Все новости
НАУКА И УЧЕНЫЕ
30 Марта 2021, 12:45

Туған телгә бағышлынған ғүмер (Академик З.Ғ.Ураҡсиндың тыуыуына – 85 йыл)

Филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсиндың башҡорт тел ғилеменә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ғалимдың лексикография, лексикология, социолингвистика, стилистика, этнолингвистика, грамматика, терминология, төрки, алтай телдәре буйынса, башҡорт телен уҡытыу методикаһына, шулай уҡ халҡыбыҙҙың тарихына һәм мәҙәниәтенә арналған өс йөҙҙән ашыу хеҙмәте донъя күргән.

Күп ҡырлы ғилми эшмәкәрлек

З.Ғ.Ураҡсиндың тәүге ғилми хеҙмәттәре башҡорт теленең синонимдарына бағышлана [1]. Йәш ғалим исемдәрҙең синонимик мөнәсәбәт үҙенсәлектәре һәм синонимик рәттәр менән ҡыҙыҡһына [2]. Студент сағынан уҡ йыйылған бик күп мәғлүмәттәр, теоретик эҙләнеүҙәр күләмле материал итеп тупланып, 1966 йылда башҡорт теленең синонимдар һүҙлеге булып сыға. Был һүҙлектә автор башта синонимик теҙемдәр килтерә, унан һуң уларҙың дөйөм мәғәнәһен биреп, һәр һүҙҙең айырымлыҡ һыҙаттарын, стилистик төҫмөрҙәрен, ҡулланылыш үҙенсәлектәрен аса. Һүҙлек төрки телдәрҙәге бындай типтағы һүҙлектәрҙең тәүгеһе була. Ул 1985 йылда тулыландырылып, яңынан баҫтырыла.
Артабан ғалим фразеологизмдарҙың синонимдарын тикшереү менән шөғөлләнә башлай һәм тиҫтәләгән ғилми хеҙмәт яҙа. Тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәһе булып, Мәскәүҙә уның докторлыҡ диссертацияһы донъя күрә [3]. Был хеҙмәте башҡорт тел ғилемендә генә түгел, дөйөм төрки лексикологияла ла ҙур билдәлелек яулай [4, 111-се б.]. Зиннур Ғәзиз улы туған телендәге материалдар менән генә сикләнеп ҡалмай, туғандаш төрки һәм монгол телдәренең фразеологизмдары менән сағыштырып, уларҙы айырым бүлектәрҙә яҡтырта. Был монография бик күп йылдар төрки телдәрендә фразеологияны тикшереү буйынса эталон булып тора.

З.Ғ.Ураҡсин тыуған яғының топонимикаһын айырым бер ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә. Топонимдарҙың килеп сығышын тикшереү менән бер рәттән, республикала таралған топоформанттарға иғтибар итә [5]. Авторҙың башҡорт топонимдарының яһалышында вариативлыҡ тураһындағы һығымталары фәнни ҡыҙыҡһыныу уята [6]. Был эштең мөһимлеген күҙ уңында тотоп, ғалим хеҙмәттәштәренә республика топонимдарының кире һүҙлеген төҙөргә тәҡдим итә. 1983 йылда һүҙлектең төҙөлөшө һәм структураһы менән таныштыра [7], ләкин был эш әлеге көнгә тиклем атҡарылмай ҡала.

Зиннур Ғәзиз улы антропонимика мәсьәләләре менән дә ҡыҙыҡһына. Республиканың төрлө райондарында үҙе яҙып алған бик күп балалар исемдәрен анализлау ғалимға башҡорттарҙың ниндәй исемдәргә өҫтөнлөк биреүе тураһында һығымта яһарға мөмкинлек бирә. Саф башҡорт исемдәрен ҡушыусылар өсөн исемдең мәғәнәһе мөһим булһа, сит телдән ингән исемдәрҙе ҡушыусылар өсөн еңел әйтелеүе беренсе урында тора, тигән һығымтаһы хәҙерге көндә антропонимикала күҙәтелгән күп процестарҙы аңлата [8, 185-се б.]. З.Ғ.Ураҡсиндың мәҡәләһе сыҡҡан ваҡытта бик таралмаған Буранбай, Батырхан, Нурсолтан, Ғилемдар, Ибраһим, Әмирхан кеүек исемдәр хәҙерге көндә күпләп ҡушыла.
Ғалим шулай уҡ фразеологизмдарҙа милли антропонимдарҙың сағылышы, антропонимдар менән этнонимдар бәйләнеше менән дә ҡыҙыҡһына [9; 10].

Академик З.Ғ.Ураҡсин үҙенең тикшеренеүҙәрен милли этнолин­гвистикаға арнаған тәүге ғалим. Уның «Бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһында этнолингвистик ситуация» тигән күҙәтеү мәҡәләһе был милли фәнни йүнәлешкә нигеҙ һала.

Ғалим тарафынан фольклор әҫәрҙәренән тупланған, мәғлүмәтселәр менән әңгәмә барышында йыйылған күләмле материал һәм шәхси тәжрибә артабан уға башҡорт теленең этнолингвистик ҡатламында 13 тематик өлкәне билдәләргә мөмкинлек бирә [11, 75-се б.]. Һуңынан уларҙың ҡайһы берҙәре буйынса йәш ғалимдар тарафынан фундаменталь тикшеренеүҙәр үткәрелә.

Һүҙҙәрҙең этномәҙәни мәғәнәһен тикшереп, ҡайһы бер һүҙбәй­ләнештәрҙең семантик яҡтан тап килеү-килмәүе нәҡ этномәҙәни мәғәнә менән билдәләнә, тигән һығымта яһай ғалим [11, 73-сө б.]. Шуға күрә һүҙлек төҙөүселәр менән фекер алышыуҙарҙа ул һәр ваҡыт хеҙмәткәрҙәргә этно­мәҙәни мәғлүмәткә иғтибар итеү кәрәклеген иҫкәртә килә. Ғалим был мәғлүмәттең лексик мәғәнә соста­вына инмәүен, тик йөкмәткеһен генә асыусы мәғәнә булыуын иҫбатлап, уны ныҡлап иғтибарға алмау иллюстратив материалдар биргәндә, айырыуса рус һүҙбәйләнештәрен башҡортсаға тәржемә иткәндә ҙур хаталарға килтереүен йыш белдерә.

Лексиканың этномәҙәни күрһәткесе быуындан-быуынға кәмеүе бөтәһенә лә билдәле. Шуға күрә этнолингвистик һүҙлектәр төҙөп, уларҙы билдәләп ҡуйыу филологтарҙың бурысы. Әммә этномәҙәни аңлатманы, лексик мәғәнәнән айырмалы рәүештә, ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт аша биреп булмай, уға тулы һәм ҡатмарлы тасуирлама талап ителә. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, Зиннур Ғәзиз улы республикала беренселәрҙән булып башҡорт теленең этно­лингвистик һүҙлектәрен төҙөү принцибын күрһәтә [12]. Ошо принциптарҙы тулыландырып, 2002 йылда З.Ғ.Ураҡсин редакторлығында уның уҡыусыһы Р.Н.Һаҙыева тарафынан башҡорт теленең беренсе этнолингвистик һүҙлеге баҫылып сыға.
Башҡорт әҙәби теленең стилистикаһы һәм телмәр мәҙәниәте мәсьәләләре ғалимдың һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тора. 1964 йылда уҡ Зиннур Ғәзиз улы үҙенең тәүге мәҡәләләренең береһен Ш.Бабич поэзияһының яҙыу стиленә бағышлай [13]. Артабан ғалим Йәлил Кейекбаев, Рауил Бикбаев, Рәми Ғарипов, Рәмзилә Хисамитдинова һ.б. яҙыусыларҙың әҫәрҙәренең тел үҙенсәлектәренә бағышланған мәҡәләләр баҫтыра. Йәштәрҙең, яңы яҙыша башлаусыларҙың ижадына айырыуса иғтибар итә. Уларға һүрәтләү алымдарын ҡулланғанда, һүҙҙәрҙең семантик билдәләренең нескәлектәренән тыш, башҡорт һүҙҙәренең ярашлыҡ үҙенсәлектәрен дә күҙ уңында тотоу кәрәклеген ҡабатлай [14, 93-сө б.].
Ғалимды телмәр мәҙәниәтенең торошо, айырыуса орфоэпик норма­ларҙы боҙоу осраҡтары уйландыра [15]. Ваҡытлы матбуғаттағы мәҡә­ләләрендә, телевидение һәм радио аша сығыштарында был кире күре­нештәрҙән бергәләп сығыу юлдарын күрһәтә.

З.Ғ.Ураҡсин шулай уҡ башҡорт тел ғилемендә социолингвистик йүнә­лешкә нигеҙ һалыусы булып тора. Уның хеҙмәттәрендә Башҡортостан Республикаһында ике һәм күп теллелектең социолингвистик мәсьәләләре [19, 20], бер-береһе менән бәйләнешкә ингән айырым телдәрҙең мөнәсәбәттәре [21], республикала тел торошо, шулай уҡ милли телдәрҙең үҫеш мәсьәләләре яҡтыртыла [22, 23]. 1970 йылдар аҙағынан 1990 йылдарға тиклем баҫылып сыҡҡан социаль һәм функциональ лингвистика буйынса ғилми хеҙмәттәре теоретик яҡтан ғына түгел, практик йәһәттән дә ҙур әһәмиәткә эйә була. Улар «Башҡорт халҡының яңырыуы һәм үҫеше», «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре» республика программаларын барлыҡҡа килтереүҙә мөһим роль уйнай [24, 25].


Етәксе һәм ойоштороусы

Зиннур Ураҡсиндың республикала фән өлкәһендәге етәкселек, ойоштороусы һәләтен дә иҫкә алмау мөмкин түгел. Был һыҙаттары директор сағында айырыуса күҙгә салына. 1991 йылда уның башланғысы менән институтта яңы бүлек – мәҙәниәт һәм педагогика бүлеге асыла. 1991 йылдың апрелендә тел һәм әҙәбиәт бүлеге нигеҙендә махсус бер төркөм барлыҡҡа килә, һуңынан ул «Башҡортостан энциклопедияһы бүлеге» тип үҙгәртелә. Директорҙың тырышлығы менән был бүлек артабан үҙаллы «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте булып китә.

1991 йылда тел ғилеме бүлегендә «Лексикографияны автоматлаштырыу» тигән яңы төркөм булдырыла. 2002 йылдың ғинуарынан ул «Лингвистика һәм мәғлүмәт технологиялары лабораторияһы» итеп үҫтерелә.
Зиннур Ғәзиз улы 2002 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы Урал халыҡтары бүлеге етәксеһе Раил Ғүмәр улы Кузеевтың Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан айырылып Өфө ғилми үҙәгендә үҙаллы Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәген асыу тәҡдимен хуплап сыға.

З.Ғ.Ураҡсин республиканың дөйөм фән үҫешенә ҙур өлөш индерә [26, 44-се б.]. Ул Башҡорт АССР-ы Юғары Советының «Башҡорт АССР-ы Фәндәр академияһы» Указын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша [27, 67-се б.]. Фәндәр академияһының вице-президенты булараҡ, Рәсәй Фәндәр академияһы менән бәйләнеште нығытыуға күп көс һала [28, 8-се б.]. Нәҡ ул эшләгән осорҙа БР Фәндәр академияһының халыҡ-ара бәйләнештәре, атап әйткәндә, Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы (ТӨРКСОЙ) менән хеҙмәттәшлеге киңәйә.

Зиннур Ғәзиз улының һәләтле етәксе һәм ойоштороусы булыуы уның яңы кадрҙар әҙерләүендә лә күренә. Ул егерменән ашыу кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларының ғилми етәксеһе һәм консультанты. Ғалим башҡорт тел ғилеме өсөн генә түгел, ә рус, роман-герман филологияһы, төрки телдәр (хакас, төрөк телдәре) өсөн дә ғилми кадрҙар әҙерләй.

Башҡорт теле ғалим өсөн йәшәү мәғәнәһенә әүерелә. Уның йәмәғәт эштәрендәге әүҙемлеге туған телен хәстәрләүгә, телде һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә йүнәлтелә. 1992–2002 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1994–2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президент советы ағзаһы, 1998–2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты ағзаһы, 1999–2002 йылдарҙа «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законды тормошҡа ашырыу буйынса БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Комиссия рәйесе урынбаҫары булып һайланыуы быға асыҡ миҫал булып тора.

Зиннур Ғәзиз улы бик күп йылдар Башҡортостан Юғары советы Президиумы эргәһендәге Терминология комиссияһы етәксеһе була. Ул милли терминология өлкәһендә пуристик мөнәсәбәткә ҡаршы сыға, әммә шул уҡ ваҡытта яңы терминдар барлыҡҡа килтереүҙә милли телдең таҙалығын һәм законлығын яҡлай. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең аффикстарын ҡыҫҡартыу юлы менән яһалған ҡушма һүҙҙәргә ҡәтғи ҡаршы була, мәҫәлән: театральная касса – театраль касса, эпитиальная ткань – эпитиаль туҡыма. 1980–90-сы йылдарҙа, уның фекерен тотоп, башҡорт терминологияһында һәм дөйөм милли лексикографияла бындай терминдарҙы изафет конструкция аша биреү процесы күҙәтелә: театральная касса – театр кассаһы, эпитиальная ткань – эпитилий туҡымаһы. Үкенескә ҡаршы, әлеге көндә кире күренеш күҙәтелә.

Ғалим терминология белешмәләре һәм һүҙлектәр төҙөүҙә шәхсән үҙе ҡатнаша [16–18]. Уның тәҡдимдәре, кәңәштәре һәм ярҙамы менән тел ғилеме, сәнғәт, спорт, архитектура буйынса белешмә һүҙлектәр төҙөлә. Үҙе бер нисәһенең яуаплы редакторы була.

З.Ғ.Ураҡсин 1990 йылдарҙа төрөк лингвистары тәҡдим иткән «Төрки телдәр терминологияһы» халыҡ-ара проектына башҡорт телен индереүгә өлгәшә. Был проектҡа ярашлы, төрки телдәре ғаиләһенә ҡараған һәр бер тел төрөк-инглиз телендәге терминдар исемлеген үҙенең милли теленә тәржемә итеп бирергә тейеш ине. Зиннур Ғәзиз улы хеҙмәттәше Зиннур Әмир улы Сиразитдинов менән берлектә юриспруденция һәм иҡтисад буйынса һүҙҙәрҙең тәржемәләрен эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Төрөк республикаһында етәкселек алмашыныу сәбәпле, проект ябыла.


Белешмә

Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсин 1935 йылдың 5 ноябрендә Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы Мәҡсүт ауылында тыуған. Ырымбур өлкәһе Аллабирҙе ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, БАССР-ҙың Күгәрсен районы Мораҡ педагогия училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Фёдоровка районы Һәйет ауылында уҡытыусы булып башлай.

Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, 1959 йылда З.Ғ.Ураҡсин Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының рус бүлегенә уҡырға инә. 1963–1966 йылдарҙа аспирантурала уҡығандан һуң, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә алына һәм унда кесе ғилми хеҙмәткәрҙән институт директорына тиклем хеҙмәт юлы үтә.


Әҙәбиәт

1. Ураксин З.Г. Синонимы с точки зрения мышления и языка // Итоговая научная сессия ИИЯЛ БФ АН СССР за 1965 год. – Уфа, 1966. – С.50–54.
2. Ураксин З.Г. Синонимические отношения некоторых существительных // Башкирская лексика. – Уфа, 1966. – С.115–118.
3. Ураксин З.Г. Фразеология башкирского языка. – М.: Наука, 1975. – 192 с.
4. Ахунзянов Г.Х., Махамадиев М.Г., Ураксин З.Г. Фразеология башкирского языка // Советская тюркология. №1. 1977. – С.109–112.
5. Ураксин З.Г. Топонимы с элементом шаҙы/шиҙе // Диалекты и топонимия Поволжья. / Под ред. Г.Е.Корнилова. – Чебоксары, 1978– Вып. 6. – С.90–93.
6. Ураксин З.Г. Словообразовательная вариативность башкирских местных географических терминов // Диалекты топонимы Поволжья. – Чебоксары, 1975. – Вып 3. – С.102–107.
7. Ураксин З.Г. Обратный словарь топонимов Башкирской АССР (состав и структура) // Вопросы лексикологии и лексикографии башкирского языка. –Уфа, 1983. – С.88–92.
8. Ураксин З.Г. Основные критерии выбора имен у башкир // Личные имена в прошлом, настоящем, будущем. – М., 1970, – С.182–185.
9. Ураксин З.Г. Имена собственные в составе башкирских фразеологизмов // Ономастика Поволжья. – Уфа, 1973 (2). – Вып.3. – С.420–421.
10. Ураксин З.Г. Башкирские антропонимы из этнонимов // Ономастика Поволжья. – Уфа, 1973. – Вып.3. – С.86–87.
11. Ураксин З.Г. Этнокультурное значение слов в башкирском языке // Актуальные проблемы башкирской лексикологии и лексикографии. – Уфа, 1994. – С.71–76.
12. Ураксин З.Г. Этнолингвистический аспект слова в башкирском языке // Ядкар. 2000. №1.
13. Ураҡсин З.Ғ. Ш.Бабич шиғырҙарында синонимдарҙың ҡулланылышы // Башҡортостан уҡытыусыһы. – Өфө, 1964. №12.
14. Ураҡсин З.Ғ. Яҙыусының телмәр культураһы. // Ағиҙел. 1979. №6.
15. Ураҡсин З.Ғ. Тел яҙмышы – ил яҙмышы. // Ағиҙел. 1988. №1.
16. Ураксин З.Г., Сиразитдинов З.А. Русско-башкирский словарь и башкирско-русский словарь архитектурно-строительных терминов. – Уфа, 2004. – 82 с.
17. Ураксин З.Г., Уразбаева З.Г., Суфьянова Н.Ф. Русско-башкирский, башкирско-русский словарь по лесному делу. – Уфа, 2006. – 152 с.
18. Гарипов Ф.Н., Ураксин З.Г. Русско-башкирский словарь экономических терминов. – Уфа, 2007. – 184 с.
19. Ураксин З.Г. Некоторые проблемы социологического изучения языков // Развитие общественных функций башкирского литературного языка. – Уфа: БНЦ УрО АН СССР, 1987. – С.4–11.
20. Ураксин З.Г. Проблемы двуязычия и многоязычия в Башкирии // Советская тюркология. 1989. №5.
21. Ураксин З.Г. Взаимодействие русского и тюркских языков в области фразеологии // Вопросы языкознания. 1981. №1.
22. Ураҡсин З.Ғ., Мәҡсүтова Н.Х. Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәренең статусы тураһында // Теле барҙың иле бар. – Өфө: Китап, 1995. – 95–97-се бб.
23. Ураксин З.Г. Государственность и государственные языки // Ватандаш. 2004. №9.
24. Ураксин З.Г. Закон «О языках народов РБ» (Проект) // Этнополитическая мозаика Башкортостана: документы, хроника. Т.1.– М., 1992. – С.235–244.
25. Ураксин З.Г. Проект государственной программы «Возрождение и развитие башкирского народа» // Первый Всемирный курултай башкир. 1–2 июня 1993 г. Стенографический отчет. – Уфа: Китап, 1998. – С.38–40.
26. Галяутдинов И.Г. Ученый и патриот // Жизнь, отданная науке. Воспоминания о Зиннуре Газизовиче Ураксине. – Уфа: Гилем, 2012. – 196 с.
27. Халфин С.А. Выдающийся языковед организатор научной деятельности (К 75-летию со дня рождения академика З.Г.Ураксина) // Жизнь, отданная науке. Воспоминания о Зиннуре Газизовиче Ураксине. – Уфа: Гилем, 2012. – 196 с.
28. Мурзабулатов М.В., Уразбаева З.Г., Ураксин Ю.З., Тикеев Ф.С. Ураксин Зиннур Газизович: Биобиблиографический указатель. – Уфа: Гилем, 2005. – 56 с.

Читайте нас: