Все новости
Новости
20 Мая 2023, 16:49
ОБЩЕСТВО

“Изге ҡомартҡыларҙы барып күрҙек!..”

Бөгөн Татарстандың Булғар ҡалаһында Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салләлааһу ғәләйһи үә сәлләмгә бәйле аҫарҙар күргәҙмәһе асылды.

Реликвиялар Махачкала ҡалаһынан Ҡазанға махсус рейс менән килтерелде. “Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәр! Һеҙгә Дағстан Республикаһы мөфтөйө Әхмәт хажи Абдулаевтың ҡайнар сәләмдәрен тапшырырға рөхсәт итегеҙ! Пәйғәмбәребеҙгә (салләлааһу ғәләйһи үә сәлләм), Уның ғаиләһенә һәм сәхәбәләренә  ҡағылышлы  әйберҙәр  бар мосолман  донъяһында ҡәҙерләп һаҡлай  торған изге ҡомартҡы. Әлеге реликвиялар ер шарының төрлө мөйөштәренән йыйып алынған, улар Дағстандағы Ғайса пәйғәмбәр исемендәге руханиәт үҙәгендә урынлашҡан музейҙа һаҡланасаҡ,” – тине мөфтөй урынбаҫары Мөхәммәтрәсүл Саадуев.

          Был иҫтәлекле һәм ҡыуаныслы ваҡиғанан Башҡортостан мосолмандары ла ситтә ҡалманы. Ҡәҙерле ҡомартҡыларҙы барып күреү өсөн күрше республикаға юлланды.

          Сәфәрҙәштәремдең тәьҫораттары менән уртаҡлашам:

Ләйсән Бәхтиева, Өфө ҡалаһы: “Донъялағы иң яҡшы кешенең тотҡан әйберҙәрен: тәгәсен, ҡылысын күрермен, тип бер ҡасан да уйламағайным. Ысынында, мин был күргәҙмәнән һуң мин үҙемде Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм һәм уның яҡындары янында ҡунаҡта булып ҡайтҡан кеүек тойҙом. Ошонан да олораҡ бәхет бармы һуң мосолман өсөн?!”

 

Алһыу Зингнәтуллина, Балтас районы: “Әлхәмдүлилләһ, тормош иптәшем менән икебеҙ ҙә дин юлындабыҙ. Изге ҡоматҡыларҙың Болғар ҡалаһына килтерелгәнен ишеткәс, бөтә эштәрҙе ташлап, юлға сыҡтыҡ. Күргәҙмәне ҡарап йөрөгәндә, әйтеп бөткөһөҙ бәхет кисерҙем. Ғәйшә, Фатима раҙыйаллаһу ғәнһәгә ҡағылышлы ҡомартҡылар эргәһендә: “Йә Раббым, миңә лә, минең ҡыҙҙарыма ла ошо күренекле ҡатындарға хас  күркәм холоҡ бир. Ҡиәмәт көнөндә  Пәйғәмбәребеҙҙең (ғәләйһис-сәләм)  шәфәғәтен насип ит!” – тип теләктәр теләнем”.

 

Әлфиә Батталова, Өфө ҡалаһы: Тәьҫораттарҙы әйтеп аңлатыуы ҡыйын. Бер уйлағанда ябай йәнһеҙ кейемдәр. Ләкин улар тере йәндәр кеүек беҙҙең менән һөйләшә. Эйе, улар ябай кешеләрҙеке түгел. Эйе, улар беҙҙе мең йыл ярым элек ислам донъяһының нигеҙен ҡорған Бөйөк Аллаһтың иң һөйөклө заттары менән осраштырҙы.

          Бына Пәйғәмбәребеҙҙең (ғәләйһис-сәләм) һөйөклө ҡыҙы Фатимның тирмән ташы. Ауыр ташты әйләндереүҙән сөйәлләнеп, ҡанап бөткән ҡулдары күҙ алдына килә. Бына ул эргәлә генә. Ошо тойғонан күҙ йәштәрен тыйып булмай.

Бына бер яуҙа ла еңелмәгән батыр сәхәбә Хәлидтең ҡылысы, тимер кейеме... Ул да эргәлә генә.

          Бына күкрәгенә таш һалып язалағанда ла: “Аллаһ бер!” – тип бармағын күтәрә алған, Исламдағы тәүге мәзин Билалдың ҡылысы...

          Һәр бер ҡомартҡы янында ҡуҙғалмай оҙаҡ баҫып торғо, уларҙы ҡулға алып һыпырғы, яратҡым килде. Һәр бер ҡомартҡы эргәһендә кинокадрҙар кеүек тарихи ваҡиғалар күҙ алдынан үтә. Ләкин улай ғына ла түгел. Был әйберҙәрҙән көслө энергия килә. Улар тере зат һымаҡ. Уларҙың энергетикаһы туп-тура йөрәккә килеп инә һәм илата башлай. Юҡ, быны аңлатып булмай...”

 

Светлана Ғәлиуллина, Өфө ҡалаһы: “Юлда йөрөгәндә иптәшең үҙеңдән яҡшы булһын, тигән боронғолар. Аллаһҡа шөкөр, беҙ ҙур төркөм булып йөрөп ҡайттыҡ. Изге сәфәр беҙҙе тағы ла нығыраҡ татыулаштырҙы. Юлдаштарым менән аралашҡанда шул асыҡланды: уларҙың һәр береһенең йөрәгендә ҡасан да булһа Аллаһ Илсеһе Мөхәммәт салләлааһу ғәләйһи үә сәлләмгә бәйле ҡомартҡыларҙы барып күреү теләге булған икән. Яҡшы нимә уйлаһаң, ул алдыңа килә тигәндәре раҫтыр. Илаһи тулҡынландырғыс мәлде көтөп алдыҡ. Шатлығыбыҙ эсебеҙгә һыймай, ҡәҙерле ҡомартҡыларҙы илай-илай ҡараныҡ.

Шундай оло бәхеткә ирештергән Аллаһыбыҙға рәхмәттәр уҡып, илебеҙ тыныслығын һорап, доғалар ҡылып ҡайттыҡ”.

Зөлфиә Ханнанова

Читайте нас: