Все новости
НАУКА И УЧЕНЫЕ
5 Апреля 2021, 11:00

Атай васыятын тотоп…

Филология фәндәре докторы Нәркәс Әхмәт ҡыҙы Хөббитдинова әҙәбиәт ғилеме, фольклористика өлкәһендә ең һыҙғанып эшләүсе ғалимәләребеҙҙең береһе, күп ғилми хеҙмәттәр, монографиялар, фәнни, фәнни-популяр мәҡәләләр авторы. Ул Башҡорт дәүләт университетын, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының аспирантураһын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын ошо институт менән бәйләй, кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертацияларын яҡлай. Хәҙер Нәркәс Әхмәт ҡыҙы – институттың әҙәбиәт ғилеме бүлегендә баш ғилми хеҙмәткәр. Ҡаҙаныштары өсөн М.Аҡмулла исемендәге премияға, «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» исеменә лайыҡ булған.

– Нәркәс Әхмәт ҡыҙы, Һеҙ 1990-сы йылдарҙа юғары уҡыу йортон тамамлап, еңел булмаған осорҙа фәнгә килгән ғалимдар быуынынан...

– Эйе, ул ваҡытта Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына беҙ, бер быуын йәш ғалимдар, байтаҡ килгәйнек. Һәр өлкәлә – тарих, тел ғилеме, фольклор, әҙәбиәт буйынса белгестәр әҙерләнде. Дәррәү генә фән кандидаттары дәрәжәһенә лә еттек. Институт тормошонда ҡайнап, әүҙем эшләгән саҡтар: төрлө фәнни саралар үткәреүҙәр, башҡа өлкәләргә, ҡалаларға барып конференция, симпозиумдарҙа ҡатнашыуҙар, һуңынан гранттар өҫтөндә эшләүҙәр һәм башҡалар. Институт директоры, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова бер заман, күрәһең, эшебеҙҙе баһалап, докторлыҡ диссертацияһына ултырырға саҡыра башланы. Һәр йыйылышта тиерлек беҙҙе, йәштәрҙе, утҡа тотор ине ошо мәсьәлә буйынса.

Ғөмүмән, Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының ҡулы аҫтында эшләгән осорҙа күп нәмәгә өйрәндек – эште ойошторорға, кешеләр менән аралашырға. Институттың бәҫен күтәреп, тырышып эшләргә ынтылыш бирҙе ул. Бының өсөн етәксебеҙгә рәхмәтлемен! Ул йыш ҡына: «Беҙҙең институт ­донъяла башҡорт халҡының тарихын, телен, ижадын, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен академик кимәлдә фәнни тикшереп өйрәнгән берҙән-бер институт», – тип иҫебеҙгә төшөрөп торҙо. Шулай итеп эшебеҙҙең мәртәбәһен арттырып ебәрә ине.

Ысынлап та, тарихыбыҙҙың аҫыл биттәрен асып, ижади байлығыбыҙҙы өйрәнеп, ошо фән йортонда хеҙмәт итеү – оло мәртәбә. Халыҡҡа хеҙмәт иткән институт бит ул. Унда төрлө йылдарҙа Ким Әхмәтйәнов, Таһир Байышев, Нур Зарипов, Зиннур Ураҡсин, Наил Бикбулатов, Нәжибә Мәҡсүтова, Ғайса Хөсәйенов, Вафа Әхмәҙиев, Ғиниәтулла Ҡунафин, Мирас Иҙелбаев, Әхмәт Сөләймәнов һәм башҡа күренекле ғалимдар эшләгән, том-том хеҙмәттәрен халҡына һәйкәл итеп ҡалдырған. Шуның менән ғорурланып, тағы ла яҡшыраҡ һәм төплөрәк итеп эшләргә кәрәк, әлбиттә.

– Тыуып үҫкән ер шәхестең булмышын, тормошҡа ҡарашын билдәләй. Һеҙ ҡайҙа тыуғанһығыҙ?

– Мин донъяның иң гүзәл, мөһабәт, тау-таштары күккә олғашҡан, ҡайыштай ялтырап, борғаланып аҡҡан саф һыулы Иҙеле булған, хозур тәбиғәтле Бөрйән ра­йоны Нәби ауылында, әсәйемде бер аҙна бу­йына ыҙалатып, ҡыштың һуңғы айы бөтәйем генә тигән бер көндө, 27 февралдә тыуғанмын.

Сөләймәновтар Нәби ауылында. 1973 й.

Ғаиләлә өсөнсө бала булдым – Ләйсән апа­йым менән Жәлил ағайым бар. Атайым Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов менән әсәйем Флүрә Ғөбәйҙулла ҡыҙы ул ваҡытта Нәби урта мәктәбендә уҡытҡан. Атайым 1973 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң билдәле ғалим һәм уҡытыусы Кирәй Мәргән тарафынан Башҡорт дәүләт университетына башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһына эшкә саҡырылғас, беҙҙең ғаилә йәшәргә Өфөгә күсте. Әсәйем иһә тәүге ҡала башҡорт мәктәбе булған 20-се урта мәктәптә (бөгөн Ф.Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы) башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй башланы. Унда ул ғүмеренең ахырынаса эшләне.

– Бала саҡтың ниндәй хәтирәләре айырыуса хәтерегеҙгә уйылған?

– Бала сағымдың йәй миҙгелдәре ауылда үтте. Йәй еттеме, беҙҙе, балаларҙы, йә Бөрйәнгә, йә әсәйемдең тыуған яғы Хәйбуллаға оҙатырҙар ине. Йәйҙең хозур, йәмле мәлдәрен Ағиҙел йә Һаҡмар буйҙарында үткәреп, ҡояшта ҡап-ҡара булып янып ҡайта инек.

Бәләкәйҙән ат яраттым, ат йәнле булдым. Хәйбуллала Зәғүрә өләсәй менән Нуриәхмәт ҡартайҙың бурыл бейәһе булды. Шуны йүгәнләп алып йөрөргә өйрәндем. Ҡартай өйҙә булмағанда, ат кәрәк булһа, мин йүгәнде яурыныма элеп алам да Аҡнаҙар ауылы янындағы Бирмәҫ шишмәһе буйына уны эҙләп сығып китә торғайным. Нисек йүгәнләргә, тышауын сисергә – бер кем дә өйрәтмәне. Ҡартай менән гел бергә йөрөп, уның хәрәкәттәрен күҙәтеп тороп өйрәнгәнмендер инде. Ә инде йүгән һалыр алдынан атты алдан уҡ кеҫәмә уның өсөн тип һалып ҡуйған кәнфит йә шаҡмаҡ шәкәр менән һыйлайым. Шулай итә торғас, ул шул тиклем һыйға өйрәнде, мине алыҫтан күреп ҡалһа, башын сайҡап ҡаршы алыр ине лә, эргәһенә килеп яңағынан һөйгәс, бышҡырып, бәрхәт йомшаҡ мороно менән кеҫәмә төртөр ине, йәнәһе, нимә алып килдең бөгөн. Ҡартай ныҡ асыуы килмәй генә шелтәләр ине, яман өйрәтәһең, һин ҡайтып киткәс, ыҙалата бит инде, тип...
Ҡартайым Юламанов Нуриәхмәт бала күңелле, һәйбәт кеше булды. Бер күҙе зәғиф ине. Һуғышта ҡазаланып ҡайтҡан, тип һөйләгәйне әсәйем. Мулла ине. Совет заманы булыуға ҡарамаҫтан, биш намаҙын уҡыр, аят-фәләндәр үткәрерҙәр ине. Йоланы барыбер йола иттеләр. Атҡа һөйөүҙе лә ул тыуҙырҙы. Өләсәйем абыстай булды, яулығын яҙып ябынып, үҙе бесеп теккән балитәкле күлдәге менән тәңкәле камзулын кейер ине. Ауылдың башҡа оло ҡатындары, инәйҙәре кеүек үк. Беҙҙе, төрөнөп, ябынып йөрөгөҙ, тип киҫәтмәнеләр, тик үҫкәс, ололар алдында яланаяҡ йөрөмә, тип кенә әйтер ине әсәйем. Хәҙер баштан-аяҡ ғәрәптәрҙең хиджабын ябынған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ҡарайым да, үҙебеҙсә лә кейенеп була бит, тим. Диндар булыуыңды кейем менән түгел, күңелең менән иҫбатлау зарурҙыр, һәм сит-яттар, кемдер өсөн түгел, ә үҙең өсөн.

Шуныһы ғәжәп хәл – Диләрә ҡыҙым да атта йөрөргә маһир булды бала сағында. Бер ҙә ҡурҡмаҫ ине. Ауылға, Әбйәлилгә ҡайтһаҡ, ат таптырып аптыратты. Хәйбулла яғына барһаҡ, уға иң йыуаш ат табып бирһәләр, йөрөштөрөп килер булды. Аттар тураһында күп уҡыны, уларҙың холҡон, тәбиғәтен өйрәнде. Шулай итеп, атҡа һөйөү ҡан менән бирелгәндер инде.

– Һеҙ атайығыҙҙың – күренекле ғалим, йәмәғәтсе Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың эшен лайыҡлы дауам итәһегеҙ. Фән юлынан китергә ҡасан, нисек ҡарар иттегеҙ?

– Тәбиғәткә, йән­лектәргә бала саҡтан килгән һөйөү, тирә-йүнгә һоҡланып ҡарау, хисләнеүҙәр шулай ижадҡа ла юл асып, сығанаҡ булдымы икән, тип уйлайым. Шиғыр ижад итмәһәм дә, мәктәптә уҡығанда иншаны рәхәтләнеп яҙа торғайным. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусыбыҙ, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡы­тыусыһы Мәликә Ғибәт ҡыҙы Йосопова минең иншаны класта ҡысҡырып уҡып ишеттерер ине лә, «Нәркәс, һин яҙыусы булырһың ул», – ти торғайны. Яҙыусы булмаһам да, атайым юлынан китеп, фән юлын һайланым. Фән дә бит теоретик белем менән бергә ижади ҡараш, һәләт талап итә.

Фән юлына нисек килдем тигәндә, шуны әйтергә кәрәк. Һәр бала ғаиләлә өлкәндәр, ата-әсә өлгөһөндә тәрбиәләнә бит инде. Беҙ китап, белем, фән донъяһында үҫтек. Теләйһеңме-теләмәйһеңме, атайыңдың да, әсәйеңдең дә эшмәкәрлеген күреп, кәштәлә теҙелеп торған китаптарҙы аҡтарып, тәүҙә һүрәттәрен ҡарап, шунан, хәреф таный башлағас, төрлө әҫәрҙәр, айырыуса әкиәттәр уҡып үҫтек. Улай ғына ла түгел, ҡул араһына инә башлағас, атайыма ярҙам итә башланыҡ: «Башҡорт халыҡ ижады» томын әҙерләгән осоронда сиратлап әкиәттәрҙе, көләмәстәрҙе машинкала баҫтыҡ, башланғыс класс дәреслектәре өсөн халыҡ әкиәттәрен, төрлө яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен руссаға тәржемә иттек. Шулай уҡ атай менән әсәй берәй китапты конспектларға ҡушыр ине. Күбеһенсә апайыма эләкте был эш, сөнки уның яҙыуы матур һәм тигеҙ булды. Шулай фәнгә иғтибарыбыҙҙы йүнәлтеңкерәп ҡуйҙылар, буғай.

Атаһы һәм Ләйсән апаһы менән ағаһы Жәлил Сөләймәновтың оҫтаханаһында. 2014 й.

Өсәү булғас, шаярып та киткеләгәнбеҙҙер инде. Ундай ваҡыттарҙа атайым тәҙрә алдына ултыртыр ине лә, офоҡҡа, ҡояштың байыуына ҡаратып йәки берәй тема биреп, инша яҙҙырыр ине, йә булмаһа, альбом ҡағыҙҙары биреп, акварель буяуҙар менән берәй пейзаж төшөрөргә ҡушыр ине. Бер-беребеҙҙең эшенә ҡарай-ҡарай, тырыша-тырыша эшләр инек. Шулай ижадҡа ынтылыш, теләк тыуҙырҙы инде атай.

Мәктәптә уҡығанда, һигеҙенсе кластан һуң медицина училищеһына уҡырға инермен, тип хыялланғайным. Әсәй ҡаты сирҙән – диабеттан интегә ине. Үҙемсә, уны ҡарармын, тип уйланым. Химия, физиканан ныҡлабыраҡ шөғөлләнә башланым. Бына имтихандарҙы бирҙек, документтарҙы алыу мәсьәләһе килеп тыуғас, әсәйем миңә, ярай, ҡыҙым, унды тамамлағас институтҡа инерһең, училищеға барғансы, тип, мине туҡтатты. Ярай, бына унынсыны ла тамамланым, йәнә шул мәсьәлә килеп тыуҙы: медицина институтына докуметтарҙы тапшырырға кәрәк бит инде. Шул мәлдә әсәйем мине атайымдың кабинетына индерҙе лә, китап кәштәләренә күрһәтеп: «Бына, балам, ни тиклем хазина тупланған ошонда. Унда нимә генә юҡ. Атайың ғүмер буйына халыҡ ижады, әҙәбиәт, мәҙәниәт тип эшләне, уның эше кем ҡулына күсер икән? Апайың философия фәнен һайланы (аспирантураға ингәйне), ағайың һынлы сәнғәтте үҙ итте (билдәле рәссам Әхмәт Лотфуллиндың ҡулы аҫтында уҡый ине). Ә фольклор менән әҙәбиәт кемгә ҡалыр?» – тип һораны. Мин өнһөҙ ҡалдым. Илағым килде. Нисек инде улай, мин бит, әсәй, һине ҡайғыртам, һинең өсөн генә медицинаға барам тигәйнем... Ул, мин әле яҡшымын, яратҡан эшем бар, эшләйһе лә эшләйһе, былай ҙа ҡарап тораһығыҙ, һин атайың юлынан барырға тейеш, тип тамамланы. Документтарҙы Башҡорт дәүләт университетына – ҡасандыр атай менән әсәй тамамлаған вузға, филология факультетына илтеп тапшырҙым.

Бына шулай, әсәйем атайымдың киләсәге, уның рухи хазинаһын һаҡлау хаҡында уйлаған. Шул һөйләшкәндән һуң туғыҙ йыл тигәндә яҡты донъянан китеп тә барҙы. Үҙем шунан гел уйлай торғайным, әгәр ҙә көслөрәк ихтыярлы булһам, үҙемсә эшләһәм, бәлки, әсәйемә ярҙамым күберәк тейер ине, ғүмерлерәк булыр ине, тип...

– Университетты тамамлағас та аспирантурала уҡырға ҡарар иттегеҙме?

– БДУ-ны тамамлағанда мин инде кейәүгә сығып, Мөхәмәт исемле ул үҫтерә инек. Иптәшем – биш йыл буйына башҡорт-рус бүлегендә бергә уҡыған Әбйәлил егете Илдар Хөббитдинов булды.


Диплом алғас, аспирантураға инергә ашыҡманым. Беренсенән, улым бәләкәй ине әле, икенсенән, университетта уҡыған осорҙа уҡ Башҡортостан халыҡтары тарихы һәм мәҙәниәте музейына эшкә ингәйнем. Киров һәм Достоевский урамдары араһында урынлашҡайны ул музей, революцияға тиклемге Өфөнөң Жандарм (хәҙер Крупская) урамындағы боронғо ағас йорттарҙан торған комплексты, В.И.Лениндың йорт-музейын да үҙ эсенә ала ине. Декрет отпускыһына ла шунан киткәйнем. Директор Әсҡәт ағай ҙа, эшкә кире музейға сыҡ, тип саҡырғас, шунда эшләргә ине уй. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында көҙ аспирантураға инеүҙең икенсе ағымын булдырып, имтихандар үткәрелеү тураһында иғлан ителгәс, атайым уҡырға инергә тәҡдим итте. Шул ваҡыттан башланды ла инде бик тә еңел булмаған мәлдәр. Бала бәләкәй, ауырый ҙа китә, Илдар командировкаларҙан бушамай, балалар баҡсаһында урын юҡ. Ә миңә дәрескә йөрөргә кәрәк. Имтихан ваҡыттарында улымды Белоретта йәшәгән апайыма илтеп ҡуя инем. Бө­гөн аспиранттар, заман ауыр, уҡыуы еңел түгел, йәшәргә урын юҡ, стипендия бик аҙ, эшләп тә, диссертация яҙыуы ҡыйын, тиҙәр. Уҡыу бер ҡасан да еңел бирелмәй, әлбиттә.

Ҡурған өлкәһе Сафакүл районының Аҙналы ауылында фольклор экспедицияһында. 2018 й.

Мин атайымдың һөйләгәндәрен йыш иҫкә төшөрәм. Аспирантураға ингәнендә уның инде өс балаһы булған. Ауылда өйҙө утын яғып йылыталар, декрет тигән нәмә булмағанлыҡтан, әсәй иртә эшкә сыҡты, беҙ яңғыҙ. Ана шул яңғыҙыбыҙ ултырғанда мине (бер-ике йәш самаһы булған) ҡарап өлгөрмәгәндәр, мейестең ҡапҡасынамы, көлдөксәлә торған таба ҡырынамы төшөрөп ебәреп, танауымды емергәндәр. Хатта янғын да сығара яҙғанбыҙ өй эсендә.

Атайға Өфөгә күсеп килгәс тә еңел булмаған. Аспирантурала уҡығанда йәшәргә бөтөнләй урыны булмаған. Көнө буйы дәрестә, китапханала шөғөлләнгәндән һуң ҡайҙа, кемгә барып баш тығырын белмәгән – йә таныштарының ятаҡ бүлмәһендә берәй мөйөшөнә һыйыныуҙар, ятаҡта баҫҡыс аҫтында ҡуныуҙар, кеше өҫтөндә, ҡайҙалыр, нисектер... Әммә уҡыуын тамамлап, уңышлы итеп кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлауға өлгәшкән. Шуға фән юлын башлаусы йәш аспиранттарға мин, ундай мәлдәр һәр беребеҙҙең башынан үткән, бирешмәйенсә эшләргә, тырышырға ғына кәрәк, тип әйтергә теләйем. Беҙгә лә бәләкәй бала менән ятаҡта алты йыл йәшәргә тура килде, әммә диссертация яҡлау советы алдына сығып баҫҡас, ҡыйынлыҡтар онотола.

– Кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларының темаларын һайлағанда нимәгә таянып эш иттегеҙ?

– 1997 йылдың июнендә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап, көҙ раҫлауын алғас, үҙемсә, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым, фән кандидаты булдым, хәҙер шулай яйлап ҡына, шым ғына эшләп тик йөрөйөм, тип уйланым.
1999 йылдың буранлы беренсе февраль көнө Диләрә ҡыҙым донъяға килде. Улым менән үҙемде ысын әсәй итеп тойоп, тыныс ҡына йәшәй алмағас, хәҙер мин баламды ғына ҡарап өйҙә ултырам, бер кем ҡулына ҡалдырмайынса, үҙем үҫтереп, әсәй булыуҙың бөтә тәмен тойоп ҡалырмын, тип хыялландым. Әммә… Атайың тынғы белмәгән оло ғалим, йәмәғәт эшмәкәре, ғөмүмән, республикала билдәле кеше булғас, беҙгә лә тыныс йәшәргә ирек бирә буламы: көн һайын тиерлек шылтыратып, бөгөн монографияңдың нисә юл яҙҙың, фәлән-фәлән конференцияға мәҡәлә, тезис әҙерләнеңме, тип белешеп торҙо. Ул йыш ҡына, «Декрет» һүҙе, докторлыҡ диссертацияһы һымаҡ, «д» хәрефенә башлана», – тип шаяртыр ине. Йәнәһе лә, буш ултырмаҫҡа, шул диссертация өҫтөндә эшләргә өндәүе инде.

Һөҙөмтәлә декреттан сығыуға монографияның ҡулъяҙмаһын әҙерләп бөткән инем. Ул XIII–XIX быуаттарҙа башҡорт әҙәбиәтендә фольклор традицияларын тикшереүгә бағышланғайны [1]. Һуңғараҡ XIX–XX быуат башы башҡорт һүҙ сәнғәтендә халыҡ ижадының художестволы сағылышына арналған йәнә бер китап донъя күрҙе [2]. XIX быуат әҙәбиәтендә фольклорҙың художестволы сағылышын тикшереп, рус-башҡорт фольклор-әҙәби бәйләнештәре мәсьәләләренә нигеҙләнеп яҙған хеҙмәтем [3], «Ҡурайсы ҡомартҡыһы» тигән китабым рус һәм башҡорт телдәрендә [4, 5] нәшер ителде. Шул хеҙмәттәр нигеҙендә докторлыҡ диссертацияһы яралды ла ҡуйҙы. Уның төп һөҙөмтә-һығымталары «Башҡорт әҙәбиәтендә фольклор: художестволы-эстетик аспект (XIII–XX быуат башы)» [6] тигән рус телендәге монографияла донъя күрҙе. Бына яңыраҡ ҡына типографиянан «Әҙәбиәттә фольклор интертекстуаллеге» тигән исем аҫтындағы йәнә бер китабымды ҡулға алыу бәхетенә ирештем [7].

Халыҡ-ара конференцияла коллегалары менән. 2019 й.

2013 йылдың сентябрендә Башҡорт дәүләт университетының диссертациялар яҡлау советында докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлауға ирештем. Был көн бер яҡтан шатлыҡлы булһа, икенсе яҡтан моңһоу ҙа ине: 1995 йылдың ошо көнөндә ғәзиз әсәйем яҡты донъя менән хушлашҡайны. Был сәғәттәрҙә күңелемдең торошон, ҡайнаған хис-тойғоларымды үҙем генә беләм. Янымда минең өсөн борсолған яҡындарымдың, асыҡ йөҙлө коллегаларымдың ярҙамы, ғилми етәксем академик Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновтың, диссертация советы ағзалары сифатында эшләгән кисәге уҡытыусыларым Марат Вәли улы Зәйнуллин, Ғиниәт Сафиулла улы Ҡунафин, Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев, Александр Александрович Федоров, Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова һәм башҡаларҙың йылы мөнәсәбәттәре – барыһы ла оло ярҙам булды, ауыр минуттарҙы еңеләйтеп ебәргәндәй итте.

– Донъяға тыуҙырып үҫтергән атай-әсәйҙең һөйөүе, ярҙамы, терәге ғүмерлеккә ҡала. Артабан үҙең ҡорған ғаиләнең дә терәк булыуы мөһим...

– Аллаһы тәғәлә шулай яратҡандыр инде: әсәйем иҫән булғанда беҙ, өс бала, үҙ яҙмышыбыҙҙы табып, башлы-күҙле булып өлгөргәйнек, атай менән әсәйҙе олатай-өләсәй итеү бәхетенә лә ирешкәйнек.

Илдар беҙ өйләнешкәс тә телевидениеға эшкә инде һәм ун биш йыл ғүмерен тележурналист һөнәренә бағышланы. Ҡырҡ йәшендә профессияһын ҡырҡа үҙгәртеп ебәрҙе: ситтән тороп юридик белем алды ла, адвокат эшен үҙһенде. Бөгөн дә шул һөнәр эйәһе. Икебеҙҙең ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер һуҡмағынан бергә атлауыбыҙға киләһе йыл утыҙ йыл тула. Ошо ғүмер эсендә ике балаға атай һәм әсәй булдыҡ. Ятаҡ коридорҙарын яңғыратып уйнап үҫкән Мөхәмәт улыбыҙ 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының туғыҙынсы класынан һуң ул ваҡытта Башҡорт дәүләт университеты янында асылған юридик колледжды тамамлағас, Хоҡуҡ институтына уҡырға инде, юрист һөнәрен һайланы. Бөгөн Башҡортостан буйынса Федераль ҡаҙна идаралығының юридик бүлегендә әйҙәүсе хеҙмәткәр булып эшләп йөрөй. Былтыр Хәйбулла һылыуы Миләүшәгә өйләнде. Шулай итеп ҡайны-ҡәйнә лә булып киттек, Аллаға шөкөр! Диләрә ҡыҙыбыҙ унынсы класҡа тиклем шул уҡ Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында уҡы­ны, сығарылыш класын медицина йүнәлешендәге кластары булған М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында тамамланы. Бөгөн ул – Ырымбур медицина университеты студенты, балалар табибы булырға әҙерләнә.

Ғаиләһе менән

Минән йыш ҡына, балаларығыҙ башҡортса һөйләшәме, тип һорайҙар. Эйе, һөйләшәләр. Әлбиттә, мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға ингәс, башҡорт теленән йыраҡлаштылар, әммә улар телде онотманы, башҡортса уҡыйҙар, аңлайҙар. Хәҙер күберәк телефон аша, социаль селтәрҙәрҙә аралашырға тура килә, шунда башҡортса яҙырға, башҡортса аралаштырырға тырышам – үҙенә күрә тәжрибә.

– Һеҙҙең ҡолас йәйеп эшләр, фәндә яңы эштәр атҡарыр сағығыҙ. Ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?

– Мостай Кәрим әйтмешләй, ғүмеремдең уртаһына, бәй, шулай килеп тә еттемме, тигән кеүек, аптырап та китәһең. Әммә, билдәле кинофильм героиняһы әйтмешләй, тормош башлана ғына әле, алда пландар күп, ең һыҙғанып эшләргә лә эшләргә. Бының өсөн бөгөн мөмкинлектәр бихисап. Балалар үҫеп, үҙ юлдарын һайлап таралышҡан бер мәлдә мөмкинлектәргә юлдар асыла ғына. Фәндә үҙ һүҙеңде әйтеү, үҙ йүнәлешеңде булдырып, шул юҫыҡта бурыстар ҡуйып, башҡорт фәне хаҡына эштәр атҡарып йәшәүҙән дә оло кинәнес бармы икән донъяла?! Атайым, фольклорсы ғалим Әхмәт Сөләймәновтың «Аҙбыҙ, тарҡалмайыҡ, башҡараһы эштәр күп», – тигән васыятына тоғро ҡалып, фәнебеҙҙе үҫтереүҙә, халыҡ өсөн хеҙмәт итеүҙә рухланып эшләйһе һәм йәшәһе килә.

Әҙәбиәт

1. Башҡорт әҙәбиәтендә фольклор (XIII–XIX бб.). – Өфө: Ғилем, 2004. –164 б.
2. XIX–XXбыуат башы башҡорт әҙәбиәтендә фольклор традицияларының художестволы сағылышы. – Өфө: Ғилем, 2013. – 188 б.
3. Художественное отражение фольклора в литературе XIX века (к проблеме русско-башкирских фольклорно-литературных взаимосвязей). – Уфа: Гилем, 2011. – 126 с.
4. Реликвия «Курайчи». – Уфа: Лингвоцентр, 2005. – 128 с.
5. Ҡурайсы ҡомартҡыһы. – Өфө: Китап, 2009. – 126 б.
6. Фольклор в башкирской литературе: художественно-эстетический аспект (XIII– нач. XXIв.). – Уфа: Гилем, 2016. – 276 с.
7. Әҙәбиәттә фольклор интертекстуаллеге. – Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2020.

Читайте нас: