Ҡала юлынан елдереп килгән берәү ауыл эргәһендәге тау итәгендәрәк машинаһын туҡтатты ла, һарысай ғына көсөктө төшөрөп, йәһәт кенә кире боролдо. Йорт-ҡураһын сит-яттан һаҡларға ауыл кешеһенә кәрәк булыр, берәйһе эйәләштерер әле, тигәндер, күрәһең.
Яңы ерҙә еҫкәнеп, көсөк тегеләй ҙә былай байтаҡ йөрөнө һәм йәм-йәшел сирәмдә һап-һары бәпкәләрен әйҙәгән ҡаҙҙар янына барып сыҡты. Ата ҡаҙ, ҡанаттарын ҡағып, бар көсөнә ҡаңғылдап, ят йән эйәһенә ташланды һәм уны, бындай һөжүмде белмәгән үә көтмәгән йән эйәһен, һөйәк томшоғо менән бик ҡаты суҡыны. Йомшаҡ тәне сәңгеүҙән әсе сәңкелдәп, һарысай артҡа шылды. Ата ҡаҙ иһә, мин ниндәй ҡыйыу, мин һеҙҙе ҡандай яуыздан аралап, уның ҡотон алдым, тип, инә ҡаҙ менән бәпкәләре алдында маҡтанды, кәперәйеп, ҡаңҡ та ҡаңҡ килде.
Бында һәр яҡта, һәр мөйөштә уҫаллыҡ һағалап торғандай ҙа. Үҙенә ризыҡ табып, уны ҡомһоҙланып һоғонған эт, йәғни ҡан ҡәрҙәш, өҫкә ташланмаһа ла, ырылдап асыу белдереп, ыржайҙы. Уның йәмһеҙ ауыҙын, осло тештәрен, аҡайған күҙҙәрен күреп, меҫкенкәй тиҙ генә ситкә янтайҙы һәм ҡапҡа аҫтынан эргәләге ихатаға барып керҙе. Тауыҡ себештәренә һөткә иҙелгән боламыҡ ашатып торған ҡатын һарысайҙы күреп ҡалыу менән яр һалып, ваҡ таш тәмергә тотондо, береһе ҡолаҡ төбөнә килеп тейҙе. Был йәмле ерҙә этлек артынан этлек күреүсенең тәне лә, йәне лә һыҙланы.
Өй алдында ятҡан йыуан бүрәнә өҫтөндә ғәмһеҙ генә тәмәке көйрәтеп, ҡаршылағы тауҙарға бағып ултырған ҡаҡса кәүҙәле, һыҙылып киткән ҡара мыйыҡлы йәш ирҙең кемдер ҡулын ялағас, ул тертләп, һиҫкәнеп китте. Ҡараһа – иҫ китмәле ҡупшы, һарысай көсөк!
– Бәс, әллә ер ярығынан килеп сыҡтыңмы? Күрмәй ҙә торам. – Әҙәм заты ғәжәпләнеп, уның башынан, арҡаһынан һыйпаны. Һарысай рәхәтлек кисерҙе, һыҙлаған ҡолағы бер аҙ баҫылғандай булды. – Йортобоҙға “уау-уау” кәрәк ине, бына үҙең эҙләп таптың, йомроҡай, – тип, яғымлы ғына өндәште, ҡулына алып, йәнә-йәнә иркәләне. Мәңге онотмаҫлыҡ итеп тойҙо был наҙҙы һарысай. Мәрхәмәтле кеше иһә, уны ҡосағынан төшөрмәгән килеш, өйөнә инеп, туҫтаҡҡа һөт ҡойоп, әпәй һалып алып сыҡты ла алдына ҡуйҙы:
– Ҡыйынһынма, эс әйҙә, эс, аша, асыҡҡанһыңдыр, һөт тәмле, шифалы, йәһәт үҫеп китерһең. Бәй, һинең исемең дә юҡ бит әле. Ниндәй исем ҡушайыҡ икән?.. Ауыл тулы Алабай, Ҡарабай. Аҡтүш бул... Юҡ, түшең аҡ түгел. Мохтар... Юҡ, Мохтар ағай асыуланыр исемемде этенә ҡушҡан тип. Һа-а-й, иҫәүән, һин һарысай ҙа инде...
Яңы хужаһының уның менән ихлас һөйләшеүенә, йылы тойғоларына яуап итеп, көсөк тә шат сәңкелдәне. Уның тауышын ишетеп, күҙе шарҙай булып, бер малай йүгереп килде.
– Ҡалай матур!.. Атай, ҡайҙан алдың уны?
– Алманым. Үҙе килеп тапты беҙҙе. Ниндәй исем ҡушайым, тип аптырап торам бына. Һарысайға туҡталдым.
– Һарысай, Һоросай... Атай, ул бесәй түгел дә инде. Ана, телевизорҙан диңгеҙ буйында үҫкән пальманы гел күрһәтәләр.
– Күргәнем бар. Аҫтында бер ҡатын һушы китеп, баунти ашап ята.
– Нәҡ шул. Мәңге йәшел көньяҡ ағасы. Ул миңә бик оҡшай. Этем булһа, шул исемде ҡушыр инем, тип уйлағайным.
– Пальма, тиң инде. Пальма... Ағас атамаһы эткә килешер микән?..
– Ниңә килешмәһен, ти, килешер, һәләк матур яңғырай. Уҡытыусыбыҙ хөрмә, кокос пальмаһы, май бирә торғандары ла була, – ти.
– Хөрмә, йә Кокос, тигән исем ҡушһаҡ, иш-ш-еү ҙә татлыраҡ. – Иршат иһаһайлап көлөп ебәрҙе.
– Атай... Көлмә инде...
– Ярай, ярай, һинеңсә булһын, Пальма булһын.
– Йә, Пальма, һаумы! Мин һине оҙаҡ көттөм, – тип, малай көсөктөң тәпәйен тотто. – Әйҙә, танышайыҡ, минең исемем – Илһам, атайымдыҡы – Иршат.
Илһам ошондай дуҫы барлыҡҡа килеүгә ифрат та ҡыуанды, тағы ла дәртлерәк, дарманлыраҡ малайға әйләнде, Пальмаһына туҡтауһыҙ һөт эсерҙе, телем-телем икмәк ашатты, ит-аштан да уны өҙмәне, нисек һыйларға белмәне. Көсөк, әкиәттәге батырҙай, ай үҫәһен, көн үҫте.
Каникулға сығып, ҡаланан Илһамдың һигеҙҙе бөткән, ауылды өҙөлөп һағынған ике туған апаһы Рәйлә лә килеп етте. Ул да ҡош-ҡортто хуш күрә. Инде көн оҙоно бергәләп мәж булалар. Аралашырға, уйнарға яратҡан Пальма эргәләрендә урала, ҡалай булырға белмәй һырғалана, борғалана, аяҡ араһында бутала, тегеләй-былай әйләнә, ырғый, һикерә, төрлөсә ҡылана. Йыуан ҡайын артына йәшенһәләр, эҙләп таба ла, ҡыуанып, ләззәтләнеп өрә. Аш табылыу – бер бәхет, иш табылыу – мең бәхет, тигәндәй, үҙен әллә ни иткән иш-ҡуштары менән бик бәхетле Пальма.
Йәйге селлә айҙары үтеп, һарыса айы яҡынлағас, Рәйлә уҡырға барырға ҡалаға ҡайтып китте. Пальманы һағынып, ата-инәһе йыш йөрөүҙе тыйыуға ҡарамай, әйткәнгә лә ыжламай, шәмбе көн ауылға һыпырта. Ул да килерен һәр саҡ тойоп, ҡапҡа алдына сығып ултырып, ҡыҙҙы көтөп ала, уның ҡосағына ташлана. Шулай берен-бере юҡһынышып, ниһайәт, оҙон ҡыштың да ахыры етте.
Йәшел миҙгел – йәннәт, хөрриәт! Рәйлә Илһамды эйәртеп, ҡыр-урманға ашҡына, сәскәләргә баға, ҡайын еләге йыя. Пальма уларҙан бер тотам да ҡалмай. Эҫелә бешегеп, һыу төшәләр, туйғансы йөҙәнәләр. Пальма ла әллә нисә мәртәбә сумып сыға. Кистәрен киноға, уйынға барһалар, уларҙы оҙата бара, гелән көтөп алып ҡайта. Бер генә һөмһөҙ ҙә Рәйлә һылыуға яҡынлаша, бәйләнә алмай, дәү “һаҡсы”һынан шыртлай. Әҙәплеләрҙе, изгеләрҙе генә яҡын итә шул Пальма, әрһеҙ-оятһыҙҙарҙы шайтан һымаҡ күрә. Бәхетлеләргә иһә ваҡыттың үткәне лә тойолмай, шулай йәй уртаһы ла етте. һис тә эштән, көндәлек мәшәҡәттәрҙән, ығы-зығынан бушамаған Иршат ағай:
– Бер көн йылды туйҙыра торған мәл. Үлән өлгөрҙө, көндәр ҙә салт аяҙ тора, иртәгә бесәнгә төшәбеҙ, иртәрәк ятып йоҡлағыҙ, – тине.
Һай, йәмле лә инде Уралыбыҙҙың тәбиғәте: йөҙ төрлө сәскәләр хуш-еҫ бөркә, ер еләге күҙҙе ҡыҙҙыра, бал ҡорттары безелдәшеп оса, һут йыя, күңелдәрҙе моңландырып, ҡоштар серләшә... Йәннәт... Ошо хозурлыҡтан илаһиланып, йәнләнеп, сихәтләнеп, бесәнселәр көйләп-йырлап ебәрә. Пальма ла ләү-ләү итеп ала. Илһам, бәләкәйерәк булғас, бөжәктәрҙе, иләүҙә ҡырмыҫҡаларҙың мәж килеүен, ҡайынға үрмәләүен күҙәтә, ҡып-ҡыҙыл еләктәрҙе ҡапҡылай. Бына кинәнесле тауышы яңғыраны:
– Рәйлә апай, кил, кил, сейә таптым!
Апаһы ҡыҙығып барҙы ла, ҡото осоп, төҫө ҡасып, шаҡ ҡатты – Илһам, сейәгә әүрәп, күҙе тоноп, һарыҡташ ярығында ҡыймылдаған ҡара йыланды шәйләмәй, шунда үрелә. Бәләне тойоп, ҡапыл һиҫкәнеп, Рәйлә:
– Пальма! – тип, яман әсе һөрәнләне.
Эт күҙ асып йомған арала таштан һонолған һынға ырғыны. Өҙгәнсе тиерлек тешләгәнсе, йылдам йылан уны сағып өлгөрҙө. Күп тә үтмәй ҡотҡарыусының башы тубалдай булып шеште, ә күҙҙәренән кешенеке кеүек йәш эркелде. Ул, үҙемде йәлләтеп тормайым, тигәндәй, сауҡалыҡҡа инеп юғалды.
– Пальма!.. Пальма! – тип, саҡырып, тирә-яҡты ҡыҙырып, эҙләп тә ҡаранылар, әммә тапманылар.
Рәйлә лә, Илһам да ныҡ көйөнөп, үлгәндер, тип уйлап, түгелеп, шешенгәнсе иланы.
– Минең арҡала ғына йыланға сағылды шул, мин генә ғәйепле... – Малай һыҡтап, туҡтаһыҙ үҙ-үҙен шелтәләне.
– Иламағыҙ, – тине Иршат балаларҙы йыуатып. – Үҙенә кәрәкле шифалы үләндәрҙе табып ашар ҙа, имләнеп ҡайтыр. Бына күрерһегеҙ, дөрөҫ әйткән икән, тиерһегеҙ. Эт йәйен ыуға бирешеп бармай ул.
Ысынлап та, ете көн үткәс, бер аҙ ябыға төшкән Пальма, тере һыу эсеп терелгәндәй, әкиәт донъяһынан сыҡҡандай, үҙе өсөн ҡотло, ҡәҙерле йортҡа ҡайтып килде. Илһам да, Рәйлә лә, түбәләре күккә тейерҙәй булып, һикереште, ура ҡысҡырҙы. Иршат, ҡояштай йылмайып, уларҙың ҡыланышын ҡарап торҙо. Ҡыуаныстан, әллә нисә көн буйы эргәһенән китешмәнеләр, Пальма ла Пальма, тип, уны өҙлөкһөҙ һыйланылар.
Өфөнән олатай-оләсәйгә ҡунаҡҡа килгән егет кискә ҡарай Рәйләне: “Әйҙә, мотоциклда елдертеп йөрөтөп килтерәйем!” – тип өгөтләне. Ҡыҙҙың “Урал”ға менеп атланыуы булды, Пальма ҡаршыға тороп, төш, тигәндәй бик талапсан абаларға кереште. “Кит юлдан! Кит! – Тәкәббер йәне сыға яҙып ҡысҡырҙы. Әммә эт урынан да ҡуҙғалманы. Уның тыңламауына асыуланып, ярһып, газды арттырып, егет Пальманың өҫтөнә уҡталды. Рәйлә ситкә ырғыны. Күҙе маңлайына менгән яһил этте тапап, шул ыңғайы боролоп өлгөрә алмай ҡоймаға барып һуғылды. Пальма йәнә бер-нисә көн тәғәм эймәй ауырып, һылтыҡлап йөрөнө.
Шул ваҡыттан Пальма мотоциклдарҙы, айырыуса теге “яуыз” “Урал”ды енеләй күреп, өнәмәй башланы, юлдан үтеп барғандарында лаулап өрҙө. Рәйлә, уны йәлләп, борсомаҫҡа тырышты, “тимер ат”ҡа яҡын да барманы. Ялға ҡарай ҡыҙын күрергә килгән атаһы ҡыҙығып китеп, йөрөп ҡарайым әле, тип, “Урал”ға менеүе булды, Пальма уның салбар балағын умырып та алды. Иршат аптырап, ныҡ асыуланып, типкеләп тигәндәй, этен ҡыуып ебәрҙе.Теше еҙнәһенең аяғын да эләктергәйне шул. Яраны йод менән сайҡап, йәһәтерәк уңалһын өсөн бал ҡорто елеме һеңдерелгән аҡ туҡыма менән бәйләнеләр. Пальманың һис тә көтөлмәгән ҡылығына барыһы ла аптыраны. Йылан сағыуы, мотоцикл аҫтында ҡалыуы булмышына, холоҡ-ҡылығына зыян иткәндер, тип уйланылар. Шуны раҫлағандай, Пальма, төндәрен эс бошороп, билдәһеҙ хәүефкә һалып, буҙлап олой башланы. Ҡапҡа алдына мотоцикл менән килеп туҡтаған таныш-тоноштарҙы йортҡа яҡын юлатманы. Иң тәүҙә Иршаттың хәләл ефетенең сабырлығы бөттө:
– Был тиктәҫкә түгел, – тине ул көсөргәнеш менән. – Ҡоторған эт күккә ҡарап өрә, тигәндәй, Пальмаң бөтөнләй һармаҡланды бит, аҡылы зәғифләнгән күрәһең, тиктомалға еҙнәңде тешләне, күршеләрҙең дә ҡото осоп тора. Ҙур бәләгә тарымаҫ элек, ат һин уны, ат!..
Ҡатыны көн һайын игәне. Иршат ни ҡылырға ла белмәне. Шулай көҙ ҙә етте. Рәйлә ҡалаға, Илһам мәктәпкә киткәс, мылтығын яурынына аҫып, ҡыҫҡа көрәген алып, Пальманың муйынына бау һалып, уны алыҫ урманға алып китте. Оҙаҡ, бик оҙаҡ йөрөнөләр. Уйланды, ныҡ уйланды Иршат. Улына, Рәйләгә ни тиер?.. Яуабын табыр, әлбиттә. Эт аҡыллы йән, кешегә имгәк булмаҫ өсөн үҙе сығып киткән, тип әйтер. Егет сағында оло бабаһы һөйләгән ғибрәтле хәлде лә иҫләне. Бер ир-атҡа ҡайны тейеш батша:”Кейәү, беҙгә ҡунаҡҡа кил. Үҙең менән бергә бер дуҫыңды, бер дошманыңды ла алып килергә онотма! Әгәр әйткәнемде үтәй алмаһаң, башыңды юғалтаң, үтәһәң, батшалығымды бирәм, тигән. Егет уйлаған, уйлаған да, нишләргә белмәй, аҡыл эйәһе атаһына кәңәш иткән һәм ул өйрәткәнсә эшләгән. Барып еткәс, батша:
– Йә, кейәү, мин әйткәнде үтәнеңме? – тип һораған.
– Эйе, батшам! – тигән егет. – Һеҙгә килеп етер саҡта этемде тотоп, туҡмап ебәрҙем дә ҡабат саҡырҙым. Ул, ҡойроғон болғай-болғай, боролоп килде. Бисәмде иһә бер генә элеүем булды, ул, хатта атыма ла ултырып тормай, илап, һиңә ошаҡлашырға йүгерҙе. Бына – үҙҙәре лә йөҙҙәре. Этем – дуҫым, һинең ҡыҙың – дошманым.
– Дөрөҫ! – тигән батша һәм кейәүенә батшалығын биргән.
Эйе, Пальма – уның, улының, һеңлекәшенең дә айырылмаҫ дуҫы. Илһамды йылан сағыуҙан, Рәйләне “Урал” мотоциклында йөрөй белмәгән егет ҡоро менән аунауҙан, бәрелеүҙән, имгәнеүҙән араланы. Әммә үҙенең башҡынаһы зәғифләнеп ҡалған кеүек. Мал-тыуарға, кешегә йәбешһә... Гелән бәйләп тә тотоп булмай. Пальма бәйҙе һис яратмай, шыңшый. Ауылдаштары асыҡтан-асыҡ ярып әйтмәһә лә ҡараштарынан, тел төптәренән:”Этең яман олой, юҡ ит!” – тиеүҙәрен тоя, төшөнә ул.
“Нимә булды һиңә, Пальма? Ниңә буҙлайһың һин, ниңә?.. Нишләйем инде мин, нишләйем? – тип, этенең күҙҙәренә бағып көйәләнде. – Бәғзе әҙәмдәр ҙә олоғайғас, хәтеренән яҙа, алйотлана, хатта ки яһиллана. Нисек кенә ауыр булмаһын, уларҙы әжәлдәре еткәнсе ҡарайҙар, тәрбиәләйҙәр. Ә этте олой, ҡаза көҫәй, тип, атырға кәрәк”...
Ҡайынға бәйләгәс, Пальма, ни булырын һиҙепме, Иршатҡа тәү юлыҡҡандағы һымаҡ, уның ҡулын ялап алды. Һуңғы рәхмәтен шулай белдереүелер, күрәһең. Йылан сағыуынан иҫән ҡалһа ла, әҙәм саҡмаһынан ҡотолоу юҡлығын тоялыр, моғайын. Исмаһам, йән бирә алмай оҙаҡ ыҙламаһын, тип, Иршат мылтығын Пальманың башына тоҫҡаны һәм, йөрәге өҙөлөп, тәтегә баҫты. Йәҙрә нәҡ йылан саҡҡан урынға тейгәйне...