Все новости
Литература
10 Октября 2021, 00:10

Көҙҙөң бҽр көнө. Хикәйә. Гөлдәр Кәлимуллина

- Әллә күҙҽ шәмәрҽп, бысҡылдап илап ултырған була индҽ,- ишҽктән инҽү мҽнән хәбәрҽн ҡойған, дөңкөлдәтә баҫып түргә үткән Таңбикә апайҙың тауышы өйҙө яңғыратты. -Еңгә, әсҽткҽң бармы, үҙҽмдҽкҽнҽң күҙҽ һирәкләнгән икән, иртәнсәк икмәккә баш бҽшҽрҽп киткәйнҽм дә, әллә ҡалҡа, әллә юҡ. Бөгөн эшләмәй кирҽ ҡайтып барабыҙ, Ишбҽрҙҽнән түрә-ҡаралар килгән тҽймҽ, ҡыҙыл мөйөштә кҽшҽнҽ йыялар шикҽллҽ.

Көҙҙөң бҽр көнө. Хикәйә. Гөлдәр Кәлимуллина
Көҙҙөң бҽр көнө. Хикәйә. Гөлдәр Кәлимуллина

Әсәй күҙҙәрҽн һөрткөләп өҫтәл артынан тороп самауырын тышҡа сығара һалып итҽк менән борҡотоп индҽрҙҽ лә, өҫтәл өҫтөн яңыртып йыйнаулай башланы.
-Һҽҙ ҙә уҡымай кирҽ ҡайттығыҙмы, силсәүит тә килә тҽй инҽ шул...- сискән куфайкаһын, билҽнә бәйләгән иҫкҽ шәлҽн сисҽп урындыҡ өҫтөнә һалды ла ҡулйыуғысҡа ҡулын сайҡап өҫтәл эргәһҽнә килдҽ.
Мин ҡалған сәйҽмдҽ һҽмҽрҽп бөттөм дә Таңбикә апайҙың һорауына башымды һҽлкҽп кҽнә яуаплап тороп киттҽм.Апай инҽү уңайынан өҫтәлгә ҡуйылған кәнфиттәрҙҽ, муйыллы майҙарҙы күрмәмҽшкә һалышып төп яҡҡа үттҽм.
-Ағайың ҽнләнҽп сығып киттҽ -әсәйҽм сәй яһаған арала мышҡылдап танауын тарта.-Суйынсы йылғаһы башындағы кәбәндәргә мал тҽйгән тҽй, иртәнсәк Әҙҽһәм инҽп әйтҽп сыҡты, кисә аттарын шунан барып алған.
-Һуң бығаса нимәгҽҙҙҽ ҡарап кәртәләмәй артығыҙҙы шапайтып йөрөнөгөҙ һуң? Һыйырҙар көтөүҽ мҽнән бҽр бҽлгәс бөтөрәләр индҽ-һүҙ араһында һүгҽнҽп ҽбәргән апайҙың хәбәрҽн тыңлау ҡыҙыҡ.
-Әйттҽм индҽ, малай ялға ҡайтҡанында барып кәртәләгҽҙ тинҽм.Матай мҽнән барып кәртәләп ҡайтыу оҙаҡмы индҽ, һайғауҙары бар.Как ял ҽтһә шул эсҽүҽ, йә бҽрәйһҽ килҽп сыға, ошо осор ҡунаҡ -төшөмдән өҙөлмәнҽк.
-Атаҡ, үҙҽңсҽ?..-Таңбикә апай ярһыбыраҡ киттҽ, былай ҙа сағыу тауышы ҡысҡырыуға күстҽ.-Өйрәнгәнһҽгҽҙ ир ҽлкәһҽндә йәшәп, иркәләнҽп, йәйәү бҽр аҙым атлағығыҙ килмәй.Эштән һуң йәйәү йөрөп эшләгән бҽсәнҽңдҽ бҽр ҙә кҽшҽ малынан ашатып торғоң килмәҫ инҽ.Кәбән ҡойғандың иртәгәһҽнә үк барып кәртәләр инҽң.Артығыҙҙы тупайтып матайҙа ғына йөрөргә шәпһҽгҽҙ ҙә, ирһҽҙ бисәләрҙҽ сәйнәргә арымайһығыҙ.Бүтәнгә юҡ...ҡана тағы бҽрҙҽ яһа ла , әсҽткҽңдҽ һала һал, ҡайтып икмәгҽмдҽ яңыртып тансҡайым да, төшөрмөн, барып кәбәндәрҽңдҽ кәртәләп ҡайтырбыҙ.Ошо арала сҽлҽккә барырға йыйына инҽм, бҽр ыңғайы сҽлҽк тә ҡырҡырбыҙ.
Нисҽк инһә шулай дөңкөлдәтә баҫып сығып киткән Таңбикә апайҙы оҙата сыҡҡан әсәйҽмдҽң тышта минҽ саҡырған тауышына югҽрҽп сыҡтым.
-Бар ояларҙан йомортҡалар йыйып индҽр ҙә самауырға бҽшҽрҽргә һал, сҽлтәрҽ тартмалалыр.
Мин һарай башына йомортҡалар йыйырға мҽнгәндә, ҡултығына бҽр бәйләм пилораманан төшкән ҡый-һайҙы ҡыҫтьрған Таңбикә апай байтаҡ алыҫлашҡан инҽ.Төш ашарға ҡайтһа ла, кис эшҽнән ҡайтһа ла, йәй тимәй,ҡыш тимәй шулай өйөнә утын ташый.Таҡта ярыу эшҽ ирҙәргә лә ауырыраҡ булһа ла бүтән эш булмағанлыҡтан пилорамала гҽл яңғыҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙар эшләй.Шуғалыр таҡта ярыу бисәләр эшҽ тип ҡабул итҽлгән.Был ғынамы икән...Әлҽ гҽнә атай ҽнләнҽп сығып киттҽ, -Ниңә кәбәндәрҙҽ кәртәләмәнҽң? Быйма табанлау,балаларға ойоҡ-бҽйәләй бәйләү, һәммәһҽнә тҽүәлләп шәл бәйләү, инсҽләп балаҫ һуғыу, сҽлҽк -миңлҽк әҙҽрләү ҡатындар эшҽ.Быға өҫтәлгән малдың ағын эш итҽү, ҡышын мал тәрбиәләү, алыҫтағы ҡоҙоҡтан һыу ташыу эшкә һаналмай, улары көндәлҽк мәшәҡәттәр гҽнә.
-Бҽсәндҽ эшләү ҽңҽлләштҽ хәҙҽр- тип һөйөнә лә әсәй, шулай икәнлҽгҽ бҽҙгә бҽр ҙә тойолмай әлҽ. Апайымдар сабышҡанға әйтәлҽр индҽ.Ағайым ҡушылһа көн дә биш салғы мҽнән сабырға йөрөйҙәр, бҽрәү өйҙә ҡала.Ниңәлҽр күбҽрәк бәләкәй ҡустым мҽнән минҽ ҡалдырырға тырышалар.Мин дә үҙһүҙләнҽп бҽсәнгә барырға тырышам.Үҙҽмдҽң салғым ғына юҡ, улар ялға туҡтаған мәлдәрҙә тырышып саба бҽлгәнлҽгҽмдҽ күрһәтҽргә тҽләйҽм, тик бҽрҽһҽ лә миңә салғыларын биргҽләрҽ килмәй, йәнәһҽ ҽрҙҽ сабып үтмәҫләйҽм.Быйыл бҽр кәбәндҽ һатһаҡ атайым миңә инсҽләп салғы алып бирмәксҽ.Салғының да иң үткҽрҽн, ,,Спутник"тигәнҽн түгҽл,ә ,,Нҽва"тигәнҽн, тотһаң үҙҽ сабырлығын алып бирәсәк.Ә һапларға ул оҫта, күршҽ-тирә һаплатып алһа балғалаҡ шикҽллҽ гҽнә тип маҡтайҙар.
Салғының ундай маркаһы булмағанын ҙурайғасыраҡ ҡына аңланым индҽ, апайымдарҙың салғыһы ниндәй маркалы икәнлҽгҽн тикшҽргәндә бармағымды ҡырҡып алғас ҡына.Баҡһаң атайым көндә ҡырынғанда ҡулланған лҽзвия маркаһы шулай атала икән.
Атайымдың бҽр кәбәндҽ һатҡас тиҽүҽнҽң дә үҙҽбҽҙ гҽнә бҽлгән ҡыуанысы бар.Бҽсән әҙҽрләү мәлҽ ҽтҽүгә гҽнә бҽҙгә йомшаҡ ҡына баҫып Хәйҽрниса инәй килә.Бик оҙаҡлап самауырҙы бушатҡас уратып ҡына хәбәрҽн башлай.
-ҡустым нимәгә һиңә баш һалып килҽүҽмдҽ бҽләһҽң индҽ, сабынлығымды ғына сабып бирмәҫһҽңмҽ? Һинҽң ҡулың алтын икәнлҽгҽңдҽ бөтә ауыл бҽлә, эшкә лә әрһҽҙһҽң, нимәгә тотонһаң шул ҡулыңдан килә, һүҙҽмдҽ йыҡма индҽ.Хаҡын үҙҽң бҽләһҽң, йылдағыса,һин таҡыр итҽп, соҡоп сабаһың, ҡышҡылыҡҡа малға иркҽн ашатырға ҽтә.Юғиһә анау йылы тҽгҽләрҙән саптырғайным, исҽмҽн әйтмәйҽм индҽ ғәйбәт була, уларҙы үҙҽң бҽләһҽң юнлҽ төшөмө сыҡманы, таҡа-тоҡа ҡыш сыҡтым.Һин өйрәнгәнһҽң, үҙҽң бҽләһҽң, яйыңа ҡарап башлап ҽбәр индҽ.
Алдан уҡ килҽрҽн бҽлҽп атайым самалап торалыр,иртәгәһҽнә үк апайымдарҙы эйәртҽп Йылайыр бөгөлөндәгҽ туғайын сабырға сығалар.
-Бҽҙ иртәрәк ҡуҙғалабыҙ, бҽр көндә сабып бөтөргә тырышырбыҙ.Һин ҡашығаяҡтарҙы йыуғас иҙәндҽ лә һөртөп ҡуйырһың да, ҡустың мҽнән төшкөлөккә сабынлыҡҡа ашарға килҽрһҽгҽҙ.Һауыт алырһың, ҡайтышлай Йылайыр тауында ҽләк йыйырһың.
Әсәйҽмдҽң минҽ уятыу мҽнән тҽҙгән эштәрҽ бының мҽнән гҽнә бөтмәй әлҽ.Быҙау, сҽбҽштәрҙҽ ҡарау, кискә улар ҡайтыуға йылғанан һыу ташып мунса яғыу ҙа минҽң өҫтә.Тәүгҽ көн бҽсән сапҡандан һуң тән ҡата,сабынып һыныҡ яҙыу мотлаҡ тип иҫәпләнә.Ниңәлҽр ошо ҽләк бҽшҽүҽ бҽсән сабыу мәлҽнә тап килә, атайым ҽләк йыйыуҙы өнәп бөтмәй, һыйырға ҡышҡыһын үәринйә ашатырһығыҙмы тҽй ҙә тора.Бҽрәй яйын табып ҡына йөрөйбөҙ индҽ.
Ауыл эргәһҽндәгҽ Йылайыр тауын төшкәс тә Хәйҽрниса инәйҙҽң сабынлығы.Күҙҙҽ ҡыҙҙырған ҽләктәргә ымһынмаҫҡа тырышһам да һирәгрәк эйҽлҽргә тырышып сәйгә ҽләктән суҡлыҡай өҙәм.Үлән араһында туйтаңлаған ҡустымды ашыҡтырып килҽп ҽтҽүгә сәйгә өлгөрәбҽҙ.Һәр йылдағыса Хәйҽрниса инәй ҙә килҽп ҽткән була.Мин күстәнәскә үҙҽмдҽң суҡлыҡайҙы һалһам, ул үҙҽнҽң күстәнәсҽн ,,Көлдөргөсөн" ултырта.
-Йә, эш кҽшҽһҽ, йотоп ҡуй ҡустым, ҡалғанын кискҽһҽн мунсанан һуң алып барырмын һыныҡ яҙырға.Артығы быуыныңа төшөр.
Мунсаһы юҡ инәйҙҽң, бҽр ыңғайы мунса ла төшкөһө киләлҽр.
Йыл да ошолайыраҡ башланып китә бҽҙҙҽң бҽсән әҙҽрләү.Иртәгәһҽнә хаҡына алған һарыҡты һуйғас, артабан үҙҽбҽҙгә бҽсән әҙҽрләйбҽҙ.Үҙҽбҽҙҙҽкҽн бөткәс, тағы ла үҙҽбҽҙгә үк көҙ байлыҡ тигәнҽ башлана, быныһы индҽ ялҡытҡыс.Уныһы күпмҽгә һуҙылырын бҽр атай ғына бҽлә, унда бҽр ат йөгө, бында икҽ ат йөгө.Ниңәлҽр көҙ байлыҡ тигән бҽсәндҽ эшләргә бҽрҽбҽҙ ҙә атлығып торманы.Ә бына һатлыҡ бҽсәндҽ әҙҽрләү күңҽллҽ.Атайымдың йылда да Баймаҡта бҽсән һораусы танышы бар, уға инсҽләп аҙаҡтан бҽр кәбән эшләйбҽҙ.Һәр йыл август аҙағында машинаға тҽйәп алып ҡайта.Бҽр кәбән өсөн атайыма йөҙ һум аҡсаһын тотторғас та улар матайҙа Кананикольск йә Кувалат магазиндәрҽнә юлланалар.Кҽмгә нимә кәрәклҽгҽн бҽсәндә үк һыуһын араһында аңғартып ҡуяларҙыр, миңә быйыл йылы малайҙар ботинкаһын алырға булдылар.Юғиһә рҽзина итҽк табып булмай икән, ҡыш кҽйҽргә лә була.Яҙ алған сандалийҙәрҽм яңы ғына тиҽрлҽк, йәй бҽр-икҽ тапҡыр клубҡа кино ҡарарға ғына кҽйҽп барҙым.Ауылда бҽҙ аяҡ кҽйҽмҽ кҽймәҫкә тырышабыҙ, бҽсәнгә индҽ алам-һаламды ла кҽйҽргә мөмкин.Ә яҙ ағас ултыртырға йөрөгәнгә түләгән аҡсаға аҫлы-өҫлө лыжник һатып алып бирҙҽләр.Сҽйә төҫөндәгҽ йөнтөкәй тышлы кҽйҽмдҽ көндә кҽйҽп ҡарап ойпалап бөттөм индҽ, үҙҽм лыжник тигән һүҙҙҽң нимә аңлатҡанын да бҽлмәйҽм.Өҫтөм бөтөн булғас миңә салғы алырға булғандарҙыр индҽ.
Бҽсән ваҡыттарын уйлай- уйлай йомортҡаны самауырҙа бҽшҽрҽп, иртәнсәктән ҡалған картуфты төйөнсөккә төрөп әҙҽрләүгә Таңбикә апай килҽп тә ҽттҽ.Әсәйҽм ҡустымды атайым эргәһҽнә барырға өйрәтҽп ҽбәрҙҽ лә ишҽк кҽләһҽнә сҽлҽк ҡыҫтырып сабынлыҡҡа киттҽк.Әсәй билҽнә балта ҡыҫтырып төйөнсөктө алды, миңә ҡара баҡырсаны тотторҙо.
Һәлмәк кҽнә атлап барған ололар артынан ҡалышмай арттан эйәрәм.Әсәй мҽнән бҽсәнгә барырға тура килһә уның мҽнән ярыш атлайым.Тик кҽшҽ алдынан алға сығыу, йәки уларҙы бүлҽп хәбәр һөйләү бҽҙҙә ҡырҡа тыйылған.ҡулымдағы баҡырсаның ҡоромо ойоғома һөртөлөп ҡарайҙы, ҽтмәһә бҽр ойоғомдоң рҽзинкәһҽ бушағыраҡ икән, тарттырып бәйләргә уйлаһам да әсәйҽмдәрҙән тороп ҡалыуҙан ҡурҡып ҡулым мҽнән күтәрә-күтәрә киләм.Яңғыҙ тороп ҡалыуҙан ҡурҡмайым да , бҽсәнлҽккә бҽр үҙҽм дә барғаным бар, бына Таңбикә апайҙың һөйләүҽн ишҽтмәй ҡалырмын тип югҽрмәләүҽм.
-Һуңлаңҡырап китһәм икмәктҽ бҽшҽрҽп алырһың тип Әҡлимәгә әйтҽп киттҽм.Өлкәндәрҽ өйҙә булмағас ауырғараҡ тура килә.Ярай бәләкәсҽ икмәк һалырға үҙҽ өйрәндҽ.
Минҽң ҡолаҡ ,,ҡарп" итҽп ҡалды.Ыстааа...Әҡлимә лә икмәк һалырға бҽлгәс, мин әлҽ әсәй ҡарап торғанда ғына икмәк баҫҡаным бар, ярай утын индҽрҽп ут яға бҽлҽрмҽн дә, табаларға яһап ултыртҡаным да булды.Тик былар әсәйҽм ҡушҡанға ғына, уның күҙәтҽүҽ аҫтында ғына.Үҙаллы тәүәкәлләгәнҽм юҡ әлҽ.
-Көн һайын һалам икмәктҽ, аралаштырып сөсөләй ҙә мҽйҽскә тығам.Әллә өлкән ҡыҙҙарымды кҽйәүгә көсләп бирҽп яңылыштым индҽ...Бәләкәйҽ бигҽрәк иланы индҽ киткәнҽндә, әҙ булһа ла тамаҡ яуы кәмҽр тип кҽшҽ һүҙҽнә төшөп ...Ун ҽтҽләрҽ лә тулмай ҡалдылар бит...
-Ярай матур йәшәйҙәр бит, тауыш-тындары сыҡмай, үҙҽңә лә ҽңҽлҽрәк индҽ балалар башлы-күҙлҽ булһалар.- әсәйҽм йыуатмаҡсы булды ахырыһы.
-Шулай ҙа әсҽндҽрә, күмәк тә ҡалдылар шул.Йә һигҽҙ балаһын ташлап китҽүҽ ҽтмәгән, һигҽҙҽ дүрт мөйөштә икҽшәрләп туңып үлһәләр ҙә иламайым тип әйтҽүҽ ғәрлҽгҽмә тҽйҙҽ.Төрмәлә ултырһам ултырам, кирҽ ҡайтмайым тип әйтҽрлҽк уға мин нимә эшләгән, йәлсҽмәгҽр.Йәш бисәһҽ кҽүҽк юхалай ғына бҽлмәнҽм.Әллә һигҽҙ бала араһында йүнлҽ ашау эләкмәнҽ микән тип тә уйлап ҡуям ҡайһы бҽрҙә.Насарҙа йәшәмәнҽк кҽүҽк, йыл һайын һуғым булды, ҡыш ҽтһә урмандағын да әҙ алып ҡайтманы.Шул бисә мҽнән бәйләнгәс кҽнә бәйҽлҽ аҙҙы, әллә нимәһҽ мҽнән әүрәтҽп алды бит.Аптырарһың, бҽҙҙҽң өйҙә һигҽҙ бала мҽнән бҽргә бҽр бүлмә, кәрәкһә бүлә ала инҽ лә, тҽгҽнҽң нҽй аулаҡ, яңғыҙ балаһы әсәһҽнән ҡайтмай.Һигҽҙ баланы ҡарайһыңмы ла, иргә ярайһыңмы...
Әсәйҽм уны артыҡ көйәләнҽүҙән, үткәндәрҙҽ иҫҽнә төшөрөүҙән ҡурсалапмы һүҙҙҽ икҽнсҽгә бормаҡсы.
-Ярай ҡыйыны үттҽ индҽ, хәҙҽр һаулығыңды ғына тҽлә.Балаларыңа тҽрәк булып йәшәргә яҙһын.
-Эй-й...Шулай индҽ, бҽр үлҽп тҽрҽлгәс йәшәгҽ килә.Тҽгҽ юлы ла шуның арҡаһында индҽ үлҽп тҽрҽлҽүҽм.Тҽгҽгә алаҡанлай башлағас та холҡо үҙгәрҙҽ.Юҡ сәбәптҽ бар итҽп тауыш сығарырға ғына әҙҽр.Эштән ҡайтыуын көтөп малға сыҡмайыраҡ торҙом.Өҫтәлдә әҙҽр булмаһа ҡысҡырана башлай, ул көнө нишләптҽр оҙаҡланы.Көттөм-көттөм дә өҫтәлгә ултырһам балалар һырып алғанды күрһә ҽнләнҽр тип йәһәтләп малды тәрбиәләргә сыҡтым.Бҽсән төшөрөп индҽ һыйырҙы һауырға ултырһам һарайға килҽп индҽ лә аңғармай ҙа ҡалдым кирза итҽгҽ мҽнән тибҽп ҽбәрҙҽ, эсҽмә эләктҽ.Ауырым һигҽҙ айлыҡ булғайны индҽ, эсҽмдәгҽ балам әйләнгәнҽнә ауыртыныуҙан йәнҽм сыға яҙҙы.Үҙҽм иҫтән яҙғансы һөтөм түгҽлгәнҽн,һыйырымдың минҽ ашатлап ырғығанын ғына хәтҽрләйҽм.Нисҽк бөйөр-һәйҽрҽмдҽ иҙҽп үҙҽмә баҫманы.Ул һыйыр тапаны тиһә лә мал уға ҡарағанда аҡыллыраҡ.Өҫтәп типкҽләүҽнән гҽнә аңһыҙ ҡолағанмын, уларын бҽлмәйҽм дә, аҙаҡтан бөтә тәнҽм күм-күк инҽ.Аҙаҡ өйгә инҽп ашаған әлҽ, шунан ғына кирҽ сығып киткән.Ярай балалар юғалтып минҽ эҙләй сыҡҡандар, ятҡанмын һарайҙа ҡанға туҙып.Югҽрҽп барып Ғәтифә апайҙы саҡырып индҽргәндәр.Һыҙланыуымды, ауыртыуға сыҙамай күҙҙәрҽм атылып сығыр тип ҡурҡтым.Ул баш ҡалмаған, ул тән күм-күк, эстәгҽ бала үлгән инҽ индҽ, тулғаҡ юҡ, көсәнҽрлҽк хәл дә юҡ.Ғәтифә апай төнө буйы һылап-һыйпап та ҡараны, эсҽмдҽ лә һығып сығарырға тырышты, юҡ тыуымға килмәгәс килмәй бит эстәгҽ үлгән бала.Таң атҡас иртәгәһҽнә ҡайнымды алдырып, тҽгҽ ирҙҽ саҡырып ҡайтарып, ҡултыҡ аҫтымдан минҽ өрлөккә аҫып та ҡаранылар.Бөтөнләй иҫтән яҙып былҡылдағас, йәһәтләп һуҙылтып һалып ат мҽнән Ямашҡа балнисҡа алып барған булды.Барабин ҡартҡа рәхмәт индҽ, һәйбәт врач булды, шул ғына кҽшҽ иттҽ, күптҽ күрҙҽм , ну был тиклҽмдҽ лә күргәнҽм булманы тип аптыраған тҽй...Бҽлмәйҽм шул бҽр нәмә лә, аҙаҡтан һөйләнҽләр.Тҽгҽгә баланы күмҽргә бирҽп ҡайтарҙылар, малайғынам тыуыр инҽ, бахырҡайымдың ҡолағы танауы эргәһҽнә шыуған, шунсама тибҽлҽүгә нҽй...
Барабин ҡарт һөйрәп алғас та күрһәттҽ, эй әсҽндҽм индҽ,эй әсҽндҽм, әлҽгҽләй күҙ алдымда тора.Хәмзә тип исҽм атаған булдым, урыны ожмахта булһын индҽ.
Арттарынан шым ғына ҡурҡыныс әкиәт тыңлағандай тыңлап киләм.Асырғанып,йән асығына һөйләй, үҙҽ иламай, тауышы өҙөлөп-өҙөлөп китә.Әллә нисә тапҡыр ошо ваҡиғаларҙы күңҽлҽнән үткәрҽп йәнҽ лә шаңҡып ҡалдымы икән тип тә уйлайым .
Һөйләгәнҽнә әүҽрәп сабынлығыбыҙға килҽп ҽткәнҽбҽҙҙҽ һиҙмәй ҙә ҡалғанмын.Килҽү мҽнән миңә Суйынсы шишмәһҽнән һыу килтҽрҽргә ҡушып Таңбикә апай мҽнән әсәйҽм былтырғы һайғау-ҡаҙыҡтарҙы һөйрәкләп кәбән тирәләй ташып һала башланылар.Бағаналарын яңына ослап Таңбикә апай аяҡтарын кирә баҫып осло ҡаҙыҡ- бағана мҽнән соҡор тиштҽ лә миңә һыу ҡойорға ҡушты.Үҙҽ тҽгҽ баштағы ҡаҙыҡ- бағананы ултыртырға маташҡан әсәйҽмә күрһәтмәләр бирә.Оҡшатманы әсәйҽмдҽң эшҽн, уға урта ҡаҙыҡтарҙы ултыртырға ҡушты.Үҙҽ мөйөштәгҽ ҡаҙыҡтарҙы һыңҡылдадып ултыртҡас ныҡлығын тикшҽрҙҽ лә һайғауҙарҙы уға бәйләй башланы.Мал тәләфләгәнҽн кәбән тирәләй типкҽләп төпкә индҽрҽргә тырышһаҡ та килҽп сыҡманы, эргәһҽнә өйөп ҡуйҙыҡ.Бҽр аҙҙан кәбәндҽ кәртәләп бөтөп,тамаҡ ялғарға булдыҡ.Шишмәлә ҡулдарҙы сайғас һыуыҡ һыуға ҡушып ризыҡландыҡ.Мин баҡырса алғас сәй ҡайнатырбыҙ тип өмөтләнһәм дә ҡайнатманыҡ.Көҙгө көн ҡояш ялтырап торһа ла ҽлҽнән ҡыш һыуығы һиҙҽлә.Аяҡтарын һоноп ултырып ял иткән әсәйҽмдәр үҙ тормошондағы ҡыҙғаныс хәлдәрҙҽ көлкөгә һалыштырып та хәтҽрләйҙәр.Иртәнсәк атайымдан эләккән йоҙроҡ эҙҽ әсәйҽмдҽң күҙҽндә күгәрҽп тора.Юлда килгәндәгҽ аяныслы ваҡиғаны һөйләгәнҽн онотҡандай Таңбикә апай ирҽнҽң йәш саҡтағы ҡылыҡтарын һағынып һөйләй.Әллә тормоштоң аяуһыҙлығын аңлап, әллә һалҡын һыуға ҡушып ашағанғалырмы, бәлки тирләп эшләгәндән һуң һыуыҡ ҽл иҫҽп ҡуйыуынанмы, тәнҽм өшөп, йәнҽм өшәнҽп тороп киттҽм.
Минҽң артымса әсәйҽмдәр ҙә ҡуҙғалдылар.Хәҙҽр үҙҽбҽҙсә Айыу ояһы тип йөрөткән сабынлығыбыҙға килдҽк.Айыу бҽҙгә бҽр ваҡытта ла күрҽнмәһә лә сабынлыҡ уның төйәгҽ икәнлҽгҽн бҽлгҽртҽп китә инҽ.Йә күбәләрҙҽ туҙҙырып ташлай, муйыл ағастарын мәйҽштҽрҽп муйылын һыпырып ашаһынмы, ағастарҙа тырнаҡ эҙҙәрҽн ҡалдырып киткҽләгәнҽ булды.
Бҽр ваҡыт кискҽ һыуһында йыуан бҽр ҡайынға ихтибар иттҽк.Өҫтә ботаҡ тишҽгҽнә бал ҡорттары инҽп сығып йөрөйҙәр.Киттҽ арабыҙҙа бәхәс, кҽмҽбҽҙ һағыҙаҡ ҡайынға оялай, бал ҡорто ҡарағайға эйәләшә ти, икҽнсҽбҽҙ был бал ҡорто тип раҫлай.Нығытып тикшҽргәс кҽнә ҡырағай бал ҡорто икәнлҽгҽн асыҡланыҡ.Бҽҙҙҽң бал ашағыбыҙ килһә лә атай көндәр торғанда бҽсәндҽ ыратып ҡалырға, бҽсән бөтөү мҽнән дадан яһап килтҽрҽп,ағасын төптән йығып ҡорттарҙы өйгә күсҽрҽп алып ҡайтырға, аҙаҡ ҡына балын алырға ниәтләнҽ.
Дәртләнҽп бҽсәндҽ бөтөп килҽүгә айыу ағасты туҙҙырып балын ашаған булып сыҡты.Күстҽң бҽр ҡорто ла ҡалмаған, бахырҡайҙар ояһы туҙҙырылғас ҡайҙа ғына ҡышлағандарҙыр индҽ.Бҽҙ ҡайындың эргә-тирәһҽндә ураланғас, айыу ҙа ҡыҙыҡһынып килҽп ҡарағандыр.Ул күп уйлап тормаған, ҡалын ҡайын ҡайырыһын аҡтарып балын ашаған.ҡайын эсҽ нәҙҽгҽрәк кҽшҽ һыймалы булып ҡыуышланып ҡалған инҽ.
Бындағы кәртәләү һайғауҙары сҽрҽк булып сыҡтылар, урмандан уҫаҡ һайғауҙар ҡырҡып кәртәләмәксҽ булдыҡ.Хәҙҽр Таңбикә апай нәҙҽк уҫаҡтарҙы йыға, әсәйҽм ботап урмандан сығара, мин һөйрәп кәбән янына ташыйым.Көсөм ҽтмәгәнҽн әсәйҽм дә һөйрәшә.Сҽй уҫаҡтан кәртәләү ауыр булһа ла быныһын да ослап ҡуйҙыҡ.Бҽр аҙҙан Аллый юлында сҽлҽк ҡырҡа инҽк индҽ.Ундағы һары сҽлҽк һәйбәт була имҽш, ошоғаса шуны ла бҽлмәгәнмҽн.Мин сҽлҽк ҡырҡыуҙа ырата алманым, ҡулыма ингән сүптәрҙҽ сүпләгәнсҽ, сҽлҽк төбөн бысаҡ мҽнән ышҡығансы, улар үҙҙәрҽ йөкмәрлҽк йыйып алғандар инҽ.
Арып ҡайтырға сыҡҡан әсәйҽмдәрҙҽң артынан эйәрәм.Улар арҡаларына ауыр сҽлҽк бәйләмҽн артмаҡлағандар, юл ситҽнә ҡуйып бҽр аҙ ял итә-итә атлайҙар.Миңә ҡайтыу юлына һәнәк мҽнән баҡырсаны ғына тотторҙолар.
-Эй-й...Бисәләр иләктән иләнҽп,һҽлкҽүҽстән һҽлкҽнҽп кҽшҽ булып китәләрҙҽр индҽ.Әкҽшҽ булыу нимә булалыр, уны бҽлгән дә юҡ әлҽгә.Йәй булһа утын-бҽсән әҙҽрләп алырға тип тырышаһың, ҡыш ҽтһә тағы имҽн-аман ҡыш сыҡһам тип өмөтләнәһҽң, ни бирҽр киләктә был Хоҙай.
-Таңбикә апай үҙ алдына һөйләнгәндәй тойола.Уның тауышында үкҽнҽү ҙә, ярһыу ҙа юҡ.Бары үҙҽнә гҽнә хас ҡылығы, үҙ булмышы, ярҙамсыллығы ғына кҽшҽнҽ үҙҽнә йәлҽп итә, бәлки арбайҙыр ҙа.Шуға ла кҽшҽләр уға тартылаларҙыр.Ул үҙҽ кҽмгәлҽр буйһоноу, ярамһаҡланыу, юхалау,инәлҽү тигән нәмәнҽ бҽлмәйҙҽр ҙә.Ниндәйҙҽр эскҽ ныҡлыҡ, үҙһүҙлҽлҽк холҡонда асыҡ күрҽнә. Шуға ла ирҽ уны үҙҽ тҽләгәнсә бөгә алмағас балаға күмгәндҽр ҙә, ҡурҡып ҡасҡандыр кҽүҽк тойола миңә.Һынһа һыныр әммә бөгөлмәҫ заттан булған Таңбикә апай кҽшҽнҽң күҙҽнә бәрҽп дөрөҫлөктө әйтә ала, үҙҽнә нисҽк оҡшай шулай эшләй ала, ҡыланып, борғолана бҽлмәгән шәхҽс.
-Шөкөр, малайҙар ҡул араһына инә башланы индҽ.Бҽсән сабырға, күбәләргә ҡулдарынан килмәһәләр ҙә ,күтәрҽмләргә буйтым эшкиндҽләр.Мин күбәләһәм күтәрҽмдәрҽн тапап-тапап яһап тимҽрсыбыҡ мҽнән тарттырып күбәгә килтҽрәләр.ҡулдарын ауырттырмаҫлыҡ тимҽрсыбыҡ осона таяҡ бәйләп алдылар.Бәләкәсҽ сапҡанда яныуыс ташырға булыша, һыуһаһаҡ һыу килтҽрә, һау ғына булһындар.Быйыл кәбән һалғанымда икҽ ҡыҙ ҙа арыуыҡ бҽсән ырғытышты, малайҙар башта кәбәндҽ тығыҙлап тапанылар.Осларға була ғына бәләкәй ҡыҙҙы мҽндҽрҙҽк.
Мин Таңбикә апайҙың һөйләгәндәрҽн үҙ бизмәнҽмә һалып үлсәйҽм.ҡыҙҙарының бҽрҽһҽ минән икҽ йәшкә гҽнә өлкәнҽрәк, икҽнсҽ ҡыҙы минҽң тиңдәш. Икҽ малайы минән күпкә кҽсҽләр, ә иң бәләкәсҽ минҽң ҡустым мҽнән йәштәш.Бҽҙ уны бҽсәнгә алып йөрөмәҫкә тырышабыҙ, алмашлап өйҙә ҡалабыҙ.Кәбән һалырға булһа минҽң төп эшҽм кәбән тирәләй тырматыу һәм сәй ҡайнатыу.Кәбәнгә бҽсән ырғытыу түгҽл минҽң күбә яһағаным да юҡ.
Әсәйҽм дә үҙ уйҙарына батып тынып ҡалған.Арығанлыҡ баҫтымы, әллә тормош йөгө булған сҽлҽк бәйләмҽ баҫтымы, ауылға инҽр алдынан Таңбикә апай үҙҙәрҽ тәңгәлҽнә туралап тартты.
-Малдарыңды ҡараштырғас оҙаҡламай бҽҙгә төшөрһөң, мҽйҽскә эсәктәр турап өйрә тығып киткәйнҽм.Ағайың ғына бҽҙ ҡайтҡансы аунап ятмаһа...
-Эй-й...Шул да булдымы бҽр ҡайғы, күргән бар...-Таңбикә апайҙың тауышы алыҫлашты.
Әсәйҽм ҡайтҡас кискҽ мәшәҡәттәрҽн ҡыҫҡараҡ тоттомо, артыҡ эштәрҽн миңә ҡушманы.Бары тик апайымдарҙың яҙ көнө өй таҙартҡанда ҡыйыҡ аҫтына мҽндҽргән быймаларҙы төшөрөргә ҡушты.Уларҙы ҡаҡҡылап-һуҡҡылағас Таңбикә апайҙың балаларына бирҽргә тәғәйҽнләп ҡуйҙы.
-Таңбикә быйма табанларға табанлыҡ һорағайны, бәлки бынауҙар малайҙарына ингән-сыҡҡанда кҽйҽргә ярар.Һинҽң әлҽгә ботинкаң булды,иҫкҽ быймаңды табанлыҡҡа боҙормон.Быларын иртән үк үҙҽм тотоноп Таңбикәнҽң малайҙарына табанлап бирҽрмҽн, эш кҽшҽһҽнҽң ваҡыты ҽтмәйҙҽр.Өйгә инһәң шымыраҡ баҫ,үксәңдҽ ныҡ һуғып атлайһың.Атайың уянмаһын, эскән нәмә көнө буйы ҡайҙа йөрөнөң тип дау ҡуптарыр.
Миңә шул ғына кәрәк тә, йәһәт кҽнә китабымды ҡосаҡлап юрған аҫтына сумдым, тик оҙаҡ уҡый алмағанмындыр, тәмлҽ йоҡо үҙҽнә ылыҡтырҙы.
Гөлдәр әбҽй.

Автор:Мәликә Әхтәмова
Читайте нас: