Все новости
НАУКА И УЧЕНЫЕ
29 Марта 2021, 18:00

Ғәббәс Дәүләтшин: ғалим, мәғрифәтсе, педагог

Баш ҡалабыҙ Өфөлә күренекле ғалим Ғәббәс Дәүләтшинға арналған иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Ул Башҡорт дәүләт университетының роман-герман филоло­гияһы факультеты бина­һына ҡуйылды. Шул уҡ көндө Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшиндың ғилми мираҫына һәм тормошона арналған Түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Сәйәси золом ҡорбандарына бағышланған сараларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо.

Иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова сығыш яһаны:
– Хөрмәтле милләттәштәр, Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләт­шиндың туғандары! Илебеҙҙең календарында шундай аяныслы көн бар – сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу, – тине ул. – Ошо таҡтаташты асыу өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ғалимдың туғандары менән берлектә күп кенә эш башҡарҙы. Ғәббәс Йәғәфәр улы – әсә телен һаҡлауға, телде өйрәнеүгә нигеҙ һалыусы, әсбаптар, төрлө методик китаптар сығарған кеше. Беҙ уны бөгөн хөрмәтләп иҫкә алабыҙ, исемен мәңгеләштереү маҡсатында ошо таҡтаташты асабыҙ. Бында, Коммунистик урамда, ул бөтәһенә лә күренеп торор. Йәнә шуны әйткем килә: бөгөн беҙҙең бурыс – туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу, балаларыбыҙҙы башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеү, милләтте артабан да үҫтереү.

Таҡтаташ асыуҙа БР Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зинуров, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Башҡортостан Сәйәси золом ҡорбандары берләшмәһе рәйесе урынбаҫары Артур Латипов, БР Яҙыусылар берлеге рәйесе Зәки Әлибаев һәм башҡалар ҡатнашты.

Сараға Ғәббәс Йәғәфәр улының туғандары һәм яҡташтары ла килгәйне. Һамар өлкәһенең Оло Глушица районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Самат Әхәт улы Дәүләтшин күренекле яҡташы, телсе-ғалим Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшиндың исемен мәңгеләштереү эшен ойошторған кешеләргә оло рәхмәтен белдерҙе.

Ғәббәс Йәғәфәр улының ейәнсәре Камила Ғүмәрованың сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы:

– Мәрғүбә Дәүләтшина – минең өләсәйем, Ғәббәс Дәүләтшиндың яҡын туғаны, уның тормош юлын ентекләп өйрәнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптән түгел вафат булып ҡалды... Ул күп кенә архивтарҙы ҡарап сыҡҡан, олатайҙың ҡатыны – Фатима инәй менән бәйләнеш тотҡан. Олатайыбыҙ бик аҡыллы, ҡыйыу, сағыу шәхес булған. Иң әсендергәне шул: уны ҡулға алғас, язалағандар. Үҙенең, имеш, халыҡ дошманы һәм милләтсе булыуын көс менән танытырға маташҡандар. Әммә Ғәббәс Дәүләтшин бер ғәйепләү документына ла ҡул ҡуймаған, бер кемдең дә фамилияһын атамаған, һис кемде һатмаған. Бығаса яҡлап килгән фәнни ҡараштарынан баш тартмаған. Бына ниндәй көслө рухлы кеше булған!
Башҡорт дәүләт университеты доценты Искәндәр Сәйетбатталов әйтеүенсә, Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләт­шинды нәҡ ана шул фәнни ҡараштары өсөн ҡулға алғандар:

– Әҙәби башҡорт теленә, имеш, «иҫкергән», йәғни ҡулланыштан сыҡҡан һәм ғәрәп һүҙҙәрен индерә, тимәк, яңылыш позицияла тора, тип ялыу яҙғандар. Өҫтәүенә, «милләтсе» һәм «халыҡ дошманы» тигән ғәйеп ташлағандар... Ғәббәс Дәүләтшин – ысын мәғәнәһендә сәйәси золом ҡорбаны.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү комиссияһы кураторы, Ғәббәс Дәүләтшиндың яҡты иҫтәлегенә арналған сараларҙың модераторы, БДУ доценты Нурислам Ҡалмантаев ошондай сараларҙы йышыраҡ үткәреү кәрәк, – тигән фекерҙә. – Халҡыбыҙҙың тарихи хәтерен яңыртыуҙа уларҙың әһәмиәте әйтеп бөткөһөҙ. Республикабыҙ һәм милләтебеҙ мәнфәғәттәре өсөн йәнен дә, тәнен дә йәлләмәй көрәшкән, фиҙаҡәр хеҙмәт иткән арҙаҡлы шәхестәрҙе беҙ һис ҡасан да оноторға тейеш түгелбеҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы был йүнәлештә эштәр алып бара. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһында – Муса Мортазинға, Өфөлә Хафиз Ҡушаевҡа һәм Муллайән Халиҡовҡа таҡтаташ ҡуйылды.

Сығыш яһаусылар Ғәббәс Дәүләтшиндың башҡорт тел ғилемен үҫтереүгә индергән тос өлөшөн билдәләп үтте, халҡыбыҙ һәм республикабыҙ мәнфәғәттәренә арналған ҡыҫҡа, әммә ялҡынлы ғүмере тураһында ихлас һүҙҙәр әйтте. Һуңынан мәшһүр ғалим башҡарыуында граммофон яҙмаһында һаҡланып ҡалған «Урал» йырын тыңлау тулҡынландырғыс бер ваҡиға булды.
Сара таҡтаташҡа сәскәләр һалыу, күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

Күренекле башҡорт телсеһе, мәғрифәтсе, педагог Ғәббәс Дәүләтшин тураһында нимәләр беләбеҙ һуң?

Ғалимдың фәнни хеҙмәттәре башҡорт теленең орфографияһы, диалектологияһы мәсьәләләренә арналған. Ул башҡорт теленең әйҙәүсе диалектын һайлауҙа, беренсе башҡорт әлифбаһын сығарыуҙа ҡатнашҡан, беренсе дәреслектәрҙең, тәүге орфографик һүҙлектең, юғары уҡыу йорттары өсөн тәғәйенләнгән дәреслектәрҙең авторы булған.

Сарала ҡатнашыусылар

Ғәббәс Дәүләтшин 1892 йылдың 24 сентябрендә хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Глушица районы Ташбулат-Күстән ауылында Йәғәфәр Дәүләтша улы Насиров менән Мөхәмәтъямал Сәғәҙәтдин ҡыҙы Ниязованың ғаиләһендә тыуған. 1910 йылда ауылдағы мәҙрәсәне тамамлай. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1917 йылдың көҙөндә демобилизацияланып тыуған яғына ҡайта. 1918 йылдың башында Ғәббәс Дәүләтшин Ташбулат-Күстән ауыл советына рәйес итеп һайлана, 1920 йылдан – инспектор, 1921–22 йылдарҙа Туҡ-Соран кантонының халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. 1925 йылда Ғәббәс Йәғәфәр улы Өфөгә күсеп килә, 1925–29 йылдарҙа В.И.Ленин исемендәге мәктәп-интернатта, политтехникумда уҡытыусы булып эшләй. Башнаркомпроста уҡытыу-методика комиссияһы ағзаһы булып тора. Ғилми эшкә һәләтлеген һәм тырыш хеҙмәтен күреп, Ғәббәс Йәғәфәр улын Ленинградтағы А.С.Енукидзе исемендәге Көнсығыш телдәре институтына уҡырға ебәрәләр. Унда ғәрәп, төрки телдәренең сағыштырма грамматикаһын, төрки халыҡтарының әҙәби телдәренең тарихи үҫешен, фольклорын өйрәнә. Өфөгә әйләнеп ҡайтҡас, тәүҙә – ассистент, һуңынан – доцент, 1934 йылдан К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтында башҡорт теле кафедраһы мөдире булып эшләй. 1929 йылдан – Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы. Фән өлкәһендә лә әүҙем шөғөлләнә. Тамъян-Ҡатай кантонында һәм төньяҡ-көнсығыш төбәгендә йәнле халыҡ теленән материалдар йыйыуҙа ҡатнаша. Ғ.Й.Дәүләтшиндың тел ғилеме өлкәһендәге беренсе эштәре Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтенең «Башҡорт Аймағы» («Башкирский край») йыйынтыҡтарында һәм «Белем» («Знание») журналында донъя күрә. 1929 йылда З.Н.Айыуханов менән берлектә «Йәш быуын. Бөтөн һүҙҙәр менән яҙылған башҡортса әлепбей» тип аталған һәм латиницаға нигеҙләнгән башҡорт телендәге тәүге әлифба донъя күрә, 1930 йылда Ғәббәс Дәүләтшиндың «Башҡорт теленең имлә һүҙлеге» сыға. «Башҡорт дәүләт пединститутының ситтән тороп уҡыусылары өсөн башҡорт теленән дәреслек» (1935) исемле вуздар өсөн тәүге башҡорт теле дәреслегенең авторы. Мәгәр 1937 йылда сәйәси золомға дусар ителеп, атып үлтереүгә хөкөм ителмәһә, Ғәббәс Дәүләтшин башҡорт тел ғилемен үҫтереүгә тағы ла биниһая көс һалған булыр ине.

Читайте нас: