Яҙманы башҡа сығанаҡтарға күсереү тыйыла.
1
Табип бүлмәһенән тамам шаңҡып, һеңгәҙәп килеп сыҡты. Боҙло һыуға ҡойондорғандай хәбәрҙе иҫке халат, туҙып ялпашҡан башлыҡ кейгән урта йәштәрҙәге ир һалды: “Һеҙ енси юл менән эләккән йоғошло ауырыу менән сирләйһегеҙ!” Ҡурҡыныс яңылыҡ шундуҡ быуындарын ҡалсылдатты, тотош тәненән өшәндергес дерелдәү йүгереп үтте. Торҙо, алдында ятҡан күн плащын, сумочкаһын нисек етте шулай эләктереп, сығыу яғына ҡарай атланы. Эш аҙағы булғанлыҡтан бушап ҡалған коридорҙы йыуып, оҙон рәткә теҙелгән эскәмйәгә тартым ағас ултырғыстарҙы тәртипкә килтереп аҙапланған йыйыштырыусы, һуңға ҡалған пациентты бар тип тә белмәй, махсус ҡулайламаға беркетелгән йыуғысын линолеум йәйелгән иҙән йөҙөндә уңлы-һуллы ялпылдатып эргәһендә мөштөрҙәргә кереште. Тегегә өҙөп-өҙөп бышылданы: “Прошу Вас, оставьте меня в покое!” Уның кәйеф торошон, көйәләнеүен һиҙемләгән ҡатын, һимеҙ кәүҙәһен ҡабаланмай ҡуҙғатып, байпаңлап атлап оҙон коридорҙың икенсе осона йүнәлде.
Кейем аша тәнде өшөткән стенаға арҡаһы менән һөйәлде, башын артҡа ташлап онотолғандай күҙҙәрен йомдо, әммә оҙаҡҡа түгел, тамаҡ төбөнән ҡыҫылып сыҡҡан ғыжылдаҡ өндәшеүҙән йәнә һиҫкәнде. Уны ҡабул иткән әрпеш ҡиәфәтле теге табип икән. Әйткәндәрен ишетеп өлгөрмәгәнлектән, ҡабатлап һораны:
– Ғәфү итегеҙ, нимә тинегеҙ?
– Мине аҙаҡҡаса тыңлап бөтмәнегеҙ бит. Енси бәйләнештән йоҡҡан ауырыуҙарҙың да төрлөһө була. Етди тотонғанда, бер ай тирәһендә сәләмәтләнергә мөмкин. Улай бөтөрөнөп, паникаға бирелеү урынһыҙ. – Мыҫҡыл иткәндәй, түбәнһеткәндәй текәлгән.
Диагноздың үтә хәүефле түгеллеге ҡайһылыр кимәлдә уға йән өрҙө.
– Нимә, мине уйнашсы, тимәксеһегеҙме?
– Аллам һаҡлаһын! – Табип аҡланғандай ҡулдарын йәйҙе. – Улай тип әйтмәнем һәм әйтергә лә йыйынмайым, бары ауырыуығыҙға ҡағылышлы дөйөм мәғлүмәтте генә еткерҙем, юғиһә саманан тыш хафаланыуығыҙ йөҙөгөҙгә сыҡҡан. Әгәр яңылыштан урынһыҙ һүҙҙәр әйтеп рәнйетһәм, берүк кисерегеҙ! – Әңгәмәгә әүәҫ табип ҡойолдороп лыбырҙаны.
– Ярай, мөһим мәғлүмәтте алдыҡ та икән, ти, ары нимә?
– Һеҙгә кисекмәҫтән анализдар тапшырып, яңынан ентекле тикше-реү үтергә кәрәк. Мотлаҡ үтәлергә тейеш ошо эштәр һуңғы сиктә һеҙ-ҙең файҙаға ғына буласаҡ. Көн һайын телевизорҙан рекламаланған дарыуҙарға алданып, үҙаллы дауаланырға маташмағыҙ, өҙлөгөрһөгөҙ, төҙәлә алмаҫһығыҙ, сирегеҙ хроник йүнәлеш алыр.
– Мин телевизор ҡарарға яратмайым!
– Бик тә дөрөҫ эшләйһегеҙ! Улайһа, әйҙәгеҙ, хәҙер үк килешәйек.
Ҡабат-ҡабат әйттермәй, повестка ебәреп саҡырттырмай ғына беҙгә ҡасан килә алаһығыҙ? – Һырты йөнтәҫ бармаҡтар тәртипһеҙ һибелгән сәстәрҙе аралап рәткә килтерҙе, насар ҡырылған шырт сикәләрҙе ыуҙы.
Повестканы хәтергә төшөрөү уны яңынан ҡурҡыуға һалды.
– Был хаҡта, зинһар, бер кем дә белмәһен!
Табип, башлағанын әйтеп бөтөргә бирмәй, фәлсәфәүи тонда бүлдерҙе:
– Ул турала һүҙҙең булыуы мөмкин түгел! Беҙ, табиптар, диплом алған саҡта Гиппократ анты бирәбеҙ. – Алаптай ауыҙының йоҙаҡта икәнлеген белдереп, һуҡ бармағын ирендәренә тейҙереп алды. – Һинең кеүек пациенттар поликлиникаға көн барышында әллә күпме килә. Уларҙың серен һаҡлау – беҙҙең профессиональ бурыс!
“Һингә күсеп, әйтерһең, анау ҡатынға өндәшә. Мәғлүмәтле күренергә тырышып, урынһыҙ аҡыл һата тупаҫ, әҙәпһеҙ, тәрбиәһеҙ баҙар мужигы! Кем менән һөйләшкәнен белһә, башҡасараҡ һайрар ине!”
Ябай халыҡ өсөн тәғәйенләнгән ғәҙәти поликлиникаға килеүенә үкенә биреп тә ҡуйҙы. Ауырлыҡһыҙ, сиратһыҙ шәхси табибына бара ала ине, әммә шикле сире хаҡында һүҙ таралыуҙан ҡурҡты. Түләүле медицина үҙәгендә уны таныйҙар, бында – йөҙәрләгән пациенттарҙың береһе генә.
– Һин мине тыңлайһыңмы ул?
– Эйе, эйе, тыңлайым.
Арт яҡтан эләктермәле халаттың һәлберәй биреп күренгән кеҫәһенән сыҡҡан арзанлы сигарет ҡалын ирендәр ситенә ҡыҫылды. Быҫҡыған ҡуйы тәмәке төтөнө танауҙы ярҙы. Коридор осонан әсе сәрелдәү ишетелде:
– Тәмәкеңде тышҡа сығып тарт, күпме әйтергә мөмкин!
Иҫкәрмә алыусы ҡылъяйманы ла, әйтерһең, уға түгел, кемгәлер сит берәүгә әйтәләр. Был, ысынлап та, үтмәҫ балта менән әтмәләнгән му-жик!
Ир уның ҡуңыстары өҫ яҡтан кипсәлдерелгән ҡиммәтле итектәрен, джинсы салбарын, ире менән барғанда Италиянан алып ҡайтҡан затлы джемперын, еренә еткереп тәрбиәләнгән йөҙөн, ҡыҫҡа итеп киҫтерелгән сәстәрен аҫтан өҫкә ҡарай һөҙөп күҙҙән үткәрҙе. Ҡаршыһында юғары ҡатлам кешеһе икәнлекте һиҙә, тик әлеге мәлдә аңлашыуҙары – ҡабул итеүсе табип һәм пациент кимәлендә, шуға нотоҡ һөйләй, өйрәтеп маташа.
– Сиргә ҡағылышлы мәғлүмәтте ерле-юҡҡа ҡуйыртыу кемгә кәрәк?Беҙҙең өсөн мөрәжәғәт итеүселәрҙе дауалау, сәләмәтләндереү мөһим. Ә һинең сетерекле проблемаға килгәндә, әйттем бит инде – артыҡ хәүефләнергә урын юҡ. Ул ғәҙәти тымау ише тиҙ тарала, сөнки бөгөнгө йәмғиәттә көндән-көн енси бәйелһеҙлек арта.
“Ауыҙыңды үлсәп асырға өйрәтер инем, урыны түгел!” Асыуын йотоп, ризалығын белдерҙе:
– Мин килермен, оҙаҡҡа һуҙмайынса килермен. – Һаубуллашыуҙы урынһыҙға иҫәпләп, ҡырт боролоп сығыу яғына йүнәлде. Ишек ауыҙына еткәнсе арҡаһы менән табиптың мыҫҡыллы күҙәтеүен тойҙо.
“Тойота”һын коттедждың подвалында урынлашҡан иркен гаражда ҡалдырҙы, лифт ярҙамында күтәрелеп йортҡа инде. Аҫҡы ҡатта ишек төбөндә – сисенеү урыны, ҙур зал, ашхана, джакузи, гидромассаждан һуң ял итеү өсөн ҡулайлаштырылған ыҡсым өкәлтәк. Әйләнмәле баҫҡыстар буйлап күтәрелһәң, өҫкөһөндә – ҡара күн тышлыҡлы йомшаҡ диван, ҡәнәфиҙәр, журнал өҫтәле ҡуйылған урталыҡ, китапхана, иренең эш кабинеты, йоҡо бүлмәләре.
Плащын элгескә элеп, итектәрен систе һәм, зал ҡырлауындағы диванға сумып, ҡараңғы тәҙрәгә текәлде. Тышта – йәй аҙағының быҫҡағы, күк менән ерҙе һорғолт болот шаршауы тоташтырған. Ана шул еүеш ҡараңғылыҡ, буръяҡлы, дәһшәтле тулҡынға әүерелеп, тәҙрәне емереп, Айвазовскийҙың стеналағы “Туғыҙынсы вал” картинаһын иҙәнгә йыуып төшөрөп, тотош торлаҡты баҫыр төҫлө. Диңгеҙҙәге көслө дауыл әсирлегендә ҡалған бисараларға йәлләп ҡараны, үҙен ошо минутта мач-та ағасына сат йәбешеп нисек тә йәшәргә тырышып ятҡан бахыр хәлендә тойҙо.
– Салима, ты где?
Баҫҡыстан йүгерә-атлай һомғол буйлы ҡыҙ төштө.
Йәшлеген хәтерләткәнгәме, уны үҙ күрә, ә Сәлимә яҡынлыҡты ҡабул итә һалып бармай. Әле лә рәсми арауыҡ һаҡланы:
– Хәйерле кис, Наина Васильевна! Ингәнегеҙҙе абайламағанмын да. Өҫтәмә лекциялар тыңлап, практик эштәремде тапшырып һуңлап киттем, шуға киске ашты әҙерләп өлгөрмәнем. Берүк ғәфү итегеҙ…
– Юҡ-бар менән мәшәҡәтләнмә, ашағым килмәй! – Шулай тине лә, йөҙөн ризаһыҙ сирып, саф башҡортсалап яуапланы: – Берәй нимә кәрәкһә, һуңынан саҡыртырмын! – Берауыҡ өндәшмәй ултырҙы, ҡыҙ ҙа күрһәтмәләр көтөп шымтайған. Ниһайәт, тарҡау зиһенендә фекер төйөнләнде. – Бына нимә, Сәлимә, бөгөн кис мине борсоусы булмаһын!
– Әгәр Виктор Николаевич…
– Ул шылтыратҡан хәлдә, апай әхирәтенә ҡунаҡҡа китте, телефонын өйҙә онотоп ҡалдырған, тиерһең.
– Бәлки, сәй эсерһегеҙ?
– Һуңынан, тинем түгелме?! – Ярһыуын баҫырға теләп, һүҙҙәрен теш араһынан һыҡты. – Тамағыңды туйҙыр ҙа, бүлмәңдә дәрестәреңде ҡараштыр, һиңә бит иртә таңдан институтҡа!
Бына ул яңғыҙы, тирә-яғы шаңғырап бушап ҡалған. Йәнендә – һыҙланыулы бөләңгертлек, мейеһен берәй йүнле фекер ҙә йыбырлат-май, исмаһам. Журнал өҫтәлендәге графиндан гәлсәр һауытҡа әфлисун һуты ҡойоп уртлағас, ҡулдарын тубыҡтарына терһәкләне лә, ҡуш йоҙроҡтарына эйәген терәп, тынып ҡалды.
Яңыраҡ ҡына Ҡара диңгеҙ буйынан ялдан ҡайтты. Виктор Николаевич, эш күплеккә һылтанып, бында ҡалғайны. Әле ул шул нефть эшкәртеү заводының тышҡы бәйләнештәрен яйға һалыу маҡсатында Мысырға командировкаға киткән, телефон аша ғына аралашалар. Эштәре тамамланһа, бер юлы аҙна-ун көн шунда ял итеп тә ҡайтмаҡсы.
Курортта йәш, зыялы ҡиәфәтле, фырт кейенгән берәү менән таныш-ты. Һылыулыҡты баһалай белгән, ял итергә тип көтөүе менән килгән ҡатын-ҡыҙҙар араһынан фәҡәт уны ғына айырып-абайлап өлгөргән һөймәлекле зат өлтөрәп янына килә һалып етте, бешкән сливаға оҡшаған һорғолт күҙҙәрен яндырып, ярамһаҡланыуҙы хәтерләткән, әммә йәнен ҡытыҡлаған комплимент әйтте, шунан түбәнселекле баш эйҙе: “Эдуард. Ә һеҙ, ябай ғына итеп, Эдик тип мөрәжәғәт итә алаһығыҙ”. Мажара эҙләгән, ғишыҡ көҫәгән остоҡайға күпме генә кәрәк тиһең, саҡырыулы көлөп ебәрҙе. Егет тә үҙ сиратында биленә саҡлы бөгөлөп, нәзәкәтле ҡыланып ҡулынан үпте, етеҙ ҡуҙғалып, ултырғыс тартып эргәһенә ҡунды, уның тулы түштәрен, әле көньяҡ ҡояшына янып өлгөрмәгән тығыҙ балтырҙарын, тумалаҡ осаһын әрһеҙ ҡарашы менән һыйпаны. Ымһыныулы күҙәтеүҙе тойоу йәненә майҙай яғылды ҡатындың.
Тәүге көндән үк Эдуард уның эргәһенән бер тотам ҡалманы. Диңгеҙҙә ҡойонған мәлдә лә, осраҡлы бәрелеүгә оҡшатып, нескә, һиҙгер ерҙәренә ҡағылып-ҡағылып ала. Ул да ылдый, ҡаршылыҡһыҙ, күрмәмеш тә һиҙмәмеш. Ҡайтышлай кафеға инделәр. Сығыр саҡта официант иҫәп чегын килтергәс, Эдуард кеҫәләрен һуҡҡылап аптыранды, портмонеһын бүлмәһендә онотоп ҡалдырған икән. Ә ул ваҡланмай, эре, һауалы ҡиәфәттә валюта менән иҫәпләште, хеҙмәтләндергән өсөн сәйлек тигәнде лә меню папкаһының араһына ҡыҫтырҙы. Шул мәлдә слива күҙҙәр ҡомһоҙ, ҡыҙыҡһыныулы янып китте. Ул кис егет үтә лә һүҙсән ине, әңгәмәһе менән арбап-әүрәтеп оҙата килде, арыным, йоҡом килә, тип әҙәп йөҙөнән генә һылтаулаһа ла, әрһеҙләшеп, яртылаш ябылған ишек ярығына тығылды. Ысынында иһә ул үҙе үк быны теләй һәм көтә ине. Аулаҡта ҡалыу менән тартыныуһыҙ бер-береһенең ҡосағына таш-ландылар. Ҡабаланып-ҡарһаланып өҫтән йолҡонған кейем-һалым тирә-яҡҡа осто. Керпек тә ҡаҡмай төн уҙғарҙылар. Ҡарыулы ине һөйәр, әйтерһең, уны бәйелһеҙ, оятһыҙ, этеп алып барған дәрт-дармандан ғына әүәләгәндәр. Даими осраша башланылар, Эдуард бер урынлыҡ, бай йыһазландырылған люксҡа кәрәк-ярағын алып күсенде. Ял итеүселәр уларҙы ир менән ҡатын итеп ҡабул итте. Ашханаға йөрөүҙе оноттолар, аш-һыуҙы түшәккә килтертәләр, шунда ятҡан килеш тәғәмләнәләр. Ҡатын хеҙмәтләндереүселәр менән дә ваҡланмай хисаплаша, быға иркәләүҙәргә һәм ашау-эсеүгә талымһыҙ ҡунағы ла ҡаршы түгел. Айырылышыр көндө телефон номерҙары менән алмаштылар, көн һайын шылтыратышырға, мөмкинселек сығыу менән осрашырға һүҙ ҡуйыштылар. Һуңғы минуттарҙа ғына Эдуард Мәскәүҙә йәшәүен, ниндәйҙер реклама компанияһында эшләүен әйтте. Поезд ҡуҙғалып китеү менән, ҡатын-ҡыҙ ғорурлығын еңеп, үҙе һөйләшеп алырға итте. Телефонда операторҙың рәсми иҫкәртеүе яңғыраны: “…номер не су-ществует!” Бер аҙҙан шылтыратыуҙы тағы ҡабатланы, яңынан шул уҡ һүҙҙәрҙе ишетте. Уның өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер, мөхәббәт утын-да янған ғашиҡ эҙһеҙ-хәбәрһеҙ юғалды. Кәрәк була ҡалһа тип сумаҙан төбөндә биш мең доллар һалынған конверт һаҡлай ине, юлды яртылағас, уның да юғалыуы асыҡланды. Урлашыу менән генә сикләнмәгән, йәмһеҙ эҙ ҙә ҡалдырған, әшәкеләгән, бысратҡан. Шаҡшы!
Ауырыу ҡайтыу менән үк үҙен тиҙ һиҙҙертте: тән температураһы күтәрелде, шөбһәләнерлек башҡа билдәләр ҙә ҡалҡып сыҡты. Үтер әле, тиһә лә, сире етдиләнә башлағас, йәшенеп-боҫоп тигәндәй, эш көнө та-мамланыр алдынан ҡала поликлиникаһына килде.
“Был аяҡ аҫтында ятҡан бәләнән нисек ҡотолорға? – Башынан сыҡмаған, өҙлөкһөҙ мейеһен игәгән бәйләнсек уйҙы күңеленән ҡыуалап үҙен-үҙе дәртләндерҙе. – Ничего, бынан да хәтәрерәк ситуацияларҙан ҡоро сыҡҡаным бар. Виктор Николаевич ҡайтыуға аҙна-ун көн самаһы ваҡыт бар, ошо арауыҡта яйын, юлын, хәйләһен табырмын.”
Наина Васильевна ҡулдарын ҡаушырып ҡулайлап ултырҙы ла хәтирәләргә бирелде.
2
– Балам, тор инде, түшәгеңдә бигерәк оҙаҡ наҙланаһыңсы, ана, агроном Ғәлимйән көтөү ҡыуғанда уҡ атын егеп баҫыуға сығып китте. Тор, урыныңды йыйыштыр ҙа сәйҙән һуң инешкә һыуға барып килерһең, өй тирәһендә башҡа мәшәҡәттәр ҙә етерлек. – Әсәһе һәүетемсә, орошмай ғына һөйләнә. – Йоҡо һимерткәнеңде атайың күреп ҡалһа, ни тиер? Уның ҡырыҫ холҡон беләһең.
Ҡыҙ тәмле итеп иҫнәне, ҡоласын ташлап кирелде. Ҡояш, өй эсен нурҙарға күмеп, урам яҡ тәҙрәнең өҫкө өлгөһөнә менеп үк ҡунған икән дә баһа. Таң әтәстәре ҡысҡырғансы дауам итте клубтағы уйын, шуға үлтереп йоҡоһо килә, тағы саҡ ҡына, бына ошолай күҙҙәрҙе ҡыҫып, ойоп ҡына ятырға ине. Әсәһе ҡыҙының нәфис буй-һынына һоҡланыулы ҡараш атып, мендәрҙе гөпөлдәтеп ҡабартты, карауаттан яртылаш һалынған юрғанды ҡалҡытып, уны тыҡшырып боҫормаларға, әбеүләргә* ашыҡты:
– Быға бер нимә хаҡында тумбытаһың, ә ул, ирештергәндәй, киреһен ҡайыра.
Иртәнге сәй янында атаһы уға түгел, ҡаршыһындағы ҡатынына ҡарап, ҡырыҫ ҡиәфәттә һалпыш ҡаштарын төйҙө:
– Сания, ҡыҙыңды һуңға ҡалғансы йөрөтмә, тип һиңә күпме әйтергә мөмкин! – Әйтерһең, һүҙ ҡыҙы хаҡында түгел, сит-ят кеше тураһында бара.
Сынаяҡтарға пары борхоған самауырҙан һыу ағыҙып аҙапланған әсәһе, янып уҡ китмәһә лә, сәсрәп сыҡты:
– Ул ғына тиһеңме, тотош ауыл йәштәре шул колопҡа йыйыла! Инде килеп, бер ғәйепһеҙ мин минауат. Нәйләң эргәңдә түгелме? Көн һайын ыжығаныңды тәфсирләп төшөндөр үҙенә.
– Ҡыҙ тәрбиәләү, уны йорт эштәренә өйрәтеү тулыһы менән һинең өҫтә, әгәр малай булһа, шығырлатып тәрбиәләр инем, тракторҙан төшөрмәҫ инем. Бала тигәнең бәләкәйҙән эш күреп үҫһен, шул саҡта ғына тапҡанының ҡәҙерен, баһаһын белә. Өй тирәһендәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәреңде ҡуш. Ошоға саҡлы эштән берәү ҙә үлмәгән!
– Әләйгәс, сығарылыш имтихандарын тапшырып йонсоған ҡыҙы-быҙҙы үҙем менән таң һарыһынан һауынға эйәртәйемме? Ял итһен, күңел асһын, йоҡоһон туйҙырһын. Беҙҙе ҡалдырып уҡырға китһә, һағынһаң да ҡыҙың эргәңдә булмаҫ. Ғаиләңде коммунистарса тәрбиәләргә йыйынаһың. Өйөңдә секретарлығыңды онот, алдыңда партия ағзалары түгел, беҙ – ике бөртөгөң утырабыҙ. Ҡаты дисциплинә менән йәшәүеңде ҡасан ҡуйырһың икән, әйтәгүр.
– Сәйең шыйыҡ, Сания, ҡатыраҡ итеп яһа әле! – Атаһы, бәхәскә тартып барған әңгәмәне ҡуйыртырға теләмәй, һүҙҙе ыңғай юҫыҡҡа борҙо. – Кисә эштән ҡайтышлай Ураҙғол, Баланлы Үҙәк буйҙарындағы сабынлыҡтарға һуғылдым. Быйыл яҙ башынан ямғыр йүнләп яумағас, ҡорғаҡһыған ер дыңғырҙап ята, бесән һәрпендеһе сауҡалыҡ араларында, ағас төптәрендә генә күренгеләй. Әпәт кәсилкәгә түгел, кәкре салғыға ҡала инде көн. Барлы-юҡлы нимәне көйҙөрөп бөтмәҫ элек өйә һалырға ине. Емләһәк, арыш һаламын ҡушыштырһаҡ, мал бирешмәҫ, тик шуныһы – был барыш менән барһа, ашлығы наҡыҫланыр. Быйыл ҡоролоҡ килерен күҙалламай, райком бюроһында бөртөклө культураларға йөкләмәне ҙурҙан ҡуйғандар, ырҙын табағын һепереп тә планды үтәрлек түгел. Шул хаҡта беҙҙә үткәрелгән күсмә актив барышында һүҙ ҡуҙғатҡайным да, Беренсегә шыпа оҡшаманы.
– Бесәнгә ҡасаныраҡ төшөрбөҙ икән? Йоманан һуң сабынлыҡтарҙы ыҙанлап сыҡһаң да артыҡ булмаҫ ине, юғиһә Ишкилде Ҡыршый йылдың-йылы беҙҙең Аҡташтағы биләмәнең уныҡы менән сикләш мөйөшөнә рөхсәтһеҙ-ниһеҙ инергә әүәҫ була торған. Иҫең китер ергә туймағанына.
– Әсәһе әңгәмәнән бер аҙ ситләшеп сурытыңҡыраһа ла, бесәнгә төшөү хаҡындағы хәбәрҙе күтәрә һалып ала.
– Сенаж планын үтәп, ҡыр эштәренең яртыһын бөтөү яғына ауҙа-райыҡ башта, ары күҙ күрер.
– Ошондайыраҡ яуапты ишетермен тигәйнем дә, ызнамы яңылышмағанмын. Әгәр бүлексәң эштәрен ырата алмаһа? Ул сағында ни ҡылыр икән ауыл халҡы? Ҡоролоҡ бит һинең сабынлығыңды ғына көйҙөрмәй. Баҫыуҙарҙағы сенажға һалыр үлән һарғайып ҡураған, көнбағышы, кукурузы беләк буйы икән, тип һөйләп торҙо ушутшик Фәриттең бисәһе Таңһылыу, ташҡа үлсәйем. Ете ятты ҡайғыртҡансы, иң әүәл малдың ҡышлыҡ тамағын йүнләйек. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ хәстәрләмәһәк, кеше ҡайғыһы төштән һуң ул, береһе лә бушлай килтереп тоттормаҫ.
– Ауыл советы сессияһының ҡарарынан башҡа бер кемдең дә бесәнгә төшөргә хаҡы юҡ! Это принципально важно! – Әйткәндәренең мөһимлеген күрһәтергә теләгән атаһы урыҫсалап ебәрә.
– Ай, онота ла ебәрәм, халыҡ тулы ышаныс күрһәткән депутатһың да бит әле. Ҡуй инде, Өмбәттә һинән дә текәрәк, кәттәрәкте тапмаҫһың. Улай уҡҡа китһә, бүлексәнең баш бухгалтеры Фәтих ласҡылдатҡансы төкөрөп бирҙе һинең принсиптәреңә, кәбәнлек күбәләрен әҙерләп тә өлгөргән, тип ишеттем әле иртән көтөү ҡыуғанда. Өҫтәүенә, картуфлыҡ баҡсаһын ҡырлатып ни һан умартаһын теҙгән, айыртҡан балын аҙна һайын район баҙарында һатып кинәнә. Рабкооп түрәләренең ауыҙҙарынан сыҡҡансы һыйлап, бисәһе Раузаны еңел эшкә урынлаштырҙы. Үәт, йәшәй беләләр бәғзе берәүҙәр, елгә еленләп, боҙға ла быҙауламайҙар, активистар ише принсипиәлней ҙә түгелдәр.
– Урынлы-урынһыҙға шул Һайыҫҡан Раузаны килтереп ҡыҫтыр-маһаңсы, бытбылдыҡ.
– Ҡыҫтырырмын да, үҙәгемә үткәргәс, нәһеремде ҡоротҡас. Йәш саҡта һинең уға ҡарамауыңдың үсен әле килеп ҡайтара, яйын табып аҙым һайын бәйләнә, битәрләй, лөғәт һата, ғәйбәт тарата.
– Биш былтырғы ваҡиғаларҙы, үпкәне оноторға ваҡыттыр?
– Ҡатын-ҡыҙҙың ҡылығын, холҡон белеп бөтөрмәйһең, пенсияға сыҡҡас та, йәш сағындағы рәнйеүен онота алмай, беҙҙән ҡон ҡайтарып кинәнер әле, бына күрерһең.
Өҫтәл артында һерәйгәнсе тип, Нәйлә күтәрмәгә сығып баҫты, янбашы менән этеп, аласыҡтың ишеген япты. “Нимә ҡыланаһың ул тағы?
Бынау томрала бикләп бышлыҡтыраһың бит! Иртә таңдан ҡайһылай ҡыҙҙыра…” Артында әсәһенең тауышы ишетелде. Ҡайырылып тотҡаны үҙенә ҡарай тартты ла өй солансаһының ҡыйыҡлап ябылған тупһаһына барып ултырҙы. Буялған тупһа таҡтаһы ла аяҡ табандарын ҡыҙған табалай яндырып алып бара. Күләгәлә эҫенән телдәрен һәлберәтеп ятҡан Һорлан аяҡтарына килеп һырылды. Буйға ҙур уҡ күренһә лә, көсөк кенә әле ул. Ат ҡараусы Ғәйнислам ағайҙан алғайнылар. Һөйкөмлө, тоғро эт, үткән-һүткән, сит-ят кешегә өрә һалып бармай, әммә өй тирәһенә малды ғына түгел, күрше-күләндең тауыҡ-ҡаҙҙарын яҡынлатмай. Ялбыр йөнлө һырт буйын һыпырҙы: “Асыҡтыңмы? Бар аласыҡ яғына, әсәйем ашарға сығарыр. – Эттең китергә теләмәүен күргәс, муйынсанан эләктереп еңелсә этте. – Бар инде, ҡамасаулама, тинем бит!” Тегеһе, үпкәләгәндәй, кире урынына барып һуйҙайҙы ла башын алғы тәпәйҙәренә һалды. Ә аласыҡ яғынан һаман да мөңгөрҙәгән тауыштар ишетелә. Өлкәндәрҙең уның өсөн әһәмиәтһеҙ булған йорт мәшәҡәттәре тураһында көңгөр-ҡаңғыр итеүҙәре бер ҡолағынан инә, икенсеһенән сыға.
Күҙҙәрен ҡыҫа төшөп юғарыға, шунан ян-тирәһенә ҡараны. Күк йөҙө һайығыуҙан төбө күренеп ятҡан күл ише төҫһөҙләнеп ҡалған, ҡыҙа барған ер өҫтөнән земберләп һағым күтәрелә. Картуфлыҡ осона уҡ килеп терәлгән сауҡалыҡ, баҡсалағы ҡарт алмағас дым осмотон өмөт итеп тынып ҡалғандар, юғарынан да, түбәндән дә тынсыу ҡайнарлыҡ, ипкен бөркөлә. Кәртә-ҡура тирәһендә тиреҫтә тибенергә яратҡан тауыҡтар әле күренмәй, улар, моғайын, лапаҫ аҫтына инеп боҫҡандыр. Бындай көндә ҡайһылайтып инештән һыу ташымаҡ та башҡа эш менән шөғөлләнмәк? Тороп баҫты, уры-нында тапанды, теләкһеҙ генә ишек алдын һөҙөп күҙҙән үткәрҙе. Ошолайтып күпме йыбанырға мөмкин? Кеше заты тойолмаған урамға сыҡты, ҡайҙа барырға белмәгәндәй, урынында тапанып, икеләнеп ҡалды. Класташы Гүзәл иҫенә төштө. Бигерәк оҙаҡлап китте, моғайын, ҡайтҡандыр.
Әхирәтенә китешләй ауыл уртаһындағы ҡалҡыулыҡта урынлашҡан аҙыҡ-түлек магазинына һуғылды. Унда әсәһе өнәп еткермәгән Рауза эшләй. Тәбәнәк буйлы, төйөрөм кәүҙәле, бирән ҡорһаҡлы, быжыр биттә-ренең өҫкө яғына асыулы аҡайған тәңкә күҙҙәр батҡан һөйкөмһөҙ, һапата бисә ул. Раузаның ире – Фәтих Рәхимов. Һаҡ ҡына баҫып, еҫкәнә биреп атлауы, эргә-тирәһен йүгерек күҙәтеүе ҡомаҡҡа оҡшаған. Гелән үҙенең генә яйын ҡайырған үжәт* кеше ул. Ә улдары Ғәзим, киреһенсә, атаһына ла, әсәһенә лә тартмаған, үҙе башҡа: ҡолғалай буйы, йоҡа сәстәре, ослайып тамамланған таржыҡ танауы йөҙөн йәмһеҙләй, күрмәлекһеҙ итә. Өфөнән ары китмәй генә армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡайны, хәҙер йыл тулып үтте, эшкә төшөргә ашыҡмай, һәр шәмбе, йәкшәмбе район үҙәгендәге баҙарға барып бал һата. Бар шөғөлө шул.
Таш магазиндың эсе һалҡынса, танауға көнбағыш майы, ҡырҡыу һыра еҫе бәрелде. Ҡалын таҡталарҙан, юнылған уҫаҡ һайғауҙарҙан һумалтыр итеп ҡоролған кәштәләргә көнкүреш тауарҙары теҙелгән, ишек төбөнәрәк рәт-рәт итеп буш шешәләр тултырылған рәшәткә йәшниктәр, он тоҡтары өйөлгән, бөкөләре алынып көпшәләр тығылған дәү мискәләр йәнәшә ҡуйылған. Инеүсе-сығыусыларһыҙ йонсоған Рауза, прилавкаға ярым һуҙылып ятып терһәкләнгән дә, көнбағыш сиртә-сиртә мөкиббән китеп китап уҡый. Ҡыҙҙың инеүен шәйләһә лә, урынынан ҡуҙғалманы, шулай ҙа көнбағыш валсыҡтары йәбешкән, бешмәгән сейә бәлешенә тартым йәйенке ирендәрен ҡул һырты менән һыпырғандан һуң һатып алыусыға тәғәйен итәғәтлекте күрһәтте:
– Иманбаевтарҙың берҙән-бер аҫыл ҡыҙҙары килә түгелме, йә, һаумы?
–Һаумыһығыҙ.
Аҡыш күҙҙәр тишерҙәй итеп бер килке һынап күҙәткәндән һуң йәйенке ауыҙ сәрелдек һорауҙы һығып сығарҙы:
– Нимә кәрәк?
– Лимонад бирегеҙ әле!
– Башҡа нимә булмағанда ла, беҙҙә газлы һыу етерлек инде ул.
Сарсап киттеңме? – Һатыусы, теләкһеҙ ҡуҙғалып, үлсәгесе артына баҫты.
– Көн эҫе.
– Эҫе шул. Һине Иманбаевтар район балнисынан апҡайтҡан йылды ла, бөгөнгөләй хәтеремдә, көн тап ошондай ине. – Рауза ҡайҙандыр сығарған шешәне халат итәге менән һөртөштөрөп прилавкаға тыпылдатты.
Ваҡ аҡсалар шауҙырлап үлсәү табаҡсаһына ятты.
– Нимә, ағайың тотонороңа тинлектәр генә бирәме?
– Минең ағайым юҡ!
– Нисек инде юҡ? Әйткәндәй, нисә йәштәһең әле?
– Ун һигеҙем тулды.
– Кейәүгә бирер йәшкә еткәнһең, тимәк, һиңә ололар хәбәрен һөй-ләргә була! – Үҙе һаман уратып һүҙ сыбалтты. – Иманбаевтар тыуған көнөңә нимә бүләк итте инде?
– Атайым менән әсәйемде әйтәһегеҙме? – Һүҙҙең айышын төшөнөп өлгөрһә лә, киреһен иҫбатларға теләп, үҙенекен тыҡыны һәм сатнатып яуапланы: – ҡиммәтле күлдәк!
– Тапҡанһың маҡтаныр нимә! Беҙҙең малайҙың май башында егерме бере тулды. Лигкауай машина әпирҙек үҙенә! Бына, исмаһам, был бүләк! Ә һине сепрәк-сапраҡ менән алдаштыралар. Васил менән Санияны ла аңларға мөмкин, нишләп кенә етемәккә артыҡлап сарыфланһындар!
– Етем түгелмен, минең атайым-әсәйем бар!
– Уны һин, ана, күрше-тирә ауылдарға сығып, күрмәгән-белмәгәндәр алдында иҫбатла, йәме? Әгәр сиған арбаһынан төшөп ҡалғанлығыңды, осраҡлы ғына бында килеп эләгеүеңде белешә ҡалһаң, һәммәһе күҙеңә бәреп әйтер, тик өндәшмәйҙәр генә, әҙәп һаҡлайҙар. Ә мин алдаша, урлаша белмәгәс, тураһын ярып әйтәм.
– Ялғанлайһығыҙ!
– Ярай, юҡты бар итеп һөйләйем дә икән, ти, һуң үҙеңдең төҫ-башыңа ҡара! Ҡарасман Василға оҡшағанһыңмы ла, күҙле бүкән Санияғамы!?
– Һеҙ… һеҙ… алдаҡсы! – Ярһып, сәбәләнеп ҡысҡырҙы һәм сығыу яғына ынтылды. Күҙенә аҡ-ҡара күрмәй урам буйлап йүгерҙе, тыҡрыҡҡа боролоп, ауылға терәлеп үк ҡалҡҡан урман яғына китте, Өс Ҡарағай болонона етеп, тигеҙ сафҡа баҫып үҫкән йөҙйәшәр ҡарағайҙарҙың төбөнә барып ултырҙы. Әлеге мәлдә бер кемде күргеһе, бер кем менән һөйләшкеһе килмәй ине. Ауыл ерендә серҙе йәшереп булмағанлығы билдәле, халыҡ ауыҙына иләк ябып ҡара! Элек тә ошо иләмһеҙ кинәйәне ара-тирә ишеткеләп үҫте. Иллә ҙурайған һайын төрттөрөүҙәр йәненә тейә, һарыуын ҡайната. Ҡулындағы шешәне бар көсөнә эргәләге ағасҡа бәрҙе. Суғырмаҡлы, сайырлы олондағы һыу тамсылары, юлаҡлы эҙ ҡалдырып, күҙ йәштәреләй түбәнгә һарҡты.
– Эй, Неллочка, ниңә улай туҙынаһың?! – Ғәзим эргәһенә үк килеп баҫҡан, имеш. Аҡ лампаслы спорт салбарында, биленә тиклем яланғас, яурыны аша йомшаҡ таҫтамал һалып алған. Һаҡмарға һыу төшөргә китеп барыуылыр.
– Миндә эшең булмаһын, йәме, был – беренсенән! Икенсенән, мин Неллочка түгел, Нәйлә, шуны ҡаҡ маңлайыңа киртеп ҡуй! – Ғәзимдең тыртыҡ, эре ҡыҙыл сәбертке япҡан кәүҙәһенә, йәй уртаһы етеүгә ҡарамаҫтан тымауҙан еүешләнеп ҡыҙарған осло танауына сирҡанып ҡараны. Ултырған килеш һөйләшкеһе килмәгәнгә тороп баҫты.
– Ай, ҡайһылай уҫалһың икән, ҡурҡыттың, шөр ебәрҙем бына, ысынлап әйтәм! – Шыйылдап көлөп ебәргән Ғәзим йөҙөн етдиләндереп тәҡдим яһаны: – Әйҙә, Һаҡмарға барып ҡомда ҡыҙынабыҙ!
– Йәнәшәләп һыу ҡойонор ҡыҙҙы ситтән эҙлә.
– Ҡомло ярҙа кем менән аунағың килә инде? Ғәлимйән менәнме?
Йә, әйтеп ебәр, нимәһе бар уның?! Бүлексәнең ҡорсаңғы алашаһын егә хөрәсән, унан ҡалһа, алама матайына атлана! Ә дәдәңдә ҡурай еләге төҫөндәге өр-яңы “Жигули”! Әйт кенә, ишарала ғына, һә тигәнсе район үҙәгенә барып килә алабыҙ, йомошоң төшһә – хатта Өфөнөң үҙенә!
– Тиңең менән машинала елдер, ә беҙгә ҡорсаңғы ла ярап ҡала.
– Шулай уҡмы? – Ғәзим китергә ашыҡманы, салбары кеҫәһенән фильтрлы сигарет сығарып ҡапты, тәмәке осона зажигалка ялҡынын тейҙерҙе, йөҙөнә яһалма хәсрәтләнеү билдәһен сығарҙы. – Һине оҡшата инем бит әле, ары миңә нисек йәшәргә икән? Иғтибарыңды яулау йәһәтенән ниндәйерәк батырлыҡтар ҡылырға бойорорһоң, ханбикә?
– Юлдары бик ябай – йоманан һуң бал айыртаһың да, шәкәр ҡай-натмаһына болғап, ял көндәре шуны баҙарға сығарып һатаһың. Төшөмлө, аҡсалы кәсеп.
– Яңы ғына мәктәп партаһы артынан сыҡһаң да, тормошто күргәнгә, тәжрибәлегә оҡшағанһың. Ысынлап әйтәм. – Тәмәке төтөнөнән күҙҙәрен ҡыҫа төшкән Ғәзим һынсыл тексәйҙе. – Тиҙҙән яңы система килә, йәмғиәт формацияһы алмашына, унда йылғырҙар һәм әрһеҙҙәр генә отасаҡ. Буш ҡул менән ҡабул итмәгән ана шул киләсәккә ҡайһы бер йылғырҙар хәҙерҙән әҙерләнә. Унда әле үҙҙәрен намыҫлы тип һанағандар, шул иҫәптән һинең парторг атайың иҫәрҙәр һанын тулыландырасаҡ!
– Ҡайҙан килгән был әүлиә, ә?
– Күҙаллау өсөн күрәҙәсе булыу кәрәкмәй, әле ил дауыл алдынан көс-ғәйрәтен эсенә йәшереп тулҡынған диңгеҙ кеүек. Ғәрәсәт мәлендә өҫтәгеләр аҫҡа тәгәрәй, ә аҫтағылар, киреһенсә, өҫкә ҡалҡа.
– Ниңә күрмәгән-белмәгән диңгеҙ хаҡында әкиәт һөйләргә? Ауыл көтөүе кире яҡҡа ҡайырылһа, аҡһаҡ-туҡһаҡ алға сыға ғәҙәттә, шулай түгелме?
Шәмән* фиғелле булыуына ҡарамаҫтан, тиҫтерҙәре араһында бе-лекле ҡыланып сәйәсәт хаҡында тел сарларға хирес Ғәзим тәмле нәмә ҡапҡандай тамшанды:
– Браво! Парторгтың ҡыҙы бына ошолай аҡыллы һәм тапҡыр һүҙле булырға тейештер ҙә. Кстати, янымда фәрештәгә тиң ҡыҙ барҙа нишләп фәлсәфәгә биреләм әле? Киттек минең менән, кискеһен клубҡа сығырбыҙ.
– Ана бара юлың!
– Теләмәйһең инде, ярар… Әйткәндәй, Ғәлимйән тиҙҙән Аҡнаҙарҙан кәләш әйттерә, ти. Ишетмәһәң – ишет! – Ғәзим шулай тине лә, берләм һуҡмаҡҡа төшөп, йылға яғына китешләй боролоп киҫәтте. – Һин дә аңыңа һеңдереп ҡуй, Неллочка, теләйһеңме быны, әллә юҡмы, бер килеп барыбер минеке буласаҡһың!
– Тәтемәҫтәйгә ымһынаһың!
– Шайтан ғына өмөтһөҙ. Ҡарап ҡарарбыҙ! – Ғәзим тиҙҙән урман ышығына инеп күҙҙән юғалды.
…Картуфлыҡтарҙы ҡырлатып, кәртә аҫтынан Гүзәлдәр яғына ҡарай китте. Әхирәте өйҙә ине, төпкө яҡтағы өҫтәлгә сәй табыны хәстәрләп йөрөй. Ҡыҙына булышып йүгермәләгән Гөлбикә апаһы ихласлыҡ күрһәтте:
– Ауыҙың һалыулы икән, Нәйлә, һөйләмәй йөрөйһөң, әйҙә, үт! –Йөҙөнә иғтибар иткәс, хафаланып китте. – Эҫе һуҡтымы әллә, ни эшләп улай ҡобараң осҡан?
– Бөтәһе лә һәйбәт. – Гүзәлде саҡырып, сығыу яғына ҡарай ҡаш һикертте. Ишараны абайлап өлгөргән Гөлбикә ҡырҡа ҡаршы төштө:
– Һикерәңләргә өлгөрөрһөгөҙ, сиңерткәләр, башта өсәүләп һыуһынды ҡандырып алайыҡ. Ауыҙ-мороном ҡысый ине, күстәнәстән ауыҙ итеүгә булғандыр. Бәпесем, ана, сумка тултырып Өфөнән һый-ниғмәттәр апҡайтҡан! Әхирәттәрҙе ирәүәнләп табынға йыйып алырға иҫәп, бөгөн Санияны тап итеп, ситтә ҡалып ҡуйма, тип нығыттым да әле.
Ҡапҡа тышындағы баҡса ултырғысына һаҡтылар. Әхирәтенең беләгенә йәбеште:
– Ғәлимйән өйләнә, ти, шул ысынмы?
– Кем әйтте?
– Мөһим түгел!
– Ауыл яңылыҡтарын һорайсы, Өфөгә документтар тапшырырға барғанымды беләһең, бөгөн иртән район үҙәгендә йәшәгән ағайым УАЗ-игы менән әпкилде.
– Мин дә ҡартатайҙарҙа булып, элекке көн генә ҡайттым, бындағы хәлдәрҙе ишетмәнем. Ҡайһы уҡыу йортон һайланың?
– Университеттың филология бүлеге. Ә һин үҙең ҡайҙа барырға йыйынаһың?
– Баштағы һорауыма яуап бирмәнең.
– Һөйләгәстәре, һин дә ишеткәс, ысындыр.
– Уратмай ғына әйт, кем?
– Айбикә һөйләп торҙо: сиркәшкә генә, ҡаҡ яшыҡ ҡына, ҡараҡай ғына, ти. Исеме Розалия.
– Ҡайһы еренә ҡыҙыҡты икән?
– Ҡайҙан беләйем?!
“Ысынлап та, нишләп әле бер ғәйепһеҙ кешегә бәйләнә? Тоторға ла Ғәлимйәндең үҙенән һорарға! Ә ул бит уны ярата, күптән ярата. Әгәр асыҡтан-асыҡ аңлашһалар, бөтәһе лә яйланыр, бәлки”.
– Тиҙ генә ҡағыҙ менән авторучка алып сыҡ әле.
– Хәҙер.
Тубығына һалып, ҡабаланып сыймаҡланы: “Бөгөн кис беҙгә кисекмәҫтән һөйләшергә кәрәк. Яңғыҙҙар Тауында көтәм. Нәйлә”. Ҡағыҙ битен дүрткә бөкләне.
– Ошоно бөгөн нисек тә тапшыр!
– Кемгә?
– Шул тиклем дә бер ҡатлы булырһың!
– Ҡайһылайтып йомошһоҙ-ниһеҙ барып инермен икән?
– Тап һуң берәй сәбәбен, әсетке һора. Бик тә булмаһа, Ғәлимйәнде кисекмәҫтән ауыл советына саҡырталар, тип әйт, әсәйең унда йыйыштырыусы ла баһа.
– Хәйләләшә белмәйем шул, килешмәҫ. Әгәр Әҡлимәгә ҡушһам?Нәйлә икеләнгәндәй итте:
– Ул бит күп нәмәне төшөнөп бөтмәй, яңы мәктәпкә бара. Уйынға әүрәп, йомошто үтәргә онотһа?
– Булдырыр, ул бит ут бөрсәһе! – Гүзәл һеңлеһенең ҡушылған эште башҡара алыуына ышандырырға тырышты.
– Үҙең ҡара улайһа.
Ҡайтты ла ваҡыт үткәрә алмай карауатында аунаны. Әсәһе әленән-әле инеп әйләнде, йомшаҡ усын уның маңлайына баҫты:
– Бынау эҫелә ҡайһылайтып йорт эштәре менән булашаһың инде, ятып тор. Ауырып киттеңме әллә? Әллә фильшер Миңнизарҙы саҡыр-тайыммы?
– Бер ерем дә ауыртмай. – Көндәр буйы теленән төшөрмәгән “әсәй” һүҙен ҡыҫтырманы, аңҡауына йәбешкән теле әйләнмәне.
– Әллә бишбармаҡ бешерәйемме? Теләһәң, яратҡан балан бәлешеңде әтмәләйем.
– Ял иткем килә, сыҡ… – Үҙ тауышын үҙе таныманы.
– Әләйгәс, шулай ит һуң, мин ни, өндәш кенә, йүгереп килеп етермен… Әсәһен тәүге тапҡыр күргәндәй һынсыл ҡарап оҙатты. “Ысынлап та, уларға бөтөнләй оҡшамағанмын. Ана шул айырма йылдар үткән һайын күҙгә төшкән тегәнәктәй йәнгә төртөлә, ауырттыра. Минән гелән бөтә нимәне тарттылар, ҡыҙғандылар. Бәләкәй саҡта Өфөгә барғанда алтын сәсле һылыу Барбиҙы алып бирмәгән булдылар. Юллыҡ ҡалмай, йәнәһе лә. Үткәндә күлдәк менән туфлиҙарға матур күн сумочка өҫтәһәләр, ярлыға терәлмәҫтәр ине, моғайын. Алтын сәғәттән дә күҙҙәрен ала алманы бер килке, атаһы күрмәмешкә һалышты. Шул мәлдә, эстән генә, нишләп үгәйгә аҡса әрәм итергә, тигәндер әле…” Уйҙарына бирелгән һайын ошоғаса иғтибар итмәгән хәл-ваҡиғаларҙы бөтөнләй яңыса, кире яғы менән асты, сүп өҫтөнә сүмәлә өҫтәлгәс, асыуы ҡабарғандан-ҡабарҙы.
Иртә булыуға ҡарамаҫтан, йыйынырға тотондо. Әҙерләнеп бөткәс, шифоньер алдына баҫты. Ҙур көҙгөлә сағылған ҡыҙҙың ошоғаса гел осҡонланып янған зәңгәр күҙҙәре әле рәнйеп, түбәнһенеп ҡарай ине.
Дауамы бар.