Все новости
Образование
31 Октября 2018, 18:08

“Күкрәк киреп күтәрел һин Ғүмерҙең үрҙәренә!..”

Зөбәржәт ШӘЙХИСЛАМОВА Бәхет төшөнсәһен һәр кеше үҙенсә аңлап, үҙенсә уға ынтыла. Бөтә яҡтан теүәл булған тормош хәле, ҡәнәғәтлек хисе, шатлыҡ кисереү, ырыҫ тойғоһона эйә булыу, фекерҙәштәреңдең таянысын то­йоу йәшәйешебеҙгә мәғәнә өҫтәй, балҡып торған ҡояш итә. Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә билдәле шәхестәрҙең береһе — Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәүзәнә Аҡманованы күп һанлы уҡыусылары, хеҙмәттәштәре ғәжәйеп кеше, үҙ һөнәренә тоғро немец теле уҡытыусыһы булараҡ белә, хөрмәт итә. Уның бала саҡ хәтирәләре, коллегалары, уҡыусылары тураһында иҫтәлектәре — бөгөнгө яҙмала.

Фәүзәнә Аҡманова сығышы менән Ейәнсура районы Этҡол (Юлдаш) ауылынан, 1937 йылдың 14 июнендә тыуған. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Әсәһе Мәфтүха Муллағәлләм ҡыҙы Шәйәхмәтова ферма мөдире булып эшләй. “Әсәйем иртә таңдан ҡараңғы төшкәнсе фермала булды, көндәр буйы өләсәйем Зөлхизә менән генә өйҙәбеҙ. Уның янына йыш ҡына инәй-апайҙар килә — сер уртаҡлашалар, кәңәш ҡоралар. Ауылдаштар ауырып китһә, өләсәйемдән тоҙ өшкөртөп, им өсөн үлән алып ҡайтырҙар ине. Бик ҡәҙерле, ҡурсаулы бала булып үҫтем. Өләсәйем йоҡларға ятыр алдынан тәүҙә түшәк-яҫтыҡты мейес эргәһендәге ҙур һандыҡ өҫтөнә һалып йылыта, шунан ғына урын йәйә. Ә мин, һандыҡ өҫтөнә менеп, әҙер урынға һикереп кенә төшә инем, — тип хәтерләй бала сағын Фәүзәнә апай. — Һауынсы, мал ҡараусыларҙың балалары менән йыш ҡына фермаға йөрөнөм. Ҙур сепараттан һөт айыртҡанда ағас ҡалаҡтарыбыҙҙы тотоп көтөп торабыҙ, шунан, күнәкте уратып тороп, һөт күбеген ялайбыҙ. Сепаратты йыуыр алдынан барабандың кәсәләрен бала-сағаға таратып бирәләр, беҙ иһә уларҙы тап-таҙа итеп ялап ҡуябыҙ. Малсыларҙың, әсәйемә килеп: “Мәфтүха апай, нимә эшләйек икән, һыйырҙар тора алмай бит!” — тип илаулашҡандары хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған. Яҙға табан һыйырҙар күтәртә башлағас, уларҙы өрлөккә (урҙаға) арҡан тартып, торғоҙалар. Сәсеү мәлендә лә шул уҡ һыйырҙар менән ер һөрөп, иген сәсәләр. Фермала һарыҡтар ҙа бар ине. Уларҙы ит-йөн өсөн генә аҫыраманылар ул саҡта, һөтөнән брынза ла эшләнеләр. Йәйләүгә сыҡҡас, әсәйем был ризыҡты, ҙур мискәгә тултырып, район үҙәге Иҫәнғолға алып барып тапшыра ине. Бер тапҡыр мине лә үҙе менән иптәшкә алды. Үгеҙ егелгән оҙон арбаға бер мискә брынза тейәп, юлға сыҡтыҡ. 60 саҡырым алыҫлыҡтағы район үҙәгенә барып етә алманыҡ, яланда туҡтап, арба аҫтында ятып йоҡланыҡ. Малдар ҙа талсыҡҡайны шул. Балалығым менән ул ауырлыҡтарҙы бөтөн тәрәнлегендә аңлап та етмәгәнмендер инде. Һуғыштың һуңғы йылында, 1944 йылдың 1 сентябрендә, беренсе класҡа уҡырға барҙым. Уҡытыусы ағайҙар һуғышта булғас, Муйнаҡ ауылынан VII класты тамамлаған Зифа апай уҡытырға килде. Бәләкәй саҡта артист булырға хыяллана инем, үҫә төшкәс врач булғым килде”.

Шул хыялдарҙы тормошҡа ашырыу теләге менән янған бәләкәс Фәүзәнә, башланғыс класты үҙ ауылында тамамлағандан һуң, алты саҡырым алыҫлыҡтағы Абзан урта мәктәбенә йөрөп уҡый башлай. Ҡышҡы сатлама һалҡындарҙа туғандарында йәшәй. “Дәфтәр, ручка, ҡара тигән нәмәләр булманы. Ҡоромдан йә имән ҡабығын ҡайнатып ҡара яһайбыҙ, ҡауырһынды селеккә бәйләп, ручка әтмәләйбеҙ. Мәктәптә һыуыҡ булғас, ҡара һауытын, туңмаһын өсөн, бишмәттең төймәһен ысҡындырып, ҡуйынға тығып ҡуябыҙ. Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә ҡайһы бер балалар, мәктәпкә ялан аяҡ йүгереп килеп инеп, тиҙерәк йылыныр өсөн аяҡтарын бөкләп ултырырҙар ине. Һис икеләнмәй әйтә алам: беҙгә уҡытыусылар төплө белем биргән, сөнки ошо мәктәпте тамамлаусылар Мәскәү институттарында ла уҡынылар. Ауыр заман ине, хатта кейем дә булманы. Мин шырпы яһарға оҫтарып алдым. Көкөрттө ҡайнатып, ваҡ ҡына сыраның башын манаһың, шунан киптерәһең. Уны мейестәге ҡуҙға төртһәң, шунда уҡ тоҡанып, янып китә. Ҡуҙҙы һүндермәҫ өсөн көлгә күмеп ҡуяһың. Кемдеңдер ҡуҙы һүнеп ҡуйһа, һоҫҡо тотоп ҡуҙға киләләр. Ауылда башлыса ҡарттар, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ғына, атайҙар — һуғышта, өлкәнерәк ирҙәр — хеҙмәт армияһында”.

Һуғыш балаларының һирәгенә генә атай менән үҫеү бәхете тейә. “Мин тыуған йәйҙә атайым, Әйүп Ғөбәйҙулла улы Байгилдин, Баймаҡ тау-металлургия техникумын тамамлап, Хәйбулла районындағы Бүребай алтын приискыһында эш башлай. Унда бер йыл йәшәгәндән һуң Ҡыҙыл Армия сафына алалар, ә әсәйем ауылыбыҙға күсеп ҡайта, башта балалар баҡсаһында эшләй. Атайым Алыҫ Көнсығыштағы Раздольное станцияһында танк командиры булып хеҙмәт итә. Хәрби бурысын үтәп, ҡайтырға 3—4 ай ҡалғас, һуғыш башланып китә, — тип бәйән итә тормошоноң ул осорон Фәүзәнә Әйүп ҡыҙы. — Атайымды 1941 йылда Алыҫ Көнсығыштан Мәскәү эргәһенә күсерәләр, айырым танк батальонында хеҙмәт итә. Был хаҡта уның 1941 йылдың ғинуарында төшкән фотоһындағы яҙыуҙы уҡып белдем. Баталь­ондарын Сталинград өсөн барған һуғыш яланына ебәрәләр. атайымдың шунда һәләк булыуын бынан 3 йыл элек кенә асыҡлай алдым. Шул хаттан башҡа уның тураһында бер хәбәр ҙә, мәғлүмәт тә булманы”, — ти ул, ауыр көрһөнөп. “Фәләндең атаһы ҡайтҡан”, тигән хәбәрҙе ишетеү менән беҙ, балалар, күмәкләп күрергә барабыҙ. “Атай нисек була икән?” тигән уй йүгерә баштан. Күмәкләшеп ишек төбөндә һалдатҡа ҡарап торабыҙ, ә ул, үҙенең юл тоҡсайынан йоҙроҡтай аҡ киҫәк сығарып, шуны ваҡ ҡына өлөштәргә бүлә, шунан беҙгә таратып бирә. Уны ашағас, “донъяла бындай ҙа тәмле нәмә була икән”, тип уйлайбыҙ. Шәкәр, кәнфитте һуғыштан һуң бер нисә йыл үткәс кенә ашарға тура килде.

Бер көн район үҙәгенән сапҡынсы килеп, һуғыш тамамланыуын хәбәр итте. 9 май көнө һалҡын, ямғырлы ине. Бөтә халыҡ мәктәпкә йыйылды, митинг булды. Колхоз рәйесе Шәриф Ҡыуатов (танылған режиссер Әлмира Ҡыуатованың атаһы) телмәр тотто, аҙаҡтан, ҡултыҡ таяғына таянып, бейергә төштө. Бикбулатов Хәлил олатайҙың алты улы һуғыштан әйләнеп ҡайтманы, иң кесе улы Фазулла ла, ауылда уҡытып йөрөгән еренән һуғышҡа китеп, юҡ булды”, — тип иҫкә ала Фәүзәнә Әйүп ҡыҙы ауыр һуғыш йылдарын.

Һуғыш касафаты теймәгән бер генә ғаилә лә булмай шул ул осорҙа. Атаһының ҡара ҡағыҙы килмәгәс, өмөтләнеп көтәләр. 1948 йылда ғына “Хәбәрһеҙ юғалды” (“Пропал без вести в декабре 1942 года”) тигән хат килә. Военкоматтарға йөрөп, Фәүзәнә атаһының Алыҫ Көнсығышта танк командиры булып хеҙмәт итеүен асыҡлай. “Уны ауыл халҡы бик маҡтап иҫкә алыр ине. Гармунда ла оҫта уйнаған, матур йырлаған, һабан туйҙарында көрәшеп, саңғы ярыштарында еңеүсе булып алған бүләктәре бар ине, — тип хәтерләй Фәүзәнә Әйүп ҡыҙы. — Биш йыл буйы атайымдан бер хәбәр ҙә булмағас, әсәйем Сәғиҙулла Ҡәйепҡолов тигән кешегә тормошҡа сыҡты. Һуғыш ваҡытында уның ҡатыны үлгән булған. Марат тигән улын балалар йортонан барып алды. Ғаиләлә бер-бер артлы Булат, Айрат ҡустыларым, Гөлсирә, Земфира һылыуҙарым донъяға килде. Ишле булһаҡ та, мине бик ҡәҙерләп үҫтерҙеләр. 1945 йылдың көҙөндә әтейҙе Байыш ауыл советына рәйес итеп ебәрҙеләр. Унда беҙ өс йыл йәшәнек. Бик һәйбәт кеше булды, ысын коммунист ине. Большевиктар идеяһы уның күңеленә ғүмерлеккә һеңгәйне. Мин институт тамамлап, уҡыта башлағас та: “Ҡыҙым, һиңә партияға инергә кәрәк, ысын уҡытыусы коммунист булырға тейеш,” — тиер ине. Ялға ҡайтҡан һайын һорашып торҙо, һаман да коммунистар сафына инмәй йөрөүемә бик борсолдо. Мине партияға алғас, үтә лә риза булды. Өфөләге интернат-мәктәп барлығын ишетеп, шунда китергә теләгемде белдергәс, һыйҙырмай ебәргәндәр, тип әйтерҙәр тип, ебәрмәнеләр. Шулай ҙа яҙмышым 1-се интернат-мәктәпкә бәйле булды — уҡыусы булып түгел, уҡытыусы булып килдем. Һис үкенмәйем, яҙмышыма рәхмәтлемен”.

Бәләкәйҙән белемгә ынтылған ҡыҙ Н.Крупская исемендәге Мәскәү педагогия институтының сит телдәр факультетына уҡырға инә. 1963 йылдың йәйендә инде Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта ең һыҙғанып эш башлай. 34 йыл ғүмерен ошо һөнәргә, ошо интернатҡа бағышлай ул. Уйлап ҡараһаң, өс тиҫтә йыл арауығында күпме уҡыусы йөрәгендә телгә һөйөү тәрбиәләгән, үҙ-ара мөнәсәбәт өлгөһө һалған ул! Уҡыусылары, донъяның төрлө тарафтарына һибелһәләр ҙә, йыш ҡына хәл белешеп, байрамдар менән ҡотлап, йылы тойғоларын, рәхмәттәрен белдереп торалар. Хәҙер инде туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған уҡытыусылары улар менән интернет аша бәйләнеш тота, “Фейсбук” кеүек социаль селтәрҙәр ҙә уның өсөн ят түгел.

Әйткәндәй, хеҙмәт юлын башлаған осорҙа Фәүзәнә Әйүп ҡыҙының күпмелер эш тәжрибәһе лә була — унынсы класты тамамлағас, Юлдашта башланғыс мәктәптә рус телен уҡыта йәш ҡыҙ. “Ул йылдарҙа хөкүмәт тарафынан рус теленә иғтибар ҙур ине. Был тәжрибәм һуңынан да миңә бик ярҙам итте. Мәскәүҙә уҡыған мәлдә IV курста практика үттек. Профессор И.Коньков, дәрестәремә юғары баһа ҡуйып, тәжрибәм булыуын дәлилләне. V курстағы практика ваҡытында иһә, ышаныс белдереп, 411-се һанлы мәктәптә ваҡытлыса дәрестәр уҡытыуҙы йөкмәттеләр. Немец телен дә, үҙемде лә уҡыусылар бик яратты. Практика тамамланыу менән тағы саҡырып алдылар, мин иһә үтенестәрен кире ҡаҡманым — уҡыу йылы бөткәнсе эшләп тә, уҡып та йөрөнөм, аҙаҡ Өфөгә ҡайттым, — тип хәтерләй ул. — Мин эш башлаған йылда интернат директоры булып Төхвәт Хәлил улы Аслаев эшләй ине. Миңә VIII кластарҙы бирҙеләр, уларҙа быға тиклем сит тел дәрес булараҡ уҡытылмаған булған. Өс йыл эсендә урта мәктәп программаһын үтеп бөтөргә кәрәклеген билдәләп, эш башланым. Уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән немец телен өйрәнде. Аҙнаһына ике генә сәғәт ҡуйылған, шунлыҡтан дәрестән һуң өҫтәлмә дәрестәр алып барырға тура килде. Ул ваҡытта бөтә юғары уҡыу йорттарында ла ҡабул итеү өсөн сит телдән имтихан ҡаралғайны. Йыл һайын сит телдәр факультетына бер нисә уҡыусы инеп торҙо. Немец теленән “2” билдәһе алған кеше булманы. Дөйөм алғанда, интернат-мәктәптә талапсан, тәжрибәле уҡытыусылар, тәрбиәселәр эшләй ине. Мәктәп тормошо, бер һүҙ менән әйткәндә, гөрләп торҙо. Даими рәүештә күренекле яҙыусылар, шағирҙар, артистар менән осрашыуҙар үткәрелде. Төрлө илдәрҙән килгән делегацияларҙы ла беҙ ҡаршыланыҡ. Ҡунаҡтар мәктәп менән танышҡандан һуң уҡыусылар ҙур концерт менән сығыш яһай торғайны”, — үҙе эшләгән осорҙо әле лә һағынып хәтерләй уҡытыусы.


Фәүзәнә Әйүп ҡыҙы үҙ һөнәренә бар күңелен һала — немец теле кабинеты баш ҡала буйынса һәр ваҡыт тиерлек 1-се урында була. Уҡыусыларының район һәм ҡала кимәлендәге олимпиадаларҙа призлы урындар яулауы — уның тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе. Уҡыусылары немец теле сәғәттәрен әле лә йылы итеп хәтерләй: “Яратҡан уҡытыусыбыҙҙың мауыҡтырғыс дәрестәрендә Германияның Галле һәм башҡа ҡалаларына рәхәтләнеп “сәйәхәт итә” торғайныҡ”, — тиҙәр. Юғары уҡыу йорттарының сит телдәр факультетында белем алып, артабан уҡытыусыларының һөнәрен үҙ итеүселәр ҙә аҙ түгел. Мәҫәлән, Роза Түләшева, Дилбәр Ғәлиева Бонн университетында магистратура тамамлағандар. Роза философия фәненән докторлыҡ диссертацияһы яҡланы, бөгөнгө көндә Берлин Дәүләт китапханаһында шәрҡиәт йүнәлеше буйынса абруйлы ғилми хеҙмәткәр.

Йылдар дауамында Фәүзәнә Аҡманованың сит телдәрҙе уҡытыу буйынса үҙ алымы, методикаһы формалаша. Ҡала һәм республика буйынса немец теле уҡытыусыларына йыш ҡына асыҡ дәрестәр үткәрә. сит телде туған телгә нигеҙләнеп өйрәнеү яғында була. “Нишләптер беҙҙә сит телде рус теле аша өйрәнеү әүҙемләшеп китте, — тип фекерҙәре менән бүлешә ул, —
донъя күләмендә иһә сит телде туған тел менән сағыштырып өйрәнеүҙең яҡшы һөҙөмтәләр биреүен яҡшы аңлайҙар. Үҙ тәжрибәмдән беләм: хатта балалар ҙа ҡыҫҡа ваҡыт эсендә акцентһыҙ һөйләшә башлай”.

Эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып, даими рәүештә фәнни-методик мәҡәләләр менән сығыш яһай, немец теле уҡытыусылары ассоциацияһы ултырышында педагогик ысулдары менән уртаҡлаша ул. 1996 йылда Румынияла үткән Европа илдәренең немец теле уҡытыусылары форумында ҡатнашып, “Башҡорт мәктәбендә немец телен уҡытыу методикаһы” тигән темаға сығыш яһай. Немец теле буйынса дәреслектәр һәм программалар төҙөү буйынса Башҡортостан Мәғариф министрлығының авторҙар коллективы ағзаһы ла була Ф.Аҡманова. 1996 йылда профессор Ида Арнольдовна Сухова етәкселегендә 5—11-се кластар өсөн немец телен уҡытыу буйынса программа баҫылып сыға. Әйткәндәй, И.А.Сухова менән Ф.Ә.Аҡманова авторлығында 5-се класс өсөн төбәк дәреслеге эшләнеп бөтһә лә, аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, донъя күрмәй. 1997—2001 йылдарҙа тәжрибәле уҡытыусы Өфө ҡалаһының 47-се гимназияһында эшләй.

Телдәр белгән — илдәр гиҙгән, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Үҙе эшләгән осор хаҡында һөйләгәндә Фәүзәнә Әйүп ҡыҙының күҙҙәре осҡонланып китә: “1964 йылдың октябрендә Мәскәүҙәге ГДР вәкиллеге советнигы Квилич эш сәфәре менән Өфөгә килгәйне, бер ыңғай беҙҙең интернат-мәктәптә лә булып китте. Осрашыу һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәне — беҙҙең республика менән Германия Демократик Республикаһы араһында дуҫлыҡ ептәре һуҙылды. 1965 йылда “Башҡортостан — ГДР” дуҫлыҡ йәмғиәте төҙөлөп, интернат-мәктәп уның әүҙем ағзаһына әйләнде”, — тип хәтерләй ул. Фәүзәнә Әйүп ҡыҙы ошо дуҫлыҡ ойошмаһында идара ағзаһы, сирек быуат дауамында (1965—1990 йй.) Интернациональ дуҫлыҡ клубының ойоштороусыһы, алыштырғыһыҙ етәксеһе була. “Мәктәптә ошо йүнәлештә даими рәүештә бихисап саралар үткәрелә ине: ГДР-ҙың рәсми байрамдарын билдәләү, немец халҡының күренекле шәхестәренә арналған кисәләр үткәреү, махсус стена гәзиттәре сығарыу, викториналар, иртәлектәр үткәреү һ.б. ГДР делегацияһы вәкилдәре немец уҡыусыларының төрлө ҡалаларҙан яҙған хаттарын, сувенирҙарын беҙгә тапшыра ине, ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ул хаттарға яуапты немец телендә яҙабыҙ. Немец теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, уны өйрәнергә теләк бар ине беҙ эшләгән осорҙа. Мәктәп хакимиәте тарафынан да талап көслө булды”, — тип хәтергә төшөрә ул йылдарҙы Фәүзәнә Аҡманова. Уҡыусыларға шул рәүешле Галле, Берлин, Дрезден ҡалалары уҡыусылары менән аралашыу форсаты тейә.



Галле округынан йыл һайын килгән делегацияларҙы мотлаҡ интернат-мәктәпкә алып киләләр. Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән уҡытыусы булараҡ, Фәүзәнә Әйүп ҡыҙы ГДР тураһында байтаҡ күргәҙмә материал йыя, уларҙы дәрестәрендә ҡуллана. Һәр темаға ҡарата уның тарафынан айырым папкала материал туплана. “Немец теле кабинетына ингәс, делегация ағзалары, “Kleine DDR” (“Бәләкәй ГДР”), тип һоҡланалар ине. Уҡыусылар өсөн — ГДР-ҙа сыҡҡан “Trommel” гәзитен, бәләкәйҙәргә “Bummi” журналын алдырҙыҡ. Уларҙы уҡыусылар тәнәфестә, дәрестән һуң да яратып уҡыйҙар ине. Бынан тыш, үҙем өсөн “Deutsch als Freundsprache” (“Немецкий как иностранный язык”) журналын алдырҙым. Шул журналдың бер һанында 1969 йылдың август айында үтәсәк II Бөтә донъя немец теле уҡытыусыларының конгресы хаҡында иғлан күреп ҡалдым. Журналдағы форманы тултырып ебәргәйнем, тиҙҙән саҡырыу килеп төштө. Шулай итеп, Лейпцигта үткән мәртәбәле конгреста ҡатнашыу бәхете тейҙе. СССР делегацияһында 8 кеше инек: Горький, Ярославль, Томск, Ижевск, Коломна пединституттарынан профессорҙар һәм доценттар (йәғни фән эшмәкәрҙәре) һәм ике генә практик — мин дә Эстония­нан бер уҡытыусы. Донъяның 95 иленән килгән 800-ләп делегат ҡатнашты конгреста. Аҙаҡтан беҙҙең делегацияны ГДР буйлап бушлай сәйәхәткә саҡырҙылар (экскурсия өсөн Мәскәүҙә түләп өлгөрмәгәйнек). Америка, Италия, Швеция вәкилдәре менән бергә һәр ҡалала берәр көн булып, тарихи урындарҙы, Бөтә Ер шарына билдәле музейҙарҙы күреү бәхете тейҙе. Фотоаппарат юҡ ине, Америка делегаты фотоға төшөрөп йөрөнө, һуңынан күп кенә төҫлө фотолар почта аша килеп төштө”.

Төрлө сәбәп, маҡсат менән тағы бер нисә тапҡыр ГДР-ға барырға насип була Фәүзәнә Аҡмановаға. 1972 йылдың йәйендә 46 уҡыусы менән бергә “Дуҫлыҡ поезы” етәксеһе, тәржемәсе сифатында йәнә Германияға юл тота. Башҡа етәкселәр комсомол ойошмаһы, Пионерҙар һарайынан булыу сәбәпле, телде белмәйҙәр, шуға ла бер үҙенә тәржемәсе сифатын үтәргә тура килә. Башҡортостан уҡыусылары Гарц тауында урынлашҡан Халыҡ-ара пионерҙар лагерында ял итә, төрлө мауыҡтырғыс сараларҙа ҡатнаша. “Бигерәк тә “Советтар Союзы көнө” тигән кисә барыһына ла оҡшаны, бик ҡыҙыҡлы, файҙалы булды, — тип иҫтәлектәрен барлай мәғариф ветераны. — Иртәнсәк радионан яңғыраған Советтар Союзы гимны тотош көнгә күтәренкелек бирҙе. Алып барған күстәнәстәребеҙҙе яратып ҡабул иттеләр. Әйткәндәй, бал, ҡайнатманы беҙ бал ҡалағы менән ашауҙы ғәҙәти һанайбыҙ, ә немец халҡы икмәккә яғып ашауҙы хуп күрә. Йомортҡаны ла уртаға киҫеп, икмәккә һалып ашайҙар. Сәйәхәттең иҫтәлекле мәлдәренең береһе Веймар ҡалаһында Гетеның йорт-музейын күреү булды. Унда күңел ял итһә, Бухенвальд концлагеры йөрәктәрҙе тетрәндерҙе... Дрездендың данлыҡлы Цвингер, транспорт музейҙарында булдыҡ, башҡа тарихи урындарға сәйәхәт ҡылып, матурлыҡ менән һоҡландыҡ. Артабан Галле ҡалаһына юлландыҡ, бында уҡыусыларҙы немец ғаиләләренә урынлаштырҙылар. Телде өйрәнеү өсөн бик шәп мөхит тыуҙырылғайны, балаларға ныҡ оҡшаны, һуңынан илашып хушлаштылар. Был матур программаның етәксеһе Галле ҡалаһының рус теле уҡытыусыһы Манфред Манн ине. Ғөмүмән, немец дуҫтар беҙҙең менән ихлас ваҡыт үткәрҙе, бик иғтибарлы булды. Йәмғеһе 25 көн торһаҡ та, һис арыманыҡ, ялыҡманыҡ, сөнки программа бөтә нескәлектәрҙе күҙ уңында тотоп төҙөлгәйне. Ҡайтҡанда балалар немецса ҡәҙимге һупалай башлағайны инде, сөнки тел мөхите, мәҙәни мәғлүмәт сит телде өйрәнеүҙе еңелләштерә, ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

1983 йылдың сентябрь-октябрь айҙарында Бранденбург ҡалаһында стажировка үттем: социалистик илдәрҙең немец теле уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу маҡсатында ебәрелгән 11 кеше араһында мин дә бар инем. Һәр кесе йома төрлө ҡалаларға, тарихи урындарға автобус экскурсиялары ойошторолғайны. Унда йөрөгән саҡта совет һалдаттарының ҡәберҙәре һәр ваҡыт иғтибарымды тартты — улар сәскәгә күмелгән, таштарында ҡыҙыл йондоҙ балҡый. Немец халҡының ҡәберлектәрҙе яҡшы тәрбиәләүе күҙгә ташланып тора ине. Беҙҙең һалдаттар ерләнгән башҡа урындарҙа ла булырға тура килде. Мәҫәлән, Зеелов ҡалҡыулығын алғанда бик күп совет һалдаты башын һалған. Унда Рокоссовскийҙың блиндажы ла һаҡланғайны, хәрби техника, киң билдәле “Катюша” ла бар ине. Одер йылғаһы аша сыҡҡанда ла аяуһыҙ һуғыштар булған. Шуныһы әле лә хәтерҙә — ҡайҙа ғына барһаҡ та, беҙгә, совет кешеһенә, ҙур хөрмәт менән ҡаранылар”, — тип юл сәхифәләре менән уртаҡлаша Фәүзәнә Аҡманова.

Уҡытыусының ижтимағи тормоштағы әүҙемлеге иғтибарһыҙ ҡалмай: “Герман—Совет дуҫлығы” ойошмаһының Алтын һәм Көмөш Почет билдәләре менән бүләкләнә ул. Был ойошманың эше айырым бер мәҡәләгә лайыҡ — алыҫ сәйәхәт тәьҫораттары бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс.

Бер нисә йылдан ошондай уҡ делегация Башҡортостанға юллана: “1989 йылдың июль айында Галле ҡалаһының Крупская исемендәге мәктәбенән 15 уҡыусы, 3 уҡытыусынан торған делегацияны ҡаршыланыҡ. Ике аҙна дауамында төрлө саралар, экскурсиялар үткәрҙек, Силәбе өлкәһендәге Эҫем (Сим) йылғаһы буйына алып барып, ҡунаҡтарға ял ойошторҙоҡ. Йылғаның таҙалығына хайран ҡалғайны улар, — Фәүзәнә Әйүп ҡыҙы ул ваҡиғаларҙы бөгөнгөләй хәтерләй. — Килешеү буйынса, 1990 йылда беҙҙең мәктәп йәнә Германияға юл тоторға тейеш ине, әммә, замандар үҙгәреү сәбәпле, хеҙмәттәшлек туҡтап ҡалды. 1989 йылдың октябрь башында, “Тыныс революция” булып, ГДР тарҡалды. Шулай ҙа, уҡыусылар, уҡытыусылар беҙгә хат яҙыуын дауам итте, ләкин бәйләнештәр яйлап өҙөлдө. Беҙ иһә эшебеҙҙе СССР-ҙың төрлө ҡалалары менән дауам иттек. Интернациональ дуҫлыҡ клубының эше хаҡында “Дружба” журналында мәҡәлә сыҡҡандан һуң беҙҙең менән бәйләнешкә инергә теләүселәр бермә-бер артты. Шул сәхифәләрҙең береһенә ҡыҫҡаса ғына туҡталайыҡ. Владимир өлкәһенең байтаҡ ҡалалары менән бәйләнеш булдырылды. 1972 йылда иһә Владимирҙа үткәрелгән СССР-ҙың 50 йыллығына арналған Бөтә союз слетына саҡырыу алдыҡ. Беҙ, биш кешенән торған делегация, юлға сыҡтыҡ. Сара ҡаланың ҙур мәҙәниәт һарайында үтте. Иң беренселәрҙән булып сығыш яһаныҡ: Азат Айытҡолов ҡурайҙа “Урал” көйөн башҡарҙы, ә Әкрәм Алдаров 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттарҙың Парижға тиклем барып етеүе, ҡайтҡан саҡта Владимирҙа туҡтауҙары хаҡында һөйләне, сығышын Мостай Кәримдең “Рус түгелмен, ләкин россиян мин” тигән шиғыры менән тамамланы. Зал аяғүрә баҫып ҡул сапты! Беҙҙең делегацияға иғтибар ҙур булды. Милли кейемдәге уҡыусыларыбыҙ менән фотоға ла төштөләр, журналистар интервью алды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, СССР тарҡалғас, беҙҙең ил эсендәге дуҫлыҡ ептәре лә өҙөлдө”, — тип һүҙен йомғаҡлай ул.

Үҙе эшләгән мәктәпкә, коллегаларына һәм уҡыусыларына, шул осорҙа Башҡортостан мәғариф министры булып эшләгән Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафинаға оло рәхмәт тойғоһо йөрөтә Фәүзәнә Аҡманова. 4-се курста уҡып йөрөгәнендә үк Фатима Хәмит ҡыҙы: “Уҡыуыңды тамамлағас, 1-се мәктәп-интернатҡа эшкә барырһың”, — ти. Ул осорҙа республикала йәш белгестәргә иғтибар ҙур булған, фатир менән дә тәьмин иткәндәр. 1963 йылдың йәйендә Мәскәүҙән Башҡортостанға байтаҡ йәш көстәр ҡайта. Улар, ваҡыт үтеү менән, юғары вазифалар биләй, яуаплы эштәр башҡара, абруйлы белгестәргә әйләнә. “Мәҫәлән, Әхнәф Дилмөхәмәтов идеология буйынса өлкә комитет секретары булды, Азамат Моратов Госпланда юғары вазифа биләне. Роза Исрафилова оҙаҡ йылдар БДУ-ла, БДПУ-ла философиянан уҡытты, Нәжиә Ҡазбулатова — химия өлкәһендә, Рифҡәт Аҡманов геология буйынса ғилми-тикшеренеү институтында уңышлы эшләнеләр. Барыһы ла фән кандидаты дәрәжәһенә лайыҡ булды. Алмас Аҡманов БДУ-ның физика факультетында эшләне, физика фәндәре докторы. Төрлө институттар тамамлап, бик күп белгестәр ҡайтҡайны ул йылда. Береһе лә эшһеҙ, фатирһыҙ интекмәне”, — ти мәғариф ветераны.

Ғаиләһе менән дә хаҡлы рәүештә ғорурлана ала Фәүзәнә Әйүп ҡыҙы. Бер-береһен мәктәп йылдарынан уҡ белгән Рифҡәт Хөснитдин улы менән инде алтмыш йылға яҡын татыу ғүмер кисерәләр. Рифҡәт Аҡманов та — абруйлы белгес, геология-минерология фәндәре кандидаты. Игеҙәк ҡыҙҙар тәрбиәләп, тормош юлына сығаралар. Гүзәл Рифҡәт ҡыҙы — физика-математика фәндәре кандидаты, БДУ-ның физика-техник институты доценты. Зөлфиә Рифҡәт ҡыҙы Европаның өс телендә (немец, инглиз, француз) иркен аралаша, Мәскәүҙә француз компанияһында маркетинг буйынса директор булып эшләй. Яҡшынан яҡшы ты­уыуы ғәҙәт: ейәндәре Искәндәр — Мәскәү физика-техник институтының IV курсында, ейәнсәрҙәре Наилә Мәскәү архитектура институтының II курсында уҡый.



Әле булһа бер минут та эшһеҙ ултырмай Фәүзәнә Әйүп ҡыҙы — ҡул эштәренә ифрат оҫта ул. Уның бөтә шөғөлдәрен барлап та, һанап та бөтөрлөк түгел. Тәҙрә төптәрендә — күҙ яуын алырҙай гөлдәр, өҫтәлдә — телеңде йоторлоҡ аш-һыу... “Әсәйем бәләкәйҙән үк шәл ситтәре, ойоҡбаштар, ҡулъяулыҡ ситтәре бәйләргә өйрәтте, — тип иҫкә ала ул. — Һигеҙ йәштәрҙә булғанмындыр, күршеләргә инеп, ҡыҙығыҙға күлдәк тегеп бирәм, туҡыма бирегеҙ, тип йөрөгәнемде хәтерләйем. “Зингер” теген машинаһы бар ине, аҙаҡ та үҙемә күлдәктәр генә түгел, пальто ла тегеп кейгәйнем”. Ҡорама ҡороуға ла маһир Фәүзәнә апай. Төрлө туҡыманан мендәр тыштары, ултырғыс, диван япмалары эшләү айырым оҫталыҡ, сабырлыҡ талап итә. Барыһын да еренә еткереп, сынъяһау итеп башҡара: чех бисерҙары, йөн һәм ебәк мулине менән сиккән картиналары күңелде арбай, улар — ысын сәнғәт өлгөһө! Нәҙек кенә ептәрҙән бәйләгән нәфис ашъяулыҡтар, салфеткалар Фәүзәнә Әйүп ҡыҙының күҙ нурҙары, күңел йылыһы менән һуғарылған.

Ғүмерен балалар менән эшләүгә бағышлаған кешенең күңеле бай һәм тәрән, сабыйҙарса саф, матур булғанлығына дәлил замандашыбыҙ Фәүзәнә Әйүп ҡыҙы Аҡманованың тормош юлы. Исеме есеменә лә тап килгән: ата-әсәһе ҡыҙҙарына исем һайлағанда уның тормошта гел еңеүсе буласағын юрағандарҙыр (Фәүзәнә ғәрәп телендә “еңеүсе” тигәнде аңлата). Тәжрибәле уҡытыусының тырышлығы, уңғанлығы һәм ойоштора белеү һәләте юғары кимәлдә белем бирергә, йәмәғәт тормошонда янып йәшәргә, ғаиләһендә һөйөклө ҡатын һәм өлгөлө әсәй булып ҡалырға ярҙам иткәндер. Ирекһеҙҙән Әнғәм Атнабайҙың шиғри юлдары хәтергә килә:

Ҡыҙыл булһын,

Зәңгәр булһын

Ҡорған ҡорамаларың.

Йөҙгә ҡыҙыл килтерерлек

Түгел бурамаларың!

Ҡырҡ тапҡыр йәшәмәйбеҙ,

Йәшәү тик берәү генә,

Күкрәк киреп күтәрел һин

Ғүмерҙең үрҙәренә!

Читайте нас: