Все новости

Татлы бәлеш

Күңелегеҙ бер нәмәгә лә ятмаған мәлдә, һикереп тороғоҙ ҙа, бына ошо татлы бәлеште бешерә башлағыҙ. Арыуығыҙ, хәсрәттәрегеҙ, аһ-зарығыҙ шул мәлдә һыпырылып тигәндәй юҡҡа сығасаҡ. Янығыҙҙа ғына осоп йөрөгән илһам ҡошон яман кәйефегеҙ менән ҡурҡытмағыҙ. Йылмайҙыҡ та эшкә тотондоҡ!

Татлы бәлеш
Татлы бәлеш

Был татлы бәлештең эслегенә йәнегеҙ теләгән емеш-еләкте һалырға була. Миңә бигерәк тә туңдырылған сейә (һөйәге алынған) менән ҡара ҡарағаттан бешереүе оҡшай. Тәме лә әскелт-татлы ғына була, күңелде лә күтәреп ебәрә. Туңдырылған емеште ҡамыр баҫыр алдынан тәрилкәгә һалып ҡуям, ирей торһон әйҙә. Әйткәндәй, интернетта был бәлештең рецептары күп кенә. Төрлөсә бешереп ҡарағандан һуң, үҙемә бына ошолай ҡулайлаштырып алдым.
Шулай итеп, беҙгә ике һауыт кәрәк буласаҡ. Береһендә бер ҡап аҡ май менән бер ҡалаҡ ҡабартҡыс (разрыхлитель) ҡушылған ике стакан тирәһе ондо ыуабыҙ. Икенсе һауытта йәһәт кенә бер йомортҡа менән ярты стакан шәкәрҙе туғыйбыҙ ҙа, бөтәһен бергә ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Кәрәк булһа, ондо йәнә өҫтәйбеҙ. Күп тапҡыр әйткәнем бар инде, майлы ҡамыр ондо үҙенә күп ала, ҡулға йәбешмәһә, тимәк, еткән. Ваҡытығыҙ булһа, әҙер ҡамырҙы аҙыраҡ туңдырғысҡа һалып торһағыҙ ҙа мишәйт итмәй) Берәй 15-20 минутҡа, тием инде.
Ихтикәй, ҡамыр әҙер! Эслегенә тигән емеш көтөп ята! Табаны майлағандан һуң (пергамент ҡағыҙы һалһағыҙ ҙа була), эсенә ҡамырҙы ҡул менән(!!!) йәйә башлайбыҙ. Ситтәрен матур итеп күтәрәбеҙ, төбөн үтә ҡалын итмәгеҙ. Минең һәр ваҡыт ҡамырым артып ҡала, унан беләһегеҙме, ниндәй тәмле печенье бешерергә була! Артып ҡалған ҡамыр һыуытҡыста ике көн ятһа ла, бер нәмә лә эшләмәй. Уф, тағын теманан ситкә сығып барам. Ней…ҡамырҙы йәйеп бөттөгөҙмө? Улайһа, эсенә башта бер ҡалаҡ крахмал һибәбеҙ, әгәр крахмалығыҙ юҡ икән, кеҫәл һибегеҙ. Ә шулай ҙа, крахмалды бер алып ҡуйһағыҙ, оҙаҡҡа етә ул. Шунан ҡарағатты һалабыҙ, уға бер ҡалаҡ шәкәр һибеп бутайбыҙ. Алдан шәкәр менән бутамағыҙ, атыу һуты сығып бөтәсәк.
Ә хәҙер! Ҡарағаттың өҫтөнә ҡоя торған ҡатнашманы әҙерләйбеҙ. Бер стакан магазин ҡаймағына бер йомортҡа, ике ҡалаҡ он, алты ҡалаҡ шәкәр ҡушып бутайбыҙ ҙа, емеш өҫтөнә ҡоябыҙ. Һәм уртаса ҡыҙыулыҡтағы мейескә оҙатабыҙ! 35-40 минуттан һуң өйөгөҙҙөң түрендәге өҫтәлгә хуш еҫле бәлеш менеп ҡунаҡлаясаҡ. Тик саҡ ҡына һыуынғанын көтөгөҙ, эҫе килеш ҡырҡһағыҙ, эслеге ағып сығасаҡ. Һыуынһа, формаһын тотасаҡ. Ошо урында әйткем килә, күп кенә рецептарҙа ондо дүрт-алты ҡалаҡ һалырға ҡушалар. Улайтып ҡарағаным да булды, ысынлап та, уңайлы ғына ҡырҡыла, әммә эслегенән бешеп етмәгән сей ҡамыр тәме сыҡҡандай тойолдо миңә.
🌻🌻🌻Дуҫтарым! Мин әйтте тиерһегеҙ, был бәлеш тылсым көсөнә эйә. Бер тапҡыр тәмен татыған кеше уны һәр ваҡыт бешерәсәк! Иң мөһиме, бөтә арыу-талыуығыҙҙы онотоп, көнө буйы йылмайып йөрөйәсәкһегеҙ!
Бәхетле булығыҙ! Күңел төшөнкөлөгөнә үҙегеҙ менән идара итергә юл ҡуймағыҙ!

Гөлназ Ишемғолова рецебы.

Автор:
Читайте нас: