Милли батырыбыҙ исемен йөрөткән Салауат районының Лағыр ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветерандары, инде туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған Муллайән менән Сәғдиә Фәйезовтарға китеп барыуыбыҙ. Республикабыҙҙың һәр төбәге ҡабатланмаҫ йәмгә эйә, матур, бай тарихлы. Юлдашым, геройҙарыбыҙҙың улы, ғорурланып тыуған яғы хаҡында бәйән итә:
— 18-се быуат башында был ерҙәрҙә беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Васҡын ауылында йәшәгән. Ҡараһаҡал яуынан һуң ауыл яндырылғас, иҫән ҡалыусылар, ике саҡырым көньяҡҡараҡ күсеп, Лағыр ауылына нигеҙ һала. Ауыл исеменең тарихына ҡағылышлы бер нисә вариант бар. Тарихсылар әйтеүенсә, уны 1740—1750 йылдарҙа немец тикшеренеүселәренең лагерына ла, 1774 йылда Салауат Юлаевтың ғәскәр туплау өсөн ҡорған лагерға ла бәйләйҙәр. Лагерь һүҙе тора-бара Лағырға әйләнеп киткән, — тип тыуған яғының тарихы менән таныштыра үҙ ирке менән экскурсоводҡа әйләнгән Мәҡсүтйән Муллайән улы. — Лағырҙан уҡымышлы кешеләр күп сыҡҡан. Мәжит Ғафури менән бергә мәҙрәсәлә уҡыған ике указлы мулланың береһе — Талип Хәйеров Шәрәк ауылында, Лағырҙа Ғималетдин Хәсәнов мулла булған, ә ул беҙгә туған тейешле олатай. Беҙҙең ауылдан сыҡҡан күренекле шәхестәрҙе һанап бөтөрлөк түгел. Улар араһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан гвардия сержанты Зәйтүнә Ғилемханова, өс тапҡыр Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән наградланған фронтовик – разведчик, педагог Шәмсетдин Ситдиҡов, тарих фәндәре докторы, профессор Дияс Йәнтүрин, сәнғәт фәндәре докторы Риф Сөләймәнов, фән кандидаттары Зөләйха Вәлиуллина, Борис Вәкилов, Зәйнәб Вәлиуллина, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы Марат Вәкилов, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Булат Вәкилов, башҡорт совет опера йырсыһы, Башҡорт АССР-ының һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Хәбир Ғәлимов, Башҡортостан Республикаһы Милли банкының беренсе рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экономисы Мөҙәрис Кәримов, партия һәм дәүләт эшмәкәре Рәфҡәт Моратов, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һәм халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Зәкирйән Ханов, саңғы спорты буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, хәрби күпалыш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты, профессор, отставкалағы полковник Адик Шәрипов, күп һанлы Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличниктары, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл хужалығы алдынғылары. Лағыр ауылы, уның халҡы — торғаны менән бер феномен ул!
Көн салт аяҙ, машина хәтәр шәп, әңгәмәсем бай телле — Лағырға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Матур төҫтәргә буялған ҡупшы ғына йорт янына килеп туҡтағас, өй ишеген шар асып, әллә ҡайҙан сәләмләп, теремек кенә апай килеп сыҡты. Ҡәҙерле кешеләрен күргән кеүек, ихлас күреште, йылмайып өйгә саҡырҙы, юлдашымды, иртәнән бирле көтәбеҙ бит, тип шелтәләп тә алды.
— Инәйем, — тип таныштырҙы Мәҡсүтйән Муллаян улы.
Беҙҙең Баймаҡ яҡтарында инәй тип атаһы менән әсәһенән оло апайҙарға өндәшәләр. Апай иһә 60-ты уҙған юлдашыма әсәй булырлыҡ йәштә түгел дә һымаҡ: етеҙ, теремек, көләс йөҙө матур, ап-аҡтан ғына сынъяһау итеп кейенеп алған. Баҡһаң, 83 йәшен тултырған икән, ә үҙе ғүмер буйы ауылда донъя көткән, 40 йылдан артыҡ фермала һауынсы булып эшләгән кешегә оҡшамаған да!
Күп тә үтмәй, имәндәй мыҡты кәүҙәле йорт хужаһы Муллайән ағай ҡайтып инде. Юл хәлдәрен һорашҡандан һуң, ара-тирә һүҙ ҡушып, табын әҙерләп йөрөгән хужабикәнең һәр хәрәкәтен күҙәтеп, кәрәк булһа, ярҙам итерҙәй булып ултырҙы. Оло улдарының ҡашығаяҡ араһында йөрөүе лә бер бөгөн түгелдер, ахыры: әсәһенең ҡулына эш тейҙермәй.
Хужаһын белгең килһә, йортон күр, тиҙәр бит. Өй эсе йәмле. Стеналарҙа — күп һанлы фоторәсемдәр, урындыҡ өҫтөндә — сигеп тышланған күҙ яуын алырлыҡ мендәрҙәр, иҙәндә — һуҡалы балаҫ. Өй түрендә торған бәләкәй өҫтәлдә бер нисә Ҡөрьән китабы, доғалар, гәзит-журнал. Телевизор юҡ! Уны ҡарап ултырырға ваҡыттары ла, теләктәре лә юҡ икән хужаларҙың. Әммә “Юлдаш” радиоһын көн оҙоно тыңлайҙар, республика яңылыҡтары менән хәбәрҙар үҙҙәре. Һәр йортта — стационар, һәр кемдә кеҫә телефоны булған заманда мәғлүмәткә ҡытлыҡ юҡ, әлбиттә.
Өҫтәл артында танышыу дауам итте. Муллаян Мәғәфүр улы менән Сәғдиә Дәүләтхан ҡыҙы икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫкән.
— Һуғыш балалары беҙ, — һүҙ башлай хужабикә. — 41-се йылда атайым һуғышҡа китте. Инәйем Ғәлимә өс бала менән тороп ҡалды. Ул йәйен-көҙөн кешеләрҙе генә түгел, аттарҙы ла һуғышҡа оҙаттылар. Беҙҙең урамдағы һәр өйҙән берәр, хатта ҡайһы бер ғаиләләрҙән икешәр-өсәр кеше китте. Етемһерәп ҡалған ауылда — ҡарт-ҡоро ла бала-саға. Улар һуғыштың бар михнәтен үҙ елкәһендә татыны. 28 йәшлек кенә инәйемде баҫыусылыҡ эштәре бригадиры итеп ҡуйҙылар. Атаһы указной мулла Сафа ҡарт менән әсәһе Миһири ҡарсыҡ беҙҙе, ейәндәрен, ҡарауҙы үҙ өҫтөнә алды. Олатайыбыҙ уҡымышлы кеше булған, тирә-йүндә уны ныҡ хөрмәт итәләр ине. Балаларын да уҡытырға тырышҡан ул. Көндө төнгә ялғап эшләгән инәйебеҙ, ауылдаштар әйтеүенсә, оҫта ойоштороусы, үҙ заманына күрә белемле лә булған.
Дәһшәтле 41-се йылда уҡ иренең батырҙарса һәләк булыуы тураһында ҡара ҡағыҙ алған бригадир Ғәлимә ҡайғыһын эш менән баҫа. Етәксе булып ҡына йөрөмәгән бит ул: ҡул менән бесәнен дә сапҡан, эҫкертен дә ҡойған, күҙ етмәҫлек баҫыуҙа сөгөлдөрөн дә утаған. Ҡул аҫтында эшләгән ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро ҡыҫҡа төндә серем иткәндә яҙыу-һыҙыу эштәре менән ултырған, отчет әҙерләгән. Һуғыш яланында һәләк булған өс туғаны ҡайғыһын да ауыр кисергән.
— Дәрестән һуң беҙ ҙә ололарға ярҙамға китә инек.Ҡара яҙҙан йәшелсә үрсетмәләрен ултыртабыҙ. Малайҙар йәшниктәр эшләп тора, беҙ, ҡыҙҙар, унда орлоҡ сәсәбеҙ, тәрбиәләйбеҙ. Унан бушағас, Лағыр һаҙлығында торф сығарабыҙ, киптерәбеҙ, өй бейеклеге итеп өйәбеҙ. Ул арала колхоздың йәшелсә баҡсаларында утау эштәре башлана. Ауыл ҡарттары, инәй-апайҙар һәм беҙ, уҡыусы балалар, колхозда Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн барыһын да эшләнек.
14 йәше тулыр-тулмаҫтан Сәғдиәне Лағыр, Шәрәк, Сыбаркүл ауылдарын берләштергән “Әй” колхозына һауынсы итеп эшкә алалар.
—16 һыйыр биреп ҡуйҙылар миңә, көнөнә өс тапҡыр ҡул менән һауабыҙ. Малға аҙыҡ таратыу, һыу ташып эсереү, аҫтын таҙартыу — бөтәһе лә быуындары ла ҡатмаған ҡыҙҙар иңендә ине. Йәйҙәрен малға өҫтәмә йәшел аҙыҡ әҙерләйбеҙ шул өс һауым араһында, “Беларусь” арбаһына тейәйбеҙ, алып ҡайтабыҙ, таратабыҙ. Тырышып, бер-беребеҙ менән ярышып эшләнек. Йәйләүҙә булғанда бигерәк күңелле була торғайны. Йырлап һыйыр һауҙыҡ, кистәрен клубҡа йүгерҙек, арыу белмәй бейенек, таң аллана башлау менән иртәнге һауымға ашыҡтыҡ.
Был хәтирәләрҙән Сәғдиә апайҙың һылыу йөҙө йәшәреп, нурланып китә.
— Көн дә Ҡыҙыл мөйөштә йыйылып, эшләгән эштәребеҙҙе барлайбыҙ, ярышта еңеүселәрҙе билдәләйбеҙ, бергәләп сәй эсәбеҙ, пландар ҡорабыҙ. Ә һабантуйҙар нисек матур үтә торғайны! Хеҙмәт кешеһенең абруйы ҙур ине, хужалар алдынғыларға грамоталар тапшыра, бүләктәр бирә торғайны. Һәләк күп ул беҙҙең маҡтау ҡағыҙҙары.
— Ағай менән нисек таныштығыҙ?
— Бәй, беҙ тыумыштан таныш инде. Бер класта уҡыныҡ, күрше генә йәшәнек. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең фермаға мөдир итеп ҡуйҙылар Муллайәнде. Кистәрен клубта бергә уйнап-бейеп, концерт ҡуйып йөрөнөк.
Өндәшмәй генә ҡатынын тыңлап ултырған ағайҙы ла һүҙгә ҡушылырға саҡырып:
— Муллайән ағай, һеҙҙең ҡул аҫтында ауылдың иң уңған ҡыҙҙары эшләгән, ә һеҙ Сәғдиә апайҙы һайлағанһығыҙ, — тием.
— Уның һымаҡ эшләгән һауынсы булманы! — ти ағайыбыҙ. Әҙерәк уйланып ултырғас: — Һәм булмаясаҡ та! — тип өҫтәне.
Мин дә, ә бәлки, Сәғдиә апай ҙа икенсе яуап көткәнбеҙҙер.
— Мин пенсиәләмен шул хәҙер, булмаясаҡ та тип әйтеү килешмәҫ. Хәҙер ана бөтә фермаға ике һауынсы, машина менән генә, кнопкаға баҫып ҡына һөт алалар. Аҡ халатта ғына йөрөйҙәр. Һәүкәштең исемен әйтеп, һыртынан яратып һаумағас, һөттөң тәме буламы...
Үҙенең ҡул аҫтында эшләп йөрөгән Сәғдиәгә, моғайын, күптән күҙ һалған булғандыр егет: сибәр, алдынғы һауынсы, йыр-бейеүгә лә маһир. 21 йәштә өйләнешеп тә ҡуялар. 60 йылдан артыҡ бергә донъя көткән, бынамын тигән балалар үҫтергән Муллайән ағай менән Сәғдиә апайҙың бер-береһенә булған ихтирамы, яратыуы һис кәмемәгән. Йәш килендәр кеүек өлтөрәп табын әҙерләгән, икеһе өсөн дә хәбәр һөйләп өлгөргән ҡатынының (әбейенең тип әйтергә тел әйләнмәй) төртмә һүҙҙәренән көлөмһөрәп кенә ҡуйған ғаилә башлығының хәләл ефетенә яғымлы ҡараш ташлап алыуын күҙәтеү мәҙәк тә, һоҡландырғыс та ине. Ғөмүмән, Муллайән ағай үҙенә генә хас бер тыйнаҡлыҡ менән өйҙә барған һөйләшеүҙе ара-тирә дөрөҫләп, йөпләп кенә ултырҙы.
Йорт хужаһы бәләкәйҙән тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татыған. Уның атаһы Мәғәфүр тирә-яҡта данлыҡлы балта оҫтаһы булған. Ауылда заманында уның ҡулы теймәгән берәй йорт булдымы икән? Әсәһе Ғәйниямал апай сусҡа фермаһында эшләгән. Бөтә ир-ат һуғышҡа китеп бөткәс, тиҫтерҙәре, ете-һигеҙ йәшлек малайҙар кеүек, Муллайән дә колхоз эшенә төптән егелә. Тәүҙә әсәһенә ярҙамға йөрөй, унан һуң колхозда аттар көтә, бесән саба, урып-йыйыу эштәрендә ҡатнаша. Егет ҡорона ултырғас, урман хужалығына эшкә төшә, ағас йыға, Ҡариҙел, Өфө, Йөрүҙән йылғалары буйлап һал ағыҙа. Үҙе атаһы Мәғәфүр һымаҡ һабантуйҙарҙа бил бирмәҫ көрәшсе, ауылдашы Хәбир Ғәлимов һымаҡ йырсы булып та таныла. Күп тә үтмәй, егәрле егетте ферма мөдире итеп ҡуялар. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Муллайән Мәғәфүр улы һуғыштан һуң хәлһеҙләнеп ҡалған колхозда алыштырғыһыҙ ойоштороусы-етәксегә әйләнә.
— Фермабыҙ ҙур булды, — ти Муллайән ағай. — Һауым һыйырҙары, һарыҡ, сусҡа, аттарыбыҙ бар ине. 100-ҙән артыҡ кеше, һауынсылар, быҙау, сусҡа ҡараусылар, малсылар бөтәһе бер булып хужалыҡты аяҡҡа баҫтыра башланыҡ. Иҫән ҡалған фронтовиктарыбыҙ ҡайтыуы ауылға йән өрҙө. Халыҡ тырыш беҙҙә, сәмле, ярышып эшләнек, етеш донъя көттөк.
Әммә йәш саҡ — дәртле саҡ, тиҙәр бит әле: уйын-көлкөгә, күңел асыуға ла яйын тапҡандар.
— Ауыл клубында ниндәй генә концерт ҡуйманыҡ. Мул
лайән халыҡ йырҙарын оҫта башҡара торғайны. “Сибай”, “Һандуғас”, “Уйыл” йырҙарын һабантуйҙарҙа йырлар, сәхнәнән төшөү менән көрәш майҙанына сығыр ине, — тип иҫкә ала Сәғдиә апай. — Спектаклдәрҙә уйнаныҡ икебеҙ ҙә. Район буйлап гастролдә йөрөп ҡайта торғайныҡ. Балаларыбыҙ өсөһө лә матур йырлай. Мәҡсүтйән гармунда оҫта уйнай. Клубта йәштәр бейетте, хор түңәрәге ойошторҙо.
— Бала саҡта кистәрен йәштәрҙең клубта гармун уйнағанын тыңлап, их, миңә лә шулай уйнарға ине, тип хыяллана торғайным. Атайым да һиҙеп йөрөгәндер был уйҙарымды, үҙе лә йыр-моңға ғашиҡ кеше бит, бер заман гармун һатып алып ҡайтты. Түбәм күккә тейҙе, гармун теле серҙәренә тиҙ төшөндөм, бөтә көйҙәрҙе лә шунда уҡ отоп ала инем, — ти Мәҡсүтйән Муллайән улы.
— Тыуған колхозымда 62 йылдан ашыу эшләнем, – ти абруйлы ағай. — Сәғдиә лә 40 йылдан ашыу һыйыр һауҙы. Эштән кеше үлмәй. беҙҙең йәштәштәргә төрлө ауыр хеҙмәтте башҡарырға тура килде, әммә береһе лә яҙмышына зарланып, әҙерҙе өмөт итеп ултырманы. Хәлдән килгәнсә тырыштыҡ, илебеҙ өсөн көс түктек. Эш тип янып йәшәгән осорҙа йәшәнек беҙ. Ғаиләне тәрбиәләргә лә, мал-тыуар аҫрарға ла өлгөрә инек. Һәр ваҡыт күпләп мал тоттоҡ, эре малдарҙы бөтөргәнгә лә 1-2 йыл самаһы ғына. Баҡса тултырып емеш-еләген дә үҫтерҙек, умарта тоттоҡ. Кешесә йәшәргә тырыштыҡ. Өс йорт төҙөнөм, өс бала үҫтерҙек, улар үҙҙәре олатай-өләсәй бөгөн, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрҙе ҡарашабыҙ. Һәр береһенә өй һалышабыҙ. Уларҙың уңыштарына, матур йәшәүҙәренә ҡыуанабыҙ.
Йәш быуын үрнәк алырлыҡ шәхестәр ул хеҙмәт ветерандары Сәғдиә менән Муллайән Фәйезовтар. Эштә лә, үҙ ғаиләһендә лә күптәргә өлгө булырлыҡ. Колхозда эшләгән йылдарында икеһе лә Коммунистар партияһы сафына алына, ауыл һәм район Советы депутаттары итеп һайлана, СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Ҡара диңгеҙ буйҙарына, Ессентуки, Железноводск шифаханаларына ял итергә барыу ҙа тырыш хеҙмәттәре өсөн бүләк була. Малсылыҡта юғары уңыштарға өлгәшкәне өсөн икеһенә лә “Социалистик ярышта еңеүсе” билдәһе (Сәғдиә апайға — өс тапҡыр!), “Хеҙмәт ветераны” миҙалы тапшырыла, республика, район, колхоз тарафынан бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙарының иҫәбе-һаны юҡ. Заманында уларҙың фоторәсеме райондың Почет таҡтаһынан төшмәй. «Социалистик ярыш еңеүсеһе” күсмә вымпелын ветерандар бөгөн дә ҡәҙерләп һаҡлай.
Балалары атай-әсәй өлгөһөнә эйәреп, улар кеүек булырға ынтылып, холҡо-фиғеле менән дә оҡшап үҫә. Үҙенә уҡыу эләкмәгән Муллайән ағай улдарын уҡытырға тырыша. Мәктәпте тамамлау менән тәүҙә Мәҡсүтйәнде, унан Айҙарҙы етәкләп тиерлек Дыуан ауыл хужалығы техникумына уҡырға алып бара. Улдары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, ветврач һөнәрен үҙләштереп, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Армия сафына саҡырылып, өс йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, егеттәр Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. Һәр эшкә маһир, тырыш, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан ғаиләлә үҫкән егеттәр хужалыҡта алдынғы белгестәр рәтендә була. Күп тә үтмәй, Мәҡсүтйән Муллайән улын райкомға эшкә саҡыралар. Ул йәштәрсә дәрт менән ең һыҙғанып эшкә тотона. Бәләкәйҙән эшһөйәр, тырыш егет бер ниндәй ауырлыҡтар алдында ла юғалып ҡалмай. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, эше менән халыҡ араһында тиҙ абруй яулай. Утыҙы ла тулмаған белгесте райондың “Восток” колхозына рәйес итеп ҡуйыуҙары шул турала һөйләй түгелме? 13 йыл етәкселек итә Мәҡсүтйән Муллайән улы был хужалыҡ менән. Хәҙерге көндә, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһы баш врачының граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса урынбаҫары булып эшләй. Ҡатыны Анна менән өс бала үҫтереп, уларға юғары белем биргәндәр, башлы-күҙле иткәндәр, һәр береһенә йорт һалышып, инде ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерешәләр. Нуғай ҡасабаһындағы иркен, матур ҡунаҡсыл йорттарынан кеше өҙөлмәй, унда атай-әсәйҙәренең дә урыны түрҙә.
Фәйезовтарҙың икенсе улдары Айҙар район үҙәге Малаяҙҙа йәшәй. Айҙар Муллайән улы профессияһын ҡырҡа үҙгәртеп (ауыл хужалығында совхоз-колхоздарҙың юҡҡа сығыуы арҡаһында), нефть предприятиеһында электромеханик булып эшләй. Балалары үҙаллы донъя көтә. Ҡатыны Гөлнара Юнир ҡыҙы — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, уҡытыусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе, РФ президенты гранты эйәһе. Малаяҙ башҡорт гимназияһында рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Тырышып донъя көткән, ауылды биҙәп ултырырҙай йорт һалған, үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙырған был ғаиләгә һоҡланырға ғына ҡала.
Сәғдиә апай менән Муллайән ағайҙың ҡыҙҙары Сажиҙә Лағыр ауылында атай йортона ут күрше булып йәшәй. Гөрләтеп донъя көткән, балалар үҫтергән ғаиләгә бәлә уйламағанда килә: Сажиҙәнең тормош иптәше юл һәләкәтендә вафат була. Әммә туғандары ярҙамынан ташламай, ата-әсәһе лә ҡанат аҫтына ала. Алтын ҡуллы, егәрле Сажиҙә үҙе лә бирешмәй, донъя йөгөн тарта. Әсәһе һымаҡ бешеренеүгә оҫта: ауылда үткән туй-байрамдарға табын һыйы әҙерләһенме, яратҡан эшенә ашыҡһынмы, ейәндәренә йылы кейемдәр бәйләһенме — барыһын да Фәйезовтарға хас егәрлелек, оҫталыҡ менән башҡара. Ата-әсәһе янына көн дә инеп, ярҙам итеп сығырға ла өлгөрә.
Оло Фәйезовтарҙың бөгөн 8 ейән-ейәнсәре, 20 бүләһе бар. Ауылдаштары араһында абруйлы ғаиләләрҙең береһе улар. Муллайән ағай — дин юлында, халыҡ араһында иман нуры тарата. Ауылда ҡалҡып сыҡҡан яңы мәсетте төҙөтөүгә лә тос өлөш индергән кеше ул. Ветерандар — районда, ауылдарында үткән сараларҙың да түрендә. Алтын туйҙары ауыл советы ҡатнашлығында ҙурлап үткәрелһә, 60 йыл бергә йәшәү тантанаһын, 80 йәшлек юбилейҙарын район үҙәгендәге күркәм кафела туйланылар.
Оло һынауҙарҙы лайыҡлы үткән һуғыш быуыны вәкилдәре Сәғдиә менән Муллайән Фәйезовтар әле лә йәшәү дәртен, яҡты киләсәккә ышанысты юғалтмай, булғанына шөкөр итеп, ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер кисерә.