Сыңлап китә тәңкәләр...
Ҡыйғы районы Йосоп ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ бәләкәй сағынан ҡурсағына кейемдәр тегергә ярата, өләсәһенән ҡалған һандыҡтағы боронғо биҙәүестәр менән ҡыҙыҡһына. Ғаиләлә балалар күберәк әнкәй (өләсәй) тәрбиәһендә була, сөнки атаһы йәшләй үлеп китә, ә әсәһе көндәр буйы колхоз эшендә йөрөй. «Әнкәйем бешергән ыуыҙ күмәстәр, ҡабарып бешкән әпәй, ҡоймаҡ тәмдәре һаман ауыҙҙа тора», – тип хәтерләй Гөлдәр. Ойоҡбаш, шәл бәйләргә лә өләсәһенән өйрәнә ул. Ҡарт өләсәһе шаршауҙар теккән, таҫтамал, алъяпҡыстар сиккән, балаҫ һуҡҡан. Эшһөйәрлек, өйҙә йылы мөхит, һиллек тыуҙырыуға ынтылыш әсә-өләсәһенән ҡыҙға күсә. Гөлдәр әсәһенең матур итеп сигелгән таҫтамалдарын хәтерләй. Бөтә кейем-һалым, ҡаралты, йорт йыһазын халыҡ үҙе етештергән заманда йәшәгән ҡыҙ барыһын да күңеленә һеңдереп үҫә. Уртансы кластарҙа уҡығанда ҡурсағына кейем бәйләп, күргәҙмәгә ебәреп ҡарай.
Ҡыҙы Гөлнара тыуғас, уға кейемдәрҙе үҙе тегә башлай. Бер ваҡыт үҙенә заманса стилдә милли күлдәк тегеп алмаҡсы була. Әммә стилләштерелгән кейем ярлы һәм мәғәнәһеҙ кеүек күренә, күңеленә ятып бөтмәй. Ысын башҡорт милли костюмы булдырыу теләге уяна Гөлдәрҙә. Шунан алып тәңкәләрҙе, биҙәүестәрҙе йыя, боронғо фотоһүрәттәрҙе өйрәнә башлай. Тегәсәк кейем – тәбиғи туҡыманан, биҙәүестәре – тәбиғи таштарҙан, тәңкәләре көмөштән булырға тейеш! Мәрйен, ҡортбаш, тәңкәләрҙе еренә еткереп теҙә. Һәм, ниһайәт, үҙенең эшенән ҡәнәғәт була. Артабан да ныҡышмалы эшен дауам итә. «Беренсе тәнҡитсе – үҙең. Һиңә оҡшаһа, тимәк, башҡаларға ла оҡшай», – ти ул.
Гөлдәр ижад иткән образдар ҙа, уның эш стиле лә үҙенсәлекле. Мәҫәлән, Эрмитаж коллекцияһынан XVIII быуаттағы «Сакома» (ошо атама менән теркәлгән, башҡортсаһы һаҡал булыуы мөмкин) түш биҙәүесен тергеҙгәндә уны 1718 йылда әйләнештән алынған тәңкәләр менән биҙәй. Ысын кәләбаш формаһындағы башҡорт ҡатын-ҡыҙының баш кейемен эшләй белгән һирәк һөнәрмәндәрҙең береһе лә ул. Кәләбаш (кәләпүш, гәләбәш, башкейем) – бейек тулалы һәм киң арҡа ҡыуышлығы булған, мәрйендәрҙән һәм көмөштән торған шлем формаһындағы баш кейеме. Уны хан ҡатындары, тархандар кейгән.
– Тәүҙә Дим буйы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һаҡалын, һуңынан үҙебеҙҙең төньяҡ-көнсығыш, Ғәйнә ырыуы вәкилдәренең кейемен тергеҙҙем. Уларҙы тулыландырыу өсөн ҡайып сигергә лә өйрәнергә тура килде. Беҙҙең башҡорт костюмы бик үҙенсәлекле һәм ифрат бай. Был турала этнограф Сергей Руденко ла яҙып ҡалдырған: «Төрки халыҡтарҙың кейемдәре араһында иң бай, иң йөкмәткеле һәм иң төрлөһө – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарыныҡы». Был бик юғары баһа, – ти героинябыҙ.
Гөлдәр Шәрәфетдин ҡыҙы С.Шитова, С.Руденко һ.б. этнографтарҙың хеҙмәттәрен өйрәнә. Светлана Шитова «Башҡорт халыҡ кейеме» китабында баш кейеменең үҙенсәлекле мәғәнәгә эйә булыуын, уны кейгән кешенең матди һәм ғаилә хәле, йәше тураһында мәғлүмәт биреүен билдәләй. Унда беркетелгән тәңкәләр, биҙәүестәр бетеү ролен үтәгән, сәйлән менән сигелгән орнаменттар ҙа шул уҡ тәғәйенләнештә ҡулланылған.
Милли костюмды беләҙек, йөҙөк, алҡа, аҫмалар, һаҡал, түшелдерек, сулпылар тулыландырып торған. Елкәлек ҡыҙҙар өсөн генә тәғәйенләнгән биҙәүес һаналған. Уны яһағанда йыш ҡына аҡса, мәрйен, аҡыҡ, фирүзә, тау гәлсәре, мәрүәр, ҡабырсаҡ, ҡайһы саҡта балыҡ умыртҡаһы, ҡәнәфер емештәре ҡулланылған.
Хәҙер милли кейемдең сәхнәлә генә түгел, халыҡ араһында ла лайыҡлы урыны бар. Һуңғы осорҙа ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ гардеробында һаҡал, ҡашмау, хәситә кеүек элементтар барлыҡҡа килде. Милли костюм элементтарын заманса кейем менән аралаштырыу яғында Гөлдәр. Үҙе лә көндәлек кейеменә тура килтереп яға сылбыры, түшелдерек, башҡорт орнаменты менән биҙәлгән янсыҡ, тәбиғи ташлы көмөш беләҙек таға. Тамбур сигеүле күлдәге лә үҙенсәлекле.
Быйыл ул башҡа оҫтабикәләр менән Салауат районының картаһын сигеүҙә ҡатнаша. Эш бик мауыҡтырғыс була. Геопарк зонаһы булараҡ, райондың тарихын сағылдырыу бурысы ҡуйыла оҫтабикәләргә. Фантазияға, сигеүҙең яңы ысулдарын өйрәнеүгә юл асҡан был эшкә ихлас тотона ҡатын. Тамбур менән сигелгән был картала Салауат Юлаев һүрәтләнгән. Композицияла муниципалитеттың гербы менән Янғантау шифаханаһы ла бар. Өҫкө һул мөйөшөндә – Бейек-тау, уң мөйөшөндә Таштирмәне күрергә була.
– Ошолай бергәләп эшләү һөнәрмәндәрҙе таныштыра, тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирә. Милли кейем йолалары менән мауығыу илебеҙҙең төрлө ауыл-ҡалаларында йәшәгән милләттәштәребеҙҙе берләштерҙе. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, туғандар кеүек осрашабыҙ, аралашып торабыҙ. Мин халҡыма бай ҡомартҡыны күрергә, ошо матурлыҡҡа ҡағылырға, тойорға булышлыҡ итәм икән, тимәк, ижадым файҙа килтерә, – ти Гөлдәр.
Йәш табип Гүзәл Марат ҡыҙына Гөлдәр теккән күлдәктәрҙең тәбиғи туҡыманан булыуы оҡшай:
– Һаулыҡҡа ыңғай тәьҫир итә, тән тын ала, – ти ул. – Көмөш тәңкәләр, мәрйендәр менән биҙәлгән муйынса, тамбур сигеүле күлдәк, сағыу ҡушъяулыҡ, таҡыя – барыһы ла ыңғай эмоция бирә. Бигерәк тә хәситә күңелгә ятты. Ул күҙ тейеүҙән, күкрәк өлөшөн елдән һаҡлай. Заманса күлдәк менән бигерәк матур күренә.
Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко ла Гөлдәрҙең ижады менән һоҡланып былай ти:
– Гөлдәр Шәбиева – башҡорт мәҙәниәтен алға әйҙәүсе, тарихҡа инерлек гәүһәрҙәребеҙҙең береһе. Замандашыбыҙ эшләгән этник костюмдарға тиң булырҙайҙарҙы осратҡаным юҡ әле. Был тулыһынса аутентика. Бөтә булмышы менән образға инеп китеп яһағаны күренеп тора. Гөлдәрҙең ҡул йылыһы менән һуғарылған костюмында башҡорт ҡыҙы образында булырға тура килде миңә. Боронғо сығанаҡтарға ҡағылырға мөмкинлек биреүенә сикһеҙ рәхмәтлемен. Башҡортостаныбыҙҙа шундай лайыҡлы кешеләрҙең булыуы беҙҙең өсөн ғорурлыҡ. Үҙебеҙҙең яҡтан уға ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ.
«Һомай» музейы
Йылдар үтә тора, тегелгән кейемдәр, йыйылған экспонаттар күбәйә. Тынғыһыҙ ханым этнография музейын булдырырға ҡарар итә. Тормош иптәше Илшат менән ҡыҙы Гөлнара ла ярҙамға килә. Шулай итеп, ишек алдында әкиәт өйөндәгеләй өсмөйөш формаһында яңы бина ҡалҡып сыға.
– Музейыма «Һомай» исемен бирҙем. «Урал батыр» эпосында Һомай – ҡоштар батшаһы Самрау менән Ҡояштың ҡыҙы. Уны күргән кеше ғүмерлек бәхеткә ирешә. Музейыма килгән һәр кемдең юлдары асылһын, бәхетле булһын, тигән теләктәмен. Башҡорт халҡы элекке заманда Тәңрегә, сихри көстәргә, тәбиғәткә ышанып йәшәгән. Иң тәүҙә мине Палластың экспедициянан алып ҡайтҡан ҡатын-ҡыҙҙың баш кейеме ҡыҙыҡһындырҙы. Ҡош башын хәтерләткән кейем «Һомай» образын булдырыуға этәрҙе лә инде.
Музей ойошторғанда айырыуса тарихи теүәллеккә иғтибар итә Гөлдәр. Унда хәҙер башҡорт кейемдәренән алып бик боронғо һуғыш ҡоралдарына тиклем (Пугачев заманындағы йәҙрә, III–IV быуат ҡылыстары, Наполеон һуғышындағы уҡ-һаҙаҡтар, скифтар заманынан ҡалған һөңгө һәм хәрби балта) бар. Үҙеңде үткән заманға сәйәхәт иткәндәй хис итәһең бында! Боронғо әйберҙәрҙең ни тиклем сифатлы итеп эшләнгәненә, затлы булғанына хайран ҡалаһың.
Музейҙан энергия, көс, дәрт-дарман алып сығаһың. Башҡа музейҙарҙан айырмалы рәүештә бындағы әйберҙәрҙе тотоп, хатта кейеп ҡарарға ла була.
Бер уҡыусы баланың башына кәләпәне кейеп, көҙгө эргәһенән китә алмай торғандан һуң: «Ҡайтҡы ла килмәй...» – тиеүен үҙенә иң ҙур баһа булараҡ ҡабул итә хужабикә.
Мин дә түҙмәнем һәм боронғо кейемдәрҙең береһен кейеп ҡарарға булдым. Әйтә алмаҫлыҡ хистәр солғап алды шул ваҡытта. Йөҙөмдә йылмайыу барлыҡҡа килде, арҡа турайҙы... Бөтә көндәлек мәшәҡәттәр юҡҡа сыҡты... Аҡланды бер итеп бейегем килде... Шул ваҡытта Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның шиғыры иҫкә төштө:
– Бына был ҡашмау була, – ти, –
Мәрйенле баш кейеме.
Ҡәйнә ҡаршылай йортонда
Ҡашмау кейгән киленде.
Ә быныһы саф көмөштән,
Сылт-сылт итеп сылтырар,
Исеме – фирүзә ташлы
Көйәнтәле сулпылар.
Былары бына – һарауыс,
Ҡолаҡҡа – көмөш һырға,
Ынйы-мәрйенле маңлайса
Ҡушылып сыңлай йырға.
Аҡыҡ ташлы ҡаптырмалар,
Көмөш тәңкә – әмәйҙек,
Һәр бармаҡҡа ҡашлы йөҙөк,
Беләктә – ҡуш беләҙек.
Музейҙы тулыландырыуҙа башҡорт милли кейеменең тарихын төптән өйрәнгән милләттәштәребеҙҙең роле ҙур булыуын билдәләй Гөлдәр Шәрәфетдин ҡыҙы:
– Боронғо костюмдарҙы тергеҙгәндә Илдар Ғатауллин, Альберт Мәхмүтов кеүек тарихты өйрәнеүселәр бик күптәргә үҙ кәңәштәре менән ярҙам итәләр. Башҡорт кейемдәрен, биҙәүестәрен реставрациялау, боронғо сулпы-биҙәүестәр һәм һаҡал эшләү менән шөғөлләнә улар. Шундай оҫталар менән эшләүемә сикһеҙ шатмын.
Музей экспонаттарын тулыландырыуҙа ауылдаштары ла ярҙам итә. Татарстан, Төмән, Чебоксар, Силәбе яҡтарынан, интернет аша төрлө коллекционерҙар менән элемтә тота Гөлдәр. Ҡайһы бер йорт йыһаздарын үҙенә лә тергеҙергә тура килә. Милли костюмдар байрамы алдынан Рафаэль Амантаев (шағир Ғабдулла Амантайҙың ейәне, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. – Авт.) музейға үҙе эшләгән ҡалҡан бүләк итә. Әйткәндәй, Рафаэль Альберт улы бер нисә йыл рәттән ансамбль бейеүселәренә милли биҙәүестәр, ҡәмәр, сулпылар яһай.
Музейҙа ҡурсаҡтарға ла урын бар. Ҡыҙ балалар бәләкәйҙән өй ҡороп, ҡурсаҡ уйнап үҫә. Гөлдәр уларға башҡорт күлдәктәре тегеп кейҙерә.
– Музейға ата-әсәләре менән бәләкәй генә балалар ҙа килә. Кескәйҙәрҙең күҙҙәре иң башта ҡурсаҡтарға төшә, әлбиттә. Шуға ла милли кейемебеҙҙәге уйынсыҡтар бәләкәс дуҫтарыбыҙға дөрөҫ тәрбиә бирергә булышлыҡ итә, тип уйлайым. Шулай уҡ хиджәб кейеп килгән йәш ҡатындарҙың үҙебеҙҙең һарауыс ҡушъяулыҡтарҙы ябынып ҡарап, һоҡланыуҙарын белдереүе бик ҡыуаныслы. Оло апайҙарға таҫтар ябынып йөрөү бик килешә. Был баш кейеме уларҙың олпатлығын, аҡыллылығын иҫбатлай. Элек бит еткән ҡыҙмы, йәш киленме, түлдән ҡалған оло ҡатынмы икәнен уларҙың кейеменә ҡарау менән аңларға булған, – тип һөйләй уңғанбикә.
Музейға экскурсиялар ҙа яйға һалынған. Мәскәү, Пермь, Силәбе өлкәләренән, Татарстан, Ҡырғыҙстандан да киләләр. Башҡортостан Милли музейының реставрация бүлеге хеҙмәткәре Сәлимә Усманованың тәҡдимдәр кенәгәһендәге: «Уникаль йорт-музей өсөн оло рәхмәт! Башҡорт милли кейемдәрен генә түгел, биҙәүестәрен дә, йорт-ҡура әйберҙәрен дә бик ҡәҙерле генә итеп, улар өсөн айырым йорт һалыу бик мөһим һәм изге эш. Киләсәк быуын өсөн, замандаштарыбыҙ өсөн дә үрнәк, күңел сатҡыһы. Изге эш ерҙә ятып ҡалмаҫ!» – тигән фекеренә бик күптәр ҡушылыр ине, моғайын.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина бына нимә ти:
– Гөлдәр Шәрәфетдин ҡыҙы – талантлы, ижади, эшһөйәр хужабикә, башҡорт кейемен тергеҙеүсе алтын ҡуллы реконструктор-оҫтабикә. Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, иртә таңдан ҡара төнгә ҡәҙәр башҡорт халҡының этнографияһын тергеҙеү эше менән булышҡан Гөлдәргә һоҡланып ҡарайым, хатта йыш ҡына һорап та ҡуям: «Ҡасан йоҡлайһың ул, нисек өлгөрәһең?» – тип. Ғәжәйеп матур күңелле, ихлас булыуы бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Ул бик яҡшы әңгәмәсе лә!
«Һомай» исемле музейына килгәндә, бында башҡорттарҙың иң шәп оҫталарының ҡул эштәре һаҡлана! Гөлдәр һәр әйбергә яңы ғүмер бирә, йән өрә, мөғжизә тыуҙыра. Тергеҙеп, тегеп, биҙәп эшләгән кейем һәм биҙәүес өлгөләре тап ошонда тарихи, боронғо башҡорт иленә ҡайта. Уның эштәре – шедевр, бер һүҙ менән әйткәндә. Күҙ теймәһен!
Оҫтабикәнең Салауат батыр төйәгендә шәхсән музейы булыуы – төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының биҙәге, ундай музей республикала берәү генә! Ул оҫталыҡ цехы ла. Килгән балалар, йәштәр өсөн оҫталыҡ дәрестәрен йыш ҡына үткәрә. Ул арала кейем-һалым, биҙәүес эшләп нисек өлгөрәлер, күҙ эйәрмәй! Биҙәүестәрен күргән ҡатын-ҡыҙ һуштан яҙа. Кәләбашы ғына үҙе ни тора!
Рәхмәттәрем сикһеҙ Гөлдәргә, был мөғжизәне ул үҙ тырышлығы менән булдыра! Бөртөкләп йыйылған ынйылары – «Һомай» музейы донъя кимәлендә лә танылыу яулаһын!
Ожмах баҡсаһындай
Уңған ҡатындың ихатаһы ла бик матур. Хуш еҫле сәскәләрҙән, саф һауанан баш әйләнә, күҙҙәр ҡамаша хатта. Ниндәй генә ағастар юҡ бында! Шыршының, емеш ағастарының әллә нисә төрө үҫә! Сылтырап шишмә ағып ята, ҡоштар һайрай, күбәләктәр оса. Ағастан эшләнгән ҡош һындары, эскәмйәне һаҡлап торған айыу һындары – барыһы ла иҫ киткес матур. Берәй ландшафт дизайнерҙарының ижад емеше тип торорһоң.
– Башҡорт кейемдәрен тергеҙгәндә дизайнер ҙа, реставратор ҙа, хатта ландшафт дизайнеры ла булырға тура килә. Хәҙерге заман менән бергә атларға кәрәк. Экскурсияға килгән мәктәп балалары менән әңгәмә алып барғанда, бөгөнгө көндә үҙебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, мәҙәниәтте тергеҙергә ярҙам иткән, ландшафт, йорт, кейем дизайнерҙары, модельер, фотограф, рәссам, сигеү, тегеү, ювелир һөнәрҙәре кәрәклеген әйтәм, – тип һөйләй әңгәмәсем.
Хужабикәнең өйө лә музейҙан бер ҙә ҡайтыш түгел: һәр мөйөшө уйланылған, күңел йылыһы биреп эшләнгән. Ниндәй генә гөлдәр юҡ! Гөлдәр гөлдәр ярата! Тәҙрә ҡорғандарынан алып мебелгә тиклем боронғолоҡ, сихрилыҡ бөркөп тора.
Яҡташыбыҙҙың хыялы – музейҙы ҙурайтыу, урамда асфальт түшәтеү, килгән ҡунаҡтарға ял итеү урыны, парк булдырыу.
Гөлдәр ижади бәйгеләрҙә ҡатнашырға ла өлгөрә. «Тамға» халыҡ-ара милли кейеме оҫталары, «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй, «Таҡыя» халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурстарында призлы урындар яулай.
Бигерәк тә быйылғы йыл шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай була. Апрель айында Республика Башлығы Радий Фәрит улы Рәхмәт хаты менән бүләкләй. Етәксебеҙ һөнәрмәндәргә ихтирамын белдерҙе, халыҡта милли костюмға һөйөү, ҡыҙыҡһыныу артыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республикала халыҡ сәнғәте кәсептәрен яҡлау программаһы эшләп килеүен, милли кейемдәр теккән, биҙәүестәр эшләгән оҫталарға ошоға оҡшаш программа булдырырға теләген белдерҙе. Шулай уҡ, эш кейемен боронғо башҡорт костюмы элементтары менән тулыландырыуҙы дауам итергә кәрәклеген, дәүләт тарафынан ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында әйтеп үтте.
Быйыл Ҡариҙел районында уҙғарылған «Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының мәҙәни кодтары» фестивалендә «Башҡорт этнографик ҡурсаҡтары» номинацияһында икенсе урын алып ҡайта Гөлдәр.
Силәбе өлкәһендә йәшәүсе рәссам һәм тарихсы Михаил Воронов-Кушаковский ватандашыбыҙҙың ижадына һоҡланып былай ти: «Гөлдәр менән танышыуыма бик шатмын! Ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һоҡланырлыҡ сағыу өлгөһө. Ата-бабаларҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнгән, һаҡлаған кеше булыуы – әйтеп бөтә алмаҫлыҡ ҡыуаныс! Уның коллекцияһының артабан да тулыланыуын теләйем. Гөлдәр Шәрәфетдин ҡыҙы ижады мәҙәниәт дәрестәрендә өйрәнелергә тейеш, тип уйлайым».
Рәссамдың тәҡдиме урынлы. Юғары оҫталыҡҡа ирешкән, бай тәжрибәһе менән уртаҡлашырҙай замандашыбыҙ булыуы бик ҡыуаныслы.