Все новости
НАУКА И УЧЕНЫЕ
28 Марта 2021, 10:00

«Тәбиғәт күренештәрен өйрәнеү – йыһан серҙәрен асыу»

Инбер Мөхәмәт улы Япаров – республикабыҙҙың күренекле ғалимдарының береһе, география фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты. Ошо юғары уҡыу йортонда 40 йылға яҡын хеҙмәт эшмәкәрлеге осоронда ул бик күп белгестәр әҙерләп сығарыуҙа ҡатнашҡан. Уның етәкселегендә байтаҡ кеше кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлауға өлгәшкән. Фәнни хеҙмәттәрен яҙғанда ул тәбиғәт объект­тарын, мәҙәни ҡомартҡыларҙы тәрән өйрәнеп ижад итә. Йәмәғәт тормошонда ла ғалим әүҙем ҡатнаша, ауыл һәм ҡалаларҙа география һәм геология темаларына лекциялар уҡый, гәзит-журналдарҙа яҙмаларын баҫтыра.

– Һеҙ әле генә лекциянан сыҡтығыҙ. Ул ниндәй темаға бағышланды? Әһәмиәте нимәлә? Студенттар яғынан ҡыҙыҡһыныу булдымы?

– Ҡыҙыҡһыныу булды, әлбиттә. Бөгөнгө тема – ваҡытты иҫәпләү. Ул астрономик тема тип иҫәпләнә, сөнки минең әлеге курсым «Ер үҫешенең дөйөм ҡануни үҙенсәлектәре» тип атала. Ер шарында ниндәй үҙгәрештәр бара, ул ниндәй ҡанундарға буйһона, ҡайһы йүнәлештәрҙә үҙгәреш көтөргә мөмкин, шул уҡ экологик проблемалар, геологик үҙенсәлектәрҙән башлап тәбиғәттең төрлө компоненттарына хәтлем – барыһы ла ошо курстың эсенә инә. Кешеләр, хайуандар донъяһы, тектоник күренештәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Был йүнәлештәге лекцияларҙы ун йылға яҡын уҡыйым, улар камиллаша һәм тулылана бара, әлбиттә.

Бөтә был үҙгәрештәр Ер өҫтөндә генә түгел, ваҡыт эсендә лә бара. Яҙ көнө, әйтәйек, бер төрлө, көҙгө мәлдәрҙә – башҡаса. Тәүлек эсендә лә ваҡыт үҙгәрештәргә дусар. Һауаның температураһы бер күтәрелә, бер түбәнәйә һәм башҡалар – барыһы ла Ер шарының үҙгәреш ҡанундарына ярашлы бара. Ә бөгөнгө лекция, йәғни ваҡытты иҫәпләү, шул үҙгәрештәрҙе тәрәнерәк аңларға ярҙам итә.

– Журналды уҡыусыларға нисек ябайыраҡ итеп төшөндөрөргә мөмкин был теманы?

– Бына беҙ «ваҡыт аға» тип һөйләйбеҙ. Хәҙерге ваҡытта уның аҡҡанын нисек тикшерәбеҙ? Беренсенән – көн менән төндөң алмашыныуынан, икенсенән – аҙналар бер-бер артлы үтеп тороуынан. Артабан айҙар, йыл миҙгелдәре уҙа... Был – бер төрлө, ә икенсенән, күктәге айға ҡарайбыҙ: яңы ай, тулған ай, айҙың беренсе сиреге, икенсеһе... Улар барыһы ла ваҡытты иҫәпләү берәмектәре булып тора. Уларҙы күҙәтеп барыу өсөн календарь тигән нәмә бар. Ә был әйбер ҡайҙан килеп сыҡҡан, кем уны беренсе уйлап сығарған? Улар бер төрлө генә түгел. Барыһы ла теүәл ваҡытты күрһәтергә ярҙам итәме, ниндәй етешһеҙлектәре бар?
Ябай ғына миҫал: өс йыл уҙғас, дүртенсе йылда «кәбисә йылы» тип аталған осор башлана, йәғни йыл һайын алты сәғәт иҫәпкә инмәй ҡала. Өс йылда ул йәмғеһе 18 сәғәт булып йыйыла, дүртенсе йыл 24 сәғәткә, йәғни бер тәүлеккә тула. Шуға кәбисә йылының календарында февраль 29 көндән тора, йәғни йылға бер тәүлек өҫтәлә. Һөҙөмтәлә был иҫәпләү системаһында минуттар артығыраҡ килеп сыға һәм 128 йылда артыҡ бер тәүлек хасил була. Тимәк, шул дәүерҙән һуң бер тәүлекте алып ташларға кәрәк. Ни өсөн шулай килеп сыға? Бының сәбәптәрен студенттарға аңлатам да инде.

Календарҙар килеп сығыуҙың да үҙенсәлектәре бар. Бөгөнгө көндә донъяның күпселек өлөшөндә Григориан календарын файҙаланалар. Беҙ ҙә ошо календарь буйынса йәшәйбеҙ. Православие дине Юлиан календарын ҡуллана. Шуға ла «иҫкесә бөгөн фәләнсә число» тип һөйләйбеҙ. Яңы йылды «иҫкесә» ҡаршы алырға яратыусылар ҙа бар. Советтар Союзы заманында 7 ноябрҙәге байрам «Бөйөк Октябрь революцияһы» тип аталып килде, сөнки был ваҡиға ғәмәлдә октябрь айында, йәғни иҫкесә календарь менән йәшәгәндә булған. Йәки католик христиандарҙы алып ҡарайыҡ: улар үҙҙәренең Раштыуа байрамын 25 декабрҙә билдәләй, православие христиандары өсөн иһә был байрам 7 ғинуарға тура килә. Йә булмаһа, Пасха байрамын алайыҡ: православие динендә уның аныҡ ҡына датаһы юҡ, ә католиктарҙа фәҡәт 21 мартта билдәләнә. Былар барыһы ла календарҙағы үҙгәрештәргә бәйле.

Мосолмандарҙың календары, белеүебеҙсә, бөтөнләй башҡаса. Ул айға бәйле, ә ай календары 28 көндән тора. Бөгөнгө лекцияла шуларҙы ла иҫкә алырға тура килде, сөнки бөтә нәмә ваҡыт эсендә үҙгәрә.

– Ни өсөн тәүлек 24 сәғәттән тора? Әйтәйек, 20 йә 30 түгел?..

– Ә ул ҡояштың йөрөүенә бәйле. Календарь нигеҙендә лә ҡояштың ҡалҡыу һәм байыу мәлдәре ята бит. Уның горизонттағы бер офоҡтан икенсеһенә күсеү ваҡытын 24 сәғәткә бүлгәндәр. Аҙна, мәҫәлән, ете көндән тора. Бөгөн студенттар: «Ә ни өсөн ете көн?» тип һораны. Бының үҙ нигеҙҙәре бар. Боронғо Римда астрономдар күк йөҙөндәге «аҙашып йөрөгән» йондоҙҙар, хәҙергесә әйтһәк – планеталарҙың күсеп йөрөүенә иғтибар иткән: Меркурий, Венера, Марс, Сатурн, Юпитер, уларҙан тыш – Ай менән Ҡояш. Тимәк, йәмғеһе етәү килеп сыға. Аҙнаның нигеҙендә лә ошо 7 һаны ята.

Икенсе яҡтан алып ҡарағанда, Ай Ер шары тирәләй 28 көндә урап сыға. Беҙ Айҙың бүленештәрен, йәғни әлеге мәлдә Ер шарына ҡарата ниндәй урында булыуын һәйбәт күрәбеҙ. Яңы ай, тулған ай тип шуға әйтәбеҙ ҙә инде.
Календарҙар, шулай итеп, теүәл һәм аныҡ түгел. Киләһе лекцияла Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының ошо тәңгәлдә алып барған эше тураһында һөйләйәсәкмен. Был эш бөтә донъя өсөн ниндәйҙер яңы универсаль календарға күсеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Һәр айҙы 30 көн тип иҫәпләү, миҙгел һайын айырым көндәр иҫәбе булдырыу һәм башҡалар – ғөмүмән, был өлкәлә проекттар күп. Төрлө илдәрҙең хөкүмәттәренән тәҡдимдәр менән сығыусылар ҙа аҙ түгел.

Ә ни өсөн 30 көн тип тәҡдим итәләр? Сөнки был һан бишкә лә, алтыға ла бүленә. Тимәк, бер айҙы, алтышар көндән алғанда, биш аҙна итеп эшләргә мөмкин. Дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсһәк, ял көндәре ҡушылһа, тимәк, бер айҙы алты аҙналыҡ итергә мөмкин буласаҡ.

Әммә бында барыһы ла ябай түгел. Мосолмандар һаны арта бара һәм улар Ай календары буйынса йәшәргә күнеккән, башҡа бер ниндәй календарҙы ла ҡабул итергә теләмәй. Ураҙа, Ҡорбан һәм башҡа айҙар йыл һайын үҙгәреп тора бит, уларҙың был тәртипте боҙаһы килмәй.

Донъя халыҡтары араһында был тәңгәлдә берҙәм фекер булмауы универсаль календарь булдырыуҙы тотҡарлай.

Артабанғы лекцияларымдың темаһы – Ай эсендә булған ритмик күренештәр. Улар кешенең һәм хайуандарҙың организмына ла ҙур йоғонто яһай. Һуңынан дәрестә Ерҙең ритмик күренештәрен өйрәнеү ҙә планлаштырыла.

– Ни өсөн Һеҙ географ һөнәрен һайларға ҡарар иттегеҙ? Миңә лә был фән бала саҡтан күңелемә яҡын. Филолог булмаһам, географ булып китер инем, моғайын. Башҡортостандың, илебеҙҙең һәм башҡа дәүләттәрҙең физик, тарихи үҫеш, административ бүленеш һәм башҡа карталары миндә һәр саҡ ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра торғайны. Әле лә донъя картаһын яттан һыҙып күрһәтә алам. Һеҙҙә лә шуға оҡшаш ҡыҙыҡһыныу булғандыр, бәлки?

– Һеҙ һорауығыҙға яртылаш яуап бирҙегеҙ ҙә инде. Беренсенән, мин бит ауыл малайы. Ә ауыл кешеләренең барыһын да тәбиғәт балалары тип атарға була. Ауыл балаһы ҡаланыҡыларҙан ниндәй яғы менән айырыла? Тәбиғәт ҡосағында үҫкәс, улар тирә-яҡта барған һәр төрлө үҙгәрештәрҙе теләһәләр ҙә, теләмәһәләр ҙә күрәләр. Тәбиғәттәге үҙгәрештәрҙе беҙ бөтә организм менән һиҙәбеҙ тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ. Күп нәмәләрҙе түҙемһеҙлек менән көтә инек. Мәҫәлән, яҙ ҡарҙың иреп бөткәнен. «Ҡасан сана шыуыу ваҡыты етә инде!?» – тип тә көтөп йөрөй торғайныҡ. Бәғзе бер көрттөң өҫтөнән йөрөргә мөмкин, ә ҡайһы береһенә баҫыу менән билгә хәтлем төшөп китәһең. Уларының айырмаһын белергә лә өйрәнә ауыл балаһы. Ҡуян йәки төлкө үткән урындарҙы эҙләйбеҙ, ҡайһы йәнлектең эҙе икән тип бәхәсләшәбеҙ.

Тәбиғәт үҙенән-үҙе беҙҙең аңға һеңдерә барған күренештәрҙе нисек күрмәй үтеп китәһең, нисек һиҙмәй йәшәйһең инде... Ҡоштар һайрағанда тауышынан танырға, уларҙы күрергә тырыша торғайным. Тик быныһы анһат түгел. Һайыҫҡан менән ҡарға ағас башында оялай, күреп ҡалыуы ҡыйын түгел, ә бына матур итеп һайраған бәләкәй ҡоштарҙың оялары ҡайҙа – шәйләрлек тә форсат юҡ. Урман аша үткәндә ҡыуаҡтан берәй ҡош осоп сыҡһа, әкрен генә яҡын барып ҡарай торғайным – ояһы шунда түгелме икән... Күп осраҡта таба ла торғайным. Тик артыҡ яҡын барма­йым, сөнки йомортҡаларына ҡул менән ҡағылғанда ҡоштоң бында ҡабат ҡайтмаҫын беләм бит инде. Шуға күрә оя эргәһенә билдә һалып китәм һәм ике-өс көн һайын тағы килгеләп китәм – бала сығарҙымы икән, ҡошсоҡтары осоп сығамы...

Йондоҙҙар менән дә ҡыҙыҡһына инем бала саҡта. Тик астрономия­ны бында университетҡа килгәс кенә өйрәнеү форсаты сыҡты, сөнки уны мәктәптең өлкән кластарында ғына үтәләр бит, ә мин һигеҙҙән һуң педучилищеға киттем. Университетта был фәнде лә яраттым. Телеүҙәк артында кирбес башня беҙгә астрономия станцияһы булып хеҙмәт итте. Үткән быуаттың 70-се йылдары башында был башняла Ер юлдаштарын күҙәтеү пункты эшләй ине. Уҡытыусыбыҙ Вафа Сөләймәнов беҙҙе сиратлап үҙенең эргәһенә дежурствоға алып бара һәм йондоҙҙарҙы күҙәтергә өйрәтә. Һөҙөмтәлә беҙҙә лә астрономия менән ҡыҙыҡһыныу уянды.

Бала саҡта атайым карталар алып ҡайта торғайны. СССР-ҙыҡын, Башҡортостандыҡын, башҡа төрлө масштабтағы карталарҙы. Шунан өлкәләрҙе, ҡала һәм райондарҙы эҙләп табыуҙа ярыша торғайныҡ. «Сибай ҡалаһы ҡайҙа, мин күрәм, ә һин?» – тим ҡустыма. Ул тиҙ генә таба алмай аптырай. Ә мин һанай башлайым, бер, ике, өс... Ул тапһа, миңә «задание» бирә. Шулай итеп беҙ картаны яттан белергә өйрәндек.
Тәбиғәтте күҙәтергә яратыу, карталар менән мауығыу географияға алып килгәндер ҙә инде.

Былай мин тарихты ла ярата торғайным, әле лә оҡшай миңә был фән. Тик уны ғүмерлек һөнәр итеп һайлау теләге юҡ ине. Тарихи ваҡиғаларға һәм шәхестәргә арналған фильмдар ҡарарға, уҡырға яратам. Дөрөҫ, ҡайһы бер ваҡиғаларҙы, тарихи шәхестәрҙе боҙоп биргән осраҡтар ҙа булғылай. Илебеҙ йәки донъя күләмендәге ваҡиғалар, һәйбәт тарихмы, насармы – улар беҙҙең тарих. Шулай уҡ, һәр ваҡиғаның тарихи шарттары була һәм төрлө күренештәр ҙә шуға нигеҙләнә.
Көнбайыш илдәренең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы дәһшәтле ваҡиғаларҙы, Европаны фашизмдан азат итеүҙә совет һалдатының ҡаһарманлығын оноторға тырышыуы аңлашылмай, быны миһырбанһыҙлыҡ тимәй, нисек атайһың инде. Халыҡтың батырлығын бер ҡасан да оноторға ярамай. Беҙ тарихты бала саҡтан өйрәнергә, белергә, тарихи хәтерҙе киләсәк быуындарға мираҫ итеп ҡалдырырға тейешбеҙ.

– География менән тарих бәйлеме?

– Һис һүҙһеҙ, бәйле. Донъялағы ике ҙур илде алайыҡ – Ҡытай һәм беҙҙең Рәсәй. Тәүгеһе нисәмә мең йылдар дауамында үҙ территорияһын һаҡлап ҡалған, был биләмә кәмемәй ҙә, артмай ҙа. Рәсәй, боронғо замандарҙы алып ҡараһаҡ, тәүҙә бәләкәй генә ил булған – Новгород Русе, Киев Русе һәм Владимир Русе тигән кенәзлектәрҙән торған. Артабан улар берләшә, Иван Грозный дәүерендә Көнсығышҡа табан киңәйә башлай. Һөҙөмтәлә, беҙҙең дәүләт йөҙ йыл самаһы эсендә Тымыҡ океан ярҙарына тиклем барып сыға.

90-сы йылдарҙа Балтик буйы республикалары, Урта Азия һәм Кавказ дәүләттәре айырым дәүләт ойошторғас, бүленеү процесы туҡтап ҡалды. Ни өсөн? Сөнки беҙ ошо йылдар эсендә берҙәмлекте һәм уның ҙур өҫтөнлөктәрен күрҙек. Ирекле ҡушылыуҙың, халыҡтар берҙәмлегенең өҫтөнөрәк икәнен даими күреп йәшәйбеҙ. Айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы быға асыҡ миҫал.

Башҡортостандың Рәсәйгә ирекле ҡушылыуының 450 йыллығына арналған «Башҡортостандың тарихи-мәҙәни энциклопедик атласы» нәшер ителгәйне. Мөхәрририәт составында инем, тик уның буйынса мин биргән тәҡдимдәр ни өсөндөр иҫәпкә алынманы. Энциклопедияла тарих бүлектәр буйынса ғына һалынған: мәҙәниәт тарихы, уҡыу-уҡытыу, индустриялизация тарихтары һәм башҡалар. Энциклопедик атлас булғас, ул бөтөнләй икенсе төрлө төҙөлөргә тейеш ине.

Шул ваҡиғанан саҡ ҡына алдараҡ Татарстанда Ҡазандың 1000 йыллығына арналған «Тартария» тигән китап сыҡҡайны. Был фолиантты мин ҡарап сыҡтым. Беренсе битендә үк «Л.Гумилевтың яҡты иҫтәлегенә бағышлана» тип яҙылған. Мин тәүҙә аптырап ҡалдым. Гумилевтың әҫәрҙәрен һәм уларҙың әһәмиәте тураһындағы мәғлүмәттәрҙе эҙләй башланым. Был шәхес, билдәле булыуынса, пассионаризм теорияһының авторы. Был теория шуға ҡайтып ҡала: халыҡтарҙың күсенеп йөрөүе һөҙөмтәһендә, ҡаймаҡты оҙаҡ болғағанда май хасил булған кеүек, ниндәйҙер бер «ядро» халыҡ барлыҡҡа килә, тимәк, ошо китапты сығарыусылар татар халҡы тураһында шундай мәғәнә һалған.

Шуларҙы уйланым да, тәҡдим менән сығыш яһаным. Беҙ, башҡорттар, ХVI быуаттың уртаһында Рәсәйгә үҙ иркебеҙ менән ҡушылғанбыҙ. Был ҡушылыу буйынса төҙөлгән килешеүҙәрҙең йөкмәткеһе лә бик фәһемле. Фәҡәт беҙҙең ата-бабалар Рус дәүләтенә яһаҡ түләү һәм көнсығыш сиктәрҙе һаҡлау буйынса йөкләмә алған. Ҡалғаны – ер, тәбиғәт байлыҡтары һәм башҡалар – башҡорттарҙың үҙ иркендә. Хәҙерге федерализм принциптарының нигеҙендә лә ошолар ята бит. Тимәк, федерализм миҫалын донъяға беҙҙең халыҡ биргән! Бөгөн килешеүгә нигеҙләнгән федерализм барлыҡ донъяға таралған. Германияны алып ҡарайыҡ, АҠШ-ты һәм башҡаларҙы. Уларҙа федерация субъекттарының һәр береһенең үҙ ҡануниәте, үҙ хөкүмәте бар. Беҙҙең халыҡ биргән ошо үтә ҙур әһәмиәтле миҫалды әлеге энциклопедияла күрһәтергә тейеш инек! Ә беҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быны эшләй алманыҡ.

– Инбер Мөхәмәт улы, ауыл, бала саҡ тураһында һүҙ сыҡҡас, тыуған төбәгегеҙ хаҡында ла һөйләп китегеҙ әле...

– Мин Дыуан районының Ҡәҙер ауылында тыуып үҫтем. 1965 йылда тыуған ауылымда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Мәсәғүт педучилищеһына уҡырға индем. Шулай итеп, тәүге һөнәрем – башланғыс кластар уҡытыусыһы. Тик мәктәптә башланғыс кластар менән шөғөлләнергә насип булманы, сөнки училищены тамамлаған йылда уҡ Башҡорт дәүләт университетының география факультеты студенты булып киттем.
1974 йылда уны тамамлағас, мине Салауат районы мәғариф бүлеге ҡарамағына ебәрҙеләр. Элек бит юғары уҡыу йортонан һуң йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрәләр ине. Тәүҙә Баймаҡ районының Иҙрис ауылы мәктәбенә директор итеп тәғәйенләргә лә уйлағайнылар. Ҡаршы төштөм: «Өс йылдан һуң, «отработка» бөткәс, барыбер тыуған яғыма ҡайтам, өс йыл ваҡытымды әрәм итәһем килмәй, әле үк барып унда эшкә өйрәнә торһам, яҡшыраҡ булмаймы ни?!» – тип бәхәсләшәм ул саҡтағы мәғариф министры урынбаҫары Ғөбәйҙуллин менән. Шунан уларға ла ризалашырға тура килде.

– Ата-әсәйегеҙ ҙә тыуған яҡҡа ҡайтырға өгөтләгәндер, моғайын...

– Юҡ. Атайым мин педучилищеға уҡырға ингән йылда вафат булғайны: 7 августа мине училище студенты итеп теркәнеләр, ул ошо көндө үк дауаханала яҡты донъя менән хушлашты, минең студент икәнемде белмәй ҙә ҡалды мәрхүмкәй. Әлкә ауылында директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын йөкмәттеләр, унда йыл ярым эшләгәндән һуң республиканың Мәғариф министрлығы күрһәтмәһе буйынса Мәсәғүт педагогия училищеһына эшкә ебәрҙеләр. 1979 йылға хәтлем шунда эшләнем.

Бынан бер йыл алдараҡ Түбәнге Новгород (ул саҡта – Горький) ҡалаһына педучилище директорҙары әҙерләгән өс айлыҡ курсҡа ебәргәйнеләр. Уны тамамлап ҡайтыуға беҙҙең училище директорының пенсияға сығыу ваҡыты ла еткәйне. Тик, йәнә килеп, был вазифала эшләргә насип булманы – Воронеж ҡалаһындағы аспирантураға киттем. 1982 йылда уны тамамлап ҡайттым һәм шул осорҙан алып минең эш урыным – Башҡорт дәүләт университетының география факультетында.

– География фәненең һәм, ғөмүмән, фән өлкәһенең киләсәген нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Хәҙерге ҡатмарлы заманда еңелдән тура килмәйҙер, кадрҙар менән тәьмин итеү, йәштәрҙе ғилми эшкә ылыҡтырыу тейешле һөҙөмтәне бирәме?

– Башҡа фәндәр буйынса баһа бирергә хаҡлымын тип уйламайым, ә бына үҙемдеке буйынса шуларҙы әйтер инем. Хәҙерге осорҙа барлыҡ уҡыу йорттарында бюджет урындары кәмегәндән-кәмей бара. Беҙҙә лә кәмей, тик беҙ быны алдан күрҙек һәм мөмкинлектәрҙе киңәйтергә тырыштыҡ: элек тик география ғына булһа, хәҙер унан тыш геология, гидрометеорология, картография, информатика, туризм йүнәлештәре булдырылды. Һөҙөмтәлә бюджет урындары ныҡ кәмемәне һәм уҡытыусылар контингентын да һаҡлап ҡала алдыҡ. Кадрҙарҙы шулай уҡ алдан үҙебеҙгә-үҙебеҙ әҙерләү хәстәрлеген күрәбеҙ. Беҙҙең кафедрала, мәҫәлән, барыһы ла – минең элекке студенттарым.
Фәнгә ынтылыу ҙа һаҡланып ҡалды. Әлеге көндә беҙҙә барыһы ла тип әйтерлек йәштәр. Беҙҙәге уҡытыу кимәле Рәсәй шарттарына тура килә, тип уйлайым.
Хәҙер бакалавриатура һәм магистратура тигән нәмәләр бар. Ҡайһы бер студенттар бакалавриатураны тамамлағас, магистратурала уҡыу өсөн башҡа тарафтарға юллана. Мин үҙем дә уларға шулай кәңәш итәм: бер генә дипломға ышанмағыҙ, тәүгеһе беҙҙең БДУ-ныҡы булһа, икенсеһен үҙәктәге ҙурыраҡ уҡыу йортонан алырға тырышығыҙ, тип әйтәм. Шулай эшләйҙәр ҙә. Әгәр ҙә студент түбәнерәк курстарҙа уҡ ғилми журналдарҙа мәҡәләләр баҫтырһа, уны магистратураға имтиханһыҙ ҡабул итәләр. Шуға күрә быйыл беҙҙең факультеттың һигеҙ бакалавры Мәскәү һәм Санкт-Петербург университеттарына имтиханһыҙ инеп китте. Бер йылда һигеҙ бакалаврҙың шундай һөҙөмтәгә өлгәшеүе – юғары уҡыу йорто өсөн һәйбәт күрһәткес ул.

– Һеҙҙең ғилми, ижтимағи эшмәкәрлегегеҙҙә ғаиләгеҙҙең дә өлөшө барҙыр, моғайын. Уның тураһында ла һөйләгеҙ әле.

– Ҡатыным Зилә Шәүкәт ҡыҙы менән бергә тормош ҡорғаныбыҙға тиҙҙән 50 йыл тула. Мәсәғүт педучилищеһында бергә уҡығанда уҡ дуҫлашып йөрөнөк, ә өйләнешкәндә мин БДУ-ның икенсе курсында уҡый инем. Ул – Рәсәй Федерацияһының почетлы халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, мәғариф отличнигы. Байтаҡ йылдар ауылда уҡытты, мин Воронежға аспирантураға киткәс, уны мәктәп директоры итеп тә тәғәйенләнеләр. Өс йыл эсендә мәктәпте алдынғы урынға сығарҙы. Өфөгә күскәс, 20-се мәктәптә, артабан Уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында эшләне. Шунан уны ҡала мәғариф идаралығына саҡырҙылар, ике йыл самаһы эшләгәс, Мәғариф министрлығына алдылар, унда 60 йәше тулғансы эшләне.

Ғаиләһе менән. 1977 йыл, Мәсәғүт

Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Олоһо Гүзәл Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ институтында бүлек мөдире булып эшләй. Кесе ҡыҙыбыҙ Айгөл – Зәки Вәлиди исемендәге Респуб­лика милли китапханаһында матбуғат хеҙмәте етәксеһе. Ейәнсәребеҙ Айһылыу Өфө авиация техник университетының һуңғы курсында уҡып йөрөй. Буласаҡ һөнәре бик ҡатмарлы, яңы технологияларҙы үҙләштереү менән бәйле, унда нигеҙҙә егеттәр уҡый икән, араларында Айһылыуыбыҙ менән бергә бер нисә генә ҡыҙыҡай бар. Ул музыка мәктәбен «бишле»гә тамамланы, ил кимәлендәге конкурстарҙа призлы урындар яулап ҡайтты.

Ике ҡыҙыбыҙ ҙа, ейәнсәребеҙ ҙә инглиз телен яҡшы белә, шул уҡ ваҡытта башҡорт телен дә онотмайҙар, сөнки беҙ өйҙә һәр ваҡыт башҡортса һөйләшәбеҙ. Урыҫ мәктәптәрендәге башҡорт кластары араһында олимпиадалар йыш уҙғарыла торғайны, беҙҙең ҡыҙҙар унда даими ҡатнашып, алдынғы урындарҙы яулап килде. Ике ҡыҙыбыҙ ҙа, әсәләре кеүек, «Мәғариф отличнигы» билдәһе менән наградланған.

Читайте нас: