Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағандан һуң Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы егерме йылға яҡын «Сибайский рабочий» гәзитендә эшләй. Артабанғы хеҙмәт юлы «Известия Башкортостана», «Республика Башкортостан» гәзиттәре, БР Хөкүмәтенең Мәғлүмәт идаралығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығы менән бәйле була. Республика журналистары уны әүҙем журналист булараҡ белә һәм хөрмәт итә.
"Ватандаш" журналында Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙының замандаштарыбыҙ хаҡындағы очерктары, республика журналистикаһы тураһындағы мәҡәләләре йыш баҫыла һәм уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителә.
Коллегабыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлап, ижади уңыштар, имен тормош һәм сәләмәтлек теләйбеҙ!