236. (32). Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында иң һөйөклө ғәмәл – аҙ булһа ла, дауам ителеп торған ғәмәл.
237. (33). Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында иң һөйөклө ғәмәл – фарыздарҙы үтәгәс тә, мөьминдәрҙе шатландырыу, улар күңеленә шатлыҡ керетеү.
238. (34). Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында иң һөйөклө ғәмәл – Уның хаҡы өсөн бер-береңә ҡарата мөхәббәтле булыу йә дошманлашыу.
239. (138). Белеп тор, Билал, минән һуң берәү сөннәттәремдең береһен торғоҙһа, уға шуның менән ғәмәл иткәндәрҙең сауабы булыр (сауабынан һис ни кәмемәҫ). Берәү Аллаһы Тәғәлә лә, Уның рәсүле лә риза булмаған яңылыш бидәғәт сығарһа, уға шуның менән ғәмәл иткәндәрҙең гонаһы кеүек гонаһ яҙылыр (гонаһынан һис ни кәмемәҫ).
240. (197). Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең һүрәтегеҙгә (ҡиәфәтегеҙгә) һәм малығыҙға түгел, бәлки күңелегеҙгә һәм ғәмәлдәрегеҙгә иғтибар итә.
241. (214). Берәүҙәр халыҡҡа бары йәннәтлек ғәмәлде генә үтәүсе булып күренәләр, шулар иһә – йәһәннәмлек, икенселәр иһә йәһәннәмлек ғәмәлде генә үтәүсе булып күренәләр, ысынлыҡта улар йәннәтлек булырҙар. Үтәлгән ғәмәлдең нәтижәһе – ахыры нисек тамам булыуҙа.
242. (385). Халыҡ өсөн ер йөҙөндә шәрғи (шәриғәткә мөнәсәбәтле) ҡиссаларҙан ситкә сыҡмай ғәмәл ҡылыу ҡырҡ көн яуған ямғырҙан хәйерлерәк.
243. (411). Ғәмәлдең күтәрә алырлығын ғына ҡабул итегеҙ, сөнки һеҙ талсыҡҡанға ҡарап Аллаһы Тәғәләлә талсығыу тигән нәмә булмаҫ.
244. (420). Оҙон ғүмерле һәм күркәм ғәмәлле кешеләр – һеҙҙең арағыҙҙа иң изге кешеләр.
245. (479). Бер маҡсатҡа йүнәлеп, берләшеп, һөйөнөп эшләгеҙ һәм белегеҙ: берегеҙ ҙә ҡоро ғәмәл ҡылып ҡына Йәннәткә керә алмаҫ, мин дә шулай уҡ. Беҙ Аллаһы Тәғәләнең ярлыҡау һәм рәхмәт пәрҙәһенә төрөнөп кенә шунда керербеҙ.
246. (599). «Эй, Аллаһ, Һинең мәғфирәтең минең гонаһтарыма ҡарағанда иркенерәк, Һинең рәхмәтең мин ҡылған ғәмәлдәргә ҡарағанда өмөтлөрәк», – тип әйт.
247. (826). Кем һүҙ һөйләүҙе ғәмәле тип иҫәпләй, шул кәрәклеһенән ҡала башҡа һүҙҙе аҙ һөйләр.
248. (60). Аллаһы Тәғәлә һиңә мал бирһә, күренһен ул һиндә, сөнки Ул – Аллаһ бәндәһенә биргән малының күркәм әҫәре күренеүен һөйәр, әммә бәхетһеҙҙәрҙе һәм бәхетһеҙлеккә ирешеүҙәрҙе һис һөймәҫ.
249. (120). Аллаһҡа иң күп шөкөрана итеүселәр – кешеләргә рәхмәттәрен иң күп әйтеүселәр.
250. (158). Байҙарға һирәгерәк керегеҙ, шул Аллаһтың һеҙгә биргән ниғмәтен кәмһетмәүегеҙ булыр, йәғни шул ниғмәтте һис кәмһетмәҫһегеҙ.
251. (341). Муллыҡта йәшәгәндә Аллаһы Тәғәләне таны, тарлыҡта ҡалғанда Ул һине таныр.
252. (402). Ниғмәткә шөкөрана итеү шуны юғалтыуҙан һаҡлап тора.
253. (594). Муса пәйғәмбәрҙең «Йә, Раббым, хәҙрәти Әҙәм Һиңә нисек шөкөрана итә ине?» – тигәненә ҡаршы Аллаһы Тәғәлә: «Бар нәмәне Минеке тип белде – шөкөранаһы шул булды», – тине.
254. (601). Шөкөранаһы бирелгән әҙ мал шөкөранаһыҙ күп малдан хәйерлерәк.
255. (678). Осраҡлы муллыҡ – байлыҡ түгел, күңел байлығы – байлыҡ.
256. (694). Аллаһы Тәғәлә һиңә һорауһыҙ солтандар малын бирә икән, исраф итмә – аша һәм шуның менән бай бул.
257. (711). Аҙлығына ҡарағанда күплеге күңел йыуатҡан малдың хәйерле булыуына шул бик еткән.
258. (764). Бәлә-ҡазаларға түҙгән, бирелгән ниғмәткә шөкөрана иткән, үҙен ҡыйырһытҡандарҙы ғәфү иткән, үҙе ҡыйырһытҡандарҙан ғәфү үтенгән кешеләргә – именлек һәм улар тоғро юлда булыусылар.
259. (878). Кешеләргә рәхмәт әйтмәгән Аллаһы Тәғәләгә лә шөкөранала булмаҫ.
260. (941). Һаҡ булғандарға байлыҡтан ҡурҡыр урын юҡ. Һаҡ булғандар өсөн һаулыҡ байлыҡтан хәйерлерәк. Хуш күңел – Аллаһы Тәғәлә биргән ниғмәттәрҙең береһе.
261. (13). Мәсеттәрегеҙҙе күп итеп һалығыҙ, шәһәрҙәрегеҙҙе маҡтанырлыҡ итеп төҙөгөҙ.
262. (102). Күрәмен ки, йәһүдтәр кәнисәләрен, насаралар (христиандар. – Ред.) сиркәүҙәрен нисек зиннәтләһәләр, һеҙ ҙә минән һуң мәсеттәрегеҙҙе шулай зиннәтләйәсәкһегеҙ.
263. (478). Аллаһы Тәғәлә ете төркөм кешене ғәршеһенең күләгәһенә керетер, шул көндө бүтән күләгә булмаҫ. Улар: күңелдәрен мәсеткә бағлаусылар, бай һәм сибәр бер ҡатындың саҡырыуына ҡаршы «мин Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡам шул» тиеүселәр, Аллаһы хаҡында үҙ-ара дуҫлыҡ итешеүсе ике ир, Аллаһы Тәғәләнең хәрәм ҡылған нәмәләренән күҙҙәрен аҫҡа алыусылар, Аллаһ юлында күҙҙәрен һаҡта тотоусылар; Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡып, күҙҙәренән йәш сығарыусылар һәм ғәҙел етәкселәр.
264. (754). Мәсеттәр менән маҡтанышыу һуңғы сәғәт етеү ғәләмәте. Килер халыҡҡа шундай бер заман, унда исламдың исеме менән Ҡөрьәндең яҙыуы ғына ҡалыр, мәсеттәре биҙәкле, күңелдәре емерек булыр.
265. (87). Бер тауҙың урынынан юҡҡа сығыуын ишетһәгеҙ – ышанығыҙ. Берәүҙең холҡо юҡҡа сығыуын ишетһәгеҙ – ышанмағыҙ, ул бары яратылмыш хәленә генә күскән.
266. (67). Һеҙҙең хәлде белешергә килгән кешегә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтегеҙ.
267. (265). Ышаныслы мәжлес именлеккә ҡоролған. Икенсе төрлөһө: үҙ-ара кәңәшләшеп ултырған ике кешенең мәжлесе Аллаһы Тәғәләнең һағы аҫтында булыр, бер-береһенә ҡурҡыныс килтерерҙәй ике аралағы серҙе бүтәндәргә фаш итеү хәләл булмаҫ.
268. (270). Тереклек иткәндә ниәттәре нисек булһа, кешеләр шул хәлдәрендә тергеҙелер.
269. (283). Кешеләр хәленә керегеҙ.
270. (879). Кем нисек үлһә, Аллаһы Тәғәлә уны шул хәлендә тергеҙер.
271. (740). Йома көнө имам вәғәз һөйләгән саҡта һөйләшеп ултырыусы кеше бер йөк китап тейәп барыусы ишәк шикелле. Шул кешегә «өндәшмәй тор!» тип әйтеүсенең дә йомаһы йоманан китмәҫ.
272. (815). Берәү һис сәбәпһеҙгә йома намаҙын ҡалдыра икән, бер динар саҙаҡа бирһен, юҡ икән – ярты динары ла ярай.
273. (816). Берәү диҡҡәтһеҙлеге арҡаһында өс йома намаҙын ҡалдыра икән, шул Аллаһы Тәғәлә күңеленә ҡара мөһөр баҫыр.
274. (167). Йәннәт хазинаһынан ғибәрәт «Лә хәүлә үә лә ҡүүәтә иллә биллаһи»ны йыш әйт.
275. (295). Йәннәт әһелдәре кем, хәбәр бирәйемме? Зәғифтәрҙең дә зәғифе, әгәр ул Аллаһы Тәғәләгә таянып ант итһә, уның эше, һис шикһеҙ, үтәлер. Ут әһелдәре кем, әйтәйемме? Дошманлыҡтары ҡаты, үҙҙәре тәкәббер, таш бәғерле кешеләр.
276. (390). Нәфрәт уятырлыҡ нәмәләрҙә йәннәт еңел була, нәфсе теләктәрҙә йәһәннәм еңел була.
277. (581). Йәннәттә күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән, кешенең уйына ла килмәгән нәмәләр бар.
278. (862). Кем һуҡырҙы ҡырҡ аҙым ер етәкләп илтә, шуға йәннәт вәжиб (тейеш).
279. (887). Кем кешеләрҙән бер ни һорамам тип миңә вәғәҙә бирә, шуның йәннәтле булыуын мин дә үҙ өҫтөмә алам.
280. (378). Изге булһа ла, йәиһә оло гонаһлы боҙоҡ әмирҙәр булһа ла, шулар етәкселегендә һеҙгә һуғышыу вәжиб.
Изге булһа ла, йәиһә оло гонаһлы боҙоҡ булһа ла, шул мосолманға ойоп намаҙ уҡыу һеҙгә вәжиб.
Изге булһа ла, йәиһә оло гонаһлы боҙоҡ булһа ла, үлеп киткән һәр мосолманға йыназа намаҙы уҡыу вәжиб.
281. (379). Көрәшеү дүрт төрлө: яҡшылыҡҡа бойороу, яманлыҡтарҙан тыйыу, йәшәү рәүеше итеп сабырлыҡты һайлағанда уға тоғролоҡло булыу, фасиҡлыҡты (распутство, безнравственность, порочность) күрә алмау.
282. (386). Аллаһ юлында бер төн һаҡта тороу бер мең кис йоҡламай намаҙ уҡыуҙан һәм бер мең көн ураҙа тотоуҙан хәйерлерәк.
283. (397). Һуғыш – алдашыу.
284. (510). Ҡоро ерҙә шәһит китеүсенең, бурысы менән аманатынан ҡала, бөтөн гонаһтары кисерелер. Диңгеҙҙә шәһит булыусының бөтөн гонаһтары кисерелер, шул иҫәптән бурысы менән аманаттары ла.
285. (550). Ғәжәпләнә Аллаһы Тәғәлә Үҙ юлында һуғышып йөрөүсе кешегә, уның иптәштәре һуғыш ҡырынан ҡасырға мәжбүр, ә ул – үҙенә йөкләнгәнде үтәүен генә белә, ҡаны түгелгәс кенә һуғыштан китә.
Әйтер Аллаһы Тәғәлә фәрештәләренә: «Ҡарағыҙ бәндәмә, Минең хозурымдағы тейеш булған эште үтәп ҡайта, үҙ теләге менән, һәм ҡанын ҡойғас ҡына Минең шәфҡәтемә ирешә».
286. (578). Ҡоро ер һуғышсыһы ғаиләһен һәм мал-мөлкәтен өйөндә ҡарап ятыусынан артыҡ. Диңгеҙ һуғышсыһы ҡоро ер һуғышсыһынан артыҡ.
287. (604). Аллаһ юлында үлтерелгән һәр кемдең, бурыстарынан ҡала, бөтөн хаталары (гонаһтары) кисерелер.
288. (648). Константинияны, әлбиттә, әмирҙәрҙең бына тигәне, ғәскәрҙәрҙең иң шәбе яулап алды.
289. (684). Һин үлтерһәң, һиңә яҡты биргән, һине үлтерһә, һине йәннәткә кереткән дошман һинең дошманың түгел, ә бына үҙ ҡаныңдан яралған балаң һәм үҙ ҡулдарың менән эшләп тапҡан малың һинең ысын дошманың.
290. (794). Берәүҙең аяҡтары Аллаһы Тәғәлә юлында туҙанға батһа, шуны Аллаһы Тәғәлә утҡа хәрәм итәр.
291. (877). Берәү, дошманына осрап, уны еңгәнсе йәиһә үҙе үлтерелгәнсе сабыр итһә, шуға ҡәбер ғазабы булмаҫ.
292. (897). Аллаһы Тәғәлә юлында үҙ нәфсеһе менән көрәшеп йөрөүсе кеше – һуғышсы кеше.
293. (948). Дошманығыҙ менән осрашыуҙы теләмәгеҙ, осрашаһығыҙ икән, сабыр итегеҙ.
294. (487). Тол ҡатындар һәм астар файҙаһына тырышлыҡ итеүселәр Аллаһ юлында көрәшеп, йәиһә төндәрен ғибәҙәттә тороп, көндөҙҙәрен ураҙа тотоусылар шикелле.
295. (788). Берәү Аллаһ юлында тырышлыҡ ҡуйып йөрөүселәргә, мохтаж саҡтарында бурыстарын түләшеп, ҡол азат иткәндә яҙыуҙар яҙышып, ярҙам итһә, Аллаһы Тәғәлә Ҡиәмәт көндө шул кешене Үҙ күләгәһе аҫтына керетер.
296. (803). Хәләл ризыҡ тапҡанда арып-талып йоҡларға ятыусылар шул төндө гонаһһыҙ уҙғарырҙар.
297. (836). Кем ут йә һыу зарарын кире ҡайтара ала, шуға Аллаһы Тәғәлә шәһиттәр әжерен бирер.
298. (912). Ут – дошман, унан һаҡланығыҙ!
299. (946). Йоҡлаған сағығыҙҙа өйөгөҙҙә ут ҡалдырмағыҙ.
300. (399). Әсе – бал боҙа, көнсөллөк – иман боҙа.
301. (573). Ағасты ут нисек ашап бөтөрә торған булһа, кенә менән көнсөллөк тә изгелекте шулай ашап бөтөрөр.
302. (690). Көнләшеүсе, һүҙ йөрөтөүсе, йәки алдағыһын хәбәр итеүсе минең өммәттән түгел, мин дә уларҙыҡы түгел.
303. (175). Йә, Раббым, мине нисек күркәм итеп яралтҡан булһаң, халыҡтарымды ла шулай ит.
304. (192). Аллаһы Тәғәлә – хөрмәтле зат, хөрмәтте һөйә, күркәм холоҡто һөйә, мәғәнәһеҙлекте яратмай.
305. (233). Аллаһ хаҡында күркәм фекер йөрөтөү – күркәм ғибәҙәттәрҙең береһе булыр.
306. (257). Кеше күңеленә мал менән түгел, бәлки көләс йөҙ һәм күркәм холҡоғоҙ менән инеп урынлашығыҙ.
307. (332). Изгелек – күркәм холоҡ. Гонаһлылыҡ – халыҡҡа һөйләһәң, халыҡты нәфрәтләндерәсәк яманлыҡтарыңды күңелеңдә бәйләп тотоу.
308. (334). Яҡшылыҡ иҫкермәй, гонаһ онотолмай, Аллаһы Тәғәлә үлмәй, үҙең теләгәнсә ғәмәл ит. Нисек әжәткә бирһәң, шулай ҡайтарып алырһың.
309. (376). Күркәмлек – ирҙәрҙең телендә.
310. (417). Арағыҙҙа дуҫ-иштәрен ҡайғыртып йөрөүсе, күркәм холоҡло кешеләр – иң яҡшы кешеләр. Теленә ни килһә, шуны күпертеп, бер туҡтамай ләстит һатҡан лығырҙаҡ кешеләр – һеҙҙең арала иң зарарлы кешеләр.
311. (429). Мөьминдәргә бирелгән изгелектең береһе – күркәм холоҡло булыу. Кешеләргә бирелгән яманлыҡтың береһе – күркәм һүрәткә инеп, ҡара эсле булыу.
312. (571). Ғүмере боҙоҡлоҡта үткән бер ҡатын-ҡыҙ ҡойо янында уҙып барғанда шунда һыуһауҙан үлеп барған бер эткә һалған ситеген шәле менән бәйләп, ҡойонан һыу сығарып эсертһә, шуның бәрәбәренә Аллаһы Тәғәлә әлеге ҡатынға ярлыҡау бирер.
313. (620). Аллаһы Тәғәләнең бөтөн холҡо күркәм.
314. (706). Аллаһы Тәғәлә гонаһтарына үкенес белдергән бәндәһенең гонаһтарын Үҙенән ярлыҡау һорағансы уҡ ғәфү итеп ҡуйған булыр.
315. (726). Күркәм холоҡ үлсәүҙе изгелек яғына баҫыусы. Бының менән күркәм холоҡҡа эйә булған кеше ураҙа тотоусылар һәм намаҙ уҡыусылар дәрәжәһенә ирешкән булыр.
316. (757). Ҡайғыларҙы, ауыртыуҙарҙы, саҙаҡаларҙы йәшереү – изгелек тигән хазинанан.
317. (771). Берәү Аллаһы Тәғәлә менән үҙ араһын күркәм итһә, уның кешеләр менән ике аралағы мөнәсәбәтен дә Аллаһы Тәғәлә күркәм итәр. Берәү үҙенең эске яғын (күңелен) төҙөк итһә, шуның тышҡы яғын Аллаһы Тәғәлә төҙөк итәр.
318. (193). Аллаһы Тәғәлә ошо динде боҙоҡ кешеләр менән дә ҡеүәтләндерер.
319. (254). Был дин – ҡаҡшамаҫ дин, унда йомшаҡлыҡ менән мөғәмәлә итегеҙ.
320. (410). Үҙ хаҡыңды бөтөрөп йәиһә аҙырағын ҡалдырып алғанда тыйнаҡлыҡ күрһәтеп ал.
321. (446). Дин – өгөт, нәсихәт.
322. (484). Киләсәктә был дин Аллаһы Тәғәлә бирәсәк өлөштән ҡоро ҡалыусы кешеләр менән көсәйтеләсәк.
323. (456). Хатҡа ҡаршы яуап яҙыу сәләмгә ҡаршы яуап ҡайтарыу кеүек үк тейешле эш.
324. (520). Араң өҙөлгәндәр менән бәйләнешкә кер. Һиңә насарлыҡта булғандарға якшылыҡ эшлә. Үҙеңә зарарға булһа ла, хаҡ һүҙҙе әйт.
325. (563). Һеҙ тура юлдан барырға тейешһегеҙ, һеҙ тура юлдан барырға тейешһегеҙ, һеҙ тура юлдан барырға тейешһегеҙ, сөнки ошо дин хаҡында бәхәскә килгәндәр, еңелеп, аҫта ҡаласаҡ.
326. (637). Көслөләрҙән зәғифтәр үҙ хаҡтарын ала алмаһа, бындай өммәтте Аллаһы Тәғәлә нисек изге итер икән һуң? Хәрәкәтһеҙ өммәт ул!
327. (695). «Минең өсөн ул тегеләй, былай ине» тип, кеше хаҡында һөйләүҙе һөймәйем мин.
328. (717). Болот ҡапламаған бер генә күңел дә юҡ. Күңел болот эсенә кергән ай шикелле, болот айҙы ҡаплаһа, уның яҡтыһын бөтөрә, ҡараңғылыҡ баҫа, асылһа – яҡтыра.
329. (786). Берәү, рөхсәт ителмәй тороп, ситтәр өйө эсенә күҙ һалһа, уларға шул кешенең күҙен сығарыу хәләл булыр.
330 (787). Берәү, ҡәрҙәше ҡушмай тороп, уның китабына күҙ һалһа, шул кеше үҙен утҡа һалған булыр.
331. (791). Берәү үҙ ҡаршыһына ғөзөр менән килгән дин ҡәрҙәшенең ғөзөрөн ҡабул итмәһә, шул кешегә Мәҡәс хужаһының хаталары шикелле хата яҙылыр.
332. (916). Дин ҡәрҙәшенән рөхсәт һорамай тороп, арттырып алыуҙарҙан тыйҙы.
333. (927). Сал төктәрҙе (аҡ сәстәрҙе) йолҡоуҙан тыйҙы.
334. (944). Кешеһенә тапшырылған дин өсөн иламағыҙ, бәлки динһеҙ кеше ҡулына тапшырылған дин өсөн илағыҙ.
335. (970). Исламда ҡурсаулы ерҙәр ҙә, баһа күтәреүҙәр ҙә юҡ.
336. (241). Һиндә Аллаһы Тәғәлә һөйгән ике сифат бар: береһе – йомшаҡлыҡ, икенсеһе – түҙемлек.
337. (813). Кем ашыҡмай, шул маҡсатына ирешә, йәиһә ирешеүгә яҡын була. Кем ашыға, шул хата ебәрә, йәиһә хата ебәреүгә яҡын була.
338. (252). Элекке пәйғәмбәрҙәрҙән халыҡҡа килеп еткән һүҙ: «Оятың булмаһа, ни теләһәң, шуны эшлә».
339. (405). Хәйә – оялсанлыҡтың һәр төрлөһө изге.
340. (406). Оялсанлыҡ изгелектән башҡа бүтән нәмә бирмәй.
341. (407). Оялсанлыҡ – иманлы булыуҙың бер төрө.
342. (408). Оялсанлыҡ һәм өндәшмәй тороу – икеһе лә имандың бер ботағы. Оятһыҙлыҡ һәм бәйән итеп күрһәтеү – икеһе лә монафиҡлыҡтың бер ботағы.
343. (712). Нимәлә булһа ла фәхешлек табыла икән, шул нәмәне хурламай сара юҡ. Нимәлә булһа ла хәйә (оялсанлыҡ) табыла икән, шул нәмәне зиннәтләмәй сара юҡ.
344. (886). Кешеләрҙән оялмаған Аллаһтан оялмаҫ.
345. (21). Береһе юл йөрөүгә һәм эшләтеүгә, икенсеһе үҙегеҙ ашауға тотола торған йорт хайуандары тәрбиәһе хаҡында Аллаһтан ҡурҡығыҙ.
346. (237). Аллаһ юлындағы малды хаҡһыҙ тотҡандарға Ҡиәмәт көнө ут ғазабы.
347. (413). Йылан, ала ҡарға, ҡоторған эт, сысҡан һәм сарлаҡ ҡошо кеүек биш йән тыйылған урында ла, рөхсәт ителгән урында ла үлтерелә ала.
348 (574). Ҡуй – бәрәкәт, хужаһы өсөн дөйә – ҡеүәт, изгелек Ҡиәмәткә саҡлы аттарҙың ялына бәйләнеп ҡуйылған. Хеҙмәтсең һиңә дин ҡәрҙәше, уға яҡшылыҡ ит, эшкә көсө етмәүен һиҙһәң, ярҙам күрһәт.
349. (666). Әгәр йорт хайуандарына һеҙ килтергән ауырлыҡ өсөн кисерелеү булһа, күбегеҙ ғәфү ителер ине.
350. (805). Берәү йортон һатып, аҡсаһына шундай уҡ икенсе йорт алмаһа, шул аҡсала бәрәкәт булмаҫ.
351. (807). Берәү, зарурлығы булмаһа ла, йортоноң эсен һатһа, аҡсаһының туҙып бөтөүенә Аллаһы Тәғәлә ирек ҡуйыр.
352. (9). Килешеүгә бармаған дошманлыҡтағы кешеләргә Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында бик ҡаты асыу.
353. (527). Мөнәсәбәт боҙоуҙар үткәндә ҡалды.
354. (611). Бер туҡтамай дошманлашып тороу гонаһлы булыу өсөн бик еткән.
355. (498). Халыҡ өсөн зарарлы ғалимдар – иң яман кешеләр.
356. (628). Һеҙ барығыҙ ҙа Әҙәм балалары. Әҙәм балсыҡтан яратылған. Ата-бабалары менән һауаланған халыҡ, һис шикһеҙ, бөтәсәк, йәиһә Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында еңел ҡуңғыҙ ғына булып ҡаласаҡ.
357. (767). Кем ҡайһы халыҡты һөйә, шуны Аллаһы Тәғәлә шул халыҡ менән бер төркөмгә туплай.
358. (817). Әгәр берәү үҙ халҡына оҡшарға теләһә, ул шул халыҡтыҡы булыр.
359. (704). Бәхәсләшеүҙәргә бирелеп китмәгән булһа, дин юлына бер аяҡ баҫҡан кеше аҙашмаҫ.
360. (79). Енәйәт йәшерелһә, шуны эшләүсенән башҡаһына зарары теймәҫ. Енәйәт мәғлүм булып та, үҙгәртелмәһә, шуның зарары халыҡҡа тейәр.
361. (261). Мин дә кеше, миңә ҡаршы һеҙ бәхәс тә ҡуҙғата алаһығыҙ, бер-берегеҙгә хаҡығыҙ барлыҡҡа һеҙҙең дә һылтау табыуығыҙ мөмкин. Һеҙ күрәһегеҙ, мин ундайҙарға үҙем ишетеп хөкөм сығарам, әммә лә ләкин, мосолмандар хаҡын яҡлап, улар файҙаһына ғына хөкөм сығарған булырмын мин. Һеҙҙең хаҡығыҙ – уттан бер өлөш, теләгәнегеҙ шуны ала, йә ҡуя.
362. (262). Мин дә кеше, әгәр мин динегеҙҙең ҡайһы бер нәмәләрен үтәргә һеҙгә бойорам икән, ҡабул күреп алығыҙ, шулары менән ғәмәл ҡылығыҙ. Үҙ фекерем арҡаһында тыуған ҡайһы бер нәмәне һеҙгә үтәргә бойорам икән – мин дә бит кеше.
363. (263). Мин дә һеҙҙең кеүек кеше, күңелдә тыуған уйҙың хата булыуы ла, дөрөҫкә сығыуы ла мөмкин, әммә Аллаһы Тәғәләнең бойороғон һеҙгә еткерәм икән, уға ҡарата мин бер ҡасан да ялған һүҙ һөйләмәм.
364. (496). Аллаһы Тәғәлә йәһәннәм утын тейеш һанамай тороп, ялған шаһитлыҡҡа барыусының аяҡтары ҡуҙғалып китмәҫ.
365. (586). Аллаһы Тәғәлә әйткән ине: «Әҙәм балалары, быныһы булмаҫ» – тип, Мине ялғанға сығарҙылар һәм һүктеләр. Улар үҙҙәренән ялғандарын «уларҙы яңынан тергеҙергә Минең ҡөҙрәтемдән килмәй, нисек булған булһа, шулай ҡала», – тип раҫланылар. Уларҙың «минең балам бар» тип әйтеүҙәре Мине һүгеүҙәре ине. Мин – собхан, Мин ҡатын менән баланан пакмын.
366. (825). Кем минең хәҙискә ялған ҡушылғанлығын күрә тороп та шуны ҡабатлап һөйләй, шул ялғансыларҙың да ялғансыһы.
367. (936). Кешеләрҙе көлдөрөү өсөн ялған һөйләүсегә ниндәй үкенес, ниндәй үкенес, ниндәй үкенес уға!
368. (969). Хатаһы юҡ сабыр булмаҫ, тәжрибәһе юҡ аҡыллы булмаҫ.
369. (18). Сағыуҙың ни икәнен беләһегеҙме? Ул – кешеләр араһын боҙоу өсөн берәүҙәр һүҙен икенселәргә ауыштырыу.
370. (207). Аллаһы Тәғәлә әйтер: «Хыянат ике дуҫ араһында булмаһа, Мин өсөнсө, хыянат бар икән – Мин улар араһынан сыҡтым».
371. (906). Мәкер, хәйлә һәм хыянат – утта.
372. (990). Бер-берегеҙгә хурлағыс эштәр йөкләмәгеҙ.
373. (883). Кем бер йыл мосолман ҡәрҙәшен ташлап тора, шул уның ҡанын ҡойған шикелле була.
374. (357). Өс кешенең: атаһынан балаһына ҡылған доғаһы, мосафирҙар һәм рәнйетелгән кешеләр доғаһы, һис шикһеҙ, ҡабул ителер.
375. (441). Бер дин ҡәрҙәшенең икенсеһе өсөн үҙе юҡ саҡта ҡылған доғаһы ҡабул була (ҡайтарылмай).
376. (728). Бер мосолман дин ҡәрҙәше юғында уның өсөн доға ҡылһа, шул ваҡытта бер фәрештә: «Һинең үҙең өсөн дә шундай уҡ доға булһын», – тип әйтер.
377. (649). Йөҙҙәрен тырнап һәм кеҫәләрен йыртып, бәхетһеҙлек һәм һәләкәт һорап доға ҡылыусыларға Аллаһы Тәғәләнең ләғнәте булды.
378. (24). Ҡыйырһытылыусыһы кафыр булһа ла, доғаһынан һаҡланығыҙ, сөнки доғаға пәрҙә юҡ.
379. (42). Дуҫыңды еңелсә ярат! Көндәрҙән бер көндө уға асыуың сығып, дуҫлығың боҙолоп китеүе мөмкин. Дошманыңа еңелсә дошманлыҡта бул! Көндәрҙән бер көндө шул дуҫың булып китеүе мөмкин.
380. (144). Аллаһы Тәғәләгә инаныуҙан һуң иң беренсе ғәмәл – халыҡҡа ҡарата мөхәббәт күрһәтеү.
381. (462). Дуҫ дуҫының динен тота, дуҫлашып йөрөгән кешеһе кем, шуға иғтибар ителһен.
382. (189). Аллыһы Тәғәлә – гүзәл, гүзәллекте һөйә.
383. (431). Донъялығы өсөн әхирәтенән, әхирәте өсөн донъяһынан ваз кисмәгән, һәм дә халыҡ өҫтөнә йөк булып төшмәгән кешеләр арағыҙҙа иң хәйерле кешеләр.
384. (444). Донъя – йәшел гүзәллек, берәү унан тейешлеһен генә алһа, шуның бәрәкәте булыр. Әммә нәфсеһе теләгән нәмәгә баш-аяғы менән сумған кешегә Ҡиәмәт көндө уттан башҡа нәмә юҡ.
385. (266). Мин әхлаҡи сифаттарҙы камилиәткә (совершенство) ирештереү өсөн ебәрелдем.
386. (277). Донъяла һәм әхирәттә мин Мәрйәм улы Ғайсаға иң яҡын тороусы, уның менән минең арала бүтән пәйғәмбәр юҡ. Пәйғәмбәрҙәр – бер ата балалары, инәләре – төрлө, диндәре – бер.
387. (279). Ҡайғынан таушалған, тауышланған һәм өҙгөләнгән кешеләрҙән мин азатмын.
388. (539). Мине күргәндәргә, мине күргәндәрҙе күргәндәргә, шулай уҡ мин күргәндәргә, мин күргәндәрҙе күргәндәргә һөйөнөс булһын!
389. (868). Берәү был донъяла ике йөҙлө булһа, Ҡиәмәт көндө уның теле утлы булыр.
390. (918). Яҡты донъянан ваз кисеүҙәрҙе тыйҙы.
391. (59). Ҡабул ителәсәгенә ышанып, Аллаһҡа доға ҡылығыҙ һәм дә белегеҙ: Аллаһы Тәғәлә Үҙенән ғәфил булғандарҙың доғаһын ҡабул итмәй. (Ғәфләт – беззаботность, беспечность; безразличие).
392. (269). Яҡшылар йә ямандар янында ултырыусы жөфәр (хушбуй) һатыусы йәки тимерсе күреген өрҙөрөүсе янында булыусыға оҡшаған. Жөфәр һатыусы янына барһаң, уларҙан жөфәр һатып алырһың, йә хуш еҫтәр еҫкәрһең. Тимерсе күреген өрҙөрөүсе янына барһаң, осҡон сәсрәп, кейемеңде яндырырһың йә һаҫыҡ еҫтәр еҫкәрһең.
393. (319). Йәндәр – иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ғәскәр, бер-береһе менән аралашып китеүсе йәндәр бер төркөмгә ойошор, бер-береһе менән ҡаршылыҡта булғандары аралашмаҫ.
394. (383). Ниҙе булһа ла яраттың иһә, ул һине һуҡыр һәм суҡраҡ (һаңрау) итер.
395. (421). Аллаһты зикер иткәндә һиңә булышҡан, онотҡан сағыңда хәтереңә төшөргән иптәш – иң изге иптәш.
396. (735). Яҡшы иптәш хушбуй һатыусы кеүек, хушбуйҙарын бирмәһә лә, һиңә еҫе һеңгән булыр.
397. (741). Үҙ-ара дуҫтарса мөнәсәбәттә булған, бер-береһенә мәрхәмәт итешкән һәм теләктәшлектә торған мосолмандар бер тән шикелле: тәндең ҡайһы урыны ауыртһа, уяулыҡта һәм химаяла (защищенные) тороусы бүтән ағзалар ҙа шуға һыҙланыу менән яуап ҡайтаралар.
398. (846). Кемде имандан ләззәт табыуы шатландыра, шул икенсе берәүҙе бары Аллаһы хаҡы өсөн генә хөрмәт итһен.
399. (938). Дуҫлыҡ мираҫ буйынса күсә, нәфрәт мираҫ итеп алына.
400. (5). Саҡырылһағыҙ, саҡырған ергә барығыҙ.
401. (293). Бер һарыҡ һуйып булһа ла, ҡунаҡ һыйлағыҙ.
402. (330). Өйөнә ҡунаҡ төшөрмәгән халыҡ – ниндәй насар халыҡ!
403. (466). Ҡунаҡҡа һирәк барһаң, яҡынлыҡ артыр.
404. (919). Ҡунаҡ һыйлағанда мәшәҡәтләнеүҙәрҙән тыйҙы.
405. (973). Ҡунаҡ һыйламаған кешелә изгелек юҡ.
406. (268). Нимәне булһа ла сит күҙҙән йәшереү өсөн инергә рөхсәт һорау тейеш ителде.
407. (320). Өйгә керергә өс мәртәбә рөхсәт һора. Рөхсәт икән – кер, юҡ икән – боролоп кит.
408. (81). Аллаһы Тәғәлә үҙ тарафынан һиңә ризыҡ бирҙе иһә, төҫөн үҙгәрткәнсе уны ташлама.
409. (171). Йә, Раббым, Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһи үә сәләмдең яҡындарына донъяла бер көнлөк ризыҡ бир.
410. (404). Хәләл менән хәрәм икеһе лә асыҡ бәйән ителгән нәмәләр, шиклеһен түгел, бәлки шикле тойолмағанын талап ит.
411. (440). Шиклеләрен ҡалдыр ҙа, шикһеҙенә генә иғтибар ит.
412. (524). Таң йоҡоһо ризыҡ ҡасыра.
413. (536). Хәләлде эҙләп табыу һәр мосолман өсөн вәжиб.
414. (758). Аллаһы Тәғәлә Үҙенән һорамаған берәүгә бер ни саҡлы мал бирҙе икән, шуны ҡабул итһен, сөнки ул – Аллаһы Тәғәләнең уға ирештергән ризығы.
415. (837). Кем ҡайһы эштән ризыҡлана, шул шунан айырылмаһын.
416. (50). Әмирҙәрҙең бүләк алыуы – хәрәм. Ҡазыйҙарҙың ришүәт алыуы – көфөрлөк.
417. (461). Ришүәтте биреүсе лә, алыусы ла – утта.
418. (618). Хәрәмдән үҫкән тәндең һәммә ере утта янырға яраҡлы.
419. (650). Ришүәт биреүсе, ришүәт алыусы һәм шулар араһында аралашсылыҡ итеп йөрөүсе кешеләргә Аллаһы Тәғәләнең ләғнәте булыр.
420. (249). Аҡ һаҡаллы мосолмандарҙы һәм самаһын белеп (сигенән сыҡмайынса һәм боҙмайынса) Ҡөрьән йөкләүселәрҙе, шулай уҡ ғәҙел солтандарҙы хөрмәт итеү Аллаһы Тәғәләне хөрмәт итеү тигән һүҙ.
421. (202). Аллаһы Тәғәлә һәр эштә йомшаҡ мөғәмәлә итеүсене һөйә.
422. (451). Хикмәт башы – Аллаһтан ҡурҡыу.
423. (463). Йомшаҡ мөғәмәләле булыу – хикмәт башы.
424. (560). Йомшаҡ бул, ҡаты күңеллелек һәм боҙоҡ һүҙҙәрҙән һаҡлан.
425. (713). Нимәлә булһа ла яҡшылыҡ барлыҡҡа килгән икән, шул яҡшылыҡ уны биҙәмәй ҡалмаҫ. Нимәнән булһа ла яҡшылыҡ мәхрүм ителгән икән, шул нәмә мәхрүм булмай ҡалмаҫ.
426. (44). Ер эшкәртегеҙ, сөнки игенселек – мөбәрәк эш.
427. (731). Бер мосолман ашлыҡ сәсһә йә ағас ултыртһа, емештәрен кешеләр, йәиһә ҡоштар һәм хайуандар ашаһа, шуларҙың ашағаны уның өсөн саҙаҡанан башҡа бүтән нәмә булмаҫ.
428. (799). Әгәр берәү, ғәҙелһеҙлек күрһәтеп, үҙенә ер бүлеп алһа, шул Аллаһтың асыуына юлығыр.
429. (30). Аллаһы Тәғәлә тыйған шаҡшылыҡтарҙан һаҡланығыҙ. Кем шуларҙың береһе менән ғазаплана, шул Аллаһтың ярҙамы менән уны йәшерһен һәм тәүбә итһен. Сөнки кем шуның бер битен алмаштырып ала, шуға Аллаһтың китабы шелтә белдерә.
430. (46). Һаҡал менән мыйыҡ һәм ике бот араһындағы ағзаларығыҙҙы һаҡлағыҙ.
431. (367). Ҡиәмәт көндө Аллаһы Тәғәлә өс кеше менән һөйләшмәҫ, уларға ҡарамаҫ, гонаһтарынан арындырмаҫ. Ундайҙарға – әрнеттергес ғазап. Улар: зинасы ҡарт, үтә ялғансы батша һәм тәкәббер ярлы.
432. (468). Зинасылыҡ фәҡирлекте мираҫ итеп ала.
433. (645). Берәүҙең унлап ҡатын-ҡыҙ менән уйнаш итеүе күрше ҡатыны менән уйнаш итеүҙән, йә унлап өйгә кереп ҡараҡлыҡ итеүе күрше өйөнә кереп ҡараҡлыҡ итеүҙән хәйерлерәк булыр.
434. (724). Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында, ширеклектән ҡала, иң ҙур гонаһ – бер ирҙең үҙе өсөн хәләл булмаған аналыҡҡа бер тамсы мәней һыуы төшөрөүе.
435. (840). Кем уйнаш итә, шунан иман сыға, тәүбә итһә, Аллаһы Тәғәлә тәүбәһен ҡабул итә.
436. (867). Берәү ире ситтә булған ҡатындың ятағына ултырһа, Аллаһы Тәғәлә Ҡиәмәт көндө уның өсөн бер аждаһа билдәләр.
437. (47). Ҡатыныңдан йә милкеңдәге йәриәләрҙән ҡала бүтәндәргә ғәүрәтеңде күрһәтеүҙән һаҡлан. «Бер енестәш халыҡтың бер-береһенә ғәүрәт күрһәтеү дөрөҫ булырмы?» – тигәнгә ҡаршы: «Күрһәтмәҫкә хәленән килһә, һис күрһәтмәһен», – тип әйтелгән. «Яңғыҙ сағыбыҙҙа дөрөҫ булырмы?» – тигәнгә ҡаршы Аллаһы Тәғәлә: «Кешеләрҙән бигерәк унан үҙең оялыу кәрәк», – тигән.
438. (28). Һәләкәткә илтәсәк ете төрлө енәйәттән һаҡланығыҙ: Аллаһҡа ширек ҡатнаштырыу, сихыр, хаҡһыҙға кеше үлтереү, риба (ростовщичество) һәм йәтимдәр малын ашау, һуғыш яланынан ҡасып китеү, пак һәм мөьминә булған ир хатынына әшәке яла яғыу.
439. (979). Сир йоғоуҙар – юҡ, ҡоштарға ҡарап шомланыуҙар – юҡ, ябалаҡтар – юҡ, сәфәр айы – юҡ, албаҫтылар – юҡ.
440. (798). Әгәр берәү йондоҙ белеменә өйрәнеүҙе арттыра барһа, шул сихырсылыҡ тармағын торған һайын арттыра барған булыр.
441. (161). Йомарттар хатаһын ғәфү итегеҙ, сөнки Аллаһы Тәғәлә уларҙың һәр хатаһын Үҙ ҡул аҫтына керетеүсе.
442. (488). Йомартлыҡ – ботаҡтары ер йөҙөнә һалынып төшкән йәннәт ағастарының береһе, кем шул ботаҡтарға тотона, шулар уны йәннәткә етәкләп илтә. Һаранлыҡ – ботаҡтары ер йөҙөнә һалынып тошкән йәһәннәм ағастарының береһе, кем шул ботаҡтарға тотона, шулар уны йәһәннәмгә етәкләп илтә.
(Дауамы бар.)