– Юлай ағай, һүҙҙе ҡурай донъяһына илткән инештән башлайыҡ. Ҡасан ылыҡтырҙы халыҡ моңо үҙенә?
– Халыҡ моңо мине тыуғандан алып оҙатып килә. Атайым да, әсәйем дә бик матур йырланы. Атай колхозда механик булып эшләне, командировкаларға йыш йөрөй торғайны. Техникаға запас частар йүнләп, хатта Ҡаҙағстан яҡтарына сығып китер ине. Шундай күренеш хәтерҙә ҡалған: күстәнәстәр, бүләктәр менән атай ҡайтып төшә. Ғаиләбеҙ менән сәй табынына ултырабыҙ, әсәй уныһын-быныһын ҡуйып, йүгермәләп йөрөй, атай талғын ғына итеп «Шәүрә»не йырлай. Әсәйемдең исеме Шәүрә ине. Ул уҡытыусы булып эшләне.
Бына тағы бер хәтирә: әсәй йырлай-йырлай ипләп кенә ҡамыр баҫа. Мин уның йырлағанын тыңлап, тынып ҡалғанмын. Шул тиклем диҡҡәт менән тыңлауымды күреп, янына саҡырып алды ла, тағы йырлап ишеттерҙе. «Ғайса ахун» йыры ине ул. Ике тапҡыр ишетеүҙән отоп та алдым. Бер нисә көндән класта ата-әсәләр йыйылышы булды, артынса беҙ концерт ҡуйҙыҡ. Тоттом да әсәйем өйрәткән «Ғайса»ны йырланым. Олораҡ кешеләрҙең йылмайып ҡарап ултырыуы әле лә күҙ алдымда. Шулай итеп, «Ғайса ахун», «Шәүрә», «Ғилмияза» һәм башҡа бихисап халыҡ йырҙарын бәләкәйҙән тыңлап, белеп үҫтем.
Ә ҡурайҙа уйнарға һуңыраҡ – Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа килгәс өйрәндем. Мәктәптә күптәр ҡурай уйнай ине, ә мин һыҙғырта ла белмәйем. Ауылда саҡта һыҙғыртырға маташтыра инем, сыҡмай, а бында килде лә сыҡты. Бәләкәй саҡтан гармун тартҡас, ҡурайҙың көйләнешен тойоп алыу ауыр булманы, белгән көйҙәрҙе шунда уҡ уйнай башланым.
Гармунда уйнарға өйрәнеүем дә – үҙе бер тарих. Бер көн иртәнсәк йоҡонан торһам, атай тағы ҡайҙалыр командировкаға киткән, үҙе менән Салауат ағайымды ла алған. Быны белеп ҡалғас, дау ҡуптарҙым. Әйткәндәй, беҙҙен нәҫелдең ҡушаматы «кәрше» ине, был һүҙ беҙҙең яҡта «тиҫкәре, үҙһүҙле» тигәнде аңлата. Бына шунда мине тынысландырыу өсөн әсәй магазиндан хромка гармун тотоп ҡайтып инде, сөнки моң яратҡанымды белә: 5 йәшемдә мәктәпкә барып, баянда көй сығарырға маташа торғайным. Шулай итеп, гармунда уйнарға өйрәнеп алдым, 7-8-се кластарҙа үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙарында хор алдында уйнап ултыра торғайным.
– Артабанғы яҙмышығыҙ тулыһынса тиерлек ҡурай сәнғәте, халыҡ йырҙары менән бәйле. Кемдәрҙе үҙегеҙҙең остазығыҙ тип һанайһығыҙ?
– Остаздарым тип ике кешене айырып әйтә алам. Тәүгеһе – Әҙеһәм ағай Исҡужин. Мәктәп-интернатҡа уҡырға килгәс, күптәрҙең ҡурай уйнауын күреп, мин дә өйрәндем, тип һөйләгәйнем бит, бына шул мөхитте тап Әҙеһәм ағай булдырған да инде. Әҙеһәм ағайҙың атаһы Динислам менән минең әсәйҙең атаһы Кәлимулла – бер туғандар. Исҡужиндар таулылар араһынан. Әйткәндәй, 1923 йылда Мәскәүгә СССР ауыл хужалығы һәм кустар сәнәғәт күргәҙмәһенә барған Башҡортостан делегацияһы етәксеһе Әбүбәкер хәҙрәт Хөсәйенов та таулылар араһынан. Йыраусы итеп беҙҙең яҡын туған Әбдрәхим Исҡужинды алып барған. Әҙеһәм ағайҙы бәләкәйҙән күреп үҫтем, хәрби осоусы булды. Минең атай менән әсәйҙе яҡын күрҙе. Отпуск ваҡытында беҙгә, Таулыҡайға ла, килә ине. Өйҙә ҡурай, оҙон көй яңғырай...
Икенсе остазым – Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылынан данлыҡлы ҡурайсы Кәрим Дияров. Мин бала саҡта улар Таулыҡайға үҙешмәкәрҙәр смотрына килгәйне, Кәрим ағай ҡурайсылары менән беҙҙең өйҙә репетиция яһаны. Ҡатыны Фәрзәнә еңгәй шундай матур итеп йырланы! Атайым менән әсәйем һуңынан уларҙы ололап, һоҡланып һөйләгәне хәтерҙә ҡалған.
1976 йылдың йәйендә, ялға ҡайтҡас, күрше Ниғәмәт ауылына Кәрим Дияровты күрергә киттем. Ауырый ине, үҙе уйнай алманы, яҙмаларын ғына тыңлатты. Шунда дүрт сәғәт буйы, сихри моң тәьҫиренә бирелеп, катушкалы магнитофон аша уның ҡурай уйнауын, халыҡ йырҙарының тарихын һөйләүен тыңланым. Кәрим ағай мине һынаған булғандыр, тип уйлайым, сөнки һуңынан посылка менән теге яҙмаларҙы – тарихтары менән һөйләнгән 114 көйҙө миңә ебәрҙе. Иҫ киткес ҙур байлыҡ, рухи хазина инде был яҙмалар. Һуңынан, 1978 йылда Өфөгә килгәнендә, уның үҙен Башҡортостан радиоһына алып барҙым. Студияла уйнаған көйҙәре радио фондында һаҡлана.
– Фольклорсы, ҡурайсы, халыҡ сәнғәте һағында тороусы булараҡ, бөгөн һеҙҙе нимәләр борсой?
– Бик етди һорау. Халыҡ сәнғәтендә традицион башҡарыу тигән төшөнсә бар. Башҡорт халыҡ йырҙары, көйҙәре борон-борондан халыҡ нисек ижад иткән – шулай башҡарылған. Һәр быуын ул көйҙө-моңдо һаҡлаған, үҙенән бер нәмә лә өҫтәмәгән, үҙгәртмәгән. Кемдер яңылыш йырлаһа йәки уйнаһа, шунда уҡ төҙәткәндәр. Яңы йырҙар, көйҙәр ҙә, әлбиттә, ижад ителгән. Бөгөн ҡурайҙа уйнаусылар күп. Иң мөһиме – традицион башҡарыу нескәлектәрен, халыҡсанлыҡты һаҡлау. Үкенескә ҡаршы, бөгөн ул беҙҙә аҡһай. Көйҙө үҙҙәренсә үҙгәртеүселәр бар, ҡайһы бер йырсылар халыҡ йырҙарын «бөҙрәләү» менән мауыға. Арзан матурлау тип атала был. Халыҡ бөйөк көйҙәр, йырҙар тыуҙырған, һин шуны халыҡсан итеп башҡар, башҡаһы кәрәкмәй. Оҙон көйҙө еренә еткереп йырлаған, тарихын белгән кешене йыраусы тигәндәр. Ҡурайсы тип ҡурайҙа уйнаған һәр кемде атамағандар. Көйҙәрҙең төрлө ырыуҙарға хас варианттарын, тарихын белгән кешене генә ҡурайсы тигәндәр. Шуны оноторға ярамай: үҙ өҫтөңдә даими эшләмәһәң, ҡурайсы ла, йыраусы ла булып булмай. Кәрим Дияров, мәҫәлән, вафатынаса көйҙәр өйрәнде.
– Был йәһәттән нимәләр эшләргә кәрәк?
– Башҡорт йәшәгән һәр төбәктә үҙаллы шөғөлләнеү һәләтенә эйә йәштәр менән традицион ҡурайсылар тәрбиәләү эше алып барылырға тейеш. Мәҫәлән, боронғо ҡурайсыларға бер кем дә дәрес биреп, көй-моң өйрәтеп ултырмаған. Буранбай Ҡотдосов, Ғәбит Арғынбаев, Бирғәле Ибраһимов, Йомабай Иҫәнбаев, Ғиниәт Ушанов, Рәхмәтулла Бүләкәнов, Ишҡәле, Ишмулла, Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар, Кәрим Дияров, Ғата Сөләймәнов, Мөхәмәт Түләбаев кеүек мәшһүр ҡурайсылар халыҡ араһында танылған оҫталарҙы тыңлап өйрәнгән. Мин үҙемдең уҡыусым Роберт Юлдашевҡа, тарихи көйҙәребеҙҙе еренә еткереп уйнамайынса, ҡурайсы дәрәжәһенә өлгәшә алмайһың, тип әйтеп киләм. Музыка йүнәлешендәге уҡыу йорттарында ҡурай һөнәренә уҡыусылар дәрестән тыш та үҙаллы әүҙем шөғөлләнһендәр, эҙләнһендәр ине. «Йәйләүгә берәй яҡтан күренекле ҡурайсы килгәнен ишетһәм, ул туҡталған тирмәгә барып, ҡунаҡ ултырған тәңгәлдән ипләп кенә кейеҙҙе бәке менән тишәм дә, тегенең ҡурайҙа нисек уйнағанын күҙәтәм, тыңлайым», – тип һөйләй торғайны Кәрим ағай Дияров. Аллаға шөкөр, байтаҡ традицион ҡурайсыларҙың яҙмаларын табып була, шул яҙмаларҙы тыңлап өйрәнһен ине бөгөнгө йәштәр.
Традицион ҡурайсылар тәрбиәләү маҡсатында 2001 йылда республика ҡурайсылар бәйгеләренең икенсе турына билет системаһын индерҙек, сөнки күптәрҙең репертуары һай, тарихтарын белмәйҙәр. Тарихын белмәгәс, көйҙө бөтә нескәлегендә яңғырата алмайҙар. 50 билеттан башлағайныҡ, хәҙер уларҙың һаны 110-ға етте. Башта етди ҡараманылар. Әммә билет системаһының уйын түгеллеген тиҙ төшөндөләр. Был көйҙәрҙе баһалама ағзалары мотлаҡ белергә тейеш. Белмәгән кешенең баһалап ултырыуы ҡатнашыусының йөрәгенә теймәйме ни?! Көйҙө йөрәге аша үткәрмәйенсә, нисек дөрөҫ баһа бирә ала ул?! Шуға ҡурайсылар, баһалаусылар үҙҙәре лә билет алып уйнап күрһәтһен, тигән талап ҡуя башланы. 2006 йылдан алып үҙем дә, икенсе тур алдынан билет алып, уйнап күрһәткеләнем. Беренсенән, шулай булыуы дөрөҫ. Икенсенән, бәйгесегә мораль йәһәттән ярҙам. Юлай ағай ҙа һынауҙы үтте бит әле, уның да көйҙө онотоуы, иҫенә төшөрә алмауы мөмкин ине, ә бына билет алды ла уйнаны, тип уйлай улар… Хәҙер, Аллаға шөкөр, бәйгеселәр ҡурҡмай сыға.
– Һеҙ оҙаҡ йылдар Башҡортостан телевидениеһында «Хазина» тапшырыуын алып барҙығыҙ. Был тапшырыу нисек барлыҡҡа килде?
– 1991 йылдың 21 июлендә телевидениеға эшкә алдылар. Беҙҙә халыҡ ижадына бәйле тапшырыуҙар аҙ икәненә иғтибар итә торғайным. Был хаҡта «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының ул саҡтағы етәкселегенә лә әйттем. Тәҡдимемде ҡабул иттеләр һәм «Хазина» ижад берекмәһе барлыҡҡа килде. Иң тәүге тапшырыуҙы Сөләймән Абдуллиндан башланым. Оло йәштәге халыҡ ижады маһирҙары менән тапшырыуҙар эшләп өлгөрөү маҡсаты тора ине минең алда. Хоҙайға шөкөр, байтаҡ шәхестәребеҙҙе мәңгеләштереп ҡалыуға өлгәштек. 300-ҙән ашыу яҙма телевидение фондында һаҡлана хәҙер.
Шулай уҡ «Хазина» хаҡында хазина» тигән тапшырыуым да бар. Тормош бит бер урында тормай, ниндәйҙер өҫтәмә мәғлүмәттәр билдәле була, тапшырыу геройҙарына ҡағылышлы яңылыҡтар ҙа килеп сыға.
«Хазина» тапшырыуын халыҡ әле лә һорай. Быйыл, Алла бойорһа, ошо эште яңынан дауам итербеҙ, тип торабыҙ. Телерадиокомпания етәкселеге ҡаршы түгел.
– Һеҙ быға тиклемге әңгәмәләрҙә, үҙегеҙ яҙған мәҡәләләрҙә көйҙәребеҙҙең, йырҙарыбыҙҙың коды булыуы, уның ҡан хәтере аша бирелеүе тураһында әйткәнегеҙ булды...
– Эйе, көйҙәребеҙҙең, йырҙарыбыҙҙың коды бар. Кодҡа инә алмаһаң, көй ҙә, йыр ҙа юҡ, ә улар ҡурай моңона нигеҙләнгән. Ул код – беҙҙең ҡаныбыҙҙа, башҡорт рухлы булыуыбыҙҙа. Башҡорт рухы юҡ икән – ҡурайсы ла, йыраусы ла юҡ.
Башҡорттоң милли гимны булған «Урал»дың коды – иң ҡатмарлы код! Ҡайһы берәүҙәр уны «Буранбай» менән сағыштырып, «Урал»ды йырлау еңелерәк, ти. Бының менән килешмәйем. «Урал»ға башҡорт халҡының бөтә тарихы һыйған. Әҙеһәм Исҡужин, Сөләймән Абдуллин, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Иншар Солтанбаев, Абдулла Солтановтар башҡарыуында «Урал»ды тетрәнеп тыңлайым. Уны теләһә кем йырлай алмай, йырлауын йырлар ҙа, тик «Урал» булмаҫ.
Йыш ҡына конкурстарҙа ла, элегерәк «Хазина» тапшырыуын төшөргәндә лә шундай бер күренешкә тап булып, һоҡлана торғайным. Мәҫәлән, Туймазыла «Оҙон көй» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара бәйгеһендә күрше төбәктәрҙә, үҙебеҙҙең көнбайыш, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа йәшәүселәр араһында башҡорт халыҡ йырҙарын шул тиклем оҫта башҡарыусыларҙы күрергә насип булды.
Балтас районы Нөркә ауылы килене (сығышы менән Татарстандың Аҡтаныш районы Ямаҙы ауылынан) Светлана апай Вәлиеваның сығышы ныҡ иҫтә ҡалған. Башҡортлоғон белде, улай ғына ла түгел, шул тиклем рухлы ине! Бала саҡтан башҡорт телендә һөйләштек, рәхәтләнеп башҡорт көйҙәрен башҡарҙыҡ, ти. Башҡа тарафтарға барһаҡ: «Ана, башҡорт районынан килгән, әйҙә, башҡорт йырын йырлап күрһәт», – тип һорап йырлата инеләр, ти. Светлана апай вафатынаса оҙон көйҙәр башҡарҙы, халҡыбыҙҙың патриоты булды.
Йәки икенсе миҫал. Борай районының Оло Баҙраҡ ауылында Советтар Союзы Геройы Тажетдин Ғиләжетдинов хаҡында тапшырыу төшөрҙөк. Сирләп түшәктә ята ине. Беҙ килгәс, саҡ ҡалҡынып: «Беҙ Эске йылан ырыуы башҡорттарыбыҙ», – тигәйне, илап ебәрә яҙҙым. Ана шулай, башҡортлоҡто сит-ят йоғонто менән генә оноттороп булмай, етди кешеләр барыбер үҙ тамырҙары менән ҡыҙыҡһына, тарихын, шәжәрәһен өйрәнә, белә. Был да шул кодтың тәьҫирелер, ҡан хәтере аша күсеүелер тип ышанам.
– Интернет селтәрендә ейәнегеҙ Азаматтың башҡорт халыҡ йыры «Сибай»ҙы башҡарыуын ишетергә тура килгәйне. Тимәк, баяғы һеҙ әйткән код эшләй...
– Интернетҡа үҙенә әйтмәй һалғандар. Азамат хаҡында әлегә ни ҙә булһа һөйләү иртәрәк, тип уйлайым, шулай ҙа уға ҡарап ҡыуанам. Ҡурай менән мауығып, дәрестәр алып йөрөй, ҡәҙимге генә килеп сыға. Мин йырлаған йырҙарҙы тыңлап, отоп алырға тырыша. Һеҙ әйткән «Сибай»ҙы ярата. Былтыр йәйгеһен ейәндәр менән Талҡаҫ күле буйында ял иттек. Иҫке Сибайға юл төшкәс, Атайсал тауына мендек. Азамат улым шул тау башында «Сибай»ҙы йырланы, мин ҡурайҙа уйнаным. Унан инде ул «Урал»ды уйнаны, мин йырланым.
– Ғүмерҙең етенсе тиҫтәһен теүәлләп, һикһән тигән үргә ҡарай юл алғанда, үткәндәрҙе барлап, нимә әйтерһегеҙ? Һеҙ бәхетле кешеме?
– Алда әйтеп үткәнемсә, атай-әсәйем, туғандарым, дуҫтарым, яҡташтарым менән бәхетлемен. Уҡытыусыларымдан, остаздарымдан уңдым. Тормошомда ваҡытында дөрөҫ юл күрһәткән, күңелем ҡушҡанды эшләргә йүнәлткән кешеләр булды. Уларға рәхмәтлемен.
Ғаиләмдән – кәләшемдән, ҡыҙымдан уңдым. Тормошобоҙҙоң йәме булып ейәнебеҙ Азамат менән ейәнсәребеҙ Мәликә үҫеп килә.
Шулай тура килде: ғүмерем башҡорт моңон һаҡлаусылар янында үтте һәм дауам итә. Һәм мин шуның менән бәхетлемен. Аллаһ бойорһа, киләсәктә лә туған халҡымдың аҫыл хазиналарын һаҡлау, яҡлау йүнәлешендә эшләргә дәрт-дарман етерлек. Һаулыҡ ҡына булһын!
Фотолар ғаилә альбомынан.
Белешмә
Юлай Ишбулды улы Ғәйнетдинов 1954 йылдың 8 ғинуарында Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында донъяға килгән. Тыуған ауылында – һигеҙ класс, Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) урта белем ала. Башҡорт дәүләт университетының математика факультетын тамамлай, әммә ғүмеренең күпселек өлөшөн башҡорт халыҡ сәнғәтенә арнай, оҙаҡ йылдар Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының «Хазина» ижад берекмәһе етәксеһе була. Ул – башҡорт музыка, бейеү фольклорына, йолаларына арналған 300-ҙән ашыу телевизион тапшырыу, фильмдар авторы. 1978 йылда ҡурайсыларҙың Йомабай Иҫәнбаев исемендәге 1-се республика бәйгеһендә Гран-приға, 1983 йылда Венгрияла 9-сы Халыҡ-ара фольклор фестивалендә «Музыкант призы»на лайыҡ була. 1990, 2000, 2003 йылдарҙа Японияла Халыҡ-ара, Бөтә донъя фольклор фестивалдәрендә сығыш яһай, 2004 йылда шул уҡ илдә фольклор фестивалдәрен ойоштороу комитетының «Япония – Башҡортостан мәҙәни бәйләнештәрен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» рәхмәт хаты менән бүләкләнә.
Юлай Ғәйнетдинов – Рәсәй Федерацияһының һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.