Ишембай ҡалаһындағы Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының тарихы үткән быуаттың 30-сы йылдарына барып тоташа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәп архивында башҡорт мәктәбен асыу тураһында документ һаҡланмаған. Шуға ла мәктәп музейын ойоштороусыларға, етәкселәргә уның асылыу датаһын асыҡлау буйынса байтаҡ эҙләнеүҙәр алып барырға тура килә. Тәүҙә Стәрлетамаҡ һәм Ишембай районы мәғариф бүлегендәге 1936 йылғы архив документтары менән таныша улар. Ишембайҙағы башҡорт мәктәбе тураһындағы 97-се һанлы приказда 1936 йылдың 4 ғинуарында башҡорт мәктәбе директоры Ибраһим Ғариф улы Арыҫлановтың отпускыға китеүе тураһында әйтелә. Арыҫлановтың ғаилә архивында һаҡланған хеҙмәт кенәгәһендә уның башҡорт мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнеүе тураһындағы яҙма 1935 йылдың август айында теркәлгән. «Башҡортостан вышкаһы» гәзитендә (1936 йыл, 24 апрель, №55) баҫылған мәҡәләһендә Старостин фамилиялы журналист та «тулы булмаған башҡорт мәктәбе уҡыусылары хәрби уҡыуҙарҙы һәм ялдарын һәйбәт ойошторған» тип яҙған. Был факт 1936 йылдың ғинуар, апрель айҙарында телгә алынған мәктәп 1935 йылдың көҙөндә асылған, тип раҫларға нигеҙ бирә кеүек, әммә ул бары тик мәҡәлә генә, документ түгел.
Ишембай мәғариф бүлеге архивында һаҡланған приказда (1937 йылдың 14 июлендә 1-се номер менән сыҡҡан): «Ишембай башҡорт мәктәбенең исемен 3-сө һанлы мәктәп тип алмаштырырға» тигән пункт бар. Ҡарттар һөйләүенсә, башҡорт мәктәбе Геологтар урамында урынлашҡан булған. Әммә хеҙмәт кенәгәһендәге яҙыуҙар ҙа, гәзит материалдары ла рәсми документ көсөнә эйә түгел, шуға ла «Ишембай ҡалаһында башҡорт мәктәбе ҡасан асылған?» тигән һорау йылдар дауамында бәхәстәр тыуҙырҙы. Ниһайәт, 2016 йылда, мәктәптең 80 йыллыҡ юбилейына әҙерлек барышында, республика архивынан «...1935 йылдың 31 майында Стәрлетамаҡ районы башҡарма комитеты президиумы ултырышында Ишембай ҡасабаһы советы рәйесенең доклады тыңланды һәм президиум ҡарар итте: 1935 йылдың 15 авгусында тамамлау иҫәбе менән яңы мәктәп төҙөлөшөн башларға, мәктәпте тейешле ҡорамалдар менән тәьмин итергә» тигән етди белешмә алынды һәм бәхәстәргә нөктә ҡуйҙы.
Мәктәп тарихы туранан-тура Ишембай нефть ятҡылығы асылыуға (1932 йыл) бәйле. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 30 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Ишембай, Бурансы ауылдары янындағы 702-се, 703-сө вышкаларҙан нефть фонтаны урғылып, илебеҙҙең төрлө мөйөшөнән нефть промыслаһына ағылыусы эшселәрҙең балалары өсөн мәктәп асыу мохтажлығы тыуа. Тәүге мәлдә уҡытыу нефть промыслаларына яҡын урынлашҡан Иҫке Ишембай (хәҙерге Ишембай ҡалаһының Һул яҡ яр микрорайоны), Көҫәпҡол, Бурансы ауылдары мәктәптәрендә алып барыла. Нефтселәр ҡасабаһы барлыҡҡа килгәс, 1932 йылдың декабрендә, ағастан һалынған йорттарҙың береһендә нефть промыслаһына күпләп килгән ҡаҙаҡ балаларын уҡыта башлайҙар. Июлдә әлеге Блохин (элекке Молотов) урамында уҡытыу рус телендә алып барылған башланғыс мәктәп асыла, ә 5-7-се
класс уҡыусыларын көн дә йөк машинаһында Стәрлетамаҡтағы ете йыллыҡ мәктәптәргә йөрөтәләр. 1933 йылда нефть промыслаһының үҙендә башҡорт балалары өсөн башланғыс мәктәп асыла (һуңынан 6-сы мәктәп булып үҙгәртелә).
Ул арала Ишембай нефтенең даны тирә-яҡҡа тарала, илебеҙ мөйөштәренән эшкә төрлө милләт халҡы ағыла. Аттарҙа, дөйәләрҙә ғаиләләре менән күсеп киләләр бында. Эш урындары артыу менән башланғыс мәктәптә урындар етмәй башлай, 5-7-се класс уҡыусыларын Стәрлетамаҡҡа йөрөтөп уҡытыу ауырлаша, сөнки транспорт та, аттар ҙа етешмәй, нефтте лә мискәләрҙә Стәрлетамаҡ тимер юл станцияһына ташыйҙар әле ул мәлдә. Ишембайҙың үҙендә белем усаҡтарын киңәйтеү көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә. 1933 йылда Механиктар урамында эшселәр өсөн һалынған барак тибындағы биналарҙың береһен мәктәп итеп йыһазландыралар һәм ул 17 сентябрҙә ете йыллыҡ мәктәп булып асыла. Кластарҙы балаларҙың милләтенә ҡарап туплағандарҙыр: рустар, башҡорттар, татарҙар, ҡаҙаҡтар. Тирә-яҡтан килгән халыҡ көсө менән бер йылдан Өфө – Ишембай тимер юлы төҙөлөп бөтә, 1934 йылдың 1 октябрендә тәүге Ишембай нефте эшелоны Өфөгә юл ала. Нефтселәр ҡасабаһы тағы ла киңәйә, мәктәп йәшендәге балалар ете йыллыҡ мәктәпкә һыймай башлай. Белем усағын киңәйтеү кисектергеһеҙ мәсьәләгә әйләнә. 1934 йылдың 1 сентябрендә элекке Румянцев (хәҙерге Ленин) урамында ике ҡатлы урта мәктәп асыла. Директор итеп Владимир Свиридов тәғәйенләнә. Стәрлетамаҡ районы мәғариф бүлеге мөдире Урмановтың 1935 йылдың 25 февралендә яҙған 160-сы бойороғона ярашлы, рус мәктәбендә 1-сенән 7-се класҡа тиклем берәр комплект башҡорт һәм татар кластары асыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1934–1935 уҡыу йылының аҙағына башҡорт-татар кластарының һаны 14 булып китә һәм тулы булмаған башҡорт мәктәбе (ете йыллыҡ мәктәп) асыу мәсьәләһе килеп тыуа.
1937 йылға мәктәпте ҙурайтыу зарурлығы килеп тыуа, сөнки был мәлгә ҡасаба тағы ла ҙурайып, мәктәптәрҙә уҡыусылар һаны артҡан була. Нефтселәр өсөн төҙөлгән барактарҙы мәктәп итеп реконструкциялау тураһында һүҙҙең булыуы мөмкин түгел – яңы бина кәрәк. Мәғариф идаралығы, быға тиклем эшләп килгән мәктәптәге уҡыусылар контингентының милли сығышын иҫәпкә алып, башҡорт мәктәбе асыу тураһында ҡарар ҡабул итә. 1937 йылдың 17 майында Ишембай ҡасабаһында 400 урынға иҫәпләнгән ике ҡатлы кирбес мәктәп төҙөлә башлай. Төҙөлөш 4-5 ай дауам итә һәм 3 ноябрҙә үҙәкләштерелгән йылытыу системаһы булған, һыу үткәрелгән, электр лампалары менән яҡтыртылған 3-сө башҡорт мәктәбе асыла. Директоры итеп Ибраһим Арыҫланов тәғәйенләнә. Әммә ул шул йылдың декабрендә, аҡтар армияһында хеҙмәт иткән кешене эшкә алғаны өсөн «сәйәси наҙанлыҡ»та ғәйепләнеп, эшенән бушатыла. Етәксе итеп урынбаҫар Вәхит Мусинды тәғәйенләйҙәр, Ибраһим Ғариф улы математика уҡытыусыһы итеп ҡалдырыла. Вәхит Мөхәмәт улы эшләгән йылдар белем усағы өсөн һынау осоро була: 1939–1940 йылда уҡытыу яңы алфавитҡа күсерелә, уҡыусылар өсөн төрлө түңәрәктәр эшләй башлай. Ҡасабаның әүҙем үҫеүе, яңынан-яңы мәғариф, мәҙәниәт, ял итеү объекттары һалыныуы, эшсе ҡулдарҙың етмәүе менән бәйле төҙөлөш эштәренә, яңы объекттарҙы асыу тантаналарына уҡыусыларҙы ла йәлеп итәләр.
1940 йылдың октябренән мәктәпте Фәхри Буранғолов етәкләй. Февралдә ҡасаба ҡала статусына күсерелә. Ошо уҡ йылда мәктәп тәүге тапҡыр сығарылыш кисәһе үткәрә. Ҡулдарына урта мәктәпте тамамлау тураһында танытма алған уҡыусылар, башлыса, ҡалала асылған нефтселәр техникумына юллана. Киләһе сығарылыш кисәһе 1941 йылдың 20 июнендә үткәрелә һәм сығарылыш класс егеттәре, мәктәп партаһы артынан сығып та өлгөрмәй, уҡытыусылары менән бергә фронтҡа китә. 1942 йылдың ғинуарында Фәхри Мөхәмәт улы, ауырыу сәбәпле, эшенән бушатыла, директор итеп етәкселек эшендә тәжрибә туплап өлгөргән Ғабдрахман Ғәбит улы Хисмәтуллин тәғәйенләнә, март айында ул да һуғышҡа китә. Уны йәш уҡытыусы Мөхәмәт Туҡтамышев алмаштыра.
