Милли мәғарифтағы тәүге аҙымдар
Гимназия-интернатҡа тиклем дә Өфөлә республика кимәлендәге башҡорт мәктәбе була. Шуға күрә уның ниндәй маҡсатта, ниндәй нигеҙҙә ойошторолоуын анығыраҡ күҙ алдына килтереү өсөн, Ленин исеме менән йөрөтөлгән иң тәүге өлкә башҡорт мәктәбе тарихына күҙ йүгертеп сығыу кәрәктер.
1922 йылдың июлендә, Башҡортостан хөкүмәте Өфөгә күсеп килгәс, мәғарифты үҫтереү мөмкинлектәре лә киңәйә төшә. Әле йәш республиканың тәүге иҡтисади аҙымдарын яһай башлауына ҡарамаҫтан, мәғариф мәсьәләләре көн үҙәгенә ҡуйыла. Өфөлә өлкә башҡорт урта мәктәбен асыу – шуның асыҡ дәлиле.
Ленин исемен йөрөткән был мәктәптең яҡшы итеп йыһазландырылған кабинеттары, бай ғына китапханаһы, оҫтаханалары, шулай ук 200 балаға иҫәпләнгән интернаты була. Унда башлыса башҡорт райондарынан килгән балалар белем ала.
Ленин исемендәге мәктәп үҙенә күрә бер педагогик лаборатория хеҙмәтен үтәй. Унда башҡорт мәктәптәре өсөн сығарылған дәреслектәр тәүге һынау ала, башҡорт балаларына рус телен өйрәтеү ысулдары һәм алымдары эшләнә. Наркомпростың методик органдары менән тығыҙ эшләгәнлектән, башҡорт һәм татар мәктәптәре уҡытыусылары белемен камиллаштыра.
5 йыл эсендә мәктәпте 150 уҡыусы тамамлай. Уларҙың бөтәһе лә тиерлек туранан-тура юғары уҡыу йорттарына ебәрелә.
1933 йылда мәктәп бинаһын яңы асылған ауыл хужалығы институтына бирергә ҡарар ителә. Шулай Ленин мәктәбе ябыла (Ул һуңынан Стәрлетамаҡҡа күсерелә).
Башҡортостандың баш ҡалаһында башҡорт балаларын уҡытыу өсөн 17-се ете йыллыҡ мәктәптә бер класс ҡына ҡала. Унда 5-се балалар йортонда тәрбиәләнеүсе 25 бала белем ала. Әммә 4-се кластан һуң был балалар артабан татарса уҡырға тейеш була, шуның өсөн дә уҡытыусы Хәлимә Абдулла ҡыҙы Ҡорбанаеваға йәй көнө уларҙы татар теленә өйрәтеү өсөн өҫтәлмә дәрестәр үткәрергә ҡушыла.
Әммә быныһы әле бәләнең башы ғына була. Иң мөһиме, башҡорт милләтенән юғары уҡыу йорттарына килерлек уҡыусылар әҙерләнмәй. Тимәк, республика өсөн милли кадрҙар үҫтерелмәй тигән һүҙ. Шуға ла БАССР мәғариф халыҡ комиссары Ғ.Ә.Дәүләтшин Өфөлә башҡорт балалары өсөн мәктәп ойоштороуҙы юллай башлай.
БАССР Наркомпросы рус һәм татар мәктәптәренән башҡорт балаларының исемлеген һорай. Исемлектәр тапшырыла. Тик унда башҡорттар ғына түгел, өлгәшә алмаған, мәктәпкә тиҫтерҙәренән һуңлап барған татар балаларының да исем-фамилиялары күрһәтелә.
Ҡаршылыҡтар етерлек була. Шундай шарттарҙа 1937 йыл дың 1 сентябрендә 9-сы һанлы башҡорт мәктәбе үҙенең ишектәрен аса һәм 155 уҡыусыны ҡабул итә. Был мәктәп, әлбиттә, Ленин исемендәге мәктәптән күпкә ҡайтыш була. Берҙән, ул ҡала мәктәбе генә, икенсенән, уның интернаты булмай.
Мәктәп Зенцов урамындағы 49-сы һанлы ике ҡатлы йорттоң бер өлөшөн генә биләй. Уҡытыусылар коллективы 12 кешенән тора.
Директор итеп Фәхри Солтанов тәғәйенләнә, география уҡытыусыһы Мәхмүзә Мөхәмәҙиеваға завуч вазифаһы йөкмәтелә. Уҡытыусыларҙың күбеһе татар милләтенән була, 2-һе генә юғары белемле. Киләһе уҡыу йылына 9-сы мәктәп урта мәктәпкә әйләнә. Ойоштороу осорона хас булған ауырлыҡтарҙы шунан ғына ла күҙ алдына килтерергә мөмкин: бер йыл эсендә 12 уҡытыусының 7-әүһе эштән китә. Уҡыусылар йыйыу, уҡытыусылар табыу яңы асылған мәктәп өсөн иң ауыр мәсьәлә булып тора.
1939/40 уҡыу йылында мәғариф халыҡ комиссары С.Әлибаев башҡорт мәктәбен комплектлау мәсьәләһе буйынса махсус кәңәшмә үткәрә. Шуға ҡарамаҫтан, хәл үҙгәрмәй. Мәктәптә директор ҙа, завуч та йыл һайын алмашынып тора. 1939 йылда Зенцов урамындағы бина тулыһынса 9-сы мәктәпкә тапшырыла. Әммә был ғына уҡыу-уҡытыу шарттарын яҡшырта алмай. Бүлмәләр бәләкәй, китапхана юҡ, дәреслектәр етешмәй. Махсус кабинеттар булмау сәбәпле, физика, химия дәрестәре күрше 3-сө рус мәктәбендә уҙғарыла.
Илдә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Мәктәп директоры Фәхри Солтанов һуғыштың тәүге айҙарында уҡ фронтҡа китә. 1941/42 уҡыу йылында мәктәп бинаһы пединститутҡа бирелә. Мәктәп Лесопильный, 34 адресы буйынса 5-се китапханаға күсә. Шул йылда уҡыу йорто үҙенең тәүге сығарылышын бирә. 10-сы класты тамамлаусы 8 уҡыусынан Хажина, Л.Ваһапова, Н.Яҡупова юғары уҡыу йорттарына инә, егеттәрҙән Ғәзизов менән Яҡупов фронтҡа китә.
1943/44 уҡыу йылының ҡышында мәктәп үҙенең элекке бинаһына ҡайтарыла, тик ул унда 15-се мәктәп менән бергә күсә. Иртәнсәк 9-сы мәктәп уҡый, төштән һуң – 15-се мәктәп.
Тәүге осорҙа күп эштәр уҡыусылар көсө менән башҡарылған
1942–44 йыл дар иң ауыр осор була. Өлкән класс уҡыусылары һуғышҡа китә, 7-се, 8-селәр ФЗО-ларға, заводтарға алына. Уҡыусылар һаны 2 тапҡырға кәмей һәм улар инде хәҙер 100-гә лә тулмай. Мәҫәлән, 1943/44 уҡыу йылында уҡыусылар һаны түбәндәгесә була: 1-се класта – 12 кеше; 2-селә – 9 кеше; 3-сөлә – 2; 4-селә – 1; 5-селә – 13; 6-сыла – 17; 7-селә – 9; 8-се-лә – 7; 9-сыла – 4 кеше.
Башҡорт балалары өсөн интернат
1943 йылдың 10 ноябрендә мәктәпте һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары Зәйнәшев ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары С.Д.Игнатьевҡа һәм БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе С.Ә.Ваһаповҡа мөрәжәғәт итә. Ул үҙенең мөрәжәғәтендә 9-сы башҡорт мәктәбен интернаты булған өлкә башҡорт мәктәбе итеп үҙгәртергә тәҡдим итә. Һәм 250–300 урынлыҡ интернат өсөн 5-се балалар йортон файҙаланыу мөмкинлеген дә әйтеп үтә.
Мәсьәлә шул уҡ йылдың 30 ноябрендә ВКП(б) өлкә комитетының бюро ултырышында ҡарала һәм нигеҙҙә хәл ителә. Бюро ҡабул иткән ҡарарҙа интернатҡа башлыса башҡорт балаларын, иң беренсе сиратта етемдәрҙе, Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм фронтовиктар балаларын алырға ҡушыла.
1944 йылдың 25 мартында РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы был ҡарарҙы раҫлай. РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе А.Косыгин ҡул ҡуйған ҡарарҙа былай тиелә: «Башҡорт АССР-ы Совнаркомына 1944 йылдың 1 сентябренән Өфөләге 9-сы һанлы урта мәктәп янында төп милләт балаларынан 200 кешегә иҫәпләнгән тулы пансионлы интернат асырға рөхсәт итергә».
1944 йылдың 1 сентябренә интернатҡа 47 уҡыусы килә. Һуғыш осороноң бөтә ауырлығын үҙ инендә татыған, күптәре һуғыш арҡаһында уҡыуын туҡтатырға мәжбүр булған балалар була ул. Уларға уҡыу талаптарын төшөндөрөү, интернат шарттарына өйрәтеү уҡытыусыларҙан һәм тәрбиәселәрҙән ҙур көс һәм түҙемлек талап итә.
Тап шул йылда мәктәптәрҙә тәүге тапҡыр дәүләт имтихандары индерелә. 9-сы мәктәпте тамамларға тейешле 5 уҡыусының 1-әүһе дәүләт имтихандарына индерелмәй. 2-әүһе һынауҙы үтә алмай. Шулай итеп, 1944/45 уҡыу йылында ни бары 2 генә кеше өлгөргәнлек аттестаты алып сыға.
Әлбиттә, дәүләт имтиханы мәктәптә уҡыу-уҡытыу кимәленең түбән булыуын, тәрбиәүи эштең тейешле алып барылмауын күрһәтә. Әммә бының объектив сәбәптәрен дә оноторға ярамай.
Һуғыштан ҡайтҡан Фәхри Солтанов мәктәптең дә, интернаттың да директоры була. Уҡытыусылар Р.Хәбибуллина менән М.Арғынбаева тәрбиәсе итеп күсерелә. Интернат Лесопильный урамындағы 34-се йортта, 5-се китапхана бинаһында урынлаша.
Интернат асылыу менән Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернаты тарихында икенсе осор башлана. Уға күскәнгә тиклем, 9-сы башҡорт мәктәбен ойоштороуға көс һалған, башҡорт балаларына төплө белем биреүҙе үҙенең мөҡәддәс бурысы тип ҡараған педагогтарҙың исемдәре атап үтәйек. Улар – Фәхри Солтанов, Әминә Мөхәмәтйән ҡыҙы Әхмәрова, Мәхмүзә Фәтхлислам ҡыҙы Мөхәмәҙиева, Хәлимә Абдулла ҡыҙы Ҡорбанаева, Рәбиға Ҡаҙыҡова, Фәрзәнә Мөшәрәф ҡыҙы Ибраһимова, Нәфисә Ярулла ҡыҙы Илһамова, Шәриф Сәхәүетдин улы Чураев, С.В.Звягинцев, Ҡасим Закир улы Әхмәров һәм башҡалар.
1946/47 уҡыу йылын 9-сы мәктәп яңы етәксе менән ҡаршылай. Кәли Сәйет улы Тереғолов килеү менән тормош күҙгә күренеп үҙгәрә. Мәктәптә ремонт эшләнә, акттар залы, директор менән завуч өсөн айырым кабинеттар булдырыла.
Уҡыу-уҡытыу, тәрбиә эштәрен йәнләндереүҙә завуч Мөсәлиә Ғәли ҡыҙы Хәйруллинаның да роле ҙур була. Ул рус әҙәбиәте түңәрәге ойоштора, әҙәби кисәләр, уҡыусылар конференциялары уҙғара. Йәш натуралистар, башҡорт әҙәбиәте, хор һәм драма түңәрәктәре эшен дауам итә. Комсомол, пионер эштәренә талаптар көсәйтелә.
Иртәнге зарядка – интернаттың тәүге йылдарынан килгән йола
10-сы класты тамамлаусы 19 кешенең берәүһе генә дәүләт имтихандарына индерелмәй, ҡалғандары, һынауҙы уңышлы тапшырып, өлгөргәнлек аттестатына эйә була. 3 уҡыусы: Ләбиб Мәмлиев, Ғайса Хөсәйенов, Әкрәм Закиров мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай.
1947/48 уҡыу йылына директор К.С.Тереғолов һәм завуч М.Ғ.Хәйруллинаның башланғысы буйынса 8–10-сы кластарға өҫтәлмә рәүештә уҡыусылар йыйыу ойошторола. Уҡытыусы Х.А.Ҡорбанаева алыҫ көньяҡ райондарҙан балалар йыйыу өсөн командировкаға ебәрелә. Шулай итеп, 9-сы мәктәпкә 300 яңы уҡыусы алына, уларҙың һаны – 458-гә, кластар һаны 16-ға етә. Дүрт 8-се, ике 9-сы, ике 10-сы класс була. Интернатта 187 уҡыусы йәшәй.
1–5-се кластар 5-се һанлы балалар йортонда уҡый һәм йәшәй.
Ошо осорҙа интернат үҙ аллы учреждениеға әйләндерелә. Уның үҙ директоры, персоналы, сметаһы, штат расписаниеһы була. Интернатҡа оҙаҡ йылдар Юзифа Матвеевна Ашрапова етәкселек итә.
1949 йылда мәктәп Красин урамындағы 33-сө йортҡа күсә. Унда һуғыш йылдарында госпиталь урынлашҡан була.
Мәктәп иркенгә сыға: дүрт ҡатлы ҙур бина, беренсе ҡатта – ашхана, дирекция, бухгалтерия, оҫтаханалар һәм башҡа ярҙамсы бүлмәләр; икенсе ҡатта – уҡыу-уҡытыу кластары, өсөнсө ҡатта – ҡыҙ балалар өсөн торлаҡ, дүртенсе ҡатта – малайҙар ятағы. Уҡыу бүлмәләре тик бер ҡатты ғына биләй, шуға ла уҡытыу ике сменала алып барыла.
1955 йылғы сығарылыш уҡыусылары
Мәктәп менән интернаттың хужалығы ла киңәйә. Аҙыҡ-түлек ташыу өсөн ат бирелә. Икмәкте уҡыусылар магазиндан үҙҙәре барып ала. Һыуҙы ла мискәләп ат менән ташыйҙар. Урмандан утын килтереү, уны бысыу, ярыу ҙа улар өҫтөндә була. Ҡаҙанлыҡта ут яғыу, аш-һыу бешереү буйынса дежурлыҡ ойошторола. Ғөмүмән, интернат ойошторолғаны бирле ундағы күп хеҙмәт балалар көсө менән атҡарыла. Дөйөм эш, дөйөм хәстәрлектәр уларҙа берҙәмлек, туғанлыҡ хистәре тәрбиәләй. Уҡыусылар ауыр саҡта бер-береһенә ярҙам итергә өйрәнә.
Мәктәп директоры Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы Зайлалова төп иғтибарҙы уҡыу-уҡытыу сифатын күтәреүгә йүнәлтә. Был йылдарҙа мәктәптә берҙәм һәм көслө педагогик коллектив туплана. Уҡытыусылар: рус теленән Разия Хәмиҙулла ҡыҙы Ниғмәтуллина, Әминә Ҡурамша ҡыҙы Йыһаншина, Мөсәлиә Ғәли ҡыҙы Хәйруллина, Антонина Ильинична Сухобай, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Ләйлә Сабир ҡыҙы Ваһапова, Нәсимә Ғәлихан ҡыҙы Фәтҡуллина, Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы Ғималова, немец теленән Рәйсә Ғималетдин ҡыҙы Ғафарова, математиканан Нәзифә Ярулла ҡыҙы Мөхтәрова, Нәсимә Хәмит ҡыҙы Мағазова, Фәрихә Ғиззәт ҡыҙы Дауытова, Сәлмән Минһаж улы Шәйәхмәтов, физиканан Мәхтүмә Ислам ҡыҙы Яхина, башланғыс кластар уҡытыусыһы Т.И.Нәзирова, Хәлиҙә Йыһангир ҡыҙы Бәширова, Әнүәр Шәйҙулла улы Фәтҡуллиндар, тәрбиәселәр Фәһимә Лотфрахман ҡыҙы Ғирфанова, Рәзинә Абдрахман ҡыҙы Хәсәновалар ысын мәғәнәһендә эш өсөн янып йәшәгән, балаларҙы ихлас яратҡан мөғәллимдәр була.
С.Х.Зайлалова – күптәрҙә башҡорт әҙәбиәтенә һөйөү уятҡан уҡытыусы
Улар мәктәп тормошонда ғына түгел, тотош Башҡортостан мәғарифы тарихында яҡты эҙ ҡалдыра. М.Ғ.Хәйруллина менән М.Ғ.Ғималовалар фән кандидаттары һәм докторҙары булып китә, икеһе лә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ була. Н.Ғ.Фәтҡуллина кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы исемен йөрөтә.
Р.Х.Ниғмәтуллинаға – Рәсәйҙең, Ә.Ҡ.Йыһаншинаға Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, халыҡ мәғарифы алдынғыһы тигән маҡтаулы исемдәр бирелә.
Әммә был ҡаҙаныштар һунынан, оҙаҡ йылдар дауам итҡән намыҫлы хеҙмәт һөҙөмтәһендә генә килә. Әлегә директор С.Х.Зайлалова менән БАССР мәғариф министры Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина балаларҙы интернат-мәктәптә уҡытыу ғына түгел, уларҙың артабанғы яҙмышы хаҡында ла хәстәрлек күрә. Фатима Хәмит ҡыҙының тырышлығы менән йыл һайын илдең иң абруйлы юғары уҡыу йорттарында башҡорт балалары өсөн льготалы урындар бүленә һәм 9-сы башҡорт мәктәбен тамамлаусылар, ҡабул итеү имтихандарын Өфө вуздарында тапшырып, Мәскәү, Ленинград, Омск, Одесса, Түбәнге Новгород һ. б. ҡалаларға уҡырға китә. Директор имтихандарға уҡыусылары менән бергә йөрөй. Ошо рәүешле С.Х.Зайлалова бик күп йәштәргә тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итә.
Саҡ ҡына алға китеп, шуны әйтеп үтәйек: С.Х.Зайлалова һунынан 20 йыл ошо уҡ мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Тәжрибәле уҡытыусы булараҡ, Башҡортостан Халыҡ мәғарифы министрлығының уҡыу-методик советы ағзаһы, район халыҡ мәғарифы бүлегенең штаттан тыш инспекторы була, башҡорт әҙәбиәте буйынса программалар, дәреслектәр, методик ҡулланмалар төҙөүҙә ҡатнаша. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. 1948–1956 йылдарҙа уҡытыусылар коллективы алдындағы бурыс ап-асыҡ төҫ ала: уҡыусыларға төплө белем биреү һәм маҡсатлы рәүештә юғары уҡыу йорттарына әҙерләү. Шул рәүешле 9-сы һанлы башҡорт мәктәбе республика өсөн милли кадрҙар әҙерләү үҙәгенә әүерелә.
Өр-яңы типтағы уҡытыу-тәрбиә учреждениеһы
Тиҙҙән мәғариф системаһында үҙгәрештәр индерелә башлай. Мәҫәлән, айырым фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәтеү, яңы типтағы мәктәптәр асыу. Мәктәп-интернаттар, яңы типтағы уҡытыу-тәрбиә учреждениелары тураһындағы дәүләт ҡарарҙары нигеҙендә 1956 йылдың 11 авгусында, Башҡортостан Мәғариф министрлығы раҫлаған приказға ярашлы рәүештә, 9-сы һанлы башҡорт урта мәктәбе базаһында 1-се һанлы республика башҡорт мәктәп-интернаты ойошторола. Ике үҙ аллы учреждение: 9-сы башҡорт мәктәбе менән уның интернаты бергә ҡушыла һәм өр-яңы типтағы уҡытыу-тәрбиә учреждениеһы барлыҡҡа килә. Уның директоры итеп Исмәғил Мөхәмәт улы Ғафаров тәғәйенләнә. Яңы типтағы мәктәпте ойоштороуға бәйле бик күп эштәрҙе башҡарырға тура килә уға. Тәүге сиратта кабинеттар төҙөү, уларҙы техник саралар менән йыһазландырыу, уҡыу әсбаптары, күргәҙмә материалдар менән тәьмин итеү һ. б.
Ошо йылдарҙа уҡыуҙың сифатын күтәреү маҡсатында уҡыусылар һаны ҡыҫҡартыла. 22 класс урынына 12 генә класс ҡалдырыла. Бәләкәй кластар Күмертауға күсерелә. Мәктәпкә яны бина төҙөү өсөн Рәсәй урамында ер бүленә. Унда өс корпус төҙөлә башлай: өс ҡатлы уҡыу бинаһы, ятаҡ һәм ашхана. Юғары класс уҡыусылары дәрестән буш ваҡыттарҙа төҙөлөш майҙанына ярҙамға йәлеп ителә.
Ғөмүмән, Исмәғил Мөхәмәт улы интернат-мәктәптә уҡыусыларға хеҙмәт сынығыуы биреүгә ҙур иғтибар бирә. Егеттәр оҫтаханала өҫтәл, ултырғыс кеүек ваҡ йыһаздар яһай, токарь, слесарь эштәре башҡара, ә ҡыҙҙар күлдәктәр, халаттар тегә.
1959/60 уҡыу йылында ғына улар төрлө ойошмаларҙан килгән заказ буйынса 14,5 мең һумлыҡ – столяр, 5 мең һумлыҡ слесарь эштәре башҡара, 8 мең һумлыҡ кейем тегеп һата.
Эшләгән аҡса коллектив советы ҡарамағына тапшырыла һәм уҡыуҙа, хеҙмәттә ал дынғыларҙы бүләкләүгә, мохтаждарға ярҙам күрһәтеүгә, ятаҡтарҙы биҙәүгә, музыкаль инструменттар, фотоаппараттар һатып алыуға тотонола. Бынан тыш, өлкән класс уҡыусылары завод-фабрикаларҙа производство практикаһы үтә.
Өфөнән 18 саҡырым ситтә Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институтында мәктәп-интернаттың йәйге хеҙмәт лагеры урынлаша. Унда уҡыусылар хужалыҡҡа сәсеү, урып - йыйыу эштәрендә ярҙам итә, мәктәптең 7 гектар ерендә картуф һәм башҡа йәшелсә үҫтерә.
Интернаттың күренекле уҡыусыһы Рәми Ғарипов дуҫтары менән
Интернат-мәктәпкә И.М.Ғафаров етәкселек иткән осорҙа килгән уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр Шәмсинур Фазлиәхмәт ҡыҙы Исхаҡова, Мәүли Нурғәли улы Нурғәлиев, Суфыя Ҡотдос ҡыҙы Әхтәмова, Кәшфи Фәтих улы Мөхәмәтйәнов, Бикә Ғәббәс ҡыҙы Таһирова, Лениза Абдулла ҡыҙы Хәсәнова, Клара Вәли ҡыҙы Бикбулатова, Фәйзрахман Сәйет улы Кәримов, Наилә Ниғмәт ҡыҙы Рәхмәтуллина, Фатима Хәсән ҡыҙы Хамматова, Әмин Әхмәт улы Хәсәновтарҙың күбеһе үҙенең бөтә ғүмерен интернат-мәктәпкә бағышлай, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
1960 йылда 1-се һанлы республика мәктәп-интернаты Рәсәй урамындағы махсус төҙөлгән яңы бинаға күсә. Уның матди базаһы нығытыла. Уҡыусылар (600 кеше) һәм уҡытыусылар (65 кеше) һаны арта. Мәктәп менән Төхвәт Хәлим улы Аслаев етәкселек итә. Башҡортостанда өҙлөкһөҙ (развивающий) белем биреү системаһына нигеҙ һалыусы, 70-ләп китап авторы, милли мәктәптәр эшмәкәрлеген фәнни нигеҙҙә ҡороу йүнәлешендә мөһим эштәр атҡарған Т.Х.Аслаев коллективта ысын ижади мөхит тыуҙыра. Ижади осҡоно булмаған кешенең урыны балалар эргәһендә түгел, тип иҫәпләй ул. Завуч Мөхәмәт Ғәтиәт улы Мозафаров менән улар иң тәүҙә уҡыу-уҡытыу эшен күтәрә. Иң яҡшы уҡытыусыларҙан торған методик совет ойошторола, һәр сирек аҙағында совет тарафынан дөйөм эшкә йомғаҡ яһала, етешһеҙлектәр күрһәтелә, тәҡдимдәр индерелә. Был йылдарҙа мәктәп физика-математика йүнәлешенә ҙур иғтибар биреп, С.Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
«Интернат биргән белем – юғары сифат билдәһе!» тигән лозунг иғлан ителә. Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәй. Белем биреү кимәленең юғары булыуын шул йылдарҙағы күрһәткестәрҙә раҫлай.
Юғары уҡыу йорттарына инеүселәрҙең күп булыуы шуның менән дә аңлатыла: Т.Х.Аслаев төрлө вуздарға инергә теләүселәргә уҡытыусыларҙан етәкселәр беркетеп сыға. Мәҫәлән, С.Х.Зайлалова – БДУ-ға инергә теләүселәр менән, Ф.Ә.Аҡманова ауыл хужалығы институтына инергә теләүселәр менән эшләй, консультацияларға алып йөрөй, уҡыу әсбаптары менән ярҙам итә һ. б.
Мәктәптә столяр, слесарь, тегеү оҫтаханалары эшләй. 10-сы класты тамамлаусылар өлгөргәнлек аттестаты менән бергә столяр, токарь, слесарь, киномеханик, шофер, тегенсе-моторист танытмаһы ла алып сыға.
9-сы класс уҡыусыһы Мирас Иҙелбаев хеҙмәт дәресендә
60-сы йылдарҙа педагогик коллектив киләсәктә үҙ эшенең оҫталары булып таныласаҡ талантлы уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр менән тулылана. Улар Алмаҡай Сәлмән ҡыҙы Ҡолдәүләтова, Вәриҙә Ҡазый ҡыҙы Әминева, Шәһиҙә Нурмөхәмәт ҡыҙы Ардаширова, Мырҙахан Сәлимйән улы Һөнәрғолов, Зәки Зөфәр улы Шәңгәрәев, Мәғзүрә Ғиләж ҡыҙы Хәйруллина, Мөхәммәт Ғәтиәт улы Мозафаров, Әлмира Басир ҡыҙы Хәлилова, Нәжибә Иҙиәтулла ҡыҙы Исмәғилева, Әнүзә Ғәзизулла ҡыҙы Латипова, Зифа Нурый ҡыҙы Уразимбәтова, Фәүзәнә Әйүп ҡыҙы Аҡманова, Эльвира Федоровна Маслова, Нәсимә Ғәлләм ҡыҙы Ҡәрипова, Зөбәржәт Ғабдрахман ҡыҙы Иҫәнғолова, Людмила Александровна Вождаева, Фәрзәнә Фәйез ҡыҙы Абдуллина, Мөкәрәмә Мәхмүт ҡыҙы Байгилдина, Сажиҙә Харрас ҡыҙы Әсәҙуллина, Мәйсәрә Сәләхи ҡыҙы Әхтәмова, Рузалин Тимербәк улы Хәйруллин, Римма Солтан ҡыҙы Бәширова, Фәүзинә Ҡыям ҡыҙы Ҡолшәрипова, Римма Әхмәт ҡыҙы Фәтҡуллина, Лена Ғәйнулла ҡыҙы Ғәйнуллина, Вилә Ғилмулла ҡыҙы Ғөбәйевалар. Уларҙың һәр береһе интернат-мәктәптә йылдар дауамында барлыҡҡа килгән матур йолаларҙы дауам итергә, яңы башланғыстарҙы үҫтерергә, үҙенең шәхси хеҙмәте менән өлгөлө мәктәптең данын тағы ла күтәрергә тырыша һәм ҙур уңыштарға өлгәшә. Директор Т.Х.Аслаев педагогия фәне, мәғариф өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Ҡыҙыл Байраҡ, «Почет Билдәһе» ордендары, бик күп миҙалдар менән бүләкләнә, «РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ була.
Гимназияла радиотехника түңәрәге эшләгән
1968–1975 йылдарҙағы директор Хөсәйен Хәсән улы Яубаҫаров кабинеттарҙы йыһазландырыу, төрлө предметтарҙың лабораторияларын булдырыу, кабинет системаһын үҫтереү кеүек бик ҙур эштәр башҡара. Тәрбиәләнеүселәрҙе туҡландырыу һәм кейендереүгә иғтибар көсәйтелә. Был осорҙа шулай уҡ интернат-мәктәпкә эшен яратып башҡарған, уҡыусыларға төплө белем һәм матур тәрбиә биреү өсөн үҙенең ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәгән уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр килә: Дамира Зәйнулла ҡыҙы Баймиева, Рәүеф Ғәзиз улы Кәримов, Фәниҙә Мәхмүт ҡыҙы Байрамғолова, Гөлкәй Мәхмүт ҡыҙы Еникеева, Рәжәб Ғафар ҡыҙы Сәмиғуллина, Луиза Баян ҡыҙы Фәтҡисламова, Вил Шәйҙулла улы Бәхтиәров, Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллина тап шундайҙарҙан.
Данлы мәктәп-интернат
Риф Зариф улы Хәмиҙуллин директор булған осорҙа (1975–1984 йылдар) 1-се интернат-мәктәптең данын республикала ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә, хатта СССР-ҙа яңғыратыуға ирешә.
Ул эште тәртипте юлға һалыуҙан башлай. Унан йәшәү шарттарын яҡшыртыуға иғтибарҙы көсәйтә. Бүлмәләрҙәге мебель алмаштырыла, иҙәндәргә келәмдәр йәйелә. Интернат биләмәһе йәшеллеккә, сәскәләргә күмелә.
Кластар араһында социалистик ярыш ойошторола. Ул 9 йүнәлеш буйынса алып барыла: уҡыу, таҙалыҡ, спорт, хеҙмәт, тәртип һ. б. Еңеүсе класс йыл аҙағында үҙе теләгән ҡалаға юллама менән бүләкләнә.
Комсомол ойошмаһының эше көйләнә. Секретарь Әлмира Миңлебай ҡыҙы Гузина (Абдуллина) етәкселегендәге комсомол ойошмаһы был йылдарҙа рәттән 4 тапҡыр ВЛКСМ ҡала комитетының күсмә Ҡыҙыл Байрағы менән бүләкләнә.
Мәктәптә уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге ойошторола. Бейеү һәм ҡурайсылар ансамблдәре, педагогик коллективтың хоры ҡалала ҙур популярлыҡ яулай. Этнографик музейға материалдар һәм экспонаттар туплау өсөн походтар ойошторола. 1977 йылдың 7 ноябрендә музей асыла.
Р.З.Хәмиҙуллиндың башланғысы буйынса тәүге тапҡыр Палдиски ҡалаһына – С.Юлаевтың һуңғы төйәгенә экскурсия ойошторола, Эстон республикаһы менән даими бәйләнеш булдырыла.
Һәр йәһәттән дә өлгөлө мәктәп булараҡ, 1-се мәктәп-интернат Мәскәүҙә Бөтә Союз Халыҡ Хужалығы Ҡаҙаныштары Күргәҙмәһендә ҡатнаша һәм бронза миҙал менән бүләкләнә. Уның базаһында РСФСР кимәлендәге слеттар, конференциялар уҙғарыла. Аҙна һайын тиерлек мәктәп сит ил ҡунаҡтарын ҡабул итә.
Киләһе директор Ильяс Иштуған улы Вәлиев (1984–1991 йылдар) мәктәптең матди-техник базаһын нығытыуға күп көс һала. Мәктәпкә, ятаҡтарға, ашханаға капиталь ремонт яһала, спорт комплексы төҙөлә, КАВЗ-685 автобусы, ГАЗ-52 машинаһы һатып алына. Шахмат клубын, саңғы базаһын, фотолабораторияны, складтарҙы үҙ эсенә аласаҡ хужалыҡ корпусы, теплица төҙөлә башлай. Мәктәптең телевизион үҙәге һәм радиоузелы булдырыла. Кабинеттарҙы техник йыһаздар менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бирелә.
Уҡытыу-тәрбиә эшенә БДУ, БДПУ, Өфө авиация институты уҡытыусылары йәлеп ителә. Йыл һайын фән кандидаттары һәм докторҙары уҡыусыларға 50-гә яҡын лекция уҡый. Был эш профориентация үткәреүҙе маҡсатлы рәүештә алып барырға ярҙам итә.
Уҡыусылар даими рәүештә файҙалы ижтимағи хеҙмәт менән шөғөлләнә. Улар «Геофизприбор», «Дружба» производство берекмәһенең заказдарын үтәй.
Мәктәптә төрлө фәндәр буйынса 8 методик берекмә, ҡалала иң яҡшы булып иҫәпләнгән методик факультет эшләй. Уларҙа алдынғы уҡытыусыларҙың тәжрибәләре өйрәнелә һәм таратыла.
1986–87 йылдарҙа 1-се интернат-мәктәптә 4–8-се кластар өсөн республика ситтән тороп уҡыу математика мәктәбе асыла.
Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәшит Ниғмәти, Рәми Ғарипов, Мостай Кәримдең кабинет-музейҙары булдырыла. 1984 йылдың 1 декабрендә Башҡортостан рәссамдарының картиналар галереяһы асыла.
Мәктәп, уҡыу менән бер рәттән, төрлө һөнәргә эйә булыу мөмкинлеге бирә
Тәрбиә мәсьәләһендә уҡыусыларҙың үҙ идара системаһы көсәйтелә. 1991 йылдың йәйендә Башҡортостан Министрҙар Советы һәм Халыҡ мәғарифы министрлығы коллегияһы ҡарары нигеҙендә 1-се һанлы республика мәктәп-интернаты 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тип үҙгәртелә. Уның директоры итеп Марат Мөхәмәтйән улы Хафизов раҫлана. Үҙгәртеү бик ҙур маҡсаттарҙы күҙ уңында тота: белем биреү һәм тәрбиә мәсьәләләрендә донъя кимәленә сығыу, төп милләт балалары араһынан һәләтле һәм талантлы балаларҙы артабан да үҫтереү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, уҡыу сифатын күтәреү, уҡыусыларҙы оло тормошҡа бөтә яҡлап та әҙер шәхестәр итеп сығарыу.
Уҡытыусылар коллективы, гимназия уставына ярашлы, конкурс йә контракт нигеҙендә формалаша. Башҡорт телен белеү төп талаптарҙың береһе итеп ҡуйыла. Шулай уҡ гимназияға уҡыусылар ҙа конкурс нигеҙендә уҡырға ҡабул ителә.
1994 йылдан гимназия-интернатты Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы Миңнегәрәй Нурғәли улы Өмөтбаев етәкләй башлай. Был осорҙа «Гимназия-вуз» эксперименталь программа сиктәрендә уҡытыу эшенә юғары уҡыу йорттары уҡыусылары йәлеп ителә. Техник фәндәрҙе өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә. Башҡорт йәштәрен баҙар шарттарында эшләргә һәм йәшәргә өйрәтеү төп бурыстарҙың береһе итеп алына. Шул маҡсатта 1992 йылдан X–XI кластарҙа ирекле шәхес тәрбиәләүгә йоғонто яһай торған яңы фәндәр индерелә: хоҡуҡ нигеҙҙәре, Башҡортостан тарихы, психология, донъя мәҙәниәте тарихы һ.б. Гимназияла медицина, гуманитар, тәбиғи-математик, математик йүнәлештә шөғөлләнеүсе кластар асыла.
Педагогтар Әлмира Миңлебай ҡыҙы Абдуллина, Ким Сәлимйән улы Әхмәҙиев, Фәриҙә Әхмәҙулла ҡыҙы Бәхтиәрова, Гөлсирә Фазулла ҡыҙы Юлдыбаевалар үҙ эшенең оҫтаһы булып таныла. Улар белем биреп кенә ҡалмай, уҡыусыларҙы заман менән бергә атларға, баҙар шарттарында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә. 2000–2004 йылдарҙа гимназия-интернаттың директоры булып Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Фәнзил Бүләк улы Саньяров эшләй.
Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған балаларҙан республиканың алтын фондын тәшкил итерлек кадрҙар үҫтереүҙә, уҡыусыларҙы халҡыбыҙҙың, милләтебеҙҙең йөҙөн билдәләрлек шәхестәр итеп тәрбиәләүҙә оҙаҡ йылдар ҡурай түңәрәге етәксеһе булып эшләүсе Әҙеһәм Динислам улы Исҡужин, бейеү түңәрәге алып барыусы Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы Туйсиналарҙың да өлөшө ҙур. Шулай уҡ бик күп йылдар уҡыусыларҙың сәләмәтлеген ҡайғыртыусы Светлана Шамил ҡыҙы Тажиева, таҙалыҡ һағында тороусы Ләлә Мөхәмәт ҡыҙы Рамазановаларҙың исемдәре лә оло ихтирам менән телгә алыуға лайыҡ.
Шағир исеме менән
Гимназияға килеүселәрҙе шағир ҡаршылай
2005 йылда уҡытыу-тәрбиә эшенең заманса талаптарын иҫәпкә алып төҙөлгән өр-яңы уҡыу корпусы сафҡа индерелә.
2006 йылда ҡыҙҙар ятағы яңыртып ҡорола, шунда уҡ һауыҡтырыу үҙәге урынлаштырыла. 2007 йылда икенсе һәм өсөнсө ятаҡтар реконструкциялана, уҡыу корпусы менән ятаҡ биналары тоташтырыла.
2004 йылдың авгусынан гимназияны Әлфир Сулпан улы Ғайсин етәкләй. Гимназия «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә үткәрелгән инновацион уҡытыу программаларын әүҙем ҡулланған белем биреү учреждениеларының Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыға һәм 1 миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ була.
2014 йылда республика гимназия-интернаты республика кимәлендә үткәрелгән «Электрон мәктәп» форумының призеры һәм Санкт-Петербург ҡалаһында үткән «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы мәктәбе» конкурсында еңеүсе тип табыла. Шул уҡ йылда Рәсәйҙәге сығарылыш уҡыусыларына химия- биология профиле буйынса юғары кимәлдә белем биргән иң яҡшы 100 мәктәп исемлегенә инә. 2014 һәм 2015 йылдарҙа туған телдә уҡытыу алып барылған инновацион дөйөм белем биреү учреждениеларының республика слетында еңеүсе тип табыла.
2015 йылда гимназия-интернат ЮНЕСКО-ның ассоциациялы мәктәбе статусын ала.
2015–2016 уҡыу йылында гимназия-интернатты Люциә Тәлғәт ҡыҙы Хәмитова етәкләй. Был осорҙа уҡыу йорто «Математик белем сифатын яҡшыртыу сараһы булараҡ дистанцион белем биреү технологиялары» проекты менән «2016–2020 йыл дарҙа Мәғарифты үҫтереү федераль маҡсатлы программаһы»нда ҡатнашып, грантҡа лайыҡ була. Проектты тормошҡа ашырыу математика кабинеттарын заман талаптарына яуап биргән техника менән йыһазландырырға мөмкинселек бирә.
2016–2019 йылдарҙа гимназияға Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фазлетдинова етәкселек итә.
Педагогик коллектив эшендә төп йүнәлештәрҙең береһе – уҡыусыларға үҙ һәләтен асырға ярҙам итеү һәм уны үҫтереү. Был йәһәттән Башҡорт дәүләт, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия һәм Өфө дәүләт нефть техник университеттары гимназияға ҙур ярҙам күрһәтә. Уҡыусылар вуз лабораторияларында ғалимдар менән тикшеренеүҙәрҙә ҡатнаша. Гимназияла күп йылдар Бәләкәй фәндәр академияһы эшләп килә һәм унда шөғөлләнгән уҡыусылар Мәскәү, Санкт-Петербург, Ярославль, Саранск һәм башҡа ҡалаларҙа үткәрелгән төрлө кимәлдәге конференцияларҙа уңышлы сығыш яһай.
Берҙәм дәүләт имтиханын юғары балдарға биреүселәр һаны арта, күпселек фәндәрҙән гимназия буйынса уртаса балл республика һәм Рәсәй кимәленән юғарыраҡ. 2017/2018 уҡыу йылында Ислам Һөйөндөков (профиль кимәлендәге математика), Шамил Әхтәмов (химия), Алина Нотфуллина (рус теле), Эльдар Сакаев (информатика) һәм 2018/2019 уҡыу йылында Нурия Нурмиева (химия) Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшыра.
2017 йылдың йәйендә «Беренсе» тип аталған Республика профилле слет-лагеры эшләй башланы. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан уңған, тырыш 150 уҡыусы йыйылды. Күбеһе киләсәктә уҡыуын гимназияла дауам итергә хыяллана.
Сочи ҡалаһындағы «Сириус» белем биреү үҙәге менән бәйләнеш булдырылды.
2016–2019 йылдарҙа уҡыусылар төбәк һәм федераль кимәлдәрҙә үткәрелгән төрлө олимпиада һәм конкурстарҙа ҡатнашып, 8 тапҡыр – беренсе, 20 тапҡыр икенсе һәм өсөнсө урын яулай.
Әлеге ваҡытта гимназия-интернатты ошо уҡыу йортонда 2000–2002 йылдарҙа белем алған йәш директор Илнур Рифат улы Сәлихов етәкләй.
Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған
матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре,
Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты,
филология фәндәре кандидаты