Все новости
НАУКА И УЧЕНЫЕ
12 Апреля 2021, 12:00

Тынғыһыҙ шәхес

Филология фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Фаил Солтан улы Тикеев – фән, педагогика, журналистика, нәшриәт өлкәләрендәге әүҙем эшмәкәрлеге менән танылыу алған шәхестәрҙең береһе.

Уҡытыусылар ғаиләһенән

Фаил Тикеев 1950 йылдың 19 авгусында Иглин районының боронғо башҡорт ауылы Ҡобауҙа уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Атаһы Әхмәтсолтан Вәлиәхмәт улы педагогия техникумында белем алғандан һуң математиканан уҡыта. 1941 йылда фронтҡа китә. 1946 йылда ғына тамамлана уның өсөн һуғыш. Артабан, халыҡ хужалығында ирҙәр етешмәү арҡаһында, уҡытыусылыҡ эшенә әйләнеп ҡайтмай. Әсәһе Саимә Ғабдулла ҡыҙы 36 йыл район мәктәптәрендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән, быйыл хөрмәтле мәғариф ветеранына 100 йәш тулды.

Ете бала үҫкән ошо ғаиләнән дүрт күренекле педагог сыҡҡан: Данис Солтан улы – профессор, филология фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы юғары һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре; Фаил Солтан улы – Башҡортостандың мәғариф отличнигы; Гөлфая Солтан ҡыҙы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Гүзәл Солтан ҡыҙы – Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы һәм Рәсәй мәғариф өлкәһендә грантҡа эйә булыусы.

Фаил Тикеев урта мәктәпте тыуған ауылында 1967 йылда тамамлай. Уҡыуға әүәҫ, тырыш һәм һәләтле була ул. Тарихи ваҡиғалар һәм тел-әҙәбиәт мәсьәләләре бала сағынан күңелен биләй.

Мәктәп йылдарында уҡ ҡәләм тибрәтә башлаған егет Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында уҡығанда ла был мауығыуын ташламай. Стәрлетамаҡ ҡала һәм Ишембай район-ҡала гәзиттәре менән хеҙмәттәшлек итә, мәҡәләләрен баҫтыра. Студент сағында ике йыллыҡ журналистика курстарын тамамлай. Институтта уҡыуын тамамлағас, Федоровка районы гәзитенә эшкә ебәрәлә.

Тик яҙмыш уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән Фаилға икенсе юл билдәләй: уны Денис ауылының яңы асылған урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Аҙаҡ, 70–80-се йылдарҙа, Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ урта мәктәбендә ете йыл директор булып эшләй. Унан һуң Таутөмән тимер юл мәктәбендә – завуч, Иглиндың 95-се урта һөнәри-техник училищеһында уҡытыусы була.

Һуңғараҡ, 90-сы йылдарҙа, журналислыҡ һәләте уны Башҡортостан телевидение һәм радиотапшырыуҙар комитетына, республиканың «Башҡортостан» гәзитенә алып килә; тәүгеһендә – директор урынбаҫары, икенсеһендә хәбәрсе булып эшләй.

Журналист илебеҙ тарҡалған осорҙа тыуған барлыҡ кире күренештәрҙе, ваҡиғаларҙы сағылдырған һәм шул дәүерҙең киҫкен мәсьәләләрен яҡтыртҡан мәҡәләләр менән сығыш яһай. Был сығыштарҙың исемдәре генә лә ошо хаҡта һөйләй: «Илен һаҡлаған – ирәйеп йәшәгән», «Илде армияһыҙ ҡалдырып булмай», «Газеталар иҫән ҡалырмы?», «Һүҙ күп, аныҡ эш кәрәк», «Хаталарҙан арынайыҡ», «Суд ҡарары кем файҙаһына?», «Таймыйҙар ниңә аптырай?», «Асҡында ла юлдар булыр», «Ялған тантана итмәһен», «Быға кем яуап бирер», «Яуапҡа тарттырыуығыҙҙы һорайым» һәм башҡалар.

Шуны өҫтәп әйтеү зарур: Фаил Солтан улының гәзиттәрҙең яҙмышы тураһында яҙған мәҡәләләре бөтә республика кимәлендә тикшерелде, бик күп хуплау мәҡәләләре баҫылды, һөҙөмтәлә нәшриәт һәм матбуғат эштәренә яуаплы республика органдары етәкселәре яуап яҙырға мәжбүр булды һәм... район һәм ҡала гәзиттәренең береһе лә ябылманы.

...Фаил Солтан улы урта мәктәпте тамамлаған йылда университеттың тарих факультетына уҡырға инергә һынауҙар тотҡан. Тик был факультетҡа ифрат та ҙур конкурс булған: бер урынға 18 дәғүәсе! Шуға күрә ул киләһе 1968 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетына уҡырға инеп китә.

Телсе, тарихсы, нәшриәтсе

Геройыбыҙҙың тарихсы булыу теләге телсе һөнәренә юлығып, киләсәктә булмышына хас булған ифрат емешле бер бәйләнешкә әйләнә: хәҙер уны бер үк кимәлдә тарихсы ла, телсе лә тип әйтергә була.
Институтта телсе профессияһына эйә булған белгес 2004 йылда Мәскәү дәүләт педагогия университетында ситтән тороп бер йыллыҡ аспирантура тамамлай. Ошонда тарих фәндәре докторы И.В.Белоусов етәкселегендә «1925 йылғы РСФСР Конституцияһын тикшереү һәм ҡабул итеүҙең тарихи тәжрибәһе» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Быға тиклем бер кем тарафынан да тикшерелмәгән мәсьәләгә тотона ул. Фаил Солтан улы теманы ышаныслы дәлилләй, ә диссертация советының 18 ағзаһы ла аспиранттың фекерҙәре менән килешә.

Тарих менән мауығыу һәм төрлө өлкәләрҙәге эҙләнеүҙәр ғалимды филология тарихы өлкәһендә тикшереүҙәр башлауға этәрә. Шулай итеп, уның йөҙөндә тарихсы-телсе хасил була. Был өлкәлә Фаил Солтан улы ифрат әһәмиәтле тикшереүҙәр башҡарҙы, төркиәт фәнендә тәүгеләрҙән булып ХХ быуаттың беренсе яртыһында башҡорт тел ғилеме үҫешенә анализ яһаны, монографиялар һәм материалдар баҫтырып сығарҙы, тиҫтәнән ашыу ғалимдың биобиблиографияһын төҙөнө.

Данис Тикеев исемендәге Иглин мәктәбендә

Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы М.З.Зәкиев Фаил Тикеевтың хеҙмәттәрен юғары баһалап, былай тине: «Данис Солтан улы Тикеевтың башҡорт теле синтаксисы мәсьәләләре буйынса фәнни ҡаҙаныштарын пропагандалауҙа бер туған ҡустыһы Фаил Солтан улының тотҡан урынын айырым билдәләргә кәрәк. Ул, авторҙаш булараҡ, 2008 йылда «Ғилем» нәшриәтендә «Башҡорт теле. Синтаксис» исемле китап нәшер итте. Монографияла Ф.С.Тикеев тарафынан эшкәртелгән, редакторланған башҡорт синтаксисының яңы бүлектәре, Д.С.Тикеев тикшеренеүҙәренең беренсе варианттары бирелә».

Тарихсы булараҡ, Фаил Солтан улы тыуған төбәге – Иглин һәм күрше Нуриман райондары тураһында ҙур күләмле китаптар нәшер иткән. Был баҫмаларҙа ошо ерҙәрҙең тарихи үткәне һәм бөгөнгөһө сағылған, халыҡ мәғарифы һәм һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының эше кәүҙәләндерелеп, арҙаҡлы шәхестәре тураһында мәғлүмәттәр бирелгән. Бай иллюстрациялы был баҫмаларҙы әле лә райондарҙың ҡыҫҡаса энциклопедияһы сифатында файҙаланалар.
Оло Ҡарамалы ауылының 30-сы йылдарҙа репрессияланған хәлле крәҫтиәне Уйылдан Хәлитов ғаиләһенең әсе яҙмышы тураһында Фаил Солтан улы «Һөргөн урыны, әллә икенсе тыуған төбәгеме» исемле очерк яҙҙы. Олатайҙарының береһе – тәүге совет мәктәптәрен ойоштороусы Кашфулла Фәхрислам улы Тикеев һәм уның вариҫтары тураһында Нуриман районы гәзитендә «Үткәндәргә ҡағылышлы» тигән һүрәтләмәһе баҫылды. Ырыуы Ҡобау тураһында донъя күргән баҫмала ла тарихсы авторҙаш булып ҡатнашты.

Ф.С.Тикеевтың тағы ла бер яратҡан шөғөлө – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташ яугирҙарҙың исемдәрен һәм хәрби юлдарын барлау. Ошо темаға бағышланған тиҫтәләгән һүрәтләмәләре һәм яҙмалары бар. «Бөйөк Ватан һуғышы. Иглин районы батырҙары» исемле өс томлыҡ фундаменталь хеҙмәт яҙа ул. I томы 2018 йылда нәшер ителде, II томы – типографияла, ә III томы – авторҙың эш өҫтәлендә.
Фаил Тикеевтың библиографияһында төрлө жанрҙағы һәм тематикалағы утыҙлап баҫма бар.
Диссертация яҡлағанға тиклем, 1995–1999 йылдарҙа, Фаил Солтан улы Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә директор урынбаҫары булып эшләгән. Уның башланғысы менән нәшриәттең тәүге фирма магазиндары асылғанын яҡшы хәтерләйем.

«Китап»та ул нәшриәтсе һөнәренә мөкиббән бирелә һәм хаҡлы ялға сыҡҡас та эшләүен дауам итә: 1999 йылдан алып ике йыл Башҡортостан Фәндәр академияһы «Ғилем» нәшриәтенең директор урынбаҫары, 2001 йылдан директоры була. Ошо дәүерҙә ул яңы ғына ойошторолған нәшриәтте бөтә илгә билдәле дәрәжәгә күтәрә: үҙ полиграфия бүлеге ойошторола, 25 кешенән генә торған коллективы һәр йыл һайын йөҙҙән ашыу фәнни баҫма нәшер итә, дүрт фәнни журнал сығара. Рәсәй Фәндәр академияһының «Наука» нәшриәте менән берлектә республикала беренсе тапҡыр ҡырҡлап монография баҫыла унда. Ҡаты тышлы китаптар сығарыуҙы ла үҙләштереп, яйға һалалар.
Тарих фәндәре кандидаты В.В.Сидоров Фаил Солтан улының «Ғилем»дәге эшмәкәрлеге тураһында былай тип яҙҙы: «Минеңсә, ул килеү менән академик китап нәшер итеү эше тергеҙелә башланы. Күпкә ҙурайтылған коллективта эшлекле мөхит хөкөм һөрҙө, ветерандар һәм йәш хеҙмәткәрҙәр араһында дуҫтарса бәйләнеш булдырылды».

2013 йылда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «Энциклопедия» нәшриәтенә ҡушылып, «Ғилем» үҙ булмышын юғалтҡас, Фаил Солтан улы берләштерелгән нәшриәткә директор урынбаҫары булып барыуҙан баш тарта. 2013–2016 йылдарҙа республиканың Гуманитар тикшеренеүҙәр институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһын үтәй. Был фәнни ойошма ла 2016 йылда оптимизациялаштырылғас, хаҡлы ялға китә. Ялда булыуына ҡарамаҫтан, эҙләнеүҙәрен һәм тикшеренеүҙәрен ташламай, яңы асыштар яһай, матбуғат менән бәйләнешен өҙмәй.

2008–2011 йылдарҙа Ф.С.Тикеев Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның мәғлүмәт-полиграфия системалары һәм технологиялары кафедраһында – доцент, 2007–2013 йылдарҙа Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының Өфө филиалында китап нәшер итеү кафедраһы доценты һәм профессоры булып та эшләй.

Илһөйәрлек – уның булмышы

Тормошта күп кешеләр менән танышып аралашырға, бергә эшләргә тура килде. Араларында төрлөләре булды, тик беҙҙең герой кеүек үҙ тыуған яғына мөкиббән киткән, уны ихлас яратҡан, ҡулдан килгәнсә яҡташтарына ярҙам итергә ынтылған кешеләр һирәк.
Үткән йыл райондың «Иглинские вести» гәзитендә Фаил Солтан улының Ҡобау ауылына нигеҙ һалыныуға 370 йыл икәнлеген, ә район үҙәге Иглин ҡасабаһына (автор раҫлауынса һәм архив документтары буйынса, Ҡобау башҡорттарының Мәләгәҫ ауылына) 356 йыл тулыуын раҫлаған, тарихи сығанаҡтарға таянып яҙылған мәҡәләләре баҫылды.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, район етәкселәре һәм ҡайһы бер тыуған яҡты өйрәнеүселәр район үҙәгенең тарихын Мәләгәҫ ауылын тирә-яҡ ерҙәре менән 1786 йылда Өфө гарнизонында хеҙмәт иткән секунд-майор С.В.Иглин һатып алған йылдан ғына иҫәпләйҙәр һәм уның ошоғаса булған тарихын инҡар итәләр, – ти Фаил Солтан улы.

Журналист булараҡ, тыуған ауылы Ҡобау тураһында бихисап материалдар әҙерләне: «Нәҫелем бишеге – Ҡобау» (очерк), «Ҡобау ауылына нисә йәш?», «Ҡобауҙар» һ.б. «Яҡташтарым-дуҫтарым» циклында билдәле райондаштары И.Әхтәмйәнов, Хеҙмәт Геройы М.И.Гилева (Хәлизова), БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Ә.Х.Дилмөхәмәтова, Башҡортостандың халыҡ артисы Ш.И.Дилмөхәмәтова, шағир Г.А.Зайцев, профессор, юридик фәндәр докторы Р.Н.Зинуров, шағирә Х.С.Мөҙәрисова, бокс буйынса Европа чемпионы В.П.Николаюк, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты З.Й.Рәхмәтуллина, профессор, химия фәндәре докторы Н.И.Симонова, журналист А.Б.Стасюконис, химия фәндәре докторы В.В.Шерешовец һәм башҡалар тураһында очерктар, һүрәтләмәләр, мәҡәләләр яҙҙы. Ағалары Мәғәфүр Хисмәтуллин менән Данис Тикеев тураһында сығыштар яһаны. Уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү, музейҙарын асыу буйынса ифрат күп эштәр башҡарҙы.
Әйткәндәй, Мәғәфүр ағай тураһында сыҡҡан ике китапта ла Ф.С.Тикеевтың хеҙмәте ҙур. Ошо оло шәхес тураһында ул «Мәғәфүр Хисмәтуллин шәжәрәһе», «Мәғәфүр ағай хәтирәләренән», «Мәғәфүр Хисмәтуллин нәҫеленең аҫыл заттары» исемле материалдар ҙа ижад итте.

Донъя менән иртә хушлашҡан бер туған ағаһы, профессор Данис Солтан улы Тикеевтың хеҙмәттәрен баҫтырыуҙа, исемен мәңгеләштереүҙә (Иглин ҡасабаһының 4-се урта мәктәбенә исемен биреүҙә), ғалимдың ошо мәктәптә музейын асыуҙа, Данис Тикеев уҡыуҙары ойоштороуҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Фаил Тикеевтың тыуған яғын тасуирлаған эштәрен һәм хеҙмәттәрен барлағанда шуларҙы ла өҫтәйек: үткән йыл ул 1919 йылда ауылдарында беренсе совет мәктәбе асылыуын архив документтары менән раҫланы; тәүге сығарылыш исемлеген төҙөнө; дүрт педагог династияһын барланы; тыуған яғының билдәле шәхестәре һәм Иҫке Ҡобау, Яңы Ҡобау һәм Сабит ауылдарынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 436 кешенән торған яугирҙар исемлеген булдырҙы; ҡатын-ҡыҙ яҡташтары – һуғыш ветерандары В.В.Нәбиуллина һәм Р.Н.Сакаева тураһында мәғлүмәттәр баҫтырҙы; Дан ордены менән бүләкләнгән алты яҡташы – Р.Х.Садиҡов, С.М.Ғәлимов, К.Ғ.Зөбәйев, Р.С.Минһажев, Ғ.М.Нафиҡов һәм Х.Я.Яҡупов тураһында мәғлүмәттәрен еткерҙе.

Кремлдә «РФ атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исемен тапшырыу тантанаһында

Иглин районы һәм Ҡобау ауылы тарихы һәм бөгөнгөһө, яугир яҡташтары, райондың колхоз-совхоздары һәм предприятиелары тураһында 11 китап яҙған кеше ул!
Яңы быуат башында район тарихында тәүге тапҡыр «Дәүер» исемле башҡортса гәзит ойоштороуҙа Фаил Солтан улының хеҙмәте ҙур. Иглинда уҙғарылған барлыҡ сараларҙа ул әүҙем ҡатнаша, ойоштороуға үҙ өлөшөн индерә. Район исемен яҡлап республика шәжәрә байрам-конкурстарында ҡатнашып, I дәрәжә дипломдарға лайыҡ була.

Нәҫеле шәжәрәһен тергеҙеү эше менән Фаил Солтан улы биш тиҫтә йыл шөғөлләнә. Үткән йыл донъя күргән «Шежере рода Тикей» исемле китабы – ошо эҙләнеүҙәренең һөҙөмтәһе. Иллюстрацияланған һәм матур итеп биҙәлгән хеҙмәттә нәҫеленең 16 быуын вәкиле, күренекле заттары тураһында мәғлүмәт урын алған. Әйткәндәй, шәжәрәне сығарыуға тормош иптәше Рәсимә Ниғмәт ҡыҙы менән улы Алмаз күп көс һалған.

Ф.С.Тикеев «Бөйөк Ватан һуғышы. Иглин районы геройҙары» исемле китабы өҫтөндә эшләгәндә байтаҡ яңы факттарға һәм исемдәргә тап була. Быға тиклем яҡташтарына билдәле булмаған Советтар Союзы Геройы, һуғышҡа тиклем Иглин районына ҡараған Жилин ауылында тыуған летчик-штурмовик Василий Андреевич Томаров хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе яҡташтарына еткерә.

Иглин районынан һуғышҡа 15508 кеше саҡырылған, шуларҙың 7516-һы яу яланында ятып ҡалған, һуғышта ҡатнашҡандар араһында 58 ҡатын-ҡыҙ – Фаил Солтан улы ентекләп тикшерә башлағанға ҡәҙәр рәсми һандар ошо ине. Уның эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә райондан сыҡҡан яугир ҡатын-ҡыҙҙар һаны 107-гә еткән, шулай уҡ 119 Дан ордены кавалерын, һуғышҡа башҡа райондарҙан, республикаларҙан һәм өлкәләрҙән алынған 300-ләп яҡташын асыҡлаған.

Фаил Тикеев Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына район гәзитенең бер нисә һанында «Барыһын да исемләп иҫкә алайыҡ...» тигән мәҡәләләр циклында яугир яҡташтары тураһында мауыҡтырғыс итеп сығыш яһаны. «Герой исемендәге урам» исемле һүрәтләмәһендә Оло Ҡарамалы ауылының бер урамын һуғыш ветераны, өс орден кавалеры, 1-се төркөм һуғыш инвалиды, йәтим ҡалған өс ейән-ейәнсәрен Үзбәкстандан алып ҡайтып, тәрбиәләп үҫтергән Ғәбидулла Хәлитов исемен биреү тәҡдиме менән дә сығыш яһаны.

Фаил Солтан улының фиҙакәр хеҙмәте тейешле баһаһын алған. «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» (был награданы Кремлдә Рәсәй Президенты В.В.Путин уға үҙе тапшырған), «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре», «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» тигән юғары исемдәр бирелгән, иҫтәлекле миҙалдар, маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.
Ифрат тулы һулышлы һәм ваҡиғаларға бай 70 йәшлек ғүмер! «Один в поле не воин» тигән әйтемдең киреһен иҫбатлаусылар бар, шуларҙың береһе Фаил Тикеев була инде. Уның тынғыһыҙ эҙләнеүҙәренә һоҡланырға, киләсәктә лә ошо йүнәлештә эштәрен дауам итеүен теләргә ҡала.

Әсәй янында

Һүҙ аҙағында геройыбыҙҙың ғаиләһе тураһында әйтмәү ярамаҫ. Уның ике улы – Азамат һәм Алмаз, Дилара исемле ҡыҙы бар. Өсөһө лә төрлө өлкәләрҙә юғары белемле белгестәр: улдары – Өфөлә, ҡыҙы ғаиләһе менән Төркиәлә йәшәй. Бер ейәнсәр һәм ике ейән олатаһы ул.

Нәҫеленең шәжәрәһен дауам итеүҙе атаһынан алған Фаил Солтан улы кеүек, уның был эшен улы Алмаз дауам итмәксе. Тимәк, быуындар ебе өҙөлмәй, бер-береһенә бәйләнеп үҫәсәк.

Әҙәбиәт

1. Закиев М.З. Данис Тикеев – новатор в изучении синтаксического строя башкирского языка // Профессор Д.С.Тикеев и проблемы башкирского языкознания: сб. научных трудов / Отв. ред. З.И.Саляхова; зам. отв. ред. Г.А.Басырова. – Стерлитамак: Стерлитамакский филиал БашГУ, 2015.
2. История башкирских родов. Кобау. Том 8. – Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. – 192 с.
3. Край родной, Иглинский (Авт.-сост. Тикеев Ф.С., Хусаинова Г.Т. и др.). – Уфа: Гилем, Информреклама, 2002.
4. Край родной, Иглинский (Авт.-сост. Тикеев Ф.С. Старухина В.Г. Хусаинова Г.Т.) – Уфа: Гилем, 2009. – 320 с.
5. Родной край Нуримановский (Авт.-сост. Г.Т.Хусаинова, Ф.К.Загирова, Ф.С.Тикеев). – Уфа: Гилем, 2010. – 260 с.
6. Сидоров В.В. В двух веках и тысячелетиях. – Уфа: Гилем, 2012. – С.150.
7. Тикеев Ф.С. Вторая Конституция РСФСР. Опыт разработки и принятия. – Уфа: Гилем, 2005. – 127 с.
8. Тикеев Ф.С. Башкирское языкознание: становление и история развития (1900–1950 гг.). – Уфа: Гилем, 2013.
9. Тикеев Ф.С. Дж.Г.Киекбаев и проблемы башкирского языкознания. – Уфа: Мир печати, 2015. – 97 с.
10. Тикеев Ф.С. Академическое книгоиздание в Башкортостане. –Уфа: Гилем, 2008. – 249 с.
11. Тикеев Д.С., Тикеев Ф.С. Хәҙерге башҡорт теле. Синтаксис. – Өфө: Fилем, 2008. – 376 б.
12. Школьное образование в Иглинском районе РБ (Авт.-сост. Ф.Загирова, Ф.Тикеев). – Уфа: Гилем, 2006. – 207 с.

Читайте нас: