Все новости
Наука
2 Июля , 11:00

МЕҢ ДӘ БЕР ХӘҘИС (Үҙеңде белеүгә юл)

«Хәҙис» ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «яңы» йәки «әңгәмә», «хикәйәт», «хикәйә» тигәнде аңлата. Фәлсәфәүи күҙлектән ҡарағанда, хәҙистәр – иң тәүҙә үҙеңде белеүгә һәм тәрбиәләүгә юл, шулай уҡ кешенең фекерен, белемен, холҡон һәм ҡылған ҡылыҡтарын, кешелеклелеген, башҡаларҙың ҡайғы-хәсрәттәренә битараф булмау һәм эскерһеҙ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуҙы анализлауға алып килеүсе оло юл. Тәфсир һәм хәҙистәрҙең мәғәнәһен дөрөҫ һәм халыҡсан итеп бирмәйенсә тороп, боронғолар ҡалдырған аҡыллы һүҙҙәрҙең асылын аңлау еңел түгел.Мең дә бер хәҙис (сөннә) – Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) фәлсәфәүи һәм аҡыллы фекерҙәре йыйылмаһы (VI–VII бб.). Хәҙистәр яҙып алынған, шулай уҡ Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең замандаштары һәм сәхәбәләре тарафынан сөнниҙәрҙә хикәйә (хәҙистәр), шиғыйҙарҙа хабарҙар (ғәр. – һүҙ, яңылыҡ, хәбәр) формаһында телдән-телгә тапшырылған.Сөннәләрҙе (хәҙистәрҙе) кешеләрҙең көнкүрештәге һәм тормоштағы үҙ-ара мөнәсәбәттәре, шәриғәттең хоҡуҡи һәм тәрбиәүи принциптары (социаль-этик нормалары) рәтенә индерәләр. Уларҙы белеү, сөннәткә өйрәтеү халыҡта тәрбиә һәм белем биреүҙең бер өлөшө булған. Хәҙистәр – пәйғәмбәрҙең рухи тәғлимәтен дауам итеүселәргә, хакимдарға, дин әһелдәренә, ғалимдарға, халыҡҡа, ата-әсәләргә, ирҙәргә, ҡатындарға, балаларға, айырым кешеләргә, шәхестәргә әйтер һүҙе, васыяты. Тикшеренеүселәр хәҙистәрҙе (сөннәләрҙе) йыйыу, анализлау һәм туплау VII быуаттың 2-се яртыһына һәм VIII быуат баштарына тура килеүен билдәләй. IX быуатта йыйылған һәм дөрөҫлөккә тап килә тип һаналған алты тупланманың Мөхәммәт ибн Исмәғил әл-Бохари (810–870) һәм Мөслим ибн әл-Хәджәд ән-Нишапури (817–875) тарафынан төҙөлгән икеһе дини тәғлимәт ролен үтәй. «Тәүҙә үҙеңдән башла...» тип әйтелә хәҙистәрҙә. Улар кешенең үҫешендә, шәхес булараҡ формалашыуында, интеллектуаль һәләтен үҫтереүҙә мөһим роль уйнай. Хәҙистәр – кешене тура юлдан алып барыусы дөрөҫ фекерҙәр. Уны фекер йөрөтөргә һәләтле һәр кем аңлай ала.Хәҙис һүҙҙәре Ҡөрьән аяттарынан сығып яҙылған. Айырым аяттарҙың һәр береһе кәм тигәндә ете төрлө мәғәнәгә бүленә ала. Хәҙистәр ҙә шулай. Шул ете мәғәнәгә айырылған тәфсирләүҙәр һәр береһе тағы етешәр тармаҡҡа айырыла. Аҡыл, белем был донъяла сикһеҙ киңлектә таралған. Әгәр Ер йөҙөндә үҫкән бөтә ағастар ҡағыҙға әйләндерелһә лә, ағастар етмәҫ, диңгеҙҙәрҙәге бөтә булған һыу яҙыу ҡараһына әйләндерелһә лә, һыуҙар етмәҫ донъялағы бөтмәҫ хәбәрҙе яҙып алырға. Тәҡдим ителгән хәҙистәр Ҡазанда 1992 йылда «Мең дә бер хәдис» һәм 2003-тә «1001 хәдис» исеме менән баҫылған йыйынтыҡтарҙан башҡортсаға философия фәндәре докторы, профессор Ғәфүрйән Сәлихов тарафынан тәржемә ителде. Уҡырға уңайлы булһын өсөн хәҙистәр 165 айырым тематик бүлектәргә төркөмләнде, мәҫәлән, «Берҙәмлек», «Хакимдар», «Ҡатындар», «Инаныу», «Тәрбиә» һ.б. Текстар ике нумерация менән бирелә, мәҫәлән: 1. (27). Йәйә эсендә бирелгән һан (27) – хәҙистең ҡулланылған йыйынтыҡтарҙағы номеры. Йәйә эсендә аңлатмалар бирелде.

1. Берҙәмлек (берләшеү)

1. (27). Ике – берҙән, өс – ике­нән, дүрт – өстән хәйерлерәк. Шулай булғас, һеҙгә бергә тупланыу тейеш, юҡһа Аллаһы Тәғәлә тоғро юлдан сыҡҡан минең өммәтте бер урынға тупламаҫ.
2. (196). Аллаһы Тәғәлә аҙашып йөрөүсе минең өммәтемдәгеләрҙе бер урынға тупламай, йәмғиәт Аллаһ ҡулында, кем шунан төшөп ҡала, шул утҡа төшә.
3. (198). Аллаһы Тәғәлә һәр йөҙ йыл башында диндәрен яңыртыу өсөн ошо өммәткә бер кеше ебәрер.
4. (232). Минең өммәтем яңы­лышыуҙар бар ергә йыйналмаҫ, бында (алдығыҙҙа) фекер башҡалыҡтары күрәһегеҙ икән, күпселек ҡайҙа, һеҙгә лә шул тарафта булыу тейеш.
5. (304). Фараз итеү – иң ялған һүҙ, шунан һаҡланығыҙ. Бер-берегеҙ өҫтөнән шымсылыҡ итмәгеҙ; ентекләп мәғлүмәт йыймағыҙ; бер-берегеҙҙән уҙҙырып эш итергә тырышмағыҙ; бер-берегеҙҙән көнләшмәгеҙ; бер-берегеҙ менән асыуланышмағыҙ; үҙ-ара көрәш алып барыуҙа булмағыҙ; Аллаһы Тәғәләнең ҡолдары – дин ҡәрҙәштәре булығыҙ!
5. (305). Дин ҡәрҙәшең яусы­лаған ҡатын-ҡыҙҙы ҡоҙалау бер кемгә лә рөхсәт ителмәй. Ҡәрҙә­шеңдең өйләнгәнен йәки ниәтенән кире ҡайтҡанын көтөп алыу зарур.
6. (437). Боронғоларҙан килгән көнсөллөк һәм асыу сире һеҙгә лә йоҡто, әлеге сир сәсте түгел, бәлки, динде ҡыҫҡарта. Мөхәммәттең үҙе менән ант итһәгеҙ ҙә, иманлы булмай тороп, һеҙ йәннәткә керә алмаҫһығыҙ; бер-берегеҙгә мөхәббәтле булмай тороп, иманлы була алмаҫһығыҙ. Мин һеҙгә бер нәмә хаҡында иҫкәртеп әйтәйем, шуларҙы үтәйһегеҙ икән, арағыҙҙа дуҫтарса мөғәмәлә барлыҡҡа килер, ул – һеҙҙең бер-берегеҙгә сәләм бирешеүегеҙ булыр.
7. (522). Йәмәғәт менән уҡыл­ған намаҙ яңғыҙ уҡыуҙан егерме ете тапҡыр артыҡ.
8. (689). Кеселәребеҙгә мәрхә­мәт итмәгән, ололарыбыҙҙың зат­лылығын танымаған кеше беҙҙең өммәттән түгел.
9. (715). Ни булды миңә: мин тарҡалышыу күрәм һеҙҙә.
10. (743). Минем өммәтем ям­ғыр шикелле. Ҡайһыһы хәйерле: алдан яуғанымы, әллә һуңғыһы – һис мәғлүм булмаҫ.
11. (860). Кем араларҙы айыра, беҙҙеке түгел.
12. (998). Аллаһы Тәғәләнең ҡулы йәмғиәттә.

2. Аҡылһыҙлыҡ (ахмаҡлыҡ)

13. (122). Ахмаҡтан ваз кисегеҙ.
14. (286). Аллаһы Тәғәлә һиңә нисек ярҙам итә торған булһа, һин дә үҙеңә шул рәүешле ярҙам ит.
15. (428). Өлкәндәргә оҡшаған йәштәр – хәйерле булыр; йәштәргә оҡшаған өлкәндәр – яман булыр.

3. Тотҡондар (хеҙмәтсе ир һәм ҡатын-ҡыҙҙар)

16. (54). Хеҙмәтселәрегеҙ – туғандарығыҙ, Аллаһы Тәғәлә уларҙы һеҙҙең ҡул аҫтығыҙға ке­реткән. Берәүҙең туғаны уның ҡул аҫтында хеҙмәттә булһа, үҙе ашағанын ашатһын, үҙе кейгәнен кейендерһен, үтәп сыға алмаҫлыҡ ауыр эште уға йөкләмәһен. Йөкләй икән, уға үҙе лә булышһын.
17. (65). Дауаларын да, һөрөм­дәрен дә артығы менән татыған хеҙмәтсегеҙ ризыҡ күтәреп килһә, үҙегеҙ менән уны табынығыҙға ултыртығыҙ. Юҡ икән, уға бер-ике ҡабымлыҡ ризыҡ бирелһен.
18. (351). Ошо өс сифатҡа эйә
булғандарҙы Аллаһы Тәғәлә Үҙ химаяһына (покровительство) юлыҡтыра һәм Йәннәтенә керетә: 1) зәғифтәргә – йомшаҡ, 2) ата-инәһенә – шәфҡәтле, 3) һәм хеҙ­мәтселәренә – ярҙамсыл.
19. (361). (Аллаһы Тәғәлә Һүҙе) Ҡиәмәт көндө Мин өс төркөм халыҡҡа дәғүәсемен, кемгә дәғүә белдерһәм, шул дәғүәм өҫтөн сығасаҡ. Улар: 1) Миңә һүҙ биреп, һуңынан шуға хыянат итеүсе; 2) иреклене һатып, шунан килгән аҡсаны ашаусы; 3) хеҙмәтсе яллап, уны тулыһынса эшләтеп тә, эшенең хаҡын түләмәүсе кешеләр.
20. (389). Күркәм ғәҙәт – бә­хет; яман холоҡ – бәхетһеҙлек; ҡа­тыныңа буйһоноу – үкенес; саҙаҡа – яман бәләләрҙән һаҡлай.
21. (501). Һуңғы замандарҙа иң насар мал ҡол булыр.
22. (701). Хеҙмәтселәрҙең эшен ни менән булһа ла еңеләйтәһең икән, һинең шул эшең Ҡиәмәт көндө үлсәүеңә әжер булып ҡуйылыр.
23. (792). Берәү хеҙмәтселәре алдында маһайыу күрһәтһә, шул кешене Аллаһы Тәғәлә түбәнлеккә төшөрөр.
24. (793). Берәү бер мөслимә ҡолдо азат итһә, азат ителгән шул мосолмандың бөтөн ағзаларына бәрәбәр уныҡы ла уттан азат ителер.
25. (854). Кем хаҡһыҙға хеҙмәт­сеһен ҡыйнай, Ҡиәмәт көндө шунан үс алыныр.
26. (865). Берәү хеҙмәтсеһенә һуҡһа һәм уның ғәйебе булмаһа, Ҡиәмәт көндө ҡамсы шул һуғыусы­ның үҙенә эләгер, ғәйебе булһа, ҡотолор.

4. Истиҡәмәт
(намыҫһыҙлыҡ; хаҡлылыҡ)

27. (36). Аллаһы Тәғәлә ҡар­шыһында иң һөйөклө хәҙис – хаҡ әйтелгән хәҙис.
28. (37). Аллаһы Тәғәлә ҡаршы­һында иң һөйөклө һуғыш – залим башлыҡтарға һин әйткән хаҡ һүҙ.
29. (113). Тоғро бул, холҡоң да кешеләргә изгелек эшләй торған булһын.
30. (511). «Һуд» һәм шундай уҡ башҡа сүрәләр минең башымды ағартты (Һуд – Ҡөрьәндәге 11-се сүрә).
31. (600). Аллаһыға иман кил­терҙем, тип әйт тә, шуға тоғролоҡта бул.

5. Кеше ҡаршыһына хәжәт һорап бармау (мохтажлыҡты кешегә белдермәү)

32. (41). Үҙең өсөн ни һөйөклө булһа, шуны халыҡ өсөн дә һөйөклө ит.
33. (111). Теш таҙартҡысығыҙҙы йыуыуҙа булһа ла, кешеләргә хәжәтегеҙ төшмәһен.
34. (201). Ҡайғыға төшкәндәргә ярҙам итеүҙе Аллаһы Тәғәлә һөйә.
35. (243). Ситтәр хәжәтен ҡай­ғыртып йөрөүсе шундай бәндәләр бар, улар Аллаһтың ғазабынан имен булырҙар.
36. (598). Әжәткә бирелгән әйбер саҙаҡанан хәйерлерәк.
37. (605). Малын кешеләргә әжәткә биреп тороусы берәү хеҙ­мәтсеһен бурыс йыйырға сығарған саҡта уға әйтә торған була: «Мох­тажлыҡта йәшәүселәрҙе әйләнеп үтә күр, юҡһа Аллаһты осратһаң, Уның беҙҙән йөҙ сөйөрөүе мөмкин. Мохтажлыҡта йәшәүселәрҙе әй­ләнеп үтә күр».
38. (642). Берегеҙҙең бау алып иртә менән тауға китеүе, утын киҫеп, уны һатыуы, ашауы һәм са­ҙаҡа биреүе һоранып йөрөүҙәрҙән хәйерлерәк.
39. (646). Берәүҙең төрлө ямау­лыҡ һалынған кейем кейеүе үҙендә булмағанды әжәткә алып тороп кейенеүенән хәйерлерәк.
40. (843). Кем мал арттырыу өсөн кешеләрҙән мал һорай, һорағаны, аҙ булһа ла, күп булһа ла, уның өсөн янып торған утлы йәһәннәм күмере.
41. (951). Кешеләрҙән бер ни һорама, ҡамсың төшөп китә икән, уны ла атыңдан төшөп үҙең ал.

6. Балаға исем ҡушыу

42. (35). Аллаһы Тәғәлә ҡар­шыһында иң һөйөклө исем – «Ғәбд» һүҙе ҡушылған исем. Исемдәрҙең иң дөрөҫө – Һәммам менән Харис.

7. Иҫнәү

43. (203). Аллаһы Тәғәлә сөс­көрөүҙе һөйә, әммә ауыҙ асып иҫнәүҙе яратмай (Ҡул усы менән ауыҙҙы ҡаплайҙар).

8. Буйһоноу (итәғәт итеү)

44. (116). Башы хөрмә хәтле бәләкәй хәбәшле (эфиоп) ҡол һеҙгә хужа булғанда ла, уны тыңлағыҙ һәм уға буйһоноғоҙ.
45. (124). Әмирҙәрҙең һәр береһенә буйһоноғоҙ, һәр имамдың артында тороғоҙ, сәхәбәләремдең береһен генә лә һүгә күрмәгеҙ.
46. (259). Буйһоноу – аҡылға хуш килгән эштә (ғәмәлдә).
47. (382). Аллаһы Тәғәләне бәндәләренән яраттырығыҙ. Ул да һеҙҙе яратыр.
48. (492). Оҡшаймы, юҡмы – бирелгән бойороҡта гонаһлыҡҡа барыу булмаһа, шуға буйһоноу мосолман кешенең бурысы. Әммә Аллаһы Тәғәләгә итәғәт итмәҫкә (буйһонмаҫҡа) бойороҡ бирелгән булһа, уны тыңлау юҡ, уға буйһоноу юҡ.
49. (529). Атаға буйһоноу – Аллаһҡа буйһоноу. Атаға ҡарышыу – Аллаһҡа ҡарышыу.
50. (976). Аллаһҡа итәғәтһеҙ булғандарға һис буйһоноу юҡ.
51. (977). Аллаһҡа ҡаршылыҡта булғандарҙың береһенә генә лә буйһоноу юҡ.
52. (978). Яратыусыһына ҡар­шылыҡта булған мәхлүккә һис буйһоноу юҡ.

9. Рәнйеткән кешенән ғөзөр үтенеү (үтенестең ғөзөрөн ҡабул итеү)

53. (159). Аҡланырлыҡ сәбәп­тәрем бик аҙ.

10. Эштә уртаса булыу
(һүҙҙе үлсәп һөйләү)

54. (139). Эшләгеҙ, булдыра алған һәр кемдең эштәре лә уң булыр.
55. (282). Донъяуи эштәрегеҙҙе үҙегеҙ күберәк белеүсе (белегеҙ).
56. (301). Һуңынан ғәфү үтенергә киләсәк һәр эштән һаҡлан.
57. (398). Һаҡланып (йәшерен) эш итеү ҙә яман фекергә ҡарай.
58. (403). Хәләл менән хәрәм икеһе лә асыҡ бәйән ителгән нәмә­ләр, әммә шулар араһында күпселек белмәгән шөбһәле (ышанысһыҙ) хәлдәр ҙә бар. Шөбһәселектән һаҡлана алғандың дине менән абруйы ла тәртипле булыр; шөбһәгә юлыҡҡан, хәрәмгә кереп сумған булыр.
Көтөүсе кәртә менән әйләндереп алған ер тирәһендә көтөү көткәндә, шул көтөүҙең кәртәнән эскә кереп китеүе мөмкин. Шулай итеп, һәр батшаның тыйылыулы ере булған кеүек, Аллаһы Тәғәләнең дә тыйы­лыулы урындары хәрәм нәмәләр түгелме ни?
Тәндә уҡмашыулы бер ҡан төйөрө бар, шул төҙөк булһа, тән тулыһынса сәләмәт, булмаһа – боҙоҡ. Ул – йөрәк.
59. (591). Аллаһы Тәғәлә: «Минең юлымда үҙ-ара мөхәббәт­ле булғандарға, ултырып үҙ-ара кәңәшкәндәргә, булған саҡлы малдарын бер-береһенә фиҙа ҡылыш­ҡандарға һәм, хәл белешеп, үҙ-ара йөрөшкәндәргә Минән мөхәббәт вәжиб» (тейеш).
60. (613). Халыҡҡа яманлыҡ эшләүҙән тыйыл, шул һинең үҙ-үҙеңә саҙаҡаң булыр.
61. (617). Һәр кем зарури эште үтәргә етәрлек көсө менән яратылған.
62. (647). Ҡул аҫтындағы бе­рәүҙе Аллаһы Тәғәләнең тоғро юлға керетеүе һинең өсөн уның өҫтө­нә ҡояш сығып, ҡояш байыуҙан хәйерлерәк.
63. (657). Һүҙ һөйләүҙә миңә ҡыҫҡа булырға бойороҡ бирелде, сөнки һүҙҙе ҡыҫҡа итеү үҙе бер изгелек.
64. (663). Әгәр берәүгә тәҙрә­һеҙ-ишекһеҙ бер тоташ таш-тау эсендә эшләргә тура килә икән, шул кешенең эшләгәне, ни рәүешле булһа ла, халыҡҡа билдәле булмай ҡалмаҫ.
65. (674). Ишеткән хәбәр ул әле үҙ күҙҙәрең менән күргән кеүек түгел.
Аллаһы Тәғәлә Мусаға халҡы­ның быҙауға табыныу менән шө­ғөлләнеүен хәбәр иткәс тә, таҡ­таһын атып бәрмәгән ине ул. Ни эшләгәндәрен үҙ күҙҙәре менән күргәс тә, ҡулдарындағы таҡтаһын һуғып һындырҙы. (Үҙ күҙҙәрең менән дөрөҫөн күреп белмәйенсә, кешенең хәбәренә бирелеп, асыуҙан сығып ҡаршы эш ҡылып ташлау дөрөҫ булмаҫ, тигәнде аңлата. – Ғ.С.).
66. (714). Шелтәгә дусар ителгән бер эште халыҡтың һинән генә күреү ихтималы бар икән, һин уны яңғыҙ сағыңда ла эшләмә.
67. (748). Ғәйептәге эштәр асҡысы биш: 1) иртәгә ни булаһын; 2) әсә ҡарынында кем ятҡанын; 3) һуңғы сәғәт ҡасан киләһен; 4) кем үҙенең ҡайһы ерҙә үләһен; 5) һәм ҡасан ямғыр яуаһын Аллаһы Тәғәләнән башҡа берәү ҙә белмәй.
68. (770). Берәү беҙҙең ошо эшебеҙгә яңылыҡ керетә икән, уның эше беҙҙеке түгел, ул ситкә этәрелер.
69. (849). Кем ислам юлында сәсен ағарта, шул уға Ҡиәмәт көндө нур булыр.
70. (858). Кем үҙенең дин ҡәр­ҙәшен «гонаһлы эш эшләнең» тип шелтәләй, шул шундай уҡ гонаһлы эште эшләмәй тороп, үлмәй.
71. (908). Беҙҙән ишеткәндәрҙе нәҡ шул рәүешле ирештереүселәрҙең Аллаһы Тәғәлә хәтерҙәрен яңырт­һын, сөнки хәбәрселәр тыңлаусы­ларға ҡарағанда тәрәндәнерәк хә­терләйҙәр.
72. (988). Теленә килгән һүҙ­ҙәрҙе тыймай тороп, бәндә ысын иманға ирешә алмаҫ.

11. Сөскөрөү

73. (359). Һәр мосолманға өс төрлө эш эшләү йөкләнә: 1) ауырыуҙың хәлен барып белешеү; 2) йыназа оҙатыу; 3) һәм сөскөрөүсегә «йәрхәмук Аллаһу» тип иҫәнлек-һаулыҡ теләү.
74. (509). Өс мәртәбә сөскөргән ҡәрҙәшеңә «йәрхәмәкә Аллаһ» тип әйт. Өстән артһа, уға һалҡын тейгән, йә моронона тымау төшкән булыр.

12. Икмәкте ололау

75. (170). Икмәкте хөрмәтләгеҙ.

13. Имамдар

76. (56). Хәлегеҙҙән килгән­сә мосолмандарға янаған хөдүдте (шәриғәт хөкөмдәрен ҡулла­ныуҙы) ҡайтарығыҙ, уларға ҡарата еңеллек сараһы тапһағыҙ, шуның юлын таҙартығыҙ, сөнки имам өсөн яза биреп яңылышыуға ҡарағанда, ғәйебен кисереп хаталаныу, әлбиттә, хәйерлерәк булыр.
77. (76). Имамлыҡ итәһегеҙ икән, намаҙҙы еңеләйтегеҙ, сөнки
унда зәғифтәр һәм хәжәткә ҡыҫта­лыусылар ҡатнаша. Яңғыҙың уҡығанда нисек теләһәң, шулай оҙонайт.
78. (362). Асыҡтан-асыҡ бо­ҙоҡлоҡта йөрөүсе; рәхимһеҙ имам һәм бидәғәт (был осраҡта: исламда хупланмаған яңылыҡ индереү) керетеүсе – ошо өс кешенән һиңә баш тартыу һис хәрәм булмаҫ.
79. (572). Өммәтем эсендә юлдан яҙған дәжжәл (ҡотортҡос, яңылыш юлға эйәртеүсе, антихрист) имамдар – дәжжәлдән дә ҡурҡынысыраҡ.


14. Именлек (хыянатһыҙлыҡ)

80. (55). Кемдең булһа ла аманатын һиңә тапшырғандар икән, үтә.
Һиңә хыянат иткәндәргә ҡаршы хыянат итмә.
81. (61). Берәү үҙенең ҡаны менән һинән именлек ышандырып ала икән, уны үлтерә күрмә. (Зыян килтермә).
82. (80). Әгәр берәү һүҙ һөйлә­гәндә яҡ-яғына ҡарана икән, шул аманат булыр.
83. (294). Динегеҙҙәге һеҙ юғалтыр иң беренсе нәмә – аманат.
84. (322). Аманат – ризыҡты, хыянат фәҡирлекте үҙенә тарта.
85. (940). Аманаты юҡтың иманы юҡ, дине юҡтың вәғәҙәһендә тороусы юҡ (Дине юҡтың вәғәҙә­һенә ышаныусы юҡ, уның аманатын алмайҙар; Иманы булмаған кеше вәғәҙәһендә лә, антында ла тормай).
86. (987). Үҙ-ара ташлашып тороу – өс көндән һуң – юҡ (Өс көндән оҙаҡ айырылып торорға ярамай. Был һүҙ ире менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәргә бәйле. – Ғ.С.).

15. Эшһеҙлек

87. (51). Өммәтем өсөн ҡурҡы­ныстың да ҡурҡынысы: ҡорһаҡтың самаһыҙ ҙурлығы; йоҡоноң оҙаҡ­ҡараҡ һуҙылыуы; ялҡаулыҡ һәм имандың зәғифлеге.
88. (733). Кеше тултырған һауыттарҙың иң яманы – үҙ ҡор­һағы. Әҙәм балаһының бик ҡаты ашағыһы килә икән, ҡарынын өскә: 1) береһен – ашамлыҡҡа; 2) икенсеһен – эсемлеккә; 3) ҡал­ғанын һулышҡа бүлһен.

16. Ураҙа (руҙа)

89. (129). Аллаһтың ҡоло бул, Уға һис ниндәй ширеҡ ҡатнаштыр­ма; өҫтөңә йөкләнгән намаҙҙарҙы торғоҙ; фарыз зәҡәттәрҙе бир; төп һәм нәфел (ғөмрә) хаждарҙы үтә; рамаҙан ураҙаһын тот. Һәм халыҡтың ҡайһы эше, һиңә бирерлек ҡайһы нимәһе һине йәлеп итә – ҡыҙыҡһын. Һуңынан шуның менән эш йөрөт. Яратмаһаң – ҡалдыр.
90. (452). Туҡтың шөкранаһы ураҙа тотоусының сабырлығынан күп мәртәбә һауаплыраҡ.
91. (453). Йоҡоһоҙ төн сығыуға ҡарағанда төнөн ғибәҙәткә тороусы күп мәртәбә бәхетлерәк. Ас тороп, һыуһап нәфел ураҙаларын тотоуға ҡарағанда, фарыз ураҙа тотоусы күп мәртәбә бәхетлерәк.
92. (542). Шөкрана итеүсе туҡ кеше сабырлыҡ менән ураҙа тотоусыға хисап.
93. (677). Руҙа (ураҙа тотоу) – ашау-эсеүҙән генә түгел, бәлки юҡ-бар һүҙ һөйләү һәм әшәке телләнеүҙәрҙән дә тыйылыу. Әгәр берәйһе һине һүгә йә томаналыҡта ғәйепләй икән, әйт: «Мин – ураҙамын, мин – ураҙамын».

17. Балалар

94. (12). Шул уҡ халыҡтан тыуған бала уларҙыҡы була.
95. (22). Аллаһтан ҡурҡһағыҙ, балаларығыҙ араһында ғәҙел хө­көмлө булығыҙ.
96. (625). Бала, теле асылып, һөйләшә башлағансы, тәбиғи хә­лендә була, унан ғына ата-инәләре уны йә йәһүд, йә насара, йәиһә мәжүси итә.
97. (639). Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) балалар янынан уҙып бара торған булһа, уларға сәләм бирә ине.
98. (734). Атаһының үҙ улына биргән бүләге – күркәм әҙәп.
99. (870). Берәүҙең сабый ба­лаһы булһа, шул үҙен уның менән сабый балаларса тотһон.

18. Иман

100. (58). Мине Раббым тәрби­әләне, шуға тәрбиәмде лә күркәм итте.
101. (62). Изгелек теләр бул­һағыҙ, уны күркәм йөҙлөләр тарафынан эҙләгеҙ.
102. (85). Үҙең хаҡыңда күр­шеләреңдең «Ул изгелек эшләне» тигәндәрен ишетһәң, һин инде изгелек эшләүсе. «Яманлыҡ итә ине» тигәндәрен ишетһәң, һин инде яманлыҡ эшләгән булаһың.
103. (172). Имандары камил мөьминдәр – күркәм холоҡлолар. Һеҙҙең арала иң изге кешеләр – үҙ ҡатындары өсөн изгелек эшләү­селәр.
104. (184). Унан, иң тоғро һүҙ – Аллаһ китабы, ептәре тәҡүәлек һүҙе менән бәйләнгән.
Иң изге милләт – Ибраһим мил­ләте; иң изге сөннәт – Мөхәммәт с.ғ.с. сөннәте.
Иң күркәм һүҙ – Аллаһты зе­кер итеү.
Иң яҡшы ҡисса – ошо Ҡөрьән, һәм иң хәйерле эш – фарыздарҙы үтәү, иң яман эш – яңылыҡтар өҫтәү.
Иң тоғро юл – пәйғәмбәрҙәр юлы.
Иң һөйөнөслө үлем – шаһиттар үлеме.
Дөм һуҡырлыҡ – тоғро юлға кергәндән һуң шунан кире сығыу.
Иң изге белем – файҙаһы тейә торған белем.
Тоғро юлдың иң хәйерлеһе – шул юлдан барыусылар булыу. Һуҡырлыҡтың иң яманы – күңел һуҡырлығы.
Өҫтәге ҡул аҫта ҡалыусы ҡулдан хәйерлерәк.
Аҙ булһа ла, етәрлек булғандың, күп булһа ла, иғтибарҙы ситкә йүнәлдереүенән хәйерлерәк. (Аҙ булһа ла етәрлек итеп күрә белеү һәм әрәм итмәй тотоноу күп булып та күңел нәфсеһенән сығып ситтәгеләрҙекенә күҙ һалыуҙан хәйерлерәк. – Ғ.С.).
Үлем килгәндә генә тәүбәгә килеү – иң яман эш.
Намаҙға алдан уҡ килеп етеш­мәгәндәргә һәм Аллаһы Тәғәләне зекерләмәйсә ҡалдырғандарға Ҡи­әмәт көнө үкенестең иң ҙурыһы.
105. (230). Изгелектең иң ҙуры­һы – аталары берәй ергә киткәндән һуң уның дуҫ-иштәре, яратҡандары менән улдарының бәйләнеш тотоуы.
106. (255). Һеҙ етмеш өммәтте теүәлләйһегеҙ, һеҙ шуларҙың иң изгеһе, һеҙ Аллаһы Тәғәлә ҡаршы­һында шуларҙың иң хөрмәтлеһе.
107. (296). Һеҙҙең арала кем – изге, кем – яман? Шунан хәбәр бирәйемме? Кемдең насарлығы юҡ, һәм унан яҡшылыҡ ҡына көтөлә, шул – изге. Кемдән яҡшылыҡҡа өмөт юҡ һәм насарлыҡ ҡына көтөлә, шул яман кеше булыр.
108. (321). Ислам – күҙ алдында, иман – күңел түрендә.
109. (325). Иман менән ғәмәл – береһе икенсеһенә тиң, бер-берҙәренә юлдаш булмай тороп, төҙөк хәлдә тора алмайҙар.
110. (419). Өй әһелдәренә изгелектә булыусылар – арағыҙҙа иң изге кешеләр.
111. (425). Изге кешеләр – минең замандаштар, унан улар­ҙан һуң килеүселәр, унан уларҙы алыштырыусылар. Иң һуңынан, килер шундай халыҡ, анттары – шәһәҙәтнамәләренән, шәһә­ҙәтнамәләре анттарынан элегерәк йөрөй торған булыр.
112. (426). Халыҡҡа файҙаһы тейәр кеше – изге кеше.
113. (434). Һәммә халыҡ Аллаһ ғаиләһе. Уның ғаиләһенә кем кү­берәк файҙа килтерә, шул Аллаһы Тәғәләгә һөйөклө кеше.
114. (442). Изгелеккә йүнәл­теүсе шундай уҡ изгелекте эшләүсе кеүек.
115. (449). Имандың иң юғары баҫҡысы дүрт: 1) дин хөкөмдәренә сабыр булыу; 2) тәҡдиргә ризалыҡ; 3) тәүәккәллеккә ихласлыҡ; 4) Раббыһына буйһоноусанлыҡ.
116. (551). Ҡолдар һатып алып, шуларҙы һуңынан азат иткән кешеләргә хайран ҡалам, изгелек хаҡына азат кешеләрҙе нишләп һатып алмайҙар икән, шулай итһәләр, сауабы күберәк бит.
117. (579). Изгелекле эш яман һәләкәттән һаҡлай.
118. (597). Иман өсөн күңел­дәрен ихлас һәм сәләмәт, телдәрен тоғро һүҙле, үҙҙәрен Аллаһ юлында тәрбиәле, тәбиғәттәрен тотанаҡлы, ҡолаҡтарын хаҡ һүҙҙе тыңлаусан, күҙҙәрен күҙәтеүсән иткәндәр Алла­һы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешкән булырҙар.
119. (746). Үҙегеҙ изгелек итмәһәгеҙ ҙә изгелек эшләргә ҡушығыҙ; яманлыҡ итеүҙәрҙән тыйылмаһағыҙ ҙа яманлыҡ эшләү­ҙәрҙән тыйығыҙ.
120. (814). Кем өҫтәлдән төш­кән валсыҡты эҙләй, шуға ярлыҡау була.
121. (935). Мине күрмәй миңә ышаныусы дин ҡәрҙәштәремә юлығыуҙы ысын күңелемдән телә­йем мин.
122. (986). Бер-берегеҙҙән өҫтөн тороуҙар юҡ, боттар (идол) өсөн хайуан салыуҙар – юҡ.

19. Йөк ташыусы ат

123. (335). Бәрәкәт – аттарҙың маңлай ялында.
124. (435). Ат өс кеше өсөн:
берәүҙәргә – сауапланыу; икен­селәргә – һаҡланыу; өсөнсөләргә гонаһҡа тарыу бирә. Берәүҙәр атты Аллаһ юлында билгеләп, уны көтөүлектә, йә болонда йөрөтәләр, шунда йөрөткәндә уға ауырлыҡ килтермәйҙәр, йәрәхәтләнә ҡалһа, ҡәҙерләүҙе ғәҙәткә керетәләр; йылға буйынан уҙып баралар икән, туҡтатып, һыу эсертмәй үтеп китмәйҙәр – сауап булыр уларға.
125. (459). Сабышҡы аттарға бәхәс тотоу – хәләл эш.

20. Һаранлыҡ

126. (178). Эй, Раббым, бор­солоуҙарҙан, ҡайғырыуҙарҙан, ғажизлыҡтан, ялҡаулыҡтан, һа­ранлыҡтан, ҡурҡаҡлыҡтан, бурыс ауырлығынан һәм кешеләрҙең юҡ-бар һүҙенән Үҙеңә һыйынам.
127. (412). Һаранлыҡ һәм яман холоҡ кеүек ике сифат мөьмин кешелә бер юлы булмай.
128. (488). Һаранлыҡ – бо­таҡтары ер йөҙөнә һалынып төшкән йәһәннәм ағастарының береһе, кем шул ботаҡтарға тотона, шулар уны йәһәннәмгә етәкләп илтә.
Йомартлыҡ – ботаҡтары ер йөҙөнә һалынып тошкән Йәннәт ағастарының береһе, кем шул ботаҡтарға тотона, шулар уны Йән­нәткә етәкләп илтә.
129. (504). Ғаиләһенә йәбер-золом күрһәтеүсе – яман кеше.
130. (507). Иң яман сифат: тыныслығын юйыусы һаран һәм күңелен ҡайғыға һалыусы ҡурҡаҡ.
131. (716). Исламды һаранлыҡ тигән нәмә юҡ итә.
132. (934). Нисек кенә булма­һын, һаранлыҡ тигән ауырыу иң ағыулы сир.

21. Бурыс

133. (183). Йә, Раббым, бурыс­тарҙың артыуынан, дошмандарҙың өҫтөн сығыуынан, ситтәр ҡайғыһына һөйөнөүсе дошмандарҙан Һиңә һыйынам.
134. (195). Бурыстарын түлә­гәнсе, Аллаһы Тәғәлә әжәткә алып тороусылар менән бергә. Бурысын түләмәһәләр, уларға Аллаһы Тәғәләнең нәфрәте булыр.
135. (278). Мин мөьминдәрҙең иң беренсеһе. Бер мөьмин үлһә, бурысын, ҡаза итеп, миңә ҡалдырһын. Малы ҡала икән – вариҫтарына булыр.
136. (395). Боронғо замандарҙа йәшәгән һәм һис ниндәй изгелеге булмаған бер бай хеҙмәтселәрен халыҡ араһына сығарып ебәргәндә бурыс түләрлек хәлдәре юҡ фәҡир­ҙәрҙе ситләтеп уҙырға ҡуша торған була. Аллаһы Тәғәлә шул бай хисап ителгәндә әйтер фәрештәләренә: «Ошо эше өсөн беҙ уны ярлыҡарға хаҡлыбыҙ».
137. (418). Арағыҙҙа бурысын ҡаза ҡылыуҙы күркәмерәк иткән кешеләр – иң яҡшы кешеләр (Бурысын, саҙаҡаһын, хәйерен һ.б. матур итеп, күңел ризалығы менән, икенсе кешеләрҙе рәнйет­мәй, кәмһетмәй, ихлас һүҙҙәр, теләктәр менән рәхмәтле булып тапшыра (ҡаза ҡыла) белгән кешеләр. – Ғ.С.).
138. (447). Бурыс – дин ҡарал­тыусы.
139. (448). Бурыс Аллаһы Тә­ғәләнең ерҙәге байрағы, бәндәһен түбәнлеккә төшөрөргә теләһә, шул байраҡты уның елкәһенә ҡаҙап ҡуя.
140. (515). Бурыслы – ҡәберҙә лә бағланыулы, бурысы үтәлмәйенсә бәйҙән сиселмәҫ.
141. (729). Берәү бурысын түләргә ниәтләп ҡуйһа, шунда уҡ Аллаһы Тәғәләнән уға ярҙам килмәй ҡалмаҫ.
142. (773). Берәү түләү ниәтендә кешеләрҙән мал алһа, Аллаһы Тәғәлә түләү насип итәр. Бирмәҫкә тип алһа, Аллаһы Тәғәлә шуның малын яраҡһыҙ хәлгә килтерер.
143. (802). Әгәр берәү мох­тажлыҡта йәшәүсе икенсе берәүгә бурысҡа аҡса биреп торһа һәм шуны түләү ваҡыты еткәнсе көтөп торһа, уға көн һайын шул бурысы саҡлы саҙаҡа сауабы.
Түләү ваҡыты уҙғас, түләүен көтөп торған һәр көнө һайын ике миҡдар саҙаҡа һауабы яҙылыр.
144. (828). Кемдән хисап талап ителә, шул шунан интегә.
145. (881). Әгәр кемгә булһа ла бүләк итеп берәү аҡса бирһә, йә һөт эсерһә, йәиһә урамына табан юл күрһәтһә, шул кешегә бер ҡол азат иткән һауабы булыр.
146. (882). Кемдән хисап талап ителә, шул һәләк була (гонаһтары өсөн Хисап көнө кем яуапҡа тарттырылһа. – Ғ.С.).
147. (905). Әҙер бурысты ҡулда йомарлап тотоу – йәбер-золомға бер майҙан.

22. Буш боғаҙлыҡ
(ләстит, килде-китте хәбәр һөйләү)

148. (366). Ҡиәмәт көнө Аллаһы Тәғәлә өс кеше менән һөйләшмәҫ, уларға ҡарамаҫ, гонаһтарынан арындырмаҫ. Уларға – әрнеттергес ғазап. Улар: 1) сәхрәлә һыу күп булһа ла, юлаусыны һыуҙан мәхрүм итеүселәр; 2) һүҙендә дөрөҫлөк булмаһа ла, һатып алыусылар, валлаһи, фәлән хаҡҡа алынған киске тауар тип мал тәҡдим итеүсе сауҙагәрҙәр; 3) имам булып донъя­уи маҡсатты күҙҙә тотоп ҡына сауҙа килешеүе төҙөгән, шунан килгәне үҙенә бирелһә, шул килешеүгә тоғролоҡло, бирелмәһә – вәғәҙәһендә тормаған кешеләр.
149. (450). Гонаһтарҙың кисерелмәй торғаны, юйылмай торғаны һәм кисерелә торғаны бар: Аллаһыға ширеҡ ҡатнаштырыу кисерелмәй; бәндәнең Аллаһы менән ике аралағы гонаһы кисерелә; берәүҙең икенсеһенә ҡарата йәбер-золом итеүе юйылмай.
150. (480). Ашығып йөрөүсе мөьминдең баһаһы юйылыр.
151. (607). Ишеткән бөтөн нәмәне һөйләү ҙә кешенең гонаһлы булыуы өсөн бик еткән.
152. (610). Ялған өсөн ишет­кәнде һүҙмә-һүҙ һөйләү ҙә; һаран­лыҡ өсөн, «хаҡымдың тинен дә ҡалдырмай алам», тип әйтеү ҙә бик еткән.

23. Аҡса

153. (146). Ғаиләһе өсөн сарыф иткәндәрҙең аҡсаһы, Аллаһ юлы өсөн ат тәрбиәләүгә сарыф иткәндәрҙең аҡсаһы һәм Аллаһ юлында йөрөүсе иптәштәре өсөн сарыф иткәндәрҙең аҡсаһы – иң дәрәжәлеһе.
154. (443). Динар менән дирхәм Аллаһтың ерҙәге мөһөрө. Берәү хужаһының мөһөрөн алып килһә, шуның хәжәте үтәлгән булыр.
155. (939). Һатып бер ни ала алмайым – янымда аҡсам юҡ.

24. Бағымсылыҡ
(фал асыу)

156. (215). Боттар, тылсым һәм сихырлау – һәммәһе ширеҡлек.
157. (544). Ҡоштар ҡөҙрәт көсө менән оса.
158. (569). Ҡоштар осошона ҡарап, таш ырғытып юрауҙар һәм шомланыуҙар (шаманство, камлание) – ботҡа табыныу ғәләмәте.
159. (687). Ҡоштарға ҡарап юраусы, йәки юрарға ҡушыусы, бағымсылыҡ итеүсе, йәки бағымсы­ға барыусы, сихыр эшләүсе, йәки эшләтеүсе кешеләр – беҙҙең өм­мәттән түгел.
160. (861). Кем Аллаһ һүҙен өҫтөн сығарыу өсөн һуғышып йөрөй – шул Аллаһ Тәғәлә юлында.

25. Ата-инә

161. (48). Атаң мөхәббәтен һаҡла, киҫә күрмә, юҡһа Аллаһы Тәғәлә һиндәге нурҙы һүндерер.
162. (281). Үҙең дә, мал-мөл­кәтең дә атаңдыҡы.
163. (368). Ҡиәмәт көндө Аллаһы Тәғәлә өс кешегә иғтибар итмәҫ, ҡарамаҫ: 1) ата-инәләренә ҡамасаулыҡ итеүсе балалар; 2) ирҙәрсә эш иткән, ирҙәргә оҡшаған ҡатын-ҡыҙҙар; 3) ҡатындарының боҙоҡлоғона риза булып йәшәгән ирҙәр.
Һәм дә өс кешене Аллаһы Тә­ғәлә Йәннәтенә керетмәҫ: 1) ата-инәләренә ҡамасаулыҡ итеүсе балалар; 2) иҫерткескә күңел һа­лыусылар; 3) ни бирелһә, шуның менән йомартлыҡ итеүселәр.
164. (377). Йәннәт – әсәләрҙең аяҡ аҫтында.
165. (458). Ата-инәләре иҫән ваҡытта йә уларҙың береһе, йә икеһе алдында ла гонаһлы булыусылар Йәннәткә кермәй. Ундайҙар нәфрәткә дусар, нәфрәткә дусар, нәфрәткә дусар булһындар ине.
166. (656). Ата-инәләре ләғнәт уҡыған балаларға һәм «Аллаһы Тәғәләнең исеме менән» (Бисмилла) тип әйтмәй хайуан салғандарға Аллаһы Тәғәләнең ләғнәте булыр.
167. (750). Атаңдың дуҫына барып йөрөүең дә изгелек.
168. (768). Әгәр берәү атаһы ҡәберенә барып йөрөүҙе ярата икән, атаһының дин ҡәрҙәштәрендә лә булһын.
169. (811). Кем ата-инәһенә хөрмәт күрһәтә, Аллаһы Тәғәлә шу­ның ғүмеренә игелек арттыра.

26. Өйләнеү (никах)

170. (225). Ҡатын-ҡыҙға дине, малы һәм матурлығы өсөн өйлә­нәләр. Һинең өсөн беренсе сиратта уның дине булыуы тейеш. Юҡһа ҡулдарыңды керле иткән булырһың.
171. (343). Өйләнешегеҙ, күбә­йегеҙ, сөнки мин Ҡиәмәт көнө һеҙ – өммәтем менән маҡтанасаҡмын.
172. (353). Аллаһыға ышанып һәм рәхмәтенә иҫәп тотоп, өс төрлө эште үтәүселәрҙең Аллаһы Тәғәлә ярҙамын һәм ризалығын алыуға хаҡтары бар: берәү Аллаһыға ышанып һәм рәхмәтенә иҫәп тотоп, бер ҡол азат итеүгә ынтылыш яһаһа; берәү Аллаһыға ышанып һәм рәхмәтенә иҫәп тотоп өйләнһә; берәү Аллаһыға ышанып ташландыҡ ерҙе тергеҙһә, – шул кешеләрҙең Аллаһ ярҙамын һәм ризалығын алыуға хаҡтары бар.
173. (327). Кем зәҡәт бирә, ҡунаҡ саҡыра, бәлә-ҡазаға тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙа, шул ҡарунлыҡтан ҡотола.
174. (427). Еңел никах – хә­йерле никах.
175. (499). Буйҙаҡ (өйләнмәй йөрөүсе) һеҙҙең арала ямандарҙың яманы.
176. (950). Ҡарсыҡтарға һәм ҡыҫыр ҡатындарға өйләнә күрмәгеҙ, сөнки мин өммәтемдең күплеге менән маҡтаныусы.
177. (982). Ҡатын алһаң, ҡыҙ (ғиффәтле) булһын.
178. (983). Ҡатын алғанда – инәһенә ҡара. Инәһе яҡшы булып, ҡыҙы насар икән, барыбер ал.
Инәһе насар булып, ҡыҙы яҡшы күренһә лә, алма. Ул барыбер инәһе кеүек булыр.



27. Мосолмандар араһында йәшәүселәр
(башҡа дин кешеләре)

179. (761). Берәү мосолмандар химаяһындағы (һаҡлығындағы) халыҡты ҡыйырһытһа, мин шуның дошманы. Мин уның дошманы булдыммы, Ҡиәмәт көндө уны дошманлыҡ итәрмен.
180. (866). Кем зиммиләрҙе (ислам дәүләте эсендәге мосолман булмаған халыҡтар) һүгә, шуға Ҡиәмәт көндө уттан үрелгән ҡамсы һуғылыр.
181. (942). Кафырҙарҙы һүгеп, мосолмандарға ауырлыҡ килтер­мәгеҙ.

28. Сауҙа (һатыу-алыу)

182. (128). Иң яҡшы сауҙа һәм иң күркәм кәсеп – кешенең үҙ ҡул­дары менән башҡарған эше.
183. (151). Иң яҡшы кәсеп – күркәм сауҙа һәм үҙ ҡулдарың менән эшләгән эш.
184. (337). Изгелек менән эш итеүсе ике сауҙагәр бер-береһенән айырыла алмай, дөрөҫөн әйтеп аңлатып бирһәләр, сауҙаларында бәрәкәт булыр, дөрөҫөн йәшереп, ялғанлаһалар, бәрәкәт юйылыр.
185. (340). Ризыҡтың ундан туғыҙы – сауҙанан, ҡалғаны хайуан аҫырауҙан килә.
186. (348). Ғәҙел һәм тоғро­лоҡло сауҙагәр – пәйғәмбәрҙәр, шулай уҡ пәйғәмбәрҙәрҙең дуҫтары һәм дә шаһиттар менән бергә.
187. (349). Ҡурҡаҡ сауҙагәр – ризыҡтан мәхрүм; ҡыйыу сауҙагәр – ризыҡлы кеше.
188. (375). Беҙҙең баҙар өсөн кәрәк-яраҡ килтереүсе Аллаһ юлында тырышлыҡ итеүсе кеүек.
Беҙҙең баҙар өсөн алыпһатарҙар Аллаһы Тәғәләнең китабына дәһрилек иткән кеүек.
189. (769). «Әгәр берәү күтә­ренке хаҡ менән мосолмандарға һатыу маҡсатында мал йыйнаһа, хаталаныусы булыр ул. Аллаһы Тәғәлә менән рәсүленең зиммәте унан биҙгән булыр».
190. (782). Берәү урланған­лығын белә тороп та, шул әйберҙе һатып алһа, ул хурлыҡҡа ҡалыуҙа һәм гонаһлы булыуҙа урлаусының тиңдәше булыр.
191. (806). Берәү малында кәмселек була тороп та, шуны әйтмәй һатһа, Аллаһы Тәғәләнең уға булған асыуы һис туҡталмаҫ һәм фәрештәләр ләғнәте яуып торор.
192. (819). Сауҙа итеү мөмкин түгел икән, Ғоманға (Оман дәүләте) барыу кәрәк.

29. Эште уйлап эшләү

193. (350). Күркәм саралар
күреү – ярты тормош; мөхәббәт ҡаҙаныу – ярты аҡыл; ҡайғыр­тыусанлыҡ – ярты ҡартлыҡ; балаларҙың аңлылығы – байып китеүгә бер сәбәп.
194. (592). Аллаһы Тәғәлә: «Мин – Мине уйлаған бәндәләрем тарафында, Минең хаҡта нисек теләһә, шулай уйлаһын», – тип әйткән ине.
195. (593). Аллаһы Тәғәлә: «Йә, бәндәм, яңғыҙ сағыңда Мине иҫкә төшөрә торған булһаң, Мин дә һине яңғыҙ саҡта иҫкә төшөрөрмөн. Халыҡ алдында иҫкә төшөрһәң, Мин дә һине шул халыҡтың иң яҡшылары алдында һәм иң олуғтары алдында иҫкә төшөрөрмөн», – тип әйткән ине.
196. (602). (Атыңды) тышаула ла, унан Аллаһыға тапшыр. (Үҙ исемеңде, дәрәжәңде шаштырмай, бүтәндәрҙән юғары күтәрелмәй, маһаймай, Аллаға тапшырыл да, Уның ризалығына ирешергә ынтыл. Бөтәһе лә Аллаһ ҡулында, тигән мәғәнәлә. – Ғ.С.).
197. (997). Эштәрен күркәм итеп башҡарыусыларҙы Аллаһы Тәғәлә һөйөр.

30. Алға китеш

198. (996). Килер халыҡҡа шундай бер заман, дин тотоуҙа сабыр итеүселәр утлы күмер тотҡан шикелле булырҙар.

31. Туғандар (яҡындар)

199. (26). Туғанлыҡ ептәрен өҙгән һәм күршеләрен рәнйеткән ике төркөм кешегә Ҡиәмәт көндө Аллаһы Тәғәлә рәхмәт күҙе менән ҡарамаҫ.
200. (68). Берәү үҙ туғанын ярата икән, шул хаҡта уға бел­гертһен.
201. (298). Кемгә иртәгә үк йәһәннәм уты хәрәм, хәбәр бирә­йемме? Һәр кемгә ҡарата еңел тә­биғәтле, туғандарса мөнәсәбәтле һәм һөйкөмлө кеше.
202. (465). Берәү бер ваҡыт бер ауылдағы ҡәрҙәшен күрергә бара икән, Аллаһы Тәғәлә уның юлына фәрештә сығара.
– Ҡайҙа бармаҡсы булаһың? – ти фәрештә.
– Ошо ауылдағы туғаным янына, – ти юлсы.
– Уның һиңә ризыҡ биреп ашатҡаны булдымы һуң?
– Юҡ. Мин уны Аллаһ хаҡы өсөн яратам, – ти юлсы.
Һин ул кешене ни рәүештә яратһаң, Аллаһы Тәғәлә лә һине шулай яратыр, – тигән фәрештә.
203. (565). Бәндә кемде яҡын күрһә, шуның менән бергә.

32. Тәҡүәлек

204. (19). Харамдарҙан һаҡ­ланығыҙ, иң ғибәҙәтсел кеше булырһығыҙ. Аллаһы Тәғәлә һиңә ни бирһә, шуға ҡәнәғәтлән – иң бай кеше булырһың. Күршеләреңә якшы бул – мөьмин булырһың. Үҙең һөйгән нәмәләрҙе халыҡ та яратырлыҡ ит – мөслим булырһың. Көлөүҙәреңде арттырма, күп көлөү күңелде үлтерә.
205. (78). Күңелең берәй нәмәне өнәмәһә, уны ҡалдыр.
206. (169). Тәҡүәлектә йөрөү­селәр – иң хөрмәтле кешеләр.
207. (220). Күңел тигән нәмә Аллаһы Тәғәләнең ике бармағы араһында.
(Икенсе төрлөһө: Әҙәм ба­лаларының күңелдәре Аллаһы Тәғәләнең ике бармағы араһында. Яңғыҙ күңелде Ул нисек теләһә, шулай әйләндерер).
208. (267). Үҙгәреп тороусан булғанға күңел «ҡалиб» тип атал­ған. Күңел сәхрәләге бер ағаста аҫылынып һәм ел иҫкән һайын әле артҡа, әле алға әйләнгеләп торған яңғыҙ ҡауырыйға оҡшаған.
209. (274). Миңә кешеләр күңелендә ҡаҙынырға ҡушылманы, эстәрендә ни барын ярып ҡарай алмайым.
210. (285). Уйлап ҡара әле: һин ҡыҙыл тәнлеләрҙән дә, ҡара тәнлеләрҙән дә өҫтөн түгелһең; бәлки Аллаһыға тәҡүәлек итеп кенә артыҡ булырһың.
211. (370). Ҡиәмәт көндө һигеҙ кеше Аллаһы Тәғәләнән йыраҡ булыр. Улар: 1) шөһрәт алған ялғансылар, яйҙаҡлы (эйәрһеҙ, бәйһеҙ, нигеҙһеҙ, урынһыҙ, дә­лилһеҙ) юғарылығынан тороп, тәкәбберлек итеүселәр; 2) осрашҡан саҡта дин ҡәрҙәштәренә асыҡ сырай күрһәтеп тә, күңелдәрендә уларға ҡарата нәфрәт тотоусылар; 3) шайтан бойороғон үтәргә һәм уның юлына өндәлгәндә – ашығыу; 4) Аллаһ һәм Уның рәсүле юлына саҡырылғанда һүлпәнлек күрһәтеүселәр; 5) донъя
малына хаҡтары булмаһа ла, шуға нәфесен һуҙыусы намыҫһыҙ кеше­ләр; 6) нахаҡҡа яла яғыусылар; 7) дуҫ-иш араһын боҙоштороусылар; 8) ғәйепһеҙҙәрҙе ҡаралатып күрһә­тергә тырышыусылар. Аллаһ ғиззә (ғәҙел) вә йәл, уларҙың үҙҙәрен бысраҡҡа батырыр. (Йәл, жәл – йәлләү, һаҡлау, ҡурсалау).
212. (396). Һеҙ таныған хәҙис минеке булыр.
213. (409). Аллаһы Тәғәлә ха­лыҡҡа мәрхәмәтле булыуҙы кемдең булһа ла күңеленә төшөрмәй икән, шул уңышһыҙлыҡҡа ирешкән һәм хәсрәткә сумған булыр.
214. (606). Кешегә хөрмәт – уның дине, батырлығы, аҡылы, затлы нәҫеле һәм холҡо аша билгеләнә.
215. (658). Әҙәм балаһының күңеле киҫкен боролошҡа әҙерлән­гәндә ҡайнап торған ҡаҙандан да яман булыр.
216. (691). Күңелең көр саҡта намаҙ уҡы. Ялҡаулыҡ баҫһа, йә егәрегеҙ (сила, энергия) булмаһа, уҡыуҙан тыйылып (ултырып) тор.
217. (698). Күңелеңдә ни тыр­налһа, шуны ташла.
218. (730). Кеше күңеле Аллаһы Тәғәләнең ике бармағы араһында, – теләһә, уны тоғро юлда тота, теләһә, тоғро юлдан тайпылдыра. Мизаны (үлсәү) ла Үҙ ҡулында, халыҡтың бер өлөшөн Ҡиәмәткә саҡлы юғары күтәргән, икенселәрен иһә түбән төшөргән булыр.
219. (738). Күңел – сәхрәлә ел иҫкән һайын әйләнгеләп торған ҡош йөнө кеүек.
220. (827). Кем өммәтем өсөн сөннәтемдән ғибәрәт ҡырҡ хәҙисте күңеленә бикләй, шуны Ҡиәмәт көндө шәфәғәтемә кереткән булырмын.
221. (842). Кем ихлас күңеле менән шәһит булып китеүҙе Аллаһ­тан һорай, шул түшәгендә үлһә лә, Аллаһы Тәғәлә уға шәһиттәр дәрә­жәһен ирештерер.

33. Түбәнселек

222. (70). Аллаһы Тәғәлә хозурында бәндәһе өсөн ниндәй дәрәжә билгеләгәнен беләһегеҙ килһә, уның халыҡ араһында нисек маҡталыуына иғтибар итегеҙ.
223. (77). Бурысҡа аҡса алып тороп, сауҙа килешеүе төҙөйһөгөҙ һәм үгеҙ ҡойроғона тотоноп, ер эшкәртергә риза булаһығыҙ ҙа, йыһат һуғышын ташлап китәһегеҙ икән, Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең түбәнлеккә төшөүегеҙгә юл ҡуя һәм Раббығыҙ ҡаршыһына барғансы, һеҙҙе шул халәттә ҡалдыра.
224. (226). Ҡаны сырхау; ҡот осҡос бурысҡа батыусы; фәҡирлек­тең аръяғына сығыусы – ошо өс кешенән башҡа бүтәндәрҙең береһе­нә лә үтенес-һораныу хәләл булмаҫ.
225. (457). Себен башы хәтле нәмә биреп булһа ла әжәткә һорау­сыны шул зарарлы ғәҙәтенән биҙ­ҙерегеҙ.
226. (537). Дәрәжәләренә кәм­селек килтермәй түбәнселек иткән; фәҡирлектәрен күрһәтмәй кәмһенеү ҡылған; гонаһтарға кермәй мал йыйып, шуны тейешле урындарға таратҡан; фикһ һәм хикмәт эйәләре менән аралашып, хурлыҡ һәм меҫ­кенлектәгеләргә мәрхәмәт иткән кешеләргә һөйөнөс булһын!
Тыйнаҡ, эшләп тапҡандары хәләл, яҡшы күңелле, күркәм тәбиғәтле һәм халыҡҡа яманлыҡ эшләүҙән йыраҡ торған кешеләргә һөйөнөс булһын!
Белемдәрен эшкә егеп, артыҡ малдарын тейешле ерҙәргә сарыф иткән һәм артыҡ һүҙ һөйләүҙән ты­йылып ҡалған кешеләргә һөйөнөс булһын!
227. (664). Әгәр һеҙ хәжәт һорауҙың нигеҙендә ни ятҡанын белһәгеҙ, хәжәт һорап, бер-берегеҙ ҡаршыһына һис бармаҫ инегеҙ.
228. (822). Кем Аллаһыға тый­наҡлыҡта, шуны Аллаһы Тәғәлә дәрәжәгә күтәрә.

34. Тәүәккәллек

229. (845). Кемде иң көслө кеше булыуы шатландыра, шул Аллаһы Тәғәләгә тәүәккәллек итһен.


35. Тәүбә

230. (30). Аллаһы Тәғәлә тыйған шаҡшылыҡтарҙан һаҡланығыҙ. Кем шуларҙың береһе менән ғазаплана, шул Аллаһтың ярҙамы менән уны йәшерһен һәм тәүбә итһен. Сөнки кем шуның бер битен алмаштырып ала, шуға Аллаһтың Китабы шелтә белдерә.
231. (346). Гонаһтарынан тәүбә итеүселәр гүйә гонаһтары юҡ кеше­ләр.
232. (612). Үкенеү – гонаһ­тарҙың ярлыҡаныуы. Әгәр гонаһһыҙ булһа­ғыҙ, Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең урынға гонаһлы бүтән халыҡты ярлыҡар ине.
233. (667). Әҙәм балаһының бер баҙ малы булһа, шул баҙы янында шундай уҡ икенсеһе булыуын да теләр, уныһы ла булһа, өсөнсөһөнә тотонор. Әҙәм балаһының ҡорһағын тупраҡтан башҡа бүтән нәмә тултыра алмаҫ.
Аллаһы Тәғәлә тәүбә итеүселәр­ҙең тәүбәләрен ҡабул итә.
234. (812). Кем йәне боғаҙына еткәнсе тәүбәгә килә, шуның тәү­бәһен Аллаһы Тәғәлә ҡабул итә.
235. (885). Кем мәрхәмәтһеҙ – шуның үҙенә лә мәрхәмәт булмаҫ; кем ғәфү итмәй, шуның үҙенә лә ғәфү ителеү булмаҫ; кем үкенеүҙе кисермәй, шуның үҙ тәүбәһе ҡабул ителмәҫ.

 

(Дауамы бар.)


Тәржемә авторы Ғәфүрйән Ғөбәйҙулла улы Сәлихов 1959 йылда Ырымбур өлкәһе Ейәнсура (Ҡыуандыҡ) районы Бурағол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. 1992 йылда философия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай, 2010 йылдан философия фәндәре докторы. Хәҙерге көндә Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры, 170 ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән 12 монография авторы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре (2015), Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2022).

МЕҢ ДӘ БЕР ХӘҘИС   (Үҙеңде белеүгә юл)
МЕҢ ДӘ БЕР ХӘҘИС (Үҙеңде белеүгә юл)
Автор:Ғәфүрйән Сәлихов
Читайте нас: