Все новости
Образование
4 Июля 2019, 19:18

Башҡортлоғон һаҡлап халыҡтың...

Туған тел һәр кемдең тормошонда айырым урын алып тора, ул иҫ киткес аҡыллы тәрбиәсе, рухи таяныс. Күп ғалимдар һәм мәғрифәтселәр, баланың аҡыл көсө, фекерләү һәләте туған телендә генә уяна һәм үҫешә, тип раҫлай. Ошо шарттарҙа башҡорт теле уҡытыусыһы үҙенең тел һағында тороусы көрәшсе икәнен яҡшы аңларға тейеш.

Беҙҙең республикала мәктәптәрҙә башҡорт теле дәүләт теле һәм туған тел булараҡ өйрәнелә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, телебеҙҙе, рухи байлығыбыҙҙы өйрәнеү, ошо ҡомартҡыны балаларға тапшырыу мөмкинселектәре менән тулыһынса файҙаланмайбыҙ, тел мәсьәләһенә бәйле һорауҙар әленән-әле тыуып тора. Шул уҡ ваҡытта республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ, ҡайҙа ғына булһалар ҙа, үҙ асылдарын һаҡларға тырыша. Башҡортостандан ситтә был еңел түгел, ни тиһәң дә, мөхит икенсе. Шуға күрә, төп йорттан ситтә йәшәһә лә, милли йөҙөн һаҡлаған, рухи мираҫты киләсәк быуынға түкмәй-сәсмәй тапшыра килгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ айы­рыуса ихтирамға лайыҡ.

Римма Ғәли ҡыҙы Биктимерова Һарытау өлкәһендә Кәмәлек буйында ултырған Мәҡсүт ауылының башланғыс мәктәбендә беренсе–дүртенсе синыф балаларына дәрес бирә. Уҡыусылар аҙ, үткән уҡыу йылында, мәҫәлән, барлығы дүрт бала уҡыған. 2004 йылда Вольск педагогия колледжын тамамлағандан һуң ошо уҡ райондың Бобров Гай ауылында башланғыс кластарҙа эш башлай ул. 2009 йылда ситтән тороп Һарытау дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен ала. Тыуған ауылы Мәҡсүттә 2013 йылда эш башлай. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Һарытау өлкәһендә 3 489 башҡорт йәшәй. Был төбәктә, тарихи Башҡортостандың көнсығышында, йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары тип йөрөтәләр. Өлкәнең Пугачев районында Кәмәлек йылғаһы буйында ултырған Мәҡсүт (икенсе исеме Бишул) ауылы 1797 йылда тәүге тапҡыр телгә алына, Табын улусына ҡараған. Ауылда 1834 йылда 165 кеше иҫәпләнгән, 1910 йылда халыҡ һаны 656-ға тиклем артҡан. 1920-се йылдарҙа илгә ябырылған аслыҡ, уның эҙемтәһе булған төрлө сирҙәр был төбәкте лә ситләтеп үтмәгән, ауылдың бик күп халҡы ҡырылған. Кешеләр шул тиклем ыҙа сиккән, хатта мәйеттәрҙе йорт-ҡура эсендә күмеп ҡуйырға мәжбүр булғандар. Был аяныслы йылдар тураһында иҫке ауыл урынында һерәйеп ултырған ярым айлы бағаналар хәтерләтеп тора. Һуғыш йылдары ла халыҡ һанына ҙур йоғонто яһаған. Һуңғы, 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Мәҡсүттә 121 кеше йәшәй. Ҡатмарлы тарихи юл үтһәләр ҙә, был төбәк башҡорттары үҙ ерҙәренә, телдәренә тоғро ҡалып, ерле халыҡ булып, үҙ йөҙөн юғалтмай йәшәй, балалар үҫтерә. Был төбәктә балалар үҙ телендә белем алыуҙан мәхрүм – Һарытау өлкәһендә башҡорт телендә белем биреү 1957 йылда уҡ туҡтатылған. Шулай булһа ла, Римма Ғәли ҡыҙы йәш быуын туған телен, мәҙәниәтен онотмаһын өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша, сабыйҙарҙың күңелен халыҡ рухы менән һуғарып, илһөйәрлек, телһөйәрлек орлоғо һалып ҡалырға ашыға. Балаларға башҡорт әкиәттәрен, легендаларын, риүәйәттәрен һөйләй, арҙаҡлы башҡорттар тураһында мәғлүмәттәр менән таныштыра. Бына өсөнсө йыл рәттән Рахмановка ауылынан да башланғыс синыф балаларын саҡырып, ауыл эргәһендәге яланда милли рухта Ҡарға бутҡаһы байрамын ойоштора. Рус һәм башҡа милләт балалары ла ҙур теләк менән ҡатнаша бындай сараларҙа, бик күңелле һәм фәһемле уйындар барыһын да ылыҡтыра. Рахмановкала башҡорт ҡаны йөрөткән балалар күп, тик ҡатнаш никахтарҙа тыуып, рус мөхитендә үҫкәнгә уларға башҡортлоҡ хас түгел. Шул балаларҙың күңелендә нисек тә рух осҡонон уятырға тырыша йәш мөғәллимә.

Мәҡсүт ауылында иҫке генә булһа ла клуб бар, әммә мәҙәниәт хеҙмәткәре ҡаралмаған. Кәрәк саҡта ауыл халҡы үҙе бинаны тәртипкә килтереп ала. Римма Ғәли ҡыҙы – ауылда мәҙәни сараларҙың ойоштороусыһы һәм башлап йөрөүсеһе.

2016 йылдың авгусында Мәҡсүт ауылында “Йыйын” үткәреү ауыл халҡы өсөн ҙур ваҡиға булған. Сараға район етәкселеген, Башҡортостандан, Һарытау өлкәһенең башҡа райондарынан ҡунаҡтар саҡырып, бик ентек­ле әҙерләнә мәҡсүттәр. Маҡсат — аралашыу, шәжәрәләрҙе өйрәнеү. Башҡортостан вәкилдәре ҙур ярҙам күрһәтә, бер аҙнаға алдан килеп, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеп, “Кәмәлек” тип исемләнгән фольклор коллективы, ҡурайсылар һәм ҡумыҙсылар ансамбле ойоштороп та өлгөрәләр. Һуңғы тапҡыр ошондай сара ауылда 1999 йылда үткән, шуға халыҡ был эште дәррәү күтәреп ала. Байрам гөрләп үтә. Иң мөһиме, халыҡ шуға инана – туплаусы, ойоштороусы бар икән, маҡсатҡа ирешеп була.

2018 йылдың авгусында Мәҡсүт ауылына Кәмәлек буйы башҡорттары сираттағы йыйынға туплана. Сараны ойошторорға Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Халыҡтар дуҫлығы йорто ярҙам итә. Байрамға күрше ауылдарҙан, башҡа төбәктәрҙән туғандар, яҡташтар йыйыла, Башҡортостандан байтаҡ ҡунаҡтар – тарихсылар, журналистар, артистар килә. Төбәк халҡы һәм ҡунаҡтар Һарытау башҡорттарының мәҙәниәте, милли кейем, биҙәүестәр, ҡул эштәре өлгөләре менән таныша, шулай уҡ телде һаҡлау буйынса ла күп фекерҙәр яңғырай.

Римма Ғәли ҡыҙы яҡташтарын туплауға күп көс һала, бөтә ошо сараларҙы үткәреү эшенең уртаһында ҡайнай: сценарийҙар яҙа, ауылдың йыр-бейеү һәм ҡул оҫталарын йәлеп итә, алып барыусы, йыр ансамбленең сығыштарында ҡатнашыусы, килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыусы, оҙатып ҡалыусы ла ул. Ҡан-ҡәрҙәштәрҙе туплауға, ауылдың мәҙәни тормошон байытыуға, шулай уҡ социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә күп көсөн һалған уҡытыусыны Мәҡсүт халҡы бик хөрмәт итә.


Мәктәп – мәғрифәт усағы. Халыҡ мәктәптә туған телде уҡытыу кәрәклеген яҡшы аңлай һәм ауылда мәктәп асылыуын теләй. Римма Ғәли ҡыҙы киләсәктә белемен камиллаштырып, башҡорт телен уҡытыу теләге менән яна.

Быйыл ул Өфө ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Йыл уҡытыусыһы 24-се төбәк-ара конкурсында ҡатнашып, “Һөнәремә тоғро ҡалам” номинацияһында дипломға лайыҡ булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Римма Ғәли ҡыҙы әйтеүенсә, был уны ғына түгел, ғөмүмән, төрлө төбәктәрҙән йыйылған барлыҡ уҡытыусыларҙы ла ҡанатландыра, киләсәктә бар көсөн һалып халыҡ мәнфәғәтенә артабан хеҙмәт итеүгә дәртләндерә.

11–12 апрелдә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының 1 Бөтә Рәсәй съезы үтте. Сара уҡытыусыларҙы берләштереү, уларҙы һөнәри үҫешкә дәртләндереү, шулай уҡ башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолдо. Съезда республиканың барлыҡ райондары һәм ҡалаларынан, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәү ҡалаһынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәғариф етәкселәре, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.

Римма Биктимерова йыйында Һарытау өлкәһенән вәкил булараҡ ҡатнаша. “Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы юғары кимәлдә, заманса ойошторолоуы һоҡландырҙы. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән коллегаларым, тәжрибәле педагогтар менән аралашыу, Өфөнөң иң алдынғы мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр ҡарау бик файҙалы булды минең өсөн. Ватандаштарымдың, хөкүмәт етәкселегенең шундай ҙур иғтибары күңелдә өмөт уятты. Тағы ла дәртләнеп, яңы үрҙәргә ынтылыр өсөн көс-дарман алып ҡайтам уҡыусыларым янына,” – тип тулҡынланып та, ғорурланып та телгә ала ул ваҡиғаны.

Тыуған ауылы Мәҡсүткә ҡайтҡас, “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһында ла ҡатнашырға өлгөрә, үҙе кеүек телде яратыусы, ихтирам итеүсе ауылдаштары менән мәктәптә йыйылып, башҡорт телен пропагандалаусы был сараға ихлас ҡушылалар.

Туған тел, милли мәҙәниәт аша быуындар бәйләнеше барлыҡҡа килә, тамырҙарыбыҙ рухиәтебеҙҙе һуғарып тора. Уҡытыусыларға бик мөһим бурыс йөкмәтелгән – улар киләсәкте тәрбиәләй, тимәк, ил, тел, халыҡ яҙмышы, уның киләсәге өсөн яуаплы. Хәҙерге ҡатмарлы осорҙа башҡорт теле уҡытыусыларының үҙ эшенә аҡса эшләү сығанағы тип кенә ҡарамауы, ә үҙҙәренә йөкмәтелгән ҙур яуаплылыҡты тойоп, балаларға рух өләшеүе ҡыуандыра. Белем – сифатлы, төплө, ә балалар тәрбиәле, илһөйәр булып үҫһен өсөн ата-әсәнең, мәктәптең һәм бөтөн йәмғиәттең берлектә эшләүе талап ителә. Тик бергә эшләгәндә генә кәрәкле һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин.


“Халыҡтың теле – уның иң матур, мәңге шиңмәй, мәңге һулымай торған сәскәһе ул. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Тыуған илдең күге, һауаһы, уның баҫыуҙары һәм яландары, урмандары һәм тауҙары, йылғалары һәм күлдәре, ҡышҡы бурандары һәм йәйге ямғырҙары уның йырҙарында, моңло көйҙәрендә, сәсәндәр ижадында яңғырай. Халыҡтың бай, саф телендә туған тәбиғәт кенә түгел, ә уның бөтә тарихы, рухи донъяһы сағыла. Бына ни өсөн кәрәк ул туған телде өйрәнеү! Бына ни өсөн туған телде өйрәнеү кешенең илһөйәр булып тәрбиәләнеүендә төп урында тора!” – тип әйткән бөйөк рус яҙыусыһы һәм педагогы К.Ушинский.

Башҡорт иленән ситтә йәшәп тә рухты һаҡлаусыларға, улай ғына түгел, башҡаларҙы үҙе артынан әйҙәп, нур-иман таратыусыларға һоҡланыуым сикһеҙ. Ҡайҙан көс алаһығыҙ, тигәнгә Римма Ғәли ҡыҙы шулай тип яуап бирҙе: “Тыуған яғымдың тәбиғәтенән, ата-бабаларымдың рухынан, әсәй-өләсәйҙәрҙең нәсихәтенән”.

Автор: Миләүшә Мөхәмәтйәнова

Читайте нас: