– Хөрмәтулла Ғаззали улы, һеҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һәр съезына ла делегат итеп һайланғанһығыҙ. Иң тәүге Ҡоролтай тәьҫораттары хәтерегеҙҙәме?
– Эйе, миңә барлыҡ съездарҙа ла делегат булараҡ ҡатнашыу бәхете тейҙе. Утыҙ йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, 1995 йылдың 1–2 июнендә үткән тәүге йыйын кисәгеләй хәтерҙә. Ҡор уҙасағы хаҡында мәғлүмәт 1994 йылдың аҙағында уҡ билдәле булды һәм әүҙем рәүештә баҫма матбуғатта, радио-телевидениела уға әҙерлек башланды. Ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә съездар уҙғарылды, эҙмә-эҙлекле рәүештә барлыҡ тейешле саралар атҡарылды. Оло йыйынға арнап, гәзит-журналдар махсус рубрикалар булдырҙы. Элекке съездарҙың тарихы, әлеге көндә ниндәй эштәр башҡарыла, сит илдәрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән бәйләнеш – барыһы ла тәфсирләп яҡтыртылды.
Йыйынға лайыҡлы делегаттар һайлау эше киң йәйелдерелде. Ойоштороу комитеты, республиканың һәр коллективында һәм ойошмаһында йыйылыштар үткәреп, район Ҡоролтайҙарына делегаттар һайланы. Улар, үҙ сиратында, квота буйынса Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар раҫланы. Әйтәйек, беҙҙең Башҡорт драма театрына өс квота бүленгәйне. Гөлли Мөбәрәкова менән мине делегатлыҡҡа Киров районы аша күрһәттеләр.
Район съезы Өфө сәнғәт училищеһында үтте. 800-гә яҡын тамашасы өсөн тәғәйенләнгән зал шығырым тулы ине. Йыйылыусылар, берәмләп сәхнәгә күтәрелеп, үҙҙәре менән таныштырҙы, киләсәктә халҡыбыҙға ниндәй файҙа килтерә алыуы хаҡында һөйләне, милләтте туплау, һаҡлау, үҫтереү тураһында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Сара оҙаҡ ҡына барҙы, килеүселәрҙең һәр береһе үк булмаһа ла, яртыһынан күберәге үҙ һүҙен әйтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты составына индереү өсөн Киров районынан ағзалар һайланды, улар араһында Гөлли Арыҫлан ҡыҙы менән мин дә бар инек. Икебеҙ ҙә театр факультетының актер бүлегендә уҡыта инек ул мәлдә, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаштыҡ. Мин театрҙың комсомол секретары ла, профком рәйесе лә булдым, дәүләт кимәлендәге сараларҙа, яҙыусы, шағир, драматургтарҙың ижад кисәләрендә алып барыусы сифатында сығыш яһай инем. Йәғни артист итеп кенә түгел, әүҙем йәмәғәтсе итеп тә беләләр ине, шуға ла делегат итеп һайлағандарҙыр, тим.
Сәнғәт кешеһе булараҡ, әҙерлек эштәренә төптән егелергә тура килде. Республикабыҙға бар донъянан йыйыласаҡ мәртәбәле ҡунаҡтарға күрһәтеләсәк концерт программаһын төҙөү эштәре алдан башланды: байрам сараларында ҡатнашҡан коллективтарға һәм артистарға өр-яңы сәхнә костюмдары, музыка ҡоралдары алынды, профессиональ һәм үҙешмәкәр коллективтарҙың иң яҡшы ижади номерҙары, иләк аша үткәрелеп, һайлап алынды. Мин үҙем барлыҡ Ҡоролтайҙарҙа ла алып барыусы сифатында сығыш яһаным.
Делегат булараҡ та, мәҙәни сараны алып барыусы булараҡ та, шуны әйткем килә – ойоштороусылар маҡсаттарына иреште. Милләтебеҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы әләме тирәһенә дәррәү тупланды. Йыйын йәшәйешебеҙгә ҡот өҫтәне, йөрәктәрҙә ғәм һәм сәм уятты.
Ул көндө Нефтселәр мәҙәниәт һарайы умарта күсе кеүек гөжләп торҙо. Ул ваҡыттағы рух күтәренкелеге әйтеп бөткөһөҙ! СССР тарҡалған, буталсыҡ осор. Халыҡтың артабан нисек йәшәргә, ҡайһы йүнәлештә барырға, нисек көн итергә белмәгән сағы. Милләтте киләсәктә нимә көтә, йөҙ борор ҡибла ҡайҙа – һәр кемде ошо һорауҙар борсой ине. Республикаға тарҡалыу янауы, губерна булдырыу тураһында шомло хәбәрҙәр ҙә ишетелеп ҡалғылай. Тап шул хәүеф-хәтәр янаған һынылышлы мәлдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙыуы киләсәккә өмөт уятты, күңелдәрҙә «Беҙ барбыҙ һәм буласаҡбыҙ! Телебеҙҙе, илебеҙҙе һаҡлап ҡаласаҡбыҙ!» тигән ышаныс нығынды. «Ҡоролтай» тигән изге төшөнсәнең ҡөҙрәтен һәр башҡорт яҡшы аңлай, сөнки ул аңыбыҙҙа быуаттар дауамында һаҡланып килә.
– Халҡыбыҙ рухи яңырыш, күңел күтәренкелеге кисергән осорҙа хәтергә уйылып ҡалған ваҡиғалар ҙа булғандыр...
– Әлбиттә, булды. Мин ул ваҡытта Дим биҫтәһендә йәшәй инем. Съезд башланырға нисә көн ҡалғандыр (9 Май тирәһе ине, ахыры) ғаиләбеҙ менән паркка ял итергә сыҡтыҡ. Шуға иғтибар иттем: радио аша трансляцияла бер башҡорт йырын ҡуймайҙар. Барса халыҡ оло йыйын уҙғарыу ғәме менән янғанда, мин был хәлде нисектер үгәйһетеү кеүек ҡабул иттем. Парк хеҙмәткәре аша белештем дә, трансляция алып барылған будканы эҙләп киттем. Барҙым да: «Бына-бына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланырға тора, нишләп бер башҡорт йыры ҡуймайһығыҙ?» – тип дәғүә белдерҙем. «Һеҙ кем?» – ти будкалағы кеше. «Делегатлыҡҡа кандидатмын!» – тим. Депутат кеүегерәк итеп аңланымы икән, иллә-мәгәр бер нисә башҡорт йырын ҡуйҙы.
Тағы бер хәл хәтерҙә. Дим биҫтәһенә күскән мәлдә балалар мәктәптә уҡый ине, кесеһе иһә 1-се класҡа барырға тора, ә беҙ йәшәгән ерҙә башҡорт мәктәбе юҡ. Съезд үткәс, район мәғариф бүлегенә йүнәлдем. «Нишләп ошоғаса бер башҡорт мәктәбе лә юҡ бында, киләсәктә асырға ниәтләйһегеҙме һис юғы?» – тигән һорау бирҙем. Уҡыу йорто кәрәклеге хаҡында ата-әсәләр өндәшкәне юҡ, ти мөдир. «Минең балам башҡорт мәктәбендә уҡырға теләй, башҡа ата-әсәләр ҙә ошо фекерҙә», – тип, өҫтәүенә, Ҡоролтай делегаты булыуымды ла әйтеп, балаларҙы туған телдә уҡытыу йәһәтенән әүҙем эш алып барасағыбыҙҙы белдерҙем. Оҙаҡ уйлап тормай, Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исеменә хат яҙҙым. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы – бер йылдан Дим биҫтәһендә башҡорт мәктәбе асылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты булыу минең өсөн, ысынлап та, депутат булыуға тиң ине. Милләт мәнфәғәтен яҡлап, власть органдарына күп тапҡырҙар мөрәжәғәт итергә тура килде.
Нәҡ ана шул беренсе съезда ойоштороу мәсьәләләре буйынса устав ҡабул ителде, артабан ниндәй йүнәлештә эшләргә кәрәклеге билдәләнде, Ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты ағзалары һайланды. Тәүге йыйындың ыңғай тәьҫире әйтеп бөтөргөһөҙ булды. Ул, көслө ялҡын төҫлө, һәммәһен үҙ эсенә ялмап алды, оло эштәргә илһамландырҙы, милләт тарихының сағыу бер бите булараҡ йылъяҙмаға инеп ҡалды.
– Ошо йылдар эсендә булып үткән үҙгәрештәрҙең ҡайһыһы айырыуса күҙгә ташлана? Ҡоролтай үҙенең тәүге маҡсаттарына тоғро ҡалдымы?
– Үҙгәрештәргә килгәндә, шуны әйтер инем: 2019 йылға тиклем Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге менән Башҡарма комитет етәкселек итһә, һуңынан Президиум барлыҡҡа килде, унда йәмғеһе биш кеше. Президиум ағзалары ойошманың эске һәм тышҡы сәйәсәтен иғтибарҙа тота, барлыҡ ойоштороу эштәрен атҡара. Минеңсә, был бөгөнгө көн шарттарына тулыһынса тап килә, сөнки көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн оперативлыҡ кәрәк. Етәкселеккә Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова килеү менән эштәр бермә-бер алға китте.
Тәүге съезда билдәләнгән маҡсаттарҙан ситләшмәнек, тип әйтер инем. Белеүебеҙсә, Нияз Мәжитов, Әхмәт Сөләймәнов кеүек билдәле шәхестәребеҙ ойошманың ныҡлап аяҡҡа баҫыуына, киләсәккә аныҡ йүнәлеш билдәләүгә ҙур көс һалды. Улар Башҡортостанды арҡыры-буй айҡап сыҡты, һәр районда тиерлек съездар үткәрҙе, урындағы Ҡоролтайҙар эшен яйға һалды. Ул хеҙмәттәшлекте беҙ һис кенә лә һүрелтмәнек, райондарҙағы фекерҙәштәребеҙ ярҙамын һәр саҡ тоябыҙ. Берҙәм булғанда, бергә эшләгәндә генә беҙ көслөбөҙ, шуны һәр саҡ хәтерҙә тоторға кәрәк.
Республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә, хатта сит илдәрҙә Ҡоролтай ойошмалары әүҙем эшләй. Күҙгә-күҙ йыш осрашмаһаҡ та, онлайн форматта кәңәшмәләр уҙғарып торабыҙ, тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Мин үҙем ике тапҡыр Ҡаҙағстанда үткәрелгән съездарҙа ҡатнаштым. Коллегаларым да әленән-әле Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгән яҡташтарыбыҙ янына барып ҡайта, уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә тырыша.
Ҡоролтайҙың төп маҡсаты – донъялағы барлыҡ башҡорттарҙы берләштереү, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, миллилекте һаҡлау. Ватандаштарыбыҙ, ҡайҙа ғына йәшәмәһен, үҙ асылын һаҡлап ҡалырға тырыша: төрлө саралар үткәрәләр, балалар өсөн йәкшәмбе мәктәптәре, йыр-бейеү түңәрәктәре асалар.
Ноябрь айында театрыбыҙ Ҡазан ҡалаһында гастролдә булғайны. Самолеттан төшөү менән беҙҙе шунда йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҡаршы алды – милли кейемдәрҙә, ҡурай тартып, йыр-бейеү менән! Татарстан башҡорттары булһынмы, Себерҙәге яҡташтарыбыҙмы – уларҙың үҙ-ара ныҡлы мөнәсәбәтенә нисек һоҡланмайһың инде! Ошо ойошмаларҙы берләштереүсе, илһамландырыусы төп көс ул, әлбиттә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
– Һеҙ – түңгәүер ырыуының ҡор башы. Түңгәүерҙәр ҡорон йыйыу эше ҡасан башланды? Барлығы нисә съезд уҙғарылды?
– Түңгәүер ырыуы – иң ҙур ырыуҙарҙың береһе. 1994 йылдың 1 июлендә Йылайыр районының Юлдыбай ауылында уҙған беренсе оло йыйынға 30 йыл тулып үтеүенә бағышлап, быйыл «Түңгәүер ырыуы хәрәкәте тарихы» тигән китап сығарҙыҡ. Унда ырыуыбыҙ хәрәкәте ҡасан һәм нисек барлыҡҡа килеүе, артабанғы үҫеше хаҡында материалдар тупланған.
Түңгәүерҙәрҙең II съезында (ул 2007 йылдың 26 октябрендә Өфөлә, Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле бинаһында, уҙғарылды) мине ҡор башы итеп һайлап ҡуйғайнылар. Йыйын урындағы халыҡтың ер мәсьәләләрендә өҫтөнлөклө хоҡуғын ҡануни нығытыу, башҡорт мәктәптәрендә белем һәм тәрбиә биреү сифатын күтәреү, түңгәүерҙәрҙең экологик хәүефһеҙлегенә иғтибар итеү кәрәклеге тураһында резолюция ҡабул итте. III съезд 2021 йылда Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында үтте. Унда ауылға нигеҙ һалған Ҡашҡар Мамытовҡа арналған тирмә-стела асылды, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды, ырыуҙаштар аллеяһына ағастар ултыртылды, «Түңгәүер ырыуы башҡорттарының үткәне һәм киләсәге» тигән темаға фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо. IV съезд – Әбйәлил районы Асҡар ауылында (2022 йылдың 25–26 июне), бишенсеһе – Баймаҡ районында (2023 йылдың 30 июнь – 1 июле), алтынсыһы Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында (2024 йылдың 17 авгусы) үтте. VI съездың төп өлөшө Аҡъярҙың ял һәм мәҙәниәт паркында уҙғарылды. Бында түңгәүерҙең мәшһүр ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаевҡа өс метрлыҡ һәйкәл астыҡ (скульпторы – Хәниф Мирзаһит улы Хәбибрахманов). Быйылғы VII съезд Бөрйән районының Мәһәҙей һәм Аҫҡар ауылдарында бик ойошҡан шарттарҙа үтте. Эстафетаны йәнә Йылайыр районы ҡабул итеп алды. Аллаһ бирһә, 2026 йылда VIII съезды шунда үткәрәсәкбеҙ.
– Һуңғы йылдар эсендә тормошҡа ашырылған башланғыстарҙың ҡайһыһы күңелегеҙгә айырыуса яҡын?
– Ойошмабыҙ төрлө йүнәлештәге проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашыра, шуларҙың иң мөһимдәренең береһе – «Айыҡ ауыл», минеңсә. Беҙ – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Президиум ағзалары – һәр беребеҙ теге йәки был районға куратор итеп тәғәйенләнгәнбеҙ. Райондарға юлды һыуытмайбыҙ: уҡытыусыларҙың август конференцияһы булһынмы, башҡа сарамы – мотлаҡ рәүештә барабыҙ, күрәбеҙ, үҙ фекеребеҙҙе еткерәбеҙ. Йыл аҙағында иһә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһайбыҙ, уларҙың сифатын баһалайбыҙ, күпме халыҡ йәлеп ителгәненә иғтибар итәбеҙ, анализ яһайбыҙ. «Айыҡ ауыл»да ҡатнашып, район кимәленә сыҡҡан ауылдар менән яҡындан танышабыҙ, барыһын да үҙ күҙҙәребеҙ күреп, теләктәребеҙҙе еткереп ҡайтабыҙ. Белеүебеҙсә, районда еңеү яулаған ауыл биләмәләре Өфөлә 10-дан артыҡ министрлыҡ, ойошмалар вәкилдәренән торған абруйлы комиссияға үҙ проектын тәҡдим итә. Комиссия ағзалары алдында беҙ, кураторҙар ҙа, сығыш яһайбыҙ һәм беркетелгән райондарыбыҙҙың ни өсөн еңеүгә лайыҡ булыуына дәлилдәр килтерәбеҙ.
Бер йүнәлештә эшләр өсөн уртаҡ маҡсат кәрәк. «Айыҡ ауыл» проекты – төрлө быуын, төрлө милләт кешеләрен берләштереүсе ныҡлы идея. Олоһо ла, кесеһе лә, бергә уҡмашып, бер йоҙроҡ булып йәшәй башлайҙар. Уңышлы тормошҡа ашырылған ошондай проекттар шуға дәлил: ойошмабыҙ – халыҡты бергә туплар тылсымлы көс ул!