинин район хакимиәте башлығы Ғәзиз­йән Әхмәтйәнов ярҙамы менән айырым китап итеп баҫылған. «Илем саҡырғас» тип аталған йы­йынтыҡта фронт юлдарын бергә үткән яуҙаштары, ғаилә ағзалары хаҡындағы яҙмалар һәм фотолар ҙа урын алған.
Әйткәндәй, Дүртөйлө районынан киткән 50 ҡыҙ ҙа һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Был үҙе бер мөғжизә бит! Иҫән саҡтарында улар йыл һайын Еңеү көнөндә осрашып тора.
Өфөләге 74-се, 157-се мәктәп­тәрҙең, 121-се гимназияның уҡыу­сылары ветеранға шефлыҡ итә, осрашыуҙарға саҡыра. Бер нисә йыл рәттән Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы йәшәгән йорт ихатаһында парад ойошторола. Кадет класы уҡыусылары тигеҙ сафтарҙа салют биреп үтә, район һәүәҫкәрҙәре йырҙар бағышлай.
Еңеү көнө алдынан быйыл да район хакимиәте башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәнов, Калинин һәм Орджоникидзе райондарының хәрби комиссариатынан Николай Кузнецов, 74-се мәктәп директоры Рөстәм Мансуровтар Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙын ҡотлап, һаулыҡ теләп гөлләмәләр бүләк итте һәм Мәскәүҙәге парадта иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын теләне. Эйе, Мө­сәйрә апай быйыл илебеҙҙең баш ҡалаһында уҙған парадҡа ҡунаҡ итеп саҡырылды! Ҡыҙы, улы менән килене оҙатып бара уны.

Яуҙаштар. Мөсәйрә Фәтихова – артҡы рәттә уңдан өсөнсө. 1944 йыл.
1945 йыл, ноябрь.
Волгоград ҡалаһында. 1970 йыл.
Яуҙаштар. Мөсәйрә Фәтихова – артҡы рәттә уңдан өсөнсө. 1944 йыл.
Автор:Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Читайте нас: