Все новости
Новости
28 Сентября 2021, 11:09

Һалҡын тейгәндә балан сәйе файҙалы

Һалҡын тейгәндә 1 аш ҡалағы балан емеше өҫтөнә бер стакан ҡайнаған һыу һәм бер сәй ҡалағы аҡ май һалып эсегеҙ.

Һалҡын тейгәндә балан сәйе файҙалы
Һалҡын тейгәндә балан сәйе файҙалы

Бронхит булғанда, йүтәл оҙаҡҡа киткәндә: берәр аш ҡалағы балан, аҡ май һәм балды бергә ҡушып иҙәбеҙ ҙә шуға бер аш ҡалағы спирт өҫтәйбеҙ. Көн дауамында берәр сәй ҡалағы ҡабабыҙ, артынан йылы һөт эсеп ҡуябыҙ.

Бауыр ауыртҡанда: 50-70 гр баланды иҙәбеҙ. 100 гр балды «һыу мунсаһы»нда иретәбеҙ. Эҫе балға баланды ҡушып, 5-6 сәғәт төнәтәбеҙ. Көнөнә 3-4 тапҡыр ашарға 30 минут ҡала берәр аш ҡалағы ҡабып ҡуябыҙ.

Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Автор:
Читайте нас: