Рәсәй Федерацияһының «Матбуғат саралары тураһында» законына ярашлы, баш мөхәррир вазифаһы һәр бер матбуғат сараһында булырға тейеш. Ул редакцияға етәкселек итә, баҫманы сығарыу тураһында иң һуңғы ҡарарҙы сығара. Закондың 26-сы статьяһында былай тиелә: «Мәғлүмәт саралары продукцияһы баш мөхәррир баҫырға, эфирға сығарырға рөхсәт иткәс кенә таратыла ала» [4].
Бығаса матбуғат өлкәһендә эшләмәгән кешенең ошо вазифаға тәғәйенләнеүен йәмәғәтселек һағайып ҡабул итә.
«Әлбиттә, Ғайса Батыргәрәй улы фән һәм әҙәбиәт өлкәһендә бай тәжрибә туплаған абруйлы, ҙур ғалим һәм яҙыусы. Ләкин журналистикала ул бер ваҡытта ла эшләмәгән, журналды нисегерәк ойоштороп алып китер. Был һорау күптәрҙе һағайтмай ҡалманы», – тип хәтерләй һуңынан Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев [3].
«Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, журналистика өлкәһендә эшләп ҡарамаған башы менән был журналды ҡалайтып етәкләр икән тигәнерәк һорау башта әҙ ишетелмәне», – тип иҫкә ала Әхмәт Сөләймәнов та [6].
Законда баш мөхәррирҙең белеменә һәм тәжрибәһенә талаптар ҡуйылмай, бары тик ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә. Ул үҙенең эшмәкәрлеген Рәсәй Федерацияһының «Мәғлүмәт саралары тураһында» законы һәм редакцияның уставы нигеҙендә алып бара. Баҫманы ойоштороусы, нәшриәт, таратыусылар, граждандар һәм ойошмалар, предприятиелар, дәүләт органдары һәм суд ҡаршыһында редакцияның вәкәләтле вәкиле булып сығыш яһай.
Редакцияны етәкләү өсөн ижади ҡараштан бигерәк производствоны белеү кәрәк. Сөнки журналды нәшер итеүгә бәйле ғәмәлдәге стандарттарҙы, техник шарттарҙы һәм башҡа ҡабул ителгән нормативтарҙы контролдә тотоу баш мөхәррир вазифаһының бурыстарында ҡаралған. Шулай уҡ яңы техник ҡорамалдарҙы үҙләштереү, сметала ҡаралған сығымдарҙы көйләү, редакцияның штатын раҫлау, хеҙмәткәрҙәрҙең бурыстарын билдәләү, редакция исеменән килешеүҙәр төҙөү ҙә уның иңендә.
Ғайса Батыргәрәй улы үҙенең төп эше – Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында әҙәбиәт бүлеген етәкләү менән бер рәттән ең һыҙғанып журналды ойоштороуға тотона. Тарих фәндәре докторы, профессор Нәзир Ҡолбахтин баш мөхәррирҙең был ваҡытта бик үк йәш тә булмауын һыҙыҡ өҫтөнә ала (Ғалимға ул ваҡытта 68 йәш була) һәм тәүге һандарынан уҡ журналдың республикала барған ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади ваҡиғаларҙы бөтә тулылығында яҡтыртырға ынтылыуын юғары баһалай [6].
Өр-яңы баҫманы барлыҡҡа килтереү бик ҡатмарлы һәм оҙайлы процесс, сөнки тәүге һанды сығарғанға тиклем бик күп ойоштороу эштәрен башҡарыу талап ителә: редакцияның уставын эшләү һәм баҫманы теркәү, журналистар коллективын туплау, журналдың концепцияһын төҙөү, авторҙар йәлеп итеү, подписка ойоштороу һ.б.
Яңы баҫманың йөҙөн булдырыу, уны мәғлүмәт донъяһында үҙ һүҙен әйтерлек кимәлгә күтәреү ҙә еңел бурыс түгел. Журналдың 2000–2012 йылдарҙағы баш мөхәррире Фәрит Әхмәҙиев билдәләүенсә, Ғайса Батыргәрәй улы 100 йыл элек Ырымбурҙа сыҡҡан «Шура» журналы тәжрибәһенә таяна, шул нигеҙҙә журналдың рубрикаларын билдәләй [1].
«Бер төркөм ғалимдар, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре баҫмаға тәүҙә «Башҡорт донъяһы» исемен бирергә теләгәйнек. Мин үҙем журналды тик башҡорт телендә сығарыу яҡлы инем, һуңынан уны башҡорт һәм рус телдәрендә сығарып, айырым мәҡәләләрҙе инглизса биреү фекеренә килдек. Баҫмаға «Ватандаш» исемен бирергә булдыҡ, – тип яҙа һуңынан Ғайса Батыргәрәй улы. – Журналистар коллективы туплап, редакция эшен көйләп ебәреү осоронда яуаплы сәркәтип Миңлеғәли Яҡупов, баш мөхәррир урынбаҫары Мәүлит Ямалетдинов, бүлек мөхәррире Рәүеф Насиров һәм башҡа журналистика ветерандарының оло тәжрибәһе ҡуйылған бурыстарҙы атҡарып сығырға ныҡ ярҙам итте» [11].
Баш мөхәррир «Ватандаш»тың һәр төрлө коньюктуранан азат, яңы төр баҫма буласағын күҙ уңында тотто, тип билдәләй журналист Закир Зиннәтуллин. Тәүге хеҙмәткәрҙәрҙән күренекле публицист Рәүеф Насировты айырып күрһәтергә кәрәктер. Һуңғараҡ уларға Рәшит Шәкүр, Аҫылғужа Баһуманов, Ризван Хажиев, Мәүлит Ямалетдинов, Таңсулпан Ғариповалар ҡушыла. Уларҙың һәр береһе редакцияға үҙ идеялары, авторҙар даирәһе, хатта әҙер әҫәрҙәре менән килә һәм «Ватандаш»тың теле, стиле, авторҙар даирәһе формалашыуға булышлыҡ итә.
Был осорҙо баш мөхәррир үҙе ошолай тип хәтергә ала: «Ватандаш» журналының тәүге йылдарында журналистар коллективын туплау, шаҡтай ҡатмарлы яңы йүнәлешкә күнектереү, аҡыл ҡеүәһен, ҡәләм көсөн сарлау бик еңелдән дә булманы» [10].
1997 йылдан «Ватандаш» журналы ай һайын сыға башлай. Әммә редакция коллективының төпләнеп эшләр эш урыны һаман булмай әле. «Хатта иң кәрәкле ҡорамалыбыҙ – компьютерыбыҙ ҙа юҡ исмаһам. Баш мөхәррир бүлмәһе, фотолаборатория тураһында уйлайһы ла түгел. Эш хаҡы, гонорар түбән. Шундай хәлдә квалификациялы кадрҙарҙы нисек йәлеп итәһең?»
Баш мөхәррир ошо мәсьәләләр буйынса республика Президентына ла мөрәжәғәт итә, унан ыңғай яуап алыныуға ҡарамаҫтан, финанс министрлығы, аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, үтенесте кире ҡаға. «Ғәжәп итерлек, – тип яҙа Ғайса Хөсәйенов, – күрше Татарстан Республикаһы үҙ суверенитеты нигеҙендә «Ватандаш» кеүек дүрт журнал сығара: «Татарстан», «Мирас», «Казан», «Гасырлар авазы». «Татарстан» менән «Казан» айырым-айырым икешәр журнал булып сыға өҫтәүенә. Ә беҙҙә шундай берҙән-бер журналды тейешле кимәлдә финанслау өсөн дә аҡса таба алмайҙар йәки теләмәйҙәр ҙә. Республикабыҙҙың фәнни, мәҙәни-интеллектуаль йөҙөн билдәләр «Ватандаш» журналы хөкүмәтебеҙҙең, республика йәмәғәтселегенең уртаҡ хәстәрлеге булырға тейештер бит?» [8]. Журналдың 1998 йылғы 1-се һанында баҫылған «Баш мөхәррир һүҙе» баҫманы ойошторған осорҙа етәксенең ниндәй хәстәрҙәр, ниндәй мәшәҡәттәр менән янып йөрөүен асыҡ күрһәтә.Тейешле матди-техник базаның булмауы компьютерҙа йыйыу, версткалау, компьютер графикаһы менән бәйле проблемалар тыуҙыра һәм был тәңгәлдә иң ауыр йөк журналдың тәүге яуаплы секретары Миңлеғәле Яҡуповтың иңенә төшә.
Ошо уҡ проблемалар 2000 йылға аяҡ баҫҡанда ла хәл ителмәгән көйөнсә ҡала. Яңы быуатты ҡаршылау уңайынан баш мөхәррир үҙен борсоған мәсьәләләр менән тағы ла журнал уҡыусыларға мөрәжәғәт итә. «Ватандаш» журналының сыға башлауына быйыл февраль айында дүрт йыл тула, – тип яҙа ул. – Шул сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәй Федерацияһында ла абруйлы, сит ил ғалимдарына ла билдәле журналға әүерелде. Һәр йәһәттән уның кимәле, статусы юғары. Әлбиттә, уны, башта уйлағанса, республиканың көҙгөһө булырҙай, Рәсәй Федерацияһы республикаларының шул типтағы журналдарынан һис ҡалышмаҫтай заманса шәп журнал итергә булыр ине. Ләкин уның өсөн редакцияға бығаса тейешле шарттар һәм мөмкинлектәр булдырылманы» [9].
Журналдың офсет ысул менән баҫыуға күсерелеүе, беренсе категорияға индерелмәүе лә баш мөхәррирҙең журналды халыҡ-ара кимәлдә танылыу яуларға тейешле баҫма итеп күрергә тырышыуына аяҡ сала.
Ошондай ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Ғ.Б.Хөсәйенов журналдың йөкмәтке киңлеген һәм тәрәнлеген, идея-эстетик юғарылығын, зауыҡлы итеп биҙәлешен тәьмин итергә тырыша, редакция коллективына журнал энциклопедик йөкмәткеле булырға, ижтимағи һәм рухи үҫештең төрлө тармаҡтарын үҙ эсенә алырға, тормоштағы иң актуаль мәсьәләләргә иғтибар итергә тейеш тигән талап ҡуя. Шул маҡсат менән журналда «Рәсми бүлек», «Публицистика», «Мәғариф», «Әҙәбиәт», «Сәнғәт», «Әҙәби мираҫ», «Рухи мираҫ», «Халыҡ ижады», «Халыҡ педагогикаһы», «Халыҡ медицинаһы», «Тарих», «Фән», «Тел ғилеме», «Дин», «Ватандаштар», «Ил азаматтары», «Йолалар», «Иҫтәлектәр» тигән рубрикалар булдырыла.
Журнал аң-белемде киңәйтеү, мәғрифәтселек вазифалары менән бергә ижтимағи фекерҙе формалаштырыуға ла хеҙмәт итеүҙе күҙ уңында тота. «Башҡортостан Республикаһының тормошона, хәҙерге хәленә, уңыштарына, көнүҙәк мәсьәләләренә ҡараған мөһим материалдар бирергә тырышабыҙ. Башҡортостандың, иң беренсе сиратта, уның төп халҡы – башҡорттарҙың тарихына, рухи донъяһына бәйле мәҡәләләр, күҙәтеүҙәр, әһәмиәтле документтар урынлаштырыуға иғтибар итәбеҙ», – тип яҙа был осорҙа Ғайса Батыргәрәй улы [8].
Ғайса Хөсәйенов үҙе лә журналға актив яҙыша. Миҫалға шуны әйтеү ҙә етә: 1997 йылда журналдың 12 номеры донъя күрһә, шуның 9-да баш мөхәррирҙең мәҡәләһе бар. Был йылда ул баҫмала «Ил азаматтары» тигән рубрика булдырып, унда Кинйә абыҙ, Ҡаранай батыр, рәссам Дәүләткилдеев, Башҡорт хан, Утыҙ Имәни-Ғәбдрәхим Усман тураһында яҙмаларын баҫтыра. Сәнғәт, фән донъяһына арналған парсаларын тәҡдим итә. Әҙәбиәт ғилеме өлкәһендәге эҙләнеүҙәре, тикшеренеүҙәре менән таныштыра.
1998, 1999 йылдарҙа баш мөхәррир 8-әр һанда сығыш яһаған. Шул иҫәптән был осорҙа рус телендә уның «Ҡанлы илле биш» романы донъя күрә, «Халыҡ ижады» рубрикаһында «Башҡорт фольклорының боронғо жанрҙары», «Башҡорт ҡарыһүҙҙәре», «Башҡорттарҙа боронғо календарҙар», «Боронғо башҡорт-иран ҡарыһүҙҙәренә бер ҡараш» тигән фәнни мәҡәләләре баҫыла. Шулай уҡ «Тарих», «Дин» рубрикаларында ла сығыштары бар.
2000 йылда «Ватандаш»тың 2-се һанында «Матбуғат» тигән яңы рубрика индерелеп, унда баш мөхәррир Башҡортостан милли матбуғатына күҙәтеү яһай. Киләһе һандан «Башҡортостанда милли матбуғат альбомы» донъя күрә башлай. Был хеҙмәттәр Ғайса Хөсәйеновтың бер баҫма даирәһенән сығып, иғтибарын милли матбуғатыбыҙ тарихын өйрәнеүгә йүнәлтеүе тураһында һөйләй һәм ҙур баһаға лайыҡ.
«Ватандаш» журналы тәүге йылдарынан уҡ республиканан ситтә, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә лә тарала башлай. Баҫмала Силәбе, Ырымбур, Пермь, Ҡурған башҡорттарына арналған материалдар урынлаштырыу, ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ йәшәгән төбәктәргә командировкалар ойоштороу ҙа шуға булышлыҡ итә.
Филология фәндәре докторы Зиннур Ураҡсин Ғайса Хөсәйенов тураһында «Талантлы яҙыусы, көслө ғалим ғына түгел, зауыҡлы журналист итеп тә танытты ул үҙен», – тип яҙғайны. [7]. Ысынлап та, оло эшһөйәрлеге, төплө аҡылы, сәйәси һәм ғилми һиҙгерлеге менән академик Ғайса Батыргәрәй улы үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы уңышлы атҡарып сыҡты. «Ватандаш» журналы бай һәм киң йөкмәткеле, ижтимағи һәм рухи үҫештең төрлө тармаҡтарын үҙ эсенә алған, йәшәйештең көнүҙәк мәсьәләләренә арналған фекер алышыуҙарҙа төп талап итеп киң ҡараш менән тәрәнлекте ҡуйған ижтимағи-сәйәси, фәнни-популяр, әҙәби-нәфис журнал булып донъя күрә, аяҡҡа баҫа һәм нығына.
«Ватандаш»тың бөтә һандарын бергә туплаһаң, ғәжәп бай йөкмәткеле китапхана хасил була. Был һандар яңы быуындарҙы интеллектуаль һәм рухи тәрбиәләү өсөн үҙенсәлекле мәктәп ул», – тип юғары баһалай баҫманы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев һәм күләмле журналға ошондай дөрөҫ йүнәлеште уның тәүге мөхәррире, академик, яҙыусы, ғалим-филолог Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов биреүен һыҙыҡ өҫтөнә ала [3].
Ғайса Хөсәйенов «Ватандаш» журналының баш мөхәррире булып 2000 йылдың июненә тиклем эшләй. Ул киткәне бирле «Ватандаш» журналы ғына түгел, тотош матбуғат ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Бөгөн журнал ҡағыҙҙа баҫылыу менән бер рәттән электрон сифатта ла донъя күрә, уның сайты бар. Шулай уҡ уны социаль селтәрҙәрҙә табырға була. Әйткәндәй, ҡағыҙҙағы һәм электрон формалағы «Ватандаш»тар бер-береһен тулыһынса ҡабатламай, сайт һәм социаль селтәрҙәр өсөн хәбәрселәр тарафынан үҙаллы мәғлүмәттәр әҙерләнә. Оптималләштереү һылтауынан журналистар штатының өс тапҡырға ҡыҫҡартылыуын күҙ уңында тотҡанда, бөгөнгө коллективтың журналды сығарыу, таратыу һәм һаҡлап ҡалыу өсөн ниндәй ҙур хеҙмәт һалыуын аңларға була.
«Ватандаш» – үткәнгә, бөгөнгөгә генә түгел, иң мөһиме, киләсәккә лә төбәлгән баҫма. Заманаларҙы рухи тоташтырыу, мөһим сығанаҡҡа әүерелеү ҙә уның бер маҡсаты», – тип яҙғайны бер заман Ғайса Хөсәйенов.[8]. Заман технологияларына ярашлы, мәғлүмәтте еткереү юлдары-ысулдары үҙгәреп торһа ла, редакция коллективы тәүге баш мөхәррир нигеҙ һалған йолаларҙан тайпылмай, тупланған тәжрибәне һаҡларға һәм байытырға тырыша, халҡыбыҙҙың тарихын өйрәнеүгә, мәҙәниәтен үҫтереүгә һәм рухын нығытыуға хеҙмәт итә.
1. Ахмадиев Ф.В. Журнал «Ватандаш» – часть моей жизни // «Ватандаш». – 2016 – №2. – С.4-5
2. Ахмадиев Ф.В. Журнальная журналистика. – Уфа, 2009. – 152 с.
3. Бикбаев Р.Т. Тоғро юлдашыбыҙ «Ватандаш» // «Ватандаш». – 2016. – №2.
4. Закон РФ «О средствах массовой информации» // www.zakonrf.info.ru.
5. Зиннатуллин З.Ш. «Ватандаш»ҡа тәүге юл ярыусылар // «Ватандаш». – 2006. – №1.
6. Кулбахтин Н.М. Ученый-энциклопедист нашей эпохи // «Ватандаш». – 2021. – №3.
7. Мәһәҙиева Р.Р. «Ватандаш» журналының барлыҡҡа килеүе // «Ватандаш». – 2021. – №3.
8. Магадеева Р.Р. Журнал «Ватандаш» в условиях цифровизации: состояние и перспективы // «Ватандаш». – 2022. – №2.
9. Сөләймәнов Ә.М. Аҙымдары ышаныслы, алымдары ырамлы // «Ватандаш». – 2006. – №2.
10. Ураҡсин З.Н. Үтемле лә, уҡымлы ла // «Ватандаш». – 2006. – №1. – 22-се б.
11. Хөсәйенов Ғ.Б. Баш мөхәррир һүҙе // «Ватандаш». – 1998. – №1.
12. Хөсәйенов Ғ.Б. Яңы дәүергә аяҡ баҫабыҙ // «Ватандаш». – 2000. – №1.
13. Хөсәйенов Ғ.Б. Быуаттар һулышын тойоп // «Ватандаш». – 2006. – №1.
14. Хөсәйенов Ғ.Б. Заманыбыҙ ауазы // «Ватандаш». – 2016. – №2.