Все новости
Наука
27 Июня 2023, 15:30
НАУКА

ЕГӘРЛЕ ҒАЛИМ ҺӘМ ТАЛАНТЛЫ ЯҘЫУСЫ

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгендә Ғайса Хөсәйеновтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған бик ҙур, йөкмәткеле күргәҙмә һәм Түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. 30 йылдан ашыу Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында әҙәбиәт бүлеген етәкләү осоронда әҙәбиәт ғилеменең классикаһына әүерелгән хеҙмәттәр яҙған, 10 фән докторы һәм 30-ҙан ашыу фән кандидаты әҙерләп сығарған ғалим һәм яҙыусының хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ!

ЕГӘРЛЕ ҒАЛИМ ҺӘМ ТАЛАНТЛЫ ЯҘЫУСЫ
ЕГӘРЛЕ ҒАЛИМ ҺӘМ ТАЛАНТЛЫ ЯҘЫУСЫ

– Ғайса Хөсәйенов – бары­быҙ өсөн дә уҡытыусы, остаз. Ул һәр ваҡыт үҙенең алдында маҡсат ҡуя һәм тайпылма­йынса шуға бара белгән, – тине йыйылыусыларҙы сәләмләп Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһенең ғилми-ойоштороу эштәре буйынса урынбаҫары Илдус Шәйәхмәтов. – 42 йәшендә фән докторы булған, 48 йәшендә – атҡаҙанған фән эшмәкәре, 52 йәштә уның хеҙмәте Салауат Юлаев премияһы менән баһаланған. 1991 йылда Ғайса Батыргәрәй улы беренселәрҙән булып Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы булып китә, 1996 йылда «Ватандаш» журналын ойоштороуға тотона.
Илдус Фаат улы айырыуса Ғайса Хөсәйенов тарафынан йыйылған ҡулъяҙмалар фондының ғалимдар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Ул фондҡа ҡайҙарҙан ғына мөрәжәғәт итмәйҙәр! – тип элеп алды Тарих, тел, әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтул­лина һәм Ғайса Батыргәрәй улын республикала ғына түгел, Рәсәй гуманитар фәненең билдәле тик­шеренеүсеһе, институттың сағыу символы тип атаны.
Филология фәндәре доктор­ҙары Ғиниәт Ҡунафин менән Миңлеғәле Нәҙерғолов Ғайса Хө­сәйеновтың аспиранттары бул­ған. Ғилми етәкселәренең фәнни эшмәкәрлегенә һәм башҡорт әҙә­биәт ғилеменә индергән өлөшө хаҡындағы сығыштарын йылы һәм яҡты иҫтәлектәр менән аралаштырып алып барҙы улар.
Тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов ғалимдың текстологик хеҙмәттәренә иғтибарҙы йүнәлтте, филология фәндәре кандидаты Фәнилә Салауатова яҙыусының парсалары тураһында һөйләне. Сығыштарҙа шулай уҡ Ғайса Хөсә­йеновтың әҙәби журналдағы тәүге сығыштары, матбуғат тарихы бу­йынса, археографик экспедициялар етәксеһе булараҡ эшмәкәрлеге, шәхси фондындағы архив материалдары, ғилми китапханалағы иң мөһим хеҙмәттәре тураһында ла һүҙ булды.
Сараға Ғайса Батыргәрәй улы­ның ҡатыны менән ҡыҙҙары ла са­ҡырылғайны. Улар Түңәрәк өҫтәлде ойоштороусыларға рәхмәт белдереп, үҙҙәренең хәтирәләре менән бүлеште.
– Атайымдың тормошона бәйле ике генә фактҡа иғтибарығыҙҙы йүнәлткем килә, – тип башланы һүҙен Әлфиә Ғайса ҡыҙы. – Атайым архив материалдарынан үҙенең нәҫелендә атаһына тиклем барыһы ла мулла булғанын асыҡ­лағайны. Муллалар заманының иң уҡымышлы кешеләре булған, бына ҡайҙан килә ундағы белемгә ынтылыш! Икенсенән, атайым һәр биш йыл һайын үҙенә эш планы төҙөп ала торғайны. Планымды дүрт йылда үтәнем, тигәне хәтерҙә ҡалған.
Иғтибарығыҙға журналыбыҙ­ҙың баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһә­ҙиеваның сығышын тәҡдим итәбеҙ.

 

Ғ.Хөсәйеновтың ҡатыны һәм ҡыҙҙары М.Нәҙерғолов менән.
Рәшиҙә Мәһәҙиева (уңда) менән Луиза Кирәева Ғ.Хөсәйеновтың матбуғаттағы хеҙмәттәре  хаҡында һөйләне.
Ғ.Хөсәйеновтың ҡатыны һәм ҡыҙҙары М.Нәҙерғолов менән.
Автор:Рәшиҙә Мәһәҙиева, филология фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы
Читайте нас: