МЫ САМИ - ИЗ БАШКИР
23 Апреля , 06:00

Далалағы ҡурай моңо

Әнисә Сиражетдинова (Бәширова) – кәлсер-табын ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған Архангел районы Аҫҡын ауылы ҡыҙы. Һуңғы йылдарҙа туристарҙы йәлеп иткән тәбиғәт ҡомартҡыһы – Аҫҡын боҙ мәмерйәһе янында булған ул ауылда бөгөн кеше йәшәмәй, бары тик ил ҡыҙырып йөрөгән сәйәхәтселәр генә уның ғәжәп тымыҡ һауалы, сағыу тәбиғәтенә һоҡлана. Тыуған яғын өҙөлөп һөйгән Әнисә Сабир ҡыҙының ғүмере сит тарафтар менән бәйле – йәшләй Ҡаҙағстанға сығып китеп, шунда төпләнә. Шиғри күңелле, хисле ватандашыбыҙҙың тормошо менән журнал уҡыусыларҙы ла таныштырабыҙ.

Әнисә Сиражетдинова.Әнисә Сиражетдинова.
Әнисә Сиражетдинова.

Бәхетле һәм тыныс йылдар

Әнисәнең атаһы Сабир Зариф улы Бәширов (1895–1971) сығышы менән Ҡауарҙы ауылынан. Архангел, Ғафури, Белорет яҡтарында киң билдәле шәхес хаҡында этнолог-тарихсы Жәлил Кейекбаев ҙур хикәйәт-очерк яҙҙы, йәмәғәт эшмәкәре, даукәр рухлы һуғыш һәм хеҙмәт ветеранының һүҙҙәрен матбуғатҡа сығарып, илгә-халыҡҡа бәйән итте. Дүрт балаһы менән тол ҡалған атаһын ташлап китә алмаған Рәхимәне (1904–1994) яратып, Сабир ул ваҡыттағы ғөрөфтәргә ҡолаҡ һалмай, Аҫҡынға үҙе күсеп килә. Әсәнән бәләкәйҙән ҡалған игеҙәктәрҙе, Йәғәфәр менән Фатиманы, үҙ ҡанаты аҫтына ала. Егәрле, йомшаҡ күңелле Рәхимәһе менән алты балаға ғүмер бирә элекке фронтовик. Әнисә – иң төпсөк ҡыҙ, апайҙары Тәнзилә, Миңнегөл, Рәхимә, Нәсимә, Рауза менән етәкләшеп, ағай-энеләре Рафаил, Рауил менән уйнап, Аҫҡын һыуын бик яратып, тәбиғәт хозурында, атай-әсәйле булып үҫәләр.

Әнисә урта мәктәпте Ҡауарҙы ауылында тамамлай. Атаһының хыялы ҡабул була: ул бәләкәйҙән хисле, китап һүҙенә әүәҫ була. Тәүге шиғри хиссиәте һәм хикәйәләре Архангел районының «Инйәр тауышы» гәзитендә баҫыла. 1962 йылда «Совет Башҡортостаны»нда«Ленинға» тигән шиғыры донъя күрә. Владимир Лениндың тыуған көнө уңайынан балаларса саф рәхмәт тойғоһона туған халҡының өмөтө ҡушыла: атаһы Сабир һөйләүенсә, революция юлбашсыһы вәғәҙә иткән үрҙәргә, яҡты киләсәккә беҙҙең башҡорт ихлас ышана, ер-һыуының яҙмышын үҙ ҡулына алырға һәм ырыҫлы ил бәхетен күрергә теләй. Үткер сәйәси һәм халыҡсан фекер ярылып ятҡан был әҫәргә шағирҙар Рәми Ғарипов менән Миәссәр Басиров иғтибар итә. 1960 йылдар башында республикала йәштәр ижадын ҡурсалаусы ошо шәхестәр Әнисәнең шиғырына ҙур баһа биреп, уны «өмөтлө ҡәләм» тип нарыҡлай. Ижады менән яҡындан танышырға, артабан уҡытырға теләп, уны эҙләй башлайҙар. Әммә... Аҫҡын ҡыҙын яҙмыш икенсе яҡҡа алып китә.

Ул осорҙа сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү сәйәсәте байтаҡ халыҡты Ҡаҙағстан яғына ташлай: элекке Целиноград (хәҙер Астана), Аҡтүбә, Кустанай, Күкшетау, Бастүбә далаһы, бигерәк тә Ҡарағанда шахталары бөтә Советтар Союзынан эшселәрҙе һура. Айырыуса Башҡортостан йәштәре яңы эш урынына күпләп ағыла. Әнисәнең яҡташтары, Аҫҡын ауылы кешеләре лә, ҡаҙаҡ далаһында донъя көтә башлай. Хозур Урал тәбиғәте бик һағындырһа ла, ул яҡтағы юғары эш хаҡы, әҙер йорттар, яҡшы техника менән тәьмин ителгән ауыл хужалығы әҙәмгә сағыштырмаса иркен йәшәргә форсат бирә.

Күңелен ифрат хисле итеп үҫтергән тыуған йортон, ата-әсәһен, йәмле Аҫҡын буйҙарын, Әсетауы менән Олотауын ҡалдырып, ер аяғы – ер башы яҡҡа сығып китеүенә Әнисә ғүмер буйы үҙе лә аптырай. Бер шауҡым булды, ахыры, тип ҡуя. Романтик рух үҙенекен иткән, күрәһең. Үҙһүҙле тәүәккәллек менән дыуамаллыҡ та уға ситкә сығып китергә юл ҡуйғандыр.

 

Ҡаҙаҡ далаһына

Тәржемәи хәле хаҡында Әнисә Сиражетдинованың үҙ ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр хәтерҙә ҡала:

– Миңә ни бары ун алты йәш... Ҡауарҙы мәктәбендә һигеҙенсене тамамлағас, Өфөлә педагогия училищеһына уҡырға индем. Рәми ағай Ғарипов менән таныштым, ул бер нисә шиғырымды алды, гәзиттә баҫтырҙы. «Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙарынан киләсәктә йәнә бер шағирә сыға», – тип минең исемемде әйтте. Ағайым Рауил армияға алынды. Оло йәштәге атай-әсәйемде йәлләп, ауылға кире ҡайттым. Ҡыш етте. Ауылымда рәхәт кенә йәшәп ятам, Ҡауарҙыға йөрөп туғыҙынсы класта уҡыйым. Күркәм Аҫҡын буйы тәбиғәте, әллә нисә урамлы Ҡауарҙылағы яңы таныштар, дуҫтар, бигерәк тә тәүге мөхәббәт хистәре мине тамам биләп алғайны. Бәхетле һәм тыныс йәшлек йылдары... Имен-һау атайым менән әсәйемдең рәхәтен күреп, уларҙы үҙемсә «ҡарап», йәшәп ятҡан әкиәти дәүер. Ҡабатланмаҫ миҙгелдәр...

Шул осорҙа тын ғына ятҡан ауыл гөж итеп ҡалды: Ҡаҙағстандан ҡунаҡтар ҡайтып төштө. Ауылдаштарыбыҙ сиҙәмселәр булып киткән ғаиләне өй беренсә ашҡа йөрөтәләр, ҡунаҡ итәләр. Тегеләр алыҫ ҡаҙаҡ далаһын маҡтай: мул тормош, бар илдең өмөтөн туплаған яңы совхоздар хаҡында, һәйбәт техника менән эшкәрткәс, яҡшы уңыш биргән киң баҫыуҙар, һәр төрлө тауар өйөлөп ятҡан бай магазиндар, әҙер кирбес йорттар тураһында һөйләй. Мин быларын ишетмәнем дә, тыңламаным да. Бәхетле көндәремә күҙ тейҙеме, шайтан ҡара томан ебәрҙеме – йөрәгемде һығып барған ауыр хис бөтә донъя шатлығын томалағайны. Армияға оҙатҡан егетем, һөйгән кешем хаҡында хыянатсыл хәбәр алдым. Йәнәһе, ул миңә генә түгел, йәнә бер ҡыҙға хат яҙа. Алып килеп тә күрһәттеләр – уның ҡулы, уның фотоһы... Ҡара көйҙөм. Өс йылға армияға киткән егеткә ҡарата тоғролоғом аҡҡош тоғролоғона тиң ине. Ул да шулай мине генә уйлайҙыр, тик миңә генә һөйөү һүҙҙәре тултырып хат яҙалыр, тип ышаныуым бөтә булмышымдың таянысы ине бит. Ошо таяныс ауғас, тормошом бер аянысҡа әйләнде. Күҙемә аҡ-ҡара күренмәне. Ярға ырғытылған балыҡ инем. Күңел күгем ишелде лә төштө. Иркә үҫеү касафатымы, тормоштағы тәүге ҡаршылыҡ менән бәрелеүме... Гүйә, һөйгәнем йөрәгемде ситкә атты, бөтә ауыл минән көлә, иптәштәрем мыҫҡыллап йә йәлләп һөйләй кеүек тойолдо. Мин был халәтемде хәҙер ҙә аңламайым. Бары тик мөхәббәтте тереләй ашаусы ғәйбәтсегә рәнйешем һаман йөрәгемде әрнетә.

Атайым менән әсәйемә мине шундай төшөнкөлөктә күреү бик ауыр булғандыр. Улар мине кире терелтеү өсөн саф ағын һыу эҙләне. Ҡаҙағстан ҡунаҡтары тап ана шул баш айнытырлыҡ хәсрәтте тарҡатырлыҡ әмәл тәҡдим иткән күрәһең уларға. «Ҡыҙығыҙҙы Ҡаҙағстанға алып китәйек, унда рәхәт, етеш тормош көтә, хәсрәтен бик тиҙ онотор», – тигәндәрҙер. Юғиһә улар мине берәй нисек тотор, туҡтатыр, тейешле һүҙҙәр табыр ине. Әллә мин бер ни ҙә ишетмәнемме... Атайымдың ҡаршы килеүе оторо ярһытты, әсәйем, ник әйттем, тигән көнгә төшөп, юлға әҙерләне. Барыр ҙа, оҡшамаһа, ҡайтыр, тигәндәрҙер. Һаламға йәбешкән батып барыусы шикелле, сиҙәмселәр ҡорған ауға һә тигәнсе эләктем. Шулай итеп, ауылдаштарыбыҙ – Ҡаҙағстанда йәшәгән башҡорт ғаиләһе алып китте мине атайым йортонан.

Поезд менән киттек. Мин бер ни уйлай алмайым. Бәйләп алып барған мал кеүекмен. Иҫһеҙ һымаҡ инем. 22 йәшлек Тимерхандан тыш, тағы өс кеше – апаһы, ҡаҙаҡ еҙнәһе, әсәһе. Улар мине бик хәстәрләп, ҡурсып, юл буйы ҡарап ҡына барҙы.

Поезда ике тәүлек самаһы барғас, автобусҡа, шунан трактор арбаһына күсеп ултырҙыҡ. Оҙон ағас арбаға ябыҡ будка беркетелгән, эсенә төрлө халыҡ лыҡа тулған. Ошо тығынлыҡҡа, еҫкә, ялҡытҡыс һелкетеүгә түҙергә кәрәк. Илле саҡырым самаһы ҡар йырып, трактор беҙҙе билдәһеҙ дала эсенә һөйрәп алды ла китте, шунан ҡаҡ яланда туҡтаныҡ. Күҙ күреме ергә саҡлы дала йәйрәп китә, ап-аҡ ҡар күҙ сағылтып емелдәй. Ҡояш, һыны ҡатып көлгән төҫлө, дала өҫтөндә бейей... Ләкин өйҙәр күренмәй. Беҙ ниндәйҙер ҡар соҡорға төшәбеҙ – баҫҡыс та ҡарҙан, тотҡалар ҙа. Ике-өс метр самаһы тәрәнлектә ишек асыла, шунан тағы ишек һәм беҙ өй эсендә. Тоноҡ ут яна, мейес йылыһы, табын ҡоролған ыҡсым өҫтәл. Артабан йәнә бер бүлмә, йәнә шәмдәр... Йоҡо бүлмәһе, ҡунаҡ бүлмәһе... Тәҙрәләр тыштан ҡар менән көпләнгән. Тимәк, юғарылағы шат ҡояш нуры бында инә алмай. Арыраҡ ишектәр ҡар коридоры буйлап мал һарайына алып китә. Мал еҫе... Мин ошо өйгә килен булып төшкәнмен, имеш.

Ҡаҙағстандың Атбасар ауыл хужалығында хеҙмәт осоро шулай башлана. Әнисә тиҙҙән тормош иптәше Тимерхан Сиражетдинов урынына һарыҡ фермаһына эшкә төшә. Ветеринар белеме булмаһа ла, һигеҙ класлыҡ белемен раҫлаған документы булғас, йәш ҡатынды малдарҙың һаулығын тикшереү пункты мөдире итеп ҡуялар, был яуаплы урында һигеҙ йыл эшләй. Һарыҡ фермаһында бөтә эштәрҙе үтәй, далала көтөү көтә. Тап ошо мәлдәр уның күңелен аса. Ҡыҙыл, һары, күк ләлә сәскәләренә күмелгән дала иркенлеге уға ожмах баҡсаһы булып тойола, ошо әкиәти хозурлыҡ иң ҙур ҡыуанысы була. Бер йылдан ҡыҙы Нәрисә донъяға килә, һуңынан улдары Салих, Дамир тыуа. 

Бөгөн Әнисә апайҙың иҫтәлектәре совет ҡоролошо хаҡында кинофильм сценарийына оҡшап китә:

– Етеш, яҡшы йәшәнек, совхоз йорт төҙөп бирҙе. Башҡортостан яғынан байтаҡ кеше, беҙҙең арттан килеп, ошо совхозда төпләнде. Йәй мәлендә тыуған яҡҡа ҡайтып ял итеүҙәр күңелде баҫһа ла, Уралтау буйы ғәләмәт һағындыра. Тора-бара минең бөтә тормошом тыуған ауылым Аҫҡынды, атай-әсәйемде һағыныуға әүерелде, – ти ул. – Яҡшы хеҙмәт хаҡына, етеш тормошҡа өмөтләнеп, тыуған илгә ҡайта алмайынса һағыш менән үтеп китә бит ғүмерем, тип уфтандым...

 

Йәмғиәт эше лә, ижад та берҙәй яҡын

Шулай ҙа аҡҡан һыу юлын таба. Шиғырҙары, иң яҡын серҙәш булып, тағы ла тормош офоҡтарын киңәйтә.

Әнисә Сиражетдинова ҡаҙаҡ телен өйрәнә, урындағы халыҡ менән дуҫлаша. Ҡаҙаҡ, башҡорт, рус телдәрендә ижад итә. «Ақкөл өмірі» район гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе (2006–2016) булып ун йыл эшләй. Баҫманың һәр һанында тиерлек мәҡәләләре, шиғырҙары донъя күрә. Төрлө яңылыҡтарҙы һәм хужаларға төртөп күрһәтерлек ҡырын күренештәрҙе тасуирлау өсөн ул яҡын-тирәгә командировкаға йөрөй. Етешһеҙлектәрҙе фашлап, кешенең уй-хыялын теркәп яҙған тәнҡитле-тәҡдимле мәҡәләләрен яҡшы ҡабул итәләр. Үткер ҡәләме йыш ҡына сәпкә тейә. 2013 йылда ул Ҡаҙағстан Коммунистар партияһына ҡабул ителә.

– Минең хат-мәҡәләләр буйынса автостанция алды майҙаны йүнәтелде, ҡала стелаһы эшләнде, парк ҡоймаһы яңыртылды, асфальт тротуар һалынды, өй алдарында эскәмйәләр, ағастар, сәскәлектәр барлыҡҡа килде. Халыҡ мәнфәғәтенә иғтибар артҡас, йәшәү йәмләнеп китте, – ти ул.

Әнисә ижадта яңғыҙ булмай. Рәми Ғариповтарҙан отҡан арҡаҙашлыҡ хәстәрлеге менән ул Аҡкүл ҡалаһының Абай исемендәге район китапханаһы янында «Аҡболаҡ» әҙәби-мәҙәни клубы ойоштора. Клуб ундан ашыу мәғариф ветеранын берләштерә, улар араһында күптән ҡаҙаҡ еренә килеп төпләнгән башҡорт ҡатындары Зөлфиә Ҡоҡушева менән Ғәлимә Баптаева ла була.

Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә башлағас, Ҡаҙағстан башҡорттарынан торған абруйлы төркөмдә Әнисә Сиражетдинова ла, делегат булып, тыуған Башҡортостанына ҡунаҡҡа килә. 2015 йылда Астана ҡалаһында Ҡаҙағстан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто янында ойошторолған «Аҡбуҙат» башҡорт әҙәби-мәҙәни ойошмаһына ла ихлас ҡушыла ул. «Аҡбуҙат»ты ойоштороусы йәш етәкселәр Урал Аҙнабаев, Роберт Зәйнуллин Ҡаҙағстанда йәшәгән башҡорттарҙы милли байрамдарға йыя, бер-береһенә иғтибарлы булырға, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә өндәй. Башҡорт халыҡ мәҙәни-тарихи үҙәге осрашыуҙарында ул үҙе кеүек төрлө юлдар менән ҡаҙаҡ иленә юлыҡҡан яҡташтары менән таныша. Башҡортостанда тыуып үҫеп, бөгөн Ҡаҙағстанда йәшәгән элекке сиҙәмселәр, шахтерҙар, фән һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән уртаҡ серҙәр, уй-ниәттәр күп: туған телде онотмаҫҡа, йәнтөйәккә ҡайтып йөрөргә, ватандаштарға ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә, башҡорт тигән затлы халыҡ исеменә тап төшөрмәҫкә... 

Әнисә Сиражетдинованың шиғри шәлкемдәре ҡаҙаҡса, башҡортса ижад ителеп, өлкә баҫмаларында донъя күрә.

– Шиғыр миңә кинәттән килеп, бөтә зиһенемде ялмап ала, тиҙ генә яҙып ҡуям, редакцияға ебәрәм, гүйә үҙемдән ситкә осорам. Ә һүҙҙәр, образдар тағы-тағы ябырыла... Мин яҙмай түҙә алмайым.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, быуа йырылғандай, күңеленән шиғри тойғолар алҡынып-ашҡынып бәреп сыға башлай. Шиғырҙар, далалағы ҡурай моңо ише, күҙ йәштәренә мансылып, дәфтәргә төшә... Әйткәндәй, былтыр Әнисә Сабир ҡыҙының «Мин Ҡурайҙар иле ҡыҙы булам» тигән шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. 

Яҙмаларын Әнисә Сабир ҡыҙы Тимур Әйүпов атлы йәш ғалимға күрһәтә. Сығышы менән Ырымбур яғы үҫәргән башҡорто, Ҡырғыҙстанда тыуып үҫкән йәш тарихсы егет тап шундай башҡорттар тормошо менән ҡыҙыҡһына: уның фәнни һорауҙары бик ябай һәм кешелекле. Урта Азия республикаларына эшкә, донъя көтөргә таралған Башҡортостан кешеләренең яҙмышы нисек булған? Ҡайнар ҡояшлы яҡтар башҡорт халҡы вәкилдәре яҙмышында ниндәй урын тота? Көньяҡ Урал балалары Алтай, Памир, Тянь-Шань, Алатау буйҙарын төйәк итеп, ниндәй үҫеш-ҡаҙаныш һәм файҙа килтергән? Тап Әнисә Сиражетдинова кеүек тыуған яғын һис иҫтән сығара алмай йәшәүселәр, туғандарына ярҙам итеүселәр, башҡорт телен яҡшы белеп, уны һаҡлаусылар Урта Азия донъяһын рухи байытыусылар булып киткән: улар ғалимлыҡта алдынғы, дини һәм мәҙәни-мәғрифәти хеҙмәттә күренекле. Ниндәй генә һөнәр һайлаһа ла, күптәренең йөрәгендә тыуған ер рухы һәм туған тел моңо юғалып ҡалмай. Аҡмулла, Истәк мулла исемдәре менән ҡаҙаҡ халҡына тоғро хеҙмәт иткән, аң-белемгә тартҡан башҡорт зыялылары киләсәк быуындарға ниндәй яҡты юл, таяныс ҡалдырған! 

Әнисә Сиражетдинова йәшәгән Аҡмулла өлкәһе Аҡкүл ҡалаһы Илек, Тобол, Иртыш йылғалары буйына иркен таралып йәшәгән башҡорт халҡының йәйләү ерҙәре – тарихи Башҡортостан биләмәләренә яҡын. Шуға күрә Кустанай, Ҡарабалыҡ, Бурабай, Күкшетау яҡтарында донъя көткән арғын ырыуы ҡаҙаҡтары араһында тамыры башҡорттан булған кешеләр ҙә бихисап. Ғәбит Арғынбаев атлы сәсәнебеҙ ҙә тарихта билдәле. Тимәк, «арғын» – күренекле шәхестәр тоҡомдарына быуын-быуын күсә торған арҙаҡлы исем. Беҙ, ике халыҡ, бер һүҙле булып, һәр тарихи хазинаны киләһе быуындарға нигеҙ итеп һаҡларға тейешбеҙ. Далалағы аҡындар ҙа, шағирҙар ҙа тап ошондай тарихи берҙәмлекте һәм туғанлыҡты, дуҫлыҡты данлай.

Яҡташыбыҙ сит тарафтарҙа ла  туған телен, йолаларҙы онотмай.
Ҡаҙағстандағы «Аҡбуҙат» этномәҙәни берекмәһе ағзалары  Ләлә Уҫабаева менән Әнисә Сиражетдинова.
Йыйынтыҡтың исем туйында.
Фекерҙәштәр менән Күкшетау ҡалаһында конференцияла.
Яҡташыбыҙ сит тарафтарҙа ла туған телен, йолаларҙы онотмай.
Автор:Сәрүәр СУРИНА, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Читайте нас