Мөхәмәт Фәхретдин улы Башҡорт педагогия институтында уҡыған йылдарында уҡ журналист булып таныла. Өфөлә сыҡҡан «Йәш төҙөүселәр», Стәрлетамаҡтағы «Пятилетка» гәзиттәре менән хеҙмәттәшлек итә, пьесалары, драмалары донъя күрә. 1940 йылда 3-сө мәктәпкә тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә ебәрелгәндән һуң Ирек ауылында төпләнә. Ауыл йәштәре уның драмаларын сәхнәләштерә. Талантлы шәхес шул йылдарҙағы мәктәп уҡыусыһы Зәйнәғәли Ҡотлогилдиндың хәтеренә бына нисек уйылып ҡалған: «Бер көндө директор: «Иртәгә митинг була, галстуктарығыҙҙы ҡара таҫма менән ҡаймалап килегеҙ», – тип иҫкәртте. Иртәгәһенә мәктәптә беҙҙе 10-сы класта уҡып йөрөгән еренән үҙе теләп һуғышҡа киткән Йәүҙәт Ғәйфуллиндың портеты ҡаршыланы. Портрет эргәһендә – почетлы ҡарауыл. Митинг башланғас, Мөхәмәт Фәхретдин улы бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан итте. Тынлыҡтан һуң Йәүҙәт Ғәйфуллиндың класташы Абдулла Илкәевтың фронттан яҙған хатын уҡыны. «Кем доброволец булып һуғышҡа китергә әҙер?» – тип һорағайнылар, 7-10-сы класс егеттәренең барыһы ла строй алдына сыҡты. Мөхәмәт Фәхретдин улы 7-се класс малайҙарының баштарынан һыйпап: «Һеҙгә унда барырға иртәрәк әле, бында ҡалығыҙ, уҡығыҙ», – тине. Дәрестәр тамамланыуға беҙгә директорҙың 10-сы класты тамамлаған ете уҡыусы менән военкоматҡа китеүен еткерҙеләр. Иртәгәһенә беҙ уларҙы һуғышҡа оҙаттыҡ. Мөхәмәт ағайҙы ла, теге егеттәрҙе лә һуңғы күреүебеҙ шул булған, береһе лә әйләнеп ҡайтманы...»
Мөхәмәт Туҡтамышев һуғышта политрук була, Харьков өлкәһендә Изюм районы Синичино ауылы өсөн барған һуғышта батырҙарса һәләк була, Туғандар ҡәберлегендә ерләнә.
Һуғыш башланыу менән ҡала халҡы, землянкаларҙа, талдан үрелгән йорттарҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, эвакуацияланған 200-ҙән ашыу кешене ҡабул итә. 1941 йылдың октябрендә Елец ҡалаһынан Ишембайға 2606-сы хәрби госпиталь эвакуациялана. Яралылар, медицина хеҙмәткәрҙәре 1-се һәм 3-сө мәктәп биналарына урынлаштырыла. Башланғыс класс уҡыусылары ҡала ситендәге ауыл мәктәптәренә таратыла, урта, юғары класс уҡыусылары Геологтар урамындағы баракка күсерелә. Класс бүлмәләре етешмәгәнлектән, уҡытыу өс сменала ойошторола. Уҡыу комбинаты бинаһында, йәш техниктар станцияһында 9-10-сы класс уҡыусылары өсөн токарҙар, нефтсе-геологтар, дизелистар, тракторсылар, медсестралар әҙерләү курстары асыла. 14-15 йәшлек үҫмерҙәр атай-ағайҙары урынына завод станоктары артына баҫа.
Гимназия музейы архивында
шул йылдарҙа мәктәп директоры булып эшләгән Мәфтуха Нагаеваның иҫтәлектәре һаҡлана. Мәфтуха Ғиниәт ҡыҙы үҙе лә шиғырҙар яҙған, «Восход» гәзитендә баҫылған мәҡәләләрен төпләп, йыйып барған. Иҫтәлектәрҙең береһендә ошондай факттарға тап булдым. Госпиталдә бер мәл медикаменттар наҡыҫлана. Биология уҡытыусыһы Хөсәйен Ғәббәс улы Хаҡбирҙин мамыҡ урынына ылымыҡ йә мүк ҡулланырға тәҡдим итә. Һәм шулай эшләйҙәр ҙә. Юғары класс уҡыусылары, уҡытыусылары менән бергә Тәйрүк йылғаһына барып, уның ярынан ылымыҡ, мүк йыялар, киптереп тарайҙар ҙа госпиталде йәшел мамыҡлы итәләр. Ҡыш көндәре торба йылытыу өсөн ҡулланылған техник мамыҡты йыуып, киптереп, иләгән саҡтары ла була. Һалдаттарҙың яраларын йыуырға нефть промыслаһынан тоҙло һыу ташыйҙар. Өйҙәрендә һыйыр йә кәзәләре булғандар, үҙ ауыҙынан өҙөп, госпиталгә һөт, ҡатыҡ килтерәләр. Йәй көнө госпиталь өсөн юл япрағы, мәтрүшкә, меңьяпраҡ кеүек дарыу үләндәре йыялар. Шул арала фронтҡа йылы кейем, ҡулъяулыҡ, ҡәләм, ҡағыҙ кеүек әйберҙәр туплап, посылкалар ебәрәләр. Үҙҙәре лә ас-яланғас инде улар, мәктәпкә йөрөргә кемеһенең – өҫ кейеме, кемеһенең аяҡ кейеме юҡ. Шул арҡала дәрес ҡалдырыусылар ҙа күбәйә. Мәфтуха Ғиниәт ҡыҙының талабы буйынса уҡытыусылар ҡалаға яҡын урынлашҡан ауылдарҙа ата-әсәләр йыйылышы үткәрә, ауыр хәлдә ҡалған балалар айырым иҫәпкә алына – уларҙың хәлен белер өсөн өйҙән-өйгә йөрөйҙәр. Хәлде нисек тә еңеләйтергә була Мәфтуха Ғиниәт ҡыҙы балаларҙы мәктәпкә йөрөтөү өсөн ат һорай. Төрлө инстанцияларға йөрөп, ныҡыша торғас, мәктәп атлы була – яҡын-тирәләге ауылдарҙан һәм ҡала ситтәрендәге барактарҙан уҡыусыларҙы ат менән йөрөтә башлайҙар.
Уҡыу сифаты тураһында ла ҡайғырта Мәфтуха Ғиниәт ҡыҙы. Юғары белемле рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Софья Сабир ҡыҙы Хөсәйенованың башланғыс класс уҡытыусыларына (уҡыусыларына түгел – уҡытыусыларына!) рус теленән махсус дәрестәр биреүен ойоштора. Урта кластарҙағы башҡорт балалары өсөн ошондай өҫтәмә дәрестәрҙе Рәйсә Ярулла ҡыҙы Оломбәкова үткәрә. Ирҙәрен һуғышҡа оҙатҡан Раушан Ғимаҙи ҡыҙы Хисмәтуллина менән Мәргизә Салауат ҡыҙы Ҡарамышевалар, дәрес биреүҙән тыш, бейеү һәм драма түңәрәктәре ойоштороп ебәрә. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа госпиталдәге һалдаттарға ҡулдан килгәнсә ярҙам итәләр: хат яҙалар, китап уҡыйҙар, төнгөлөккә эске кейемдәрен, ҡулланылған бинттарҙы йыуырға алалар. Үлгән һалдаттарҙың шинель-гимнастеркаларын йыуып, мохтажлыҡ кисергән уҡыусыларға өҫ кейемдәре тегәләр. Ошо тиклем эш араһында, һәләтле балаларҙы туплап, һалдаттар өсөн концерт ойошторорға ла ваҡыт таба уҡытыусылар. Мәфтуха Ғиниәт ҡыҙы үҙе скрипкала уйнай.
Оҙаҡламай илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән госпиталгә яралы һалдаттарҙың туғандары килә башлай. Уҡытыусылар уларҙы ваҡытлыса йәшәргә өйҙәренә алып ҡайта. Мәктәптең элекке директоры һәм математика уҡытыусыһы Ибраһим Арыҫланов та фронтта яраларҙан ошо госпиталдә дауалана. Уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға «похоронка»лар килһә, Мәфтуха Ғиниәт ҡыҙы уҡыусыларға ҡара таҫма менән ҡаймаланған ҡыҙыл галстуктар таҡтырып, линейкалар үткәрә. 1943 йылда 10-сы класты тамамлап һуғышҡа киткән бер уҡыусының, әсиргә эләгеп, татар шағиры Муса Йәлил менән бергә Моабит төрмәһендә ултырғаны билдәле була. Ошо хәлдән һуң НКВД хеҙмәткәрҙәре мәктәптең бөтә документтарын конфискациялай. (Мәктәптең ҡасан асылыуы теркәлгән төп документтың һаҡланмауы, бәлки, ошо ваҡиға менән бәйлелер ҙә). Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа мәктәпкә ҡара тап булып яғылған был хәлде ауыр
кисерә. Ошо уҡ йылда Мәфтуха Ғиниәт ҡыҙы иренең үлеме тураһында ҡара ҡағыҙ ала. Йәш булһа ла, бирешмәй көслө рухлы ҡатын, мәктәп коллективын бер йоҙроҡҡа туплап, ауыр йылдарҙа уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреү эшен фиҙакәрлек менән ойоштора.
2606-сы хәрби госпиталь Ишембайҙа 1943 йылдың 7 авгусына тиклем була. Уны оҙатып, палаталарҙы яңынан уҡыу кабинеттары итеп йыһазландырып, мәктәпте яңы уҡыу йылына әҙерләү мәшәҡәттәрен тамамлап йөрөгәндә, мәктәп яңы приказ ала: Ишембайға 5920-се һанлы яңы госпиталь килә. Мәктәп тәҙрәләренә рәшәткәләр ҡуялар, сөнки был юлы яралылар совет ғәскәрҙәре түгел – немец, венгр, румын, поляк, чех милләтле хәрби әсирҙәр. Үҙҙәренең медицина хеҙмәткәрҙәре, тәржемәселәре бар. Әсирҙәрҙең күпселеге – ябай һалдаттар. Уларҙы – беренсе ҡатҡа, офицерҙарҙы икенсе ҡаттағы палаталарға урынлаштыралар. Госпиталь НКВД һалдаттары тарафынан яҡшы һаҡлана. Уның ҡайҙа урынлашыуын яралыларға әйтеү ҡәтғи тыйыла. Табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла палаталарға тәржемәсе һәм һалдаттар оҙатыуында ғына инә. Әсирҙәр араһында Австрия композиторы Вольфанг Эмлих, Зальцбург ҡалаһының опера театры скрипкасыһы Труммлер була. Гимназия музейында Эмлихтың нота дәфтәре, әсир һалдаттар ҡулы менән эшләнгән ағас шкатулка, шәфҡәт туташтарының портреттары бар. Музейҙа һаҡланған иҫтәлектәрҙә үпкә ауырыуы менән сирләгән Труммлерҙың, хәле насарайғас, скрипка һорап алыуы тураһында яҙма бар. Музыка ҡоралынан ағылған моңдо тыңларға госпиталь хеҙмәткәрҙәре йыйыла. Башлаған көйөн уйнап бөтә алмай йән бирә итальян скрипкасыһы.
Госпиталь 1946 йылдың декабренә тиклем эшләй. 1949 йылға тиклем мәктәп директоры булған М.Нагаева фиҙакәр хеҙмәте өсөн РСФСР Юғары Советы Президиумы указы менән «РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була, «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены, «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
1949–1955 йылдарҙа мәктәп менән һуғыштан ҡайтҡан Ләбиб Мәҡсүтов етәкселек итә. Нагаева һалған традицияларҙы лайыҡлы дауам итә Ләбиб Абдулла улы. Утты-һыуҙы кискән һуғыш ветераны балаларға атайҙарса йылы мөнәсәбәт күрһәтә: уҡыу корпусы артында урынлашҡан барактарҙың береһен тирә-яҡ ауылдарҙан йөрөп уҡыған балалар өсөн ятаҡ итеп йыһазландырыуҙы хәстәрләй. Һуғышҡа тиклем үк мәктәптең Тәйрүк йылғаһы буйында өс гектар ере була. Уның яртыһына мәктәп ашханаһы өсөн картуф, йәшелсә сәсәләр, бер өлөшөн тәжрибә майҙансығы итеп ҡулланалар. Майҙансыҡ етәксеһе Хөсәйен Ғәббәс улы Хаҡбирҙин Өфөнөң ғилми-эҙләнеү институттары менән бәйләнеш булдыра, уның етәкселегендә уҡыусылар яңы сортлы бойҙай, емеш ағастары сығара. 1952 йылда – йәш натуралистарҙың Мәскәүҙә үткән Бөтә Союз слетында, 1954 йылда Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (ВДНХ) ҡатнашалар. Әүҙем натуралистарҙың береһе Клара Сиражетдинова һуңынан туған мәктәбенә физика уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта, 1960–1983 йылдарҙа директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй.
1955–1958 йылдарҙа директор итеп Рәшит Ғирфан улы Мөхөтдиновты тәғәйенләйҙәр. Мостай Кәримдең бер туған һеңлеһе Сәлисә Кәримова уның урынбаҫары була. Был йылдар мәктәп тарихына бөтә предметтарҙың да башҡортса уҡыуға күсеүе менән билдәле. Тыныс төҙөлөш йылдары уҡыу-уҡытыу системаһына ла ҙур үҙгәрештәр индерә. Яҡты киләсәккә ынтылған маҡсатлы уҡыусылар килә мәктәпкә. Улар менән тынғыһыҙ эш үҙ һөҙөмтәһен бирә. Тап ошо йылдарҙа мәктәпте тамамлаған уҡыусылар араһында өс Социалистик Хеҙмәт Геройы булыуы үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй. Афзалетдин Ғиззәт улы Иҫәнғолов, Марат Өмөтбай улы Хәмиҙуллин, Әҡсән Абдрахман улы Хәмиҙуллин кеүек хеҙмәт геройҙары тәрбиәләүе менән мәктәп ғорурланырға хаҡлы. Был геройҙарҙың тәүгеһе – СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты ла. 1954 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Юнир Ғәфүр улы Ваһапов мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай. Тәүге миҙалсы тормошта ла һынатмай, юғары белем ала, оҙаҡ йылдар Ишембайҙа Машиналар эшләү заводының баш инженеры булып эшләй.
1958 йылда белем усағын һуғыштан күкрәге тулы орден-миҙалдар менән ҡайтҡан майор Ғабдрахман Хисмәтуллинға ышанып тапшыралар. Ул мәктәп менән 11 йыл етәкселек итә. 1960–1961 уҡыу йылында уҡытыу ун йыллыҡ системаға күсә. Юғары кластарға Байғужа, Аллағыуат, Тирмән-Йылға, Бурансы, Ирек, Яр-Бишҡаҙаҡ ауылдарынан да уҡыусылар ҡабул ителә башлай һәм мәктәп эргәһендә интернат асыу зарурлығы килеп тыуа. 1961 йылда Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарары менән 3-сө башҡорт мәктәбе 2-се интернат-мәктәп итеп үҙгәртелә. 1964 йылда мәктәпкә төкәтеп, өс ҡатлы яңы бина төҙөлә һәм яңынан ун класс уҡыу системаһы индерелә.
Илленсе-алтмышынсы йылдарҙа уҡыу-уҡытыу системаһының ни тиклем күтәрелеүен аңлау өсөн сығарылыш уҡыусыларының исемлегендәге бер нисә фамилияға күҙ һалыу етә. 1957 йылғы сығарылыштан Земфира Сәхипова – шағирә, педагогия фәндәре кандидаты, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, С.Юлаев ордены кавалеры. 1959 йылда мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған Рим Йәнғужин һуңынан – тарих фәндәре докторы, көмөш миҙалға эйә булған Баязит Ғәлимов философия фәндәре докторы исемен ала. Икеһе лә – профессорҙар, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре, Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре. Баязит Сабирйән улы – Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Бер кластан – ике профессор, уникаль күренеш!
Еңел атлетика буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры Риф Табабилов 1964 йылда мәктәп-интернатты көмөш миҙалға тамамлаған. Шулай уҡ көмөш миҙалсы, күренекле шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Фирҙәүес Бәширова менән класташ улар. Техник фәндәр кандидаты Земфер Баһауетдинов та (1966 йылғы сығарылыш) 150-нән артыҡ фәнни хеҙмәт авторы, профессор дәрәжәһенә эйә. Интернат-мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаған һәм төрлө өлкәләрҙә эшләп юғары үрҙәр яулаған ул һәм ҡыҙҙарыбыҙҙың фотоһүрәттәре бөгөн гимназияның Почет таҡтаһын биҙәй. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ артистары Тәнзилә Хисамова менән Суфия Ҡорбанғәлиева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев ордены кавалеры, шағир Риф Мифтахов та бар.
1969 йылда, Ғабдрахман Ғәбит улы хаҡлы ялға киткәс, директор итеп Ғәниулла Шәрифулла улы Ҡәйепов тәғәйенләнә. Ул етәкселек иткән осорҙа мәктәптең уҡыу залы, кабинет системаһы булдырыла, тиҙ арала өлгәш – 100, уҡыу сифаты 44 процентҡа күтәрелә. Белем усағы республика кимәлендә иң яҡшы биш мәктәп исемлегенә инә. Патриотик, спорт һәм хеҙмәт тәрбиәһенә ҙур иғтибар бүлә Ғәниулла Шәрифулла улы. Ул йылдарҙа хәрби әҙерлек дәрестәрен алып барған Нариман Абдулла улы Шәрәфетдинов менән Рауил Хәбиб улы Богданов етәкселегендәге патриотик тәрбиә һөҙөмтәләре юғары баһалана: мәктәп Волга буйы хәрби округының Күсмә Ҡыҙыл байрағы менән бүләкләнә. Иртәнсәк һәм оҙон тәнәфестәрҙә ойошторолған зарядкалар, спорт майҙансыҡтары, саңғы базаһы менән хеҙмәттәшлек тиҙ арала ҙур һөҙөмтә бирә: ҡала-район араһында үткәрелгән «Зарница» уйынында уҡыусыларыбыҙ һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә була, 1982 йылда хәрби-патриотик тәрбиә буйынса РСФСР кимәлендә 1-се урын яулай.
1983–1985 йылдарҙа коллективты рус теле уҡытыусыһы Миңлегөл Айытова етәкләй. Юғары эрудициялы белгес Миңлегөл Шаһзәндә ҡыҙы уҡыусыларҙан – юғары сифат, коллективтан юғары мәҙәнилек талап итә. Талапсан етәксене тиҙ күрәләр – мәғариф бүлегенә эшкә алалар. Яңы директор булып тәғәйенләнгән Кинйәғәле Искәндәр улы Байрамғоловты (1985–1992 йылдар) үтә лә баҫалҡы, кеселекле ине, тип хәтерләй уҡытыусылар. Ул етәкселек иткән осорҙа уҡыусылар физкультура уҡытыусыһы Әсҡәт Ғүмәр улы Ғәлләмов менән бергә яңынан саңғыға баҫа, турслеттар үткәрә. Волейбол, баскетбол командалары шөғөлләнгән спорт майҙансыҡтары – уҡыусыларҙың ял итеү урынына, «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!» лозунгыһы интернат-мәктәптең девизына әйләнә.
Уҡыу процесын ойоштороуға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, талап кәмей төшә. Уның сәбәптәрен төрлөсә аңлатырға мөмкин. 70-се йылдар аҙағы – 80-се йылдар башында, педколлективтың фекерен дә һорап тормай, 1967 йылда төҙөлгән өс ҡатлы төкәтмәлә уҡыу-производство комбинаты асалар. Һөҙөмтәлә кабинеттар етешмәй башлай, уҡыу бүлмәләренең күпмелер өлөшө, шул иҫәптән китапхана ла, интернатҡа күсерелә. Үҙ ҡулдары менән йыһазландырған уҡыу кабинеттары тартып алынғас, уҡытыусыларҙың күңеле лә төшкәндер. Интернатта бүлмәләрҙең тығыҙланыуы арҡаһында – тәртип, иркенләп дәрес әҙерләү мөмкинлеге булмауы сәбәпле уҡыуға мөнәсәбәт тә үҙгәргәндер.
1989 йылда педколлектив: «Уҡыу сифатын күтәреү өсөн башланғыс синыфта уҡ уҡыусыларға төплө белем бирелергә тейеш, шунһыҙ алға китеш булмаясаҡ», – тигән ҡарарға килә һәм, мәғариф бүлегенән рөхсәт алып, 1-се класҡа уҡыусылар йыя. Күп тә үтмәй, беренсенән алып уҡыған уҡыусылар олимпиадаларҙа һөҙөмтә күрһәтә башлай, уҡыу сифаты ла юғары була. Тап шул йылдарҙа республиканың төрлө мөйөштәрендәге ҙурыраҡ мәктәптәр гимназия, лицей, колледждарға әйләнә башлай. Өфөләге 1-се һанлы мәктәп-интернат республика башҡорт гимназияһы тип үҙгәртелә. Бер төркөм уҡытыусылар, тәрбиәселәр, йәмәғәт активистары Ишембайҙағы мәктәп-интернат базаһында башҡорт гимназияһы асырға кәрәк, тигән уй менән яна. 1992 йылда Ишембай ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлшат Әмин ҡыҙы Әлмөхәмәтова, тарих уҡытыусыһы Нәзир Зыя улы Хисаметдинов етәкләгән «Юрматы» милли ойошмаһы ағзалары Ишморат Абайҙуллин, Рәсүл һәм Рафиҡ Ғүмәровтар, Фәрүәз Ғәйнетдинов, Сибәғәт Рахманғолов, Фәүзиә Аҡҡолова, Илдар Зөлҡәрнәев, Фәрүәз Әҡимбәтов, Хаят Йосопова, Ғәлиә Ғүмәрова, Гөлназ Әхмәҙиева, Әлмира Садиҡоваларҙың инициативаһы һәм көсө менән интернат-мәктәп Республика башҡорт гимназия-интернат мәктәбе статусын (Башҡорт АССР-ы Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарары, 1992 йылдың 28 майында сығарылған 292-се
һанлы приказ) ала. Район мәктәптәрендә эшләп йөрөгән билдәле уҡытыусылар һайлап алына һәм коллектив яңынан туплана.
* * *
Нәҡ шул ваҡытта мин гимназия-интернаттың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып киттем.
Салауат ҡалаһының әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, химия уҡытыусыһы Миңлегәрәй Нурғәле улы Өмөтбаевты директор итеп тәғәйенләнеләр, уҡытыу эштәрен ойоштороу – Гөлназ Ғафир ҡыҙы Әхмәҙиеваға, тәрбиәүи эш Нәзир Зыя улына йөкмәтелде. Миңлегәрәй Нурғәле улы һәр беребеҙ менән шәхси әңгәмә үткәрҙе, ғаилә хәле, йәшәү мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды. Ситтән килеп, баш төртөр урыны булмағандарҙы, йәш белгестәрҙе ваҡытлыса ятаҡтың изоляторына урынлаштырып, бер-ике ай эсендә ҡалалағы училище ятаҡтарынан бүлмә юллап, һәр беребеҙҙе «мөйөшлө» итте. «Ауылдан сыҡҡандар ерһеҙ йәшәй алмай ул. Аҙна һайын ауыл тип сапҡансы, ҡалаға яҡын ерҙә баҡса үҫтерегеҙ», – тип, ҡала ситендә ер алып бирҙе. Мәктәптең 80-се йылдарҙа тартып алынған өс ҡатлы бинаһын да кире ҡайтарҙы. Байтаҡ йылдар токарь станоктары торған цехтарҙы йыуып-йыйыштырып, үҙ көсөбөҙ менән ремонт яһап, яңынан уҡыу бүлмәләре итеп йыһазландырҙыҡ. Иркенәйеп ҡалған бинала ашхана, китапхана, тамашалар залы, уҡытыусылар бүлмәһе булдырылды. Мәктәп ҙурайғас, башланғыс кластар асыу, уларға уҡыусылар йыйыу өсөн балалар баҡсалары менән эш яйға һалынды. Был эш өсөн дә вазифа булдырылып, уның бурыстары башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Филүзә Шәриф ҡыҙы Ишбирҙинаға тапшырылды.
Музей ойоштороу эше башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнур Шамил ҡыҙы Аҙнабаеваға йөкмәтелде. Энтузиаст уҡытыусы райондың төрлө ауылдарына экскурсиялар ойошторҙо, был эшкә ата-әсәләрҙе лә йәлеп итте. Экспонаттар йыйып, тиҙ арала музейлы булдыҡ. Ике уҡыу кабинеты бергә ҡушылған ҙур, иркен бүлмәнең иҙәненә йәшел балаҫ йәйелгән, ҡап уртаһына ысын тирмә ҡоролған. Башҡорт йәйләүен хәтерләткән музей ине ул. Тора-бара әҙәбиәт, ул замандарҙағы популяр «Тормош һабаҡтары» дәресен беҙ ошо музейҙа уҡыта башланыҡ. «Йырлай белмәгән башҡорт булмай, балалар сәхнәгә сығырға оялмаһын, йырлатығыҙ, бейетегеҙ», – тип, уҡыусыларҙың һәләтлеләрен генә түгел, һәммәһен йырларға йә бейергә өйрәтеүебеҙҙе талап итте Гәрәй Нурғәле улы. Был эште яйға һалыу өсөн директорҙың эстетик тәрбиә буйынса урынбаҫары вазифаһын булдырҙы хатта. Ул вазифаға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанованы саҡырып алғас, тотош мәктәбебеҙ йырлай башланы. Вокаль ансамблдәре өсөн Мәрйәм Ғәзизрахмановна үҙе йырҙар яҙҙы, үҙ аҡсаһына хор класын йыһазландырҙы, Фәрит Аҡкөбәков менән мин (дүрт төркөмдә бейеү түңәрәктәре алып барҙыҡ) репетициялар өсөн бейеү станоктары, көҙгөләр менән йыһазландырылған зал һораныҡ. Был эш тә башҡарылды. Өлкән класс уҡыусыларынан Өлфәт Ҡотлобаев вокаль-инстументаль ансамбль төҙөнө.
Ҡурайсылар түңәрәген Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәйзулла Абдрахман улы Вәлиев алып барҙы. Шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәне Фәйзулла ағай. Дәрестәрҙән һуң үҙенә тәғәйен ваҡытта шөғөлләнгәндән һуң да, интернатҡа барып, ҡурайсыларын йыйып, тағы бер һыуһын шөғөлләнеп алыр ине. Башҡорт халыҡ йырҙарын нисек йырлай ине үҙе! Гимназия эшмәкәрлеге менән таныштырыу, һәләтле балаларҙы үҙебеҙгә уҡырға саҡырыу маҡсатында, концерт бригадаһы төҙөп, яҡын-тирәләге ауылдар, райондар буйлап концерт-лекторийҙар менән йөрөй башланыҡ. Гәрәй Нурғәле улының идеяһы ине ул. Бер йыл, ике ҙур программа төҙөп, телевидениела сығыш яһаныҡ. Ул да бик һәйбәт реклама булды: Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән балалар күпләп килә башланы беҙгә, һәләтлеләрен һайлап алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Ике йылдан өлгәш – 100, юғары уҡыу йорттарына инеү 96-98 процент тәшкил итте.
Талапсан булыуы менән бергә, кеселекле, кешелекле лә ине Гәрәй Нурғәле улы. Интернатта шәфҡәт туташы штатынан тыш, табип штаты булдырҙы. Интернат тормошона, бигерәк тә ҡараусыһыҙ ҡалған балаларға айырыуса иғтибарлы ине. Ауыр хәлдә ҡалған балаларҙы туплап, «Шоңҡар» балалар акционерҙар йәмғиәте төҙөп ебәрҙе. Хеҙмәт уҡытыусылары ярҙамы менән улар хужабикәләргә алъяпҡыс, бейәләйҙәр тегеү һәм бәйләү өсөн ҡулайлашып алды; малайҙар, аш-һыу бүлмәләре өсөн туҡмас таҡталары, уҡлауҙар эшләне. Уларҙы һатыуҙан килгән аҡса етем балаларҙың һаҡлыҡ кенәгәһенә күсерелде. Тәрбиәселәргә лә талапсан булыуы иҫтә ҡалған хәстәрлекле етәксенең. Балаларҙы йоҡларға һалып, «интернатский»ҙар теле менән әйткәндә, «отбой»ҙан һуң ғына ҡайтып китер ҙә, «подъем»ға килеп тә етер ине. 15-20 минут алдан килеп, һәр дәрескә тәғәйен күргәҙмә матералдарыбыҙҙы барлап ҡуйыуҙы талап итте, дәрес пландарыбыҙҙы ла күп ваҡыт беренсе дәрескә тиклем үк тикшереп сыға ине. Уҡытыусыларҙың өҫ кейеменә ҡәтғи талаптары булды: «Ҡара-ғора кейенеп йөрөмәгеҙ, уҡыусылар һеҙгә ҡарап һоҡланырлыҡ булһын», – ти торғайны.
Ул йылдар беҙҙең өсөн һәр яҡлап үҫеш мәктәбе булды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә гимназия-интернаттың Үҫеш концепцияһы булдырылды, коллективтың дөйөм тырышлығы менән юғары һөҙөмтәләргә өлгәшелде. Директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Гөлназ Ғафир ҡыҙы менән фәнни-методик эштәр буйынса урынбаҫар Нәзирә Нәжми ҡыҙы уҡытыусылар өсөн эшлекле методик семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторҙо. Гөлназ Ғафир ҡыҙы талапсанлығы менән айырылып торһа, Нәзирә Нәжми ҡыҙы ипле генә итеп үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты, дәрестең һәр этабын тәфсирләп аңлатып, беҙҙе һәр яҡлап үҫтереү өсөн күп көс һалды. Методик көнөбөҙҙә уның менән бергә коллегаларыбыҙҙың дәрестәренә йөрөнөк, уларҙы анализланыҡ, фекерҙәребеҙ менән уртаҡлаштыҡ. Бына ошондай ижад лабораторияһы булды ул йылдар.
1993 йылда атамабыҙ тағы ла үҙгәрҙе – Ә.Вәлиди исемендәге 2-cе Башҡорт республика гимназия-интернаты тип йөрөтөлә башланыҡ. Исем туйын, ҙур ҡунаҡтар саҡырып, ҡала мәҙәниәт һарайында тантаналы шартта үткәрҙек. Бер йылдан Гәрәй Нурғәле улын Өфөгә, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатына, директор итеп алдылар. Беҙ уның: «Балаларҙың икенсе әсәйҙәре бит һеҙ!», «Дәрестәр бөтөү менән кабинеттарығыҙҙы бикләп ҡайтып китмәгеҙ, дәрес биреүсе генә булмағыҙ, төштән һуң да эшләгеҙ, интернат балалары тәүлегенә 24 сәғәт һеҙҙең ҡарамаҡта», – тигән һүҙҙәрен әле лә онотмайбыҙ.
Мәктәп дилбегәһе Гөлназ Ғафир ҡыҙы ҡулына тапшырылды, уҡыу-уҡытыу эштәре урынбаҫары итеп Вәсилә Нәҙер ҡыҙы Әмированы (ошо уҡ мәктәптең 1977 йылғы сығарылыш уҡыусыһы), фәнни-методик эштәр урынбаҫары итеп Рәйсә Вольт ҡыҙы Сәлимованы тәғәйенләнеләр. Тәрбиәүи эш – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илүзә Исламморат ҡыҙы Зөлҡәрнәеваға, эстетик тәрбиә эше миңә йөкмәтелде.
Гөлназ Әхмәҙиева командаһын аныҡ һәм юғары маҡсаттар ҡуйып эшләтә белде. Исемебеҙҙәге яңғырауыҡлы өҫтәмә формабыҙға ла, йөкмәткебеҙгә лә үҙгәреш индерһен өсөн, гимназияның үҙ йөҙөн, үҙ образын тыуҙырыу өҫтөндә бөтә көсөбөҙҙө һалып эшләнек. Уҡыу-уҡытыу өс йүнәлеш буйынса ойошторолдо: дөйөм техник, медицина һәм гуманитар. Республика вуздары менән килешеүҙәр төҙөлөп, юғары уҡыу йорттары белгестәре математика, физика, химия, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре буйынса махсус курстарға саҡырылды, уҡытыусыларға методик ярҙам ойошторолдо. Беренсе кластарҙың уҡыу программаһына – инглиз теле, информатика, сатраш, ритмика, бишенсе синыфтарға – ғәрәп, төрөк телдәре дәрестәре индерелде. Юғары кластар өсөн, йүнәлештәренә ҡарап, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих, биология һәм химия, физика һәм иҡтисад дәрестәрен тәрәнәйтеп өйрәнеү мөмкинлеге тыуҙырылды.
Уҡытыусыларҙан туҡтауһыҙ камиллашыу, юғары профессионализм талап итте Гөлназ Ғафир ҡыҙы. Ул ҡуйған талаптарҙа бейеп-йырлап йөрөү икенсе планға күсте, дөрөҫөрәге, түңәрәктәр өсөн махсус белгестәр саҡырылды. Һөнәри юғарылыҡты күрә, баһалай белде директор, шуға ла уҡыусыларға эстетик зауыҡты ысын һөнәрмәндәр аша тапшырырға тырышҡандыр. Мәктәп подвалында изостудия асып, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Фәнил Шәймөхәмәтовты саҡырҙы. Рәсем уҡытыусыһы Риф Шәриповтың оҫтаханаһына ла урын табылды. Ул уҡыусыларҙы гипстан, балсыҡтан төрлө һындар эшләргә өйрәтте. Юғары сифатлы дәрестәр һәм уҡыусыларҙы фәнни эшкә ылыҡтырыу уның төп талабы булды. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне, инновацион йүнәлеш һәм маҡсатлы эш үҙен аҡланы: көмөш һәм алтын миҙал алыусыларыбыҙ бермә-бер артты, юғары уҡыу йорттарына инеү тотороҡло рәүештә 98-100 процент булды, гимназияны тамамлаған уҡыусылар Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең, хатта сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә башланы. Был күтәрелеште ҡала хакимиәте менән мәғариф бүлеге лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы, проблемаларҙы ишеттеләр: ҙур йәшелсә һаҡлағыс, гараж, һарай төҙөлдө, стоматология кабинеты булған дауалау-һауыҡтырыу үҙәге төҙөлдө.
2004 йылда уҡытыусыларыбыҙ Гөлнур Аҙнабаева Мәскәү ҡалаһында – педагогика буйынса, Нурмөхәмәт Һөйәрғолов Өфөлә филология буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы. Ике фән кандидаты, шулай уҡ информатика уҡытыусыһы Ш.Ғ.Әминев, инглиз теле уҡытыусыһы М.Т.Бодашко, башланғыс класс уҡытыусыһы Г.В.Ғөбәйҙуллина, музыка уҡытыусыһы С.И.Сәйфуллина үҙ программалары буйынса уҡыта башланы. Тәрбиә эшендә лә үҙебеҙгә генә хас алымдар, традициялар барлыҡҡа килде. «Ай уҡыусыһы», «Йыл уҡыусыһы», «Йыл спортсыһы», «Йыл эҙләнеүсеһе», «Йондоҙҙар парады», «Президент һайлауҙары» кеүек саралар – шәхес тәрбиәләүгә йүнәлтелгән һөҙөмтәле проекттарыбыҙ.
Уҡыу йылының һуңғы көнөндә, йыллыҡ уңыштарыбыҙҙы барлап, һабантуй ойошторҙоҡ. Байрамдан һуң буласаҡ географ, биолог, спортсы, журналистарҙы бергә туплап, ике-өс көнлөк, хатта бер аҙналыҡ походтарға сығып китте уҡытыусылар. Арҡайым, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Мораҙым тарлауығы, Күперле шарлауығы, Талҡаҫ күле уҡыусыларҙың яратҡан туристик һуҡмаҡтары булды. Гимназия асылғанға тиклем был йүнәлештә тәрбиәсе, география уҡытыусыһы Салауат Гәрәй улы Арыҫлановтың энтузиазм менән эшләгәнен һәм уның «Йәш туристар станцияһы»на директор итеп алынғанлығын белә инек. Тәжрибәле туристың оҙайлы походтар ойоштороуҙа ярҙамы ҙур булды. Элекке пионер лагерҙары урынына этнопедагогик характерҙағы йәйләү ҙә тәүҙә тап беҙҙә тормошҡа ашырылды. Исеме лә, хәҙерге популяр лагерь атамаһы һымаҡ, «Йәйләү» ине. Бында уҡыусылар халыҡ йолаларын, ситән үреү, ҡатыҡ ҡайнатыу, ҡорот баҫыу, киптереү, ыҫлау серҙәрен өйрәнделәр, дарыу үләндәре йыйҙылар. Аҙнай, Хажы, Этҡол ауылдарында оло йәштәге инәй-бабайҙарҙан халыҡ ижады өлгөләрен яҙып алдылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр менән бергә археологик ҡаҙыныу эштәре үткәрҙеләр, табыштарын алып ҡайтып, гимназия музейына тапшырҙылар.
Шулай итеп, ныҡышмалы рәүештә үҙ йөҙөн, үҙ традицияларын булдырып, үҙенсәлекле уҡыу усағы булып танылған гимназия 1998 йылда, һуңынан 2002 йылда «XXI быуаттың иң матур мәктәбе» Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе урынға лайыҡ булды.
1998 йылдарға беҙ тәжрибәле, көслө, берҙәм коллектив булып формалашҡайныҡ. Гимназияның артабанғы яҙмышын йәш етәксе Әлфис Фәйзуллинға тапшырҙылар. Әлфис Ғаяз улы етәкселек иткән осорҙа гимназия йәнә ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. 2004–2005 йылдарҙа Ишембай районында үткән республика мәғариф конференцияһына әҙерлек барышында мәктәп бинаһы реконструкцияланды – яңы уҡыу корпусы, ашхана, спортзал төҙөлдө, элекке уҡыу бинаһының бер өлөшө интернат итеп ҡулайлаштырылды. 2006 йылда гимназия «Мәғариф» Бөтә Рәсәй өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә үткәрелгән инновацион уҡыу программалары менән эшләүсе дөйөм белем биреү учреждениелары араһындағы конкурста бер миллон һумлыҡ грант отто. Рәсәй Федерацияһы грантына шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Гөлнур Аҙнабаева менән Фәриҙә Мәҡсүтова, Рифат Әйүпов, география уҡытыусыһы Зөлфиә Ғүмәрова, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Светлана Йосопова лайыҡ булды. Һуңынан был конкурста беҙгә 2013 йылда килеп ҡушылған Фаягөл Әмирханова ла еңеп сыҡты.
2010 йылда мәктәп дилбегәһен тарих уҡытыусыһы Әхәт Мөхәмәт улы Ваһаповҡа тапшырҙылар. Алты йыл мәғариф бүлегендә туған телдәр уҡытыу буйынса методист булып эшләгәндән һуң, мин дә, гимназияға ҡайтып, фәнни-методик йүнәлеште етәкләй башланым. Мәғариф бүлегендә туплаған тәжрибәмә таянып, яңы форматта үткәрелгән педсоветтар, семинарҙар, предмет аҙналыҡтарын уҡытыусылар коллективы ла ыңғай ҡабул итте, фәнни-методик эштең һөҙөмтәле йылдары булды ул. «Йыл уҡыусыһы» район конкурсында беренсе урын яуланыҡ, 2011 йылда был уңышты тағы ҡабатланыҡ: «Йыл уҡыусыһы» титулына был юлы Розалия Мөхәмәҙиева лайыҡ булды. Үҙ көсөбөҙ менән китап-брошюралар нәшерләү юлға һалынды. Уҡыусыларҙың методик ҡулланма кимәлендәге иншалар йыйынтығы, Әлиә Дәүләтҡолованың «Йырҙарымды ишет, Һәләүек», уҡыусыларҙың «Сәсән күңелем йырҙар һорай», «Бала саҡ илендә» (төҙөүсеһе һәм редакторы Г.Ш.Аҙнабаева)», «Кем мин?», Роберт Горбуновтың «Ваҡыт» исемле китаптары, уҡытыусыларҙың «Фразеологизмдарҙы, мәҡәл һәм әйтемдәрҙе, йомаҡтарҙы инглиз теленә тәржемә итеү» (М.Б.Бодашко), «Фәнгә тәүге аҙымдар» (М.Т.Ҡунаҡҡолова), «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы уҡытыу» (Ф.Т.Әмирханова) һәм башҡа йыйынтыҡтар донъя күрҙе. 600-ҙән ашыу төр электрон уҡыу әсбаптары, белешмәләре, методик ҡулланмалары булған китапханабыҙ 2011 йылда «Иң яҡшы китапхана» республика конкурсында еңеп сыҡты.
2012 йылда беҙгә ҡаланың 8-се башҡорт мәктәбе ҡушылыуы сәбәпле, уҡыусылар контингенты сыбарланды, етмәһә, республика статусы алынды. Элекке шикелле төрлө райондарҙан һәләтле балаларҙы һайлап алыу бөтөрөлдө, шул сәбәпле гимназия кластары ҡырҡа кәмене, уның ҡарауы, мәктәптәре ябылған ауылдарҙан килгән уҡыусылар иҫәбенә ябай кластар артты. Өс йылдан, 2013 йылда, Әлфис Ғаяз улы мәктәпкә яңынан әйләнеп ҡайтты һәм гимназияны 2023 йылға тиклем етәкләне.
Идеялары менән башҡаларҙы ла ҡабындырырға һәләтле Нурия Нәжип ҡыҙы Моратова музейға етәксе булып тәғәйенләнгәс, эш йәнләнде. Уның әсәһе Неүәйрә Иҙиәт ҡыҙы Смакова 1970–1985 йылдарҙа интернат-мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан. Бәләкәйҙән мәктәп проблемалары менән таныш булғанға ла ул эшкә айырыуса дәртләнеп тотондо. Был эштең һөҙөмтәһе булып, «...Чтоб времени не оборвалась нить (1935–2013)» брошюраһы донъя күрҙе. Әйтергә кәрәк, музейҙа һәр етәксе ентекле эшләне, интернат-мәктәптең, гимназияның тарихы ярайһы өйрәнелде, бер ни тиклем өлөшө стеналарға таҡтаташ булып уйылды. Тәүге таҡтаташ 2007 йылда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Рафаил Ғөзәйеровҡа асылды, 2008 йылда асылғаны Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры Ғабдрахман Хисмәтуллин менән РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры Мәфтуха Нагаеваның иҫтәлеген мәңгеләштерҙе. Интернат-мәктәпте тамамлап, Бөйөк Ватан һуғышына киткән, яу яланында ятып ҡалған уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың исемдәре лә тулыһынса тергеҙелде – шәрифтәре стенаға уйылды. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы Лотфулла Ҡарамышев иҫтәлегенә лә таҡтаташ асылды.
Гимназиябыҙҙы хаҡлы рәүештә «шашка мәктәбе» тип йөрөтәләр. Билдәле, бының үҙ тарихы бар. 1995 йылдың 10 декабрендә гимназияла шашка буйынса олимпия резервының Ишембай мәктәбе филиалы эшләй башлай. Донъяға танылған иң тәүге шашкасыбыҙ – хәҙер халыҡ-ара гроссмейстер, Рәсәйҙең Халыҡ-ара шашка федерацияһы президенты, С.Юлаев, Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры, ете тапҡыр донъя чемпионы (2001, 2002, 2004, 2007, 2011, 2019, 2021), ике тапҡыр Европа чемпионы (2000, 2008), Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина. Донъя шашка уйындары тарихына исемдәре алтын хәреф менән яҙылған халыҡ-ара гроссмейстерҙарыбыҙ байтаҡ хәҙер: шашка буйынса донъя чемпионы Айнур Шәйбәков, ҡатын-ҡыҙҙар араһында дүрт тапҡыр Европа чемпионы, Донъя кубогы финалы еңеүсеһе Олеся Абдуллина, ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, халыҡ-ара шашкалар буйынса Европа чемпионы Айгөл Иҙрисова. Халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы, Европа чемпионы Руфина Әйүпова, Рәсәйҙең спорт мастеры, Рәсәй чемпионы, ҡыҙҙар араһында ике тапҡыр Рәсәй һәм ике тапҡыр Европа чемпионы Әлиә Әминева, Халыҡ-ара шашкасылар федерацияһы мастеры Регина Әйүпова, рус һәм халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй һәм Европа беренселегенең күп тапҡыр еңеүсеһе Гөлназ Әбүбәкеровалар ҙа гимназиябыҙ данын күтәрҙе. Донъя кимәлендәге йондоҙҙарҙың уңышҡа юлы Ишембай башҡорт гимназия-интернатынан башланыуы беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә.
Төрлө йылдарҙа гимназияны тамамлаусылар араһында бөгөн республикабыҙҙың интеллектуаль йөҙөн билдәләүселәр ҙә күп: юридик фәндәр кандидаты Азамат Абдрахманов, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов, сәнғәт фәндәре кандидаты Айһылыу Сәғитова, филология фәндәре кандидаттары Айһылыу Вәхитова, Әлфирә Бәхтейәрова, Илнур Дилмөхәмәтов, химия фәндәре кандидаттары Радик Илебаев, Рәмил Зарипов, Альбина Хәмиҙуллина, медицина фәндәре кандидаттары Альбина Богданова, Илдар Богданов, Зимфир Ҡотоев, Айнур Зиннәтуллин, иҡтисад фәндәре кандидаттары Флүзә Туҡаева, Юлай Аҡсулпанов, педагогия фәндәре кандидаттары Рәйсә Аҡсулпанова менән Аэлита Минийәнова, техник фәндәр кандидаты Ирек Муллабаев, биология фәндәре кандидаты Рәмилә Баһауетдинова, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Фидәлиә Ишкинина.
Башҡорт гимназияларының республикабыҙға милли кадрҙар әҙерләүҙәге роле баһалап бөткөһөҙ. Һүҙемде ҡеүәтләп, Ишембай гимназияһында тәрбиәләнгән журналистарҙы миҫалға килтереү ҙә етә. Башҡортостан халҡын көн дә телеэфирҙан сәләмләүсе Фаягөл Дәүләтйәрова, Рита Шәмсетдинова, Альбина Зәйнетдинова – иң сағыу йондоҙҙарыбыҙ. «Башҡортостан» ДТРК-һы хәбәрсеһе, хәрби корреспондент, М.Шайморатов ордены кавалеры Илшат Ҡаҙаҡҡолов – бөгөн Башкортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте операторы. «Тамыр» телеканалындағы «Сәңгелдәк» тапшырыуы аша көн дә кескәйҙәргә үҙ телебеҙҙә әкиәти тамашалар әҙерләп тәмле йоҡоға оҙатҡан Лилиә Әҙелбаева менән Сөмбөл Исҡужина, Башҡортостан телеведениеһы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева, «Юлдаш» радиоһы хәбәрсеһе Эльвира Атйетәрова, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Алһыу Әһлиуллина, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының яуаплы сәркәтибе Альбина Ғөбәйҙуллина, «Тамаша» журналының бүлек мөхәррире Гөлшат Ҡаһарманова, Күгәрсен районы «Мораҙым» гәзитенең бүлек мөхәррире, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты Гөлназ Ғәлиева-Сәйетбатталова, Көйөргәҙе районы «Юшатыр» гәзите мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Малик Ильясов, «Самрау» нәшриәте директоры Мансур Ғилфанов, «Торатау» гәзите хәбәрселәре Гөлназ Халиҡова, Фирүзә Ишкининалар менән уҡытыусыларыбыҙ хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Әйткәндәй, «Торатау» гәзитендә оҙаҡ йылдар мөхәррир булып эшләгән Хаят Йосопова менән Гөлнур Дәүләтйәрова ла беҙҙең интернат-мәктәпте тамамлаған. Журналистар плеядаһы әҙерләүҙә уларҙың да ярҙамы ҙур булды. Ике-өс ай һайын «Торатау» гәзитендә гимназия уҡыусылары ижадынан ғына торған «Елкән» рубрикаһын даими сығарҙыҡ беҙ улар менән, яҙышҡан уҡыусылар йәйге мәктәп практикаларын «Торатау»ҙа үтте.
Милли матбуғатыбыҙға ошо тиклем көс әҙерләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының республика кимәлендә абруйы ҙур. Г.Ш.Аҙнабаева менән В.Ғ.Исхаҡов – «Йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсының иң тәүге номинанттары, Ф.Т.Мәҡсүтова, Ғ.М.Фәйзуллина – конкурстың лауреаттары, Р.Р.Әйүпов, Ф.Т.Әмирханова – абсолют еңеүселәр.
Төбәк-ара «Йыл уҡытыусыһы» конкурсына әҙерләнеү тәжрибәһе менән дә уртаҡлашҡым килә. Йылдар дауамында гимназия уҡытыусылары Ишембай районы конкурсанттарын был мәртәбәле бәйгегә әҙерләүҙә төп көс булып ҡала. Уҡытыуға компьютер технологиялары килеп ингән генә осорҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына методик, техник ярҙам күрһәтеү ҙә ойошторолдо. Информатика уҡытыусыһы Ш.Ғ.Әминев, компьютерҙы биш бармағы һымаҡ белгән биология уҡытыусыһы Р.Ғ.Сахапов конкурсҡа әҙерләүсе ижади төркөм составында булды. Бай тәжрибә туплаған Рифат Әйүпов Башҡортостанда башҡорт һәм туған телдәр ассоциацияһы ойошторҙо, ул башҡорт теле буйынса методик ҡулланмалар авторы ла. Йәш коллегабыҙ Юлиә Мөхәмәтрәхимоваға ла ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Быйылғы уҡыу йылында М.Кәрим ижады буйынса республика кимәлендә яңы форматта үткәрелгән ярышҡа команда туплап, беренсе урын яуланы ул.
«Урал батыр» эпосы буйынса үткәрелгән сәсәндәр бәйгеһе һөҙөмтәләре буйынса ла беләләр беҙҙе. Апалы-һеңлеле Рәсилә һәм Гөлфрүз Хисмәтуллиналар, Гөлсәсәк Шәрипова, Ғәлиә Шәрипова, Яҙгөл Хәйруллина – эпосты тулыһынса ятлап, Гран-при яулаған уҡыусыларыбыҙ. Тел һәм әҙәбиәт буйынса үткәрелгән конкурстарҙың даими еңеүсеһе Яҙгөл Хәйруллина (уҡытыусыһы – Ф.Т.Әмирханова) быйылғы уҡыу йылында Ишембай районы хакимиәте башлығы стипендиаты булыуын беҙ туған тел һағында тороусыларға күрһәтелгән хөрмәт тип ҡабул итәбеҙ.
Бөгөн гимназияны ғына түгел, ҡаланың мәҙәни тормошон «Алтынай» халыҡ бейеүҙәре ансамбленән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Быйыл ансамблдең барлыҡҡа килеүенә – 15 йыл. Алдараҡ телгә алғанымса, мәктәптә бейеү түңәрәге хатта һуғыш осоронда ла алып барылған. Гимназия асылғас, Гәрәй Нурғәли улы: «Балаларҙың йоҡлап ятҡан мөмкинлектәре йыр-бейеү менән асыла», – тип, тотош гимназияны (бигерәк тә интернатты) хатта ял кисәләрендә лә башҡортса ғына бейеттерә ине. Ысынлап та, йырлай, бейей белгән балалар күп, тик костюмдар иҫке. Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы вокаль ансамбленә үҙе костюмдар тектерҙе, ә Фәрит менән минең (бейеү түңәрәктәрен алып барыуыбыҙ тураһында алдараҡ яҙғайным инде) ундай мөмкинлек юҡ. Шул ваҡыт ата-әсәйҙәр ярҙамға килде. Улар тауар алып бирҙе, технология уҡытыусылары ла ситтә ҡалманы: Рәйсә Вольт ҡыҙы эскиздар әҙерләне, Альберт Низам улы ҡалайҙан тәңкәләр ҡырҡты, уҡытыусы-мастер Роза Әнүәр ҡыҙы костюмдар текте. Ә ололар төркөмөнә костюм һәм ситектәр тектереү өсөн ул йылдарҙа мәҙәниәт министры булып эшләгән Хәләф Ишморатовҡа (интернат-мәктәптең 1976 йылғы сығарылыш уҡыусыһы) мөрәжәғәт иттек. Уның ярҙамы менән профессиональ бейеүселәр кейерлек костюмлы булдыҡ. Бейеү ансамбленә етәксе итеп Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхиәр Хәлитов саҡырылды. Әхиәр Насретдин улы башлыса юғары класс уҡыусылары менән шөғөлләнде. Ҡала мәҙәниәт һарайында «Берғамыт» ансамбле төҙөгәс, үҙенең бейеүселәрен «Берғамыт»ҡа алды. Беҙгә етәксе итеп ансамблдең иң шәп бейеүсеһе Артур Мөхәмәтйәновты тәҡдим итте.
Уңдыҡ беҙ Артур Рим улынан – килеү менән, 3-5-се класс уҡыусыларынын бер төркөм төҙөп, бейетә лә башланы. Гимназияла концерттар күп ойошторола, класташтарының уңыштарын күргәс, бейеү түңәрәгенә йөрөргә теләүселәр ҙә күп. Репертуарға яңы бейеүҙәр өҫтәлеү менән бергә яңы костюмдар ҙа кәрәк. Тәүҙә ул мәсьәләне тулыһынса атай-әсәйҙәр хәл итте, әле лә ярҙам итеп торалар. 2015 йылда «Халыҡ бейеүҙәре ансамбле» исемен яуланы ансамбль. Гимназия сәхнәһе күптән тар инде «Алтынай»ҙар өсөн – бик күп бәйгеләрҙән, шул иҫәптән «Байыҡ» башҡорт бейеүҙәре телевизион конкурсынан да өс тапҡыр (2017, 2022, 2025) Гран-при яулап ҡайтты улар. Һуңғы йылдарҙа башҡорт гимназияһына уҡырға килеүселәрҙең дә телдәре урыҫлашып бөтөүе, атай-әсәйҙәрҙең телгә мөнәсәбәте ҡалалағы берҙән-бер милли белем усағының киләсәген ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. «Алтынай»ҙар йән өрә шул саҡ күңелгә – гимназияла башҡорт рухын һаҡлауҙа уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Ул балаларға, һис юғы, гимназияны тамамлаусылар араһынан меценаттар табылып, премия булдырылһа икән!
Һуңғы йылдарҙа күңел күрке лә, күҙ күрке лә булған тағы бер йүнәлеш – «Аҡтайлаҡ» уҡсылар клубы үҫеп сыҡты гимназиябыҙҙа. Клуб етәксеһе – Зөһрә Сәфәрғолова. Уҡ атыу шөғөлөнә уҡыусыларын да, уларҙың атай-әсәйҙәрен дә ылыҡтырҙы. Уның класы 2021 йылда асылған шайморатовсылар класы сафын тулыландырҙы. Уҡыу программаһына Башҡортостан тарихы, ҡытай теле, төрөк теле буйынса дәрестәр индерелгән. Ысын шайморатовсылар улар. Ҡайҙа ярыш, улар – шунда. Былтырғы уҡыу йылында «Ҡышҡы Шайморатов уйындары»нда республика кимәлендә 2-се урын яуланылар. Азамат Исламғолов Республика Башлығы Р.Ф.Хәбиров ҡулынан II дәрәжә «Йәш шайморатовсы» Почет билдәһе алып ҡыуанды.
2023 йылда гимназияға яңы директор килде. Ләлә Зиннәтулла ҡыҙы Шәрипова – үҙебеҙҙең уҡыусы, гимназияны 1994 йылда тамамлаған тәүге ҡарлуғастарыбыҙҙың береһе. Ауыр эш йөкмәтелде уға. Мәктәп ҙур, уҡыу корпустарыбыҙ ғына ла икәү. 2015 йылдан бирле үҙ балалар баҡсабыҙ бар. Интернат системаһының осо-ҡырыйы күренмәгән проблемаларын өйрәнеү, аңлау, күҙаллау һәм ваҡытында хәл итеү өсөн тәүлек әйләнәһендәге 24 сәғәт кенә етмәй. Заман да, көнүҙәк мәсьәләләрҙән тыш, яңылыҡтар талап итә. Республикала эшләп килгән «Взлетай!» проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуленә ярашлы, электән эшләп килгән стоматология кабинеты иң һуңғы талаптарға яуап бирерлек итеп йыһазландырылды. Хәрби-патриотик тәрбиә – өҫтөнлөклө мәсьәлә. Ике йыл рәттән гимназия базаһында район кимәлендә «Шайморатов уҡыуҙары» ойошторола. Эш формаһы булараҡ, ул сараның яңылығы юҡ, ә йөкмәткеһе ныҡлы әҙерлек талап итә. Былтырғы уҡыу йылында дүрт уҡыусыбыҙ иҫтәлегенә Герой партаһы астыҡ: Альфред Ильясов (1990 йылғы сығарылыш), Рөстәм Сираев (1998 йылғы сығарылыш), Илдар Йәлилов (1999 йылғы сығарылыш), Илһам Иҫәнғоловтың (2012 йылғы сығарылыш) фотоһүрәттәре менән парталар Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайта алмаған уҡытыусы һәм уҡыусыларҙың исем-шәрифтәре яҙылған таҡтаташтар эргәһендә урын алды. Ил тыныслығын һаҡлаған яугирҙарыбыҙға ата-әсәләр ярҙамы менән гуманитар ярҙам ебәреү ҙә даими ойошторолоп тора, уҡыусылар технология уҡытыусылары А.Н.Мөхәмәтов, Г.Ғ.Камалова етәкселегендә окоп шәмдәре эшләй, селтәрҙәр үрә. Ә шайморатовсылар гимназия-интернатта йыйылған гуманитар ярҙам менән Ырымбур ҡалаһындағы госпиталгә барып ҡайтты.
Һынылышлы йылдар кисерһәк тә, быйылғы уҡыу йылының һөҙөмтәләре өмөт уята: юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр 92 процент тәшкил итте. Былтыр бер уҡыусыбыҙ «Профессионалдар» Бөтә Рәсәй чемпионатында «Модалар технологияһы» йүнәлеше буйынса призлы урын яуланы. Ике йыл рәттән уҡыусыларыбыҙ туған телдәр буйынса Федераль кимәлдә үткәрелгән Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы призерҙары булды. Уҡыуҙа, спортта, волонтерлыҡ хәрәкәтендә өлгәшкән уңыштары өсөн Камилә Ғәниева исемле ҡыҙыбыҙ «Артек», «Смена» лагерҙарында, «Беренселәр хәрәкәте» проектындағы уңыштары өсөн Владивостоктағы «Океан» лагерында ял итеп ҡайтты. Шулай уҡ «Беренселәр хәрәкәте» проекты сиктәрендә өс уҡыусыбыҙға Мәскәүҙә үткән «Рәсәй» Халыҡ-ара күргәҙмә-форумында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Ошо арала ғына «Артек» лагерында илдең иң талантлы үҫмерҙәре араһында үткән «Ҙур тәнәфес» конкурсында Карина Евдокимова I дәрәжә дипломға эйә булып, йөҙ мең һумлыҡ премия менән бүләкләнде. Былтыр Илнур Ғөбәйҙуллин исемле егетебеҙ «Йәншишмә» гәзите менән «Аманат» журналының йәш хәбәрсеһе булып танылды.
Беҙҙә уҡып, оҙаҡ йылдар инглиз теленән уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан Минира Бодашконың шәхси архивында атаһы Тимербулат Сәйетғәле улы Ғәлиевтың мәктәп дәфтәрҙәре һаҡлана. 1935 йылғы – мәктәп менән бер йәштәге дәфтәрҙәр! Ысын мәғәнәһендә тарихи ҡомартҡы! 1941 йылда мәктәпте тамамлау менән армия сафына алына Тимербулат Ғәлиев, артабан – һуғыш. Яуҙан офицер дәрәжәһендә яраланып ҡайта, өйләнә. Дүрт балаһы ла үҙе белем алған мәктәптә уҡый, оло ҡыҙы мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай. Олоһо – билдәле шағирә Фирҙәүес Бәширова, уртансыһы, Минира Тимербулат ҡыҙы, математика фәнен инглиз телендә уҡытыу квалификацияһы менән диплом алып, туған мәктәбенә эшкә ҡайта, балаларын да үҙе эшләгән мәктәптә уҡыта. Ҡыҙы менән улы гимназияны алтын миҙалға тамамлай. Хәҙер инде ейәнсәре Сафия – башҡорт гимназия-интернатының 2-се класс уҡыусыһы. Беҙҙең белем усағының 90 йыллыҡ тарихы Ғәлиевтарҙың ғаилә тарихы менән бергә үрелеп бара, уларҙың нәҫел шәжәрәһенә ике алтын, бер көмөш миҙал булып яҙылған.
Хәләф Ишморатов менән аралашыуҙан күңелгә уйылып ҡалған бер фәһемле ваҡиғаны теркәп ҡуйғы килә. 90-сы йылдар башында ул интернатта 1966–1976 йылдарҙа тәрбиәсе булып эшләгән Әхмәт Ғәли улы Тойғоновтың 80 йәшлек юбилейын үткәреүебеҙҙе һораны. Тәүҙәрәк баҙап ҡалдыҡ: ябай тәрбиәсегә ниңә ул тиклем оло хөрмәт? Етмәһә, беребеҙ ҙә уны белмәй. Кисәнең сценарийын яҙыр өсөн Әхмәт ағай менән осрашырға Өфөгә мин барҙым һәм... бәләкәй генә кәүҙәле, шул тиклем ябай, әммә Бөйөк Кеше, ысын тәрбиәсе менән осрашыуҙан тетрәнеү кисереп, юбилей кисәһен мәктәптә генә түгел, мәҙәниәт һарайында үткәрергә кәрәк, тигән уй менән ҡайттым. Кисәне, ысынлап та, ҡала мәҙәниәт һарайында зал тулы халыҡ йыйып үткәрҙек. Хәләф Хәлфетдин улы беҙгә ниндәй матур һабаҡ биргән бит: биләгән вазифаңа ҡарамай, кеселекле, кешелекле булырға, олоно – оло, кесене – кесе итергә, рәхмәтле булырға өйрәткән.
2023 йылда тағы ла бер остазыбыҙ – 1965 йылдан алып интернат-мәктәптә математика уҡытыусыһы, һуңынан өлкән тәрбиәсе булып эшләгән Фәүзиә Маннан ҡыҙы Аҡҡолованың 90 йыллыҡ юбилейын үткәрҙек. Был кисә лә ҙур һабаҡ бирҙе: ғүмере буйы мәғариф өлкәһендә фиҙакәр хеҙмәт иткән уҡытыусының «Мәғариф отличнигы» тигән исеме лә булмаған. Ишембай районының күренекле шәхестәре, район мәғарифына тоғро хеҙмәт иткән уҡытыусы-ветерандар тураһында күпме мәҡәлә яҙҙы ул, китаптар сығарҙы! Гимназия-интернаттың 80 йыллыҡ юбилейында уға үҙебеҙҙә булдырылған, уның өсөн орденға тиң «Почетлы гимназист» исеме биреп, таҫма таҡтыҡ. Ярай әле юбилейын үткәргәнбеҙ – ошо кисәлә «Ишембай районы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалын алып ҡыуанды ул. Хеҙмәтенә бәрәбәр булмаһа ла, хөрмәт күреп өлгөрөп, бер йылдан мәңгелек йортона китте Ишембай районының легендаһына әйләнгән шәхес. Бына ошондай кешеләр яҙа легендаларға торошло тарихты.
«Тәүге нефть вышкалары менән барлыҡҡа килгән, Ишембай ҡалаһы тарихының матур биттәрен яҙған, бихисап алдынғы шәхестәр үҫтергән милли мәктәп маҡтауға һәм оло хөрмәткә лайыҡ», – тине осрашыуҙа Башҡортостанды донъя кимәлендә танытҡан данлыҡлы шашкасыбыҙ Тамара Танһыҡҡужина. Гимназияла уҡыу-уҡытыу шарттарының йылдан-йыл яҡшыра барыуына, бөгөнгө уҡыусыларҙың һәр яҡлап талантлы булыуына һоҡланыуын белдерҙе ул. Матур хыялдар йөрөткән, аҡыллы, асыҡ ҡарашлы балаларҙың һәм гимназияның киләсәге уңышлы булыуын теләп, үҙенә спорт буйынса донъя кимәлендә еңеүҙәргә юл асҡан мәктәбенә, уҡытҡан уҡытыусыларға оло рәхмәтен еткерҙе һәм бер төркөм уҡытыусы-тәрбиәселәрҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Гимназияны шулай уҡ 1996 йылда тамамлаған хөрмәтле ҡунағыбыҙ – Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов та мәктәп йылдарының йылы хәтирәләре менән бүлеште. «Берегеҙҙе лә айырып әйтмәйем, һәр берегеҙ миңә ҡәҙерле, яҡын», – тип, ҙур тормошҡа юл асҡан, фатихалар биреп оҙатҡан гимназияһына, уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн тәжрибәле уҡытыусыларға Республика Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан Хөкүмәте етәксеһе Андрей Назаров исеменән Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ишембай ҡалаһының башҡорт гимназияһы, 90 йыллыҡ тарихын барлай-барлай, яңы йүнәлештәр билдәләне. Алдағы йылдарыбыҙ ҙа сағыу, матур булһын ине. Яңы исемдәр асылһын, үрҙәрҙең тағы ла бейегерәге яуланһын!