Все новости
Новости
21 Сентября 2021, 10:21

Ваҡ бәлештәр

Бөгөн мин үҙемә ял эшләнем! Магазиндан алған ҡатлаулы (слоеное) ҡамырым бар ине, шунан ғына ваҡ бәлештәр (әллә курник микән) бешерҙем дә ҡуйҙым!

Ваҡ бәлештәр
Ваҡ бәлештәр

Беренсенән, ҡатлаулы ҡамырҙан ныҡ тәмле килеп сыға, икенсенән, ҡайһы берҙә беҙҙең дә саҡ ҡына ялҡауланып алырға тулы хоҡуғыбыҙ бар, шулай бит, әхирәттәр?

Йәйелгән ҡамырҙан башта нәҙек кенә таҫмалар ҡырҡып алдым. Улар беҙгә аҙаҡ бәлештәрҙе бөрөп, бәйләп ҡуйыр өсөн кәрәк. Шунан ҡамырҙы дүрткел итеп ҡырҡып сыҡтым. Ваҡ бәлештең эслегенә картуфты, һуғанды, тауыҡтын аҡ итен эре итмәй генә тураным. Тоҙ, ҡыҙыл борос ҡуштым. Эслекте ҡамыр эсенә һалғас, аҙ ғына аҡ май өҫтәнем.

Ә!!! Онотоп торам да әйтергә, бындай ҡамырлы бәлеште эҫе мәлендә ашар кәрәк, шулай тәмлерәк. Кем белә, бәлки, һыуыҡ килеш тә тәмлелер ул, тик минең егеттәр ваҡ бәлешкә һыуынырға форсат бирмәй, ултыртыу менән йыпырып ҡуялар)))

Ашығыҙ тәмле булһын, дуҫтарым! Һый-ниғмәттән өҫтәлегеҙ һығылып торһон!

Гөлназ Ишемғолова.

Автор:
Читайте нас: