Все новости
Наука
2 Августа 2023, 11:55
НАУКА

КҮРЕНЕКЛЕ МӘҒРИФӘТСЕ ИҪТӘЛЕГЕНӘ

Өфөлә «Торатау» конгресс-холында «Шәйех Зәйнулла Рәсүлев һәм Евразия халыҡтарының суфыйсылыҡ мәҙәниәте» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Ул халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, күренекле дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог һәм мәғрифәтсенең тыуыуына 190 йыл тулыуға арналды. Сараны Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Мәскәү ҡалаһында урынлашҡан Әбүғәлисина (Ибн Сина) фонды ойошторҙо.Фәнни форумда Башҡортостандан, Мәскәү, Һамар, Санкт-Петербург, Силәбе ҡалаларынан, Татарстан, Дағстан респуб­ликаларынан дин әһелдәре, ғалимдар, ислам динен өйрәнеүселәр ҡатнашты, шулай уҡ Әзербайжан, Иран, Төркиәнән сығыш яһаусылар булды.Конференцияла ҡырҡтан ашыу доклад тәҡдим ителде. Башҡорт халҡының хәҙерге суфыйсылыҡ традицияһында шәйех Зәйнулла Рәсүлевтең рухи мираҫы, башҡорт суфыйҙарының үҙ-ара бәйләнештәре, Рәсәйҙә суфыйсылыҡ тарихы, суфыйсылыҡ әҙәбиәтенә ҡағылышлы темалар тикшерелде, арҙаҡлы дин әһеленең вариҫтарына ла күп иғтибар бүленде. Өфө фән һәм технологиялар университеты менән Рәсәйҙә ислам мәҙәниәтен, философияһын һәм фәнен өйрәнеүселәрҙе берләштереүсе Әбүғалисина фонды араһында хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды. Һеҙҙең иғтибарға Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Ғөбәй улы Сәлиховтың сығышын тәҡдим итәбеҙ.

КҮРЕНЕКЛЕ МӘҒРИФӘТСЕ ИҪТӘЛЕГЕНӘ
КҮРЕНЕКЛЕ МӘҒРИФӘТСЕ ИҪТӘЛЕГЕНӘ

Зәйнулла Рәсүлевтең тормошон яҡтыртҡан сығанаҡтар

Күренекле башҡорт мәғрифәт­сеһе Зәйнулла Рәсүлев башҡорт халҡының рухи донъяһына ҙур йоғонто яһаған шәхес. Танылған шәрҡиәтсе Владимир Бартольд уны туған халҡының «рухи короле» тип атай. Нәҡшбәндиә тәри­ҡәтенең шәйехе Зәйнулла ишан Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә лә абруй һәм шөһрәт ҡаҙанған.
Дин өлкәһендә белгес булыуы, мәҙрәсәлә яңыса уҡытыуҙы йәйел­дереүе менән ул халыҡ араһында оло хөрмәт яулай. Шәйехтең 1917 йылда вафат булыуы төрлө төбәк кешеләрен тетрәндерә, ҡайғылы ваҡиға ваҡытлы матбуғат сараларында киң яҡтыртыла. Әлеге көндә лә Зәйнулла хәҙрәттең, уның балаларының, бигерәк тә юлын дауам итеүсе улы мөфтөй Ғабдрахман Рәсүлев эшмәкәрлегенең әһәмиәте юғалмаған.
Зәйнулла Рәсүлевтең тормош юлын яҡтыртҡан, уны асыҡларға ярҙам иткән тарихи сығанаҡтарҙан беренсе документ Ҡаҙағстандың элекке баш ҡалаһы Алматылағы Ғилем Урҙаһы китапханаһынан алынды. Унда халҡыбыҙҙың мәшһүр ике мәғрифәтсеһе – шағир Мифтахетдин Аҡмулла менән Зәйнулла Рәсүлевтең танышыуы күрһәтелгән. Мәғлүмәтте билдәле ҡаҙаҡ уҡы­мышлыһы Дусмаил Ҡасҡынбай улы теркәгән. Яҙмала күренекле шәхестәр йәшәгән дәүерҙең рухы һиҙелә. Аҡмулла менән Рәсүлевтең йәш ваҡыттарында Бохараға барып, ундағы мәҙрәсәлә белем алырға теләүҙәре хаҡында әйтелә. Икенсе яҡтан, Уралдың үҙендә лә мәғрифәттең йылдам үҫеүен күрәбеҙ. Сөнки Аҡмулла йәш мулла Зәйнулла Рәсүлев менән танышҡас, ул белем алған Троицк ҡалаһына юл тота.
«Троицкиҙағы Бишенсе Йәмиғ мәсете тураһында» тип аталған икенсе ҡомартҡы Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тик­шеренеүҙәр үҙәгенең Ғилми архивында һаҡлана. Был да бик ҡиммәтле сығанаҡ. Сөнки документ Троицк ҡалаһындағы мәсеттә имам вазифаһын башҡарған Зәйнулла Рәсүлев тарафынан яҙылған. Яҙма мәсеттең төҙөлөүенән башлап, унда хеҙмәт иткән шәхестәрҙең тормош юлы, улар белем алған мәҙрәсәләр хаҡында күп мәғлүмәт бирә. Автор үҙенең тыуған төйәге – хәҙерге Башҡортостандың Учалы районы Шәрип ауылы, уҡыған урындары, Ахун ауылындағы Яҡуп Әхмәт улы мәҙрәсәһендә белем алыуы, унан һуң, Троицк ҡалаһында уҡып ҡайтҡас, Юлдаш ауылында дәрес биреүе тураһында ла ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирә. Зәйнулла Рәсүлев үҙен Троицкиҙағы Бишенсе мәсеттең иҫәп буйынса икенсе имамы булыуын күрһәтә. Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡараһыу волосы Мәүлит ауылы кешеһе Мәзәммәтшәриф Ғәбделлатиф улы Кирәев мәсеттең тәүге муллаһы була.
Рәсәй Фәндәр академияһының Санкт-Петербургтағы Көнсығыш ҡулъяҙмалары институтында (Шәр­ҡиәтселәр архивында) Ризаитдин Фәхретдиновтың шәхси фондында Ахун ауылында ерләнгән Яҡуп Әхмәт улының ҡәбер ташының тексы һаҡлана. Унда түбәндәге яҙыу бар: «Оренбург губернасы Верхнеурал өйәзе Ахун ҡәрйәсендә икенче мәхәлләдә имам вә ахун дамулла Яғҡуб хәзрәтнең ҡәбер ташында бөйлә язылмыштыр: Бисмиллаһир-рахманир-рәхим. Әл-хажый әл-хәрәмәйен мин дамулла Яғҡуб бин мулла Әхмәд әл-мәрхүм 50 йыл дәрес итүб 90 йәшендә вафат 7 октябрдә 1894 йылда ходәвәндә кәрим ғариф рәхмәт әйләсүн. Амин. Ахунд Гарифулла бин Фазлулла».
Хәҙерге ваҡытта Башҡорт­ос­тандың Учалы районына ингән Сораман ауылы кешеһе Мәхәммәди Мотаһар улы Зәйнулла Рәсүлев яҙған мәсеттең мәзине булған. 2016 йылда Учалы районына экспедиция ваҡытында Сораман зыяратында мәзиндең һәм уның атаһы Мотаһар мулланың ҡәбер таштарын фотоға төшөрөп алғайныҡ.
Мотаһар мулланың эпитафи­яһында: «Тәүәффа әш-шәйх мулла Мотаһар ибн мулла Амангилде ән-Нәҡшбәнди 1884 йыл 12 февралдә сәнә 63 (мәрхүм шәйех мулла Мотаһар мулла Амангилде улы ән-Нәҡшбәнди. 1884 йылдың 12 февралендә 63 йәшендә)», – тип яҙылған.
Мулла Мөхәммәди Мотаһар улының ҡәберенә осло таш ҡуйыл­ған, уның исеме-шәрифе, вафат булыу ваҡыты теркәлгән.
Шулай итеп, түбәндә бирелгән документтарҙа Зәйнулла Рәсүлев­тең тормошоноң ҡайһы бер сәхифә­ләре яҡтыртыла. Улар күренекле шәхестең биографияһын тулыландыра, мәшһүр замандаштары, шул иҫәптән танылған Мифтахетдин Аҡмулла менән танышыу ваҡытын, мөнәсәбәттәрен асыҡлай. Текстар башҡорт теле нигеҙендә әҙерләнде.


Аҡмулланың тәржемәи хәле

Йыйыусы Шәкир Яҡуп. Троицк. 1928 йыл.
Языусы хажый Дусмаил Ҡасҡынбай улы. 1913 йыл, 23 февраль.
Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Илкүле-мең волосында Аҙнай обществоһы Туҡһанбай ауылы, Мифтахетдин (лаҡабы Аҡмулла) Мөхәмәтйәр улы.
Мәрхүм остаз Аҡмулла әйтер ине: «Мин башта Стәрлебашта Харис ишанларҙа уҡып, мәҙрәсәлә яттым. Шул ваҡытта йәшем 24-кә еткән ине. Күңелемдә, ул ваҡыттағы шәкерттәрҙең Бохараға барып уҡыу ғәҙәте булған өсөн, мин дә Бохараға барып уҡырға теләп, «Йә, Аллаһ», – тип сәфәргә сыҡтым. Юлда башҡорт ауылдары аша килә-килә торғас, Шәриф ауы­лына килеп еттем. Ул ауылда һораша торғас, Троицкиҙан уҡып ҡайтҡан бер йәш мулла бар тинеләр. Шунан мин шул муллаға килеп рөхсәт алып, янына килеп керҙем. Унан һорай торғас, был мулла Зәйнулла ишан икәнен белдем. Күптән түгел Троицкиҙағы Әхмәт хәҙрәттән уҡып, хәтем көтөб булып ҡайтҡан ваҡыттары икән. Ишан менән әңгәмә итә торғас, уның менән бик дуҫлашып, ун көн бер өйҙә бер түшәктә китап ҡарап яттым. Унан һуң башҡорт иле эсенән барып, Троицк шәһәренә килеп, йәй көнө түбәнге мәхәллә Шәрәфетдин хәҙрәттең мәҙрәсәһендә яттым», – тип әйтә ине.

(Ғилем Урҙаһы, Алматы, Ҡаҙағстан).


Троицкиҙағы Бишенсе йәмиғ мәсете тураһында

Ырымбур губернаһы Троицк ҡалаһы Мәғмүриә мәхәлләһе мәсете бинаһын төҙөргә рөхсәт бирелгән Ырымбур губернаһы мәхкәмәһе тарафынан 1879 йылдың 15 авгусында. Рөхсәтнамә 105-се номерлы.
Ағас мәсеткә алты мең һум сарыф ителгән. Мәсет бинаһын төҙөүгә Троицк сауҙагәрҙәре хаж-әл-харамәйн Сәйфетдин бин Ғәббәс Ғәббәсов аҡса бирә. Телгә алынған йома мәсете бинаһы тамам булғас, 1880 йылда метрика дәфтәре бирелә. Мәҙкүр йәмиғ мәсетенең тәүге имам-хатибы һәм мөҙәрисе Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡараһыу волосы Мәүлит ауылы муллаһы Иҫәнғәли Мөхәммәдшаһ улы Кирәев указ алған 1880 йылда. Белем алған Троицк ҡалаһында 1-се йәмиғ мәсете имам-хатибы, мөҙәрисе, ахун, мулла Мөхәммәтшәриф мулла Ғәбделлатиф улы Әҙһәмов хозурында. Ул балалар уҡытыу менән мәшғүл ине. Указы 1890 йылдың ноябрендә ғәмәлдән сыға. 1894 йылда вафат була, Троицк ҡалаһының бәләкәй зыяратында ерләнгән. 10 йыл буйы указ буйынса имам була.
Мәҙкүр Троицк ҡалаһы 5-се йәмиғ мәсетенең икенсе имам-хатибы, мөҙәрисе шәйех мулла Зәйнулла бин Хәбибулла Рәсүлев 1884 йылдың майында тәүге указын ала. Уның сығышы Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Туңғатар волосы Әүәз (Шәриф) ауылынан. Шул ауылда тыуып, белем алғандан һуң Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Учалы волосы Юлдаш (Аҡҡужа) ауылы йәмиғ мәсетендә имам-хатиб вә мөҙәрис була. 1859 йылдың 20 майында указ ала. Был рөхсәт Ырымбур губернаһы идараһы тарафынан 1859 йылдың 12 ғинуарында 2982-се номер менән теркәлгән. Ауылда белем алған, «Шәрх Ғаҡаид»ҡа тиклем Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Учалы волосы Ахун ауылында әл-хаж мөҙәрис вә ахун мулла Яҡуб Әхмәт улында ун ете йәшенә ҡәҙәр. Икенсенән, 1851 йылда Троицк ҡалаһына килеп Троицкиҙың 2-се йәмиғ мәсетендә имам-хатиб вә мөҙәрис мулла Шаһиәхмәт бин Хәлиттең хозурында уҡыуын дауам итә һәм фәндән 1858 сәнәгә тиклем, 24 йәшендә хәтм ҡылып, мәҙкүр Юлдаш ауылында дәрес бирә башлай. Троицк ҡалаһына килгәндән бирле дәрес биреү менән мәшғүл. Фани
донъяла Аллаһы Тәғәлә яҡшы ғүмер бирһен. Амин.
Мәҙкүр 5-се йәмиғ мәсетенең тәүге указлы мәзине Ырымбур губернаһы Вехнеурал өйәҙе Күбәләк-Тиләү волосы Сораман ауы­лынан Мөхәммәди Мотаһар уғлы Сөләймәнов була. Ул 1891 йылдың июнендә мәзин, имам урынбаҫары вә мөғәллим дәрәжәләрендә указ ала. Указ номеры – 2751. Был мәзин аҙан һәм балалар уҡытыу менән мәшғүл була.
Мулла Зәйнулла Хәбибулла улы Рәсүлев.

(Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең ғилми архивы).

«Шәйех Зәйнулла ишан хәҙрәттәре (1833–1917)». Түбәндә уның автографы.
Мулла Мөхәммәди Мотаһар улының ҡәбер ташы. Учалы районы, Сораман ауылы.
«Шәйех Зәйнулла ишан хәҙрәттәре (1833–1917)». Түбәндә уның автографы.
Автор:Әхәт СӘЛИХОВ, тарих фәндәре кандидаты
Читайте нас: