Все новости

Әлшәй фестивале

Быйыл Әлшәй районында «Быуаттарҙы ялғар аҫыл еп» («Веков связующая нить») республика аҫалы балаҫ фестива­ле етенсе мәртәбә уҙғарылды. Ул Бөтә Рәсәй милли-мәҙәни проекттарының «Рәсәй – этник ирәүел» («Россия – этнический комфорт») бәйгеһендә «Милли йолаларҙы һаҡлау-үҫтереү өсөн» номинацияһында дипломға лайыҡ булды.

Әлшәй фестивале
Әлшәй фестивале

Милли хазина кимәленә күтәрелгән биҙәктәр

Башҡорт аҫалы балаҫын дан­лаған йыйынды халыҡта Әлшәй фестивале, тиҙәр. Дим, Ҡыҙыл, Дымлы Ҡыҙыл, Төлән, Таҡйылға, Өршәк йылғаһы буйҙары – әүәл-әүәлдән аҫалы балаҫ һуҡҡан мең ырыуы башҡорттарының төйәге. Ошо тарихи аң һәм ғорурлыҡ менән һуғарылған фестиваль йылдан-йыл киңәйә: күрше Миәкә, Дәүләкән, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Ғафури, Архангел, Баймаҡ, Бөрйән, Өфө балаҫсылары, хатта Ишембай, Стәрлетамаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Бөрө, Күгәрсен оҫталары унда йөҙөп йөрөп ҡатнаша, сөнки аҫалап-барсалап һуғыу серҙәре күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Бы­уындан-быуынға тапшырылып, ауылдан-ауылға таратылып, балаҫ­тан-балаҫҡа күсерелеп, уникаль башҡорт аҫалары, биҙәктәре, барсалары милли хазина кимәленә күтәрелгән.
Йыл һайын ошо тылсымлы һөнәр эйәләрен күреү, боронғо һәм бөгөнгө аҫалар байрамында ҡатнашыу үтә
лә мәртәбәле. Фестивалгә юл асыу­сы, фатиха биреүсе Әлшәй ке­шеләре үҙҙәре ҡасандыр аҫалы ба­лаҫтар һуғып үҫкән. Район баш­лығы Дамир Радик улы Мостафин менән уның урынбаҫары Закуан Зөфәр улы Әхмәтов (мәрхүм) әйтеүенсә, «аҫалы балаҫ нурына ҡойоноп, матурлығына ғашиҡ булып, матди файҙаһын тойоп үҫкән яҡташтарыбыҙ ысын мәғәнәһендә бай этник байрамға, ярҙамға һәм данлауға лайыҡ».
Фестиваль үткәреү идеяһын Рес­публика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» галереяһын оҙаҡ йылдар етәкләгән Кәримә Шәрип ҡыҙы Кайдалова хуплай һәм эште яйға һалыуға һәр яҡлап булышлыҡ күрһәтә. Бөрө ҡалаһындағы «Ебәк юлы» туҡыма туҡыу үҙәге етәксеһе, филология фәндәре докторы Рә­зилә Вәкил ҡыҙы Ғарифуллина – фәнни яҡтан төп таяныс. Шулай уҡ Дәүләкәндәге Ҡоръятмаҫ ауылынан легендар оҫта Нәжиә Фазлый ҡыҙы Әхмәтвәлиеваны аҫалы балаҫ һуғыу буйынса ғына түгел, төрлө туҡыу-һуғыу ысулының халыҡтағы һәм производстволағы төрҙәрен яҡшы белгән остаз тиергә була. Әлшәй районы Торонтайыш
ауылынан Тәслимә Әбелғата ҡы­ҙы Ғатауллина эште тәрәндән белгән, талапсан һәм ғәҙел оҫта булып сыҡты, үҙ фекерҙәре менән баһалама төркөмөнә ихлас ҡушылды. Архангел районынан «Мозаика» халыҡ туҡыу-һуғыу клубы етәксеһе Фәнисә Фәрит ҡыҙы Гольцованың дәрт-дарманы һәм тәжрибәһе әллә нисә респуб­лика семинары үткәрергә етерлек. Миәкә районы Елдәр ауылынан Гүзәл Хәниф ҡыҙы Вәлитова балаҫ аҫалау буйынса махсус юғары белем алған, күренекле педагог, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Тәлғәт Хәсән улы Мәсәлимовтың шәкерте. Ҡырғыҙ-Миәкәлә «Баш­ҡорт аҫалары» ғәмәли мәктәбен асҡан ул. Вәлитованың уҡыусылары һуҡҡан башҡорт аҫаһы өлгөләре 2010 йылда уҡ Бөтә Рәсәй халыҡ сәнғәте конкурстарында гран-при яуланы. Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Миләүшә Зиннәт ҡыҙы Абайҙуллина Әлшәй фестивалендә даими ҡатнашып, сифатлы һәм заманса эштәре өсөн дипломға лайыҡ булды. Һуңғы йылдарҙа бөтә мәҙәни салаларҙың уртаһында ҡайнаған билдәле оҫта­бикә Рәйлә Фәрит ҡыҙы Алламоратова ла бөтә Башҡортостанды гиҙеп йөрөп балаҫ һуғыусыларға ярҙам итә. Уның тормош иптәше Ғәйзулла Алламоратов портатив станок – өҫтәлгә ҡуймалы һуғыу ҡорамалы яһай.
Ижади эшкә ынтылған егәрле ҡатындарҙың хыялын киң күңелле һәм булдыҡлы ир-егеттәр тормошҡа ашыра – балаҫ һуғыу урыны яһаған балта оҫталары һәр кемдең тел осонда. Хәйбуллала – Вәзәм ауылынан Риф менән Азамат Суриндар, Архангелдә – Орловканан Алексей Гольцев, Ғафуриҙа – Сәйетбабанан Юнир Ишбирҙин (мәрхүм), Өфө районында – Ғәйзулла Алламоратов, Күгәрсендә – Раил Алламоратов, Дәүләкәндә – Ҡоръятмаҫтан Руслан Әминев, Бөрөлә – Фуат Ғарифуллин, Андрей Кырчиков, Стәрлетамаҡта – Илдар Алламоратов һ.б. – уларҙа бөгөн туҡыу-һу­ғыу урынын теләгән кеше таба ала.
Баймаҡ ҡалаһынан Шәһит Сө­ләймәнов Әлшәй фестивалендә иң көтөп алған эшҡыуар, ул иләнгән, сиратылған, төрлө төҫкә буялған һарыҡ йөнө алып килә. Киләһе күргәҙмәләрҙә бары тик тәбиғи материалдан – һарыҡ йөнөнән һуғылған аҫалы балаҫтар ғына конкурсҡа ҡабул ителә, шуға күрә күптәр Баймаҡ йөн эшкәртеү цехы хеҙмәткәрҙәренең ярҙамын шатланып ҡабул итте, тоҡлап-тоҡлап әҙер йөн йомғаҡтары тейәп ҡайтып китте.


Аҫалар – һәр йөрәктә

Әлшәйҙә аҫалы балаҫ һәр йортта бар. Уны һуғыусылар – йәше-ҡарты, ҡыҙы-улы – был кәсеп мәнеһен-тәртибен яҡшы белә. Бала саҡтан күңелгә яҡын булған, йәнгә – ял, тамаҡҡа – аш, өҫкә кейем биргән файҙалы кәсепкә хөрмәт-иғтибар кәмемәй. Район башлығы Дамир Мостафин, уның урынбаҫары Айҙар Солтанғолов, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мир­ғәсим Әкимбәтов, уның ярҙам­сылары – район мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Наилә Шәрипова, методистар Тәнзилә Зарипова, Гүзәлиә Ғиззәтуллина, Зилә Мөхәмәтйәнова, Алина Сә­ләхова һәм башҡалар арымай-талмай төбәктә һәм республикала боронғо халыҡ кәсебен тергеҙеүгә тотонған. Уларҙың эшенә ғилми яҡтан йүнәлеш биреп тороусы билдәле ғалим-этнограф Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәеваның эшмәкәрлеге, кәңәштәре – ҙур таяныс. Әлшәй аҫаларына дан йырлаған арҙаҡлы уҙаман Закуан Зөфәр улы Әхмәтовтың яҡты рухы ла һәр ваҡыт бәйгеселәр янында.
Башҡортостандың аҫалы балаҫ һуғыу оҫталарын туплаған фестиваль Раевканың район социаль-мәҙәни үҙәгендә үтә. «Әлшәйҙә ҡунаҡ ҡаршылау» хореографик композицияһы (етәксеһе – Азамат Кәримов) байрамды күтәрешә, тамаша залы сәхнәһендә «Әлшәйем балаҫтары» тигән йырлы-бейеүле сығыш гөрләй (Альфред Яҡшым­бәтов көйө, Венера Басирова ши­ғыры, «Байрам» йыр ансамбле етәксеһе – Наилә Шәрипова).


Оҫталар бәйгеһе

Оҫталыҡтары менән дан алған шәхестәрҙе күтәрә Әлшәй фестивале. Халыҡсан, сифатлы, заманса балҡышлы аҫалар һуғыу рухи һәм һөнәри ныҡлыҡ талап итә. Боронғо башҡорт аҫалы балаҫын бөгөн дә балҡытыусылар юғары баһа ала. Әйткәндәй, аҫалап һуғыу оҫталары йылдан-йыл күбәйә.
2010 йылда Әлшәй районын­да тәү башлап үткәрелгән аҫалы балаҫ күргәҙмәһенә ярты Баш­ҡортостандан оҫталар йыйылғай­ны, Тәслимә Әбүлғата ҡыҙы Кәли­муллина (Әлшәй) алға сыҡты.
2011 йылда фестиваль барышында Балаҫ йәрминкәһе ойошторолдо һәм район Балалар ижады йортонда эшләгән түңәрәк өсөн балаҫ һуғыу ҡоролмалары һатып алынды.
2012 йылда профессиональ оҫталар күргәҙмәһендә Нәжиә Фазлый ҡыҙы Әхмәтвәлиеваға (Дәүләкән) тиңләшеүсе булманы.
2014 йылда Әлшәй фестива­лендә, боронғо оҫталарҙың балаҫ­тарын йыйып, хөрмәт һәм хәтер тантанаһы үткәрҙеләр.
2016 йылда Әлмира Хәйҙәр ҡыҙы Кәлимуллина (Әлшәй) еңеүсе булды.
2018 йылда Гүзәл Хәниф ҡыҙы Вәлитова (Миәкә) иң-иң оҫта баһа­һын алды.
2019 йылда әлшәйҙәрҙең аҫалар конкурсы Халыҡ-ара «Содружество» фестиваленә ҡатар үткәрелде, ике кешегә еңеүсе дипломы тапшырылды.
2022 йылда Гүзәл Хәниф ҡыҙы Вәлитова (Миәкә) менән Зәкирә Хәлиулла ҡыҙы Воронцова (Әлшәй) төп еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
2023 йылда Зөлфиә Хәлиулла ҡыҙы Бикбулатова (Әлшәй) гран-при яуланы.
2024 йылда Гөлсәсәк Рауил ҡыҙы Өмөтбаева (Әбйәлил) менән Таң­һылыу Рауил ҡыҙы Ҡаҙаҡбаева (Бөрйән) заманса оҫталыҡ менән һуғылған аҫалы балаҫтары менән еңеүсе тип иғлан ителде. Улар бер туғандар булып сыҡты. Шулай ҙа була: оҫталыҡ – ғаилә бүләге.
«Башҡортостандың аҫалы ба­лаҫ оҫталары» реестр-исемлеге тулылана, уларҙың эшенә айырыу­са талапсан иғтибар бүленә. Шуныһы шатлыҡлы: ҡасандыр призлы урынды яулаған оҫталарҙың ҡулы танылып тора. Роза Искәндәр ҡыҙы Раҡаева (2010, Федоровка), Рабиға Сәлих ҡыҙы Йәрмиева (2014, Ғафури), Светлана Раян ҡыҙы Сәйетова (2014, Әлшәй), Сәғәҙәт Мәжит ҡыҙы Фәсхиева (2016, Бишбүләк), Әлмира Хәйҙәр ҡыҙы Кәлимуллина (2016, Әлшәй), Зилә Камил ҡыҙы Мырҙаҡаева (2016, Миәкә), Фәнисә Фәрит ҡыҙы Сәйфетдинова (2016, Архангел), Сәүиә Иманғол ҡыҙы Муллағәлиева (2016, Әлшәй), Зәлиә Марат ҡыҙы Сәмиғуллина (2022, Әлшәй), Рәйлә Тимерхан ҡыҙы Әхмәтйәнова (2022, Әлшәй), шулай уҡ Валентина Викторовна Индиенко (2022, Салауат ҡалаһы), Альбина Ҡәҙим ҡыҙы Нафиҡова (2022, Бөрө ҡалаһы), Асия Фәйзрахман ҡыҙы Лотфрахманова (2022, Әлшәй) фестиваль лауреаттары исемен алды.
Һуңғы йылдарҙа Дим яҡтары­на аҫалы балаҫтар тағы ла алыҫы­раҡ төбәктәрҙән ағыла, яңы исемдәр асыла. Улар араһында Ишембайҙан Гөлсирә Миңлеғәле ҡыҙы Дәүләтова, Хәйбулланан Тәнзилә Вәлит ҡыҙы Күскилдина, Йылайырҙан Миләүшә Шаһыбал ҡыҙы Моратова, Бишбүләктән Гүзәл Фирҡәт ҡыҙы Ғилметдинова, Әлшәйҙән Нәсимә Кинйәбай ҡыҙы Ниғмәтйәнова, Дәүләкәндән Ми­ләүшә Зиннәт ҡыҙы Абайҙуллина кеүек һөнәрмәндәр бар.
2023 йылда «Иң шәп балаҫсы» тигән «үҙешмәкәр титул» уйлап табылды, был баһа менән балаҫ һуғыу эшен тергеҙеүгә ихлас көс һалған, халыҡ араһында һәм йәштәр менән эш алып барған айырыуса ынтымат һәм булдыҡлы оҫталар билдәләнде. Кем белә, бәлки, киләсәктә уларға «Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ кәсептәре оҫтаһы» тигән дәрәжәле исем дә бирелер. Шулай итеп, бер тауыштан иң шәп балаҫсылар тип танылыусылар – Гүзәл Хәниф ҡыҙы Вәлитова (Миәкә), Асия Фәйзрахман ҡыҙы Лотфрахманова (Әлшәй), Фәһимә Сабир ҡыҙы Хәлилова (Архангел), Рәйлә Фәрит ҡыҙы Алламоратова (Өфө районы), Рәйлә Фәрит ҡыҙы Ғабдрәхимова (Әлшәй). Улар һәр фестиваль һайын яңы эштәрен күргәҙмәгә ҡуйып, ҡабат-ҡабат еңеү яуланы.
«Быуаттарҙы ялғар аҫыл еп» фестивалендә һөнәрмәндәргә лауреат дипломдары, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыла, улар «алтын ҡул», «маһир һөнәрмән» исемдәре менән хуплана. Быйылғы махсус грант буйынса бирелгән бүләктәргә халыҡ бик һөйөндө. Әлшәй уртаһындағы социаль-мәҙәни үҙәк ике көн бу­йы гөрләп торҙо, аллы-гөллө аҫыл балаҫтарға күмелде. Фестиваль йолаһына әйләнгән оҫталыҡ дә­рестәре, лекциялар, түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыу – бөтәһе лә һәр кем өсөн фәһемле, танһыҡ.


Етенсе Әлшәй фестивале күргәҙмәһендә

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һөнәрмәнлеге башҡорт аҫаларының уникаль, бер ҡайҙа ла ҡабатланмаҫ биҙәктәрен барлыҡҡа килтерә. Әлшәйҙәрҙең хужаларса яуаплы һәм мөхәббәтле ҡарашы көньяҡ-көнбайыш Башҡортостанда айырыуса киң таралған эште – балаҫ аҫалауҙы – алға сығарҙы, халыҡ сәнғәте дәрәжәһенә күтәрелгән һөнәри оҫталыҡҡа юл асты. Өс йөҙләп балаҫ эленгән күргәҙмә буйлап йөрөү һәр кемдә сикһеҙ һоҡ­ланыу, рәхмәт тойғоһо уятты.
Миәкә районы Боғҙан ауылынан килгән Зөлхизә Әмированың, Тамъяндан Зәлифә Янышеваның балаҫында бығаса бик һирәк ос­раған «ҡандала» йәки «йәйен ауыҙ» тигән боронғо аҫа килеп сыҡты. Уны күптәр фотоға төшөрөп, бик ҡатмарлы икәнен күреп, уғата ҡыҙыҡһынып китте.
Миәкәнән Миңнур Мәзит ҡыҙы Ғатауллина балаҫында ҡатмар­лы айсыҡ, өсмөйөш биҙәк аҫа бик ҡыҙыҡлы яңы композиция хасил итә, уҡытыусыһы Гүзәл Вәлитова­ның ярҙамы һиҙелеп тора.
Архангел районы Көмәрле ауылынан килгән Фәнүзә Шәйхетдин ҡыҙы Иштуғанованың эше ауылдашы Фәриҙә Рамаҙан ҡыҙы Яҡупова (1932 йылғы) һуҡҡан аҫалы ба­лаҫтан бик уңышлы күсерелгән. Ысынлап та, оҫталар талабы элек­тән шулай ҡәтғи: «Аҫалар тулы ояһы менән һәм дөрөҫ күсерелергә тейеш. Боҙолған аҫа – емерелгән яҙмыш. Аҫаны үҙгәртеү – гонаһ».
Ғафуриҙан Гөлнара Истәүи ҡыҙы Заһиҙуллина йәштәрсә тәүәккәллек менән аҫаларҙы аҡ ерлеккә һуға, балаҫтары яҡты һәм заманса күре­нешкә әйләнә.
Әлшәйҙең Һарыш ауылынан Шәүрә Вәли ҡыҙы Йосопова (1948) алып килгән балаҫ 1980 йылда һуғылған, уның ҡыялай – диагональ ҡуйылышы теүәл һәм асыҡ, һирәк осрай торған ҡатмарлы сулпы аҫа менән биҙәлеүе лә юғары баһаланды. Ошо уҡ район оҫтаһы Суфия Миңнебай ҡыҙы Шәң­гәрәева (1937) балаҫында бик күркәм урата-рамка һуғылған, ҡара ерлектәге сағыу батмус аҫалар күҙ яуын алырлыҡ ине. Рәзилә Ғәлимулла ҡыҙы Шафиҡованың балаҫы халыҡсан традицияларға тоғролоҡ өлгөһө булараҡ «Фестиваль һөйөнөсө» тигән маҡтауға лайыҡ булды. Зилә Рәйес ҡыҙы Шайморатова тәҡдим иткән балаҫта бик ыҡсым һуғылған айсыҡ, бетеү аҫалары хәтерҙә ҡалды. Тәслимә Әбелғата ҡыҙы Кәлимуллина үҙенең халыҡсан рухтағы яңы балаҫын бик сифатлы итеп һуҡҡан, уның кеүек оҫталыҡ бөтә күргәҙмәлә бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Асия Фәйзрахман ҡыҙы Лотфрахманова (1937 йылғы) – бил­дәле оҫта, уның эштәре һәр саҡ күҙгә бәрелә, быйыл да «Фестиваль аҫаһы эталоны» тигән юғары баһалар уға арналды. Наил Самат улы Ғизетдинов әсәһе һуҡҡан аҫалы балаҫты күргәҙмәгә ҡуйған: Мәҙинә Ғабдрахман ҡыҙы Хәбирова (1929–2020) ғүмер буйы яратып башҡарған эшен балаларына ҡалдырған. Самауыр тояғы аҫаһы һуғылған тығыҙ, биш килограмлы был затлы монаят ысын мәғәнәһендә «Фестиваль ҡомартҡыһы». Әбйәлилдән килгән Баймаҡ ҡыҙы Гөлсәсәк Рауил ҡыҙы Өмөтбаеваның йәштәрсә дәрт һәм оран ташлап торған сағыу эшен «Аҫалар йондоҙлоғо» тиергә мөмкин. Йондоҙ аҫалар әллә нисә төҫтә нурланып, калейдоскоп кеүек тирә-йүнгә теремек, шат ҡа­рай. Гөлсәсәк Өфөләге «Ағиҙел» берекмәһендә һуғылған профессиональ рәссамдар ижад иткән балаҫты саф халыҡсан стилдә яңынан «тыуҙырған». Заманса төҫтәр һәр кем күңеленә хуш килерҙәй. Уның эшен күреү менән «Фестиваль асылы» тигән өмөт тоҡана. Архангелдән Фәһимә Сабир ҡыҙы Хәлилованың балаҫы ғәҙәттән тыш йоҡа, плед рәүешендә, әммә аҫалап һуғылышы бик таҙа, ентекле эшләнгән – иң талапсан күргәҙмәләргә ҡуйырлыҡ. Хәйбулланан Тәнзилә Вәлетдин ҡыҙы Күскилдина килтергән баҙыян аҫалы балаҫ баҙыҡ төҫтәрҙәге һа­рыҡ йөнөнән тығыҙ итеп һуғыл­ған, сифатлы эшенә ҡарап, оҫтаға «Фестивалдең алтын ҡулы» баһа­һын бирге килә. Дәүләкәндән Мө­нирә Зиннәт ҡыҙы Абайҙуллина үҙенең һуҙмаһында шулай уҡ сифатлы итеп аҫалау өлгөһө күрһәтте.
Таңһылыу Рауил ҡыҙы Ҡарағо­лова Бөрйәндән килгән. Күргәҙмәгә ҡуйған эшендә бик йыйнаҡ һәм ышаныслы итеп һуғылған боронғо йондоҙ аҫалар яңырып-балҡып тора, оҫтаның бик талантлы икәнен һөйөнсөләй. Күңелгә килгән беренсе һүҙ – бына бит «Фестиваль хыялы»!
Етенсе фестивалдә 8 йәштән 15 йәшкә тиклемге мәктәп уҡыу­сылары махсус конкурста ҡат­нашты: алдан бирелгән аҫаны тиҙ­лек менән сәғәт ярымда һуғып күрһәтергә тейеш инеләр. Әлшәй ҡыҙҙары Илина Шәрипова, Камилла Сәғәҙиева, Йәмилә Үҙәнбаева, Әҙилә Миңнеғәлиева, Кристина Воронцова, Самира Сәмиғуллина, Гөлйемеш Сиражетдинова, Учалы ҡыҙҙары Варвара Рябцова, Эльвина Солтанова, Миәкәнән Ләйсән Кәримовалар ысынтылап аҫалау-барсалау серҙәрен белә.
Әлшәй аҫалы балаҫтар фести­валендә күңелде йылытҡан иң матур күренеш балаҫ һуҡҡан ғаиләләр булды. Бәхеткә күрә, береһенән-береһе егәрле һәм татыу оялар бик күп. Бишбүләк районы Аҙнай ауылынан килгән Кирәевтәр ғаиләһе айырым күргәҙмә ҡорғайны. Сәйфелмөлөк Кирәев атлы уҙамандың биш ҡыҙы була, инәйҙәренә эйәреп, барыһы ла аҫалы балаҫ һуға. Миңлегөл, Миңнеямал, Рәфиә, Ралия, Факия, Лилиә менән Рәфиә Ҡәҙер ҡыҙҙары Миһрановалар – шул уҡ ғаиләнән, улар бергә унлап балаҫ элде. Традицион аҫалар араһында әтәс, ҡусҡар биҙәктәре лә пәйҙә булған. Балаҫ оҫталары бындай яңы күренешкә иғтибар итте. Һуғыусының электән эш белгән сымыры ҡуллы икәне күренеп тора ине.


Аҫалы балаҫ музейындағы уйҙар

Әлшәйҙәге социаль-мәҙәни үҙәктә «Башҡорт аҫалы балаҫтары» музейы бар. Күренекле оҫталарҙың фотогалереяһы тулылана, яңырып тора. «Быуаттарҙы ялғар аҫыл еп» республика фестиваленә нигеҙ һалған данлыҡлы балаҫсыларҙың фоторәсемдәре, биографиялары, уникаль эш үҙенсәлектәре – төп экспонаттар. Башҡорт аҫаларын ижад иткән милли халыҡ сәнғәте хаҡында уникаль тарихи һәм фәнни мәғлүмәт туплана.
«Башҡортостан һуҡма балаҫ­тары» тигән баш аҫтында тәүге күргәҙмә Күмертау ҡалаһында 1998 йылда үтә. Уны ойоштороусыларҙың береһе булған Кәримә Кайдалова артабан ныҡышмалы һәм эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлеге менән аҫалы балаҫты оло мәҙәни майҙанға сы­ғарҙы һәм сәхнәгә күтәрҙе, тиергә мөмкин. Халыҡ ижады үҙәге аҫалап балаҫ һуғыу оҫталарының республика семинарҙарын башланы. Архангел, Ғафури, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Йылайыр райондарында, Сибай ҡалаһында балаҫсылар, Әлшәйҙәге кеүек, асыҡ конкурс-күргәҙмәләрҙә, оҫталыҡ дәрестәрендә осраша.
Башҡортостан Мәҙәниәт ми­нистрлығы янындағы Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Урал» галереяһы Әлшәйҙәге фестиваль-конкурстарға ҙур әһәмиәт бирә. Башҡорт аҫалы балаҫының феноменаль күренеш кенә түгел, милли хазина булыуы оҫталарҙың эшендә асыҡ сағыла. «ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы» тигән ҡурсыулы ярҙам күрһәтеү, гранттар отоу ҙа район мәҙәниәт бүлеге һәм республиканың мәҙәниәт етәкселеге юллауы буйынса башҡарыла.
Фестивалдең төп таянысы һәм көсө – Әлшәй яғында, әүәл-әүәлдән ғаилә-әҡрәбәһе менән балаҫ һуҡҡан данлыҡлы оҫталарҙа. 2010 йылдағы тәүге район фестивалендә, үҙе бер тамаша булып, 97 йәшлек Нәсимә Мырҙагәрәй ҡыҙы Сиражетдинова бөтә ғаиләһе менән ҡатнашты. Ул үҙ ғүмерендә өс йөҙҙән ашыу балаҫ һуҡҡан, айбарлы хеҙмәт ма­һирлығы ҡыҙҙары Зәкирә менән Зөлфиәгә лә күскән. Оло ҡыҙы – Бәләкәй Аҡҡолой ауылында йәшә­гән Зәкирә Хәлиулла ҡыҙы Воронцова 2019, 2022 йылдарҙа рес­публика фестивалендә гран-при яуланы. Икенсе ҡыҙы Зөлфиә Хәлиулла ҡыҙы Бикбулатова былтыр шулай уҡ гран-приға лайыҡ булды. Зәкирә Воронцова өйрәткән мәктәп уҡыусылары төркөмө быйыл тиҙ аҫалау ярышында ла төп еңеүсе булды.
Тәүге фестивалгә әлшәйҙәр үҙҙә­ренең яҡташтарын – Дим-Өршәк буйының балаҫ һуғыусыларын йыйғайны: онотолмаҫ сағыу ижадлы оҫталарҙы бөтә Башҡортостан күрҙе. Һәр оҫта үҙ балаҫтары, аҫалар ҡоролған урын-станогы менән килгәйне. Улдары һәм ҡыҙҙары, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре – һәммәһе лә балаҫ һуға, ысынтылап, еренә еткереп аҫалай белә. Был һөнәрҙең бик тә ғәзиз һәм кәрәкле икәнен яҡшы аңлай, хәләл көсө менән донъяны матурлай, ил-йортто биҙәй, тормошон ҡотайта... Уларҙың ябай һәм ынтымат хеҙмәте мәшһүрлеге, донъяуи әһәмиәте менән хайран итте.
Оло быуын балаҫсылар бере­һенән-береһе фәһемле иҫтәлектә­рен дә һөйләне. Балаҫ өсөн төрлө төҫкә манылған аҫыл йөн ептәрҙе улар магазин-баҙарҙан алмаған. Өй эсе менән яҙғы йөндө – баҡтаны ҡырҡыу, уны таҙартыу, йыйыу, тетеү, иләү, сиратыу, йомғаҡлау, буяу эштәре, балаҫ һуғырға яраҡлы буй еп оҙатыр өсөн киндерҙән йә кизе-мамыҡтан ныҡлы еп әҙерләү, унан килеп тотош бер ҡатмарлы ҡоролма булған һуғыу урынын булдырыу (көрөҫ, тараҡ, тәбелдерек, урҙа, ҡолға, һоҫа кеүек «серле кәрәк-ярағын» әйтергә лә түгел) – барыһы ла кәрәк. Ошо эштәрҙе һанап сыҡҡанда ла, ҡатын-ҡыҙҙы ни хәтле бөтмөр, егәрле һәм бул­дыҡлы итеп яралтҡаны өсөн Алла­һыға мең шөкөр итәһең. Аҫалар йыйынының тәүге «ҡарлуғастары» Гөлзәйнәб Ҡөнәфә ҡыҙы Кирәева (Иҫке Сәпәш ауылы), Гөлсөмбаныу Хажиәхмәт ҡыҙы Ғабдрәхимова (Сурай ауылы), Миңнегөлсөм Ниғ­мәтулла ҡыҙы Ғәлиуллина (Аҡбирҙе ауылы), Зөһрә Арғынбай ҡыҙы Әхмәтова (Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы), Миңнесәүиә Иманғол ҡыҙы Муллағәлиева (Иҙрис ауылы) үҙ ғүмерҙәрендә бер нисә йөҙ балаҫ һуғып дан алған.

 

Һәр балаҫсы – үҙе бер яҙмыш

Әйтеүебеҙсә, Әлшәй оҫталары­ның исем-шәрифтәре теркәлгән айырым исемлек-реестр төҙөлгән, унда боронғо аҫалар өҫтөндә уйнап үҫкән бөгөнгө быуындың әсәй-өләсәйҙәре телгә алына, йылы хәтирәләр һаҡлана.
Шуларҙың береһе – Хәҙисә Насир ҡыҙы Өмөтҡужина (1904–1992). Яҡташтары уның маһир­лығын хөрмәтләп иҫкә ала, ҡалдырған монаятын – аҫалы балаҫтарын байрам түренә элеп һоҡлана. Миңзиян Мөҡәддәс ҡыҙы Миңнеғәлиева (1905–1985) шулай уҡ йөҙәрләгән балаҫ һуғып оло абруй ҡаҙанған оҫта була. Сураҡай ауылында йәшәгән Ҡунаҡбикә Тимербай ҡыҙы Ибәтуллина һуҡҡан балаҫтарҙа баҙыян, йондоҙ, ай­сыҡ аҫалары һаман да күҙ яуын алырлыҡ. Мәрхәбә Хәйрулла ҡыҙы Зәйнуллина (1915–2012) ифрат сифатлы, ҙур-ҙур йөн балаҫтар һуға. «Илле балаҫ ҫуҡтым, Иҙелгә етте, илгә барыбер етмәне» тигән һүҙ унан ҡалған, тиҙәр.
Бәләкәй Аҡҡолай ауылынан Нәсихә Мырҙагәрәй ҡыҙы Сиражетдинова (1920–2018) үҙ ғүмерендә 160 балаҫ һуҡҡан, бөтә туғандарын, бала-сағаһын аҫалы-ҡотло йәмгә төргән. 2016 йылда, 97 йәшендә, республика фестивалендә ҡатнашып, махсус приз менән бүләкләнгән. 40-лап балаҫ аҫалаған Иҙрис ауылы уңғаны Ғилминиса Кашап ҡыҙы Мөфтиеваға (1923–1992) Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡан ире менән атаһы балаҫ һуғыу урыны яһап биргән. Балаларын, килендәрен уның эштәре бөгөн дә һөйөндөрә.
Иҫке Сәпәш ауылынан Гөлзәй­нәб Ҡөнәфә ҡыҙы Кирәева (1929–2010) бик сифатлы аҫалар һуғып ҡалдыра, уның эштәре респуб­лика күргәҙмәләрен биҙәй. Сура­ҡай ауылынан Йәмилә Абдрахман ҡыҙы Йомағолованы ла (1924–1991) телгә алмау мөмкин түгел. Рабиға Сөләймән ҡыҙы Хөсәйенова (1928–2014) бик сымыры, аҫалау­ға мөкиббән киткән кеше була, ире уға йортонда балаҫ урыны яһап бирә. Бөтә күңелен биреп эшләй ул, «Ағиҙел» производство берек­мәһенең дә нормаһын үтәп, сифатлы эше өсөн премиялар ала, «Хеҙмәт ветераны» дәрәжәһенә ирешә.
Сурайҙа тыуып үҫкән апалы-һеңлеле Шәһәрбаныу Арыҫланова (1930–2010) менән Гөлсөмбаныу Ғабдрәхимова (1932) – арҙаҡлы балаҫ һуғыусылар, был һөнәргә мөкиббән китеп, ал-ял белмәй эшләгәндәр. Уларҙың балаҫын кеше өс йыл алдан сиратҡа яҙылып һуҡтырған.
Исеме лә, балаҫтары ла тарихта ҡалған Әнисә Хәбибулла ҡыҙы Ниғмәтуллина (1930–2021) – Фән ауылы оҫтаһы. Мәмдүҙә Кинйәбай ҡыҙы Сайранова ла (1934–2019) йөҙҙән ашыу балаҫ аҫалаған.
Нәзирә Мөхлисуллил ҡыҙы Тәбрисова (1939–2010) Ыҫлаҡ ауылында ғүмер кисерә, Өфөләге «Ағиҙел» берекмәһенә айына 3-5 балаҫ һуғып биреп тора, йөҙләгән эше илгә тарала. Һарыш ауылы оҫ­талары Гөлшаһиҙә Шәрәфетдин ҡыҙы Нәғимова (1930–2003), Гөлшат Зәйнулла ҡыҙы Нәғимова (1941–2023), Суфия Миңнебай ҡыҙы Шәңгәрәева (1937) көстәрен йәлләмәй, тирә-яҡ ауылдарға хәтле еткереп балаҫ һуҡҡан. «Беҙ һуҡҡан балаҫтар Ташкентҡа, Ленинградҡа, хатта Ҡытайға китте», – тиер бул­ған улар.
Әлшәй яғында күренекле ба­лаҫсылар Рәйсә Ғарифулла ҡы­ҙы Рафиҡованың эшен таный. Ҡу­лы ҡотло, тип уның балаҫын көт­кәндәр. Шулай уҡ Вәрисә Маннан ҡыҙы Имаеваның аҫалары әле лә күргәҙмәләргә ҡуйыла, төбәктең данын күтәрә. Ҡыпсаҡ-Асҡарҙан Зөһрә Арғынбай ҡыҙы Әхмәтова кеүек тырыш, өлгөр оҫталарҙы халыҡ һағынып иҫкә ала. «Зөһрә балаҫына шәп кейәү килә», – тип юрағандар.
Аҡбирҙенән Миңлегөлсөм Ниғ­мәтулла ҡыҙы Fәлиуллина (1935–2010) республика фестивален баш­лаған әлшәйҙәргә бик ярҙам итә, балаҫтарын гел күргәҙмәгә бирә. Ул, эшенән ғажиз булып, әйтеп ҡалдырған, имеш: «Йәмғеһе йөҙҙән ашыу балаҫ ҫуҡтым, ҫуғып туя алманым. Был эшкә тотонмағыҙ, балаҡайҙарым, көнө-төнө әсир булырһығыҙ». Ташлынан Фәниә Хәйрулла ҡыҙы Хәбибуллина (1941), Миңнефатима Хәбир ҡыҙы Хәбибуллина (1930), Ғәфүрә Ишмөхәмәт ҡыҙы Баймөхәмәтова (1935), Миңйыһан Имам ҡыҙы Исамова (1941), Зәйтүнә Ғабдрахман ҡыҙы Әғзәмова – ауыр һуғыш йылы балалары, һәр береһе 50–60 балаҫ һуғып, ауыл ҡыҙҙарын бирнәле итә, рәхмәтле була. Сурай­ҙан Сажиҙә Усманова менән Гөл­сәсәк Вәлиуллина, Зилә Татлыбаева, Фатима Шөғәйепова, Нәсимә Зәйҙуллина... Һәр балаҫсы – үҙе бер яҙмыш, үҙе бер һабаҡ һәм фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө.


Фестиваль бөгөн һәм иртәгә

Әлшәй фестиваленең үҙенә генә хас тәртип-ҡанундары бар, шулай уҡ һәр йыйын һайын яңылыҡтар ҙа индерелә.
Тәүге ҡағиҙә – башҡорт бала­ҫындағы аҫаларҙың традицион фор­маһын, рәүешен, биҙәген ҡәтғи һаҡлау. Уйҙырма биҙәктәр һуғылған эштәр конкурсҡа ҡабул ителмәй. Икенсе шарт – ике йылға бер үтә торған фестивалгә бары тик өр-яңы балаҫтар ғына ҡабул ителә. Өсөнсө ҡағиҙәгә ярашлы, конкурста бары тик һарыҡ йөнөнән һуғылған аҫалы балаҫтар ғына ҡатнашасаҡ. Уларҙың буяуы ла боронғоса ысул менән әҙерләнгән, тәбиғи буяу булһа, балаҫтың халыҡсан төҫтәре юғары баһаланасаҡ. 2024 йылғы баһалама төркөмөнөң был тәҡдиме менән балаҫсылар бер һүҙҙән килеште.
Дүртенсенән, фестиваль бөгөнгө көн өсөн ҡыҙыҡлы, зауыҡлы, килемле булырҙай эштәрҙең айырым күргәҙмәһен дә булдыра: тәбиғи йөндән мотлаҡ аҫалап һуғылған балаҫ, һуҙма, өҫ кейеме, сувенир, картина рәүешендә әйберҙәр айырым ҡараласаҡ. Бынан тыш, аҫалы балаҫ һуғыу мәктәптәренең эшенә иғтибар ителә һәм һәр оҫтаның йәштәргә лә өйрәтеүе мөһим тип баһалана.
Оҫталар йылдан-йыл күбәйә, уларҙың эштәре-балаҫтары иҫәпкә алына, йәштәрҙе өйрәтеү-уҡытыу буйынса даими эш яйға һалына, музей һәм күргәҙмәләр әүҙем эш­ләй, һуғыу ҡоролмалары алына. Быйыл оҫталарға иллешәр мең һумлыҡ приздар бирелеүе айырыуса шатлыҡлы күренеш. Ләкин былар – һөнәрмәнлектең тышҡы күренеше генә, уның төп асылы оҫталыҡ һәләте, ил яҙмышы, донъя­ именлеге менән бәйле. Аҫалы аҫыл балаҫтар бәхетле һәм өмөтлө тормош билдәһе бит.

Әлшәй фестивале
Әлшәй фестивале
Әлшәй фестивале
Әлшәй фестивале
Әлшәй фестивале
Әлшәй фестивале
Әлшәй фестивале
Әлшәй фестивале
Әлшәй фестивале
Әлшәй фестивале
Автор:Сәрүәр СУРИНА, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Читайте нас: