Ул ғына түгел, университет һәм институт студенттары ҡышҡы сессияны ла онлайн рәүештә тапшырасаҡ. Әлегә ил буйынса локдаунды оҙайтыуҙы кәрәк тип тапмайҙар, йәғни 7 ноябрҙән ҡәҙимге эш аҙнаһы башлана. Шул уҡ мәлдә бер нисә төбәк етәкселеге пандемия эҙемтәләрен кәметеү өсөн тағы берәй аҙна эшләмәү кәрәк булыр тип һүҙ ҡуҙғатты.