Класс етәксеһе мәктәп директоры тарафынан тәғәйенләнә. Был йөкләмәне ниндәйҙер предмет уҡытыусыһы, хатта директор үҙе лә атҡара ала. Класс етәксеһенә ҙур яуаплылыҡ һалына, сөнки ул – мәктәп менән ата-әсәләр, уҡытыусы менән уҡыусы араһында бәйләнеш булдырыусы, әхлаҡи тәрбиә биреүсе, буласаҡ шәхесте формалаштырыусы, хатта икенсе әсәй ҙә. Шулай уҡ ул экскурсиялар, сәфәрҙәр ойоштора, класс сәғәттәре үткәрә, ата-әсәләр йыйылыштары уҙғара, бөтмәҫ-төкәнмәҫ отчеттар тапшыра, байрам сценарийҙары яҙа...
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, бөгөн уҡытыусылар атҡарған бурыстар норманан күпкә артыҡ. Әммә таяҡтың ауыр башы әлеге лә баяғы класс етәкселәренә төшөүҙе иҫәпкә алһаҡ, бәлки, ысынлап та, уларҙы дәрестәрҙән бушатыу мәжбүри саралыр? Иғтибарҙы тәрбиә һәм ойоштороу мәсьәләләренә генә йүнәлтеү, балаларға күберәк ваҡыт бүлеү көнүҙәк талаптыр?
Тәртип өсөн баһа ҡуйыуға килгәндә, беҙҙең мәғариф системаһы өсөн был практика таныш. Башланғыс, төп һәм урта дөйөм белем биреү программалары буйынса белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу һәм тормошҡа ашырыу тәртибенә үҙгәрештәр приказы проекты Федераль норматив хоҡуҡи акттар проекттары порталында баҫылған да инде. Рәсәй Мәғариф министрлығында белдереүҙәренсә, 2025/2026 уҡыу йылы башынан уҡ ете пилот төбәктең 89 мәктәбендә (Новгород, Ярославль, Тула һәм Ленинград өлкәләрендә, Луганск Халыҡ Республикаһында, Чечен һәм Мордовия Республикаларында) тәртип өсөн баһа ҡуя башлағандар. Эксперимент йомғаҡтары буйынса аныҡ бер модель раҫланасаҡ. Әйткәндәй, класс етәкселәре ҡуясаҡ баһа аттестаттарҙа сағылыш табырға тейеш. Эксперттар белдереүенсә, был сара, тәү сиратта, уҡыусының үҙе, ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм мәктәп психологтары өсөн сигнал. Сөнки насар тәртип төрлө факторҙар арҡаһында барлыҡҡа килеүе ихтимал: кисекмәҫтән иғтибар талап иткән хәл-ваҡиғаларҙан алып һаулыҡ менән бәйле проблемаларға тиклем.
Һәр кемгә тиерлек ҡағылышы булған ошо һорауҙарға яуап табыу маҡсатында мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән педагогтарға, ата-әсәләргә мөрәжәғәт иттек.
Рөстәм ДӘҮЛӘТБИРҘИН, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө полилингваль мәктәбе директоры:
– Мәктәптәрҙә класс етәксеһе тигән вазифа юҡ, ул бары тик түләүле өҫтәмә бурыс. Әгәр ошондай махсус һөнәр булдырһалар, эш хаҡы ла яҡшы булырға тейеш. Минималь эш хаҡына кеше табылмаҫы көн кеүек асыҡ, ә инде пенсионерҙарҙы, эш таба алмай йөрөүселәрҙе был вазифаға ҡуйһаҡ, улар үҙ бурысын тейешле кимәлдә атҡармаясаҡ. Минеңсә, уҡытыусыларҙың бер ставкалыҡ эш хаҡын (18 сәғәт) региондағы уртаса эш хаҡы кимәленә еткерһәләр, улар өҫтәмә дәрестәр ҙә алмаҫ, класс етәксеһе эшен дә һәйбәт алып барыр ине.
Тәртипте баһалауға ҡарашым ошолай: ҡуш ҡуллап ризамын һәм был тәҡдимде хуплайым. Баһаның аттестатҡа индерелеүе лә яҡшы, тип уйлайым, сөнки балаларҙың тәртип яғы ныҡ аҡһай.
Люциә АҘНАҒОЛОВА, педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Әлшәй районы:
– Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сумған, тигән һымағыраҡ килеп сыға түгелме? Мәғариф системаһын емерҙеләр ҙә, хәҙер нишләргә белмәйҙәр. Нисек инде класс етәксеһе, дәрес алып бармайынса, балалар менән эшләй алһын? Бындай хәлде мин күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Уйлап ҡарағыҙ: балалар 6-7 дәрес уҡый, тәнәфес 5-10 минут тирәһе. Тәнәфестә кем ашарға китә, кем бүтән йомош менән, тигәндәй. Дәрес бөткәс, балалар йүгереп сығып ҡайтып та китәләр. Шул арала класс етәксеһе нимә эшләп өлгөрә инде?
Минеңсә, класс етәкселәре үҙ класында предмет алып барырға тейеш. Балалар менән эшләргә бик бушамайҙар инде, уныһы бар. Берҙән, дәрестәре күп, уҡытыусылар етмәй. Икенсенән, бер ставка менән генә эш хаҡы бәләкәй, шуға ла өҫтәмә дәрес алырға мәжбүрҙәр. Утыҙар сәғәт алып барған уҡытыусылар бар. 18 сәғәт өсөн лайыҡлы түләһендәр, эш хаҡын арттырһындар – иң һәйбәт вариант шул.
Ғөмүмән, мәктәптә эшләүе хәҙер ауыр. Ял да юҡ, иртә менән кис тә юҡ – йә ата-әсәләр, йә етәкселек бер туҡтауһыҙ бимазалай, уҡыусылар өйгә эш һорап ҡаңғырта. Көндәлекте бөтөрҙөләр, ә бит ул баланы яуаплылыҡҡа, тәртипкә өйрәтә. Ата-әсәләр, педагогиканы, психологияны белмәһәләр ҙә, ялыу яҙырға оҫтарҙы.
Тәртип буйынса билдә ҡуйыу беҙ эшләгәндә бар ине. Бына быныһын хуплайым, сөнки уҡыусылар тартылып ҡала, тәртиптәре урынына ултыра. Балалар ҙа хәҙер элекке кеүек түгел бит, психик яҡтан тотороҡһоҙҙар. Мәктәптәрҙә психологтарҙы арттырһындар. Бер нисә көслө, махсус әҙерлекле белгес булһа, байтаҡ проблемаларҙы хәл итеп булыр ине. Класс сәғәттәренә инеп, төрлө темаға әңгәмә ҡорорға мөмкин. Һаулыҡ йәһәтенән дә иғтибарҙы арттырырға кәрәк, сөнки аҙғынлыҡ ныҡ артты. Медицина белгестәре ҡыҙҙар менән – айырым, егеттәр менән айырым һөйләшһен. Мәктәптә бер көн дә эшләмәгән кешеләр, яңы закон уйлап сығарғансы, ошо проблемалар хаҡында баш ватһын ине.
Светлана ИҘРИСОВА, хаҡлы ялдағы математика уҡытыусыһы, Өфө ҡалаһы:
– Был мәсьәләгә ике яҡлап ҡарарға мөмкин. Әгәр бер ставкаға ғына эшләйһең икән, дәрес тә алып барырға, класс етәксеһе булып та эшләргә була. Класс етәксеһе үҙ класында уҡытһа, балалар менән күберәк аралаша ала. Мин үҙем синыфым менән аҙнаһына 8-9 дәрес тирәһе бергә була инем, көн дә осраша торғайныҡ. Дәрестә баланы икенсе күҙлектән баһалайһың. Ә инде ниндәйҙер сара уҙғарғанда, походҡа сыҡҡанда иһә бала бөтөнләй яңы, уйламаған яҡтан асыла. Мәҫәлән, бер уҡыусым дәрестә шым ғына ултыра торғайны, математиканан да әллә ни алдырманы, ә тәбиғәткә сыҡһаҡ, унан да әүҙемерәк бала юҡ – ҡаҙан-сәйнүген дә алдан хәстәрләй, үҙенә генә түгел, иптәштәренә лә һауыт-һаба һалып ала, ямғырҙан һаҡланырға плащтар, хатта мәтрүшкә лә рюкзагында.
Хәҙер уҡытыусыларҙың буш ваҡыты юҡ тиерлек, ҡайһы берәүҙәр аҙнаһына 30-40 дәрес уҡыта. Уларға белем биреүҙе лә, тәрбиә эшен алып барыуҙы ла берҙәй яҡшы атҡарыу ауыр, әлбиттә. Класс етәксеһе сифатында ғына ҡыҙыҡлы саралар үткәреү, экскурсияларға йөрөү, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә булыу шәп инде, әммә был тәҡдимде тормошҡа ашырыр алдынан хәлде ныҡлап өйрәнһендәр ине. Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ, тип халыҡ белмәй әйтмәгән.
Рәмзидә ӘБҮБӘКИРОВА, Курган өлкәһе Әлмән муниципаль округының Ҡатай урта белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы:
– Мин мәктәптә 22 йыл рус теле һәм әҙәбиәте уҡытам, шулай уҡ класс етәксеһе вазифаһын да атҡарам. Тәрбиә биреүҙе уҡыу-уҡытыу процесынан бер нисек тә айырып ҡарарға ярамай, тип уйлайым, улар бер-береһенә тығыҙ бәйле. Уҡытыусы менән уҡыусы араһында йәнле бәйләнеш махсус бүленгән тәрбиә сәғәттәрендә түгел, ә ҡатмарлы темаларҙы тикшергәндә, әҙәби әҫәр өҫтөндә бәхәстә, ғилми бурысты хәл итеүҙә тыуа. Функцияларҙы бүлеү яһалма дистанция булдырыуы мөмкин.
Мәктәптәрҙә кадрҙарға ҡытлыҡ, йәштәр бөтөнләй килмәй. Элек, исмаһам, биш йылға бер булһа ла йәш белгестәр ҡайта ине, һуңғы осорҙа мәктәпкә эшкә килеүселәр бөтөнләй юҡ. Закон сығарыусылар тәүҙә һәр предметтан уҡытыусы тапһындар, унан һуң – шунса уҡ класс етәксеһен. Тәртип өсөн билдә ҡуйыуға ла ҡаршымын. Бала робот түгел бит, һәр яҡлап та ҡыҫыу яҡшыға килтермәй.
Айһылыу МӨХӘРӘМОВА, Миәкә районы:
– Минең ике балам әле мәктәптә уҡып йөрөй, шуға ла мәғариф системаһындағы яңылыҡтар менән танышмын. Класс етәкселәренән дәрестәрҙе алып, тик остаз сифатында ғына ҡалдырыу бигүк дөрөҫ түгелдер. Уҡытыусы дәрестә баланың белемен генә тикшермәй бит, уның холоҡ-фиғелен күҙәтә, үҙ-үҙен тотошона иғтибар итә, бүтән балалар менән нисек аралашыуын күрә.
Ауыл ерендә был йәһәттән еңелерәк: уҡытыусылар күҙ алдында үҫкән балаларҙы яҡшы белә, ата-әсәләре менән дә тығыҙ бәйләнештәләр. Ә ҡала ерендә хәл икенсе – тәү күргән уҡыусыны ҡайһы арала һынап өлгөрөргә тейеш улар? Бының өсөн йылдар дауамында аралашыу кәрәк.
Тәртипте баһалауға ыңғай ҡарайым, беҙ уҡығанда ла ҡуя инеләр ундай билдә. Тырышып уҡыу, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыу өсөн кәрәктер, тим. Дисциплина булһа, уҡыу ҙа еңел бирелә. Бындай тәжрибә совет заманында үҙен ыңғай күрһәтте.
Тимур МӘХМҮТОВ, 10-сы класс уҡыусыһы, Ишембай ҡалаһы:
– Класс етәксеһенең эше тығыҙ, шуға күрә уларҙы предметтарҙы алып барыуҙан азат итеү яҡшы булыр ине, минеңсә. Сөнки дәрес уҡытыу күп ваҡыттарын ала. Теге йәки был сара тиҙ-тиҙ генә үткәрелә, беҙҙең менән яйлап әңгәмәләшеп тә өлгөрмәйҙәр. Ә тәртип өсөн билдә ҡуйыуға ҡаршымын, сөнки мәктәптә уҡыусыларҙың белемен баһаларға тейештәр, ә үҙ-үҙен тотошон түгел. Насар баһаның аттестатҡа китеүе бар бит.
Ҡыҫҡаһы, фекерҙәр төрлө. Уҡытыусыларҙың эш ваҡыты уҡыусылар менән эшләүгә, тематик саралар аша тәрбиә процесын ойоштороуға, балаларҙың психологик халәтен күҙәтеүгә, шулай уҡ ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнешкә бағышланыуы яҡшы булыр ине, әлбиттә. Әммә бындай үҙгәреш педагогик эшмәкәрлектең нигеҙен ҡаҡшатмаҫмы? Ни тиһәң дә, тәрбиә биреү менән уҡытыу процесын бер нисек тә бер-береһенән айырып ҡарау мөмкин түгел, улар параллель рәүештә барырға тейеш. Унан тыш, психология, конфликтология, социаль эштә компетенцияға эйә белгестәрҙе ҡайҙан алырға? Системалы әҙерлекһеҙ бындай аҙымға барыуҙың бик күп кире яҡтары килеп сығыу ихтимал. Проблема уҡытыусының дәрестәр алып барыуында түгел бит, ә балалар менән эшләү өсөн ваҡыт һәм ресурстар етмәүендә, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы булмауында. Тәрбиә биреүҙе заманса белем биреү системаһы менән берләштергәндә генә педагог бер үк ваҡытта уҡытыусы ла, остаз да булып ҡала.