Все новости
Наука
11 Февраля , 15:26

Күп яҡлы һәм сағыу ижад (Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына – 200 йыл)

Быйыл 8 ғинуарҙа XIX быуатта йәшәгән һәм ижад иткән күренекле башҡорт шағиры Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулды. Уның ғәйәт бай, күп яҡлы һәм ҡатмарлы ижади мираҫы милли һүҙ сәнғәтебеҙ үҫешендә яңы баҫҡыс булып тора. Әҫәрҙәрендә тормошсанлыҡҡа, донъяуилыҡҡа, мәғрифәтселеккә бәйләнешле яңы тенденциялар традицион дини әҙәбиәткә, суфыйсылыҡҡа хас элементтар менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Шул уҡ ваҡытта уның әҫәрҙәрендә милли тойғо, башҡортлоҡ рухы һиҙелерлек көслө сағылған.

Ғәли Соҡорой.
Ғәли Соҡорой.

«Ирәкте башҡортының иң ғәли михнәтле фәреғе булып торамын…»

Бик күп ғилми хеҙмәттәрҙә күрһәтелгәнсә, Ғәли Соҡорой (Мөхәмәтғәли Ғәбдессалих улы Кейеков) 1826 йылда Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе 10-сы башҡорт кантонының 17-се йортона (хәҙерге Башҡортостандың Тәтешле районына) ҡараған Иҫке Соҡор ауылында тыуған. Әммә 1834 йылдың 28 апрелендә үткәрелгән 8-се халыҡ иҫәбен алыу (ревизия) материалдарында шул уҡ Иҫке Соҡор ауылында йәшәүсе Кейеков Ғәбдессалих мулланың өс улы теркәлгән, шуларҙың уртансыһы Мөхәмәтғәлигә 6 йәш тип күрһәтелгән [2]. Ошоно иҫәпкә алғанда, ул 1828 йылда тыуған, тип тә раҫларға мөмкин. Әммә шағирҙың 1889 йылдың 10 декабрендә вафат булғанлығы айырым-асыҡ билдәле. Уның Иҫке Соҡор зыяратындағы ҡәбер ташында «дар әл-фәнадин (ваҡытлы донъянан) дар әл-бәҡайә (мәңгелек донъяға) һижрәт әйләде (күсте) 62 йәшендә» тигән һүҙҙәр бар. Ошо мәғлүмәткә таянһаҡ, әҙиптең тыумышы 1826 йылдың аҙағына йәки 1827 йылдың башына тура килә, тип раҫлай алабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республиканың Милли архивында 1840 йылдың икенсе яртыһынан алдағы осорҙарға ҡараған метрика ҡағыҙҙары бөтөнләй һаҡланмаған. Бәлки, улар шул осорҙа бөтөнләй төҙөлмәгәндер. Һәр хәлдә, был мәсьәлә асыҡ ҡала һәм киләсәктә тарихи документтар буйынса уны аныҡлап, дөрөҫләп ҡуяһы бар әле.

Буласаҡ шағирҙың атаһы Ғәбдессалих Ғабдулла улының алты улы һәм ете ҡыҙы була. Әсәһе Гөлбәһар 1843 йылдың декабрендә вафат булып ҡала. Мөхәмәтғәли уның үлемен бик ауыр кисерә, һөйөклө әсәһенә арнап шиғыр ҙа ижад итә, аҙаҡ үҙенең әҙәби псевдонимын йыш ҡына «Ғәли Чоҡори әл-Бәһари» тип атай. Әйтергә кәрәк, ҡайһы бер әҫәрҙәрендә шағир псевдоним итеп, үҙенең туған ырыуы исеменә бәйләп, «әл-Ирәктәүи» һүҙен ҡулланған, шулай уҡ тыуған ауылы исеменә бәйле «соҡор», «түбән урын» мәғәнәһен белдергән «әл-Ғари», «әл-Вади», шулай уҡ «әл-Болғари» һүҙҙәрен, йәнә лә «әл-Уфаи», «әл-Бөрөи» кеүек тыуған губернаһы һәм өйәҙе атамаларын да файҙаланған.

Шағирҙың атаһы Ғәбдессалих иһә 1849 йылда донъя ҡуя. Был ваҡытта сит ауылда мәҙрәсәлә уҡып йөрөгәнгә күрә атаһынан мираҫ булып ҡалған мөлкәт Мөхәмәтғәлигә бөтөнләй эләкмәй. Ошо хаҡта ул түбәндәге юлдарҙы яҙып ҡалдырған:

Атам бик бай иде, шиксез,

Малы күп ирде һәм чутсыз.

Суңында ҡалды уғыл-ҡыз,

Анлар малға ҡазан (хужа) улды.

Ҡара табын (ирәкте) башҡорттарының шәжәрәһенән күренеүенсә, Кейековтарҙың нәҫел осо «аҫаба башҡорт Кейек ҡарт» исеменә килеп ялғана. Буласаҡ шағир тәүҙә тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡый, һуңынан Бөрө, Уса, Минзәлә һәм Бәләбәй өйәҙҙәрендәге биш ҙур уҡыу йортонда белем ала. Аҙаҡ заманындағы данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡый. Бик һәләтле шәкерт булараҡ, 1850–1851 йылдарҙа шунда уҡ балалар уҡытып та ала. Бында уға данлыҡлы шағир Шәмсетдин Зәки (1822–1865) менән бергә эшләү, унан ижади оҫталыҡҡа өйрәнеү бәхете тейә [4, 185-се б.].

Аҙаҡ ижад иткән шиғырҙарында әҙип үҙен уҡытҡан мөғәллимдәрҙе бик ҙурлап, хөрмәтләп телгә ала, «Әғләми һади» («Тура юл күрһәтеүсе ғалимдар»), «Бостани хажи» («Хажиҙың сәскә баҡсаһы»), «Ҡафият әл-аҫар» («Рифмалы әҫәрҙәр») кеүек әҫәрҙәре, нигеҙҙә, уларҙың тормошона, эшмәкәрлегенә бағышланған.

«Китер булдым илдән чығып уҡырға, ғилем эстәп ҡайтайым тип Чоҡорға», – тип яҙған үҙенең бер шиғырында Ғ.Соҡорой. Уның «ғилем эстәүе» 12 йыл буйына дауам итә. Ниһайәт, 1851 йылдың яҙында 23 йәшендә уҡыуҙарын тамамлағас, ул Өфөләге Диниә назаратына барып, имам-хатиплыҡҡа указ алыу өсөн документтарын тапшыра. 1852 йылдың башында уны Диниә назаратына саҡыртып алалар. Ул саҡтағы мөфти Ғәбделвахит Сөләймәнов бик йылы ҡаршы ала, бик оҙаҡ әңгәмәләшәләр, йәш егетте төрлөсә һынап ҡарай һәм, бик белемле булыуын, ислам дине ҡанундарын тәрән үҙләштергәнлеген күреп, ахунлыҡ вазифаһын тәҡдим итә. Әммә Ғ.Соҡорой был вазифанан баш тарта һәм уны тыуған ауылына имам-хатип итеп тәғәйенләйҙәр. Быларҙың барыһы хаҡында бик ентекле итеп шағир үҙенең «Мәнзумати Ғәлийә» («Ғәли назымдары») тигән ҡулъяҙма йыйынтығындағы бер әҫәрендә бәйән итә [3, 28–32-се бб.].

Ошо ваҡиғаларҙан һуң Ғ.Соҡорой тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм ғүмеренең аҙағынаса, йәғни 1889 йылдың 10 декабренә тиклем, шунда йәшәй.

1852 йылдың көҙөндә үк мөғәллимлек эшенә тотона һәм бар ғүмерен дини эштәргә һәм балалар уҡытыуға арнай. Исемһеҙ бер шиғырында:

Шул уҡ йылда етеп көзгә

Талиплар килделәр безгә,

Мөдәррис (өлкән уҡытыусы) диделәр безгә,

Һадилар (юлбашсылар) кем безем саздыр.

 

Мизан ғәҡрәб ҡәүесләрдә (ғәҡрәб йондоҙлоғо эсендә)

Булып көн-төн дәресләрдә,

Китап төздем һәүәсләрдә (теләк менән),

Һадилар кем безем саздыр, –

тип яҙа ул үҙенең хеҙмәт юлын башлауы хаҡында.

Үҙенең «Мәнзумати Ғәлийә» исемле ҡулъяҙма китабына яҙған баш һүҙендә шағир үҙенең ауылдағы тормошон шулай характерлай: «Без урман башҡорты буламыз. Зариғ бине әз-зариғ (игенсе улы – игенсе), деһҡан бине әл-деһҡандыр (крәҫтиән улы – крәҫтиән). Әкҫәр (күпселек) әш-шөғөлемез урман әрчеп, печәнлек вә игенлек ясамаҡтыр. Бән, ғәриб ғажиз кәминә дә бар тапҡан ваҡытымны вә хәл вә форсатымны ғалибан (башлыса) шундайын шөғөлгә сарыф әйләдем. Юҡ хәл берлә мәншүр (муллалыҡҡа таныҡлыҡ) алып, вә йорт салып вә әсбаб әл-мәғәшне (тормош кәрәк-ярағын) барын сатып алып, ярлы кеше баласы кеби бик күп ҡарыздар (бурыслы) булдым. Вә шул арада һаман юҡ мәдрәсәне бер итеп, мәдрәсә ямаштырырға бер үзем истибар (тырышлыҡ) идеп, чуҡ михнәтләр арасында өйөмдә тәғлим әүләди әл-ҡәрйә (ауыл балаларын) вә мәдрәсәмдә тәғлим әүләди ҡәбилә (ҡәбилә балаларын уҡытып) идеп, вә шул арада духавнуй хезмәтләр артындан да йөреп вә жәмиғ әһли әл-ҡәрйәдән (барлыҡ ауыл халҡынан) артыҡ мәсжед вә мәдрәсә арасында йөреп, Ирәкте башҡортының иң ғәли михнәтлерәк фәреғе (нәҫеле) булып торамын…» [3, 3-сө б.].

Шағир Минзәлә өйәҙе Шығай ауылында (хәҙерге Татарстандың Сермән районына ҡарай) йәшәгән күренекле мулла Йәләлетдин Баһауетдин улының ҡыҙы Мәрфүғәгә өйләнә. Мулла Йәләлетдин сығышы менән башҡорттарҙың байлар ырыуынан була. Шағирҙың «Шәмеғ әз-зия» («Шәм яҡтыһы») китабында ошо һөйөклө ҡатынына һәм ҡайныһы Йәләлетдингә бағышланған шиғырҙары бар. Унда автор тормош иптәшен «баҡсам гөлө», «былбылым», «тулған айым» тип, үҙенең сикһеҙ һөйөү хистәрен еткерә. Мәрфүғә Ғ.Соҡорой өсөн тоғро ҡатын һәм тормошонда, ижадында яҡын ярҙамсы була. Ул ире менән донъяның бөтә ауырлыҡтарын бергә кисерә, мәҙрәсәлә балалар уҡытыу эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Ире вафат булып ҡалғас, аҡса табып, уның шиғри китаптарын яңынан нәшер иттереү һәм халыҡҡа таратыу эштәрен ойоштора. Мәҫәлән, 1903 йылда Петербург ҡалаһында өсөнсө тапҡыр нәшер ителгән «Тәрхиби, рамазан!» китабының титул битенә «Мөәлифнең әһелиәсе мөғәллимә-и сыбъян Мәрфүғә абызтайымызның хөрәжәте илә» («Авторҙың тормош иптәше балалар мөғәллимәһе Мәрфүғә абыстайыбыҙҙың сығымдары менән») баҫыла тигән һүҙҙәр бар. 

Ғ.Соҡорой менән Мәрфүғә абыстай өс ҡыҙ һәм биш ул тәрбиәләп үҫтерә. Улдарының өсәүһе – Ғатаулла, Ғиниәтулла hәм Ғарифулла – атаһы юлынан китә һәм заманының уҡымышлы кешеләре булып таныла. Әйтергә кәрәк, кинйә улы Ғарифулла Кейеков (1861–1918) Башҡортостандағы мәғрифәтселек хәрәкәтендә актив ҡатнаша, бик күп шиғри әҫәрҙәр ижад итә, 1900 һәм 1903 йылдарҙа ике поэтик йыйынтыҡ сығара, «Шура» журналы биттәрендә актуаль мәсьәләләр буйынса мәҡәләләр менән сығыш яһай, башҡорт халҡының күп быуатлыҡ үткәненә арнап, «Тәуарихи башҡордиан вә әнсәби ирәктәүиән» тигән тарихи-этнографик хеҙмәт яҙа. Уның яҙма мираҫы – халҡыбыҙҙың тарихын өйрәнеүселәр өсөн бик әһәмиәтле сығанаҡ [5].

 

Тормошсан шиғриәт

Әҙәби ижад менән Ғ.Соҡорой 17 йәшенән үк шөғөлләнә башлай. Танып  мәҙрәсәһендә уҡытҡан хәлфәһенә арнап яҙған мәҙхиәһе һәм һөйөклө әсәһенең вафаты уңайынан яҙылған мәрҫиәһе уның тәүге ижад емештәре булып тора. 1860 йылда шағирҙың «Тәжүид» («Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡыу ҡағиҙәләре») тигән беренсе китабы донья күрә. Унын артынса «Дөрри Ғәли» («Ғәли ынйылары», 1873), «Шәмғ әз-зия» («Шәм яҡтыһы», 1883), «Заммы нәзир» («Оҡшашын өҫтәү», 1889), «Мәдхе Ҡазан» («Ҡазанды маҡтау», 1889), «Дөрр әл-кәлам» («Ынйы һүҙҙәр», 1900), «Тәрхиби, рамаҙан!» («Хуш киләһең, рамаҙан айы!», 1903), «Васыяти Мөхәмәдғәли Чоҡори» (1913) hәм башҡа ундан артыҡ китабы баҫылып сыға. Ҡайһы бер китаптары, шул иҫәптән «Заммы нәзир» һәм «Тәрхиби, рамаҙан!» исемлеләре, бер нисә тапҡыр нәшер ителә. Шулай ҙа әҫәрҙәренең байтаҡ өлөшө ҡулъяҙма хәлендә ҡала. Әҙиптең сағыштырмаса күп яҙғанлығын күрһәтеп, уның ижадына тәүгеләрҙән булып иғтибар иткән профессор Әхнәф Харисов: «Баҫылған һәм баҫылмай ҡалған әҫәрҙәрен бергә йыйһаң, уға ҡәҙәр йәшәгән теләгән бер Көньяҡ Урал шағирының ижадынан күберәк булыр ине» [11, 313-сө б.], – тип билдәләне.

Бөгөнгө заман күҙлегенән ҡарағанда, Ғ.Соҡоройҙоң ижади мираҫы бик ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы. Уның әҫәрҙәрендә, әлбиттә, дини мотивтар ҙур урын алып тора. Ул, мәҫәлән, данлыҡлы суфый шағир Аллаярҙың «Ҫөбат әл-ғажизин» («Көсһөҙҙәрҙең ныҡлығы») тигән китабын бик яратып тасуирлай һәм уға арнап байтаҡ әҫәр ижад итә. Ғөмүмән, суфыйсылыҡ – уның ижадына иң хас сифаттарҙың береһе. Шул уҡ ваҡытта күпселек әҫәрҙәрендә донъяуи күренештәр, тормошсан хәл-ваҡиғалар сағылыш тапҡан.

Шуны ла әйтергә кәрәк, совет йылдарында Ғ.Соҡорой ижадындағы суфыйсылыҡҡа һәм дингә бәйләнешле күренештәр тик кире яҡтан һәм тәнҡитләп баһаланды. Мәҫәлән, «Тәрхиби, рамаҙан!» («Хуш киләһең, рамаҙан айы!») тигән китабы телгә алынһа ла, фәҡәт тәнҡит объекты итеп ҡаралды. Бөгөн беҙ, әлбиттә, бындай бер яҡлы атеистик ҡараштарҙан арынып, ошондай әҫәрҙәрҙе дөйөм гуманистик принциптар нигеҙендә баһаларға тейешбеҙ. Сөнки был китапта, заманында яҙылғанса, һис ниндәй «реакцион» уй-фекер юҡ, унда мосолман кешеһенең изге ураҙа айы яҡынлашыу уңайынан әйтелгән шатлыҡлы хис-тойғолары, киләсәккә төбәлгән яҡшы теләк-ниәттәре генә сағылыш тапҡан.

Эй, шәһер рамаҙан, рәхмәт айы, мәрхәбә,

Мәрхәбә, эй, шәһер ғофран (ғәфү итеү айы), рәхмәт илә мәрхәбә.

 

Ваҡиғдыр ул Ходаның ҡолдарына бер дауам,

Беҙгә бирҙе рамаҙан айын, рәхмәт илә мәрхәбә, –

тип башланған был әҫәр урта быуат көнсығыш шиғриәтендә киң таралған һәм популяр булған ҡасида жанры ҡалыбында яҙылған. Ундағы строфаларҙың шиғри юлдары а-а, б-а, в-а, г-а рәүешендәге рифма-ритмик системаға ҡоролған. Һәр строфаның аҙағындағы «рәхмәт илә мәрхәбә» тигән һүҙбәйләнеш рефрен булып әҫәрҙең башынан аҙағынаса ҡабатланып килә.

Ғ.Соҡоройҙоң яҙма мираҫында урта быуаттар көнсығыш шиғриәтендә киң таралған барлыҡ жанрҙарҙы ла осратырға мөмкин: дастан, ҡасида, ҡитға, мәҫнәүи, мөрәббә һәм башҡалар. Шағирҙың байтаҡ ҡына әҫәре функциональ характерҙағы мәҙхиә һәм мәрҫиә жанрҙарында ижад ителгән. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә белем биргән Ниғмәтулла-ишанға арналған шиғыры – шундайҙарҙың береһе. Унда автор был шәхесте мәғрифәтсе мөҙәрис итеп кенә тасуирламай, уның торбалар һалдыртып, ауыл халҡын тәмле шишмә һыуы менән туйындырыуын да маҡтап телгә ала. Үҙенең замандашы, ҡәләмдәше Шәмсетдин Зәкиҙе иһә, үҙе һуҡыр булһа ла, «аҡыл күҙе» үткер булғанлығын, ул үлгәс, донъяның эсендәге затлы әйберҙәре бушаған һауытҡа оҡшап ҡалғанлығын бик хисләнеп тасуир итә:

Үзе әғма заһир (тома һуҡыр) күзгә,

Басирдыр фәһме (зирәклеге сыҡҡан) һәр йөзгә,

Хакимдыр һәм фәсих (оҫта) сүздә,

Һадилар кем безем саздыр...

 

Күзе юҡтан язалмады,

Әһел ирләр табалмады,

Сорарға һәм базалмады,

Һадилар кем безем саздыр.

F.Соҡоройҙоң «Фосули әрбаға» («Йылдың дүрт миҙгеле») тигән шиғырҙар циклы ХIХ быуат башҡорт лирик поэзияһының иң матур үрнәктәренән һанала. Әлеге көндә республика Милли китапханаһында һаҡланған «Мәнзумати Ғәлийә» йыйынтығына ингән был әҫәрҙәрендә автор ысынбарлыҡҡа тормошто, тәбиғәтте һөйгән ябай хеҙмәт кешеһе булып баға, йылдың һәр миҙгеленә образлы характеристика бирә. Яҙ айҙарын шағир айырыуса яратып, хисләнеп тасуирлай:

Бизәнде ер нияз (ихтыяж) илә,

Тунанды төрлө наз илә,

Ҡыуанды фаслы яз илә,

Нәбәте (үҫемлектәре) берлә дәм саздыр.

Автор тәбиғәт менән кешенең айырылғыһыҙлығын раҫлай, яҙ көнө тирә-йүндә барған үҙгәрештәргә сикһеҙ һоҡланыуын белдерә. Миҙгелдәрҙең сиратлашыуын ул кеше ғүмеренә оҡшата һәм уларҙың һәр береһен йәшәйештең бер этабы итеп күҙ алдына баҫтыра:

Яз әйәме – егет улмаҡ,

Көз әйәме – ҡари (ҡарт) улмаҡ,

Ҡыш әйәме – вафат улмаҡ,

Ғүмернең ғишрәте аздыр.

Шағир, тәбиғәт күренештәренә бәйләп, уҡыусыға кәңәштәр бирә, үҙенең тормош тәжрибәһе менән уртаҡлаша, ялҡаулыҡты, ғәмһеҙлекте иң алама сифаттарҙан һанай һәм тәнҡит итә:

Шу кем язда ҡарар (хеҙмәт) итте –

Ҡышы рәхәт берлә үтте,

Шу кем уйнап-көлөп үтте –

Ҡышы хәсрәттә жанбаздыр (үткәндер).

Әлбиттә, әҙиптең күпселек әҫәренә хас булғанса, был шиғырҙа ла дини мотивтар бөтөнләй үк юҡ түгел. Тәбиғәт күренештәрен, миҙгелдәр алмашыныуын автор Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтенә бәйләп аңлата. Хәйер, ул замандарҙағы әҙәбиәттә бының бүтәнсә булыуы мөмкин дә түгел. Бында иң мөһиме – шағирҙың тормошҡа һәм тәбиғәткә ябай ер кешеһе булып күҙ һалыуы, уларҙы образлы тасуирлауы һәм баһалауы.

Шағирҙың мәҙхиәләре араһында заманында татарҙар һәм башҡорттар өсөн мәғрифәт һәм мәҙәниәт үҙәге булған Ҡазан ҡалаһына дан йырлау әҫәре ҙур урын алып тора. «Мәдхи Ҡазан» тип исемләнгән был шиғыр баштан-аяҡ «мәғрифәтте, мәҙәни үҫеште данлау, илбаҫҡынсылыҡты ҡәһәрләү, гражданлыҡ һәм гуманлылыҡ рухы менән һуғарылған» [4, 189-сы б.].

Мөбәрәк шәһәр Ҡазанда

Ғәзизләр тулыҡ анда,

Кәримләр күп һәм ағьянда

Ғәниләр күп аҫар саздыр, –

тип шағир «ләбибләр күплеге берлә, әдипләр күплеге берлә, табиплар күплеге берлә тамам илгә ғаян булған» Ҡазанға дан йырлап тора ла боронғо Болғар ҡалаһын, уның тарихын һүрәтләргә тотона:

Мона шәһри Ҡазандан күп

Мөҡәтдәм (элегерәк) шәһри Болғар хуп,

Дар әл-ислам (ислам донъяһы) иде мәхбүб (һөйөклө),

Мәгәр тағы харап саздыр.

 

Мосолман ханлары торған,

Мосолман хисары (нығытмаһы) булған,

Татар, башҡорт, мишәр тулған

Ғәли жайда (бөйөк урында) бина саздыр...

Артабанғы юлдарҙа автор дин, фән һәм мәҙәниәт усағы булған ошо мөһабәт ҡаланы емергән һәм талаған Аҡһаҡ Тимергә ләғнәт уҡый, уны ҡәбәхәттәрҙең ҡәбәхәте, юлбаҫар тип атай.

«Мәнзумати Ғәлийә» йыйынтығына ингән бер шиғырын Ғ.Соҡорой «Мәдхи Өфө» тип исемләгән. Бында ла губерна үҙәге булған ҡаланы төрлө яҡлап маҡтау, данлау төп урынды тота. Автор башта Өфөлә фән һәм мәғрифәт ныҡ үҫешкәнлеген, ғалимдарҙың күплеген ҡыҫҡаса әйтеп уҙа ла ҡаланың Рәсәй мосолмандары донъяһында ниндәй роль уйнауын бәйнә-бәйнә хикәйәләргә тотона. Шиғырының күпселек өлөшөн ҡалала йәшәп, эшләп киткән дин башлыҡтары – мөфтиҙәрҙе һүрәтләү һәм уларға дан йырлауға ҡора. 

 

«Нәсим әс-саба» сәйәхәтнамәһе

Ғ.Соҡорой үҙ ғүмерендә дүрт тапҡыр хаж сәфәре ҡылған. 1872 йылда тәүге тапҡыр Мәккә һәм Мәҙинә ҡалаларына барып ҡайтҡас, бер нисә вариантта «Нәсим әс-саба» («Көнсығыштан иҫкән таң еле») тигән сәйәхәтнамә яҙған. Сәсмә һәм шиғри формала яҙылған айырым варианттарын «Хажнамә» («Хаж тураһындағы яҙма») тип кенә лә исемләгән.

Был әҫәрҙең сәсмә варианты үҙенең тәрән мәғлүмәтле һәм реалистик тасуирлауҙың шаҡтай көслө булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. «...Мәскәү ҡәлғәсенә чыҡтым. Андин шулай уҡ чуйын юлы илә Тульский, Курский ва Киевский ҡәлғәләре арҡылы Одис (Одесса) ҡәлғәсенә чыҡтым. Безнең ҡәрйәмездән (ауылыбыҙҙан) Одис ҡәлғәсенә, бу юллар илә килгәндә, биш мең чаҡрымдин зиядарәк (күберәк) бардыр, диләр», – тип хажға ниндәй юлдар һәм нимә менән барыуын бәйнә-бәйнә тасуирлаған автор Рәсәйҙең бөйөклөгөнә, киңлегенә һәм байлығына һоҡлана: «...Мәмләкәти Русияның байлығы бик зурдыр. Мәкәрйәнән Одисҡача ничә мең чаҡрым юллардыр вә һәм тотош чуйын юлдан барыладыр... Вә ул юлны төзөргә дә ничә йөз мең тәңкәләр чыҡҡандыр. Хатта юлда туғры килгән тауларны кисеп, арба берлә читкә ташып, тар урынларын да ер ясап киткән ерләр бар, вә чоҡорларға, вә йылғаларғa ҡиммәтле күперләр ясап киткән ерләр бардыр. Хатта иделләр туғры килгән ердә ясалған күперләрнең хикмәтләрен вә һиммәтләрен, вә ҡиммәтләрен сөйләп бөтөрөргә буласы дәгел ...» [8, 3–4, 24-се бб.].

Әҫәр баштан-аяҡ ошондай күтәренке рухта, Рус дәүләтенең бөйөклөгө, мөһабәтлеге өсөн тәрән ғорурлыҡ тойғоһо менән яҙылған. Шағир илдең икһеҙ-сикһеҙ баҫыу-ҡырҙары, завод-фабрикалары, ауылдары һәм ҡалалары, «ыстансалар сайын ясалмыш вокзаллар вә суханалар, телеграфханалар вә почтаханалар кеби мәнзилләр (ҡунаҡхана) вә мәхкәмәләр (идара органдары)» тураһында һоҡланып һөйләй ҙә, Суэц ҡалаһының эсенә «ҡыл вә ҡал (имеш-мимеш), жән вә жәдәл (этеш-төртөш), дәғүә вә ғауға» тулған вокзалындағы тәртипһеҙлектәрҙе атап сыға. «Безем Русия мәмләкәтендә Нижнийдан башлап Одисҡача ничә вокзалларға кереп чыҡсаң, бу бер вокзал рәүешле михнәт күрмәссең!» – ти.

 

Ырыуының тарихын өйрәнеүсе

Ижадының күп өлөшөн Ғ.Соҡорой үткәндәрҙе, тарихты өйрәнеүгә бағышлаған. Ул үҙенең туған ҡара табын (ирәкте) башҡорттарының шәжәрәһен бер нисә вариантта яҙып ҡалдырған. Шәжәрәнең сәсмә формала яҙылған бер ҡыҫҡа варианты түбәндәге һүҙҙәрҙән тора:

«Ҡара табын аймағы Майҡы-бейдән таралмыштыр. Майҡы-бей Чынғыз-хан дәүерләрендә Урал тауының Миәдәк дигән урынында булып, Миәс йылғасы буйында мәҡам иткән. Ул Чынғыз-ханға бүләк алып барған, аның белән юлдаш булып, Чынғыз-хан белән бер арбада ултырып йөрөгән. Аты Майҡы-бей дигәнләр. Майҡы-бей уғлы – Иләк-бей, аның уғлы – Алча-бей, аның уғлы – Болғаир-бей, аның уғлы – Ҡара Табын-бей. Аны «Ҡара Ғәзиз» дип атағанлар. Ҡара Табын-бей боронғы урынларын ташлап, Чулман йылғасы буйына күчкән. Аның уғлы Чулман-бей шунда килгәч тыуған.

Чулман уғлы – Ҡолман, Ҡолман уғлы – Дөрмән, Дөрмән уғлы – Бибән, Бибән уғлы – Ходайғол, аның уғлы – Ходаяр, аның уғлы – Дәүләтъяр, аның уғлы – Дәүләтбай, аның уғлы – Исән-хан. Исән-хан Ҡазан ханларындан булған Чуртмаҡ-ханға буйсынған. Аның йорты Жирем ҡәрйәсе булған. Ул хәзер «Чоҡор ауылы» дип мәғрүф. Чоҡор ауылы янындағы «Сырған ҡул» дигән мәшһүр урын – Исән-хан белән Чуртмаҡ-ханның мәрәйгә атышҡан урынлары.

Мәрәйгә Исән-ханның уғы тейгән. Чуртмаҡ шуңа намысланып, ике арасында талаш булып, Чуртмаҡ-хан: «Өстеңә ғәскәр алып киләм», – дигәч, Исән-хан да халыҡлары белән ҡурҡып: «Ғәскәр китермәс борын моның үзен үтерәйек», – дип, шунда Чуртмаҡ-ханны үтергәнләр. Исән-хан суңындан ҡазанларның үч алыуындан ҡурҡып, Рус дәүләтенә барып буйсынып, суңындан мәхкүм булып ҡалғанлар. Ул урын хәзерге көндә дә «Сырған ҡул» дип аталып, «Исән-ханның уғы төшкән ер» дип йөрөтәләр.

Исән-хан уғлы – Быраҡ, Быраҡ уғлы – Кейек, Кейек уғлы – Шәриф, Шәриф уғлы – Ғабдулла, Ғабдулла уғлы – Салих, Салих уғлы – Ғәли, Ғәли Кейековның үзе була» [1, 164–165-се бб.].

Шәжәрәнең ҙур күләмле «Тәҙкирәтен әл-әхуан вә әл-әхбаб» («Туғандар һәм дуҫтарҙың үткәнен хәтерләү») тип исемләнгән вариантында [7] иһә автор ата-бабалары тарихын хикәйәләүҙе түбәндәгесә башлай:

«Безнең төп бабамыз Майҡы-бейне Чынғыз-хан берлә бер заманда булған кеше, диеп риүәйәт ҡылалар, вә һәм, аның вәзирләре жөмләсендә булып, бер арбаға ултырып йөрөгән, диеп сөйләйләр, вә һәм, вәли хисаплы булған сәбәпле, «Уйшын Майҡы-бей» диеп ләҡәп тапҡан, диеп сөйләйләр. Чынғызның мәшүәрәтләренә яраған ирмеш, диәләр. Күп мәмләкәтне сәйәр итеп ҡараған имеш, диеп сөйләйләр. Ваҡытына күрә «уҡымыш» исемле кеше булып, языуға, хисапҡа, киңәшкә яраған имеш, диеп сөйләйләр.

Вә аның өч-дүрт уғлы булған. Һәр ҡайусыны уҡытҡан, сәйәхәтән сәфәрләргә йөрөткән, диеп сөйләйләр. Берсе Ҡара Табын-бей, берсе Байҡы-бей, берсе Балыҡчы-бей исемле булған, диәләр...».

Ошондай телдән-телгә тапшырыла килгән төрлө легенда һәм риүәйәттәр нигеҙендә Ғ.Соҡорой боронғо замандарҙа ата-олаталарының Тубыл һәм Иртыш буйҙарында донъя көтөүе, аҙаҡ Миәс йылғаһы буйына күсенеүе һәм иң ахырҙа мал көтөү, иген игеү өсөн уңайлы ерҙәр эҙләп, хәҙерге Башҡортостандың төньяҡ, Пермь өлкәһенең көньяҡ һәм Татарстандың көнсығыш тарафтарына килеп төпләнеүе тураһында бәйән итә. Хикәйәләү барышында ара-тирә яҙма сығанаҡтарға ла мөрәжәғәт итә, уларҙан өҙөктәр килтерә.

Артабанғы юлдарҙа ирәктеләрҙең урындағы күҙәй, йәлдәк, гәрәй, оран, ҡайпан, ғәйнә башҡорттары менән аралашып, туғанлашып йәшәүҙәре тасуир ителә. Халыҡтың төп шөғөлө ер эшкәртеү, малсылыҡ һәм һунарсылыҡ булғанлығы, ырыуҙаштарының уҡ атыуға мәргәнлеге хаҡында хикәйәләнә. Автор Ҡазан ханлығы һәм Рус дәүләте менән мөнәсәбәттәргә лә киң туҡтала. Иван Грозный ғәскәренең Ҡазанды яулап алыуына күп йылдар элек үк рус халҡы менән алыш-биреш итеп йәшәүҙәре, аҙаҡ Рус дәүләтенә ҡушылғас, батшалыҡҡа бик күп яһаҡ түләп тороуҙары, ул яһаҡтарҙың йылдан-йыл арттырыла барыуы арҡаһында халыҡтың бик күп михнәттәр сигеүе тураһында әсенеп, ҡайғырып бәйән итә. Ғөмүмән, ҡулъяҙмала батшалыҡтың Башҡортостанды, башҡорт халҡын аяуһыҙ иҙеүе, төбәктә үткәрелгән колониаль сәйәсәте айырым-асыҡ сағылыш тапҡан. 

Тыуған ырыуының тарихын Ғ.Соҡорой шиғри формала ла яҙып ҡалдырған [6]. Ҡобайыр стиленә ҡоролған данлыҡлы үҫәргән шиғри шәжәрәһенән айырмалы рәүештә, уның был әҫәре урта быуат көнсығыш шиғриәтендә бик популяр булған мөрәббә жанры ҡалыптарында ижад ителгән. Поэтик шәжәрәнең буйынан-буйына дауам иткән 4 юллыҡ строфаларҙың тәүге 3 юлы үҙ-ара рифмалашып, һәр строфаның 4-се юлы иһә «сарпай» (ҡәҙерлем) тигән һүҙгә тамамланып, рефрен булып ҡабатланып килә. Миҫал өсөн әҫәрҙән өҙөктәр килтерәбеҙ:

Асыл бабам Тубыл, Иртыш

Кәнәрендә булып ирмеш,

Асылда армы йә чирмеш –

Беленмәй динләре, сарпай.

 

Ләбибләрдән булып берсе

Сәйәхәткә төшөп хирси,

Табып күп ер, ҡуйып арҫи,

Китептер донъядан, сарпай.

 

Чөн ул шәрхи заминлардан

Чығып киткән кенә берлән,

Сәйәр ҡылған көймә берлән

Төшөп сыулар сайын, сарпай.

 

Ҡайу сәйәх улан баба,

Килеп Урал дигән тағға,

Мәҡам тотҡан Миәч таба,

Нәһерен сыулап, сарпай…

 

Урал тағын ҡуйып артҡа,

Миәч нәһерен дә һәм артҡа,

Килеп чыҡҡан бу төн яҡҡа,

Көймә берлә йөрөп, сарпай…

 

Латиф Урал жанибында,

Миәч нәһере танабында,

Мәғәш идеп ғаял берлә,

Ҡалып анда ғаял сарпай.

 

Йорт-ил салып, биләп йортлар,

Миәч буйында башҡортлар.

Безә ансаб булыр анлар,

Ҡара Табын улан сарпай ...

Ошо рәүешле шағир ырыуҙаштарының боронғо тарихын бәйнә-бәйнә хикәйәләргә ынтыла. Тубыл, Иртыш буйҙарынан көтөүлек һәм сәсеүлек өсөн уңай ерҙәр эҙләп, Миәс буйҙарына күсенеүҙәре, унда бер өлөшө тороп ҡалыуы, ҡалғандарының ошо төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш тарафтарға килеп төпләнеүҙәре, урындағы ырыу-ҡәбиләләр менән ҡатмарлы мөнәсәбәттәре хаҡында бәйән итә. Әҫәренең аҙағында ул барлыҡ башҡорт ырыуҙарын бер туғандай татыу йәшәргә өндәй:

Ғәзиз ҡәрдәшләрем, хәзер

Ҡарындашны булың нәзир.

Ирәкте булды исә ир,

Ҡарындаш буладыр, сарпай.

 

Лаимлыҡтан булыр даим,

Ҡарындашны булыу лаим,

Ҡарындаш хаҡтыр ҡаим,

Хоҡуҡы вар аның, сарпай…

 

Ҡарындашлыҡ ҡаты бездә,

Шәриғәт хөрмәте берлә,

Пәйғәмбәр өммәте берлә

Барымыз бер туған, сарпай.

 

Рәғийәт берлегендә һәм

Риғәйәтне ҡылыр әл-зам.

Килең, бергә торайыҡ һәм

Ҡарап мохтажлары, сарпай.

 

«Тәуарихи Болғария, йәки Тәҡриби Ғари» әҫәре

Әҙиптең «Тәуарихи Болғария, йәки Тәҡриби Ғари» («Болғар тарихтары, йәки Ғариҙың яҡынса аңлатмалары») исемле әҫәре иһә ғәйәт күп тарихи мәғлүмәт һәм фольклор өлгөләре һаҡлай. Әлеге көндә Рәсәй Фәндәр академияһы Көнсығыш ҡулъяҙмалар институты фондында (Санкт-Петербург ҡалаһы) [9] һаҡланған был тәүарих авторҙың улы Ғарифулла Кейеков күсермәһендә килеп еткән.

Әҫәр инеш һүҙҙән һәм төп өлөштән тора, һуңғыһы үҙ сиратында ете бүлеккә бүленгән. Инештә тәүарихтың яҙылыу һәм күсерелеү тарихы яҡтыртылған. Төп өлөштөң тәүге бүлеге «Туйбикә» (фольклорҙа һәм яҙма әҙәбиәттә ул «Тутыйбикә», «Хан ҡыҙы», «Хан ҡыҙының фалиж булыуы» исемдәре менән дә билдәле) легендаһына арналған. Автор уның ҡыҫҡаса йөкмәткеһен бирә һәм уға ҡарата үҙенең мөнәсәбәтен дә белдереп үтә. Артабанғы бүлектә XVIII–ХIХ быуаттарҙа йәшәгән ғалимдар һәм дин эшмәкәрҙәре тураһында биобиблиографик мәғлүмәттәр бирелгән. Өсөнсө бүлектең үҙәгендә Аҡһаҡ Тимер образы һәм уның ҡылған эштәре тора. Дүртенсе бүлектә Ғ.Соҡорой Көньяҡ Уралдың, Рәсәйҙең географик урынын, тәбиғәтен тасуирлай. «Рөбөғи мәскүн бәйәне» («Ерҙең кеше йәшәй торған дүрт өлөшө бәйәне») тип аталған бүлектә ул Ер шарының географик төҙөлөшөн күҙалларға ынтыла. Алтынсы бүлектә уҙған замандарҙа Урал-Волга буйҙарында йәшәгән уҡымышлыларҙың, мулла һәм мөҙәристәрҙең тормошона бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һүрәтләнгән. Һуңғы бүлектә иһә автор XIX быуат татар тарихсыһы Хөсәйен Әмирхандың «Тәуарихи Болғария» (Ҡазан, 1883) исемле китабын шәрехләй, төҙәтмәләр, өҫтәмәләр индерә.

Был әҫәргә лә, күренеүенсә, жанр синкретиклығы, идея-тематик сыбарлыҡ хас. Ғ.Соҡорой тарихи тема менән генә сикләнеп ҡалмай, география, биобиблиография буйынса мәғлүмәттәр бирә, әҙәбиәт һәм дин мәсьәләләренә лә ҡағылып үтә, урыны-урыны менән үҙенең әҙәби ижад емештәренә мөрәжәғәт итә. Хикәйәләү барышыңда ул, мәҫәлән, үҙенең «Ҡафият әл-аҫар» («Рифмалы әҫәрҙәр»), «Әғләми һади» («Күренекле шәхестәр»), «Жәмиғ әл-леуа» («Байраҡтар йыйыны»), «Ағъяни мази» («Үткән замандың абруйлы кешеләре»), «Дибажаи Фаиза» («Фаиза китабына инеш») кеүек ҡулъяҙма һәм баҫма китаптарын телгә ала һәм уларға һылтанмалар яһай.

Яҙыусының был әҫәре сағыштырмаса бай һәм мауыҡтырғыс тел менән яҙылған. Автор хәл-күренештәрҙе ҡоро атап ҡына үтмәй, йыш ҡына хис-тойғоло тасуирлауға күсеп китә, сағыштырыу, метафора, метанимия, эпитет кеүек ассоциатив һүрәтләү сараларын ҡулланып, образлы хикәйәләүгә бирелә.

«...Вә һәм мәҙкүр мулла Сибәғәтулла-хәзрәт Ури шәһәренә күчкәч, мулла Байморад Мөхәррәм уғлыны килтергәнләр. Бохараи шәрифтә уҡып ҡайтҡан кешедер. Мәмсә ауылында дәрес әйткән. Андин Ҡазанға күчкән. Дәүләте артып, йөрәкләнеп, һауа вә һәүәс илә әһли донъя сүрәтенә кергәндер. Әһли донъя кәсепләренә ҡатышып, байлар халҡы берлә халыҡланған. Ғилмаға бирелә торған мәғрүф садаҡаларға гүзәл нәрсә бирелмәсә, алмай икән. Шул сәбәпле, Ҡазан байлары арасында сатыу малыны ҡарағанда, рәүнәҡле күренмәсә: «Синең бу малыңны Байморад-мулла садаҡа да алмас!» – дигән сүз шундан ҡалған. Бик ғали кейемләр ясаған вә бик ғали ғимаратлар төзөгән. Тимам бистә байлары ҡиәфәтенә кергән. Әммә Бохараи Шәрифкә барса да, мәшәйех күралмаған, дигән. Танауы хушбуй есенә ярамай юҡары ҡарап ҡайтҡан...».

Тәуарихтың һуңғы, етенсе, бүлегенән килтерелгән был өҙөк тә художестволы образлылыҡҡа миҫал булырҙай. Байморат мулланың булмышы бик уңышлы деталдәрҙә асып бирелгән. Автор уның характерындағы кире һыҙаттарҙы туранан-тура тәнҡитләмәй, бының өсөн нескә юмор, сарказм алымдарын ҡуллана. Ҡазан байҙары телендә йөрөгән әйтемде лә индереп ебәреүе был алымдарҙы тағы ла балҡытып ебәргән һәм хикәйәләүҙе уғата йәнле һәм ҡыҙыҡлы иткән. 

Әлбиттә, тәүарихында Ғ.Соҡорой фәҡәт художестволы алымдарға ғына өҫтөнлөк бирмәй, күпселегендә, ғилми әҙәбиәткә хас булғанса, тыныс тонда бәйән итә, уҡыусының иғтибарын мәғлүмәт һәм факттарға йүнәлтә, XIX быуатта йәшәгән һәм ижад иткән күренекле башҡорт шағиры Һибәтулла Сәлиховҡа бәйле юлдар быға конкрет миҫал була алыр ине:

«...Вә суңыра, ул уҡ Дәүләтша ишан-хәзрәткә урыныны биреп, һижрәт ҡылдырғучы Һибәтулла исемле мулла мәҙкүр мәшәйәхенә хәлфә булып ҡалғандыр вә, күп китаплар тәсниф идеп, печатнайға бастырылып, жәмиғ тәуабиғ шәһри Болғарға мөнтәшир булғандыр. Аның тәснифләрендән берәүсе – төркичә «Мәнзум мәжмәғ әл-әдәб» («Әҙәп тураһында шиғри йыйынтыҡ») китабыдыр. Вә анда мәҙкүр шәйехенә мәрҫиәсе дә бардыр. Вә һәм берсе – «Төхфәт әл-әүләд» («Балаларға бүләк») исемле тәжүид китабыдыр. Вә һәм берсе «Дөрр әл-кәлам» («Ынйы һүҙҙәр») исемле вәғәз китабыдыр. Вә ул уҡ мәҙкүр Һибәтулла-хәзрәт үзенең шәйехенең вафаты суңында Оренбур Ҡарғалысына имамлыҡҡа алынғандыр. Юҡарыда мәҙкүр Вәлид ишан-хәзрәтнең мәсжедендә имам вә мәдрәсәсендә мөдәррис, вә ханаҡасында мөршид булып, зур хөрмәтләр илән мөштәһир жиһан улып, мәғишәт ҡылып, атасы Сәйедбаттал исемле башҡорт булғандыр. Ҡайу ишан-хәзрәт шәһри Ҡарғалыда вафат булғандыр...».

Бында авторҙың үҙ ҡәләмдәшенең тормош юлы һәм эшмәкәрлегенән тыш, әҙәби ижад емештәрен дә яҡшы белеүенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ғөмүмән, Ғ.Соҡорой үҙ әҫәрендә Тажетдин Ялсығол, Ғәбдерәхим Усман (Утыҙ Имәни) кеүек бүтән танылған әҙиптәрҙе лә телгә ала, ҡайһы берҙәренең шиғырҙарынан өҙөктәр килтереп, үҙ ҡарашын белдерә. Бындай осраҡтарҙа ул ниндәйҙер кимәлдә әҙәбиәтсе-ғалим булып күҙ алдына баҫа.

 

Ҡабатланмаҫ ижад

Беҙҙең көндәргә Ғ.Соҡоройҙоң йәнә бер төр ҡулъяҙмалары – әҙәби әҫәрҙәре кеүек үк нәфис һәм тәрән хисле тел менән яҙылған ун биштән артыҡ хаты килеп еткән. Ҡазан, Петербург, Харьков ҡалаларына (Харьковта уның улы Ғарифулла хәрби хеҙмәттә була) адресланған был мәктүбтәр әҙиптең көндәлек тормошо, хаж сәфәре, дуҫ-иштәре һәм ижади бәйләнештәре тураһында бай мәғлүмәт һаҡлай. Бына Петербургта йәшәүсе Хәмиҙулла Хәлитов ахунға 1878 йылдың август айы башында яҙған хатынан өҙөк:

«...Хикәйәт. Безнең мында башҡорт арасында бер ҡисса бар: «Бер кешегә миһман (ҡунаҡ) килер. Ул кешенең хатыны боламыҡ болғатып килтерер. Ата төйөрлөрәк булған сәбәпле, төйөрөн чүпләп алып ҡалыр. Һаман ҡунаҡҡа салдырмыш тәғәмендә дә төйөре күп булыр. Әл-ҡисса (шунан һуң), хужа булған кеше миһман илә тамам иткәнендә: «Бән боламыҡның төйөрлесен сөйәмен», – димеш. Бәс, боламыҡны пешергүче хатын: «Бәй, алаймы?! Әгәр дә алай булса, мында йәнә төйөрләр бар иде», – диеп, бер чүмеч төйөрле боламыҡ илтеп салыр», – димешләр. Шуның кеби, бән ғажиз да бер мәртәбә сәләм хатларымыз эченә назым – төйөрле назымларым да – салған идем... Аларны алып ташладым да урынына «Хажнамә» исемле тәхрирләремнең (яҙмаларымдың) бер ҡысҡа чернауай эшне ебәрмәк буламыз. Әгәр дә яраса, һәдиә (бүләк) булсын диеп...» [10, 105-се б.].

Был юлдарҙа авторҙың образлы фекер йөрөтөүе, үҙенең ижадына күпмелер тәнҡит күҙлегенән ҡарай белеүе лә сағылыш тапҡан.

Үҙ заманындағы мәғрифәтселәрҙән F.Соҡорой күренекле татар әҙибе Ҡәйүм Насыри (1825–1902) менән тығыҙ ижади бәйләнештә йәшәгән. Ҡазанға барған саҡтарында мотлаҡ уның менән күрешер, йәнле әңгәмәләр ҡорор булған. Ҡ.Насыри уның ижадын даими күҙәтеп барған, осрашҡандарында аҡыллы кәңәштәр ҙә биргеләгән. Төрки белгәндең күрке бар, тип ул башҡорт шағирына әҫәрҙәрендә ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре менән артыҡ мауыҡмаҫҡа, халыҡтың йәнле һөйләү телендә яҙырға кәңәш иткән [5, 61–62-се бб.].

Ысынлап та, әҙиптең күпселек шиғырҙары ғәрәп, фарсы һәм иҫке төрки һүҙҙәре менән ныҡ сыбарланып, ябай халыҡ тиҙ генә аңламаҫлыҡ, ярайһы уҡ ауыр телдә яҙылған. Әлбиттә, сәсмә әҫәрҙәрендә, тарихи яҙмаларында һәм хаттарында ул замандаштары өсөн ят һәм аңлайышһыҙ булған һүҙҙәрҙе һирәк ҡуллана, халыҡсан телмәр менән эш итә. Быны үрҙә килтерелгән өҙөктәрҙән дә тойорға мөмкин.

Шуны ла әйтергә кәрәк, уның байтаҡ шиғыры урта быуат көнсығыш әҙәбиәтендә популяр булған акростих алымы менән, тәүшихләп яҙылған. Бындай шиғырҙарҙың һәр юл башындағы хәрефтәрен теҙеп уҡыһаң, йә авторҙың исем-шәрифе, йә әҫәрҙең атамаһы, йә иһә әҫәр кемгә бағышланған булһа – шул кешенең исеме килеп сыға. Үҙенең ҡайһы бер ҡулъяҙма шиғырҙарының аҙағында автор уҡыусыға аңлатма рәүешендә «бу китапның юл башларындин берәр хәреф алып тәркиб ҡылмаҡ (теҙеү) илә исме назым әл-китап мәғлүм улыныр», «язғучының намы (исеме) юллар башында булды» тигән һүҙҙәр ҙә яҙып ҡуйған. Әҫәрҙе ошо рәүешле ижад итеү, форманы беренсел, ә йөкмәткене икенсел итеп ҡуйыу, әлбиттә, шиғырҙың художество-эстетик йөкмәткеһенә йыш ҡына кире йоғонто яһай, уның сифатын төшөрә.

Ғәли Соҡорой башҡорт әҙәбиәте тарихында ҡабатланмаҫ тәрән эҙ ҡалдырған. Уның ғәйәт бай, күп яҡлы һәм ҡатмарлы ижады милли һүҙ сәнғәтебеҙ үҫешендә оло бер этап, яңы баҫҡыс булып тора.

 

Ҡулланылған сығанаҡтар

  1. Башкирские шежере / Сост., перевод текстов и комментарии Р.Г.Кузеева. – Уфа: Башкнигоиздат, 1960. – 304 с.
  2. Башҡортостан Республикаһының Милли архивы. И–138-се фонд. 2-се тасуирлама. 547а номерлы эш.
  3. Башҡортостан Республикаһының Ә.-З.Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы. Һирәк китаптар һәм ҡулъяҙмалар бүлеге. Ғ.Соҡорой фонды. 9-сы дәфтәр.
  4. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Алты томда. 2 том. XIX–XX быуат башы әҙәбиәте. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. – 582 б.
  5. Кейеков Ғ. Башҡорт тарихы вә ирәкте нәсәбе / төҙ., баш һүҙ авторы М.Х. Нәҙерғолов. – Өфө: ТТӘИ, 2011. – 112 б.
  6. Ҡомартҡы Ҡазан федераль университеты Ғилми китапханаһының Көнсығыш ҡулъяҙмалар секторында һаҡлана. Ҡулъяҙма 632 т.
  7. Ҡазан федераль университетының Ғилми китапханаһы. Көнсығыш ҡулъяҙмалар секторы. Ҡулъяҙма 684 т.
  8. Ҡазан федераль университетының Ғилми китапханаһы. Көнсығыш ҡулъяҙмалар секторы. Ҡулъяҙма Т. 627.
  9. Рәсәй фәндәр академияһының Көнсығыш ҡулъяҙмалары институты. Төрки ҡулъяҙмалар фонды. Ҡулъяҙма В 2662.
  10. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Ғилми архивы. 7-се фонд, 1-се тасуирлама, 15-се эш.
  11. Харисов Ә. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. XVIII–XIX быуаттар. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1965. – 416 б.
Әрмелә хеҙмәт иткән улы Ғарифуллаға хаты.
Шиғри әҫәренән бер үрнәк.
«Хажнәмә» әҫәренең тәүге бите.
Ғ.Соҡоройҙоң ҡәбер ташы.
Әрмелә хеҙмәт иткән улы Ғарифуллаға хаты.
Автор: Миңлеғәле НӘҘЕРҒОЛОВ, филология фәндәре докторы
Читайте нас