Все новости
Наука
11 Февраля , 15:33

Археология арыҫланы (Нияз Мәжитов)

Башҡорт донъяһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығын билдәләне. Ошо уңайҙан ҡоролтайҙы ойоштороуға, башҡорт халҡын берләштереүгә күп көс һалған арҙаҡлы шәхесебеҙ, ойошманың башҡарма комитетының беренсе рәйесе Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовты хөрмәтләп иҫкә алыу мотлаҡтыр. Нияз Абдулхаҡ улы әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булды. Әммә тәү сиратта ул – оло ғалим, күренекле археолог, тарих фәндәре докторы, профессор, академик, Башҡортостан археологияһының һәм тарихының символы.

Нияз Мәжитов.
Нияз Мәжитов.

Дипломлы тәүге белгес

Нияз Мәжитовтың археологияға юлы 1951 йылда М.Горький исемендәге Молотов дәүләт университеты (хәҙерге Пермь дәүләт университеты) тарих һәм филология факультетының тарих бүлегенә уҡырға ингәс башлана. Үҙе әйтеүенсә: «Ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс фән археология менән ҡыҙыҡһыныуҙы миңә, II курс студентына… остазым Отто Николаевич Бадер «йоҡторҙо».

Университетта уҡыған йылдары Нияз Абдулхаҡ улының тормошонда мөһим урын алып тора. Характеристикаһында ул үҙен «ипле, дисциплиналы студент» итеп күрһәтә. Урал археологияһы түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша, экспедицияларға йөрөй, фәнни конференцияларҙа ҡатнаша, шул иҫәптән 1956 йылдың мартында Мәскәүҙә студенттарҙың 2-се Бөтә Союз археология конференцияһында доклад менән сығыш яһай. Факультет тормошонда ла әүҙем ҡайнай, ДОСААФ-тың факультет советы ағзаһы була.

Мәжитов уҡыу йылдарында, эшсе, лаборант һәм кесе ғилми хеҙмәткәр булараҡ та, дүрт йыл рәттән Кама археология экспедицияһында ҡатнаша. Студент сағында уҡ, 1954 йылда, СССР Фәндәр академияһының Матди мәҙәниәт тарихы институты тарафынан бирелгән рөхсәт ҡағыҙы буйынса үҙаллы археологик ҡаҙыныу эштәрен үткәрә. 

1956 йылдың яҙында Нияз Абдулхаҡ улы, археолог дипломы алған Башҡортостандағы тәүге белгес, Молотов университеты комиссияһы тарафынан Өфөгә эшкә йүнәлтелә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына кесе ғилми хеҙмәткәр итеп штатҡа алына. Ғалим институтҡа республикала археология фәненә ныҡлы нигеҙ һалына башлаған йылдарҙа килә һәм уны үҫтереүгә күп көс һала. 1953–1954 йылдарҙа уҡ институтта археология, этнография һәм халыҡ төҙөү сәнғәте (народное зодчество) кеүек яңы йүнәлештәр асылған була. Быға тиклем эшләп килгән тарих секторы тарих, археология һәм этнография секторы тип үҙгәртелә, 1959 йылда унан археология һәм этнография секторы айырылып сыға.

Был йылдарҙа күп профилле ғилми-тикшеренеү учреждениеһына әүерелгән институтта талантлы, ижади гуманитар интеллигенция формалаша. Нияз Абдулхаҡ улы һуңынан: «1960–1970-се йылдарҙа археология һәм этнография секторында формалашҡан ҡыҙыҡлы коллективҡа эләгеү һәр йәш белгес өсөн ҙур уңыш», – тип яҙа.

 

Экспедициялар буйлап...

Нияз Мәжитов баштан уҡ ғилми-тикшеренеү эштәренә ҡушыла. Тарих, археология һәм этнография секторының 1957–1960 йылдарға иҫәпләнгән «Башҡортостандың боронғо тарихы» темаһы буйынса башлыса Бахмут мәҙәниәте ҡомартҡыларын өйрәнә.

Уның Башҡортостандың археологик картаһын әҙерләү барышында башҡарған тикшеренеүҙәре айырым иғтибарға лайыҡ.

1950 йылдарҙа, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында археология төркөмө һәм даими эшләгән Башҡорт археология экспедицияһы ойошторолғас, планлы рәүештә фәнни тикшеренеүҙәр башлана. Экспедиция эшендә А.В.Збруева, Һ.В.Йосопов, Т.Н.Троицкая, П.Ф.Ищериков һәм башҡалар ҡатнаша. 50-се йылдар аҙағында был төркөмгә Н.А.Мәжитов менән М.Х.Садиҡова ҡушыла. 1960 йылдан институттың археология секторын К.В.Сальников етәкләй.

1956 йылда Н.А.Мәжитов Башҡортостандың төньяғында Йомаҡай, Таҙлар, Камай, Һандуғас, Ҡыйғаҙы, Афанасьевка ҡаласыҡтарын, Тибел торағын аса һәм тикшерә. 1957–1959 йылдарҙа Н.А.Мәжитов менән С.М.Васюткиндың разведка отрядтары Борай районында эшләүен дауам итә. Танып бассейнында урта быуатҡа ҡараған бер нисә некрополь, шул иҫәптән Ҡушманак, Ҡаратамаҡ зыяраттары, Әрҙәш, Таҙлар һәм Йомаҡай ҡаласыҡтары асыҡлана.

1960 йылдар башында Н.А.Мәжитов Өфө эргәһендәге археологик ҡомартҡыларҙы тикшереүгә тотона. Утыҙҙан ашыу убаны ҡаҙып, Яңы Турбаҫлы-2 ҡурғанлы ҡәберлеген, шулай уҡ Бахмут мәҙәниәтенә ҡараған Яңы Турбаҫлы-1 торағын өйрәнә. 1959 йылда 100-ҙән ашыу убанан торған Дежнев ҡурған зыяратын теркәй, ә 1961 йылда Өфө-7 ҡомартҡыһын (Галанов ҡәберлеген) тикшерә.

1958–1960 һәм 1962 йылдарҙа Бөрө районында ҡаҙыу эштәре алып барыла: тәүҙә Бөрө ҡаласығын (Чертово городище) һәм 200-ҙән ашыу Бахмут осоро ҡәбере табылған II Бөрө ҡәберлеген («Святой Ключ») өйрәнә.

«Башҡортостанда бронза һәм тимер быуат осоро» темаһы сиктәрендә ғалим республиканың төньяғында һәм төньяҡ-көнсығышында системалы рәүештә тикшеренеүҙәр үткәрә һәм башҡорт этногенезын өйрәнеүҙә әһәмиәтле объекттарҙы асыҡлай. Атап әйткәндә, 1963 йылда өлөшләтә Мерәсем ҡурғандары (30 ҡурғандың туғыҙы) һәм аббасидтар осоро тәңкәһе табылыуы арҡаһында үҫешкән, урта быуат осоро ҡомартҡыһы тип билдәләнгән Иҫке Хәлил ҡәберлеге (8 ҡурған) өйрәнелә.

1964 йылда Ҡәҙер ауылы янында иртә тимер быуатҡа ҡараған ике ҡурғандан торған I Ҡәҙер ҡурғандары ҡәберлеге ҡаҙыла һәм беҙҙең эраға тиклем IV–II быуаттарға ҡараған II Ҡәҙер ҡурғаны табыла һәм тикшерелә. Табылған материалдар уларҙың «Мерәсем төрөндәге» ҡомартҡылар менән оҡшашлығын күрһәтә.

Ошо уҡ ваҡытта Н.А.Мәжитов етәкселегендә Көшөл ҡәберлеген өйрәнеү дауам итә, IX–X быуаттарға ҡараған 19 ҡәбер асыла. Шул уҡ йылда Саҡмағош районында эҙләнеүҙәр алып барыла: өлөшләтә Үрге Аташ-1 (бура мәҙәниәтенә ҡараған өс ҡәбер) һәм Имәнлеҡул-1 (дүрт бура мәҙәниәте ҡәбере), шулай уҡ Яңы Балтас-1 ҡәберлеге серҙәрен сисә.

1964 йылда Әңгәсәк ҡәберлегендә биҙәүестәр, ҡорал, һауыт-һаба табылған, бай йыһазлы 55 ҡәбер ҡаҙыла. 1967 йылда пьянобор мәҙәниәтенә ҡараған II Яңы Бөртөк торағы, Аҡтуған ҡаласығы, Бәләкәй Ҡасаҡ ҡәберлеге, шулай уҡ А.М.Кинйәбаев менән берлектә Бурныш ҡаласығы тикшерелә. Шул уҡ йылда Кушнаренко һәм Ҡара-Яҡуп төрөндәге инвентарле ҡырҡтан ашыу ҡәберҙән торған Мәнәк ҡәберлеге һәм янындағы Бахмут мәҙәниәте тораҡтары өйрәнелә башлай.

Көшөл ҡәберлегендәге археологик эҙләнеүҙәрҙе Н.А.Мәжитов һәм Б.Б.Агеев экспедицияһы 1969 йылда ла дауам итә һәм пьянобор мәҙәниәте ҡәберлектәрен һәм XVII–XVIII быуаттарҙағы мари зыяратын аса.

1970 йылда «Башҡортостандың археологик картаһы» проекты сиктәрендә Н.А.Мәжитов етәкселегендәге экспедиция Саҡмағош районында Саҡмағош һәм Яңы Ихсан, Күсәкәй ҡурғандарында эшләй.

Башҡортостандың көньяҡ райондары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. 1965 йылда Н.А.Мәжитов Әбйәлил, Баймаҡ райондарында Хөсәйен һәм Мораҡай ҡурғандарына тотона. 1968 йылда Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарында тиҫтәләгән яңы ҡәберлектәр таба. 1989 йылда Хәйбулла районында разведка (Н.А.Мәжитов менән Ф.Ә.Сөнғәтов отряды) 13 ҡомартҡыны ҡарай.

Иң күләмле экспедиция 1995 йылда үтә – Таналыҡ йылғаһында Хворостянка һыуһаҡлағысы төҙөләсәк урын тикшерелә. Биш ай дауамында барған археологик эштәр барышында 6,5 мең квадрат метр самаһы майҙанда Таналыҡ торағы һәм уның янындағы Бура һәм Алакүл мәҙәниәте материалдары табылған ҡәбер комплекстары тикшерелә.

1961 йылда институт Уралда киң билдәле ғалим К.В.Сальниковты эшкә саҡырып, уға археология, этнография һәм сәнғәт секторын йөкмәтә. Сальников 1962–1964 йылдарға иҫәпләнгән өс бүлектәге «Башҡортостандың боронғо тарихы. Бронза һәм иртә тимер осоро» тип аталған ғилми-тикшеренеү эшенең етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Нияз Абдулхаҡ улына уның бер өлөшө – «Беҙҙең эраның I мең йыллығында Башҡортостандың төньяҡ райондары халҡы» темаһы бирелә. Ошо йылдарҙағы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ул 1963 йылда СССР Фәндәр академияһы Археология институтында «Бахмут мәҙәниәте: (Беҙҙең эраның I мең йыллығы уртаһында төньяҡ Башҡортостан халҡы)» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм 1968 йылда уның нигеҙендә «Бахмут мәҙәниәте» монографияһын баҫтыра.

Ике йылдан һуң – өлкән ғилми хеҙмәткәр, тағы биш йылдан институттың археология һәм этнография секторы мөдире итеп тәғәйенләнә. Был ваҡытта Нияз Абдулхаҡ улы өйләнеп, ҡатыны Лена Әхмәт ҡыҙы менән ике бала үҫтерә. 

 

Халҡының боронғо тарихын асты

Н.А.Мәжитовтың артабанғы ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге «Көньяҡ Уралдың археологик картаһы» темаһы менән тығыҙ бәйле. Археологтар коллективы башҡарған ғәйәт ҙур хеҙмәт һөҙөмтәһе булып 1976 йылда «Башҡортостандың археологик картаһы» – системаға һалынған тәүге ҙур археологик ҡомартҡылар йыйынтығы донъя күрә.

Нияз Абдулхаҡ улы боронғо башҡорттарҙың археологик мәҙәниәтен асыҡлау маҡсатында хәҙерге Башҡортостандың төньяғында, төньяҡ-көнсығышында, Көньяҡ Урал буйының дала зонаһында, шул иҫәптән Ырымбур ерендә VIII–XIV быуаттарҙағы археологик ҡомартҡыларҙы тикшерә. Ғалимдың был этаптағы эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булып 1977 йылда «Южный Урал в VII–XIV вв.» һәм 1981 йылда «Курганы Южного Урала VIII–XII вв.» монографиялары нәшер ителә. Әле «Сармат алтыны» коллекцияһы менән илдә киң танылыу алған Р.Г.Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының Археология һәм этнография музейын ойоштороуҙа ла әүҙем ҡатнаша.

1977 йылда Н.А.Мәжитов Башҡорт дәүләт университетына эшкә күсә. Студенттар уҡытыу менән бергә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми-тикшеренеү эшен дә алып бара. 1979 йылдан иһә ғүмеренең аҙағынаса БДУ-ның тарих факультетында эшләй, доценттан алып профессорға, кафедра мөдиренә тиклем күтәрелә.

Фәндәр академияһынан китеүенә ҡарамаҫтан, ғалим Көньяҡ Урал археологияһын өйрәнеүҙе дауам итә. Уның етәкселегендә күп археологик экспедициялар үтә, тупланған материал 2017 йылда БДУ-ла ғалимдың исемен йөрөткән археология музейын ойоштороуға нигеҙ була.

Университетта эшләгән йылдарында Нияз Мәжитов башҡорттарҙың этногенезы темаһына ныҡлап тотона һәм 1988 йылда «Южный Урал в VII–XIV вв.: данные археологии к вопросу о происхождении башкир» тип аталған темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1994 йылда «История Башкортостана с древнейших времен до XVI века» монографияһын (авторҙашы – Ә.Н.Солтанова) баҫтыра.

Ғалим-археолог Көньяҡ Уралдың боронғо тарихын төплө өйрәнде. Төрлө осор ҡомартҡыларын тикшереп, башҡорт этногенезын аңлау өсөн төп мәҙәниәт булараҡ Турбаҫлы археология мәҙәниәтен айырып күрһәтеүгә өлгәште. Башҡорттарҙың тамырҙарын бронза һәм иртә тимер быуат осоро менән бәйләп, башҡорттар ошо ерлектә формалашҡан, йәғни автохтон халыҡ булған тигән гипотезаны яҡлап сыҡты һәм уны археологик факттар менән нығытты. Йәғни тап Мәжитов башҡорт халҡының төп өлөшө Көньяҡ Уралда формалашыуын иҫбатланы, башҡорт дәүләтселеге, башҡорт ҡалалары мәсьәләләре менән ныҡлап шөғөлләнде. Уның ҡыҙы, тарихсы Әлфиә Солтанова менән берлектә яҙған «История Башкортостана с древнейших времен до XVI века» тигән монографияһы – асылда башҡорт халҡына ҡуйылған һәйкәл.

Нияз Абдулхаҡ улы – һөҙөмтәле эшләгән бәхетле археолог. Яңы Турбаҫлы, Бөрө, Хөсәйен, Бекеш, Лағыр, Ҡаранай, Ишембай, Иҫке Хәлил, Мерәсем ҡәберлектәре, Өфө-II ҡаласығы... Ул тикшергән ниндәй генә археология ҡомартҡыһын алып ҡарама, ҡаҙыныу эштәре мотлаҡ бай артефакттар табыуға килтерҙе. Бындай ҙур күләмдә һәм юғары кимәлдә археологик тикшеренеүҙәр алып барыу буйынса Н.А.Мәжитов менән ярыша алған ғалим юҡ. Остазыбыҙ Башҡортостан тарихы буйынса фундаменталь сығанаҡ базаһын булдырҙы. Йыйылған мәғлүмәтте системалаштырып, картала ла күрһәтте. Уның етәкселегендә шулай уҡ СССР-ҙағы беренсе Археология картаһы төҙөлдө. Был баҫма әле лә ғалимдарҙың өҫтәл китабы.

Ғөмүмән, Мәжитовтың мираҫы 500-ҙән ашыу ғилми хеҙмәттән, шул иҫәптән 30 монография һәм китаптан, шулай уҡ ул асҡан һәм өйрәнгән 500 археологик ҡомартҡыға бәйле сығанаҡтан тора.

Тарихсы ғалим Игорь Васильев әйтеүенсә, беҙҙә Мәжитовҡа етә алған археологтар юҡ. «Мәжитов – археология арыҫланы. Арыҫландар сығанаҡтар базаһын үҙҙәре туплай, ә шакалдар, башҡаларҙың хеҙмәте менән ҡулланып, үҙенә исем яһай». Башҡортостанда Мәжитовты тәнҡитләп кенә ғалим булып киткәндәр ҙә бар!

 

Остаз, ысын дуҫ

Күп студенттары һәм хеҙмәттәштәре өсөн Нияз Абдулхаҡ улы ғалим ғына түгел, иң яратҡан остаз да ине. Башҡорт дәүләт университетында уның лекциялары һәр саҡ тулы аудиторияла үтер ине. Ул йәштәрҙе фәнгә ылыҡтырҙы, экспедицияларҙа студенттарға ҡарата иғтибарлы булды, һәр ваҡыт фәнде һәм фәнгә килгән йәштәрҙе яҡлап сыҡты. Кеше булараҡ ябай, үтә итәғәтле һәм ихлас ине ул. Тыуған еребеҙ тарихы менән ҡыҙыҡһынған берәүҙе лә кире бороп сығармаҫ, эш көнө бөтһә лә ҡабул итер, аңлатыр ине.

Нияз Абдулхаҡ улы 40 йыл Башҡорт дәүләт университетында уҡытты, профессор дәрәжәһен алды. 1989–2000 йылдарҙа үҙ башланғысы менән асылған Археология, боронғо һәм урта быуат тарихы кафедраһын етәкләне, бихисап тарихсы, шул иҫәптән фән кандидаттары әҙерләне. Лекцияларын тыңлаған һәр кемдең хәтерендә ул иң сағыу, ҡыҙыҡлы лектор булып һаҡлана.

Нияз Мәжитов дуҫы Рәми Ғариповҡа арналған мәҡәләһендә бала саҡтан таныш булыуҙары хаҡында яҙа: «Рәмиҙе тәү башлап 1948 йылдың сентябрендә, ауылдан Өфөгә,  9-сы интернат-мәктәптең 8-се класына уҡырға килгәс күрҙем. Ул инде бында 8-сене бөтөрөп, ҡалала, мәктәптә үҙ кеше булып өлгөргәйне».

Улар 1960 йылдарҙа ныҡлап аралаша башлай. Башҡорт телен, халыҡ хоҡуғын яҡлап яҙған шиғырҙары өсөн эҙәрлекләүгә дусар ителгән тура һүҙле шағир оҙаҡ ваҡыт эшкә урынлаша алмай йонсой, ғаиләһен ҡарарға аҡсаһы етмәй. Шундай ауыр саҡтарҙа Мәжитов уға ярҙам ҡулы һуҙа. Рәми Ғарипов менән оҙайлы археологик экспедицияла йөрөү, донъяуи мәсьәләләр хаҡында фекер алышып, зиһен байлығын арттырыу ғүмерлек дуҫлыҡҡа килтерә. Археологияны бик күптәр аңлап бөтмәй, Рәми Ғарипов та аңламаҫмы икән, тип борсолған Нияз Мәжитов дуҫының тарихҡа ҡыҙыҡһынып бағыуын, үҙе кеүек үк башҡорттарҙың тамырҙарын эҙләүен аңлай.

«Һине күрһәм, тушенка иҫкә төшә, тушенка күрһәм – Мәжитов» тигән тапҡыр һүҙҙәре ҡалған дуҫы хаҡында Рәми Ғариповтың. Шағирҙың уға арнап яҙылған шиғыры ла «Археолог дуҫҡа» тип атала.

Ҡала-тауҙар, ҡәлғә тауҙар булып,

Һаман ҡалған халҡым телендә.

Һундар, Сыңғыҙхандар, Батыйхандар

Күпме ҡан ағыҙған илемдә!

Тағы килгән яу өҫтөнә яуҙар –

Уралынан башҡорт китмәгән,

Илен түгел, хатта телен ташлап,

Европаға табан үтмәгән...

Ҡала-тауҙар ергә тигеҙләнгән,

Теҙләнмәгән бары башҡортом.

Йәйләүҙәрҙән, тирмәләрҙән ҡайтып,

Тағы ҡорған ҡәлғә – таш йортон...

Бәркехандың таш ҡәбере ята

Әле булһа Әүеш тауында.

Ул, Урҙаның һуңғы ханы булып,

Ҡәбер тапҡан үҙенең яуында...

Археолог дуҫым – ҡәберлектә,

Бына йәнә ергә иңкәйҙе:

Ҡатын-ҡыҙҙың ынйыларын эҙләп,

Эҙләйҙер ул тыуған илкәйҙе.

Нияз Мәжитов үҙенә арналған шиғыры булыуын дуҫының вафатынан һуң ғына белә һәм хәтирәләрендә: «Шиғырҙан күренеүенсә, Рәми профессиональ археологтың һәр табышты тарих бите итеп уҡырға тырышыу үҙенсәлеген яҡшы аңлаған. Миңә бигерәк тә башҡорттарҙың меңәр йылдар буйы Уралда ерле халыҡ булып формалашыуын, төрлө һәләкәттәргә һәм һынауҙарға дусар ителһәләр ҙә, үҙ аллы булып ҡалыуҙарын, артабанғы үҫеүен шиғри юлдар менән биреүе оҡшай. Тарихты шиғырға һалыу өсөн төрлө археологик ҡомартҡыларҙы күреү йәки яҙма документтарҙы уҡыу аҙ, уның өсөн башҡорт халҡының үткән яҙмышын йөрәк һулышы аша тойорға кәрәк», – тип яҙа.

 

Өфө – мең йылдан ашыу тарихы булған ҡала

Нияз Абдулхаҡ улының фән һәм мәҙәниәт өсөн мөһим булған Өфө-II ҡаласығын һаҡлап алып ҡалыуы тураһында айырым әйтергә кәрәк.

Уникаль археологик ҡомартҡыға 2000 йылдарҙа төҙөлөш арҡаһында юғалыу ҡурҡынысы янай ине. Нияз Мәжитов ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, бөтә илдән абруйлы ғалимдарҙы йәлеп итеп, экспертизалар ойоштороп, ҡала һәм республика етәкселеген ҡаласыҡтың тарихи ҡиммәтенә инандырҙы. Уға был осорҙа дөрөҫлөгөн иҫбат итеүҙән тыш, киң мәғлүмәт сараларында ҡайһы бер тарихсылар тарафынан ойошторолғагн етди һөжүмгә лә ҡаршы торорға тура килде. Нияз Мәжитов белеме менән бергә үҙенең һынмаҫ рухын, тәрән аҡылын, ныҡышмалылығын күрһәтте.

Атаҡлы ғалим Игорь Кызласов әйтеүенсә, Көньяҡ Уралда ғына түгел, тотош Көнсығыш Европала ла Өфө-II кеүек оҙаҡ йылдар дауамында ҡала ролен үтәгән бындай ҙур административ-етештереү үҙәктәре әлегә табылмаған. Ғалимдарҙы күп быуаттар буйы күпләп халыҡ йәшәгәнен күрһәткән дүрт метрлыҡ мәҙәни ҡатлам хайран ҡалдыра. Бынан тыш ҡаҙыныу эштәре барышында ҡеүәтле фортификацион нығытмалар, саман кирбестән төҙөлгән йорт нигеҙҙәре, кәсепсе мейестәре һәм тротуарҙар табыла.

Нияз Мәжитовтың тырышлығы арҡаһында ҡотҡарылған ҡомартҡыға Рәсәй фәндәр академияһы Археология институты тарафынан «Рәсәйҙең IV–XVI быуаттарҙағы мөһим археологик объекттарының береһе – урта быуат заманындағы эре административ, сауҙа һәм кәсепселек үҙәге» тигән баһа бирелә.

Археологик ҡомартҡылар, кеше ҡулы теймәһә, меңәр йыл үҙ ваҡытын көтөп ята бирә. Өфө-II ҡаласығы ла серҙәрен асып бөтмәгән ҡумта һымаҡ. Технологиялар камиллаша, фән заман менән алға атлай, боронғо ҡаласыҡты тикшереүгә лә киләсәктә яңынан әйләнеп ҡайтырҙар, беҙ белмәгән күп үҙенсәлектәрен асырҙар.

 

Мәжитов – йәмәғәт эшмәкәре

Нияз Мәжитовтың әүҙем гражданлыҡ позицияһын уның ғилми эшмәкәрлегенән айырып ҡарап булмай. Ул милли үҙаңдың нигеҙе тарих булыуын яҡшы аңлай. Шуға ла уның 1995 йылда I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында башҡарма комитет рәйесе булып һайланыуы осраҡлы түгел. Ҡоролтай ойошторолоу осоронда был эште юғары кимәлдә унан башҡа бер кем дә башҡарып сыға алмаҫ ине.

Ҡоролтай ойошторолғанға тиклем әле, 1993 йылда, ғалим Пермь крайы Барҙа районы башҡорттары саҡырыуы буйынса, Башҡортостандан абруйлы делегация йыйып, халыҡ менән осрашыуға бара һәм Барҙаға татар милли районы статусы бирергә йыйынған айырым шәхестәрҙең эшенә кәртә ҡуя. Күрше республика делегацияһы ла ҡатнашҡан осрашыуҙа ғәйнәләр «Беҙ – башҡорттар» тигән фекерҙән сыҡмай. Был хәл Мәжитовты ныҡ тетрәндерә һәм ул Башҡортостан хөкүмәтенә төньяҡ, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа йәшәгән башҡорттарҙың рухи донъяһын байытыу тураһында ҡыҫҡа ғына белешмә яҙып тапшыра. Был документ нигеҙендә академик һуңынан «Возрождение и развитие башкир северных и северо-западных районов Башкортостана» тигән  программа төҙөй.

Ҡоролтай рәйесе итеп һайланғас, ул Рәсәй төбәктәрендә урындағы ҡоролтайҙар ойоштороу эштәрен башлай. Мин ул ваҡытта мәҙәниәт министрлығының  Республика халыҡ ижады үҙәгендә эшләй инем, шул арҡала ошо ҡатмарлы сәйәси эштәрҙең шаһиты булырға тура килде. Нияз Мәжитов, вице-премьер Хәләф Ишморатов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы менән Пермь крайы, Силәбе, Ырымбур һәм башҡа төбәктәргә эш сәфәрҙәрендә ҡатнаштым.

Рәсәй төбәктәре үҙҙәрендә ҡоролтай асыу идеяһына башта ҡырҡа ҡаршы ине. Айырыуса Пермдә эш ауыр барҙы. Мин Пермь крайы губернаторҙар корпусындағы осрашыуҙы яҡшы хәтерләйем. Уҡытыусым, тарихсы-археолог Нияз Мәжитовты был осорҙа бөтөнләй икенсе яҡтан – ныҡышмалы, аҡыллы, ваҡыты менән оппоненттарының хис-тойғоларын да оҫта ҡулланған һәләтле дипломат булараҡ астым. Ул тыныс, әммә фекерҙәрен һеңдерә әйтеп һөйләр ине. Тарихты тәрәндән белеүе, башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтенә ихтирамлы ҡарашы, тарихи факттарға таянып эш итеүе, ҡаршыһында кем тороуына ҡарамаҫтан, һәр кем менән тиң диалог ҡора белеүе был ауыр миссияны үтәп сығырға мөмкинлек бирҙе.

Ҡоролтайҙан һуң Мәжитов оҙаҡ йылдар Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһын етәкләне. Остазымдың халыҡ-ара татыулыҡты нығытыуға, республика именлегенә индергән өлөшө, һис шикһеҙ, ҙур.

Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов беҙгә иҫ киткес бай мираҫ ҡалдырҙы. Уның фундаменталь хеҙмәттәре, ул ҡотҡарған ҡомартҡылар, бик күп археологтарҙы берләштергән Мәжитов мәктәбе һәм утыҙ йыллыҡ тарихы булған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – былар барыһы ла остазыбыҙҙың ныҡышмалы фиҙакәр хеҙмәтенең емеше.

Мәжитов республикабыҙҙың ысын патриоты булды. Уның фәнни, педагогик һәм ижтимағи эшмәкәрлеге тулыһынса Башҡортостан халыҡтарының һәм башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүгә һәм һаҡлауға ҡоролғайны. Башҡорт халҡы тамырҙарының ошо ерҙә икәнен белгәнгә үҙ ерендә ныҡлы баҫып тора ала! Башҡортостан археологияһын булдырыуы – уның төп ҡаҙанышы, Мәжитов үҙе үк – башҡорт археологияһының һәм Башҡортостан тарихының символы.

Беҙ, ҡулыбыҙҙан килгәнсе,  Нияз Мәжитовтың исемен мәңгеләштерергә тырыштыҡ. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатында Мәжитов класын астыҡ. Республикала ике йыл һайын халыҡ-ара кимәлдә Мәжитов уҡыуҙарын ойошторабыҙ. Башҡортостан археологтарын берләштергән Нияз Мәжитов исемендәге Башҡорт археологик экспедицияһы эшләй. Хөкүмәт ҡарары менән Красноусол башҡорт гимназияһына остазыбыҙҙың исеме бирелде. Ғалим йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйҙыҡ. Уның Башҡортостан археологияһы өсөн әһәмиәтле ике хеҙмәтен – «Южный Урал в VII–XIV вв.» һәм «Курганы Южного Урала в VIII–XII вв.» тигән китаптарын ҡабаттан баҫтырҙыҡ.

Әммә илебеҙҙә генә түгел, Рәсәйҙән ситтә лә абруй яулаған, Башҡортостанды танытҡан ғалим-археолог өсөн былар ғына аҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары һәм ғалимдың уҡыусылары исеменән Өфө урамдарының береһенә Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың исемен биреүҙе, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы бинаһы алдында уның бюсы ҡуйылыуҙы юллау бик урынлы булыр ине.

Экспедицияла.
«Евразияның алтын боландары» халыҡ-ара күргәҙмәһендә. Нью-Йорк, 2000 й.
Темәс музейында.
Рәми Ғарипов менән.
Ҡоролтайҙың тәүге башҡарма комитеты ағзалары.
Ғалимдың ҡыҙы Әлфиә Солтанова менән Данир  Ғәйнуллин мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында.
Экспедицияла.
Автор: Данир ҒӘЙНУЛЛИН, Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры
Читайте нас